-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Сентябрь 2021, 18:12

ЭХ, ҺИН, ЭШТЕ УЙҘЫҢ!.. Юмореска

Таңһылыу фатиры буйлап бүлмәнән-бүлмәгә йөрөй. Тулҡынланғаны күренеп тора. Тулҡынланмай, ни эшләһен инде, егете килә бит. Минитдин менән бер ай самаһы элегерәк танышҡайнылар. Ҡыҙҙың фатиры барлығын ишеткәс, йәшәгән ереңде күрһәт тә күрһәт, тип ныҡыша башланы. Яңы танышҡан егеткә шунда уҡ фатир күрһәтә башлау ҙа уңайһыҙ. Әсәһенә ошо хаҡта әйткәйне, ул да: “Ҡыҙым, дөрөҫ, бер аҙ йөрөһөн, кем икәнлеген бел”, – тип кәңәш бирҙе.

ЭХ, ҺИН, ЭШТЕ УЙҘЫҢ!.. Юмореска
ЭХ, ҺИН, ЭШТЕ УЙҘЫҢ!.. Юмореска

Егете былай, өйләнешәйек, тип тәҡдим яһамаһа ла, никах уҡытыу тураһында бер һөйләнеп алды. Уныһында ла: “Никахын Ләлә-Тюльпанда уҡытһаҡ, мин ошонда күсеп килһәм, бергәләп йәшәй башлаһаҡ”, – тип уралтып-суралтып ҡына һөйләне. Никах – никах инде ул. Ышаныслы кеше булһа, ғаилә ҡороу өсөн, йәшәй башлағанда, бәлки ярап та ҡалалыр. Ә бына ЗАГС-ҡа барыу, никахты теркәтеү, туй үткәреү хаҡында – ләм-мим.

Таңһылыу тап ошо хаҡта хыяллана. Бер көн барып, салонда туй күлдәген дә ҡараштырып ҡуйҙы. “Их, ошоно һатып алһаң ине ул, – тине, – әхирәттәремдең күҙҙәре шар булыр ине!”

Ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелде. “Килде!” – тип тағы ла нығыраҡ тулҡынлана башланы ҡыҙыҡай. Ҡара әле, ике сумаҙанын күтәреп, күсенеп килеп инде түгелме һуң был?

– Сәскә алырмын, тигәйнем, – тине Минитдин. – Күреп тораһың, ҡулдарым буш түгел. Такси саҡыртҡас, бер ыңғай, күсенәйем дә киләйем, тинем. Сумаҙандарымды ҡалдырманым, һин ҡаршы түгелдер?

            Өндәшмәне Таңһылыу.  Эстән генә: “Минең файҙаға – 1:0!” –тине. Бына егет сумаҙандарының береһен асты һәм туҙып бөткән футболкаһын, шортыйын алып кейҙе. Улар артынан 5-6 йыл аяҡтан төшмәгән тәпешкеләр килеп сыҡты. Шулай итеп, 4:0-гә әйләнде.

– Ниңә өндәшмәйһең, мөхәббәтем? – тине Минитдин. Әллә һин минең күсеп килеүемә шат түгелһеңме?

– Ша-ша-шатланам!.. – тип кенә әйтә алды ҡыҙыҡай. Сөнки башҡа һүҙ таба алманы. Иҫәп 4:1-гә әйләнде. Егет, йүгереп килеп, залда ултырған диванға һикерҙе лә, түшәмгә бәрелеп, кире диванға төштө.

– Ҡара әле, матурым! Был диваның мөхәббәт уйындары өсөн генә тәғәйенләнгән, түгелме һуң? – тип хахылдап көлдө егет.

– Э-э-э-эйе, – тип иҫәпте 4:2 итте ҡыҙыҡай, үҙе лә һиҙмәҫтән.

– Улай булғас, кил бында, матурым, башлайыҡ! Танышыуыбыҙға – ике ай, ә беҙ һаман бер-беребеҙҙе, ыһым-ыһым... белеп бөтмәйбеҙ, – тип шарҡылдап көлөүгә, күрше фатирҙа эт өрә башланы. Әйтерһең, эт стенаны емереп, бында килеп инә инде.

– Бәй, был нимә булды? – тип ҡыҙы Минитдин. – Ҡайҙа полиция? Килтер ҡағыҙ-ҡәләм, хәҙер хакимәткә яҙып бирәм!

– Нимә булды һуң? – тип аптыранды ҡыҙыҡай һәм иҫәпте 5:2 итте.

– Ишетмәйһеңме ни, һөйөклөм! Был һинең фатир түгел, эт ояһына әйәләнгән бит! Бындай шарттарҙа нисек йәшәмәк кәрәк?

            Эт ҡотороп өрә башлауға, икенсе яҡтан, яңғыратып, рок-музыка уйната башланылар. Хатта фатир урынында һелкенә, ә түшәмдән кирбес ҡойолған һымаҡ тойолдо.

– Быныһы ниндәй хайуан тағы! Мин эштән арып килдем! Миңә ял итергә кәрәк! Мин әле булһа, киске амаҡты ашамағанмын! Әгәр йүнләп йоҡламаһам, кәйефем булмаһа, минең ашҡаҙаным насар эшләй! – тип туҙынды Минитдин.

– Иҫәп – 5:3... – тине эстән генә Таңһылыу. – Бәй, был нәмә бөтөнләй холоҡһоҙ ҙа инде! Уның менән нисек йәшәмәк кәрәк?

Ә музыка нығыраҡ уйнай. Был яҡта, ярһып өрә-өрә, эт ҡушылды. Өҫкө ҡатта тағы ир менән ҡатын нимәгәлер талашып китте.

– Етте һеҙгә! – тип һөрәнләне егет. – Был бит фатир түгел – тамуҡ! Һин мине ҡайҙа саҡырҙың?

            Шулай итеп, иҫәп 6:3-кә әйләнде. Таңһылыуҙың кәйефе күтәрелде:

– Ә нимә булды? Ниңә туҙынаһың ул? Әллә, берәй һүҙ әйтеп, үпкәләттемме?

            Егет ике ҡулы менән ҡолаҡтарын ҡапланы:

– Ошондай мәхшәрҙә йәшәп буламы ни?! Мин төндәрен нисек йоҡларға тейеш? Белгең килһә, минең эшем бик ауыр. Миңә эштән һуң һәйбәт ял эләкмәһә, икенсе көнөнә мин нисек эшкә барырға тейеш?

– Эшем ауыр, тиһең. Ул нимәнән ғибәрәт һуң?

– Көнө-төнө аяҡ өҫтө! Бүлмәнән-бүлмәгә ҡағыҙ ташыйым.

– Эшең, ысынлап та, ауыр икән шул! Ҡыҫҡаһы, иҫәп – 7:3! Минитдин, һин еңелдең!

– Ниндәй 7:3?.. Мин ҡасан еңелдем?

– Эйе, һин еңелдең, отолдоң! Ҡыҫҡаһы, мин ҡуйған талаптарҙы үтәй алманың! Борсолма, һин беренсеһе түгел, һин – өсөнсөһө. Уның ҡарауы, бындай иҫәп тәүге тапҡыр теркәлде.

– Барыбер аңламаным. Нимә һөйләйһең ул һин? Беҙ хоккей уйнаманыҡ та инде.

– Ярай, йәшәй-йәшәй, йөрөй-йөрөй, аңларһың әле. Таксиҙы подъезға саҡыр. Сумаҙандарыңды алып сығырға онотма. Хуш!

            Минитдин бер нимә лә аңламаны. Һөйләнә-һөйләнә кейенде, әйберҙәрен тултырҙы. Ә үҙе Таңһылыуҙы тыңланы.

– Эх, әсәй, быныһы менән дә булманы. 7:3... Бәлки миңә һынауҙы туҡтатырға кәрәктер? Әгәр былай булһа, йә талаптарҙы йомшартырға, йә имтиханды бөтөнләй бөтөрөргә кәрәк. Былайға китһә, тамам кейәүһеҙ ҡалам бит.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас в