Теге ваҡыт, кинонан һуң... Киноһын яҡшылап иҫләмәй ҙә инде Зөлфиә. Ниндәйҙер сәйәхәтселәрҙең мажараһы хаҡында булды шикелле. Ҡыҙ бары яурыны уның иңбашына ҡағыла яҙып ултырған егеттең яҡынлығынан әллә ниндәй татлы халәткә инеп онтолдо ла ҡуйҙы. Артыҡ тулҡынланыуҙан тыйылып торғоһоҙ булып көлгөһө килде. Рамаҙандың тубыҡтарында тыныс ҡына ятҡан ҙур усына үҙенең янып барған ҡулын һалып ҡуйыуҙан ҡурҡты. Исмаһам яңылыш ҡына булһа ла терәлеп алһын йә ултырғыс арҡаһына беләген һалған булһын ине. Зәбир бит шулай итә. Зөлфиә шунда уҡ ситләшә һала, әлбиттә. Ә бына Рамаҙандан улай ҡасмаҫ ине. Киреһенсә, йылы эҙләгән бесәй балаһылай, һырыла ғына төшөр ине. Тик был иләҫ-миләҫ уй-теләктәре уның үҙенә генә билдәле булды, ахыры.
Кинонан һуң иһә яҡынданыраҡ танышып аралашырға тағы ла ваҡыттары ҡалманы. Хәҙер инде ятаҡ бикләнмәҫ борон, тип йүгерҙеләр. Егет ҡыҙҙы ашыҡтырып алып барып оҙатып ҡуйҙы ла, көлә-көлә ҡул болғап, үҙ торлағына сапты. Бына шул ғына. Күрешеүҙәре бергә кино ҡарау ҙа, яҙа-йоҙа һөйләшеү генә булһа ла, Зөлфиәгә улар күптән, бик күптән таныштар кеүек тойола ине. Әтерһең, бер-береһен шул хәтлем яҡшы беләләр, хатта һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй. Һәм ул өмөтләнеп икенсе осрашыуҙы көттө. Уныһында әллә нимәләр булыр, ниндәйҙер хистәр әйтелер, көтөлмәгән, әммә хыял ителгән ҡырҡа үҙгәрештәр яһалыр һәм тағы ла әллә нимәләр... тип хисләнде ҡыҙ. Әммә ул осрашыу ниңәлер ашыҡманы Зөлфиә янына. Шуның менән хәсрәткә һалды. Һәр яңы көнө бер күрешеүгә, хатта ҡырҙан ғына булһа ла һирпелеп уҙыу форсатына өмөт ҡылыуҙан башланды ла, моратына ирешә алмауҙан бәхетһҙлектең сигенә етеп ятып китеү менән тамамланды. Килмәне Рамаҙан... Ә Зөлфиәнең ул уҡыған, йәшәгән йорттар янынан үтергә лә ҡыйыулығы етмәне. Көндәр үтә торҙо, йөрәк янды ла янды. Зәбир иһә һәр ваҡыт янда булды. Бөтмөр, ҡайғыртыусан, файҙалы. Бер үҙен генә түгел, бөтөн бүлмәләрен ҡараны. Ҡыҙҙарҙың береһе теге йәки был имтихандарҙа ҡыйынһына икән, бара һалып уҡытыусыһы менән һөйләшә алды. Зачеттарҙы хатта ҡуйҙыртып та бирҙе. Профком рәйесе булараҡ студенттарға тейешле ярҙамдарҙан, түләүҙәрҙән ҡоро ҡалдырманы. Ҡайҙандыр, кемдәргәлер бүленгән йәшник-йәшник аҙыҡ-түлекте индереп ҡалдырһынмы, юл йөрөүҙе бушлай итеп эшләп бирһенме, профилакторийҙарға йүнәлтмә алып килһенме, концерттарға, киноларға, уйындарға саҡырыу билеты тапһынмы – барыһы ҡулынан килде. Башҡаларға тәтемәгән был мөмкинлектәр, уңайлыҡтар бары тик Зөлфиәнең күңелен яулау өсөн генә икәнлеген барыһы ла белә инде хәҙер. Бүлмәләш ҡыҙҙары ла Зәбирҙе әхирәттәренең “егете” тип иҫәпләй. Бөтә ятаҡ, институт иҫәпләй. Сөнки, улар барлыҡ сараларҙа ла, кисәләрҙә, ялдарҙа бергә. Ҡыҙ үҙе лә әлеге ваҡиғалар ағымына ҡаршы бармай, артыҡ ыңғайлап та китмәй, әммә ризаһыҙлыҡ та белдермәй. Уға Зәбирҙең иғтибары оҡшай. Оҡшай, эйе, тик ҡабындырмай. Рамаҙан менән күрешкәндәге һымаҡ дөрләтеп ебәрмәй, тулҡынландырмай, ерҙән айырып алып китмәй был аралашыу хистәре. Киреһенсә, бөтөн нәмәгә лә бер битарафлыҡ тыуҙыра һымаҡ. Әйтерһең, Зөлфиә был халәтенең ваҡытлыса, ниндәйҙер арауыҡлыҡ ҡына икәнен белеп йөрөй. Әйтерһең, бер мәл ҡапыл ул ошо моңһоҙлоҡ ябыуын һирпеп ташлар ҙа, ҡысҡырып көлөп, ярһып илап, сикһеҙ шатланып һәм һушһыҙ яратып йәшәп китәр... Рамаҙан килһә... Тик Рамаҙан килмәй ҙә килмәй...
Өсөнсө курстамы икән, практикаға юлландылар. Ул ваҡытта әле колхоз-совхоздарҙың ярайһы хәлле сағы. Баш ҡаланан арыуыҡ алыҫ, хатта төпкөл тип әйтергә лә була, бер район совхозына хисапсы булып килде Зөлфиә. Ул ошонда биш ай ваҡытын нисектә үткәрергә һәм үткәрергә генә түгел, иҡтисад фәнен практикала өйрәнеп ҡайтырға тейеш.
Яңғыҙ пенсионер инәйгә йортҡа һалдылар. Башта ятһырап ҡаршы алған, кешеләре лә йомоҡ, ҡырыҫ булғандай тойолған ауыл тора-бара йәш ҡыҙға ҡарата асыла, ихласлана төштө. Бәлки, үҙе ошо мөхитте ҡабул итә башлағандыр. Совхоз кантораһына ингән-килгән халыҡ менән аралаша, таныша бара, аҙна-ун көн тигәндә күптәрҙе таный, күптәр уны белә, сәләмләй, хәл-әүәл белешә башланы.
Йорт хужабикәһе менән дә яйлап ҡына өйрәнеште улар. Ғәйниә апай үтә тыныс, баҫалҡы һәм бигерәк аҙ һүҙле инде. Ғәҙәттә, йылмая биреп ҡарап ҡына тороуҙан үтмәй. Үҙ итеүе лә һөйләшеүҙән бигерәк бешкән аш, йылы өй менән ҡаршы алыуында, иртәнсәк ҡулъйыуғысҡа йылы һыу ҡойоуында, аяғы аҫтына дебет башалтайҙар ырғытыуында йә кистәрен хәбәрҙәрен тыңларға әҙер икәнлеген белдереп, ҡаршыһына килеп ултырыуында сағыла.
Өй мейес менән йылытыла, утын яғыла. Ошо айырыуса оҡшай Зөлфиәгә. Оло мейес ауыҙына төбәлеп, унда торонбаштарҙы ялмап, сарт та сорт осҡондар сәсеп уйнаған ялҡындан арбалып, сәғәттәр буйына ултыра ала. Һәм шул ултырыуында күңелендә әллә ни төрлө тойғолар ярала ла, улар күҙ алдына тотош бер күренеш булып баҫа. Башта Зөлфиә күҙ алдына килгәндәрҙе артыҡ хыялға бирелеүҙәндер тип уйлаһа, бер көн ҡулы үҙенән үҙе ҡәләмгә тартылды ла, өҫтәлдә ятҡан, һандар менән сыбарланған амбар дәфтәренең артҡы битенә күҙ йомоп асҡансы һыҙмалар яһап ташланы. Тәүҙә йылға тулҡындары пәйҙә булды... унан ташҡын баҫып алып барған ярҙар... ундағы аҡ көсөктәргә күмелгән талдар теҙмәһе... һауалағы яҙ һулышы, дәрте, ярһыуы... Ыжғыр һалҡын елдәре менән ҡаҡҡылап-һуҡҡылап торған ҡара көҙҙөң ҡараңғы кисендә төшөрөлгән һүрәтендә яҙғы нурҙар уйнаны. Мөкиббән китеп ултырҙы ҡыҙ өҫтәл артында. Хужабикәнең мейесте бөтөрөп ябып, солан уттарын һүндереп, ишектәрҙе элеп ингәнен дә аңғарманы. Уныһы, Зөлфиә һаман ятырға уйламағас, табаҡ-һауыт шылтыратып йөрөгән булды ла, бүлмәһенә инеп шымды. Ә илһам солғанышына инеп олаҡҡан ҡыҙ, эсендә йыйылып ҡорғаҡһып киткән илаһи ҡөҙрәттең урғылыуына баш була алмай, шул шауҡымда ҡәләмен ҡағыҙ өҫтөндә йүгертте лә йүгертте. Ә инде тамам арығас, тамам күңеле бушағас, йыйылған урынын да һалмайса, арҡаһына ябынған дебет шәлгә генә төрөнөп, бәхетле йылмайым йоҡлап китте.
Иртәнсәк яҡтырыр-яҡтырмаҫтан тороп мейестәргә ут яҡҡан Ғәйниә, өҫтәлдә асыҡ ятҡан ҙур дәфтәрҙең ике урталыҡ битен тултырған һүрәткә бер килке текәлеп торҙо. Ундағы һәр нәмәгә, һәр һыҙатҡа, һәр бөгәргә ентекләп ҡараны. Башын әле былай, әле тегеләй ҡыйшайтты, хатта уның һүрәт кенә икәнлегенә ышаныу өсөн һаҡ ҡына һыйпап та алды. Ахырҙа, тәмле итеп йоҡлап ятҡан ҡыҙға бер ҡараш һирпеп алып, үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы:
–Хисапсымы тиһәм, һүрәтсе, имеш, был...
Ә бер көн... бер көн эштән ҡайтһа... Ысынында, бөтөн был ваҡиғалар тарихы тап бына ошо кистән, ят ауылдағы шыҡһыҙ көҙгө кистән башланды ул. Ҙур яҡтын уртаһындағы түңәрәк өҫтәл артында хужабикә менән сәй эсеп ултырған Рамаҙанды күреүҙән. Зөлфиә инде лә, үҙ күҙҙәренә үҙе ышана алмай, ишек төбөндә ҡатып ҡалды. Өҫтәл артындағылар уның яғына ҡарап ултыра бирҙе. Егеттең һынсыл шаян күҙҙәре аҫтында аңына ҡайта барған ҡыҙ, Ғәйниә апайын тыңлап башына оло шәл, аяҡтарына галушлы быймалар кейгәненә үкенеп, ҡыҙарып-бүртенеп тора бирҙе. Ахырҙа Рамаҙан һикереп торҙо, ашығып ҡаршы килде лә, баланы ҡаршы алғандай итеп, сисенергә ярҙамлаша башланы. Үҙе йылмая:
–Һаумы, Зөлфиә...
–Һаумы...һығыҙ...
Унан ҡапыл ынтылып уның ҡаҙ тәпәйҙәрендәй булып ҡыҙарған ҡулдарын тотоп алды:
–Өшөнөңмө?
–Ю-уҡ...
–Әйҙә, сәй эсәбеҙ, – арҡаһынан этеп тигәндәй шаңҡыған ҡыҙҙы түргә әйҙәне, әйтерһең бында Зөлфиә түгел, ә үҙе йәшәп ята.
Шул ғына етмәгәйне, сәйҙең ҡайнарлығын да аңғармай, ҡапыл һөйрәне лә, сәсәп китте. Хужабикә менән ҡунағы берсә арҡаһынан ҡағып, берсә һыуыҡ һыу алып килеп һоноп, ҡаңғырышып алды. Унан тыныслана төшөп, ҡабаттан һәүетемсә һөйләшеүгә күстеләр. Йомоҡ апайҙың да теле асылған:
–Бая малды ябып бөтөп инеп кенә ултырһам, Рамаҙан ҡусты килеп инде. Хәл һорашҡан юҡ, һине һорай.
Зөлфиә Был хәбәрҙән ҡаушап, ҡапыл ғына Рамаҙанға һирпелеп ҡарап алды, уныһы бүлдермәй генә ирәбе йылмайып тик ултыра.
–Беҙ танышбыҙ ул, бер йылы ҡалала күрешкәйнек, тей. Һеҙҙең ауылға практикаға килгәнен ишеттем дә, күрергә килдем, тей. Мин әйтәм, бер ҡалала уҡыған йәштәр ней, таныштыр шул, тейем.
Егет менән ҡыҙ тағы ла бер өнһөҙ генә ҡарашып алды. Апай уларҙың икеһе өсөн дә һөйләне:
–Рамаҙан ней, минең ике тыуған апайымдың улы, күрше ауылдан, бынан ун биш саҡрымдай. Былтыр, ана, апайыбыҙ ҡапыл донъя ҡуйҙы ла ҡуйҙы бит. Былай ҙа бер үҙе үҫтергәйне балларҙы. Ҡайтты шунан Рамаҙан, уҡыуын ситтәнгә күсереп. Ҡустыһы менән һеңлеһен бағып йәшәй, һүҙ юҡ инде уға, маладистың аръяғы...
–Апай, ярай, ҡуй инде...
Апаһы ҡуймай:
–Килен ал, тибеҙ, тыңламай. Исмаһам, өйҙә ҡатын булһа, үҙенең дә ҡулы бушап, арҡаһы яҙылып ҡалыр ине.
Һөйләшеүҙең бындай ыҙанға төшкәнен оҡшатып етмәгән егет урынынан ҡуҙғалды. Ултырғысын өҫтәл аҫтына шылдыра биреп ҡуйҙы ла, Зөлфиәгә боролдо:
–Әгәр, ныҡ арымаған булһаң... бәлки, клуб яғына сығып әйләнербеҙ.
Уның китеп барыуынан, сығып юғалыуынан һәм тағы ла ғәйеп булыуынан ҡурҡып, кисерештәренән быуылды ҡыҙ. “Юҡ! Юҡ! Китмә!Ҡалдырма!” тип ҡысҡырҙы һымаҡ, ә, асылда, ауыҙын асып һүҙ ҙә ҡайтара алманы. Бары, сәйер йылмайып, яурындарын ғына йыйырҙы. Уның өсөн Ғәйниә апай яуап бирҙе лә ҡуйҙы:
–Итектәреңде, ана, мейес көлдөксәһенә ҡуйғаным, йылып тораларҙыр. Ҡулыңа, мына, бер бәләкәй генә дебет бейәләй бар, бирсәткәләреңдең йылыһы юҡтыр, ҡыптыр күн генә бит. Быйыл, ҡалай яман, нәйәбер бөтөп бара, ҡарһыҙ шыҡырайтып туңдырып тик тора. Йылы кейен, ыштобы, бында һиңә гурыт түгел.
Дауамы: Дүртенсе өлөш
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"