Хәҙергә, йәшәлгән йылдарымдан түбәнгә ҡарап, шуны әйтә алам, ул дәүерҙә әхлаҡ мәсьәләләре бик юғары тора, беҙ мөхәббәттең барлығына ышана, яратҡан кешеләребеҙгә табына торғайныҡ. Шулай ҙа һирәк-мирәк, иргә сыҡмайынса ғына, бала табыусылар осраштырғыланы. Беҙҙең яҡтан Заһира һуңғы бер нисә йыл эсендә никахһыҙ-ниһеҙ генә, ике бала тапты. Уның был холҡон барыһы ла ғәйепләй, ә үҙҙәре шым ғына ярҙам итә ине. Минең дә еңгәләрем, апайҙарым, күҙемә ҡарап: “Ул тиклем бошонма, бөтөрөнмә, бына, көтмәгәндә бәпесләрһең әле”, – тип тынысландырһалар ҙа, мин бик тулҡынланам, төндәр буйы йоҡлай алмай уфтанып сығам һәм ошо бәхетле минутты көтә инем.
Беҙ туҡтаған тирмә эргәһенә өс ир килеп туҡтаны. Ирем менән беҙ улар эргәһенә сыҡтыҡ. Ошо өсәүҙең береһе беҙ өмөтләнеп килгән Олатай булырға тейеш. Улар менән ирем аңлашты һәм һөйләшеү барышында береһенең беҙ өмөт итеп килгән Олатай икәнлеген асыҡланым. Әллә ни ҡарт кешегә лә оҡшамаған. Ғәҙәттәге ҡырғыҙ бабайы. Өҫтөнә халат һымаҡ оҙон елән кейгән. Ә башындағы кейеҙҙән баҫылған һәм осло ҡырҙары бөгөлгән кәпәсе үҙенә ҡайһылай килешеп тора! Ел ашаған, ҡояшҡа янып ҡарайған йөҙөнән аҡыл һәм миһырбанлыҡ һарҡып торған һымаҡ. Ә ихлас ҡарашы күңелдә ыңғай тойғолар уята. Ул, нимәлер әйтеп иремә, кире ҡаҡҡан һымаҡ тойолдо. Мин түҙмәнем:
– Һеҙ – һуңғы өмөтөбөҙ! Ярҙам итегеҙ инде! – тинем. Ирем дә үҙенең һүҙҙәрен өҫтәне:
– Беҙҙең яҡтарҙа һеҙҙең хаҡта легендалар йөрөй. Һеҙгә ышаналар. Беҙгә һеҙ генә ярҙам итә алаһығыҙ. Шуның өсөн дә, һеҙгә килдек, – тине ирем.
Беҙ өсәүләп тирмә эсенә кереп ултырҙыҡ. Олатай беҙҙән:
– Урынлашҡан тирмәгеҙ оҡшанымы? – тип һораны.
Оҡшамай ни! Етмәһә, тирмәнең эсе һалҡынса елләп, һауа таҙарып тора.
Бабай беҙҙең хаҡта ентекләп һорашты. Ул ярҙам итергә булды, күрәһең, беҙгә хеҙмәтенең хаҡын әйтте. Күп һораманы. Аңлауымса, уның эше аҡса һуғыуға ҡоролмаған, тик кешеләргә ярҙам итеү өсөн генә тәғәйенләнгән. Ирем аҙаҡтан, бабай беҙҙән, тирмәлә йәшәгән өсөн һәм туҡланыу сығымдарын ғына түләтте, тип аңлатты. Хәҙер, әйтә алам, беҙ бик күп аҡса менән килгәйнек. Аҡсабыҙ шунда, тирмә эсендә ятты һәм шул аҙнала бер һумы ла юғалманы. Бабай беҙҙең урынлашыуыбыҙҙан ҡәнәғәт ҡалды, күпме теләһәгеҙ, шул хәтлем йәшәрһегеҙ, тип әйтте. Ә туҡланыуҙы ойоштороу менән уның ҡыҙының ҡыҙы, йәғни, ейәнсәре, шөғөлләнде.
Шуға иғтибар иттем, олатай бик бай. Уның өйөр-өйөр аттары, дөйәләре, һарыҡтары бар ине. Бәлки улар, йәғни ошо байлыҡ, олатайҙың ғаиләһенеке булғандыр.
Әйтеүемсә, тирмә бик уңайлы. Унда, эҫенән миктәмәйенсә, йәй буйы йәшәргә мөмкин ине. Ер иҙәнгә төрлө хайуандарҙың тиреһе түшәлгән. Һауаның ни өсөн еләҫ булыуының серен аңлаттылар. Тире ишекте саҡ ҡына асһаң, түшәмдәге ҙур йоморо сығараҡтан һауа урғылып сығып тора. Беҙгә ике уңайлы түшәк йәйҙеләр. Ҡыҙыҡай беҙгә таҙа япмалар, өҫтәл һәм аҙыҡ килтерҙе. Ҙур һауытҡа ҡымыҙ ҡойолғайны. Юлда беҙ ейгән ҡаты-ҡото шаҡтай йонсотҡайны. Туйғансы ашап алдыҡ.
Бабай асыҡ һауала күләгәлә сәй эсә ине. Оҙаҡламай, уның беҙҙең менән һөйләшергә теләүен килеп әйттеләр. Ҡырғыҙ һәм урыҫ телдәрендә күберәк ирем менән һөйләште. Өс төн беҙ бер түшәктә йоҡламаҫҡа тейешбеҙ. Олатай әйтеүенсә, ирем көс-ҡеүәт тупларға тейеш. Ә дүртенсе төн икебеҙ өсөн тәғәйенләнгән. Олатай әйтеүенсә, йондоҙҙар юғарынан беҙгә ҡараясаҡ һәм яңы тормоштоң башланыуына фатихаһын бирәсәк. Беҙҙең килеүебеҙҙең маҡсаты ла шул. Олатай шул тиклем ышаныслы итеп һөйләне, мин уға ышандым һәм барлыҡ шик-шөбһәләрем юҡҡа сыҡты.
Тирмәгә ҡайтҡас, шуға иғтибар иттем, тирмәне бик ентекләп йыйыштырғандар һәм әйберҙәребеҙҙе бер тирәгә йыйғайнылар. Бынан тыш, төрлө бетеүҙәр, биҙәүестәр, мәрйендәр эленеп ҡуйылғайны.
Беҙ Олатайҙың барлыҡ талаптарын да еренә еткереп үтәнек. Йоҡларға ятҡас, мин бик оҙаҡ итеп сығараҡтың бер ситендә генә күренгән йондоҙҙарға ҡарап яттым һәм белгән доғаларымды уҡыным. Йоҡо шул тиклем тәмле булды, таң менән, баяғы, ишәктәрҙең баҡырыуы ғына уятты. Беҙ оҙаҡ йоҡламаныҡ, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ ҙа көслө, мин нисек итеп дөйәне арбаға еккәндәрен, уны төрлө төҫтәге сепрәктәр менән биҙәгәндәрен ҡарап торҙом. Әгәр әйтмәһәләр, белмәй ҡайтып китер инек, йыраҡ та түгел, Ысыҡкүлдең һыу инә торған урындары бар икән. Дөйәләр шунда ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереү өсөн йөрөтөлә, имеш. Шуға иғтибар иттем, эшҡыуарлыҡ бында шаҡтай үҫешкәйне. Беҙҙең альбомыбыҙҙа Ысыҡкүл эргәһендә дөйә менән бергә төшкән фотоһүрәттәребеҙ әле лә һаҡлана.
Шул тиклем ер үтеп, донъялағы иң саф һыулы күлдәрҙең береһен күрмәйенсә, нисек ҡайтаһың инде? Беҙ бер автобус менән барҙыҡ, шул уҡ автобус менән кире ҡайттыҡ. Алыҫта Сыңғыҙ Айтматов данлаған тау түбәләре ағарып ята. Яҙыусының “Яза урыны” (“Плаха”) исемле әҫәренең таралып, дан яулаған сағы. Хатта ошонан алыҫ та түгел, бүреләр өйөрөн күргән кешеләр хаҡында һөйләнеләр. Бәлки шул бүреләр араһында Ташсәйнәр ҙә йөрөп яталыр.
Ошо изге күлдең ҙурлығын һәм матурлығын һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Ул күлдең еңелсә сайпылып ятыуы әле лә минең күҙ алдымда. Беҙҙең бер көнөбөҙ тулыһынса ошонда үтте.
Еңелсә арып, күргәндәребеҙҙән ҡәнәғәт булып, Олатайҙың биләмәһенә ҡайттыҡ. Уға беҙҙең асыҡ булыуыбыҙ, күрергә, танышырға тырышыуыбыҙ оҡшаны. Ҡайтҡас, беҙҙе үҙенең эргәһенә сәй эсергә саҡырҙы, тыуған яҡтарыбыҙ хаҡында һорашты. Беҙ уға тауҙар, урмандар, йылғалар хаҡында һөйләнек. Картанан тыуған республикабыҙҙы күрһәткәс, олатай йылғаларҙың күплегенә иғтибар итте. Мул, бай йәшәйһегеҙ, тип һоҡланыуын белдерҙе.
Өс көн өс минут һымаҡ үтте лә китте. Бына бөгөн беҙҙең бергә үткәрер төнөбөҙ. Мин күккә ҡарайым һәм болот сыҡмаһа ярар ине, тип теләйем. Әйтерһең, ҡара болоттар килеп сығыр ҙа, йондоҙҙар беҙҙе күрмәй ҡалыр һәм маҡсатыбыҙға ирешә алмабыҙ һымаҡ.
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"