+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Сентябрь 2021, 15:11

ШАҺИЕВТАР: УЙҘЫРМАЛАР ҺӘМ ЫСЫНБАРЛЫҠ Очерк

Ишембай районының Кинйәбулат ауылынан Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле бер туған Шаһиевтар менән байтаҡтан бирле аралашырға, улар хаҡында яҙырға, үҙем өсөн байтаҡ фәһем алырға тура килде. Егәрле, аҡыллы, татыу һәм көслө кешеләр улар. Уларҙың иң өлкәне – Марс Хызыр улы – ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Өлкән ағайҙың байрамы менән бәйле, бер туғандарҙың тормош юлының бер-береһенә оҡшаш, хатта уртаҡ яҡтарын барлап ҡарарға, әгәр мөмкин булһа, һәр ҡайһыһының айырым сифаттарын күрһәтергә теләк бар. Улар менән 35 йыллап аралашыу, төрлө шарттарҙа бер-беребеҙҙе һынау, әле лә бергә булыу миңә шундай мөмкинлек бирә һымаҡ.

ШАҺИЕВТАР: УЙҘЫРМАЛАР ҺӘМ ЫСЫНБАРЛЫҠ Очерк
ШАҺИЕВТАР: УЙҘЫРМАЛАР ҺӘМ ЫСЫНБАРЛЫҠ Очерк

Хызыр Хафиз улы менән Фәтихә инәйҙең иң кеселекле һәм кешелекле холоҡ-фиғелен үҙләштергән, үҙҙәренә туплаған, бер-береһенә оҡшап торған, икенсе яҡтан – һәр береһе үҙенсәлекле ике ҡыҙының һәм алты улының бөтәһе лә белгән һәм уларҙы берләштергән ҡабатланмаҫ өҫтөнлөгө – ул моң, йәки йыр-моңға һөйөү. Марс ағайҙың йырлағанын тәүгә ишеткәс, һорайһы иттем:

– Бер кешегә шул тиклем моң ҡайҙан килә һәм һыя ул? – тинем.

– Атайҙан, – тине ул ҡыҫҡа ғына итеп. – Ауылда эш бөтәме ни? Бесәнгә сығабыҙ, яланға етеүебеҙ була, атай йырлап ебәрә. Беҙ, арбала уйнап-шаярып килгән улдары, тынабыҙ һәм тын да алмай тыңлайбыҙ.

– Атайығыҙ, һеҙҙең һымаҡ, моңло йырлай инеме?

– Беҙҙең атайға еткергән кеше бармы һуң инде? Беҙ үҫеп еткәс, һөйләне. Һуғыш ваҡытында окопта яталар икән. Урыҫ яуҙаштары: “Хызыр, пой, ты же хорошо поешь”, – тип үтенәләр икән. Атай инәлтеп тормаған, йырлап ебәргән. “Азамат”ты йырлаған. Йырлап бөткәс, окопташтары: “Хорошо поешь! О чем поешь?” – тип ҡыҙыҡһыналар икән. Атай ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып биргән: “Парень с конем на войне и из далека белеет гора”. “Так мало слов и так долго поешь?!” – тип аптырайҙар икән һалдаттар.

         Хызыр бабай улдары менән утын әҙерләргә барғанда ла, картуф йыйғанда ла йыр менән әүрәтеп йөрөй. Эшкә өйрәтә. Бабайға үҙенең ҙур ғаиләһен ҡарарға кәрәк. Урындағы сельпола әҙерләүсе булып эшләй һәм был эшкә улдарын да йәлеп итә. Марсҡа 7 класта уҡығанда уҡ ауылдар буйлап йөрөп артып ҡалған ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алырға, аҙаҡ келәткә тапшырыу менән шөғөлләнергә тура килә. Ауылдан китеү хаҡында уйламай ҙа, ғаилә ҙур, ҡустылар үҫеп килә, атай менән әсәйгә ярҙам итергә кәрәк.  Стәрлетамаҡ зооветтехникумын тамамлап, тыуған яҡтарында эш башлай. Йылдар үтәсәк, ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамлаясаҡ. Колхоз рәйесе, Ишембай район советы башҡарма комитеты рәйесе, партияның Хәйбулла райкомы беренсе секретары, министр урынбаҫары булып эшләйәсәк. Эшләгән дәүерҙә һәр урында үҙен оҫта ойоштороусы, ғәҙел етәксе итеп күрһәтәсәк.

         Әлегә Шаһиевтар ғаиләһе Кинйәбулаттың нефтселәр төйәк иткән поселок тип аталған өлөшөндә йәшәй Марс,  атаһына ярҙам итә, ҡустыларын ҡарай, уларҙы эшкә өйрәтә. Ана, артынан уҡ эйәреп, Харис үҫеп килә. Атаһына оҡшап төплө һәм ипле. Йырға ла оҫтара бара. Уны етәкләп тигәндәй, әлеге зооветтехникумға алып барҙы, имтихандар биреп сыҡҡанын көтөп торҙо, ҡустыһының исемен уҡырға ҡабул ителгәндәр исемлегендә күргәс, үҙенән бигерәк ҡыуанды. Бер осор ҡушарлап йөрөп уҡыясаҡтар һәм икеһе лә ауыл хужалығында эшләйәсәктәр. Мәҙинә һеңлеһе әсәләренә бигерәк ылыҡты. Уларҙың – үҙ донъяһы һәм тәрбиә мәктәбе. Мәғиә лә шулай, эш, ғаилә менән мәшғүл.  

         Ғәле мәктәпте тамамлап килә. Ул да йырлай. Үҙенең башҡарыу һәләте, моңло тауышы бар. Хызыр бабай улдарының йырлауына ҡыуана, ҡайһылары үҙенән дә уҙҙырып ебәрә бит. Ләкин атай  дөрөҫ әйтә: йырлап ҡына тамаҡ туймай, тимәк, һөнәргә уҡырға кәрәк. Ниндәй һөнәр һайлар Ғәле? Ҡайһы юлдан атлар? Әлбиттә, юлы билдәле – Харис менән Марстың исемдәре зооветтехникумда һәр уҡытыусыға таныш. Бер концерт та уларҙан башҡа үтмәй. Бермләп тә, икешәрләп тә, хорҙа тороп та, гармунға ла, ҡурайға ла йырлайҙар. “Варшавянка”мы? Мөмкин! Халыҡ йырымы? Ҡайһыһы кәрәк?  “Буранбай”мы? “Ашҡаҙар”мы?

         Марс, ҡустыларын, һеңлеләрен ҡурсалап, уларҙы оло тормош юлына сығарып, үҙенең шәхси тормошон  тамам онотоуын иҫенә төшөрҙө. Бәй, шулай булмай ни, ана ҡустыһы Харис 19 йәшендә өйләнде, Ғәле лә ана һоратырға йөрөй. Мәҙинә, кейәүгә сығып, Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Әсәһе лә әйтеп тора, Марс улым, өйләнергә кәрәк, ти. Марс 28 йәшендә Борай ҡыҙы Әлфиә Әхмәзыя ҡыҙына өйләнде. Ике ул, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Балалары һәр береһе тормошта үҙ урынын тапты. Әлфиә еңгәләре ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, өй ишектәре ҡәйнештәр, килендәштәр, кейәүҙәр өсөн һәр ваҡыт асыҡ булды, өҫтәлдән һый өҙөлмәне.

Харис менән Ғәле, Марс ағаларының кәңәшен тыңлап, Башҡорт ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инделәр. Тармаҡ белгестәргә мохтаж. Уларҙы һәр районда ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Харис Ишембай районында эшләһә, Ғәле Стәрлетамаҡ районын һайланы. Шаһиевтар егәрле һәм тырыш ҡына түгел, үҙҙәренең шәхси тәртиптәре лә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Ауыл хужалығы белгесе тигәндә, беҙгә һирәк айныған ферма мөдире, йәки төшөргөләп тә йөрөгән, эшен дә башҡарған агрономды, йә зоотехникты тәнҡитләп өйрәттеләр. Ни хәл итәһең, бөтә илдә шулай ине. Эсмәгән белгестәргә ихтыяж ҙур, улар күп, ләкин, барыбер, етмәй. Бер туғандар ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, ниндәй генә вазифалар биләһәләр ҙә, был донъяла араҡыһыҙ ҙа йәшәп була тигән фекерҙе үҙ өлгөләрендә күрһәттеләр һәм башҡаларҙы ла үҙҙәренә эйәртергә тырыштылар. Йәл, бик күптәр был айныҡ юлдан атлай алманы һәм харап булды.

         Барлап ҡарайым да, шуға инанам: Шаһиевтар баш баҫып эшләгән, шуға күрә уларҙың күңел асып, егетләнеп йөрөргә ваҡыты ла булмаған. Харис менән Ғәле бер-бер артлы ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамалап ҡайтыуға, Хәйҙәр, Альберт үҫеп етте. 70-се йылдарҙа ауыл хужалығы институтында уҡығандар үҙҙәренең яҡлаусыһы, алыштырғыһыҙ студсовет рәйесе Хәйҙәрҙе әле лә һағынып хәтерләйҙәр. Институтты тамамлағас, хеҙмәт юлын ул Стәрлетамаҡ районында дауам итәсәк. Хужалыҡтар  рәйесе, Ҡырмыҫҡалы, аҙаҡ Стәрлетамаҡ район хакимиәттәре башлығы булып эшләйәсәк. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, хужалыҡтарҙы һәм райондарҙы  алдынғылар сафына сығарасаҡ, байтаҡ маҡтау һүҙҙәре ишетәсәк, дәүләт наградаларына лайыҡ булды.  

         Ошо уҡ юлдан Альберт та атларға тейеш ине. Һәр хәлдә, Марс ағаһы бәрхәт тауышлы ҡустыһының ағайҙары артынан эйәреренә шикләнмәй ине. Тәүҙә – техникумға, аҙаҡ институтҡа уҡырға ла инде. Һуңынан сәнғәт институтында вокал бүлегендә мәшһүр Миләүшә Ғәле ҡыҙы Мортазина класында уҡыны. Уның һоҡланғыс тауышына таң ҡалып: “Альберт, берүк йырла, үҙеңде әрәм итмә”, – тип өгөтләп тә ҡараны атаҡлы педагог. Альберт иреккә, иркенгә, сәнғәткә ынтылды. Ағаларының юлын ҡабатлауҙан баш тартты. Ҙур-ҙур концерт залдарында меңдәрсә кешеләр алдында йырланы, үҙенең моңло тауышы менән Татарстан тамашасыларын әсир итте. Хәҙер ул Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Үҙенең моңо менән ағайҙарының йырын дауам итә, дөрөҫөрәге, улар өсөн дә йырлай һәм тамашасыларын һоҡландыра.

Әхәт. Шаһиевтарҙың иң кесеһе. Әгәр ул Альберт ағаһына эйәрһә, берәү ҙә ғәжәпләнмәҫ ине. Уйлауымса, Әхәттеке һымаҡ тембр, беҙҙеңсә – моң, Альберттан башҡа, Шаһиевтарҙың береһендә лә юҡ. Уның ҡарауы, ауыл хужалығы Әхәт Хызыр улы һымаҡ көслө, аҡыллы һәм һәр ваҡыт кешеләр хаҡында хәстәрлек күреүсе етәксене күрҙе.

Тормош дауам итә. Берәү ҙә ғүмер буйы етәксе вазифалар биләмәй. Юғары урындар мираҫ буйынса күсмәй. Марс Хызыр улы быны яҡшы аңлай. Пенсионер һымаҡ ҡартлыҡтың айырылғыһыҙ бер ҡушымтаһы  бөтәбеҙ өсөн дә хас. Хәҙер Шаһиевтарҙың күбеһе хаҡлы ялда һәм тормоштарын лайыҡлы дауам итәләр. Әгәр Кинйәбулатҡа барып сыҡһағыҙ, ауыл уртаһында ултырған ике мәсеткә иғтибар итегеҙ. Уларҙың икеһе лә өлкән ағайҙары Марстың тәҡдиме менән төҙөлдө. Хәҙер ошондағы һәм күрше ауылдарҙағы мосолмандарҙың йыйылыу урыны. Марс Хызыр улына эйәреп, ҡустылары барыһы ла биш намаҙын ҡалдырмай, ураҙаһын тота, хаж сәфәрҙәре ҡыла. Ауыл халҡының күпселеге йома намаҙҙарына йөрөүҙе үҙҙәренең изге бурысы һанай һәм башҡаларҙы ла үҙҙәренә эйәртә.

Марс Хызыр улының бер ураҙа ғәйетенән һуң доғалар уҡып, ауылдаштарын сәләмләүен шул тиклем кинәнеп тыңланым. Уның моңло тауышы намаҙын уҡығанда күптәрҙең күҙҙәрен йәшләнергә мәжбүр итте. Йомарт күңеллеләр кешеләргә лә тик яҡшылыҡ, изгелек теләп йәшәй. Ауыр хәлгә дусар булғандар, мохтаждар әле лә йылы һүҙ эҙләп Шаһиевтарға киләләр һәм ярҙамһыҙ сыҡҡандары юҡ.

Байтаҡ йылдар етәксе вазифалар биләгәс, төрлө кешеләр менән аралашҡас, Шаһиевтар хаҡында төрлө хәбәрҙәр, хатта уйҙырмалар ҙа таралыуын ишеткәнем бар. Уларҙың күбеһе – ыңғай, легендаларға оҡшаш һәм дөрөҫлөккә бик яҡын. “Улар ни өсөн көслө?” – тип һорағандары булды. Сөнки Шаһиевтар татыу. Улар өсөн ил, тел, әҙәп, ғаилә ҡиммәттәре юғары, милләт ихтыяжы тәүге урындарҙың береһендә тора. Үҙҙәре ябай һәм ихлас, күп мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп хәл итәләр. Әле үткән быуатта шундай кәңәштә миңә лә ҡатнашырға насип булды.

Редакция мәшәҡәттәре менән Өфөлә булғайным, шунда Хәйбуллала беренсе секретарь булып эшләгән Марс Хызыр улы менән осраштыҡ. Ишембай аша Аҡъярға юлланмаҡсы. Стәрлетамаҡ районының “Фрунзе” хужалығы рәйесе Хәйҙәр Шаһиевты СССР Халыҡ депутатлығына кандидат итеп күрһәткәндәр. Күрһәткәндәр тип, партия беренсе тапҡыр һайлауҙарҙы альтернатив юл, йәғни, үҙ-ара көрәш ярҙамында хәл итмәксе. Хәҙәр Хызыр улына Республика министры кимәлендәге кандидат менән көс һынашырға тура киләсәк. Әлбиттә, урындағы барлыҡ түрә-ҡара министрҙы маҡтай, ул төҙөйәсәк объекттарҙы һанай һәм уның еңеүен тәьмин итергә тырыша. Марс Хызыр улы мине Хызыр бабайҙың фатирына саҡырҙы. Барып инһәк, барлыҡ Шаһиевтар кәңәш ҡороп, һөйләшеп ултыралар. Хызыр бабайҙың һүҙҙәре иҫтә ҡалған: “Үҙеңде лайыҡлы тот! Уйнап йөрөмә. Әгәр үтмәҫтәй булһаң, һиңә унда нимә ҡалмаған?” – тине. Демократик шарттарҙа үткән тәүге һәм һуңғы һайлауҙар 70 процент самаһы тауыш йыйған Хәйҙәр Хызыр улының ышаныслы еңеүе менән тамамланды.

Тормош дауам итә. Һуңғы ике-өс тиҫтә йылдар беҙгә ниндәй генә кисерештәр һәм һынауҙар килтермәне. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, яҙмыш ҡайһы яҡҡа ғына бормаһын, аяҡ салмаһын, Шаһиевтар бер ваҡытта ла үҙ асылдарына хыянат итмәне, ил мәнфәғәттәренә өҫтөнлөк бирҙе.

 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: