+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Сентябрь 2021, 07:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Һигеҙенсе өлөш

Ул аҙнала Рамаҙан ялдарға тиклем килә алманы, ниндәйҙер мәшәҡәттәре сығып торҙо. Шәмбе көн иһә ҡыҙҙы ҡабаландырып йыйындырып алып сығып та китте. Ауылына, өйөнә алып ҡайтып китте. Йөк машинаһының кабинаһында һелкенә-һелкенә елдергәндә, Зөлфиә асыҡлап маташа:              – Рамаҙан, улай уңайһыҙ булмаймы һуң? Туғандарың аптырар бит?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Һигеҙенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Һигеҙенсе өлөш

 – Ниндәй туғандар? Өйҙә баллар белә, көтөп ултыралар. Күрше-тирәләр ҙә... бөтә ауыл белә инде. Хәҙер һеҙгә килен алып ҡайтам, тип киттем,  –  егет уға ҡарап күҙ ҡыҫып уҡ ебәрә.

             – Кит, улай итмәҫ кәрәк ине! – ҡыҙға был һүҙҙәр оҡшаһа ла, иркәләп егетенең яурынына еңелсә һуға.

             – Шаяртам! Ҡурҡма. Ҡусты менән һеңле генә белә.

            Зөлфиә юлға ла ҡарамай тигәндәй, ярым борлоп Рамаҙанға ғына текәлеп, уны һөйләндереп килә.

             – Һин водитель икән әле. Шофер булып та эшләйһеңме әллә?

             – Ауылда шулай ул, тем более фермала. Баш зоотехникмын тип эре генә йөрөп булмай. Кәрәк булһа һөт машинаһына ултырып һөт тапшырып киләһең, кәрәктә ветврач булып мал дауалайһың, унан малсылар юҡта мал ашатаһың, хатта бер мәл фермала тиҙәк ҡырырға ла тура килде.

             – Ысынлап? Һа-һа-һа...

             – Эйе! Һарай таҙалаусы эсеп тик йөрөй, алмаштырыр кеше юҡ, һауынсылар шаулай, бысраҡ, тиҙәр. Йән көйөп китеп, кейемде алмаштырып алдым да, вис ҡырып таҙартып сыҡтым.

             – Вәт һин, әй! Маладис булғанһың...

            Кабина яңғыратып көлөшә-һөйләшә ун биш саҡрымды үткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Машина яңы ҡарҙы иҙә тапап, зыулап килеп күк ҡапҡалы йорт янына туҡтаны. Өйгә килеп инеүҙәренә, ике үҫмер бала, төҙ баҫып, ҡаршы алып тора.

             – Һаумыһығыҙ! – тип кемуҙарҙан ҡысҡыралар әле.

             – Һаумыһығыҙ... – Зөлфиә лә уларға алмаш-тилмәш ҡарап ала. Бәтәш, былар бит игеҙәктәр! Шуны аңлағас, Рамаҙанға борола, тегеһе, “эйе” тигәнде белдереп, баш ҡаға ла, таныштыра:

             – Гөлкәй менән Ғәзиз. Ә был...

            Гөлкәй элеп тә ала:

             – Зөлфиә! Беләбеҙ инде!

             – Һин белмәгән нәмә юҡ инде, бөрсәкәй. Йә, саҡыр түргә! Нимә болғаның әле һин унда?

             – Болғаманым – бешерҙем,  –  тип телләшә-телләшә усаҡ тирәһендә өйөрөлә башлай ҡыҙыҡай. Зөлфиә лә, ҡулын йыуып, уға ярҙамға килә. Тиҙҙән ҙур яҡтың уртаһындағы өҫтәл ярайһы һый менән тула. Аҙыраҡ ҡуйыраҡ булһа ла, татлы ғына һурпа әҙерләгән икән балалар. Рамаҙан да магазинға һуғылып өлгөргән, тәмле-татлыны теҙҙе. Табын тирәләп ултырышып, серле ҡарашып тынышып ҡалдылар. Ғаилә башлығы булараҡ, Рамаҙан һүҙ алды:

             –  Балалар... Зөлфиә... Һеҙ барығыҙ ҙа миңә бик ҡәҙерле кешеләр... һәм бына, ошо – һеҙ, һәр ваҡыт янымда булһағыҙ... бер-беребеҙ өсөн йән атып йәшәһәк ине, тием... Килешәһегеҙме?

             – Эйе! Килешәбеҙ! – тип элеп алды Гөлкәй менән Ғәзиз.

             – Мин дә килешәм,  –  тип хупланы Зөлфиә лә.

            Балалар асығышып көткән икән, ихлас ашарға керештеләр, ҡыҙ уларҙы күҙәтә биреп, яратып ҡарап ултырҙы.

             – Аша һин дә,  –  тип, һаҡ ҡына ҡулына ҡағылып алды Рамаҙан. Уның был ғәйепһеҙ генә хәрәкәтен балалар шундуҡ аңғарҙы. Аҫтыртын йылмандашып алдылар. Уларҙың был ҡылығынан йәштәр көлөштө.

             – Разведка шәп эшләй,  –  тип ҡуйҙы Рамаҙан,  –  бигерәк тә Гөлкәй тигәне.

            Гөлкәй, күҙҙәрен хәйләкәр уйнатып, Зөлфиәгә баҡты, йәнәһе ул шундай бына. Уның был үткенлеге, алсаҡлығы оҡшаны ҡыҙға, ынтылып, арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы:

             – Бынауындай ике егетте ашатып, йыуып, ҡайһындай донъяны ҡарап йәшәгән хужабикә аҙыраҡ шаян да булмағас, ивет, матурым?

             – Эйе-е... – ҡыҙ яҡлаусы табылғанға ирәбеләнеп китте. Шулай көлөштөләр ҙә көлөштөләр. Рамаҙан ҡустыһы менән һеңлеһенең бәләкәй саҡтарын хәтерләп тә көлдөрҙө, уға армияға яҙған хаттарын яттан һөйләп тә көлдөрҙө – күңелле булды. Аштан һуң табаҡ-һауытты бергәләп йыйыштырҙылар ҙа, әлеге Гөлкәйҙең “мәҙәни программаһы” буйынса әллә нисә төрлө өҫтәл уйыны уйнап ташланылар. Ҡыҙыҡай ысынлап етди әҙерләнгән икән. Бында ла көлөшөп һындары ҡатты, төрлө заданиелар башҡарып йүгерештеләр, ашығып наказдар үтәнеләр. Әсәһе-атаһы араһында бер үҙе генә үҫкән Зөлфиә, ғаиләлә былай күңелле була алғанын белмәгән дә икән. Уның хатта студент тиҫтерҙәре араһында ла был хәтлем шашып көлгәне, онотолоп шаярғаны, эскерһеҙ рәхәтлек кисергәне булмағанмы? Тимәк, бөтөн тормош, бәхет, тулылыҡ тик ошонда – бында – Рамаҙан янында...

            Ятҡас та, артыҡ ярһыуҙанмы, һаман тынысланып йоҡлап китә алмаған Гөлкәй, уға сер систе:

             – Яңы йылдан һуң һин беҙгә күсәңме?

             –  Нишләп улай тиһең? – Зөлфиә лә шыбырлап һорай.

             – Ағайым әйтә... Миңә әйтмәне инде... но мин уның атай килгәндә һөйләшкәндәрен ишеттем...

             – Нимә ишеттең?

             –  Яңы йыл байрамында һине барып һөйләшеп, никах яһарға кәрәк, тип...

             – Гөлкәй, ололарҙың хәбәрен тыңларға ярамай,  –  яңылыҡтан шаңҡый төшһә лә, Зөлфиә уны шаяртып бүлдерә.

             –   Мин дә бәләкәй түгел, быйыл ун өс тулды.

             – Эйе, ҙурайып киләһең. Йоҡлайыҡ, әйҙә... Ябын яҡшыраҡ итеп...

            Ә үҙе керфек тә ҡаға алманы. Төпкө бүлмәлә ятҡан Рамаҙандың тын алышын ишеткәндәй булып, уның яҡынлығын тойоп, эргәһендә тулаған Гөлкәй әйткәндәрҙән башы буталып, берсә йылмайып, берсә күңеле тулып йәшкәҙәп, ятты ла ятты. Ә ҡышҡы төн оҙон, бик оҙон шул. Таң яҡтырманы ла яҡтырманы. Һәм бөтөн хикмәтле тарих тап ошо оҙайлы төндән башланды ла һымаҡ...

           

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: