+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Сентябрь 2021, 17:50

АРАЛАҒЫ БУШЛЫҠ Хикәйә

90-сы йылдар уртаһында университетта уҡығандарҙан кемдәрҙе хәтерләйһең, тип һораһалар, мин һәр ваҡыт Шамил менән Земфираны иҫкә төшөрәм. Икеһе ике факультетта уҡыһалар ҙа, уҡыу йортона кергәндә лә, сыҡҡанда ла уларҙы гел етәкләшеп, йә ҡултыҡлашып йөрөгән килеш күрәм. Шундай матур , бер-береһенә пар килгән тип әйтерлек ине. Айырма шунда, Шамил – ауылдан. Ул университеттың сит-ят ҡағиҙәләренә ауырлыҡ менән инеп китте, яраҡлашты һәм үҙ урынын яуларға тырышты. Ә Земфира, ата-әсәһе генә түгел, олатай-өләсәләре ҡаланыҡы булғас, бында – күптән үҙ кеше. Шамил эргәһенә был һылыу ҡыҙ осраҡлы ғына килеп эләккән, шуға күрә ваҡыт үткәреү өсөн генә йөрөй, тип тә уйларға мөмкин ине.

АРАЛАҒЫ БУШЛЫҠ Хикәйә
АРАЛАҒЫ БУШЛЫҠ Хикәйә

Баһадир кәүҙәле Шамил, кешеләрҙән аша ҡарап торһа ла, һәр урынға иң тәүҙә барып етһә лә, уны яғымлы һәм тәрбиәле тип әйтеүе ауыр ине. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, Земфира егетте кеше итеү, халыҡ араһына сығарыу өсөн, бик күп көс һалған. Беренсе курстан һуң ҡыҙ егетен, таныштырыу өсөн, ата-әсәһенә алып ҡайтып күрһәтергә батырсылыҡ иткән. Күрәһең, атай менән әсәй донъя күргән кешеләр булғандарҙыр. Ябай ғына итеп әйткәндә, үҙҙәренең яратҡан ҡыҙҙарын егете эргәһендә күрергә теләмәүҙәрен аңлатҡандар. Йөрәккә ҡушып буламы һуң инде, Земфира һөйгәненән баш тартмаған. Ошо нигеҙҙә бәхәс сыҡҡан. Ҡыҙ, атай йортон ҡалдырып, ҡуртымға фатир алып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға мәжбүр булған. Ул ғына ла түгел, фатирға һөйгәнен дә алып килеп, бөтөнләй башҡа сыҡҡан. Ғаиләне аҫырау өсөн, ситтән тороп уҡыуға күскән. Хәйер, әлегә ғаилә юҡ. Ике йәш йөрәк бер-береһенән башҡа йәшәй алмай.

Шул йылдарҙағы баҙарҙарҙы хәтерләйһегеҙҙер. Берәүҙәр байыны, аҡсаға күмелде, әле лә шуның иҫәбенә йәшәйҙәр. Икенселәр йәйге эҫелә, һалҡын ҡышта ирен, балаларын аҫырайым, тип нисәмә ҡатын-ҡыҙ һаулығын юғалтты, бөлдө һәм үҙенең иң гүзәл сифаттарынан мәхрүм ҡалды. Быйма кейгән, ҡалын куртка, мамыҡ шәл ябынған Земфираны күреп, мин уны саҡ таныным. Танымаҫ инем, яғымлы тауышы менән, үҙе һатҡан тауарҙы маҡтай ине. Таныш тауыш, тип боролоп ҡараһам, төркөмөбөҙҙөң иң сибәр, сағыу, егеттәрҙең һушын алып йөрөгән ҡыҙыбыҙ, үҙенә генә хас ихласлыҡ менән, Ҡытайҙанмы, Төркиәнәнме килгән тауарын маҡтай һәм артыҡ нисәлер һум өсөн көрәшә. Һуңынан ишеттем, Шамилды уҡытыу, уны кеше итеү өсөн көрәшкән икән. Группалағы ҡыҙҙар һөйләп ултырҙы: “Ауыр-ауыр сумкаларын баҙарға күтәреп бара, шунда көнө буйы тора. Һата алмаған көндәре лә булған икән. Ә кистәрен ҡайҙалыр иҙән йыуа”.

Ә Шамил уға таштай ауыр тоҡтарын ташырға ярҙам иткән, ашарға бешереп көтөп торған, иҙән йыуғанда күнәк менән һыу килтергән тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Ундай эш Шамил һымаҡ бәһлеүән өсөн ят. Ул, баҙарҙа сауҙа итеү минең эшем түгел, тип баш тартҡан. Беҙ был хаҡта беләбеҙ, Земфираны – йәлләй, ә Шамилды ғәйепләй инек. Әлбиттә, Шамилды, ауыр уҡыны, көс-хәл менән дипломға барып етте, тип аҡларға булыр ине. Ләкин университетта үткән кисәләрҙә беҙ уны күрәбеҙ һәм Земфирабыҙҙы уйлайбыҙ. Ниңә үҙе менән эшкә йөрөтмәй икән, тип ғәжәпләнәбеҙ.

Бына беҙ уҡып бөттөк, диплом алырға йыйынабыҙ. Күңелле мәшәҡәттәр менән тулы кисәлә Земфира менән Шамил һабаҡташыбыҙ ҙа күренеп ҡала. Тик улар бергә түгел. Икеһе – ике башта. Шамилдың һәр ваҡыттағыса бошмаҫ, көр кәйефле, һуңғы мода буйынса кейенгән, туҡ йөҙө шатлыҡ һәм ҡыуаныс бөркөп торған һымаҡ. Ә Земфира нисек? Уға, беҙҙең һымаҡ, 22 йәш, ул сәскә атҡан, күкрәп үҫкән гөл һымаҡ булырға тейеш. Ә беҙ кемде күрәбеҙ? Элекке һомғол буйлы, нескә билле, күҙҙәре нур, бәхет һәм ихласлыҡ сәсеп торған һылыу ҡыҙ урынына үҙен бик ҡарамаған һәм һаҡламаған ҡалын ғына кәүҙәле, ауыр эштән һәм мөнәсәбәттән гүзәллеген юғалтҡан моңһоу ҡарашлы ҡатын алдыбыҙға баҫа. Иң үкенеслеһе шул, ул үҙенең ниндәй хәлгә төшөүен белә, уңайһыҙлана, күҙҙәрен йәшерә һәм үҙен беҙҙең арала артыҡ итеп тоя.

Бында Шамил менән Земфираны сағыштырыу ғәҙел булмаҫ һымаҡ. Нисек инде, ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙы ярыштырмаҡ кәрәк? Аҙаҡ улар бергәрәк ҡайтып киттеләр. Тик улар етәкләшмәне, бер-береһен ҡултыҡламаны, араларында тәрән бушлыҡ бар һымаҡ ине. Ғәҙәттә, бер-береһенән арыған, мөнәсәбәттәре һуңғы сиккә еткән, хатта йылы хистәрҙе үс, үпкә һәм нәфрәт алыштырған ир һәм ҡатын шулай атлай. Уларҙы алда бер изгелек тә көтмәй. Ғөмүмән, уларҙың киләсәге юҡ. Шулай ҙа, уларҙың бергәләп сығып китеүе беҙҙе ғәжәпләндермәй ҡалманы. Сөнки шундай хәлдәрҙән һуң улар һымаҡ йәштәр түгел, күпте күргән, һыналған никахтар тарала.

Артабан нисек булғандыр, мин белмәйем. Улар хаҡында йүнле-башлы мәғлүмәттәр ишетелмәне. Үҙемсә юрап ҡуйғайным, Земфира икенсегә кейәүгә сыҡҡандыр. Шамил, эскелеккә бирелеп, үҙен юғалтҡандыр, тип шикләнгәйнем. Әйткәндәй, беҙҙең төркөм бик көслө булып сыҡты. Һабаҡташтарым, ябай егеттәр һәм ҡыҙҙар, бер ниндәй “йөнтәҫ ҡул”ға һыйынмайынса, үҙ-аллы ҡыйыу һәм әрһеҙ рәүештә юл ярҙылар. Ун йылдан һуң осршҡанда һабаҡташтарым яңы аяуһыҙ шарттарға шыпа яраҡлашҡан, эшкә мөкиббән киткән белгестәр ине. Тағы ла бер ун йылдан улар инде осрашыуға килергә лә ваҡыт таба алмаған, көндөң түгел, сәғәттең ҡәҙерен белгән эшмәкәрҙәр ине. Әлбиттә, беҙ Шамилды иҫкә төшөрҙөк. Ул тормошта үҙ урынын таба алмаған, ғаиләһенән дә уңмаған икән, тип ишеткәндәр. Хатта кемдер уны, төрмәлә ултыра тип ишеттем, тип хәбәр һалды,

Ике йыл элек миңә лә Өфөгә юл асылды. Үҙем ойоштороуҙа ҡатнашҡан предприятиеның етәксеһе, мин идара итеүсе компанияның төп офисында мөмкинлектәремде күрһәтергә тейеш, тип тапты.

Йәйҙең бер көнөндә һуң ғына эштән сыҡһам, эргәләге скверҙа ябыҡ ҡына, бөкөрәйә төшкән пеләш башлы бер ирҙе күреп ҡалдым һәм уның йөҙөндә таныш һыҙатарҙы сырамыттым. Мин уға ҡарап иҫәнләшкәндәй иттем дә, машинама ултырып китеп тә барҙым. Кем булды икән был? Бик таныш кеше һымаҡ. Әллә беҙҙең бер хеҙмәткәр булдымы? Улай тиһәң, уныҡы һымаҡ таушалған кейемдә беҙҙең офисҡа уны түгел, мине лә индерсмәйәсәктәр. Ярай, кәрәкһәм, табыр әле, тип уйланым да, оноттом. Икенсе көнөнә яҡындағы ҡалаларҙың береһенә командировкаға ебәрҙеләр. Өйгә һуң ғына ҡайттым. Тағы бер нисә көндән сыҡһам, сквер эргәһендә теге “таушалған” әҙәм һаман да тора һәм, тешһеҙ ауыҙарын йырып, йылмая. Ул ҡысҡырып миңә өндәште. Мин дә, йөҙөмә йылмайыу ғәләмәте сығарып, уны сәләмләнем.

– Таныныңмы? – тине ул миңә, эргәмә килеп еткәс.

– Таныным, әлбиттә! Һине лә күрер көн бар икән! – тинем.

            Ҡайҙан таныйым инде. Үҙем уңайһыҙланам, был әҙәмдең исемен иҫкә төшөрә алмайым бит. Етмәһә, офистан ҡарап торорҙар ҙа, беҙең был топ-менеджер ниндәй һуҡбай менән һөйләшеп тора икән, тип аптырашрҙар. Етмәһә, автомобилдән водитель килеп төштө. Кем һуң әле был? Хәтеремдең төбөндә, ышанысһыҙ ғына, бер исем күренгәндәй тойолдо.

– Исемеңде оноттом, – тинем мин уңайһыҙланып ҡына.

– Шамил! Мин – Шамил бит! – тине ул, мине ҡыуандырырға теләгәндәй!

– Во! Иҫемә төштө! Ултыр, Шамил! Киттек!

            Биш йыл бергә уҡыған һабаҡташты нисек урамда ташлап китәһең? Әлбиттә, ресторан тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин түгел. Юл ыңғайы кафелар етерлек. Мин, һөйләшеп ултырайыҡ, тип “Бәрәкәт”кә саҡырҙым.

– Һин нимә? – тине ул ҡаты ғына. – Бында бит эсергә юҡ.

– Ә мин эсмәйем, – тинем тыныс ҡына итеп.

            Эстән генә, бының менән, нисек итеп үпкәләтмәй генә хушлашыу юлдарын барлайым. Мин уны ашатып ҡына ҡотолормон, тип уйлағайным. Ул эсергә таптырғандай. Ярай, мин уны эсерә лә алам, ти. Ләкин эсергә көҫәп, иртәгә лә киләсәк. Әгәр аҡсалата бирһәм, шул уҡ хәл. Сөнки бындай ҡиәфәттәге кеше менә аралашыу миңә абруй өҫтәмәйәсәк. Мин ныҡыш булырға һәм “Бәрәкәт” менән сикләнергә ҡарар иттем.

            Һабаҡташтың йөҙө һүрелде:

– Нисә йыл осрашҡаныбыҙ юҡ, бер “яртылыҡ” та рәтең юҡмы? – тип һөйләнде. – Аҡсаң юҡлығына ышанмайым, – тине ул минең өҫтәге кейемемә ҡарап.

– Аҡсам әҙ. Алмағанмын, – тинем.

Ул шунда уҡ кафе тупһаһында туҡталды.

– Ҡара уны, мин дә ас, ләкин аҡсам юҡ. Ашарлыҡ ҡына табырбыҙ, – тинем.

            Кафеға кереп, бер мөйөштә урын алдыҡ.

– Ни хәлдәһең, Шамил? – тинем мин уның таушалған йөҙөнә, танауындағы яра эҙенә, бер өлөшө ҡойолған, ҡалғандары һынған тештәренә күҙ һалып.

– Насар! – тине ул, өҫтөндәге пинжәгенә күрһәтеп. – Күрмәйһеңме ни, ниндәй хәлдәмен.

– Мин һине бик арыу итеп хәтерләйем. Айырыуса, уҡыған саҡта.

– Һа! Һа! Һа!.. Ул ваҡытты мин дә һағынам. Май эсендәге бөйөр һымаҡ йөҙҙөм. Кешеләр ас, яланғас, ә мин өйҙә ҡаҙ бото ғына кимереп ятам, нимә теләйем, шуны һайлап алып кейәм. Хәтерләйһеңме?

– Хәтерләмәй һуң!

– Онотмағанһығыҙ икән.

– Ә теге, кем әле, кәләшең... Һеҙ бергә йәшәнегеҙ... – тип һөйләшеүҙе Земфираға йүнәлтмәксемен.

– Нурияны әйтәһеңме? – тип баҙап ҡалды был.

– Һинең кәләшеңде ҡайҙан хәтерләйем. Беҙҙең группанан ине.

– Ә, Земфирамы? Земфирочка?

– Һеҙ етәкләшеп кенә йөрөй торғайнығыҙ.

– Булды. Мин уны төштә күрәм. Беләһеңме, нисек итеп күрәм? Беҙ етәкләшеп йөрөйбөҙ.

– Бәй, һеҙ бергә түгелме ни?

– Ҡайҙан бергә булһын! Ул бит мине ҡыуҙы. Диплом алып ҡайтҡан көндө үк. Мин уға шул тиклем ышанғайным. Мине бер нимәһеҙ сығарып ебәрҙе. Ҡыҙымдың туйына ла саҡырманы.

– Нисек? Һеҙҙең ҡыҙығыҙ бармы ни?

– Ни эшләп булмаһын? Беҙ дүрт йыл йәшәнек бергә! Ул дүрт йылда мин тырышҡанмындыр инде. Эйе, туйға ла саҡырманы.

– Ә хәҙер ҡайҙа ул? Земфираңды әйтәм.

– Белмәйһеңме ни, ошонда “Земфира” маркаһы менән әллә күпме матурлыҡ салоны тота. Барып-барып ҡарағайным, яҡын ебәрмәй, ҡыҙҙы күрһәтмәй. Үҙен һаҡсыһы ҡарап ҡына йөрөтә.

            Ваҡытым бар ине, байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Шамилдың тормошо бик ҡатмарлы булған. Ентекләп һөйләп тормайым. Ҡыҫҡа ғына итеп, яҙмыш был кешене бер ҙә аяп тормаған, тип кенә әйтәм. Уҡыған йылдарҙы, һабаҡташтарҙы иҫкә төшөрөп ултырҙыҡ. Эшкә урынлашыу буйынса үтенесе булды.

– Ә ниңә дипломың буйынса эш ҡарамайһың, – тип һораным.

– Уҡып бөткәне бирле, бер көн дә эшләмәнем. Һин минең нисек тамамлағанымды беләһең бит. Имтихан, йә зачет булһа, Земфира аҡса, йә виски тоттора ла ебәрә. Белгәнемде лә онотоп бөттөм инде. Шул бисә арҡаһында, белемһеҙ ҡалдым.

– Хәҙер Земфираны ғәйепләргә итәһеңме?

– Уның да ғәйебе бар. Мине, уҡытаһы урынға, үҙе менән теләһә-ҡайҙа йөрөттө. Хәҙер ана, ул ҡалала билдәле бизнес-вумен, ә мин бында асҡа-туҡ булып, бомж булып йөрйөм! – тип төкөрөктәрен сәсте ул.

Һоғаланып ашаны, тәрилкәләге кәтлиттәрҙе сәйнәмәйенсә лә йотто.

– Эш мәсьәләһе буйынса, уйлармын, – тинем. – Тағы ниндәй ярҙам кәрәк?

– Миңә уңайһыҙ, – тине Шамил. – Ҡыйын булһа ла, һин мине Земфира янына алып бар әле. Бәлки һинең менән бергә ҡабул итер. Миңә күп кәрәкмәй. Ҡыҙым менән, исмаһам, бер осраштырһын, шунан һуң, ҡала эргәһендә коттеджда йәшәй икән. Мине шунда дворник булып йөрөй алмайымы ни? Мин бит күп тә ашамайым. Күреп тораһың, тештәрем юҡ. Үткәрелгән ит тә, туҡмас. Алманың алмаһын, хата ҡыярҙы ит турағыс аша үткәреп кенә ашай алам. Минең дә кеше һымаҡ ашағым, йәшәгем килә. Һин бит беләһең, минең ошо көнгә ҡалыуыма Земфира ғәйепле. Ул мине үҙенең иғтибары менән солған алды, үҙемә бер эш тә ҡалдырманы. Ә мин алдандым. Туп-тура, йәшләй генә ожмахҡа эләктем. Ғүмер буйы шулай булыр, тип уйланым. Була һиңә! Төрткөләп, сығарҙы ла ебәрҙе. Кеше хәҙер, ана, этен дә ҡыумай, приютҡа илтеп бирә. Аҙым һайын, кешене яратыу хаҡында һөйләйҙәр, ә мин урамда йөрөйөм.

Шамил үҙе илай, услап салфетка алып, танауын һөртә, һоғаланып ашай һәм ҡулдары менән ауыҙын һыпыра ине. Ай-һай, белмәйем! Матурлыҡ салонының хужабикәһе бындай ҡиәфәттәге ирҙе ҡабул итерме икән? Ярай, барырбыҙ, ҡабул итерҙәр. Ә был тешһеҙҙе нисек үткәрерҙәр икән?

Икенсе көнөнә мин Шамилды эйәртеп, “Эконом-класс” магазинына алып барҙым. Бергә уҡыған бәндәнән йәл түгел, бер ҡат кейендерҙем. Көҙгө алдына баҫҡас, үҙен танымай торҙо. Ҡара күҙлек кейҙергәс, күкрәктәрен киреп ебәргәс, кинола күрһәтелгән сәйәсмәндәрҙең тән һаҡсыһына оҡшағандай булды.

Матурлыҡ салонының төп офисына “беҙҙең компанияның топ-менеджеры, сит илгә сәфәргә сығыу айҡанлы, үҙенең имиджын үҙгәртеү буйынса, ярҙам һорап мөрәжәғәт итә”, тигән электрон хат ебәрҙем. Бер сәғәт тә үтмәне, кискә саҡырыу килде. Шамил үҙе лә килеп етте, беҙ килеп етеүгә, һомғол буйлы, нескә билле, иҫ киткес сибәр, беҙ уҡыуға килгән ваҡытта күреп өйрәнгән Земфира үҙе, сығып, йылмайып ҡаршы алды. Икәүләшеп уның кабинетына үттек. Кофе һәм сәй индерҙеләр.

– Ғәфү итегеҙ, Земфира ханым! – тинем мин. – Беҙ, күпме йәшәһәк тә, ҡайҙа ғына барһаҡ та, үткән ғүмеребеҙ беҙҙе һәр ваҡыт оҙатып йөрөй...

– Аңланым! – тине ул, тимер тауыштары сығарып. – Һеҙҙең исемегеҙҙе, фамилияғыҙҙы ишеткәс тә, нимә янағанын һиҙҙем. Әгәр мөмкин булһа, шуны белегеҙ, һеҙ түгел, был кеше минең өсөн хәҙер юҡ! Уның менән үткәргән ғүмеремде, әрәм булған йылдарымды мин хәҙер нисәмә йылдар оноторға, юҡ итергә тырышам. Ә ул, ҡара шәүлә һымаҡ, алдыма килә лә баҫа. Һуң, һеҙ күрмәнегеҙме ни, мин – ҡатын-ҡыҙ, ошо бәһлеүән ирҙе биш йыл буйы кеше итергә тырыштым! Етәкләп йөрөттөм, үҙемде бүләк иттем! Атам-әсәм менән мөнәсәбәттәремде боҙҙом!

– Земфира ханым! Илсегә үлем юҡ, тигән һымаҡ, мөнәсәбәттәр...

– Һеҙ – минең кабинетымда! Иң тәүҙә тыңлағыҙ! Мин һеҙҙе саҡырып килтермәнем. Был кеше, әгәр минең тәрбиәмде, ҡурсалауамды аңлаһа һәм ҡабул итһә, ҡаланың иң бай кешеләренең береһенә әйләнер ине. Ләкин мин уны тәрбиәләй алманым. Минең ғәйебем шунда. Береһенән-береһе ауырыраҡ сумкаларымды һөйрәп, ҡышҡы һыуыҡтарҙа, йәйге ямғырҙарҙа сумкамды һөйрәп, баҙарға шыуышҡанда, мин, уны хәстәрләйем, уның киләсәген ҡайғыртам, тип үҙемде тынысландырҙым. Ә ул йоҡлап ятып ҡала торғайны. Кис ҡайтҡанда ла бер нәмә лә белмәй йоҡлай ине. Минең ғәйебем – уға, урамдан килгән кешегә, лайыҡлы булмаған уңайлыҡтар тыуҙырыуҙа ғына. Ә хәҙер, бик ҡыйын булһа ла, һеҙҙең менән хушлашырға рөхсәт итегеҙ. Хушығыҙ!

            Земфира ханым тороп баҫты ла, еңел генә атлап, кабинетынан сығып китте. Беҙ уның артынан эйәреп сығыуға, ул бейек, ҙур “Тойота”ға ултырҙы ла, юҡ булды.

            Икенсе көнөнә ул миңә шылтыратты:

– Ғәфү итегеҙ, кисә ҡыҙыуыраҡ булдым шикелле. Эш буйынса, былай тип әйтә алам, имидж яңыртыу буйынса үтенесегеҙ булһа, мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

            Мин өндәшмәнем.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: