+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Сентябрь 2021, 08:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... Повесть Икенсе өлөш

...Эй, күңелле булды ритаямда! Ҡыҙҙар ҡыҙарып бешкәнсе бейене. Түңәрәк булып та, парлашып та тыптырлаштылар ғына. Гармунды ҡурай, ҡурайҙы магнитофон алмаштырып торҙо, зал тулы йәштәргә инәлеү кәрәкмәне, вальс көйө ҡолаҡҡа салыныу менән парлаша һалып та бөттөләр. Зәбирҙе бында ла барыһы ла белә, ҡыҙҙар телевизорҙан ғына күреп белгән артистар ҡул биреп тороп иҫәнләшә уның менән. Бая Зөлфиәнең шартына күнеп, өсөһөн дә эйәрткәйне, әле өсөһөн дә, йә туңдырма, йә һут менән һыйланы. Бер туҡтауһыҙ шаяртты, көлдөрҙө. Шулай ҙа вальстарҙың барыһына ла тик Зөлфиәне генә саҡырҙы. Курсташ ҡыҙҙары Зәбирҙең бөйөрөнә төртөп үтте, ҡайһылар: “Әһә, Зәбир килен тапҡан”, – тип шаяртты. Нисек тә күптәрҙең күҙе уларҙа булды.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... Повесть Икенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... Повесть Икенсе өлөш

Ошо йоманан башлап Зәбир был бүлмәнең йыш ҡунағына әйләнде. Үҙен ихлас, иркен тотто ул. Килгәндә лә һәр ваҡыт берәй яңылыҡ менән килде. Йә киноға, йә концертҡа саҡырҙы. Студсовет рәйесе булғас. ҡалалағы йәштәр ойошторған һәр төрлө сараларға ла саҡырыу ҡағыҙы була ине. Ҡыҙҙарҙы ҡабаландырып, йыйындыра ла, алып сығып та китә. Тегеләре Зәбирҙең шаҡыуынан уҡ танып, һикерешеп тороп баҫалар ине.

Бөтә ятаҡ Зөлфиәне Зәбиргә “ҡушты”. Төрлө хәбәрҙәр йөрөнө. Йәнәһе, уларҙың – мөхәббәт. Йәнәһе, инде мөнәсәбәттәре бик тә етди. Йәнәһе, тиҙҙән туй! Шул уҡ ваҡытта Зәбирҙе, ташлашҡан ҡыҙына үс итеп йөрөй, тиеүселәр ҙә булды...

 

Шул йыл көҙ һуң килде. Октябрь айы ла йәй аҙағындай йылы һәм сыуаҡ торҙо. Ошонан файҙаланып, университеттың бәләкәй курс студенттарын баш ҡалаға яҡын ятҡан райондарға картуф алышырға алып сыҡтылар. Ысынында, бөтөн был тарих тап ошо көндән башланғандыр ул. Ә ул былай булды. Студент сағыңда колхоз эшенә сыҡаның булдымы? Сыҡһаң, һин уның нимә икәнлеген беләһең ине. Бер тиҫтер йәштәргә эшме ул трактор аҡтарып сыҡҡан картуфты йыйып алыу. Уның араһында уйын-көлкө, бәләкәй балаларҙай булып баҫтырышып йүгерешеүҙәр, ярышыуҙар, бәрәңге вағы менән бәрешеүҙәр. Яңы таныштар, яңы дуҫтар, хистәр...

Төшкө ашҡа туҡтап ултырышҡас, ҡыҙҙар эргәләрендә генә ҡунаҡлаған ят егеттәр төркөмөн күҙәтеп шырҡылдашты. Тегеләрҙең дә күҙе был яҡта булды. Араларынан береһе сыҙаманы һәм:

–  Был ҡыҙҙарға бармаҡ күрһәтергә лә кәрәкмәй, буштан-бушҡа көләләр, – тип өндәште.

Ҡыҙҙар ҙа яуапһыҙ ҡалмай:

–  Сеүәтәләрен йота икән былар, тип көләбеҙ!

–  Эшләгәндә күренмәнеләр, ашағанда ҡайҙан килеп сыҡтылар әле?

–  Ашар өсөн генә килгәндәр инде!

Егеттәргә ҡыҙҙарҙың шаянлығы оҡшап ҡалды.

–  Давай һеҙҙекен дә ашашабыҙ, – тип, алдарындағы аҙыҡ-һауытын тотоп күсте лә ултырҙылар. Көлкө тағы ла көсәйә төштө. Көлөшә-көлөшә танышып алдылар. Араларынан берәүһе ҡарашын Зәлфиәлә кәрәгенән оҙағыраҡ туҡтатҡандай булды. Әллә ҡыҙға ғыа шулай тойолдомо? Әллә Зөлфиә үҙе уға тексәйҙеме? “Рамаҙан” тип танышҡайны. Ҡарға ҡанатылай сөм-ҡара сәсле, танау бөгәрендә ҡушыла яҙғандай ҡуйы ҡашлы үҙе. Йылмайғанда ҡарағусҡыл йөҙөн ап-аҡ тештәре яҡтыртып ебәргәндәй. Ана шул һөйкөмлө күренештән күҙен ала алмағандай булды ла ҡуйҙы ҡыҙ. Аҙаҡ та, әллә күпме халыҡ араһынан ҡараштары менән шул төҫтө эҙләне. Һәм табып алған һайын, уның да иғтибарын тойҙо. Ул көн шулай үтте. Киләһе аҙнала курс эшен яҙыуға кәрәкле китаптарҙы эҙләп ҡала китапханаһына барғайны. Зал тулы булғанда ла “шылт” иткән тауыш ишетелер тынлыҡта яҙышып ултыра торғас, ниндәйҙер тойомлауға эйәреп, һаҡ ҡына уң яғына борола биргәйне, туп-тура ҡарап ултырған таныш күҙҙәр менән осрашты. Осрашты ла, ҡапыл һирпелеп килеп ингән шатлығын йәшерә алмай, йылмайып ебәрҙе. Егеттең дә ауыҙы йырылды. Унан эйәге менән ҡыҙ янындағы урынға күрһәтте: мөмкинме? Зөлфиә партаһына туҙҙырып ебәргән китап-дәфтәрҙәрен йыйнай һалды. Егет, шым ғына күсеп ултырҙы ла, ҡулындағы ҡағыҙына нимәлер яҙып, алдына шылдырҙы. “Оҙаҡ булаһыңмы?” тип яҙған ине. “Ә ниңә?” булды яуап. “Ятаҡ бикләнгәнсе, бәлки, йөрөп килербеҙ?” тигәнде уҡығанда ҡыҙҙың йөрәге төшөп киткәндәй булды. Икеһендә лә уҡыу ҡайғыһы китте. Зөлфиә китаптарын тапшырып килгәндә, Рамаҙан баҫҡыста көтөп тора ине инде.

–  Ҡайҙа барабыҙ? – Ҡыҙҙың ирендәренән йылмайыу юйылмай.

–  “Родина”ла яңы кино бара, һәйбәт тиҙәр.

–  Нисәлә икән?

–  Бына хәҙер йүгереп барһаҡ, өлгөрәбеҙ!

Егет менән ҡыҙ етәкләшеп алып киске урам буйлап йүгерҙе. Көҙгө уйынсаҡ ел уларҙы ҡыуып китте.

 

Дауамы: Өсөнсө өлөш

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: