+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Сентябрь 2021, 16:41

“УЛЫҢА ЕНТЕКЛӘП ҠАРА, БАЙҒОШ” Хикәйә Башы

Иң тәүҙә бер хат булды. Хәмит эшләгән предприятиеға тәғәйенләнгән хаттар күп булғас, әллә ни иғтибар бирмәгәйне. Ай самаһы ваҡыт үткәс, тағы бер хат килде. Хәмиттең шундай ғәҙәте бар: кире адресы булмаһа, хатҡа иғтибар итмәй. Йә берәй реклама, йә хаслыҡ булыуы бик ихтимал. Хәҙер бәйләнештәр көсәйҙе, әгәр йүнле хәбәр булһа, телефон аша шылтыратырға, әгәр берәй этлек булһа, СМС хәбәр ебәрергә була. Ваҡ-төйәк хәбәр менән танышып ултырырға, Хәмиттең ваҡыты юҡ. Ул – баш инженер. Бер нисә йөҙ кеше, әллә күпме продукция, бәйләнештәр уның ҡулы аша үтә. Дуҫтары, дошмандары ла етерлек. Әгәр һәр ваҡ-төйәккә бүленеп, шуның менән генә шөғөлләнһәң, ваҡыт та, ғүмер ҙә етмәйәсәк. Хәмиттең эше оҡшай. Быны ул йәшермәй. Өйләнеүенең маҡсаты ла бик уңышлы тормошҡа ашырылды. Ҡатыны Йөҙөм Муса ҡыҙы менән бер ул үҫтерәләр. Байрас быйыл беренсе класҡа барасаҡ.

“УЛЫҢА ЕНТЕКЛӘП ҠАРА, БАЙҒОШ” Хикәйә Башы
“УЛЫҢА ЕНТЕКЛӘП ҠАРА, БАЙҒОШ” Хикәйә Башы

Оҙаҡламай, хаттар өсәү булды. Бына улар – ниндәй хәбәр килтергәндәрҙер, бер-береһенә һыйынып, төпкө бүлмәләге сейфында, асҡан-япҡан һайын, күҙгә салынып ҡалалар һәм үҙҙәренең барлығын иҫкә төшөрәләр. Ҡыҙыҡ, нимә яҙҙылар икән? Шунда уҡ конверттарҙы йыртып, хаттарҙы уҡырға теләге уянғайны, кире уйланы. Ятһындар. Көн һайын, ашарға һорап, бимазаламайҙар бит.

            Икенсе көнөнә Авиация институтында бергә уҡыған иптәше килеп сыҡты. Эш сәғәте бөткәс, төпкө бүлмәгә инеп, һөйләшеп ултырҙылар. Сәй-мәйһеҙ ҙә булманы. Хәмит иптәшенә, кемдер минең менән булыша, тип конверттарҙы күрһәтте.

– Ниңә уны бында һаҡлайһың? – тип аптыраны тегеһе. – Үҙеңдең эргәңә йыйма, тиҫкәре хис-тойғоларҙы.

            Хаттарҙы, уҡып та тормайынса, сүп һауытына ырғытырға уйлағайны, иптәше туҡтатты.

– Ҡабаланма, – тине ул. – Йыйыштырыусың алыр ҙа, берәйһенә бирер. Һиңә артыҡ мәшәҡәт нимәгә кәрәк?

            Эштән ҡайтҡас, Хәмит ҡатынына иғтибар итте. Йөҙөм нимәгәлер борсолған һымаҡ тойола.

– Нимә булды? – тип һораны ире. – Әллә берәй хәбәр бармы?

            Ҡатыны шунда уҡ тынысланғандай булды:

– Бер нимә лә юҡ. Бөтәһе лә һәйбәт шикелле.

            Кис йоҡларға ятыр алдынан ҡатыны нимәлер тип әйтергә уҡталды ла, кире уйланы.

– Ярай, иртәгә һөйләшербеҙ әле, – тине.

            Хәмит улының бүлмәһенә инеп, уның өҫтөндәге юрғанды рәтләне, компьютерын һүндереп ҡуйҙы.

            Предприятие – үҫешеүселәр иҫәбендә. Бында эш хаҡы ла һәйбәт, эшкә ялланырға теләүселәр ҙә күп. Ләкин күбеһен кире борорға тура килә. Бәлки, эшкә урынлашырға теләгәндәрҙең берәйһенән баш тартҡандарҙыр һәм тамғалы хаттар яҙып, үс алаларҙыр.

            Иртәгәһен күңелле генә итеп эшкә йыйыналар. Йөҙөмдөң дә, улының да кәйефе һәйбәт. Байрасҡа мәктәптә бик оҡшай икән. Тыңлаусан, сабыр, аҡыллы булып үҫеп килә улы.

            Хәмит иң тәүҙә цехтар буйлап үтте, көндөҙгө сменаға нисек әҙерләнеүҙәрен ҡараны, ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе юҡ итергә ҡушты.

            Эш кабинетына ингәс, төпкө бүлмәгә үтте һәм, ҡарап та тормайынса, конверттарҙың береһен алды.

“Хөрмәтле Хәмит Ғәбит улы! Һеҙҙең тырышып эшләүегеҙ беҙгә оҡшай. Ләкин беҙ һеҙгә ҡайһы бер беҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында әйтергә мәжбүрбеҙ. Һеҙ һәйбәт кеше, ләкин кешегә ышанаһығыҙ. Һеҙҙе ҡатынығыҙ алдай. Һеҙҙең улығыҙ һеҙҙеке түгел. Шуға күрә ҡатынығыҙҙы ҡарағыҙ һәм яңы тормош ҡорорға әҙерләнегеҙ”.

            Хәмит, утты-һыуҙы кискән, донъя күргән кеше булараҡ, көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Ошо хаслыҡты ҡылыр өсөн, мәшәҡәтләнеп, хат яҙып торҙолармы икән? Хәҙер ун йыл самаһы белә ҡатынын, тын алышына тиклем аңлап, кәйефенең нисек икәнлеген белеп тора. Тимәк, кемдәргәлер оҡшамай уларҙың тормошо. Һөйләһәләр, һөйләйҙәрҙер. Һәр береһенә ярап булмай.

            Бөгөнгә етәр. Хәмит, хатты йыртҡылап, унитазға һалды һәм йыуҙыртып ебәрҙе. Тик күңелдә ҡапыл килеп тыуған шик-шөбһәләрҙән, йыуҙыртып ҡына, ҡотолоп булмай шул.

            Кемдең этлеге булыуы ихтимал? Хәмит бында бер ҡатлы малай түгел. Тимәк, кемдер уның урынына дәғүә итә, икенсенән, предприятиеның хужаһы булып Гөлйөҙөмдөң атаһы Муса Зариф улы тора. Әгәр төптәнерәк уйлаһаң, был хатты яҙған кешеләр үҙҙәренең уғын Йөҙөмгә, йә Хәмиткә йүнәлткәндәр. Хәмит улы Байрасты күҙ алдына килтерҙе. Таныштарының ҡайһы берәүҙәре, ҡара әле, һиңә оҡшаған бит, тиҙәр. Бына ҡыҙыҡ, атаһы булғас, кемгә оҡшарға тейеш инде? Икенселәр иһә, ике тамсы һыу һымаҡ, олатаһына оҡшаған, Муса Зариф улы бит, тиҙәр.

            Икенсе көнөнә, эшкә килеү менән, Хәмит икенсе конвертты алды һәм шунда уҡ асып уҡый ҙа башланы.

“Зариф Ғәбит улы, һеҙгә кеше араһында йөрөүе оят түгелме? Мөгөҙҙәрегеҙҙең саталары менән һаҡ эш итегеҙ. Стеналарҙы һыҙырып, люстраларҙы ҡыйратып йөрөмәгеҙ. Мөгөҙҙәрегеҙҙе, ялтыратып, буяп ебәрһәгеҙ ҙә, насар булмаҫ. Ә былай улар һеҙгә бик килешә. Ошо йүнәлештә уңыштар теләйбеҙ!”

            Иртәнән алып кискә тиклем Хәмиттә эш ҡайғыһы булманы. Шулай, тамсы тама, ташты тишә. Мәкерле кешеләр яҙған хат һәм уның йөкмәткеһе үҙен һәр ваҡыт ышаныслы тойған, киләсәккә өмөт менән ҡараған ирҙе тертләргә мәжбүр итте. Әгәр, ысынлап та, шулай булһа, харап бит! Үҙе юҡта әллә нимәләр һөйләйҙәрҙер. Кеше араһына сыҡһа, бармаҡ төртөп күрһәтәләрҙер.

– Кем ул?

– Һуң, Хәмит йөрөй бит, Рәхмәтов.

– Ҡайһы Хәмит?

– Һуң, Муса Зариф улының кейәүе.

– Ә, беләм мин уны. Мөгөҙҙәрен юғары тотоп үтеп киткән була.

            Ошондай һөйләшеүҙәр Хәмиттең ҡолағына ишетелеп ҡалғандай булды. Асыуынан, шығырҙатып, тештәрен ҡыҫты. Ҡара әле, бәләкәй генә хат, ә икенсе көн инде кәйефен боҙа һәм йүнләп эшләргә ирек бирмәй.

            Төштән һуң ҡайныһы, Муса Зариф улы, көтмәгәндә килеп инде.

– Һаумы, кейәү! Ни эш бөтөрәһегеҙ?

– Бөтәһе лә урынында һымаҡ, Муса Зариф улы, – тип Хәмит һикереп торҙо.

– Әйҙә әле, цехтарыңды ҡарап үтәйек.

            Ентекләп ҡараһаң, табыла шул. Хужа әллә күпме етешһеҙлектәр тапты, шундағыларға иҫкәрмә яһаны, ентекләп кейәүенә ҡараны:

– Бындайҙы күргән юҡ ине. Һеҙ нимә, эште ташларға уйлайһығыҙмы әллә?

            Хәмит нимә әйтергә лә белмәне. Ярҙам эҙләгәндәй, тирә-яҡҡа ҡаранды.

            Хужа талапты етди ҡуйҙы:

– Ике көндән киләм. Әгәр бөгөнгө көн ҡабатланһа, беҙгә хушлашырға тура килмәгәйе.

            Хәмит, хужаны оҙатҡас, кабинетына үтте һәм өсөнсө конвертты килтереп сығарҙы. Тәүҙә, нимә эшләргә белмәгән һымаҡ, байтаҡ ҡына ҡарап торҙо, аҙаҡ йән асыуына конвертты йыртҡысланы ла аҡ ҡағыҙ менән аҡса һөйрәп сығарҙы.

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: