Ғәзиз менән Данил бөгөн бер ҡыйыу ғына йәштәр гәзитенә барырға тейеш инеләр. Бала ҡарашырға, Динә килгәс, Ғәзиз байтаҡ ҡына Данилға шылтыратып ҡараны, трубканы алыусы булманы. Ул, сығып, юл буйҙарын ҡарап килде һәм эстән генә егетте һүҙендә тора белмәүҙә ғәйепләп, өйгә инергә мәжбүр булды. Шул көндө техник персонал, килеп, майҙанды таҙартыуҙың параметрҙарын барланы, подрядсы менән ошо хаҡта килешеүҙең проекты әҙерләнде.
Ғәзиз күреп тора, уларҙың өйҙәренең көндәре һанаулы ғына ҡалып бара. Бында йәшәүселәр теләр-теләмәҫ кенә күнделәр һәм үҙҙәренең мөмкин булған әйберҙәрен сығара башланылар. Хатта төҙөлөш компанияһы бығасаа күрелмәгән йомартлыҡ хаҡында иғлан итте. Йорттарының әйберҙәрен тегендә-бында ташыу өсөн, транспорт бирҙеләр. Ә кемдәр үҙҙәре был эште башҡара алмай, матди ярҙам хаҡында иғлан иттеләр. Ярҙам тигәс, ул тиклем ҡутарып аҡса биреү хаҡында һүҙ булманы. Кемгәлер мең тәңкә бирҙеләр, икенселәргә мең ярым һум эләкте.
Раянға, үҙенең таныҡлығының ысын икәнлеген раҫлауға, аҙнанан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Аҙаҡ ҡына таныҡлыҡтағы тоноғораҡ күренгән фотографияның, ысынлап та, уныҡы икәнлеге, таныҡлыҡты тултырған ваҡытта ҡайһы бер талаптарҙың күҙәтелмәүе асыҡланды. Бер аҙнанан, әлеге таныҡлыҡты тоттороп, ни эшләп бындай кондицияһыҙ ҡатырға менән йөрөйһөң? Алыштырып ал, тип әрләп сығарып ебәрҙеләр.
Данилдың эше мөшкөлөрәк йүнәлеш алды. Алғы планға янмаған лампочка түгел, ә уның мең тәңкәһе сыҡты. Уны фашлаған автоинспектор менән хеҙмәттәштәре һағыраҡ һөйләшә башланы. Кем белә, тотор ҙа, һатыр. Ә уны, начальник саҡырып, үҙе менән әңгәмәләште. Уға званиеһын сираттан тыш күтәреү мөмкинлеге бирелде һәм, шуға өҫтәп, үҙен аҡсалыраҡ эшкә күсерҙеләр.
***
Динә хәҙер үҙе өсөн генә түгел, тыуасаҡ балаһы өсөн дә йәшәүен яҡшы аңлай. Оҙаҡламай, уға ирекмәнлек менән мауығыуҙан туҡтарға тура киләсәк. Уның холҡо үҙгәреүгә Закир ҙа иғтибар итте.
– Һиңә нимә булды? – тип һораны ул бер көн, күҙҙәренә тура ҡарап.
– Ә беҙ ҡасан бала алырға барабыҙ? – тип һораны Динә.
– Тейешле документтар бөтәһе лә әҙер, – тип Закир ҡағыҙҙарҙы сығарып күрһәтте.
Иртә менән тороп, балалар йортона ҡуҙғалдылар. Тәүҙә директор уларға балалар менән танышыу мөмкинлеген бирҙе. Үткәнендә үҙҙәренә оҡшаған малайҙы тапманылар. Баҡ тиһәң, уны ошо көндәрҙә генә тәрбиәгә алыусы табылған икән. Әлегә уларға оҡшаған, икеһе лә ризалашырлыҡ бала юҡ ине.
– Был бит магазин түгел, кергәс тә, һайлап алып, аҡсаһын түләп китеп булмай, – тип тынысландырҙы Закир.
Уның әйткәндәре бик ышаныслы һәм ҡәнәғәтләнерлек яңғыраны.
Директор ҙа шул уҡ һүҙҙе һөйләп тора:
– Ҡабаланмағыҙ. Һеҙҙең бөтә документтарығыҙ ҙа етерлек, ҡайһы ғаиләләр унар-ун бишәр тапҡыр килә.
Ҡайтҡан ваҡытта, Динә Закирҙан:
– Әгәр беҙҙең үҙебеҙҙең балабыҙ булһа, был осраҡта нимә эшләр инең? – тип һораны.
– Үкенескә ҡаршы, беҙҙең балабыҙ бер ваҡытта ла булмаясаҡ, – тине Закир күңелһеҙ генә итеп. Тик был хаҡта мин һиңә ваҡытында әйтә генә алманым. Ә инде балабыҙ булыу осрағын мин мөғжизә сифатында ҡабул итәсәкмен.
– Ә балалар йортонан алынғанын ни эшләтер инең? – тип ныҡышты Динә.
– Был осраҡта мин сабыйҙы балалар йортонда ҡалдырыр инем, – тине Закир. – Үҙемдең балам булһа, ни эшләп мин кешенекен ҡарарға тейеш? Бала алырға теләүселәр былай ҙа күп, кешенең өлөшөнә кергем килмәй. Ана бит, беҙҙән башҡа ла, эҙләп йөрөүселәр етерлек.
Закирҙың һүҙҙәре Динәне тамам шаңғытты. Ҡатын шуға төшөндө, хәҙер уларҙың киләсәк тормошоноң мәғәнәһе юҡ. Үҙ яҙмышын мөмкин тиклем тиҙерәк ҡулға алырға һәм киләсәкте хәл итеп ҡуйырға кәрәк!
Динә шуға төшөндө, Закир ябай ғына кеше йәки етәксе түгел. Ул – йәнһеҙ, аяу белмәгән ҡоролоштоң ябай ғына бер тәгәрмәсе. Уның эргәһендә башҡа тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә төрлө кимәлдәге тәгәрмәстәр әйләнә. Улар үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғырта. Ҡаршы төшкән һәр бер кешене аяуһыҙ рәүештә тапап, йә иҙеп китә. Тап шул минуттарҙа ҡеүәтле “Краз”дар баҡсасылыҡ йәмғиәтенең ҡапҡаһы эргәһенә ҡеүәтле бульдозерҙар тейәгән трейлерҙарҙы килтереп ултыртты. Ҡап-ҡара төтөн таратып ултырған техниканы Динә күрҙе, ләкин бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Закир иһә, улар күҙгә салыныу менән, ни эшләп кискә ҡалдылар икән, иртән иртүк тотонһалар ни булыр ине, тип уйлап ҡуйҙы. Ә Динә үҙенең тыуасаҡ балаһы хаҡында борсолдо. Ул әле донъяға килеп өлгөрмәгән, уны шундай аяуһыҙ тормош ҡаршылай. Ул белә, был ҡеүәтле техника, кемдәргәлер байлыҡ килтереү өсөн, Динәнең үҙенең һәм тыуасаҡ балаһының өҫтөнән, аҡтарып-ҡутарып, емереп, ҡыйратып үтергә тейеш. Ә уның эргәһендә, көнө буйы эшләп арығандан һуң йоҡомһорап килгән ире, икеләнеп тә тормайынса, был эштәргә етәкселек итә.
– Ниңә кискә ҡалдылар икән? – тип һөйләнде Закир булдьдозерҙарға күҙ ташлап.
– Шуны ла белмәйһеме? Әллә белмәмеш булаһыңмы? – тип мыҫҡыллы көлөмһөрәне Динә.
– Бындай енәйәттәр кеше ял иткәндә ҡасып-боҫоп башҡарыла. Күрәһеңме, икеме-өсмө бульдозер. Улар өсөн бер нисә сәғәтлек эш. Иғландар булды, кешеләр киҫәтелде, теләгәндәр меңәр тәңкәһен алды. Әлбиттә, бер аҙ шау-шыу буласаҡ. Зыян күреүселәр, бәләгә тарыусылар, ярҙам эҙәп, тегендә барасаҡтар, бында киләсәктәр, шылытыратасаҡтар, илаясаҡтар. Йәлләүгә, миһырбанлыҡҡа өмөт итәсәктәр, ләкин хаталанасаҡтар. Сөнки уларҙы, иртәгә ҡарарбыҙ, иртәгә хәл итербеҙ, тип тынысландырасаҡтар, эш сәғәте бөтөүгә һылтанасаҡтар. Ә инде иртән килеүҙәренә, уларҙы бында тип-тигеҙ майҙан ҡаршылаясаҡ. Бәләгә тарығандарҙы, эх, һуңланыҡ, өлгөрмәнек, шулай итер инек, былай итер инек, тип тынысландырасаҡтар.
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"