+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Сентябрь 2021, 17:13

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Бишенсе өлөш

Икенсе көн ҡайтһа, Рамаҙан уның эш өҫтәле артына ултырып алған һәм иҫе китеп һүрәттәрен ҡарай. Ул ҡыҙҙы шелтәле сәләмләп ҡаршы алды:           – Дә-ә... Ни эшләп йөрөйһөңдөр һин ул совхоз канторында?.. Зөлфиә! Һин бит рәссам! Һиндә – һәләт!           – Һаумы, тиген башта,  –  хужабикәнең өйҙә юҡлығынан файҙаланып, ҡыҙ егеткә һыйына биреп алды.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Бишенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Бишенсе өлөш

 – Һаумы, матурым, һаумы,  –  Рамаҙан уны кисәгесә ҡосаҡлап һөйҙө.

          – Ғәйниә апай ҡайҙа?

          – Күршеһенә ингәйне... оҙаҡланы.

          – Ә-ә...

         Хәҙер инде Зөлфиә йүгереп йөрөп сәй ултырта башланы. Осоп йөрөнө. Әйтерһең, был уларҙың йорто ла, ул йәш кәләш, эштән ҡайтып аш йүнәтә, ә ире уның әҙерләгәнен тыныс ҡына көтөп ултыра. Ошолай уйлауынан бит остары ҡыҙарып сыға. Уҙе егеткә ҡарап шаян йылмая ла, артабан йүгермәләй.

          – Зөлфиә, һин мине ишеттеңме шул? – тип ныҡыша Рамаҙан,  –  Мин һүрәттәрең буйынса әйтәм.

          – Ишеттем дә...

          – Һин бик талантлы ҡыҙыҡай. Мин ысынлап әйтәм. Һүрәттәрең тере һымаҡ, бына...

          – Икенсе юлды һайлағанмын бит инде. Ул һүрәттәрҙән ни файҙа миңә?

          – Һин нимә? Ошондай һәләтте юҡҡа сығарып ҡуймаҡсыһыңмы? Хисапсылар улар тулып йөрөй, ә былай һүрәт төшөрә белгәндәр йөҙгә бер генә тыуа. Аңлайһыңмы?

          – Йә, ярай. Әйҙә, ултыр, ашап алайыҡ.

         Ғәйниә апайҙың бешереп мейес плитәһе өҫтөнә ҡуйып киткән түңәрәк картуфтарын, йылы майғы икмәктәрен, ҡаймағын өҫтәлгә теҙеп, оло еҙ сәйнүген эҫетеп алып килеп ултыртҡайны Зөлфиә. Рамаҙан да эштән һуң, икеһе лә һыуыҡтан ингән, етмәһә, ихласлап тамаҡ туйҙырырға керештеләр.

          – Нисек унда эштәрең? Һандар тыңлашамы? – тип мәрәкәләй ҡунаҡ.

          – Төрлөсә булып китә, тыңлашмай ҙа ҡуялар, ҡайһыларын ҡабат-ҡабат сығарырға тура килә,  –  тип йәшермәйсә, нисек бар шулай һөйләй ҡыҙ. Ул бит ошо Рамаҙандан бер нәмә лә йомоп ҡала алмай, киреһенсә тулыһынса асылғыһы, барыһы менән уртаҡлашҡыһы килеп тик тора. Ниндәй кешелер ул?

          – Өйрәнерһең, мин дә башта арыуыҡ ҡаңғырҙым. Һауынсылар алдында көлкөгә ҡалып та бөтә инем. Хәҙер барыһы ла яйланған.

          – Тик бына аптырайым, шундай күңелһеҙ эш менән ғүмер буйына шөғөлләнерменме икән? – быныһын да эстә ҡалдыра алмай ул, ошо һорау борсой бит уны.

          – Оҡшамаймы?

          – Оҡшамай уҡ тип әйтә алмайым. Әммә был минең урыным, минең эшем, минең донъям түгел һымаҡ...

          – Сөнки, һинең донъяң ана – анауында,  –  егет ҡулын һоноп өҫтәлдәге һүрәттәр өйөмөнә күрһәтә,  –  Һин – рәссам. Һиңә шул донъяла йәшәргә кәрәк. Башҡа үлсәмдә йәм тапмаясаҡһың.

         Ҡыҙ уның был юғары һүҙҙәрен көлкөгә һабыштырмаҡсы:

          – Һин барын беләһең инде?

          – Белергә теләр инем. Һәр хәлдә һиңә ҡағылған бөтә нәмәне лә.

         Уларҙың хәбәре ошо урында өҙөлдө, сөнки һалҡын быу менән бергә Ғәйниә апай килеп инде. Йәштәрҙе бергә күреүенә шат булды, буғай.

          – Маҡтап йөрөйөм икән дә,  –  сисенеп килеп йылы мейескә устарын терәп торҙо,  –  Ел көсәйҙе, ҡар болотон ҡыуып алып килә яталыр шәй.

         Зөлфиә урындыҡта уның сәй яһаған урынын биләгән ине, шылып китергә теләп ҡалҡынғайны, ҡатын ашъяулыҡтың ҡаршы яғына ҡунаҡлап өлгөрҙө:

          – Ултыр, ҡуҙғалма. Ҡана, сәй яһап эсер әле беҙгә, әллә килен буларың, кем белә...

         Был уйынлы-ысынлы хәбәрҙән Зөлфиә ҡойолдо ла төштө. Ҡулдары ҡалтыранып, ҡыҙарып-бүртенеп, яһарға кереште.

          – Саҡ ҡына ҡуйырта төш... Вәт, шулай... Һөтөңдө йәлләмә, һыйыр һауҙыра әле.

         Рамаҙан уның был һынау үтеүен күҙҙәрен мут көлдөрөп кенә күҙәтеп ултыра. Хужабикәнән һуң үҙенең кәсәһен дә һона:

          – Миңә тағы ла ҡабатла әле, килен. Бигерәк тәмле яһайһың икән сәйҙе.

         Зөлфиә быға ла күнә, ярай, аҙаҡ, тип уйлап, баҫалҡы ғына сәй ҡойоуын белә. Артабан Ғәйниә апай Рамаҙандың өй яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, ҡусты-һеңлеһен, мал-тыуарын, кемен ҡайһылай иткәнен, нимәһен ни эшләткәнен барынса тәфсирләп һораша, кәңәштәр бирә. Рамаҙан уны баш ҡаға-ҡаға тыңлай, ара-тирә үҙ фекерен дә ҡыҫтырып ебәрә. Уларын да хуплай апай булған кеше, төрлө әмәлдәрен, яйҙарын өйрәтә.

         Сәй артында ярайһы ғына ултырып ташланылар. Тышҡа сығып икәүҙән-икәү ҡалыу теләге көслө булғанда ла, егет ҡыҙҙы өшөтөп алып йөрөүҙе уңайһыҙ һынаны. Шуға ла, “әпәр” итеп торғас, хәбәрҙе ҡыҫҡа тотто:

          – Зөлфиә, һин мине ошонан ғына оҙат та...

          – Әллә ҡуна ҡалаһыңмы? – Ғәйниә  ҡустыһын ана-бына яуын башланырға торғанда сығарып ебәрергә теләмәне.

 – Ю-уҡ, апай! Тегеләр малды кискә бикләһә лә, иртәнсәк уяна алмайҙар. Мәктәпкә саҡ торғоҙоп ебәрәм, икеһелә йоҡосо, будильникка ыжламайҙар ҙа,  –  тип, кейенә үк башланы. Уның ыңғайына Зөлфиә лә ашығып пальтоһына үрелде:

          – Ишек алдына ғына сығам.

 

         Сыҡҡас та, солан ҡараңғылығында, ҡыҙҙы ҡармап алып, сикәләренән, ирендәренән һурып-һурып үпте Рамаҙан. Яҡты булһа, моғайын, Зөлфиә үптермәҫ ине. Битен ҡулдары менән ҡаплар ине һис юғы. Ә былай... оят та, оят түгел дә кеүек...

         Нисек ҡапыл тоҡанған булһа, шулай көтмәгәндә ысҡындырҙы ҡулынан ҡыҙҙы егет, тегеһе саҡ ҡолап китмәне. Ярай, тотоп ҡалды:

          – Ғәфү ит, Зөлфиә... Үпкәләмәйһеңме?

          – Ю-уҡ...,  –  әллә һалҡындан, әллә башҡаһынан ҡалтырай ҡыҙ.

          – Әле, сәй эскәндә... һине шундай үпкем килде. Шуға тыныс ҡына китә алманым... Үпмәһәм ҡайтҡансы үлермен һымаҡ булды.

          – Иҫәр...

          – Эйе, иҫәрләндем. Һинең менән шулай иҫәргә әйләнәм дә китәм икән мин. Ниңә улай икән?

          – Әллә...

          – Белмәйһеңме? – егеттең нимәлер ишеткеһе килә.

          – Белмәйем.

          – Ысынлап белмәйһеңме?

          – .....

          – Ни эшләп өндәшмәй ҡалдың. Әйт, был – мөхәббәт, тиген,  –  ҡолаҡ төбөндә генә шундай сихри, арбағыс итеп шыбырлай үҙе. – Был – мөхәббәт, Зөлфиә. Рамаҙан һиңә ғашиҡ...

         Шул һүҙҙәрҙән һуң тағы ла ирендәренән, маңлайынан, эйәгенән үбә лә, ҡыҙҙы солан уртаһында ҡулдарын һуҙған килеш ҡалдырып, ҡапыл айырылып сығып та китә. Артынан пружиналы ишек “шап” итеп кенә ҡала. Тик хисләнеп оҙаҡ тора алмай, ҡара алҡын йоҡа пальтоһы эсендәге еңел күлдәк аша семетеп уятып ебәрә лә, йәһәтләп йылыға ҡыуа.

 

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: