-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Сентябрь 2021, 06:55

БӘПЕС КӨТКӘНДӘ Хикәйә Өсөнсө өлөш (аҙағы)

Аллаһтың ҡөҙрәте киң! Кис һәм төн салт аяҙ булды. Беҙҙең ҡыҙыҡай кисен үк тирмәбеҙгә тәмле ашамлыҡтар, бер һауыт ҡымыҙ, еләк-емеш керетеп ҡуйҙы. – Тағы нимә теләйһегеҙ? Әйтегеҙ, хәҙер килтерәм, – тип беҙгә һораулы ҡарашын төбәне.

БӘПЕС КӨТКӘНДӘ Хикәйә  Өсөнсө өлөш (аҙағы)
БӘПЕС КӨТКӘНДӘ Хикәйә Өсөнсө өлөш (аҙағы)

Шул тиклем уңайһыҙ. Тегеләй үткәндә лә, былай үткәндә лә беҙгә күҙ һалыуҙы үҙенең бурысы һанай. Ирем иғтибар ҙа итмәне, ә мин яңынан тулҡынлана башланым. Ә эргәнән үткән ҡырғыҙ апайҙары, мине дәртләндергән һымаҡ, ихлас йылмаялар. Уларҙың нимә һөйләгәнен бик аңламайым, ләкин теләктәренең изге икәнлеге күренеп тора.

            Беҙ никах төнөнә әҙерләнгән һымаҡбыҙ. Теге ҡыҙыҡайҙың әсәһе, эргәмә килеп: “Ҡалын кейенгәнһегеҙ. Эҫе булыр”, – тип күлдәгемде йоҡараҡҡа алыштыртты.

            Тирмәгә инер алдынан, беҙҙе мунса һымаҡ урынға алып барҙылар. Шунда һыу тулы һауыт эсенә баҫып, сүместәр менән ҡойондоҡ. Хатта был иремә лә оҡшаны. Беҙ көлөүҙән саҡ тыйылып торабыҙ. Бөтәһе лә ҡарап торғанда, мунса эсенән көлөшөү ишетелһә, уңайһыҙ булыр, тип өндәшмәй килеп сыҡтыҡ.

            Иң тетрәндергес мөғжизә тирмәбеҙгә ингәс булды. Беҙ сайынған арала, тирмәбеҙгә дөйә йөнөнән һуғылған ҡалын келәм түшәгәндәр. Ул ҡап уртала һәм түшәмдәге сығараҡтың аҫтында. Күк йөҙөнөң йоморо өлөшө беҙгә ап-асыҡ күренә. Тағы ла бетеүҙәр, хатта сүкелгән тәңкәләрен дә элеп ҡуйғандар. Улар елгә һелкенә һәм бик нескә тауыш сығара.

– Тыныс йоҡлағыҙ, һеҙгә берәү ҙә ҡамасауламаясаҡ, – тип беҙҙең ҡыҙыҡайҙың әсәһе тирмәбеҙҙе эстән бикләргә ҡушты. Ишекте беҙ нәҙек кенә арҡандар менән ишеп бикләп ҡуйҙыҡ. Беҙҙең өҫтәге йондоҙҙар шул тиклем яҡты яна, хатта беҙҙең ҡуш күләгәбеҙ келәм өҫтөндә сағыла һымаҡ. Күк йөҙөндә йондоҙҙар шул тиклем күп, ләкин береһе ифрат серле һәм ымһындырғыс янған һымаҡ. Беҙҙең төнөбөҙ һушты алырлыҡ булды! Тәүге никах төнөбөҙгә әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ! Әйтерһең, был төн беҙҙең мөхәббәтебеҙ өсөн генә яратылған! Мин тыуған еремдә ҡалған яҡындарыма, мине, “ҡыҫыр”, тип мәсхәрә итергә тырышҡандарға һаулыҡ, изгелек, оҙон ғүмер теләнем.

            И-и-и, илаһым! Мин, балам булһын, тип меңдәрсә саҡырым юлдар үтеп, михнәттәр һәм ғазаптар күреп, икеләнеүҙәр аша ошонда килдем. Минең ҡорғаҡһыған күңелем, япраҡ яра алмай миктәгән, интеккән ағас һымаҡ, шифа көҫәй һәм ҡанатланып осорға теләй.

            Арып-талсығып, нисек йоҡлап киткәнемде лә хәтерләмәйем. Иртән иремдең һаҡ ҡына, ипле генә иркәләүенә уянып киттем.

– Һин, һәр ваҡыттағыса, бөгөн дә иҫ киткес тәмле булдың! – тине ул мине үбә-үбә. – Күңелем һиҙә, һинең йөрәгең аҫтында өр-яңы йән һелкенеп ҡуйҙы. Мин һиңә ышанам, һин беҙҙең өмөтөбөҙҙө аҡлаясаҡһың!

            Минең ирем – һүҙгә һаран, ҡорғаҡ кеше – беренсе һәм һуңғы тапҡыр, һиҙелер-һиҙелмәҫ күҙ йәштәре аша миңә шундай йылы, күңелемде ут итеп тоҡандырырлыҡ һүҙҙәр әйтте. Мин тамам ышандым. Хоҙай беҙҙең тырышыуыбыҙҙы, көс һалыуыбыҙҙы күрҙе, беҙҙең ихтыярыбыҙ тәбиғәт ҡанундарына буйһондо һәм беҙ ҡайтҡанда икәү түгел, өс йән булып ҡайтасаҡбыҙ!

            Сығыуыбыҙҙы Олатай үҙе көтөп тора ине. Мин шуны һиҙҙем, ул беҙҙең өсөн тулҡынлана һәм маҡсатыбыҙҙың тормошҡа ашыуын теләй. Беҙ тағы ике көнгә ҡалырға рөхсәт һораныҡ һәм аҡсабыҙҙы өҫтәп түләнек.

            Олатай беҙгә ихлас йылмайҙы һәм йылы һүҙҙәр әйтеп, арҡабыҙҙан яратты. Ул миңә арыған һәм йонсоған һымаҡ күренде. Бының сәбәбен ирем һуңынан аңлатты: “Олатай, беҙгә бәпес биреүҙәрен һорап, төнө буйына “Ҡөрьән”, доғалар уҡып, Аллаһтан миһырбанлыҡ һораған икән”.

            Беҙ олатайҙың мөмкинлектәренә сикһеҙ ышанып, балабыҙҙың тыуырына инанып ҡайтып киттек.

            Теүәл туғыҙ айҙан беҙҙең улыбыҙ тыуҙы!

            Оҙаҡламай, Советтар союзы тарҡала башланы. Фрунзе урынына Бишкек ҡалаһы барлыҡҡа килде. Ҡырғыҙстан алыҫ, беҙҙең буй етмәҫлек айырым дәүләткә әйләнде.

            Бер нисә йыл үтте, беҙ икенсе бала алып ҡайтыу хаҡында һөйләшә башланыҡ. Бер нисә тапҡыр юлға сығырға ынтылып ҡарағайныҡ. Береһендә Акаевты урынынан алып ташлаған фетнә булһа, икенсеһендә Рәсәйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ иҡтисади тетрәнеүҙәрҙең береһенә абындыҡ. Барып ҡайтыр өсөн йыйған аҡсабыҙ “ағас”ҡа түгел, шул ағастың япраҡтарына әйләнде һәм күҙ алдында үҙенең баһаһын юғалтты.

            Йылдар үтеү менән, Ҡырғыҙстан алыҫлашҡандан-алыҫлашты һәм беҙ барып күрә алмаҫлыҡ дәүләткә әйләнде. Эш шуға барып етте, элекке берҙәм дәүләтебеҙҙең бер өлөшө булған үҙ аллы республикаға түгел, ҡасандыр дошман булған сит илдәргә барып етеү анһатыраҡҡа әйләнде. Испанияла, Мысырҙа, Төркиләлә ял итеү мөмкинлеге алдыҡ.

            Икенсе бәпесебеҙ булмаҫ инде, тип ҡайғыра инек, Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, һис көтмәгәндә, мин икенсегә ауырға ҡалдым. Бәхетебеҙгә, иш булып, тағы бер улыбыҙ тыуҙы. Өлкән улыбыҙ кесеһен шул тиклем ярата, уны күтәреп кенә йөрөтөргә риза.

            Тормошта төрлө хәлдәр була, ләкин беҙ барына шөкөр итәбеҙ. Иң ҡатмарлы саҡтарҙа мин ҡырғыҙ Олатайҙың йылмайыуын иҫкә төшөрәм һәм ул әле лә миңә – көс, иремә ҡеүәт бирә. Ә Олатайҙың беҙгә ҡылған, ләкин беҙ әле булһа төшөнмәгән изге ғәмәле йәшәүгә көс бирә.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: