-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Сентябрь 2021, 22:46

ҺӨЙӨҮ ҺӘМ НАҘ КӨҪӘГӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөш

Сәкинә үҫкән осорҙа ауыл ҙур, кешеләр күп, хатта ҡыҙҙар кейәүгә сыға алмай йонсой ине. Шуға ул мәктәпте тамамлағас та, институтҡа уҡырға инде лә, әсәһенең кәңәше буйынса, кейәү ҡараштыра башланы. Бер балалары тыуғас, ситтән тороп уҡыуға күсте. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ ауылдың тәүге егеттәре иҫәбендә булған Морат менән бер-береһен яратып йөрөгәйнеләр. Ауылдаштар, туйҙары була икән, тип тә һөйләгәйне. Морат – ауылдың иң етеш йәшәгән кешеләренең улы, атаһы – ферма мөдире, әсәһе канторҙа ултыра. Башҡалар Шәриповтарға эйәреп, донъя көтөргә тырышып ҡарай ҙа бик ҡулдарынан килмәй.

ҺӨЙӨҮ ҺӘМ НАҘ КӨҪӘГӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөш
ҺӨЙӨҮ ҺӘМ НАҘ КӨҪӘГӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөш

Морат та институтты уҡып бөтөр-бөтмәҫ ҡалала эшкә төштө, фатир һатып алды. Бер көн көндөҙ яйы сығып, Сәкинәне фатирына алып ҡайтты. Йәрәшелгән ҡыҙ менән егет булғас, Морат һөйгәнен, ошонда бергә йәшәйек, тип, саҡырып та ҡарағайны, ләкин ҡыҙ ҡурҡты, эште олоға ебәрербеҙ, туйға тиклем түҙәйек, тип тыйылды. Морат үҙе һоратып, яусы ебәрмәй. Бүлмәһе бар, эше яҡшы, тағы нимә кәрәктер инде?

Былай ҡыҙҙы ситкә типмәне, ауылдан ҡалаға ҡайтҡанда-киткәндә гел ултыртып йөрөнө. Ҡайтҡан саҡта Шишмәле тауға туҡталып, ағастар араһында сәскә йыйып та йөрөгәйнеләр. Морат үҙе бик ҡоро күренһә лә, ҡыҙға тәмле-тәмле һүҙҙәр әйтеп, башын әйләндерҙе, ләкин барыбер ҡыҙҙы йоҡларға ризалата алманы.

Сәкинә үҙе белә: уларҙың йәшендәге ҡыҙҙар һәм егеттәр күптән бергә. Ләкин Морат күпме генә тырышмаһын, ҡыҙҙы ризалата алманы. Ана, бер әхирәте егете менән бергә йәшәгәйнеләр, тәки өйләнешә алманылар. Икенсегә кейәүгә сыҡҡайны, уныһы эсеп алһа, туҡмай икән.

Ә бер көн Морат юғалды. Килмәй ҙә, күренмәй ҙә. Әллә сирләп киттеме, тип уйлар ине, бер хәбәр ҙә килгәне юҡ. Ауылда ла ул-был ишетелмәне. Шул көндәрҙә Сәкинәнең һағыныуын белһәгеҙ! Әллә ташлап ҡына ҡуйҙымы икән, тип ҡурҡып бөттө ҡыҙ. Һағынып, нимә эшләргә белмәй аптырап йөрөгән сағында төш күрҙе. Егете ҡыҙҙы ҡосаҡлаған да уға: “Һин шундай саф, тәмле, ашап ҡына бөтәм инде мин һине”, – тип бышылдай икән. Тәүәккәлләне Сәкинә, арлы-бирле әйберҙәрен йыйҙы ла китте Мораттың фатирын юллап. Ярай, әлегә бар әйберен дә алманы, ҡалғанын иртәгә килеп алыр, Мораттың машинаһына тейәрҙәр. Ниңә ҡурҡып торорға? Күптәр никахһыҙ ҙа йәшәп ята бит. Өләсәһе әйтмешләй, Алла бойорһа, йәйгә никах уҡытырҙар, загсҡа барырҙар, туй үткәрерҙәр.

Етмәһә, үткәнендә әсәһе һөйләп торҙо: Мораттың әсәһе менән магазинда осрашҡандар икән. Бик йылы итеп һөйләшкән, хатта килеп сығырға ла теләк белдергән. Шунан һуң бер көн үтеп барышлай килеп үк ингән. Баҡсаларын, өйҙәрен вис ҡарап сыҡҡан. Әсәһенең әйтеүенә ҡарағанда, бик оҡшатҡан.

Сәкинә Мораттың фатиры эргәһенә килеп етеүгә ҡараңғы ла төштө. Ана, уның фатиры икенсе ҡатта. Ике тәҙрәһендә лә ут яна, тимәк, өйҙә. Барып керһен дә аптыратһын әле. Ҡыуанып китер микән? Сәкинә үҙе ашҡына, үҙе борсола, ярай, сығарып ебәрмәҫ әле.

– Һин саҡырҙың, мин килдем, мин бит һинеке, – тип әйтер.

Сәкинә ныҡ итеп тын алды ла ҡыңғырауға баҫты. Шул секундта уҡ ишек асылды һәм унда бер ҡатын күренде. Сәкинәнең әле лә күҙ алдында: өҫтөндә, әллә үтә күренмәле булды инде, тубыҡтан халат.

Сәкинә үҙе лә һиҙмәҫтән артҡа сигенде.

– Кем бар унда? – төптән Мораттың тауышы ишетелде. Тегеһе:

– Һиңә бер ҡатын килгән, – тине.

Сәкинә уҡ һымаҡ тышҡа атылды һәм юҡ булды. Ниндәй ғәрлек! Ояты ни тора! Теге ҡатындың һауалы, мыҫҡыллы ҡарашы ҡыҙҙы бик оҙаҡ оҙатып йөрөнө.

Икенсе көнөнә, уҡыуы бөтөр-бөтмәҫ булһа ла, ауылға ҡайтып китте. Класташы Рәүеф армиянан ҡайтҡан икән, шул бер фирмала механик булып эшләй. Сәкинәне оҙатып килде. Бик һөйләшеп барған егет түгел, шулай ҙа ҡыҙға үҙенең мөхәббәтен аңлата белде. Сәкинәне ҡосаҡланы ла:

– Миңә кейәүгә сыҡ, мин һине мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ яратам, – тине.

Сәкинә менән Рәүеф өйләнешә икән, тигәс, бөтә ауыл шаҡ ҡатты. Әлбиттә, Морат ҡайтып төштө. Сәкинә уның менән һөйләшеп тә торманы. Ә үҙе Рәүефте яратамы-яратмаймы икәнен дә аңламай. Егет, әлбиттә, ҡатынын өрмәгән ергә ултыртманы. Хатта өйҙәрендә ҡалалағы һымаҡ бөтә шарттар барлыҡҡа килтерҙе. Рәүефтең холҡо шулай ине: аҙ һүҙле, артығын һөйләмәҫ. Тәүҙәрәк Сәкинәгә ҡыйын ине, сөнки Морат үҙенең хис-тойғоларын йәшереп тормай, яндырып үбә ине, Сәкинә уның ҡосағында ирей ҙә ҡуя торғайны.

Бер йылдан һуң улдары тыуҙы. Морат шунан һуң ғына өмөтөн өҙҙө шикелле, шылтыратмай, эҙләмәй, күренмәй башланы. Шулай ҙа Сәкинә ҡалаға барғылап йөрөй. Бер ҡайтҡанда Моратҡа тура килде. Ултырып ҡайтырға мәжбүр булды.

– Һиңә нимә булды ул? Мин барыбер аңламаным, – тине Морат, хатта ҡатындың ҡулынан тоторға тырышты.

– Ниңә үҙең алдап йөрөйһөң? –  тине Сәкинә, тартынып торманы. – Үҙең саҡырҙың, ә фатирыңда бер ят ҡатын хужа булып йөрөй.

– Һин килгәйнеңме ни ул? – тип аптыраны Морат. – Еңгәм әйтте шул, бер ҡыҙ килде тип. Ағайым менән сәй эсеп ултыра инек. Мин аптыраным, күренгәнһең дә йүгереп төшөп киткәнһең.

– Ысынлап һөйләйһеңме? – тип аптыраны Сәкинә.

– Ҡуй инде, еңгәм ғәйепле икән бында.

Сәкинә ышанды. Шунда көтөп торған булһа, бәлки, тормош юлы бөтөнләй икенсе йүнәлештә китер ине.

Юҡ, Морат артығына өмөт итмәй, ара-тирә юлда ғына күрешеп ҡалалар.

Бер заман Сәкинә сағыштыра башланы. Рәүеф, әлбиттә, Морат һымаҡ түгел, һүҙгә һаран, күберәк эш менән була. Эргәһендә ҡәйнәһе лә ҡайһы ваҡыт килененә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп ҡуя. Быларына ғына түҙергә булыр ине, күңелдә ниндәйҙер өмөт бар. Мораттың ҡыҙҙы иркәләгәндә әйткән һүҙҙәре төшөнә инеп йонсота. Һуң, Сәкинә үҙе ғәйепле бит, Морат күпме саҡырҙы, барманы. Йәнәһе, үҙен туйға тиклем һаҡлай инде. Хәҙер, ана, хеҙмәтсе урынына ҡәйнәһенә лә ярарға тырыша, иренең дә күңелен күрергә кәрәк. Балалары ла икәү булды. Шулай булғас, Моратты оноторға кәрәк ине лә бит. Ләкин нисек онотаһың? Аҙна һайын тип әйтерлек осрап тора. Етмәһә, әле булһа өйләнмәгән. Хәҙер һәр береһе телефон һатып алғас, аралар ҙа яҡынайған һымаҡ булды. Сәкинәнең өйҙә эше күп, ләкин көн аша тигәндәй Морат менән телефондан һөйләшеп торалар.

– Бигерәк йонсоғанһың, – тине Морат һуңғы күргәнендә. – Мин һине ҡәҙерләп кенә, һаҡлап ҡына яратыр инем.

Ҡатын өндәшмәне.

– Эш күп бит, – тип кенә ҡуйҙы. Эш күп шул, ике бала, өс һыйыр, кеше ыңғайына башҡаларҙан ҡалышмай донъя көтөргә кәрәк. Рәүефе лә арый, ҡайҙа инде иркәләү һүҙҙәре һөйләп тороу. Ауылда ир-атҡа эш бигерәк күп бит.

Бер көн Сәкинә түҙмәне, телефондан һөйләшкәндә Мораттан һораны:

– Ниңә өйләнмәй йөрөйһөң ул?

– Һинең һымаҡ ҡатынды көтәм, – тине Морат.

Сәкинә шаңҡыны ла ҡалды: ысынлап та көтәме икән?

– Бушты һөйләйһеңдер, – тине.

– Юҡ, һине көтәм.

Сәкинә уйға ҡалды. Йә инде, уны яратҡан, уны көткән кеше лә булыр икән. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй. Эх, ниңә теге ваҡыт еңгәһен күргәс, ташлап ҡасты икән? Түҙемле булһа, был тиклем дә үкенесле хата ҡылынмаҫ ине.

Бер көн Сәкинә әсәһенән дә ишетеп ҡалды. Морат тураһында һүҙ сыҡҡанда, ниңә өйләнмәй икән, тип ҡыҙыҡһынғандар.

– Йәштән һөйгән йәре булған, шуны онота алмай икән, – тигәндәр.

Ә бер көн тағы шылтыратты:

– Һине генә көтәм, йәнем-бәғрем, – тине Морат. – Ҡасан теләһәң, шунда малайҙарыңды етәклә лә кил дә кер.  

Ә Рәүеф һунарға китте. Күл буйында ҡыр өйрәктәре аталар, имеш. Ҡатыны, балалары тураһында уйлау юҡ, мажара эҙләп тик йөрөй. Етмәһә, ҡәйнәһе тағы мыжып аптырата. Һыйырын да һау, ҡош-ҡортон да ҡара, тамам арыны Сәкинә был ауыл тормошонан. Бер ҡараһаң, зарланырға сәбәбе лә юҡ һымаҡ. Ире шым, йыуаш, күҙенә генә ҡарап тора. Ҡәйнәһе, мыжыҡ булһа ла, ситкә типкәне юҡ, балаларын ҡараша.

Ноябрь баштарында балалар каникулға туҡтағас, малайҙары: “Әсәй, беҙҙе ҡалаға алып барып, ҡаланы күрһәт  әле”, – тип һораны. Аталары тағы ике-өс көнгә тип һунарға сығып китте. Төн йоҡламаны Сәкинә, Рәүефкә хушлашыу хаты яҙҙы. “Рәүеф, – әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ итеп, ҡыҫҡа ғына  яҙырға тырышты, – бергә йәшәүебеҙҙең мәғәнәһен күрмәйем. Беҙҙең өйләнешеүебеҙ хата булды. Минең яратҡан кешем бар. Ул мине һаман да саҡыра һәм көтә. Һин мине ғәфү ит, Рәүеф. Малайҙарҙы килеп күреп йөрөй алаһың. Хат ҡына яҙыуыма аптырама, сөнки был һүҙҙәрҙе күҙеңә ҡарап әйтә алмаҫ инем. Ғәфү ит, мине эҙләмә”, – тип яҙҙы ла, конвертын йәбештереп, хатын өҫтәлгә һалды.

Иң кәрәкле әйберҙәрен генә тейәп алды һәм таң менән ҡалаға ҡуҙғалды. Бергә институтта уҡыған иптәшенә кереп, малайҙарын ҡалдырып торҙо ла еңелсә генә атлап, Мораттың фатирын юллап китте. Бөгөн йәкшәмбе, моғайын, өйҙәлер, шылтыратып та торманы, бер сюрприз булһын әле. Ишеген тимергә алыштырған икән. Сәкинә ипләп кенә килеп ишек ҡыңғырауының төймәһенә баҫты. Ишек шатыр-шотор итеп асылып китте һәм Морат күренде. Ул Сәкинәне күреү менән һораулы ҡарашын төбәне. Ә уның артында: “Ҡәҙерлем, кем унда?” – тип, теге ваҡыт ишек асҡан ҡатын күренде.

Шаңҡып ҡалған Сәкинәгә теге ҡатындың күҙҙәрендә: “Һин тағы килдеңме ни?” тигән һорау күренеп ҡалғандай тойолдо.

Сәкинә эләгә-тәгәрәй тышҡа сығып йүгерҙе. Подъезды яңғыратып, Мораттың: “Сәкинә!” – тип ҡысҡырғаны ғына ишетелде.

Ҡатын ҡабалана-ҡабалана малайҙары артынан йүгерҙе, тиҙерәк ҡайтып етергә кәрәк. Малайҙарын кейендерә һалып, такси саҡыртып, ашығып аууылға ҡайтып китте. Тиҙерәк ҡайтып етергә, теге хатты эләктерергә кәрәк.

Күңеле таш булып ҡатты Сәкинәнең. Ул бит алданды! Күрәләтә тағы бер тапҡыр алданды! Йә инде, ире ҡайтҡандыр, хатты уҡығандыр. Ҡәйнәһе күреп ҡалһа, уҡыһа, хәҙер улы менән әллә нәмәләр уйлап ултыраларҙыр инде. Ниңә генә яҙҙы икән? Телефон аша смска ебәрергә, һис юғы күҙҙәренә ҡарап әйтергә була ине бит. Ә ул ҡурҡты.

Өсәүләшеп, хәлдәре бөтөп ҡайтып инделәр.

– Бик тиҙ ҡайттығыҙ, торламанығыҙ, – тине ҡәйнәһе килененә һалҡын ғына ҡарап. Сәкинә конверт ятҡан урынды ҡараны. Әллә залға сығарҙымы икән, тип түргә үтте. Артынан ҡәйнәһе эйәрҙе:

– Нимә эҙләйһең, килен?

Сәкинә аптыранды:

– Бер нәмә лә юҡ, ҡәйнәм, бынауында хат бар ине, күрмәнеңме?

– Юҡ, күрмәнем, – тине ҡәйнәһе, килененә һынсыл ҡарашын ташлап. – Ниндәй хат ул, кем яҙырға тейеш ине?

– Бер конверт килгәйне, шуны уҡырмын тигәйнем, – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй итте Сәкинә. Өҫтәл аҫтын ҡараны. Һауыт-һаба шкафында ла күренмәй. Аптырағас, диванды күсереп, уныһын да тикшерҙе. Юҡ, хат эҙһеҙ юғалғайны.

Кис ире ҡайтып керҙе. Рәүеф ни, күренеп тора, хатты белмәй, уҡымаған. Кисә-бөгөн өйҙә нәмә булғанын да белмәй. Ана, ҡуян алып ҡайтҡан, шуға ҡыуанып ултыра. Улдары ҡалаға барыуҙары, нимә күреүҙәре хаҡында һөйләй. Ҡәйнәһе үҙ алдына һөйләнә. Тик Сәкинә генә ҡурҡып ултыра. Бына хатты табып алырҙар ҙа: “Һин нимә уйлап йөрөйһөң бында?” – тип талаптар ҡуйырҙар һымаҡ. Юҡ, улы ла, әсәһе лә өндәшмәй. Уның ҡарауы, бер туҡтауһыҙ Морат шылтырата, смскалар ебәрә. “Ҡәҙерлем, һин уйлағанса бер нәмә лә булманы. Беҙ осраҡлы ғына осрашҡайныҡ”.

Сәкинә түҙмәй аш бүлмәһен аҫтын-өҫкә килтереп ҡарап сыҡты. Етмәһә, ҡәйнәһе артынан ҡалмай. “Килен, нимә юғалттың ул?” – тип яуап таптыра. Нимә тип әйтһен инде Сәкинә? “Хатты юғалтманым, үҙемде юғалта яҙҙым”, – тип әйтһенме?

Шулай итеп, хат эҙһеҙ юғалды.

Ошо ваҡиғаларҙан һуң байтаҡ йылдар үтте. Күпмелер ваҡыттан һуң Моратты туйһыҙ-ниһеҙ генә үҙенән өлкәнерәк берн ҡатынға өйләнгән тинеләр. Рәүеф үҙе һымаҡ иптәштәре менән фермер хужалығы ойоштороп, табышлы ғына эшләй башланылар. Тик Сәкинә менән ҡәйнәһенең генә мөнәсәбәттәре элеккесә ҡалды. Әбей кеше нишләһен инде, киленен эшкә ҡушырға, үҙенсә йәшәтергә тырыша. Ә Сәкинә өндәшмәй, шым ғына үҙ эше менән була.

Ә бер көн ҡарсыҡ ауырып китте. Дауаханаға ла һалып ҡаранылар, өйҙә генә ҡарағыҙ, бик оҙаҡҡа бармаҫ, тип ҡайтарҙылар. Бер аҙ еңеләйеп тә китте шикелле, үҙ алдына һөйләнеп, үлемтеген барлап тик ултыра. Сәкинә ашын да, сәйен дә ҡәйнәһе эргәһенә индереп бирә.  Бер көн килене ҡәйнәһен мунсаға алып барып, йыуындырып алып сыҡты.

– Рәхмәт, килен, – тине ҡәйнәһе көс-хәл менән. – Мин оҙаҡҡа бармам инде. Бынауында – оҙатҡанда кәрәк булыр – аҡса, хәйерлек... Әйтмәм тигәйнем, бынау конвертыңды мин йыйып ҡуйғайным. Үҙеңә тотторам, килен, башҡа кешегә күрһәтеп ҡуйма.

Сәкинә барыһына ла төшөндө, тимәк, теге ваҡыт ҡәйнәһе уҡыған да йыйып ҡуйған.

Йыйып ҡына ҡуймаған, улы менән килененең ғаиләһен дә һаҡлап ҡалған.

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас в