+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Сентябрь 2021, 14:31

БӘПЕС КӨТКӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөш

Хәҙер тормош үҙгәрҙе. Кешеләр аҙмы-күпме етеш йәшәй. Ғаилә ҡороу, бәхетле йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар һымаҡ. Һәр ғаиләнең бәхетле тормошон сағылдырыусы күрһәткестәр бар. Шуларҙың төп күрһәткесе булып балалар тора. Бәпес тауышы сыҡмаған йорт япраҡһыҙ ағасты хәтерләтә. Әгәр үҙеңдең балаң булмаһа, табиптар ярҙамға килә, хатта балалар йортонан үҙеңә оҡшаған ҡыҙҙы, йәки малайҙы алып, күңелеңде йыуатырға мөмкин. Бала үҫтерә алмаған ғаиләләр хаҡында һүҙ сыҡһа, беҙҙең ауылдыҡылар Йәмилә апай менән Рәфҡәт ағайға күрһәтәләр. Уларҙан өйрәнегеҙ, тиҙәр. Мин үҙем, гәзит-журналдарға тәрбиәүи темаға төрлө мәҡәләләр яҙып ҡарағас, ошо ағай менән апай тураһында ниндәй ҙә булһа мәҡәлә яҙыу теләге берлыҡҡа килде. Йәмилә апайға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итһәм дә, баш тартты: – Хәҙер кемгә кәрәк инде беҙҙең һөйләгәнебеҙ? Әллә ҡасан булған ваҡиғалар, күбеһен хәҙер онотоп та бөттөк инде. – Әллә Рәфҡәт ағай рөхсәт итмәйме? – тип һораным. – Юҡ, уны мин тыңлап тораммы һуң? – тип көлдө Йәмилә апай. – Ярай, бер кис кил, һөйләшеп ултырырбыҙ. Яҙһаң, яҙырһың, тик исемдәрҙе алыштыр. Күргәнем бар минең, “исемдәр үҙгәртелде” тип яҙыла. Бер кисте шулай апай, асылып китте лә, һөйләй башланы:

БӘПЕС КӨТКӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөш
БӘПЕС КӨТКӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөш

– Беҙ 1988  йылдың йәйендә өйләнештек. Әле донъялар тыныс, кешеләр алда нимәләр көткәнен дә белмәгән осор ине. Тәүҙә бик әһәмиәт бирмәнек, аҙаҡ әсәйҙәр, атайҙар, ҡасан бәпес алып ҡайтаһығыҙ, тип ҡыҙыҡһына, ике йыл үткәс, талап итә башланылар. Үҙебеҙҙең дә теләк ҙур. Тырышабыҙ, ләкин һөҙөмтә юҡ. Халыҡ араһында таралған йолаларҙы тормошҡа ашырып ҡараныҡ, табиптарға мөрәжәғәт иттек. Үҙем сәмләнәм, ҡайһы ваҡыт ултырып илап та алам. Аҙаҡтан ҡәйнәм яғынан миңә һылтауҙарын ишеттем. Сөнки уларҙың ҡулында мине ғәйепләрлек етди генә нигеҙ бар ине. Мин иремдән бер йәшкә өлкәнмен, кейәүгә лә 25 йәшемдә генә сыҡтым. Мине, ултырған ҡыҙ булып сыҡты, тегеләй-былай йөрөгән, үҙен һаҡламаған, тип ғәйепләнеләр. Ә быларҙың береһе лә дөрөҫ түгел ине. Ярай ирем яҡланы, артыҡ һүҙ әйттермәне, кеше һүҙенә ышанманы. Беҙ инде, балабыҙ булыуына тамам өмөтөбөҙҙө өҙгәйнек, әсәйем, Стәрлегә ҡунаҡҡа барғанда, Ҡырғыҙстанда бер әүлиә ҡарт барлығы хаҡында ишетеп ҡайтҡан. “Һеҙгә – йәшәргә, барығыҙ, күрегеҙ, имләнеп ҡайтығыҙ!” – тип талап итте.

            Ирем дә, үҙем дә һуңғы сиккә еткәйнек, ризалашырға мәжбүр булдыҡ.

            Үҙегеҙ беләһегеҙ, Өфөнән Фрунзеға барып етәһе юлдың оҙонлоғон һәм ауырлығын. Йәй урталарында сығып киттек, эҫе ваҡыт. Унда күргән ауырлыҡтарҙы, кисергәндәрҙе ентекләп һанап тормайым. Урта Азия яғында төп танспорт булып поездар һәм автобус хеҙмәт итә. Кешеләр күп. Бына поезд бәләкәй генә станцияла туҡтай. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ул яҡта ғаиләләр ҙур, 7-8, хатта 10-12-гә тиклем балалар, килеп тулалар поезға, һикеләргә һикереп менәләр. Беҙгә ҡыҙыҡ. Ә ата-әсәләре беҙҙән, һеҙҙең балаларығыҙ ҡайҙа, тип һорайҙар. Беҙ яуап бирергә уңайһыҙланабыҙ. “Ҡунаҡҡа китеп баарабыҙ”, – тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Ә ҡырғыҙҙарға, йә үзбәктәргә, бәпес алырға китеп барабыҙ, тип һөйләп булмай бит инде.

            Беҙҙең ҡулда мәғлүмәт бик әҙ. Ҡырғыҙстандың Һыу уйһыулығында бер олатай йәшәй икән. Ошо олатай кемдеңдер ҡоҙаһының балаларына атай-әсәй булырға ярҙам иткән. Уның янына икәүләшеп барырға кәрәк, ти. Әгәр ихтыяж булһа, ҡарт ир менән ҡатынды тағы бер нисә көнгә үҙендә ҡалдырыуы ихтимал. Ул ҡоҙаның балаларын берәү ҙә белмәй, күрмәгән-ишетмәгән. Беҙ, бына шуны юллап, китеп барабыҙ. Ирем, мәҫәлән, юлға сыҡҡанда уҡ, ул ҡарттың барлығын шик аҫтына ҡуйҙы: “Ышанмайым, ләкин һине тыңлап, барам”, – тине ул миңә. Сөнки һине айырғым килмәй. Беҙҙең ошо сәфәребеҙ ғаиләбеҙҙең киләсәген хәл итергә тейеш ине.

            Аһ, ул хәүефле 90-сы йылдар! Советтар Союзы ныҡ һәм ҡеүәтле, уның тарҡалыуы хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Беҙ тәүҙә Фрунзе ҡалаһына килеп төштөк. Автовокзалдан “Маяҡ” шифаханаһына тиклем барырға тейешбеҙ. “Һыу” туҡталышында төшөргә һәм шундағы ауылда Олатайҙы һорарға ҡуштылар.

            Чу-Һыу уйһыулығы тураһында быға тиклем ишеткәнебеҙ ҙә юҡ ине. Ошонда беҙ кешеләрҙең һыуға мөнәсәбәтен күрҙек. Шуның өсөн һыу бында бөтәһенә лә кәрәк, һыуға бөтәһе лә мохтаж. Серле бер планетала китеп барған һымаҡбыҙ. Офоҡтан-офоҡҡа, монарҙан башҡа, бер нимә лә юҡ. Автобус эсе туп-тулы халыҡ. Эҫе, саң. Беҙ бындай шарттарҙа йөрөп өйрәнмәгән, ләкин күнергә тура килә. Сөнки маҡсатыбыҙ изге һәм үҙебеҙҙең яҙмышыбыҙҙы хәл итерлек. Балаларын ҡосаҡлап барған әсәйҙәргә мин көнләшеп ҡарайым. Улар минең ҡайҙа барғанымды, нимә тураһында хыялланғанымды белмәй. Улар өсөн минең хәсрәтем ят һәм таныш түгел. Ике балаһы алдында өсөнсөһһө әсәһенең ҡосағына ынтыла. Ул асыулана, теге икәүҙе тартып төшөрөргә итә. Теге икәү, бәләкәй булһалар ҙа, үҙҙәренең хоҡуҡтарын белә, урындарын бушатырға уйламай ҙа. Тегенең менән тибешәләр. Ә теге өсөнсө, ғәҙеллек көҫәп, үкереп илай һәм йәлләүҙәрен һорап, башҡаларға ҡарай. Мин шул баланы күтәреп алырға, уны йыуатырға теләйем. Юҡ, ул тағы ла нығыраҡ илай, минең ҡулымды этеп ебәрә. Ҡыҙҙар һымаҡ нәҙек кенә, яғымлы ҡырғыҙ ҡатындары үҙ-ара һөйләшеп көлөшә һәм балаһыҙ китеп барған ир менән ҡатынды ғәжәпләнеп күҙәтә.

            Эй, Хоҙайым! Әгәр һин булһаң, ниңә, ошо ҡатындар һымаҡ, мине лә бәхетле иитмәйһең? Ниңә беҙҙең сабыйыбыҙ юҡ? Әгәр бер генә сабыйым булһа ла, мин ошолай интегеп, ят ерҙәрҙе гиҙеп йөрөр инемме?

            “Чу! Чу!” – тип ҡысҡырыштылар, беҙгә күрһәттеләр. Беҙ үҙебеҙҙең туҡталышҡа етеүебеҙҙе аңланыҡ. Килеп төшөүгә, беҙҙе таш юлдар, һаран ғына йәшеллек, ҡомло балсыҡ һәм ишәктәр, дөйәләр өйөрө ҡаршы алды. Беҙ ҡурҡа-ҡурҡа төшөп ҡалдыҡ. Ҡурҡмаҫлыҡ түгел. Ош уйһыулығында тәртипһеҙлектәр башланған. Үзбәктәр менән ҡырғыҙҙар үҙ-ара һуғышҡандар. Радио, телевидение тиҫтәләрсә ҡорбандар хаҡына һөйләй. Кешеләрҙең йөҙөндә – ҡурҡыу һәм өмөтһөҙлөк. Уларҙың ммәшәҡәте беҙҙең өсөн ят. Беҙ, үҙебеҙҙең тыныс тормошобоҙҙо ҡалдырып, киләсәк тормошобоҙҙо хәстәрләп йөрөйбөҙ. “Ҡайҙа һин, Олатай? Беҙгә ярҙам ит! Беҙгә бер бәпес кәрәк! Беҙ һиңә ышанабыҙ, өмөт һәм изге теләк беҙҙе һиңә алып килде, Олатай!”

            Бына шулай беҙ таштан һәм балсыҡтан торған ерҙә төшөп ҡалдыҡ.  Беҙҙе күреү менән, ишәктәр боролоп ҡараны һәм сит кешеләр икәнлегебеҙҙе шунда уҡ танып, ҡурҡыныс итеп баҡырышып ҡуйҙылар. “И-аа!-И-аа!” Һәм ошо “Иа” беҙҙе нисәмә көндәр буйы оҙатып йөрөйәсәк, һуңынан минең төшөмә инеп йонсотасаҡ. Ишәктәргә ҡарата, минең бер мөнәсәбәтем дә юҡ ине. Ошо “Ииа! Ииа!” миине  ҡурҡытасаҡ һәм нәфррәт тойғоһо уятасаҡ. Ләкин бер нисә йылдан ошо тауыш минең өсөн бер күңелле моң һымаҡ яңғыраясаҡ һәм ошондағы көндәргә алып ҡайтасаҡ.

Беҙҙе алда нимә көткәнен белмәйбеҙ. Алда ауыл һымаҡ йәшәү урыны күренде. Ауыл тип шартлы ғына әйтергә мөмкин. Сөнки бындағы ауылдар беҙҙең яҡтағыларға оҡшамаған. Йорт менән йорт араһы бик алыҫ. Шунда уҡ көтөүҙәр йөрөй, хатта уларҙы айырыусы кәртәләр йәки ҡоймалар ҙа юҡ. Миңә ап-аҡ кейеҙҙән эшләнгән тирмәләр оҡшаны. Көтөүҙәр малдың туҡланыу урынын алыштырып, күсенеп йөрөй. Ә йәшәү урыны булараҡ, әлеге тирмәләр хеҙмәт итә тип аңланым. Беҙҙең килеүебеҙгә иғтибар итеүсе лә табылманы, бар тип тә белмәнеләр. Беҙ ҡыҙыҡһынып тирә-яҡты күҙәтәбеҙ.

Беренсе осраған кеше, олатай, тип әйтеүебеҙҙе генә аңланны һәм төртөп күрһәтте. Беҙ ары атланыҡ. Юлдан йонсоғанбыҙ, сарсағанбыҙ һәм арығанбыҙ. Их, ошо аҡ тирмәләрҙең береһенә инеп, һалҡынса күләгәлә һуҙылып ятып ял итһәң ине. Әлбиттә, йыуынып сыҡҡандан һуң. Күреннеп тора, бында һыуҙың ҡәҙере ҙур. Ул ҡиммәтле. Беҙ ошо бер нисә көн эсендә һыуҙың ҡәҙерен беләсәкбеҙ. Бул ғәҙәт беҙҙе бик оҙаҡ оҙатып йөрөйәсәк. Һыу – йәшәү сығанағы ғына түгел, ул күпкә ҡиммәтерәк. Аҙаҡтан, ишетеүемсә, Ош уйһыулығында ике милләт араһында барған һуғыштар ҙа ошо һыу өсөн, уның ағымын үҙгәрткән өсөн генә, башланған.

Беҙ Олатайҙың өйө эргәһенә килеп туҡтаныҡ. Беҙгә һораулы ҡарашын төбәп, бәләкәй генә бер ҡыҙыҡай килде. Ул – бик етди ҡарашлы, башына матур яулыҡ ябынған. Ҡыҙыҡайҙан, Олатай ҡайҙа, тип һорайбыҙ. “Олатай хәҙер килә”, – тине ҡыҙыҡай. Беҙҙе күләгәгә саҡыралар һәм алдыбыҙға сәй ҡойолған каса ҡуялар.

Сәй эскән арала, ирем аптырана:

– Беҙ бәлки дөрөҫ килмәгәнбеҙҙер? Миңә ҡалһа, олатайҙар бында һәр йорт эргәһендә йөрөгән һымаҡ.

– Көтәйек, Килеп еттек бит, – тип мин иремде тынысландырырға тырышам.         

            Ирем, инде нисәнсе ҡат мине сабыр ғына тыңлай һәм, ауыр һулап, тағы бер тапҡыр күндәмлеген күрһәтергә мәжбүр була.

– Әгәр бөгөн-иртәгә билдәле булмаһа, шунда уҡ ҡайтып китәбеҙ, – ти. Үҙе, һағайып, бәләкәй генә транзисторҙың төймәһен борғолай. Эфир шатыр-шотор килә, Төрлө телдә хәбәрҙәр ишетелә. Беҙ бер ниимә лә аңламайбыҙ һәм үзбәк телендә, Ош уйһыулығында ҡораллы бәрелештәрҙең туҡтатылыуы хаҡында ишетәбеҙ һәм ҡыуанышабыҙ.

            Ә бындағы ҡырғыҙҙар был хаҡта ишетмәй ҙә, белмәй ҙә, хатта ҡыҙыҡһынмай ҙа шикелле.

 

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: