Предприятиеның директорҙар советынан шылтыраттылар. Муса Зариф улы бында килгән һәм цехтарҙы ҡарап йөрөй икән. Хужаның шым ғына килеп эштәр менән танышып йөрөүе бик һирәк, һуңғы сиктә генә була торған хәл.
Хәмит аҡ ҡағыҙға ҡарап ултыра. Унда нимә яҙылғанын белергә теләй һәм үҙенә бер яҡшылыҡ та юрамай.
Күңеле һиҙә, әле барған ығы-зығының милек мәсьәләһе менән генә сикләнмәүе бик мөмкин. Сөнки элек һиҙелә биреп ҡалғайны, ҡарт мөлкәтен, әлбиттә, кейәүенә мираҫ итеп ҡалдырмаясаҡ. Сөнки ул, ни әйтһәң дә, етештереү, сәнәғәт эштәренә барымы юҡ. Диплом эшен яҙғанда ла Хәмиттән башҡа, тормошҡа ашыра алманы. Тимәк, бында хужа сифатында ҡартҡа көслө ойоштороусы һәм менеджер кәрәк. Был урынға бөгөн Хәмит шикләнәй һәм үҙенән дә ҡулай кешене күрмәй. Ләкин һуңғы ваҡиғалар һис тә уның файҙаһына түгел.
Хәмит хәтирәләргә бирелде. Бер нисә йыл элек ошонда эшләй башлағас, әсәһе менән атаһын алып килеп, цехтар менән таныштырҙы, уларҙың фәтихаһын алған һымаҡ итте. Оҡшатып, таң ҡалып, урыны-урыны менән шаҡ ҡатып ҡайттылар. Әсәһе, туҡтауһыҙ доғаларын уҡып, улына, уның ҡулы аҫтында эшләгән кешеләргә һаулыҡ, байлыҡ теләне.
– Улым, һинең ҡул аҫтында нисә кеше эшләй инде? – тип һораны.
– Бында – өс йөҙҙән артыҡ, тармаҡта – биш йөҙләп, ярҙамсы структуралар менән – ете йөҙ, – тип әйткәс:
– Беҙҙең ауыл халҡынан да күберәк бит! – тип шаңғып ҡалды. – Ай-һай! Ҙур эшкә тотонғанһың, улым! Үҙеңде күрһәтә белһәң ярар ине! Шундай эш ышанып тапшырғаны өсөн ҡоҙаға рәхмәт!
Ә ҡағыҙ өҫтәлдә һаман ята әле. Хәмиттең унда нимә яҙылғанын белгеһе килә. Үрелеп ал да, әйләндереп һал бит инде. Юҡ, ҡулы бармай. Үҙ ҡулдары менән тормошон емергеһе, булғанын юҡҡа сығарғыһы килмәй. Бер нимәһе лә юҡ, әгәр улым, тип йөрөгән улың һинеке түгел икән, уның өсөн тырышыуҙан ни фәтеүә?
Хәмит, үрелеп, ҡағыҙҙы алды ла, уҡып та тормайынса, сейфына һалып ҡуйҙы һәм ауыр атлап цехҡа төшөп китте. Төшмәй, сараһы юҡ, унда хужа килгән. Уның менән осрашырға, һорауҙарына яуап бирергә, талаптарын үтәргә... Хәмит шуға төшөндө, байға хеҙмәтсе булыуҙан да ауыры юҡ икән. Етмәһә, бөгөн иртән Йөҙөмө:
– Һин атайым менән ипләп һөйләш инде. Әйтеп бөтмәй, ниндәйҙер пландар ҡора. Һиңә бәйле һорауҙары күп. Хәҙер мин унан үҙем дә ҡурҡа башланым.
– Ә нимә ҡыҙыҡһындыра һуң уны? – тип һораны ире.
– Заводтың киләсәктәге яҙмышы өсөн яна ул, – тине ҡатыны. – Һинең урынға кеше лә эҙләгән һымаҡ тойола. “Йыуаш, йомшаҡ. Талапсан түгел”, – тип тәнҡитләй ул һине.
– Ә һин нимә тәҡдим итәһең?
– Ҡатыраҡ бул. Директор шулай булырға тейеш. Мин практиканы шунда үттем. Атайҙың үҙенең ҡулы аҫтындағылар менән нисек һөйләшкәнен күргәнем бар. Миңә эйәреп йөрө, күр, өйрән, тип әйтеп ҡараны. Мин баш тарттым. Ҡулымдан килмәй, йомшаҡмын. Ҡатын-ҡыҙ эше түгел был. Әйҙә, һин эшлә.
Хатты ла шулар яҙып йонсотамы икән? Заводтың үҙендә лә, ҡалала ла предприятиены үҙенеке итеп күрергә теләүселәр барҙыр. Хәмит шикләнмәй, бындай хәбәрҙәр уның үҙе өсөн дә ят түгелдер. Әгәр таныш булмаһа, һуңғы арала көн аша килеп йонсомаҫ ине. Ә ниңә Хәмиттең үҙе менән генә һөйләшмәйҙәр икән? Килһендәр, тәҡдимдәрен әйтһендәр, үҙ-ара килешерҙәр ине әле.
Хәҙерге хосуси милекселек шарттарында байлыҡ өсөн көрәш яҙмышы еңел генә хәл ителмәй. Бер туғандар иң яҡындарын ситкә тибә, судлаша һәм хатта ҡан ҡоя. Капиталист өсөн әхлаҡ мәсьәләһе – ят күренеш.
Хәмит, офистан тура цехҡа үтһә, аптырап ҡалды. Муса Зариф улы менән директорҙар советы ағзалары йөрөп ята. Уларға бында нимә ҡалмаған икән? Тимәк, предприятиела етәкселекте алыштырыу бөгөн ҡараласаҡ.
Уның йәне көйҙө, үҙен алдан киҫәтһәләр булмай инеме икән? Ярай, ни хәл итәһең, хужалар ҡулындағы мәсьәлә.
– Әһә, бына үҙе – Хәмит Ғәбитович! – тип килеп күреште Муса Зариф улы. – Әллә һин беҙҙең баҫып алыуға ҡаршымы?
– Нисек ҡаршы булайым? – тип көлөргә тырышты. – Мин бит һеҙгә ялланып эшләйем. Ә килешеү буйынса эшләгән кешене эштән ебәреүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ.
– Закон буйынса тейешле компенсацияны түләгәндән һуң, – тип уның һүҙен йөпәне Муса Зариф улы.
Компенсация тураһында һүҙ сыҡҡас, мәсьәләне тамам хәл ителгән тип кенә аңларға мөмкин. Хәмит унда нимә яҙылғанын яҡшы белә. Бөгөндән уға, зыянды ҡаплатыу йөҙөнән, бер нисә миллион һум эш хаҡы түләнәсәк. Насар түгел.
– Әфәнделәр! Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе ултырыштар залына саҡырырға рөхсәт итегеҙ! – тине заводтың хужаһы. – Һеҙҙе ҡапыл ғына йыйып алыуымдың етди сәбәбе бар. Һеҙҙең күбегеҙ менән мин кәңәшләштем һәм беҙ шундай фекергә килдек: завод етәкселеге яңыртылырға тейеш.
Хәмит барыһына ла төшөндө. Ысынлап та, үҙгәрештәр индерергә ваҡыттыр шул. Мәңге бер урында эшләп булмай. Яңы һепертке яңыса һеперһен. Ул өҫтәл артында ҡәнәғәт ултырған совет ағзаларына ҡараны. Барыһы ла уға ҡарап ихлас йылмайған һымаҡ. Ләкин Хәмит ышанмай уларға. Сөнки бында ултырғандарҙың һәр береһе, тип әйтерлек, уның ғына түгел, иң яҡын дуҫының арҡаһына бысаҡ ҡаҙарға әҙер. Теге бысыраҡ хаттарҙы ла ошонда ултырғандарҙың береһе яҙғандыр. Бер заман, кемдең эше булыуы, барыбер, асыҡланыр әле.
– Атай! – тип ҡысҡырған тауышҡа Хәмит һиҫкәнеп ҡуйҙы. Әллә ҡолағына ишетелә башланы инде? Байрас бында ҡайҙан килеп сыҡһын? Малай, тып-тып йүгереп килеп, тәүҙә атаһын ҡосаҡлап алды, шунан олатаһына һыйынды. Шул ваҡыт, тыҡылдата баҫып, Йөҙөмдөң килгәне күренде. Уның килеүе аңлашыла, атаһы саҡырғандыр.
Муса Зариф улы ҡыҫҡаса ғына завод, уның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, етәкселеккә тәнҡит һүҙҙәре әйтте һәм киләсәккә пландар билдәләне.
– Һаулығымдың торошо буйынса, мин һеҙҙең менән хушлашам. Һеҙгә өр-яңы, уңышлы эшләүсе предприятие ҡалдырам. Мин – ауыл кешеһе. Бәләкәй саҡта йөк ташып, ер һөрөп ҡартайған аттарҙың дағаларын ысҡындырып алалар ҙа, әгәр эшкинерҙәй булһа, йәшерәк тайҙарҙы дағалай торғайнылар. Мин бөгөн вәкәләттәремде...
Хужа бик ентекләп залға ҡараны. Һәр береһенең йөҙөндә көсөргәнешле көтөү һәм ғәжәпләнеү сағылды.
– Эйе, урынымды үҙен төрлө яҡлап ышаныслы күрһәткән Хәмит Ғәбит улы Рәхмәтовҡа тапшырам.
Ултырышта ҡатнашыусылар урындарынан тыныс ҡына торҙо һәм хуплау билдәһе итеп ҡул сапты. Аҙаҡ һөйләшеү ашхананың ВИП-залында дауам итте.
Ихлас ҡотлауҙар, уңыш теләүҙәр Хәмитте аптыратҡан һымаҡ булды. Аҙаҡ Йөҙөм менән Байрас ҡотланы. Байрас, бында ни өсөн йөрөгәнен, үҙе аңлап та етмәне шикелле. Бер төрлө булып алған Муса Зариф улы ейәнен өҫкә күтәреп:
– Бына, күреп ҡалығыҙ. Минең ейәнем ошондағы предприятиеның хужаһы буласаҡ! – тип иғлан итте.
Аҙаҡтан Хәмит, Йөҙөм менән Байрасты эйәртеп, кабинетына үтте. Уларға бында бик оҡшаны.
– Бер хәбәр ишетеп ҡалғайным, – тине Йөҙөм, иренә ныҡлы ҡарап. – Һин белмәйһеңме?
Хәмиттең йөҙө көсөргәнешле төҫ алды:
– Ниндәй хәбәр? Ваҡ-төйәк хәбәр менән шөғөлләнергә ваҡытым юҡ.
– Әсәйем һөйләнгәйне. Хәйер, уға ышанһаң...
Ҡайтырға сыҡтылар. Ишекте ябыр алдынан Хәмит кире ял бүлмәһенә керҙе. Сейфты асып, аҡ ҡағыҙ киҫәген алды һәм йыртҡыслап, тейешле урынына һалды ла, ағыҙып ебәрҙе.
Аҙаҡтан, ҡайтып барғанда, ҡағыҙға нимә яҙылғанын уҡымауы иҫенә төштө.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"