+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Сентябрь 2021, 12:03

“УЛЫҢА ЕНТЕКЛӘП ҠАРА, БАЙҒОШ” Хикәйә Дауамы

Хәмит конвертты тағы ла бер тапҡыр ҡарап сыҡты. Ҡыштырлап бер ҡағыҙ һәм аҡса килеп төштө. Ниңәлер ҡулдары ҡалтырап китте, хатта ҡағыҙы ҡулынан ысҡынды. Хатҡа бына нимә яҙылғайны:

“УЛЫҢА ЕНТЕКЛӘП ҠАРА, БАЙҒОШ” Хикәйә Дауамы
“УЛЫҢА ЕНТЕКЛӘП ҠАРА, БАЙҒОШ” Хикәйә Дауамы

“Һин, байғош, беҙҙең нимә әйтергә теләгәнде һаман аңламаның! Кеше көлдөрөп йөрөмә! Бындағы вазифа һинеке түгел. Ҡайныңа таянып, ҡатыныңдың итәгенә тотоноп йөрөгәнеңде барыһы ла белә. Әгәр аҡсаң етмәһә, бына беҙҙән матди ярҙам. Ә инде ДНК анализына килгәндә, улыңдың бер-ике сәс бөртөгө етә һәм ул һинең күҙҙәреңде асасаҡ. Тағы анализды ҡайҙа яһайҙар икән тип аптыранып торма. Хәҙерге компьютер заманында бындай мәсьәләләр бик анһат хәл ителә. Аҙаҡ үҙең беҙгә рәхмәт уҡып йөрөрһөң әле”.

 

Хәмит, телефон шылтырауҙарына ла иғтибар итмәй, төпкө бүлмәһендә бик оҙаҡ ултырҙы. Ирекһеҙҙән, үҙенең тормош юлын яңынан барлаған һымаҡ булды.

Йөҙөм менән улар бергә уҡынылар. Буласаҡ кәләше, күренеп тора, хәлле ғаиләнән сыҡҡан. Иртән машина килтереп ҡуя, уҡыуы бөткәс, алып ҡайтып китә. Ул ваҡыттарҙа уҡ сит илдә ял итә, кейенер өсөн Мәскәүгә бара икән, тип һөйләйҙәр ине.

Хәмит менән Йөҙөм осраҡлы рәүештә генә яҡынайҙылар. Хәмит, уҡыуы бөтөр алдынан, диплом эшен иң беренсе булып тапшырҙы. Шунда йөрөгән әшнәләренең береһе, Йөҙөм Илбаеваға диплом эше яҙырға кеше эҙләйҙәр, тип һөйләнде. Хаҡында эш тормай. Күпме һораһаң, шул хәтле түләйҙәр икән. Хәмит икеләнеп торманы, ризалашты. Бер ай эсендә диплом эшен ҡыҙҙың ҡулына тотторҙо.

– Рәхмәт, Хәмит! – тине шатланған ҡыҙ. – Һин мине мең бәләнән ҡотҡарҙың!

Йөҙөм егеткә, кафеға барып, дипломды “йыуырға” тәҡдим итте. Алдан уҡ заказ биреп ҡуйған, күрәһең, уларҙы кабинаға ултырттылар. Аҙаҡ Йөҙөмдөң тағы бер әхирәте менән егете килеп ҡушылды. Матур ғына итеп һөйләшеп ултырҙылар. Кискә ҡарай, кеше йыйылып, музыка уйнай башлағас, бейешеп тә алдылар. Аҙаҡ, ҡайтырға сыҡҡас, Хәмит, уңайһыҙланып, ашаған өсөн түләргә, аҡсаһын сығарҙы.

– Зинһар, борсолма! – тине Йөҙөм. – Барыһы өсөн дә түләнгән.

– Кем түләне? – тине егет аптырап.

– Белмәйем.

            Хәмит аптыранып тирә-яғына ҡаранды. Уларҙы оҙатырға директор сыҡҡайны.

– Рәхмәт һеҙгә! – тине ул. – Һеҙҙе тағы ла көтәбеҙ!

            Оҡшаны бындағы хеҙмәтләндереү Хәмиткә. Үҙен әллә кем итеп тойҙо. Сығыуҙарына, иномарка көтөп тора ине.  Күңелле генә итеп ҡала урамдары буйлап үттеләр. Саф һауаға сыҡҡас, күңелдәре күтәрелде, айныған һымаҡ булдылар.

– Ҡайҙа барабыҙ? – тине водитель.

– Ҡайҙа булһын, “Лондон” клубына! – тип бойорҙо Йөҙөм.

            И-и-и, уҡыу менән булып, Хәмит тормоштоң йәмен дә, тәмен дә белмәй йөрөгән икән! Бына ҡайҙа ул ожмах! Уларҙы ҡаршылап, ВИП-залға оҙатып ҡуйҙылар. Әллә ҡайҙан стриптизерҙары, стриптизершалары килеп сыҡты! Хәмиттең күҙҙәре маңлайына менде. Шундай ҙа тормош бармы икән? Ярай, иртәгә уҡырға ла, эшкә лә түгел. Аһ! Бында күргәндәре! Үҙе бер мажара булып сыҡты! Өстәрҙән һуң ҡайтырға сыҡтылар.

– Минең ояға барабыҙ! – тип тағы бойорҙо Йөҙөм. – Берегеҙ ҙә ҡалмай! Бөгөн минең – байрам!

– Байрам ни хөрмәтенә? – тип һораны әхирәте.

– Ҙур байрам! Мин диплом эшен яҙып бөттөм!

            Күмәкләшеп “ура!” ҡысҡырыштылар, тиҙ генә машинаға тейәлделәр. Машина сығып барғанда, автоинспекторҙар “честь” биреп ҡалғас, Хәмиттең тыны ҡыҫылды. Ул телһеҙ ҡалды. Әллә кемдең ҡыҙына күрһәтелгән хөрмәтте ул да татып йөрөй түгелме һуң?

            Хәмит Йөҙөмдөң бай фатирында нимәләр ҡыйланғандарын яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Көндөҙ уянып киткәндә улар Йөҙөм менән бер түшәктә яталар ине.

– Ә һин, егет, нисауа! – тине Йөҙөм. – Әйтерһең, Ален Делон! Маладис! Мине үҙеңә тәки ғашиҡ иттең! Уҡығанда, күрмәмеш булып, гел китап тотоп йөрөй инең, мин һине “ботаник” тип уйлай торғайным. Әйткәндәй, диплом өсөн мин һиңә күпме тейеш әле?

            Хәмит аптырап ҡалды. Бәй, был түләргә лә итә, түгелме һуң?

– Кәрәкмәҫ ул, – тине, үҙе лә һиҙмәҫтән. – Кафела булдыҡ, ҡунаҡ иттең.

– Бигерәк баҫалҡы икәнһең! – тип танауын сирылтты ҡыҙ. – Һин – өйләнмәгәндер ул?

– Юҡ, әлбиттә!

– Йөрөгән ҡыҙың да юҡмы?

– Юҡ, юҡ! – тип ышандырҙы Хәмит.

            Ысынлап та, йәрәшелгән ҡыҙы, Хәмиттең, юҡ ине. Ауылдан килгән фәҡир стулентҡа кем ҡараһын инде. Ярай, стипендия алып уҡыны.

            Йөҙөм мәрхәмәтле ҡиәфәт менән егетте тағы ла бер баштан-аяҡ барлап сыҡты. Ғәҙәттә, урамда эйәһеҙ ҡалған бесәй балаһына шулай ҡарайҙар. Мөнәсәбәттәр артабан үҫте һәм бер аҙнанан Хәмит Йөҙөмдөң ата-әсәһенә, ҡыҙҙарының ҡулын һорап, килергә батырсылыҡ итте. Бөтәһе лә һәйбәт ине: никах, туй – иң юғары кимәлдә ойошторолдо. Егеттең ауылдан килгән атаһы менән әсәһе, ағай-энеләре таң ҡалып ҡайтҡандар. Бында күрһәндәре хаҡында, әле булһа, тел шартлатып һөйләйҙәр.

            Һәйбәт белгес булыуы ҡайныһының предприятиеһында, Хәмиткә, уңышлы үҫергә мөмкинлек бирҙе. Бөтәһе лә һәйбәт бара ине, ләкин балалары булмауы уйландырҙы. Бер нисә йыл дауаланғандан һуң быныһы ла хәл ителде. Йөҙөмдөң ауырға ҡалыуы билдәле булды. Аҙаҡ уларҙың малайы тыуҙы.

            Хәҙер килеп, Хәмиттең атай булыуын шик аҫтына ҡуйыусылар, уға ҡарата ниндәйҙер мәкер ҡороусылар барлығы билдәле булды. Хәмит оҙаҡ уйлап торманы. Ике-өс бөртөк сәс лабораторияға барып ятты. Ике аҙнанан, мәғлүмәттәрҙе алырға, килергә ҡуштылар.

            Ҡабаланманы Хәмит. Бер нисә тапҡыр шылтыратһалар ҙа, һөҙөмтәләрҙе барып алырға аяғы тартманы.

            Бөгөн, эшкә сығыр алдынан, Йөҙөм унан, борсоулы ғына килеш, былай тип һораны:

– Атайым менән осрашҡаның бармы ул?

– Яңы ғына булып китте. Беҙҙең менән ҡәнәғәт түгел.

– Ә нимә булды?

– Белмәйем. – тине Хәмит. – ул бик етди дәғүәләр ҡуйҙы. Ваҡ-төйәккә күрһәтте.

– Бәлки һине эштән алырға итәлер?

– Булыуы бик мөмкин, сөнки беҙ заданиеларҙы үтәйбеҙ, эштәрҙе яйға һалдыҡ. Бәлки беҙҙең кәрәгебеҙ ҙә бөткәндер.

            Шундай күңелһеҙ һөйләшеүҙән һуң Хәмиттең эшкә барғыһы ла килмәй башланы. Ул иң тәүҙә лабораторияға туҡталды. Уға тигән конвертты тиҙ генә тоттороп ебәрҙеләр. Ул машинала конвертты асып торманы. Кабинетына инеп ултырғас та бик оҙаҡ, аҡ конвертты әйләндергеләп, ултырҙы һәм аса башланы.

 

Аҙағы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: