+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Сентябрь 2021, 20:01

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БЕТЕРӘ ШАРШЫҺЫ ПОВЕСТЬ (уҡыусыларыбыҙ һорауы буйынса, тулыһынса баҫыла)

“Бәлшәүник” Хәтирә   Йәйге туҙандан ҡойон уйнатып килеп ингән һыбайлыларҙы буталышлы замандарҙа һаҡ булырға өйрәнеп бөткән халыҡ, нисектер, аңғармай ҡалды. Шунлыҡтан ситән ҡапҡа янына туҡтап аттарын бәйләгән һалдаттарҙы яңы күреп ҡалған өйҙәге ҡатын-ҡыҙ, сар-сор килеп, этешә-төртөшә кеме баҙға, кеме урындыҡ аҫтына ташланды. Улар шул ҡәҙәр ҡурҡышып ашыҡты ки хатта сәңгелдәктә яңы йоҡоһонан уянып ултырған ике йәштәрҙәге сабыйҙы ла онотто. Бала, күҙҙәрен селт-селт йомғолап, бында ни булғанын аңлай алмай, һаман ойоп китеп ултыра бирер ине лә, ишек шар асылып, унан ике ят кеше килеп инде. Инеүселәр ҡараштары менән берсә буш өй эсен ҡапшаны, берсә күҙҙәре төймәләй булған балаға ҡараны. Әлбиттә, улар йорттағыларҙың йәшенеп бөткәнен дә,  яҡынса ҡайҙа булырға мөмкин икәндәрен дә белә - ана бит, хатта сәй эскән табындарын ташлап ҡасҡандар: самауырҙары боһорап ултыра. Тик быларҙың эҙләнеп йөрөргә теләктәре лә, күрәһең, ваҡыттары ла юҡ. Ҡырағай ауыл бисәләре менән йәшенмәк уйнар саҡмы һуң? Арттан аҡтар эҙәрлекләп килә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БЕТЕРӘ ШАРШЫҺЫ ПОВЕСТЬ (уҡыусыларыбыҙ һорауы буйынса, тулыһынса баҫыла)
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БЕТЕРӘ ШАРШЫҺЫ ПОВЕСТЬ (уҡыусыларыбыҙ һорауы буйынса, тулыһынса баҫыла)

Ҡыҙылармеецтарҙың береһе, алан-йолан ҡаранып, тәҙрә аша йылға аръяғындағы үҙәктән төшкән юлды күҙәткәнсе, икенсеһе урындыҡ һәм һике өҫтөндәге ашарға ярағандай аҙыҡ-түлекте тоғона һыпырып төшөрҙө, унан соланға сығып, синдек ишеген тибеп асып, унан да нимәләрҙер тапты.

         Эстә, тәҙрә төбөндә, ҡарауылда торғанына баланың шаңҡып ултырыуы ҡыҙыҡ булып киттеме, ул, иңендәге күн сумкаһынан ҡағыҙ бите сығарып, унда сатай-ботай эре хәрефтәр менән нимәлер яҙып, артына шапылдата төкөрҙө лә, сабыйҙың маңлайына йәбештерҙе. Бала күҙен ҡаплаған нәмәне алып ташларға үрелмәй ҙә, өн дә сығармай, һаман шулай ташҡурсаҡ булып ултыра бирҙе. Ҡыҙылармеец, был күренештән шарҡылдап көлә-көлә, иптәше артынан сығып йүгерҙе. Бер нисә минут эсендә ауыл халҡын талап өлгөргән ҡыҙылдар, саң болото аҫтында, ауылдан сығып та сапты.

         Өйҙә һиллек урынлашҡас, ул-был ерҙән, тараҡандар шикелле булышып, йәшеренеүселәр күренде. Иң беренсе урындыҡ аҫтында  йәнен ус төбөндә ҡыҫып тотоп ятҡан Сәғиҙә сығып,  балаһына ташланды.

         – Балаҡайымды, ҡолонсағымды! Ҡороғорҙар ҡотон алды инде! Суҡынған урыҫтар, йәлсемәгерҙәр!

         Уның артынан эйәргән өс ҡыҙ бала, нимә әйтергә белмәй, үгәй әсәйҙәрен тирәләп килеп баҫып торған булды.

         – Нимә яҙғандар шул ҡороғорҙар, баламдың башына йәбештереп тороп, сәнселгерҙәр! – Сәғиҙә теге ҡағыҙҙы ҡыҙҙарға һондо. Ҡыҙҙарҙың олорағы яҙылғанды саҡ-саҡ ижекләп уҡыны: «Б-б-бо-о-л-л-л-ше-в-в-ви-ик».

         –  Бәлшәүник?! Ҡыҙ бала бәлшәүник була микән, алйоттар, малай тип уйлағандар инде! Сәсе ҡырылғас ней, минең ҡыҙымды, бирермен мин уларға бәлшәүникте!

         Сәғиҙә, туй артынан – дөмбөр тигәндәй, тегеләрҙең артынан әрләп-ҡарғап күңелен бушатҡас, тупылдатып һөйә-һөйә, балаһын имеҙергә ултырҙы, үҙе ҡыҙҙарға күрһәтмәләр бирҙе:

         – Йә, моғайын, инде килмәҫтәр, сәйҙе яңыртығыҙ. Ҡороғорҙар, бер нәмәне ҡалдырмағандар, бар, Ҡәнифә, һин баҙҙан май ман бал апсыҡ. Камилә, усаҡтағы көлсә өлгөргәндер, һөрәп ал, ярай, теге аран ауыҙҙар уныһын аңғармаған...

         Бер-береһенә етеп килгән өс ҡыҙ бала, үҙе лә шуларҙан саҡ ҡына олораҡ сырайлы үгәй әсә һәм ҡатын итәгендәге яңы ғына «Бәлшәүник Хәтирә» тигән ғүмерлек ҡушамат алған сабый яңынан урындыҡ өҫтөнә йыйылды.

        

Ҡыҙ ғүмере

 

         Хәтирә атаһының йәш ҡатынынан тыуған беренсе бала булды. Атаһы Саҙрытдин уның әсәһен, үтмәй ултырған егерме ете йәшлек Сәғиҙәне, ҡатыны ауырып үлеп киткәс алған. Инде ир төҫө күреүҙән өмөтөн өҙгән һәм өйөндә артыҡ тамаҡ булып һынала башлаған «ҡарт ҡыҙ», Саҙрытдиндың һоратыуын оло бәхет итеп ҡабул итеп, етем ҡалған өс бала өҫтөнә килгән һәм уға тағы ла ике бала тапҡан.

         Хәтирә олоғайып, бала һөйөүҙең ҡәҙерен белә башлаған атаһының иркәһендә, апайҙарының ҡурсыуында ғына, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ булып, ирәүәнләнеп үҫте.  Шуғалырмы, әллә тәбиғәтенәнме, сая, хатта еңмеш тә ине. Өс йәше тулыуға, әсәһе ҡулына икенсе балаһын алһа ла, апайҙары уны ергә баҫтырманы – ҡайҙа ла йөкмәп кенә йөрөттөләр. Бигерәк тә оло апаһы Ҡәҙриә яратты. Имсәк ташлауҙан алып үҙе менән йоҡлатты, йыуындырып, сәсен үреп, һөйөп кенә торҙо. Теле асылыуға, йыр-таҡмаҡтар ятлатып, күмер менән мейескә һүрәт төшөртөп, үҙе шуларҙан ирмәк табып уйнатты.

         Бына ошо ҡәҙерле апаһы менән ҡасандыр айырылышырға кәрәк булыр, тип уйларлыҡ йәштә түгел ине әле ул. Бары биш йәш кенә ине бит әле үҙенә лә. Ә апаһына? Апаһына ла ни бары ун ете булған икән.

         Берҙән-бер көндө ғаиләләге оло ҡыҙҙы һоратырға ялан яғынан яусы килеп төштө. Байҙар иҫәбендә тормаһа ла, хәлле генә кеше икән, яңы урынлашып килгән хөкүмәткә яраҡлашҡан, шунда эшләй йөрөй. Ҡатыны ауырыуҙан ятҡан, ғүмере лә оҙаҡ ҡалмағандай, ике балаһы бар. Яусы киткәс, уйларға вәғәҙә биреп ҡалған йортта тауыш сыҡты.

         – Йәш көйө икенсе бисәлеккә бирмәйек инде, үҙ тиңе табылыр әле, – тип, үҙ фекерен әйтеп ҡалырға ашыҡты үгәй әсә.

         Атай кеше быны оҡшатманы:

         – Үҙ тиңен ҡайҙан алаң?! Бынау буталыш замандарҙа егет-елән йә аҡтарҙа, йә ҡыҙылдарҙа йөрөп, ҡырылып бөттө. Ҡыҙҙы һоратылған урынына биреп ебәреү хәйерле, китеп ултырһын.

         – Ҡабат һоратмаҫтар, тейһеңме әллә? Булыр әле...

         – Үҙең һымаҡ ҡартайғансы ултырһын, тейһеңме?! Булғанын көтөп!

         Зитына тейгән был һүҙҙәрҙәнме, әллә ҡартының ҡыҙып барыуын һиҙепме, ҡатын өндәшмәҫ була. Ҡыҙҙар иһә аталарынан ҡурҡыуҙан һүҙ ҙә ҡата алмай. Ике бәләкәсерәге, ҡашын төйөп, яман ҡарап торған апайҙарына йәлләп баҡтылар ҙа шым ғына илашырға керештеләр.

         Нишләп шул саҡта апаһы телгә килмәне икән, нишләп ҡарышманы ла тауыш ҡуптарманы? Был хаҡта аҙаҡ, тиҫтәләгән йылдар үткәс, күп уйлағаны булды Хәтирәнең. Урамда бит егерме өсөнсө йыл ине. Ҡыҙ баланы көсләп кейәүгә биреүҙәр тыйылған. Тик һаман да кейәүгә сығыу түгел, ә кейәүгә биреү төшөнсәһе көслөрәк булғанмылыр, әллә ирке сикләнгән булыу мосолман ҡатын-ҡыҙының аңына шул тиклем һеңгәнме, апаһы ризаһыҙлығын бөтөн йөҙ-башына сығарып тумһайып, атаһына арҡыры ҡарап йөрөһә лә, бер ҡаршылыҡ та күрһәтә алманы. Бесән бөтөүгә, уны алырға килделәр.

         Апаһын кейәүгә биреү күренеше Хәтирәнең йөрәгендә бала сағының иң йәмһеҙ, ҡараңғы ваҡиғаһы булып иҫендә ҡалһа, йәшәй бара, ул бының аяныслы ла, ҡыҙғаныс та булыуын тағы ла нығыраҡ аңланы.

         ... Бәләкәй Хәтирә аласыҡ тишегенән эстә ҡоҙағыйҙарҙың аш-һыу йүнәтеүен күҙәтә. Мискә кеүек йыуан бер ҡатын ҡаҙыларҙы, нишләптер, биленә урап үлсәп ҡарап ҡаҙанға һала. Икенсеһе, был яҡҡа ят булғанса, оло-оло шаҡмаҡтар итеп, һалма ҡырҡа. Шунан уларҙы тоҙлоҡта ғына ҡайнатып алып, батмусҡа өйә. Был тәмле аштың татлы еҫе кескәй ҡыҙҙың танауын рәхәт ҡытыҡлап эскә инергә әйҙәһә лә, ул таш булып ҡатҡан аяҡтарын тыңлата алмай.

         Ҡәҙриә апаһын алып киткән ат арбаһы алыҫлаша башлағас ҡына, эштең нимәлә икәнлеген аңланы, ахыры, Хәтирә: уны яратҡан апаһынан айыралар бит! Бала, кескәй усын һыға ҡыҫып тотҡан Ҡәнифәнән ҡулын һелкетә тартып алды ла йән фарман арба артынан ташланды:

         – Апайымды ҡалдырығыҙ! Ҡалдырығыҙ апайымды! Апа-а-ай!!!

         Ошоно ғына көткән кеүек, апаһы ла, тоторға ынтылған ҡулдарҙы этәреп, һикереп төшөп, һеңлеһенә ҡаршы йүгерҙе. Ике яҡ та, уртала осрашып һыға ҡосаҡлашҡан был икәүгә тын ҡалып ҡарап ҡатты. Ниһайәт, Саҙрытдин һушына килде:

         – Нимә ҡарап торағыҙ!? Алығыҙ баланы! Бисура! Кемегеҙ ебәреп тора шуны?!

         Ҡәнифә менән Камилә, кемуҙарҙан, тыпырсынып илаған Хәтирәне ҡайырып алғансы, апаһы һеңлеһенең тумалаҡ сикәләрен устарына ҡыҫып тотоп:

         – Алтыным, матурым... Илама... илама... – тип алмаш-тилмәш үпте лә үпте. Ә үҙенең йәштәре субырлап ҡойолдо.

         Тәгәрләп ятып, биҙунланып, үҙәге тартылғансы үкһене ҡыҙыҡай шул мәлде. Атаһы екереп тә, әсәһе әүрәтеп тә, сәпәкләп тә ҡараны – бала тынманы. Аҙаҡтан уға ҡушылып апайҙары, бәләкәй ҡустыһы, унан әсәһе буҙланы. Аталары ҡул һелтәне лә, сығып, лапаҫ аҫтында йүкә ишергә ултырҙы. Өй эсенән, әле оҙаҡ ҡына, өҙөп-өҙөп үкһеүҙәр ишетелеп торҙо.

         Ҡәҙриә апаһының яҙмышын шулай уҡ ҙурайғас ҡына белде Хәтирә. Апаһы барған ирҙең йәш ҡатыны йәшендәге ҡыҙы ла була. Улар әхирәт булышып ала. Кистәрен ҡайҙалыр оҙаҡлаһалар, атай һәм ир булған кеше, уларҙы йәшенеп кенә көтөп тора ла, ҡапыл килеп сығып, ҡамсылап ҡыуып алып ҡайта икән. Ҡатын иренә өс бала таба. Уның нисек һәм ни рәүешле йәшәүен берәү ҙә һорамай, күңелендәген дә бер кем белмәй. Әммә егерме дүрт йәшендә генә иренән тол ҡалғас, уның да йөрәге һөйөү утын кисерә. Ҡырҙан хеҙмәттән ҡайтҡан ике туған ҡәйнешенә һушһыҙ ғашиҡ булып, унан бер ир бала таба ла тыуған яҡтарына күсеп ҡайта. Аҙаҡ бар ғүмерен ошо кинйәһенә арнап, шуға бауырын баҫып, шул кеше төҫөндәге бәхетенә йыуанып йәшәй.

 

         ... Хәтирә бик сая ҡыҙ булып үҫте. Хәҙер уны, «Бәлшәүник Хәтирә»һенә өҫтәп, «Атаман Хәтирә» тип тә ебәрәләр. Икенсе йыл инде ауыл комсомол ойошмаһын етәкләй. Уйындарҙы ла башлап йөрөүсе, концерт-пьесалар әҙерләп, ауылдан-ауылға концерттар ҡуйҙырыусы ла, комсомолдарҙы йыйып алып, район-ара спорт ярыштарында ҡатнаштырыусы ла – ул. Әленән-әле район, өлкә комсомол комитеты ултырыштарына делегат итеп һайлана. Ҡыҫҡаһы, йәштәр өсөн күҙ өҫтөндәге ҡаш була.

         Атаһы Саҙрытдин ҡарт, заманалар үҙгәреү сәбәплеме, әллә олоғайыуы етепме, күпкә йыуашайған – йәштәргә атаман булып йөрөгән ҡыҙына артыҡ бер ни ҙә өндәшә алмай. Шулай ҙа, бөтөнләй үҙенең барлығын онотоп ташламаһындар типме, ураған һайын ҡатынын игәп, ҡыҙҙың кейәүгә сығырға йәше еткәнлеген, тауыш-маҙар сығармаҫ борон, урынлашып ҡалырға тейешлеген тылҡып ҡына тора. Сәғиҙә инде ятлап бөткән ишеткәндәрен, ҡолаҡ аша үткәреп ултырһа ла, йөпләгәнен белдереп, баш ҡаға. Юғиһә, ҡойон ҡубып китәрен көт тә тор! Сыраһыҙ тоҡанып китә торған Саҙрытдин бит әле ул.

         Сәғиҙәгә килгәндә, ул ҡыҙының йөрәге кем өсөн янғанын күптән белә инде. Тик йәштәр үҙҙәре ҡабаланмағас, йөрөй бирһендәр, ҡамыт кейеп өлгөрөрҙәр әле, тип уйлай. Уҡытыусы Факиһаның Сәғитенә ғашиҡ бит уларҙың Хәтирәһе. Тегеһе лә ҡыҙҙың «һайт» тигәненә «тайт» итеп торғандай. Урамда килеп осрағанда, әллә ҡайҙан ҡояш ише балҡып: «Сәғиҙә апай, һаумыһығыҙ!» – тип, йөрәккә үтерлек итеп өндәшә. Сәғиҙә тура ҡарамай ғына, «Шәппеҙ әле»һен шыбырлағас, ойоҡ ҡуңысын рәтләгән йәки итәк осон һыпырғылаған булып, егет артынан күҙәтә биреп ҡала ла: «Ҡупшы шул, суҡынған, күҙ-ҡашы ла, атлап китеүҙәре лә, төҫө барҙан төңөлмә тигән һымаҡ, ниндәй ҡыҙ быға ғашиҡ булмаҫ», – тип уйлап ҡуя. Унан, Аллаға шөкөр, Хәтирәм дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, һыуға һалһаң, ҡалҡып сыҡҡандай ҡыҙ тип, үҙен-үҙе һауаландырып, эйәген күтәрә биреп, юлында була.     

         ... Урып-йыйыу эше йомғаҡтарына бағышланған йыйылыш ярты төнгәсә дауам итте. Колхозсылар менән бер рәттән, алдынғы комсомолецтарҙы ла, хатта пионерҙарҙы ла бүләкләнеләр, маҡтанылар, райондан килгән түрәләр ҡат-ҡат ҡулдарын ҡыҫып, рәхмәттәрен белдерҙе. Хәтирә, колхоз рәйесе Таһир ағай, бригадир Хәйҙәр, депутат Мәлиха апайҙар һәм килгән хужалар менән бер рәттән, сәхнә түренә ҡуйып, ҡыҙыл япма менән ҡапланған өҫтәл артында ултыра. Үҙенә һүҙ бирелгәс, ялҡынланып телмәр тотто, ауылдаштарын ҡотлап, ҡулдарын ҡыҫты ул да. Әле Мәлиха апайҙың һөйләгәнен тыңлаған ваҡытта, янында яурынға-яурын терәлеп тигәндәй ултырған Ғимран Ғәлимович алдындағы ҡағыҙына ниҙер яҙҙы ла Хәтирәгә ҡарай шылдырҙы. Уны-быны уйламаған ҡыҙ, эйелеп тороп уҡып алды ла «Хәтирә туташ, сез миңа ошыйсыз» тигән һүҙҙәрҙән, керпектәрен леп-леп иттереп, күршеһенә боролоп уҡ ҡараны. Теге ерән сәсле, ерән ҡашлы, хатта  аҡһыл күк күҙҙәрен уралтҡан йөн төктәре лә ерән булған әҙәм күп тартыуҙан һарғая башлаған эре тештәрен ыржайтып йылмайҙы. «Аб-бау! Шөҡәтһеҙ...» Хәтирә, бик етди төҫ алып, алдына әйләнде лә, халыҡ араһынан быға тиклем күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап ултырған ҡәҙерле һынды яңынан эҙләп тапты.

         Тик теге ерән ныҡыш бәндә булып сыҡты. Ул ҡыҙҙы йыйылыштан һуң ойошторолған уйында ла эҙәрлекләне, бейей белһә-белмәһә лә, һикерәнләй-һикерәнләй түңәрәккә баҫты ла Хәтирәнең ҡулын ҡыҫа биреп тоторға, парлашҡанда биленән эләктереп алырға самаланы. Ҡыҙ иһә был йәштәр араһында алаҡандап йөрөгән әҙәмде бер ҙә егет итеп түгел, ә бары тик райондан килгән етәксе итеп кенә ҡабул итә. Етмәһә, йәше лә утыҙҙан кәм түгелдер. Шунлыҡтан, Ғимрандың артығыраҡ ҡыланғанын аңғарһа ла, башҡаларҙы ҡыуған кеүек, борхолдатып әрләп кенә ебәрә лә алмай. Быларға өҫтәп, түрәлеге лә, район колхоздарының ҡайҙандыр сит өлкәнән саҡыртып алынған берҙән-бер зоотехнигы булыуы, комсомол эштәрендә лә актив ҡатнашыуы, нисек кенә булғанда ла, хөрмәт уята. Оҙатып килгән Сәғитенең район түрәһенең ҡыланышына ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнеүенә лә ул ошоларҙы дәлилгә килтерҙе, ҡала кешеһе булып, ауыл ғәҙәттәрен белмәһә, үҙенсә, шулай уйнайҙар, тип уйлайҙыр инде, тип йыуатты һөйгәнен. Тик Сәғит асыулы ине.

         Дөрөҫкә сыҡты Сәғиттең һүҙҙәре… Үкенескә ҡаршы… Ноябрь байрамы алдынан комсомол етәкселәрен район үҙәгенә йыйҙылар, бик шау-шыулы йыйылыш булды. Һәр ауыл йәштәре бөтөн ғәм алдында отчет бирҙе, түрәләрҙең кәңәшен тыңланы, әрләнгәндәр ҙә, маҡталғандар ҙа булды. Әлеге Ғимран Ғәлимович Хәтирәне район етәкселәре алдында бик ҙурлап ташланы, уның етәкселегендәге комсомолдарҙың ниндәй эштәр башҡарыуын һанап үтте, башҡаларға үрнәк итеп ҡуйҙы. Ныҡ ҡыуанды быға Хәтирә, хатта был йәмһеҙ кеше лә уға хәҙер нисектер һөйкөмлөрәк булып күренде. Шунлыҡтан йыйылыштан һуң Ғимрандың комсомол эштәрен тағы ла йәнләндереп ебәреү өсөн Өфөнән алып ҡайтҡан бик файҙалы ҡағыҙҙарын башҡаларға түгел, ә тап уға ғына бирергә теләгәнен ишеткәс, түбәһе күккә тейә яҙҙы. «Яңы методика менән эште яйға һала алһаң, һине бында, районға, алырбыҙ, беҙгә һинең кеүек тырыштар бик кәрәк», – тип ебәреүе утҡа май ғына өҫтәне.

         Яңғыҙаҡ ирҙең эшселәр барагындағы бүлмәһенә эйәреп барыу ҙа, ҡыҫтап-ҡыҫтап сәйгә ултыртыуына күнеү ҙә бер ни кеүек түгел ине, инде хушлашырға тип тороп баҫҡан ҡыҙға яҡын уҡ килеп:

         – Хәтирә, аппагым, ник күрмисең, син тип жан атам бит, – тип һалмаһа егет.

         Ҡыҙ телһеҙ ҡалды. Унан, әйтелгәндәр башына барып еткәс, шаталаҡлығына барып, пырхылдап көлөп ебәрҙе. Ах, шул ваҡыт көлмәһә, саялығына барып уҫал һөйләшһә йәки этәреп кенә сығып китһә икән. Тик көлдө шул, һене ҡатып, эскерһеҙ көлдө. Ә егет быны үҙенсә аңланымы, ризалыҡ тип ҡабул иттеме, турғайға ташланған ҡарсыға кеүек, ҡорбанына ташланды. Бындай көтөлмәгән һәм әшәке һөжүмдән шаңҡыған ҡыҙ хатта ихласлап ҡаршылаша ла, ауыҙ тултырып ҡысҡыра ла алманы…

         … Шул уҡ йомала Хәтирәгә район түрәһенән яусы килде. Әсәһен шаңҡытып, атаһын ҡыуандырып, риза булды ҡыҙ. Ҡырҙа мал ҡышлатыуҙа ятҡан Сәғит белмәй ҙә ҡалды. Ауылда Хәтирәнең ҙур түрәгә кәләш булыуын бер мәртәбә, дан итеп һөйләп алдылар. 

 

Яҙмыш

        

         Шундай замандар ине. Эшләнеләр. Емертеп, ал-ял белмәй, төн йоҡоларын йоҡламай эшләнеләр. Эштән йәм, тәм таптылар. Ә иң мөһиме, уларҙы шул эшләгән, башҡарған эштәре өсөн хөрмәт иттеләр, яраттылар, ҙурланылар бит.

         Хәтирә район үҙәгендә лә комсомол ойошмаһын етәкләне. Был вазифаны уға ире түрә булғаны өсөн түгел, ә үҙенең осҡон ише янып-баҙлап йөрөүенән йөкмәттеләр. Арыу-талыуҙы белмәй, йәштәрҙең йә йыйылышын, йә концертын, йә спорт ярыштарын ойошторҙо ул, берәүһенә ятаҡ, икенсеһенә эш урыны йүнләште, берәүҙәрҙең ғаилә ыҙғышын тикшерҙе, икенселәрҙең никахына шаһитлыҡ ҡылды, берәүҙәрҙең ҡайғыһын, икенселәрҙең шатлығын бүлеште. Йәштәр уны үҙҙәренең етәксеһе итеп ҡабул итте, һүҙенә ҡолаҡ һалды, кәңәштәрен тотто. Шулай һәр бере күҙ терәп торған кеше нисек итеп, “яратмаған кешем менән йәшәйем” тип, йәш түгеп ултырһын йәки хатта моңайып, һағышланып йөрөй алһын. Юҡ, әлбиттә. Бөрөгә тулышҡан хистәрен төбөнән йолҡоп уҡ ташлай алмаһа ла, уларҙы ете йоҙаҡҡа бикләп, мәңгелек ҡараңғы зинданда һарғайып кибеүгә дусар итте. Һис кенә лә күҙ алдынан китергә теләмәгән шаян ҡарашлы һөйөклө йөҙҙө нисек тә күңеленән юйып ташларға, хәтерләмәҫкә, исемен тиҫбе тартҡандағы кеүек, ҡабатлап йөрөмәҫкә тырышты. Шунлыҡтан ауылдан килгән әхирәттәре менән дә бер ваҡытта ла уның хаҡында һөйләшмәне, тегеләре егеттең ҡара яныуы хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡанда, үҙенең етәксе, түрә ҡатыны булыуын һәм шул кимәлгә торошло икәнлеген иҫтәренә төшөрөүҙе хуп күрҙе. Йәнәһе – ундай ғишыҡ-мишыҡ бала-сағалыҡ, йәшлек мауығыуы ғына булған, хәҙер ул – оло тормош кешеһе. Ә шул ваҡытта үҙенең йөрәге семетеп-семетеп ала ине.

         Йәш ҡатыны менән ғорурланды, маһайҙы Ғимран. Оҙон үңәсле үҫмерлек ҡоронда ла, ҡолғалай һуйҙайып, бөгөлә биреп, оҙонлоғо арҡаһында салбар балағы һәр саҡ ҡыҫҡа булып күренеп йөрөгән студент йылдарында ла һәм хатта, инде дипломлы белгес булып, төрлө райондарҙа эшләгәндә лә ҡатын-ҡыҙ иғтибарынан гелән ситтә ҡала килә ине ул. Үҙҙәренә яҡынайтманы уны гүзәл заттар нишләптер, күҙ һалғандары моронон күтәрҙе, хат тапшырғандары яуап бирмәне. Хатта берәүгә яусы ла ебәреп ҡарағайны, тегенеһе, бала менән тол ҡалып ултырыуына ҡарамаҫтан, йөҙ сәбәп тапҡан булып, тәҡдимен кире ҡаҡты. Ғиллә нимәлә булғандыр инде? Уйлап ҡараһаң, шау шаҙра, сөгөн төбөнән дә ҡарасманыраҡ, сатан-сулаҡ ир-егеттәр ҙә, бынамын тигән ҡатындарға хужа булып, бала-саға үрсетеп йәшәп яталар бит? Аңламаҫһың был ҡатын-ҡыҙҙы, көнө килһә, уларға матурлыҡ та, батырлыҡ та, хатта, йәмһеҙлек тә һан түгел, әллә ниндәй, үҙҙәренә генә билгеле, йәшерен ҡылдарын сиртә алырҙайҙы тойорға тейештәр микән…

         Хәтирәне тәү тапҡыр күргәндә ул, ошо ҡыҙ ҡатыным булыр тигән уйҙы, әлбиттә, башына ла килтерә алмай ине. Һауалағы торнаға ымһына алмаған кеүек. Бары йәшлек дәрте аңҡытып, күҙҙәре тонйорап көлөп торған, үҙе терегемөштәй етеҙ, осҡор ҡыҙға тын да ала алмай тексәйеп тороуҙан үтә алманы. Аҙаҡ бергә эшләргә лә тура килде. Ҡарт егет йәш ҡыҙҙың үтә лә бер ҡатлылығын, хәйләһеҙлеген, ауыл балаһына ғына хас артыҡ ышаныусанлығын шунда уҡ аңғарып алды. Баш тарта алмай ине ул бындай затлы бүләктән. Юҡ, һис ҡасан да…

         Әле бына ҡатыны булғас, барыһын да тейешенсә ҡабул иткән, күнгән кеүек йөрөй. Күпселек ҡатын-ҡыҙ кеүек, яҙмышына буйһоноуымы әллә... әллә Ғимранды ире итеп ҡабул итеүеме? Быларын белмәй ир булған кеше һәм, моғайын, бер ваҡытта ла белмәҫ тә. Уларҙың ир-ҡатын булыуы ла түшәк бүлешеүҙән һәм уртаҡ эш хаҡында һөйләшеүҙән уҙмай. Хатта бер-береһенә тура ҡарамай ҙа бит улар. Икеһе лә, нимәгәлер уңайһыҙлыҡ кисергәндәй, ҡараштарын йәшереп өйрәнгән һәм был халәт уларҙың ғәҙәтенә инеп киткән.

         Бик йәлләй ҡыҙын Сәғиҙә. Уның  хәлен, кисерештәрен үҙе аша үткәргәндәй булып йөрөй. Йә инде, ҡыҙы ла шул бер яҙмышты ҡабатлай. Тота килеп, йән дә, тән дә тармаған әҙәм ҡуйынына инсәле! Үҙе ултырып ҡалыуҙан ҡурҡып шулай итһә, Хәтирәһе нимәнән ҡурҡты – ояттанмы? Ысынында, икеһен дә ҡатын-ҡыҙ күндәмлеге сараһыҙ итте инде. Үҙе һуң, ултырып ҡалһа, ней булған да, ҡыҙы кейәүгә сығыуҙан баш тартһа, ней булған? Юҡ шул, улар ана шулай, ояттан да, ҡурҡыуҙан да ир артына йәшеренеп өйрәнгән, унда улар, йәшен тамағына йотоп ҡанын ялаһа ла, ҡурсаулы, яҡлаулы тоя үҙҙәрен.

         Кейәүҙә булған ҡыҙҙарына ата-әсәнең йыш йөрөү ғәҙәте юҡ был яҡтарҙа. Быны ерле халыҡ өнәмәй. Килен булған ҡыҙ ҙа ата тупһаһына,  бер ауылда йәшәп тә, бик һағындырып ҡына аяҡ баҫа. Ҡанун ҡоло булған Сәғиҙә лә был тәртиптән ситләшә аламы инде? Хәтирәһенең донъяһын барып күреүгә зар-интизар булһа ла, өсөнсө айын тултырып, саҡ ҡуҙғалды. Унда ла бер-ике көн алдан күрше-тирәһенә: “Кейәү, килмәйһегеҙ, тей ҙә ҡала, ней заман торалар, ишек бауҙарының ней нәмәнән икәнен дә белмәйем”, – тип аҡланды әле. Ярай, бабайы барып, бураларын бурашты, күтәреште, һыңар һыйырҙарын ҡайғыртып, бесәнен дә тейәп апарҙы. Ысынында, кейәүҙәре лә саҡырмай тормай, теге юлы һуғылғанында ла, ҡыҙынан “килеп етһен” тигән сәләм ҡалдырып китте. Был ике ауыҙ һүҙ эсендә күпме һағыш һәм зар барлығын тоймаймы ни әсә күңеле?

         Әле ҡыҙының аш-һыу араһында сымыры ғына ҡыбырлап йөрөгәнен күҙәтеп ултырған көнө. Килеп төшкәс тә, ай йөҙлө, тығыҙ тәнле балаһының яңаҡтары тартылып, ҡобараһы осҡандай, ағарып ябыҡҡан, хатта нисектер моңһоуланып ҡалған төҫ-ҡиәфәтенән бер аҙ шаңҡып торҙо ла сеңләп кенә илап ебәргәйне. Бабайы булһа: “Дыу-у! Мәрйә ғошап олоп. Мынауынан!” – тип, киҙәнә биреп, екереп тә ебәргән булыр ине. Бәхетенә, дилбегәне үҙенә генә тотторған. Тупһаға ултырып, ҡосаҡлашып илап, күңелдәрен бушатҡас, инеп, сәйгә күстеләр. Сәғиҙә һаман һыҡтай-көлә хәбәрен теҙҙе. Әленән-әле сәйен яңырттырҙы ла, ебеп киткән танауын, тирҙән һәм йәштән сыланған күҙ төптәрен, күлдәк итәген әйләндереп, һөртөп-һөртөп алды. Ҡыҙын күреп, танһығы ҡанмай, һағыштан һарғайып барғандай төҫөнә ҡарап, үҙәге өҙөлһә лә, сынъяһау итеп донъя көтөп ятҡанына һөйөнә, бер яҡтан. Әллә балаһы булһа, әүерәү булмаҫ инеме икән, тип тә уйлай. Уйлап ҡына тормай инде Сәғиҙә.

         – Буйыңда бар мәллә, бигерәк һурылғанһың?

         – Ю-у-уҡ! – тип ҡырҡа башын сайҡай ҡыҙы, әйтерһең, бер ярамаған нәмә һорай.

         – Буһа-булыр ҙа, орлоғо Бохарала түгел дәһә, – тип ныҡыша әсә. Хәтирә һүҙҙе икенсегә бора һала:

         – Атай нисек?

         – Биреште әле ул атаң быйыл, ҡуҙғалыуы ауырайҙы сәпсим. Улай-былай булып ҡуйһа, мал да аһырап булмаһ микән, тип ҡуям.

         – Китсәле, атайға ни булһын, – тип, бындай хәлгә ышанмаҫҡа итә Хәтирә.

         – Атаң ғүмере лә  арҡыры ағасҡа бәйҙәп ҡуйылмаған. Яман күҙе менән яман һүҙе лә, суҡмар йоҙороғо ғына ҡалған инде, уларын үлем түшәгендә лә болғап ятыр ул, – Сәғиҙәгә бабайына зарланып алыуға форсат сыҡты. – Ней, Рәхимйән ситтә төптәнде, ҡайтһа ла, һалдат булып өйрәнгән әҙәм мал араһында толҡа тапмаһ...

         Уйламаҫтан, әллә ҡайҙа ятҡан ҡаланан төпкөлгә килеп, малайҙарҙың сәләмәтлектәрен, яҙыу-һыҙыуын тикшереп, хәрби училищеға йыйып алып киткәйнеләр бер йылы. Кинйәләре Рәхимйән дә эләкте шунда. Аптырашып ҡалған ата-әсәһен военком үҙе өгөтләп күндереп, сығарып ебәргәйнеләр ун дүрт йәшендә, шунан ҡойроғон тотторғаны юҡ. Уҡыуын тамамлағайны, әллә ҡайҙағы ер сигенә хеҙмәткә ебәрҙеләр, яҙған хаттары л, ай тултырып, саҡ урап килә. “Ул һөкүмәт балаһынан ней һәтеүә”, – тип көрһөнә хәҙер Сәғиҙә.

         Рәхимйән тураһында ла, башҡаһы хаҡында ла ҡояш һарҡыуға ауышҡансы һөйләшеп ултырҙылар әсәле-ҡыҙлы. Унан Сәғиҙә: “Мал килгәнсе, ҡайта һалайым, атаң быҙау-һыйыр менән маҙаланып йөрөмәһ”, – тип, өтәләнеп китте. Бәләкәй сағындалай, ат арбаһына ултырып, әсәһен ауыл осонаса оҙата сыҡты Хәтирә. Матур ғына итеп хушлаштылар. Сәғиҙә:

         – Ирҙән ирҙең артығы юҡ, шул арала ҡандай матур донъя төҙөп алғанһығыҙ, ир тапмаһа, буламы ул, түрә түрә инде, – тип, ҡыҙы алдында кейәүенең бәҫен күтәрергә лә тырышты. Өндәшмәне Хәтирә. Был хаҡта һөйләшер һүҙе юҡ уның.

         Ваҡыт тигән нәмә кешенең бәхетлеме-бәхетһеҙме икәнен һорап тормай ҙа инде. Ул, һин ни халәттә йәшәп ятһаң да, ағымын туҡтатмай икән. Яҙҙы ҡыуып, йәй килә лә, ни аралалыр уныһын көҙ алмаштыра. Шуның кеүек, Хәтирәнең кейәүҙә булыуына ла йыл булды. Былтыр ошо һалҡын буранлы ҡышта ул ат санаһына тейәлгән аллы-гөллө күпмәләр өҫтөндә ауылынан оҙатылып киткәйне. Бына тағы ҡыш килде. Көнө лә, төнө лә, бергә уҡмашып, оҙайлы бер мәлгә әйләнгән. Был миҙгелдә эш тә аҙ. Кистәрен һалҡын клубта йәштәрҙе йыйып тотоу ҙа ауырлашты. Булғандарына кино-маҙар алдынан политинформация үткәреп ала ла китапханаға килгәндәргә китаптар өләшә. Әле һуңғы көндәрҙә комсомолдарҙың Белорет ҡалаһында үтәсәк ҡышҡы ярышына әҙерлек менән мәшғүлдәр. Көн үҙәгендә, егет һәм ҡыҙҙарын теҙеп алып, урман-тауҙар гиҙеп, саңғыла йүгертеп әйләнә. Район етәксеһе, ярыш-маҙарҙы үҙе яратҡан кеше, мотлаҡ беренсе урын беҙгә булырға тейеш, тип алдан уҡ киҫәтеп тә ҡуйған. Былай әлегә тиклем һынатҡандары юҡ, моғайын, был юлы ла мах бирмәҫтәр. Тик бына Хәтирә үҙе генә һуңғы ваҡытта йүгергәндә талсығамы, хәле тиҙ бөткәндәй, тауға үрмәләгәндә лә теҙ быуындары ҡалтыранып, йомшарып киткәндәй. Әле ҡата башындай ғынанан атаһы эшләп биргән ҡалтағай саңғыларҙа, уға эйәреп, һунарға сыға ине бит ул. Һис ҡалышмаҫтан эйәреп йөрөй, бихисап саҡрымдар үтә ине. Шунлыҡтан көслө лә, таҫыллы ла булып үҫте, ауырып-маҙар ятҡаны ла булманы. Хәҙер килеп, арыйым тип, команданан сыға алмай бит инде. Урынына ла ҡуя һалыр ҡатын-ҡыҙ юҡ.

         Көтөлгән көнө лә тиҙ килеп етте. Өс саҡрым уның кеүек бешеккән кеше өсөн бер ни түгел дә, аҙыраҡ хәлемде ҡыҫа төшөрмөн инде, тип йүгереп сығып киткәйне, йөрәкһеүе булды – күңеле болғанды. Бер нисә ерҙә туҡтап, уҡшып алды алыуын, әммә старттан үҙе менән сыҡҡандарҙы күҙ күреме ерҙә ҡалдырыуға өлгәште Хәтирә. Был трасса уға таныш, йылға яры буйлап, оҙон ғына яланды үткәс, анау күренеп ятҡан тауҙы ҡыялатып буйлайһың да, аръяғы гел һарҡыуға китә. Тау түбәндәрәк, һөҙәктә, трамплиндары ла була торған. Иң мөһиме, тауҙы үрмәләү, шуға ғына хәле етһен.

         Тик саҡ ҡына көсөн самаламаны йәш ҡатын. Түбәгә етәрәк, артыҡ көсәнеүҙән башы әйләнде, күҙ алдары ҡараңғыланды. Шулай ҙа, ял итеп алыу тураһында уйлап та тормаҫтан, ул, бар хәленсә таяҡтарында этенеп, аҫҡа кәйелде. Хәҙер, хәҙер тәне хәл алыр, тип өмөтләнгәйне, киреһенсә, мускулдары бушау менән, таралып китә яҙҙы. Юлды сама менән тойомлап ҡына эйә торғас, ян-яҡта ялпылдап ҡалған ағастар алдында өйөрөлә башлағандай тойолдо. Һәм саңғысы, ел тиҙлеге менән трамплин осонан ысҡынып, һауаға атылды ла... упҡынға убылды.

         Ете ят урында иҫенә килде. Теше-тешкә теймәй ҡалтыраныуҙан. Ҡайҙандыр килгән һыуыҡ елеккә үтә. Туҡта, ул һалҡын ошо... күкрәк аҫты тәңгәленән килә түгелме? Һыңар ҡулын саҡ ҡыбырлатып, эсе тәңгәленә һуҙғайны, уны берәү эләктереп алып, туҡтатты:

         – Ярамай! Ярамай, – тине уның битенә яҡын уҡ килеп кемдер.

         Русса һөйләшә, был һүҙҙе аңлай ҡатын, ишеткәне бар. Ята торғас, өндәшеүсегә башын борҙо – аҡ косынка ябынған тумалаҡ алһыу битле олораҡ ҡатын. Күҙҙәре күм-күк... мәрйә...

         – Өш-шө-ййөм... – бының аңларына өмөт булмаһа ла, өшөү тәҡәтте ала. Санитарка, ысынлап та, аңламай уны. Шул бер һүҙен ҡабатлап, күтәрергә иткән ҡулдарын кире тартып һала ла ҡуя. Сараһыҙҙан, Хәтирәнең йәштәре урғылып сыҡты ла  күҙ ситтәре буйлап сәс араһына аҡты. Туҡтатырға тырышып ҡараны – булманы, киреһенсә, ҡалтыратып уҡ алып китте. Яндағы ҡатын ҡурҡты, ахыры, сыға һалып, кемделер саҡырып килде. Оҙон буйлы йәшерәк ҡатын инде. Инде лә олорағына иҙәп күрһәткәйне, тегенеһе сепрәккә төрөлгән боҙ киҫәген Хәтирәнең эсенән алды. Ах, шул нәмә өшөттөргән икән, эсен өткән әсетеү кәмеп ҡалды.

         – Бедная. Что с ней будет? – тип йәлләп кенә әйтеп ҡуйҙы шул ваҡыт мәрйәләрҙең олоһо.

         – Да ничего не будет, просто детей она больше иметь не сможет, – тине икенсеһе иҫе китмәй генә. Санитарка Хәтирәне сәнскеле тышһыҙ одеял менән ябып, сит-ситтәрен ҡымтыны ла сығып киттеләр. Тәне йылынған һайын, нығыраҡ ойотто, һәм ҡатын  бил тәңгәлендә нимәһенеңдер өҙөп-өҙөп һыҙлауын тойоп, йоҡоға китте.

         Кемдеңдер маңлайына ҡағылыуына күҙҙәрен асһа – ире ултыра. Ниһайәт, бер яҡын кешеһен күреү шатлығынан да, ошо хәлдә ятыуына оялыуҙан да тағы йәштәр быуҙы. Таныш булмаған, үҙен аңламаған һәм тел белмәгән ерҙә ярҙамһыҙ булып ятыу аҡылдан яҙҙыра ине уны.

         – Бөттө... бөттө, – Ғимран, ибәтәйһеҙ генә итеп, ҡатынының сәстәрен һыйпаны.

         – Ал-лып ҡайт мине-е, – Хәтирә иренә тәүге тапҡыр шулай ялбарып, ярҙам һорап өндәшә.

         –  Ҡайтырбыҙ... Ҡайтырбыҙ, аҙыраҡ һауыҡ та...

         – Нимә булған? – ҡатын йәшле күҙҙәрен иренә күсерә.

         – Нимә тип... Ауырлы булғаныңды белмәгәйнеңме ни?

         – Ау-уыр-лы?.. – Уф, кеше был хаҡта ир менән һөйләшәме ни?!

         – Баланы юғалттыҡ, һиңә операция яһанылар. Сабырлығыңды йыйып, бер аҙ дауаланырға тура килер.

 

         Ҡайтҡас, күпмелер ваҡыт үтеп, Хәтирә теге мәл дауаханала урыҫ ҡатындарының һөйләшеүен хәтерендә өйөрөлтә торғас, Даша апайҙан һорамай булдыра алманы. Инде бер ғүмер башҡорттар араһында көн итеп, үҙе лә шуларға оҡшап ҡалған апай, Хәтирәнең әйткәндәрен тыңлап, өндәшмәй ҡалды.

         – Нимә, Даша апай? Һин дә аңламайһыңмы әллә?

         – Аңлайым да... яңылыш ишетмәнең микән, тейем.

         – Нисек яңылыш ишетәйем мин, урыҫ һүҙен икенсе урыҫ һүҙе менән алмаштыра белмәйем дә инде, – йәш ҡатын ҡылтайып китә яҙҙы. – Төшөнмәһәм дә, мин урыҫсаны хәтәр шәп ятлап алам, бер ишеткән дикломацияны ла һеңдерәм дә ҡуям. Аңламайым ғына, мына...

         – Һе-е, – Даша был үткен бисәнән ҡотола алмаҫын белә һәм һәр һүҙен үлсәп кенә сығара. – Балаң... булмаҫ микән... тигәндәр.

         Ике ҡатын да тынып ҡалды. Һәр береһе үҙ уйына сумды. Ярай әле, олоһо йыуатырға һүҙ тапты:

         – Тороп тор әле, тота килеп, яҙа-йоҙа хәбәрҙән әллә нимәләр хәл итмә. Мин ошонда килен булып төшкәс, дүрт йыл тыу йөрөнөм. Нимә тип кенә сәйнәмәнеләр. Ауырға ҡалғанымды белгәс, урманда бурала ятҡан иремә барып әйтәйем тип, Ағиҙелде йөҙөп сыҡтым. Унан ана, тоҡтоң ауыҙы сиселгәйне, һанап ҡына өлгөр – һигеҙ иттем дә ҡуйҙым.

 

         Ире бошондо микән был хәлгә, әллә артыҡ иғтибарға алманымы? Хәтирәгә был аңлашылманы. Беләме ул табиптарҙың ни әйткәнен? Аңлаймы ҡағыҙҙарына ниҙәр яҙылғанын? Үҙен ғәйепле һанау тойғоһо көндән-көн нығыраҡ үҫте ҡатын күңелендә, һәм бер аҙҙан ул был йөктө яңғыҙы ғына күтәрә алмай башланы.

         –  Ғимран, – тине ул бер кис урындыҡта салҡан ятып гәзит уҡыған ире янына яйлап ултырып, – һин Биләрит враштары менән һөйҙәштеңме?

         – Нимә тураһында? – ҡапыл ғына һорауға һорау менән яуапланы ире, һәм был яуаптан уның барыһын да белгәнлеген аңланы ҡатын.

         – Балабыҙ булмаҫ микән?.. – Хәтирә моңһоуланған ҡараштарын тәҙрәгә күсерҙе.

         Ғимран да тороп ултырҙы, гәзитен ситкә һалып, ҡатынының яурынынан ҡосоп, үҙенә тартты:

         – Ҡайғырма, көҙгә мин һине Мәскәү бальнисына алып барам. Уҡыған ерем – ҡаланы беләм, таныштарым да бар.

         Өҫтөнән ауыр бер ташты һелкеп төшөргәндәй булды ҡатын. Бына бит, уның ире ниндәй аҡыллы, кешелекле. Ә ул сығып китеү уйына барып еткәйне. Хәтирә, һулҡылдап, иренә һыйынды.

         Көҙгә Мәскәү яҙманы уларға. Уларҙың ғына түгел, миллионлаған кешеләрҙең уй-хыялдарын селпәрәмә килтереп, шул йәй һуғыш башланды. Аҙна һайын ауылдарҙан арба-арба ир-егеттәр килделәр ҙә, военкомат алдында йөк машиналарына тейәлеп, ҡалаға оҙатылдылар. Йәй аҙағында уҡ ҡара ҡағыҙ алыусылар ҙа, ул ҡағыҙҙы көҙгәрәк устарына йомоусылар ҙа булды. Ир-егет ҡулынан яҙған көрәк-балталар ҡатын-ҡыҙҙар, балалар беләгенә ятты, ат башында ла, тракторҙарҙа ла, урман эстәрендә лә яулыҡ-итәктәрҙе күреү береһен дә аптыратмай хәҙер. Сыбыртҡы тотоп йөрөгән бригадир ҙа – Даша апай бит. Район етәкселегендә райком рәйесе лә, баш зоотехник булған Ғимран ҡалды ирҙәрҙән. Улар, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, ҡат-ҡат ғариза яҙһалар ҙа, тота килделәр. Сөнки тыл да  – үҙенә күрә фронт. Аҙналар буйына күрмәне ирен Хәтирә. Әле был ауыл фермаһында мал аҙығы етмәй, әле икенсеһендә һыйырҙар күтәрткән, өсөнсөһөндә  – һарайҙы йылытырға, ит, һөт нормаһын тапшыртырға. Тәүлектәр юғалып тороп, арып-йонсоп ҡайтып инеп, мунса төшөп, өҫ-башын рәтләтә лә тағы сығып юғала. Былай ҙа ҡаҡса кәүҙәһе бөтөнләй кибеп-ҡатты. Анау брезент плащын кейеп алһа,  тот та баҡсаға ҡарасҡы итеп ҡуй үҙен. Йәлләй ҙә ирен, ғорурлана ла. Ул бит ил өсөн, еңеү өсөн шулай йән аямай йөрөй. Ысын коммунист шул ул. Белмәй ҡалдырмағандарҙыр әле, совхоз унһыҙ ҙа ҡалһа нишләр?

         Хәтирә лә тракторҙар курсына  йөрөй башланы. Ул да иренән ҡалышырға теләмәй, файҙалы булғыһы килә. Яҙғы сәсеүгә төшкәндә ҡорос атҡа ултырмаҡсы әле. Шундай ҡанатлы уйҙар менән иренең сисеп киткән кейемдәрен ышҡый ине, салбар кеҫәһендә нимәлер бар һымаҡ тойолдо. Кәрәкле ҡағыҙын һыулаттым микән, тигән уйҙан ҡурҡып, керен шаптырлатып һыу эсенән һурып алып, өҫкә күтәрҙе. Кеҫәһенә ҡулын тыҡһа, ысынлап та, ҡағыҙ. Йә инде, эй, эшкинмәгән бисә! Шуны ҡарап һалһа, ней булмаған! Бәләкәйләткәнсе тәҫләнгән ҡағыҙ киҫәген ипләп кенә асып тағатып, көлдөксәгә һалды ла, өрөп киптерерҙәй булып, яҙылғандарына күҙ һалды ҡатын. Аһ, урыҫса  түгел дәһә, башҡортса, хатта... ҡатындар ҡулы менән яҙылған. Хәтирә, хәҙер инде әллә ҡат-ҡат уҡыуҙан, әллә кеҫәлә оҙаҡ йөрөтөүҙән таушалып бөткән һыулы битте тотоп, тәҙрә янына, яҡтыға күсте. Күсте лә, ҡулындағына күҙ йүгертеп сыҡҡас, урындыҡ ситенә сүгеп ҡалды. “Ҡыҫыр бисәңде ҡалдыр ҙа миңә күс, дүрт айлыҡ ауырым бар. Баш тартыр булһаң, райкомға барам, коммунистан төшөртәм” тип яҙылған ине был “документта”. Нисек инде “ҡыҫыр бисә”, нисек инде “ауырлы”? Нимә, был хат уның иренә яҙылған буламы? Һуң атыу, үҙенә булмаһа, нишләп уны алып йөрөһөн? Кемдән һуң ул? Кем яҙған? Уның ире менән... икенсе ҡатын? Булмаҫ! Мөмкин түгел... Ул бит Хәтирәнән башҡа ҡатын-ҡыҙға күҙ ҙә һалмай! Нисек инде... Ә был нимә?..

 

         Ире ялға ҡайтты, мунса төштө, ҡырынды, аш артында бындағы хәл-әхүәлде һорашты. Һәүетемсә генә һөйләштеләр. Ғимрандың арыған, талсыҡҡан төҫөнә ҡарап, үҙен-үҙе әрләне хәҙер Хәтирә. Бында кеше эт шикелле булып йөрөй, ә ул унан ғәйеп эҙләп ултыра. Донъя болғар өсөн яҙылған бер ғәйбәттән.

 Ашап алғас, ҡултыҡлашып, клубҡа юлландылар. Яҙғы сәсеү эштәре буйынса йыйылыш ҡуйылған ине. Райком етәксеһе ҡаланан ҡайтып етә алмаған, уның урынына Ғимран сығыш яһаясаҡ. Әллә нисә ауылдан йыйылған делегат ҡатын-ҡыҙҙың һорары ла, һөйләре лә күп булып, йыйылыш төн ауғансы барҙы. Әлһерәшеп ҡайтып ингәйнеләр генә, арттарынан уҡ ишек шаҡынылар. Ҡатын менән ир бер-береһенә ҡарашып алды: кем булырға мөмкин? Ғимран инде күлдәген һала башлағанлыҡтан, ҡатынына баш иҙәне – ҡара. Хәтирә, өй ишеген асып, соланға башын һуҙҙы:

         – Кем ул?

         – Мин инем. Асығыҙ әле, һүҙ бар.

         Келәне ысҡындырыуға, ишекте ҡыйыу ғына һелкә тартып асып, Һабанлы ауылы Рәйсә апай килеп инде. Был апайҙы, алдынғы доярка булараҡ, районда ла беләләр, Хәтирә лә танып тора.

         – Бә-әй, һаумыһығыҙ, Рәйсә апай түгелме? – йәш ҡатын аптырауын йәшереп йылмайҙы.

         – Тап үҙе. – Килеүсе, хужабикәне беләге менән ситкә эткәндәй итеп, өй ишегенә ынтылды. – Мин, һеңдем, Ғимран ҡустыға.

         – Ә-ә, үтегеҙ әйҙә, – Хәтирәгә апай артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы.

         Ҡатын инде, ишек төбөндә туҡтап, бер аҙ өй эсен байҡап алды ла, быймаларын һалып үтеп, урындыҡ ситенә терәлде. Хәтирә асыҡ ҡарашын ҡатынға, тегеһе ап-аҡ итеп ҡырып йыуылған буяуһыҙ иҙән таҡталарына күсерҙе. Һәр береһе, кемдеңдер һүҙ башлауын көткәндәй, тынып ҡалды. Шунан, ултыра торғас, апай, ҡапыл бөтә кәүҙәһе менән Ғимран яғына боролдо. Аһ, уныһы нимәһен, ен күргәндәй булып, ағарып ҡатҡан һуң?!

         – Нишләп өндәшмәйһең, Ғимран ҡусты? – апайҙың тауышы шундай талапсан яңғыраны, хужалар хатта юғалып ҡалды. «Нисек инде уның иренә, түрәгә, ниндәйҙер бер ябай бисә улай ҡаты бәрелә ала?» Бала саҡта ла, үҫкәс тә, ғаиләлә атаһына ҡаршы өн сығарырға ярамағанлығы ҡанына һеңгәс, эсендә ниндәй асыу ҡайнағанда ла иренә екереү йәки яуап талап итеү уның өсөн баш еткеһеҙ ҡурҡыныс хәл кеүек ине. Шунлыҡтан, Ғимрандың да, атаһы кеүек, донъя туҙҙырып, ҡыҙып китеренән ҡото алынып, ипләп кенә  ҡарашын күтәрһә, ҡайҙа ул ярһыу, иренең башы һәлберәп төшкән. Хас та эш боҙған үҫмер малай, тиерһең. Ниндәй ғәйебе бар уның был апай алдында?! Хәтирә, күҙҙәрен түңәрәкләндереп, бер ҡатынға, бер иренә ҡараны.

         – Бына шулай, иптәштәр, оятты ҡапланым да килдем. Баламды әрәм иттерер хәлем юҡ.

         – Ә... нимә булған һуң?..

         – Атаң башы буған! Минең ҡыҙға тейгән бит ирең! Бөтә ғәм шуны һөйләй, бутта, һин ишетмәй ултыраң?!

         Сайҡалып китте әллә Хәтирә, ипләп кенә арҡаһы менән мейескә һөйәлде.

         – Кит, апай, юҡтыр...

         – Юҡ булырға, ҡорһағы етешеп килә. Еңгәһе вис һөйләтеп алды, фермала ҡарауылда ҡалғанда Ғимран ағай көсләне, тигән.

         – Хат! – Хәтирәнең “келт” итеп иҫенә теге хат төштө.

         – Мин яҙҙым ул хатты, аптырағандан, – ҡатын, уфтанып, усы менән маңлайын баҫты. – Йә, нишләйбеҙ?! Берәй яры хәл итмәһәң, Ғимран, хатта әйтелгәнсә, райкомға ла, обкомға ла барам. Франтауик балларынан көлөп, көсләп йөрөй, тип фаш итәм. Аның атаһы менән ағаһы һуғышта ҡан ҡоя!

         Ҡатын ошо юғары нотала өҙөлөп, барып быймаларын кейҙе лә сығыр алдынан:

         – Бөгөн-иртәгәле көтәүелләйем дә – үҙеңә ҡарап үпкәлә, каммунис тип тормам, – тигән дәшһәтле янауын эстә ҡалдырып, ишекте япты. Хәтирә менән Ғимран шул шаңҡыуҙарынан арына алмай ултырып ҡалды.

         Ҡалған көндәрҙәге хәл-ваҡиғалар Хәтирәнең үҙе менән булманы кеүек. Әллә нишләне лә ҡуйҙы ул. Ғимрандың, күҙҙәренә йәш алып, хәлде аңлатыуына ла тыныс ҡалды, ваҡытлыса ятаҡҡа күсеп торорға өгөтләүенә лә күнде, хатта ире эйәртеп алып ҡайтҡан оло ҡорһаҡлы, бала сырайлы ҡыҙға ла бер ҡаты һүҙ әйтә алманы. Һыйырын һауып индереп, һөтөн һикегә ҡуйҙы ла, урындыҡ ситендә аңшайып ултырған көндәшенә: “Ана, сипарат аҫта, әрәм итмә, үткәреп ал”, – тип, сыҡты ла китте. Ғимран сумаҙанын күтәрешеп алып барышмаҡсы ине, уға ла: “Кит, кеше көлдөрөп йөрөмә!” – тип һеңгәҙәткәнсе әйтеп китте. Көндөҙ, теге ҡатынды алып килмәҫ элек үк, китмәне йә. Яҡтыла урамдан үтә алырына ышанманы шул, ҡараңғыға ҡалып, бур шикелле, ҡаса-боҫа ғына ташлап китте ул өйөн. Ғимран: “Был хәл ваҡытлыса ғына, бала тыуып, баш-күҙ алһа, мин уны кире әсәһенә ҡайтарам”, –  тип ураған һайын тылҡыһа ла, был йортҡа ҡабаттан аяҡ баҫмаҫын аңланы шул саҡ Хәтирә. Эте лә, бесәйе лә, һыйыры ла ҡабат уны был ихатала тап итмәйәсәк, уларҙы икенсе ҡулдар иркәләйәсәк, тәрбиәләйәсәк бынан ары.

         Район үҙәгендә генә түгел, бөтә район бисә-сәсәһе телендә улар булғандыр һуңғы мәлдә. Тегеләргә нисектер, Хәтирәгә һәр кем уның йөҙөнә төбәлеп ҡарай, йәлләй, йә аҫтыртын көлә кеүек тойолдо. Кәмһенеүе, ғәрләнеүе үҙәген өҙһә лә, ул сер бирмәне. Киреһенсә, юҡ-барға шарҡылдап көлдө, уйындарҙа таҡмаҡ әйтеп, беренсе булып шартлатып бейергә төштө, иртәнән ҡара кискәсә тракторында ер аҡтарҙы. Унан төндө көнгә ялғар сәсеү башланды. Хәтирәгә ал да, ял да кәрәкмәне, тамаҡ ялғап, трактор кабинаһында ғына серем итте лә, ҡорос атын кире ҡабыҙҙы. Бригадир Даша апай туҡтатманы ла, тыйманы ла уны, “Ир бирмәк – йән бирмәк, башҡа нимә менән баҫһын инде йөрәген”, – тип кенә ҡуйҙы.

         Сәсеүҙе тамамлағас, йәйләүгә сыҡҡан ауыл фермалары өсөн концерт әҙерләп йөрөгән мәлдә, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шыбырлап, Ғимрандың балаһы тыуыуы хаҡында хәбәр килтереп еткерҙеләр. Иғтибарға алмаған булһа ла, бер һуң ғына ҡайтып килешләй, әллә ни ғиллә менән аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре шул яҡҡа тартты ла, урлашырға килгән ҡараҡ шикелле йәшенә-боҫа өйҙәренең алғы баҡсаһына төшөп, ҡорған тартылған тәҙрәнең бер ситенән генә эскә күҙ һалды шул. Ғимран, моғайын, өйҙә лә юҡтыр, уттай ҡыҙыу эш мәлендә ҡырҙа яталыр. Теге бисә нишләгән була икән? Бала бәүетеүҙән күҙе тоноп бөткән яңғыҙ ҡатынды йәлләмәксе булып үрелгәйне, күргәндәренән, ауыҙын асып, ҡатып ҡалды. Йәй башы булыуға ҡарамаҫтан, мейес тултырып ут яғып ебәргәндәр, уныһы, ялҡындарын күңелле бейетеп, йылы бөркөп тора. Мейес алдына ултырғыстар ҡуйып, оло кәритә ултыртҡандар ҙа... бәпес йыуындыралар. Ғимрандың йөҙө! Эре һары тештәрен асып, килбәтһеҙ ауыҙы ҡолағынаса йырылған, туҡтауһыҙ нимәлер һөйләгән була. Өҫ-башы һыуланып бөткән, унда иһә эше лә юҡ, ибәтәйһеҙ ҡулдарына сей генә балаһын тотоп алған да берсә һыуға тыға, берсә өҫкә сығара. Теге әргендәк кенә бисәһе, һабын күпертеп, шул бер бармаҡ башындай ғына нәмәләрен йыуып-йыуған була.

           Ярһып илаған баланы ҡатын йүргәккә төрөп алып киткәйне, Ғимран, етеҙ ҡыланып, һыуҙарҙы түгеп инде, хатта туңҡанлап иҙәнгә түгелгәндәрен һөртөп алды ла бәпәй имеҙергә ятҡан ҡатыны ҡаршына барып, ауып китте. Кит, шуның имсәгенә ҡарап ята микән! Ары Хәтирәнең күҙәтеп торор хәле ҡалманы. Тәҙрәне онтай һуғасаҡ, йә шунда хәле бөтөп ҡолаясаҡ ине ул. Асыуынан һаҡлыҡты ла онотоп, үҙе ултыртҡан сирен ҡыуаҡтарын шаптырлатып йырып сығыуға ыңғайлағайны, баҡса тәңгәленә килеп үк, эте ләңкелдәп ебәрҙе. “Аҡтүш! Аҡтүш...” – тип танытайым тигәнсе, эстән кемдер килеп, тәҙрәгә ҡапланды. Саҡ башын алып өлгөрҙө. Ул арала булмай, хужа соландан: “Эй, кем бар унда?”- тип өндәште. Сыҡты ла осто Хәтирә. Ҡараңғыла әллә ниндәй түмһәләргә барып менде, эләгеп ҡоланы, тағы тороп йүгерҙе. Әйтерһең дә, Ғимран уның артынан ҡыуа төшкән, әйтерһең дә, хәҙер елкәһенән эләктереп ала ла таный. Ысынында, Ғимрандан түгел, үҙенән ҡаса ине ул. Баҙрап торған ут күҙле өйҙәр күренмәй, эттәр абалауы ишетелмәй башлағас ҡына, ҡатын үҙенең инде ҡасабанан күпкә алыҫлашыуын аңлап ҡалды. Төн йөҙө булһа ла, ыңғайлаған юлын таныны ул: ауылына ҡарай сыҡҡан бит. Шул асыштан тағы ла ярһып йүгерә лә, тамам хәле бөтһә, аһылдай-аһылдай атлауға күсә, унан тағы сәсәгәнсе йүгерә. Шулай йүгерә-атлай тиҫтәнән ашыу саҡрымдарҙы һанай. Ә күҙ алдында һаман шул бер күренеш: бала тотҡан Ғимрандың бәхетле йөҙө. Эш өҫтөндә тимәгән, йоҡларға өйөнә ҡайтҡан бит әле. Етмәһә, ғүмерҙә күрелмәгәнсә, ир башы менән бала ҡойондороп йөрөй. Һыуын түгә, иҙәнен һөртә. Ул бит һуң, ике йылдан ашыу ҡатыны булып йәшәп тә, ундай Ғимранды белмәне. “Һинһеҙ йәшәй алмайым, бары ла мөхәббәттән булды”, – тип инәлеп-ялбарып күндергәйне бит кейәүгә сығыуға ла теге хәшәрәт хәлдән һуң. Үҙ-ара саҡтарында ла “жаныйым” тип кенә торҙо, хатта ошо ҡыҙҙың ауырлы булыуы асыҡланғас та: “Саҡ ҡына түҙ, һинһеҙ миңә тормош юҡ”, – тип ялбарҙы, аулаҡта һағалап, күрешеү эҙләп аптыратты. Әле, балаһы тыуғас, донъяһын онотҡан. Шул саҡ Хәтирә өйҙәренә килеп инһә лә, танымай, кем икәнен аңламай торор ине. Бөтә аңын, ғаләмен ҡулындағыһы биләгән ине. Бәхетле ине ул! Нисек кенә ышанғыһы килмәһен, нисек кенә әсе булмаһын, тойомлағаны хаҡ – Ғимран әлеге ҡатыны һәм балаһы менән бәхетле. Ә ниңә әсенә әле Хәтирә? Үҙен көскә тотоп йәшәтте, иркә-наҙҙарын күҙ йомоп ҡабул итергә өйрәнде, донъяһын күтәрә һуғып сығып китеүҙән саҡ тыйылып ғүмер итте түгелме һуң? Таң яҡтырыр-яҡтырмаҫтан уянып, килер көнгә әҙерләнде, кис төшөүгә, һағайып, төндө көттө. Теләктәрен тыйҙы, быуҙы, башын эйелергә, күнергә мәжбүр итте. Йөрәгенең төбөндә һурып алмаҫлыҡ булып тамырланған ғәзиз һынды ла оноторға маташты. Һәм булдырғайны кеүек тә һуң? Тик Хоҙай Тәғәлә бына ошолай итеп үҙенсә хәл итте лә шул әҙәмдең ҡатыны булыуҙан ҡотҡарғайны түгелме уны? Бына ул азат, ирекле ҡош кеүек, хатта төн йыртып йөрөп ята, ҡырын ҡараған кеше юҡ. Ниңә улай тулай йәне, ниңә һыҡтай бынау күкрәк тәңгәле? Тапалған ғорурлыҡтанмы? Улай тиһәң, ул ғорурлыҡ күптән саң араһында лаһа. Кәмһенеүҙәнме? Кәрәкһеҙлегеңде, яңғыҙлығыңды тойоуҙанмы?

         Таңдан алда барып төштө Хәтирә ауылына ауышҡан тау итәгенә. Һаман мейеһен быраулап шаулатҡан уйҙар шауҡымынан арына алмайынса атланы ла атланы, битенә, беләгенә тал-сыбыҡтың әсеттереп һуғыуын да, балтырҙарын ҡара кесерткән көйҙөрөүен дә тойманы. Шаптырлап һыуға барып ингәс кенә туҡтап ҡалды. Аһ-һ! Йылғаға килеп төшкән бит. Туфлийы-ние менән шаршыла баҫып тора. Һалҡын ағым ҡурып алып, аҡылына ҡайтарҙымы, ҡатын, ярға сығып сүгәләп, түңәрәк зәңгәр шарҙың аҡһыл нурҙары аҫтында ап-асыҡ булып шаҙраланып ятҡан ағымға ҡарап ҡалды.

         Шаршы! Бетерә шаршыһы... Уны ошо ерҙә тыуҙырған, үҫтергән йылғаның  йүгерек бөҙрә тулҡындары. Кендеген ҡырҡҡас, уны ошо шаршы һыуында ҡойондорғандар, йәне сығып осҡан тәнен дә ошо уҡ шаршы һыуы менән паклап һаласаҡтар. Нисә быуат, нисә быуын ошо ер халҡы шулай иткән. Нисә быуат, нисә быуын ошо йылға һыуын һыулағандыр, зар-ҡайғынан йәки яҙмышында яуап эҙләп ошо шаҙра ялтырауыҡтарға төбәлгәндер. Хәсрәтемде ағын һыу алып китһен тип, серҙәремде шаршы тыңлаһын тип, яр ситенә килеп ҡолағандыр. Шаршы!.. Алып китһәңсе уның да зарҙарын! Йәнен иҙгән, йөрәген талаған хәсрәттәрен ағыҙһаңсы... Ниңә өндәшмәйһең? Танымайһыңмы әллә? Һиндә, ошонда, итәге менән селтей һөҙөп, ҡырсынташтарыңды йыйып уйнаған үҙең кеүек йүгерек, тиктормаҫ ҡыҙсығыңды оноттоңмо ни? Нәҙек бармаҡтары менән ҡомоңдо тырнап алып, ҡомған ялтыратҡан көләкәс үҫмер ҡыҙҙы хәтерләмәйһеңме? Итәк бөрөп, ҡолас ташлап кер сайҡаған сая ҡарашлы, үткер телле һылыуыңды иҫләй алмайһыңмы? Уның, эшен бөткәндән һуң, әлегеләй шаршыңа ҡулын тығып, сер-хыялдарын һөйләүен, теләктәр теләп, бит-ҡулын сайыуын,  йылға һыуы эсемгә бармаһа ла, һине үпкәләтмәҫ өсөн, услап, һыуыңды уртлауын, ризалығың өсөн таш араһына зыңҡылдатып баҡыр аҡса ташлауҙарын онота булдыңмы?.. Юҡтыр... Ана бит, һалҡынлығыңдан, яйлап, ҡыҙыңдың томаланған аңы асылды. Йөрәгендәге ҡара көнсөллөк аҡ беләктәре, нәфис бармаҡтары аша һурылып сығып, ағым йүгеректәрендә ирене, үҙен йәлләгән, кәмһеткән бахыр уйҙары таралып, ғорурлығы уянды. Йән инде уға, сәм менән ғәм өҫтәлде. Зәңкеп туңған ҡулдарын һыуҙан алып, туҙып ялбыраған сәстәрен һыйпап рәтләне лә, яйлап ҡына ҡалҡынып тороп, итәгенә һарылған ҡырсынташтарҙы ҡағып төшөрҙө һәм тамам тынысланған, хатта, бөтөнләй бушанып, туғарылып ҡалғандай булып, ауылға сыҡҡан тыранса баҫмаға ыңғайланы.  

         Беләгенә һыңар биҙрәһен элеп алып, ауыҙын ябып иҫнәп, йыбанып ҡына ялан кәртәгә ыңғайлаған йоҡоло әсәһен тертелдәтеп, “ялп” итеп артҡы ҡапҡанан килеп инде Хәтирә.

– Һаумыһың, әсәй!

Ҡыҙын таныған Сәғиҙә, быға тиклем ишеткән-белгәндәрен эсенә йыйып түҙеп йөрөгән булһа, әле килеп, ғәзиз балаһы күҙе алдына килеп баҫыуҙан күңеле тулып, буҙлап илап ебәрҙе. Бигерәк йомшаҡ инде әсәһе, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла йөҙ һыуы менән йыуа торған кеше.       – А-ай, ниндәй ҡайғың бар? – тас атаһы булып өндәште ҡыҙы, уның  һүҙҙәре менән. Йомшаҡлыҡты яратмаған Саҙрытдин ҡарт ҡатынының күҙе дымланғанда шулай тип бурылдап ҡуя торған.

         – Эй, аллам, балаҡайым, көйөп-янып ҡына көн итеп ятаңмы-ы? – Сәғиҙә биҙрәһен шалтыратып төшөрөп ебәреп, үсеккән бала кеүек, шундағы бүкәнгә сүгәләп, мал араһына кейгән керле алъяпҡыс итәге менән күҙ-битен һыпырҙы. – Ы-ы-ыһ... Баламды... Ҡороғор! Йөҙө йөҙтүбән киткер, түпәһе уйылғыр абышҡа! Алма кеүек баламды әрәм итте... Бер эрәхәт күрмәһен, әйҙә, сәнселгер!

         Хәтирә әсәһе йәнәшенә – бүрәнә осона терәлеп, әйтер, йыуатыр һүҙ тапмаҫтан, тынып ҡалды. Быуаһы йырылған Сәғиҙә, һаман буҙлай-һамаҡлай яттан әрләп, күңелен бушатты:

         – Дастуйный ирҙәр һуғышып ятҡанда, был ней, күте ҡорттаған нәмә, бисәләр күҙҙәгән инде! Йәлсемәгер! Бүре йыҡҡы-ыр, әҙәм ишетмәгәнде ҡыланып – ҡатын айырып! Бисәнән бисәнең артығы бар тей микән, нишана?! Һуғышҡа ебәреп, кәрен ҡайтартыр кәрәк...

         Шул ваҡыт был тамашаны ҡапыл туҡтатҡан бер хәл булды: солан ишеге эстән дарһылдата төртөп асылды ла, тотҡа-йоҙаҡтары зыңҡылдап, таҡта ҡоймаһына бәрелде. Ишек ауыҙында таяғына таянып, һөҙөргә әҙерләнгән үгеҙ ише аҫтан ҡарап, Саҙрытдин ҡарт тора ине. Бына ул туҡылдап алға ынтылған таяғы артынан, калушлы аяҡтарын шылдыра-шылдыра, һикәлтәнән төшә башланы. Бабайының холҡон белгән Сәғиҙә, тиҙ генә аунап ятҡан биҙрәһен эләктерә һалып, танауын мышҡылдата-мышҡылдата, һыйырҙарына йүнәлде, Хәтирә иһә атаһына ҡаршы атланы.

         – Атай... нихәл?

         Бабай, ҡыҙын күрмәгәндәй булып үтеп китеп, әле генә ҡатындар буҙлашҡан бүрәнәгә терәлде лә, таяғын ҡолатып һалғас, ауыр ҡарашын күтәрҙе:

         –Шәппеҙ.

         Тынып ҡалдылар. Хәтирә атаһы алдында ни тип аҡланырға белмәне. Ғәйепләйме икән Саҙрытдин ҡыҙын, әллә башҡамы уның фекере?

–Ништәйең, күсеп ҡайтаңмы?

–Юҡ.

–Ҡалайтаң?

– Мин, атай, Биләриткә эшкә сыҡмаҡсымын.

– Ҡасан?

– Бөгөн ял итәм дә дүшәмбенән ғариза яҙам.

– Һе. 

Аҙаҡ, өсәүләшеп сәй эскәндә лә, ҡаралтыларын сығарып элеп, һыпырып донъя таҙалап сығып,  киске ихата сиҙәмендә туҡмас ашағанда ла, ҡарт был һөйләшеүгә әйләнеп ҡайтманы. Бары икенсе көн һары таңдан ҡыҙын алып барып ҡуйып, ҡайтырға тип арбаһына кире менеп ултырғас ҡына, көрһөнә биреп:

–Дә-ә, йыйын урыҫ араһында еңел булмаҫ... – тип ҡуйҙы.

Хәтирә бары кисә генә атаһының ауыр ҡараштары аҫтында башына килеп әйтеп өлгөргән хәбәренән кире ҡайта алмай ине инде:

–Урыҫ та кеше инде, ашамаҫтар әле.

– Айыуҙан ҡурҡма, кешенән ҡурҡ тигәндәй, әҙәм башын әҙәм ашай торған көндәр... Аңғарып, һин анда.

Атаһы артынан ҡарап тороп ҡалды ҡыҙы. Ҡартайып, бәләкәсәйеп ҡалған икән. Әсәһе дөрөҫ әйткән – ҡартайған атаһы.

Атаһының знакумына көн һарҡыуға ғына килеп инде Хәтирә. Ауылдан һөт алып сыҡҡан алама машина, юлда ҡырҡ боҙолоп, Ҡағыға саҡ килеп етһә, һөт феләктәре араһында ҡыҫылышып килгәндәр ҡара саңға батты. Унан ҡалаға тиклем атына ла, машинаһына ла эләгеп-һарҡып килеп, төшөп ҡалды. Знакум тигәндәре – башҡорт ул, Һатыбал ағай. Уны ниңә “знакум” тигән булалыр инде атаһы, урыҫ шикелле итеп. Ҡатыны ла үҙҙәренең яғынан – Файза еңгә.

Һатыбал ағай ҙа, ҡала урыҫтарынан күрмәксе, бәйгә ҡуйып, ажғыр эт тота. Уныһы хужанан башҡаны ҡан дошманы күреп, һәләгәйҙәрен ағыҙып ябырыла ла ҡуя. Бәйе генә тота хашшаҡты, ысҡынып китһә, ашамаҫ тимә. Быны белгән Хәтирә күн сумкаһы төбөнә мөнйөлгән тауыҡ һөйәктәрен гәзиткә төрөп һалып алған инде. Юлға сығыр алдынан уҡ уйлаған ул быны. Әле ҡапҡанан ингәс тә, татлы еҫен юғалтып өлгөрмәгән һөйәктәрҙе сабырһыҙланып оянан килеп сыҡҡан маъмай алдына ырғытты. Ят әҙәмде күреүҙән үк күҙе аларып өлгөргән януарҙың асыуы һыпырылып төштө лә ҡуйҙы. Аҙау тештәре араһында һөйәктәр сатыр-сотор итеп кенә ҡалды ла, теге, ҙур ялбыр башын әле был, әле икенсе яҡҡа ҡыйшайтып, ымһынған бала ҡарашы менән әле генә өҙгөләп ташларға уҡталғанының бер битенә, бер ҡулдарына төбәлде. “Йә, тағы нимәң бар?” – ти ине мәхлүктең теремек күҙҙәре. Ошондай дәү ялбыр ғифриттың бер ҡатлылығынан көлөп ебәрҙе Хәтирә. Инде лә зыян итмәҫен аңлап, яҡын уҡ килеп, ҡулын һуҙҙы. Эт баяғы тәмле һөйәк еҫе килгән  ҡулды “ялп-йолп” иттереп ялап та ебәрҙе. Ҡатын уның йөнтәҫ маңлайынын һөйҙө лә муйынын ҡыҫҡан ҡайыш аҫтын ыуаланы. Тамам ирене маъмай, башын үргә сөйөп ирәйеп үк китте. Шул мәл өйҙән сыҡҡан берәү быларҙың тыныслығын бүлде. Файза еңгә икән. Оло ҡатын солан ишеген йоҙаҡлап, әйләнеп баҫты ла, эт эргәһендәге кешене күреп, тертләп китте:

–Ай, әттәгенәһе! Кем икән, тиһәм… 

– Файза апай, мин был, Саҙрытдин ҡарттың…

– Таныйым! Әллә танымай тора тейеңме?  – хужабикә йоҙаҡтарын кире асып, солан ишеген эскә төртөп ебәрҙе. – Эт менән торғасың ғына ҡурҡтым ҡапыл. Ялбыр, ней, беҙҙең ят кешене яҡын да ебәрмәй бит ул, шундуҡ тауыш бирә торғайны. Әйҙә, ин!

Ике ҡатын эскә үтте. Файза ҡысҡырып һөйләй-һөйләй алдан атланы. Әллә нишләп шарылдап һөйләшә ошо апай, ҡолаҡҡа ҡаты тиһәң, ишетә кеүек.

–Төнгә китергә сығып барам! Аҫтағы Сашаға эләгеп китәм! Сәрмән диттумында төнгө  нәне булып йөрөйөм! Ағаң алынғас, сыҡтым, тамаҡ аҫырар хәл кәрәк бит!

– Һатыбал ағайҙы ла алдылармы ни? Оло ла инде…

– Алдылар! Алмай… Унан олораҡтар ҙа китеп бөтөп бара. Тора-бара сәпсим бисә-сәсә лә бала-саға ғына ҡалып бөтөрбөҙ инде. – Ҡаҙан ситендә ҡырын төшөп ятҡан самауырын, һыңар ҡолаҡсаһынан һөйрәп алып, усаҡ алдына ҡуйҙы ла “ялп” итеп ҡунағына ҡарап алды. – Һинеке лә шундалыр?

Бындай һорауҙы көтмәгән Хәтирә ҡыҙарып китте. Ул быға саҡлы ла иренең һуғышҡа алынмағанынан оялып йәшәне, барыһы ла сәбәбен белеп торһа ла, үҙен кәм итеп тоя, йәшерен генә ғәрләнә ине. Әле килеп, унда бер эше лә юҡ та кеүек, әммә барыбер оят ине.

–Юҡ… Ул брондә.

– Ә-ә…– хужабикәнең ҡарашында ниндәйҙер ышанмаусанлыҡ билгеһеме әллә, миңә барыбер, былай ғына һорайым, тигән уймы сағылып ҡалды. Шулай ҙа ул был хаҡта һүҙ ҡуйыртманы. –Мына, самауыр ҡуйырың!Анау йәшшиктә икмәк менән шәкәр бар! Мин сыға һалайым, атыу ҡороғор урыҫ көтмәй китеп барыр!

Ҡабаланып ишеккә ыңғайлаған ҡатын ҡунағының соланда ултырып ҡалған оло төйөнсөгөнә иғтибар иткәс, ҡайырылып өндәште:

–Ҡуна ҡалаңдыр бит?

Хәтирә тағы албырғаны:

–Файза апай, мин… эш эҙләп килдем.

– Аһ! Ул нисек һине алайтып сығарып ебәрҙеләр? Ирең…

– Ирем менән түгел мин, бер үҙем генә.

Ҡатындың ишеткәненән бер генә һирпелеп ҡарап алды ла сығыуға ынтылды:

–Ярай, иртән һөйләшербеҙ!

Хужабикә артынан ишек ябылғас та, самауырға тотонорға ынтылманы Хәтирә. Хәле сәй эсерлек түгел. Эсе бошто. Ят ҡаланан, ят донъянан, ят йорттан ятһыраны. Кемдәрҙер күҙәтеп торған һымаҡ, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыуаланды. Тәҙрәләр араһында, урамдан үткән-һүткәндәрҙе күҙәтеп йөрөп, ҡараңғыны ҡуйыртты. Инде тыш күренмәй башлағас, ут тоҡандырып тормай ғына, апай күрһәтеп киткән карауатҡа урын йәйеп ятты. Унда ла күҙе өйрәнгән ҡараңғылыҡҡа төбәлеп, ни уйларға, ни буҙларға белмәй, шаңҡып ҡалды.

 

Михнәт

 

         Ҡояш төшлөккә күтәрелгәс кенә ҡайтып ингән Файза апай бер аҙ серем итеп алғас, сәй эстеләр ҙә картуф утарға сыҡтылар. Бығаса йәй башында уҡ уталып күмелгән булһа ла, дымлы урман тупрағында ҡый, сәскән ише, күпереп ҡалҡып килә. Йолҡоуға ла йомшаҡ былай, көсәнмәй генә услап алып, өйә барҙылар. Хәтирәнең һөйләгәндәрен ҡолаҡ ситенән үткәреп, үҙ башындағы хәсрәттәре эсендә йөрөүен аңғарған Файза, бил яҙмаҡ булып, тороп баҫты:

         –  Эш, ней, хәҙер күп инде… Ниндәйерәген ҡарамаҡсыһың?

         Хәтирә лә башын ҡалҡытты:

         – Ҡалайы ла барыр ине.

         – Шуға уйлап йөрөйөм әле, һин йәш кеше, үткенһең, сосһоң, беҙҙең диттумда, ана, прамтауар кәрәк, тейҙәр. Элеккеһе ир ине, һуғышҡа китте.

         Хәтирә бер аҙ ҡаушап ҡалды:

         – Прамтауар нимә була ул?

         – Диттум балларына кейем-һалым, аҙыҡ-түлек алып килә торған нәмә. Нишәйек? Иртән тәүәкәлләйекме әллә? – Файза тупраҡлы устарын ҡаҡты ла бөйөрөнә таянды, йәнәһе, эште хәл итеп тора.

         – Әллә һуң… алһалар.

 

         Уҡыу йылы башланырға торғанда, ризалыҡ белдереп килгән һәр кемде алырлыҡ хәлдә ине детдом етәкселеге. Ярты сәғәттәй һөйләшеүҙән һуң, документтары менән кабинеттан кабинетҡа йүгертә лә башланылар. Директор ҡатын бары тик руссаһының насар булыуына ғына ауырһынды бер аҙ, унан йәш кешенең тиҙ өйрәнеүенә өмөтләнеп, ҡул һелтәне.

         Әҙәм башҡармаҫтай хеҙмәт бармы ни? Төн йоҡоларын ҡалдырып ултырһа ултырҙы, тәртибенә төшөндө барыбер Хәтирә. Кәрәкле терминдарҙың руссаһын, дикламация кеүек итеп, ятлап алды. Килоларҙы, хаҡтарҙы, килем-китемде һанап сығарыуға оҫтарҙы. Тәбиғи зирәклеге, бер ҡарауҙан отоп алыу, хәтерҙә ҡалдырыу һәләте ҡотҡарҙы тағы. Белгәнен белгәнсә, белмәгәнен башҡортсалап һөйләп булһа ла аңлатты. Көлөп ҡуйһа ҡуйҙы урыҫтар, бороп сығарманы. Тиҙ арала етеҙлеге, ҡушылғанды еренә еткереп, емертеп башҡарып ҡуя белеүе менән хужаларҙың ихтирамын яулап өлгөрҙө. Ышаныстары артҡан һайын, яуаплылыҡ та ҙурая барҙы. Бер ярты йыл тирәһенән Өфөнән ҡайтарыла торған тауарҙы ла үҙе ташый башланы.

         Ҡыш уртаһында, аталары фронтта булып йәки ҡара хәбәре килеп, әсәләре йә үлеп, йә аслыҡтан миктәп ҡалған балаларҙы тағы бер оло төркөм итеп йыйып алып килделәр. Араларында Хәтирәнең яҡташтары ла аҙ түгел. Шуларға ҡарап эсе өҙөлә ҡатындың. Йәшәгән бүлмәһе лә хәҙер ошонда булғас, кистәрен халыҡтан йыйып алынған йөндө иләп-сиратып, ойоҡ-бейәләйҙәр, күкрәксәләр бәйләй, ҡыҙ-ҡырҡынды өйрәтә. Тегеләре лә апайҙарына эҫенеп алды. Йоҡо мәле етеүгә, ҡыуып ебәрә алмай аҙаплана хәҙер.

         Килгән балаларға Өфө тегеү фабрикаһына һырмалы фуфайкаларға заказ биргәйнеләр, аҙна башында  йөк машинаһы менән шуның артынан сыҡтылар. Кабинала махорка борхотҡан дядя Костя эргәһендә төтөнгә ыҫланып, уның ҡауылдағанын тыңлап-тыңлай ойой биреп, юл йөрөп тә бешекте. Әле лә шул хәл. Ауыҙ ситендәге махраһын һелкетә-һелкетә, машина геүен еңергә тырышып, ҡарылдап хәбәр һата ҡарт шофер. Хәтирә уның әлеге тарихын ике-өс ҡат тыңлаған, шуға иғтибарһыҙ ғына йоҡомһорап килә.

         Төк-төк фуфайкаларҙы складтан һанап алыуға, уның ҡағыҙҙарын тултырыуға ярты көн китте. Ҡабалан ғына сталауай ашап алып, тағы ҡуҙғалдылар. Яҡты күҙҙә тау араларын үтә һалырға, тип. Юлда Белорет баҙарына симешкә һатырға китеп барған өс мәрйәне ултыртып алдылар. Юл хаҡына һәр береһе берәр биҙрә көнбағыш бирә – насармы ни? Балаларға кистәрен бер өмәләп ултырып сирырлыҡ. Мәрйәләр, иртәгәһен буласаҡ баҙарға барып ятмаҡҡа тип, кисләтеп сыҡҡандар икән. Улар менән алыш-биреш итеп, төшөрөп ҡалдырҙылар ҙа, һуң булһа ла, отчет менән райсоветҡа туҡтанылар. Тәртибе буйынса, тауар бындағы тикшереүселәр тарафынан ҡат-ҡат һаналып, ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйылырға тейеш. Өйҙәренән саҡыртып алдырылған ике ҡатын, ҡысҡырып һанай-һанай, фуфайкаларҙы бер тауҙан икенсеһенә өйҙө, унан өсөнсө ергә күсереп шутланы. Тик, ниңәлер, һандар теүәл сыҡманы. Өсөнсө тапҡыр һанағанда ла алты фуфайка тулмай аптыратты. Ахырҙа, сисенеп ташлап, Хәтирә лә ҡушылды. Тағы ике ҡат һананылар – тулмай. Тулмай! Һанаусылар, инде ҡурҡышып, тауар алып ҡайтыусыға төбәлде: ҡалайтабыҙ?

         – Тулырға тейеш! Унда ла әллә нисә кеше йөҙ ҡат һананы, – тип, эсендәге ҡалтырауын баҫырға тырышып, ҡабаттан өйөмдәргә тотондо ҡатын. Тик нисә генә осона сыҡһалар ҙа, шул алтауһы етмәне. Тамам арыған ҡатындар өҫкә хәбәр итергә мәжбүр булды. Бер сәғәт эсендә ҡала-район кимәлендәге детдомға бәйле булған бар етәкселәр ҙә йыйылды. Әллә нисә пар күҙ ҡарап тороуы аҫтында тағы өс ҡабат һананылар ҙа документтар буйынса акт  төҙөнөләр. Хәтирәгә текәлеп-текәлеп ҡарап ҡуйһалар ҙа, артыҡ һүҙ ҡуйыртып тороусы булманы. Тамам арып-алйып сығып, машинаға ултырғанында, дядя Костя ауыҙынан шайығын ағыҙып тороп хырлай ине инде. Ишек тауышына ул башын ҡалҡытты, ауыҙ-тирәһен һөртөп алды:

         – Ҡалай оҙаҡланың, – тип мығырланы асыуһыҙ ғына.

         Ҡатын ауыр итеп көрһөндө:

         – Алты куфайкы тулмай, дядя Костя, ней булыр – аптырайым…

         Шофер яңы уянды:

         – Нисек тулмай?! Ҡайҙа булған?

         – Белмәйем. Юҡ, тулмай.

         Йәш ҡатын менән ҡарт урыҫ текәлешеп ҡалды. Шунан бер ауыҙҙан ҡысҡырып ебәрҙеләр:

         – Симешкә һатыусылар!

         – Вәт, мискәләр! Суҡынғандар! Мин уларҙың… – тип ҡатлап-ҡатлап һүгенде ҡарт.

         Хәтирә иһә бөтөнләй бәлшәйеп төштө. Өс биҙрә симешкәгә алданып, ҡандай хурлыҡҡа төштө!

         Ҡалған юлда икеһе лә ҡаты уйҙа булды. Иптәше ни кисергәндер, Хәтирә, ҡайтып еткәс, директорға бөтәһен дә аңлатып, асыҡлыҡ индереренә ныҡ ышанды. Хәҙер ул барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирер, уны тыңларҙар.

         Детдом территорияһына килеп ингән машинаны хәрби кейемдәгеләр ҡаршы алды. Һаман да әле хәүеф тоймаған ҡатын кабинанан сығып баҫыуға, йүгерешеп килеүсе директор менән бер нисә тәрбиәсе күренде. Хәтирә лә уларға уҡталғайны ла, ҡаршыһына килгән хәрбиҙәр уға урынында ҡалырға ишараланы. Был ни хәл? Нимә булып киткән бында? Шулай уйлап та өлгөрмәне, бер хәрби килеп, йөҙөнә туп-тура ҡарап, сатнатып һалды:

         – Гражданка Ишмөхәмәтова, Совет власы милкен юғалтҡан өсөн һеҙ ҡулға алынаһығыҙ! Ҡағыҙҙарығыҙҙы тапшырығыҙ ҙа беҙҙең машинаға үтегеҙ! – тип, ҡойма буйында ултырған ҡара УАЗ-икка эйәк ҡаҡты.

         Ишеткәндәренән баҫҡан ерендә таш булып ҡатты ла ҡуйҙы ҡатын. Ни һүҙ әйтә, ни ҡыбырлай алманы. Уның хәлен күреп торған НКВД-шник директорға ҡул иҙәне, йәнәһе, кил, ал. Директор ҙа ҡамыр хәленә ингәйне. Яй ғына атлап килеп, Хәтирәнән ҡағыҙҙарҙы алды. Икеһенең шаңҡыған ҡараштары осрашты. Оло ҡатын ҡағыҙҙарҙы алғанда ипләп кенә йәшенең ҡулын һыйпаны. Йәлләүе лә, сараһыҙлығы ла, ҡурҡыуы ла ошо бер ҡағылышта ине уның.

         Хәтирәне алып киттеләр. Ике яҡтан ике конвой менән. Бар ғәм алдында. Хас та халыҡ дошманы кеүек итеп. Уның иң ҡото осҡаны  ихатала аңшайышып ҡарап ҡалғандарҙың уны ана шул халыҡ дошманы, тип уйлауы ине. Эстән: “Юҡ! Марина Григорьевна! Файза апай! Галя! Сания! Мин халыҡ дошманы түгел!”  – тип асырғанды ла, тик ауыҙын ғына аса алманы.

         Уны шулай күҙҙәрен киң асып ҡатҡан хәлендә бер һаҡтан икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә тапшырҙылар. Һәр бер һаҡ, шатыр-шотор килтереп, тимер ишектәрҙе асып индерҙе. “Стой! Иди! Стой! Иди!” тигән бойороҡтар, мейеһенә үтеп инеп, аңын томаланы. Инде уйлай ҙа алмай ине ҡатын. Һуңғы һаҡсы уны халыҡ менән шығырым тулы булған камераға төртөп индерҙе лә артынан, салтыратып, йоҙаҡ һалып та ҡуйҙы. Ишек тупһаһынан ары китә алмай, устарын күкрәгенә ҡаушырып ҡыҫҡан килеш, ҡарашын күтәрә лә алмай тора бирҙе шунда. Эстәгеләрҙең барыһы ла уға төбәлгән кеүек ине. Уны тикшереп, баһалап ҡарап тораларҙыр, һәр береһе ниндәй ғәйеп менән килеүен беләләрҙер кеүек тойолдо. Ояттан үлеп булһа икән! Ниңә шунда, теге мәл, трамплиндан һикергәндә, балаһы менән ҡуша үҙе лә үлеп кенә ҡуймаған? Тора торғас, аяҡтары талды, ҡурҡыу ҙа хәлен ныҡ алған. Ни булһа ла булыр тип, ипләп кенә күҙен күтәрһә… уны күргән дә әҙәм юҡ әллә? Оло камера шығырым тулы ҡатын-ҡыҙҙың һәр ҡайһыһы үҙ мәшәҡәте менән мәшғүл. Берәүҙәре оҙон өҫтәл артында, тимер көрөшкәләрҙән нимәлер эсеп, тын ғына үҙ-ара гәпләшә, икенселәре, өйкөм-өйкәм булып, иҙәндә ултырған килеш, баш терәшеп тигәндәй үҙ-ара серләшә, өсөнсөләр үҙ уйҙарына батҡан, кемдәрелер алам-һаламға төрөнөп ятып тора. Ишеккә яҡыныраҡ ултырған бер ҡарасман ҡатын, шулай ҙа, иғтибар иткән икән. Хәтирә уның яғына башын бороуға, эргәһенә әйҙәп күрһәтте – кил, ултыр. Аяҡтарын саңғы шылдырған кеүек итеп саҡ шылдырып килеп ҡоланы тегенең янына.

         Күңеле килгәндән түгел, ә шулай һеңдерелгәнгә, көсәнеп, сырайын яҙып шыбырланы:

         – Һаумыһығыҙ…

         Сикәләре эскә батып, күҙҙәре өңөрәйгән ҡатын унан ун-ун биш йәштәр тирәһе өлкәндер. Ирендәре ярғыланып ҡанап, шул һыҙыҡтарында ҡандары уҡмашып тора.

         Ҡатын сәләмде ҡабул итеп яуапламаны, бары тик баш ҡаҡты ғына. Унан яйлап ҡына Хәтирәнең йөҙөн, кейемен, ҡулдарын текәлеп ҡарап сыҡты. Шул ҡәҙәр ҙә зарлы ҡарашты күргәне юҡ ине әле уның. Ҡаҡса йөҙөнә һап-һары һағыш уйылған да ҡуйған. Ул күҙ алмаларынан түгелеп, эргә-тирәне тулыһынса хәсрәткә күмгәндәй. Хәле минекенән дә ауырыраҡ кеше бармы икән ни, тип уйланы Хәтирә.

         – Исемең нисек? – ниһайәт, яңы танышы телгә килде.

         – Хәтирә…

         – Мин – Сара. Нимә өсөн?

         – Өфөнән алып ҡайтҡан тауарым тулманы. Уларҙы минән симешкә һата барған мәрйәләр урланы, беҙ…

         – Кәрәкмәй. Һөйләмә уныһын. Берәүгә лә һөйләмә. Допроста бигерәк тә.

         Хәтирә аңлай алманы, Сараға эйелә биреп шыбырланы:

         – Нисек инде? Алайһа, ҡалайтып аҡланам?

         Сара әсенеп кенә йылмайғандай иткәйне, бөтәшә барған яраһы йыртылып, тағы ла ҡаны күренде:

         – Бында эләккәс, һине берәү ҙә аҡламаясаҡ. Улар һинең ғәйепле булыуыңды иҫбат итәсәк кенә. Һәм ни тиклем тиҙерәк улар теләгәнсә һөйләй башлаһаң, ыҙаларың шул тиклем йәһәтерәк үтәсәк.

         – Ҡалай ул? – Хәтирәгә Сараның һөйләгәндәре ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша барғандай тойола.

         – Аңларһың. Мәле етһә… аңлатырҙар.

         Артабан һөйләшмәнеләр. Һәр кем үҙ уйына сумып, шул урындарында һеңгәҙәп ултырып, эңерҙе ҡаршыланы.Ҡараңғылыҡ ҡуйырып, күҙгә төртһәң дә күренмәй башлағас, “зың-ң” иткән тауыш ҡолаҡтарҙы сыйып үтте лә, камерала бер-бер артлы лампочкалар тоҡанды. Тоноҡ ҡына, әммә ҡалай ҙа – ут, яҡтылыҡ. Улар тоҡана башлау менән үк, камера буйлап ыңғырашыуға оҡшаған ауаз үтте. Ошондағы йөҙләгән кешенең ауыҙынан, юҡ, төптәнерәк, күкрәгенән сыҡҡан кеүек. Был аһтан Хәтирә, ул да ыңғырашты микән тип, Сараға һирпелгәйне, уның шул ҡәҙәр тетрәнеп, ишеккә ҡарап ҡалғанын күреп, ҡото осто. Тамам ҡырағайға әйләнгән кеше һымаҡ булып төбәлгәйне тегеһе ишеккә. Ҡайҙа ҡасырға, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән… бала ише. Хәтирә ни хәл итергә белмәй, ынтылып, Сараның ҡулына ҡағылды, тегеһе, тейендәй тертләп, ситкә тартылды ла аларған күҙҙәре менән күршеһенә баҡты.

         – Сара, ни булды?! Сара…

         – Шым!.. Шым хәҙер үк… – Сара, ике ҡолағын баҫып, эйелеп үк ултырҙы, иҙәнгә ята яҙып боҫто.

         Тирә-яғына ҡараһа, эргә-тирәләге бар ҡатындар ҙа Сара хәлендә икән. Һәр береһе, ишектән инер ғазраилды көткәндәй булып, шул тимер ҡапҡаға ҡарап ҡатҡан. Ә улары артыҡ көттөрмәне, әсе сыйнап асылды ла, баяғы һаҡсы ҡатын менән алты конвой инде. Һаҡсы ҡулындағы ҡағыҙындағы исемлекте ҡысҡырып уҡыны:

         – Захаренко! Максимова! Абдул..ах… Абдулхаева! Каримова! Бондарчук! Рахимова! На выход!

         Сығыуға ыңғайлаусыларҙы күреп ҡалырға тырышып, муйынын һуҙа бирһә, эргәһендәге Сара ла ҡуҙғалды. Бына ул, башын яурын эстәренә йәшергәндәй булып бөршәйеп, эйелә биреп тороп китте. Хәтирә был ябыҡ ҡатындың көмөрәйгән арҡаһына, тупаҫ ботинкаларын һөйрәп атлаған арыҡ балтырҙарына ҡарап ҡалды. Йыйылған ҡатындарҙы алып сығып киттеләр. Улар сығыуға, бөтөн камера тынып ҡалды. Шул ҡәҙәр шымдылар, шыбырлашыу түгел, тын да алманылар. Алдарындағы бушлыҡҡа үтә текәлеп, нимәнелер ишетмәй ҡалмаҫҡа иткәндәй, һағайҙылар. Хәтирә лә көттө, тимәк, нимәлер булырға, тойолорға тейештер бит. Бынсама ғәм шулай һағайғас.

         –А-а-аһ! А-а-а-а! – Ауаз алыҫтан, ҡайҙандыр төптән, баҙҙан килгәндәй булһа ла, уның тәьҫире ҡот осҡос ине. Ултырған урынында һикереп китте ҡатын. Кемдәрҙер ҡушылып ыңғырашты, икенселәр шундуҡ сеңләп ҡушылды, ҡолаҡтарын томалағандар ҙа бар, тик берәү ҙә битараф ҡала алмай. Унан был тауыштар, йышайғандан-йышайып, камералағы һауа тик шул михнәттән генә тора кеүек була башланы:

         – Ы-ы-ы! А-а-ау!

         – А-а-а-а! А-а-аһ!

         Күпмелер ваҡыттан һуң, ҡапыл барыһы ла тынды. Тағы һағайҙылар, тағы ишеккә текәлделәр. Һәм бына ул асылып китте лә, баяғы бисараларҙы, кемеһен үҙ аяғында, кемеһен ҡултыҡ аҫтарынан эләктергән килеш, һөйрәтеп килтереп индерҙеләр. Уларҙы эстәгеләр, өлтөрәп килеп ҡаршылап, ярҙамлашырға маташты. Берәүҙәрен ҡултыҡлап, икенселәрен, шулай өҫтөрәп алып барып, урынға һалды, өҫтәренә эйелделәр. Уның янына ла берәүҙе алып килеп һалғайнылар, ҡараһа – Сара! Танырлыҡ түгел, йөҙө, ҡул-беләктәре күм-күк.

         Өндәшә лә, ҡыбырлай ҙа алмай ҡалды Хәтирә. Һөйрәп килтергәндәрҙең береһе бисараның башын тубыҡтарына һалды, икенсеһе, ауыҙын астырып һыу тамыҙҙы, өсөнсөһө устарын, ҡул быуындарын ыуғыланы.

 Һаҡсылар, яңы исемлекте ҡысҡырып уҡып, тағы ла унлап ҡатынды алып сығып китте. Ҡабаттан аһтар ишетелә башлауға, геүләп киткән камералағылар ҙа, яңы язаланып килтерелеп, һыҙланып ятҡандар ҙа шымды, һығылып тыңлауға, шым ғына илашыуға күсте. Унан һуң шундай уҡ әхәзләнгән кәүҙәләр индерелеп быраҡтырылды ла, яңы төркөм сығып олаҡты… Күҙәтеп ултырып, аҡылдан яҙырға була ине. Һәм аҡылдан яҙҙы ла, шикелле, Хәтирә. Һуң бындай хәл, бындай мәхшәр үҙ аҡылындағы кеше менән буламы ни? Әллә төшмө? Төш булһа, уянырға! Нишләп, нишләп уяна алмай һуң һаман?!

         Төнө буйы дауам итте ғазраил мәжлесе. Таңғаса ғазаплы аһтар тынманы. Унда, ҡайҙалыр, кемдер берәү был бисараларҙы ни өсөндөр язалай, әллә йәндәрен ала алмай, әллә ҡандарын һурып бөтә алмай ыҙалай ине. Таңға табан, ҡурҡыуҙан ҡаны ойоша башлағанда, ҡапыл үҙе лә ышанмаҫ бер асыш яһаны Хәтирә: тамуҡ бит был! Тамуҡҡа эләккән дә һуң ул! Уларға “Тамуҡ юҡ! Алла юҡ! Теге донъя юҡ!” тип тылҡыйҙар ине, ә ул булған. Үҫмер сағында Иҫәнбикә инәһенә ҡуна барһалар, йоҡлап киткәндәренсә, теге донъя ғазаптары хаҡында һөйләп ҡурҡыта торғайны. “Ошо йөрөгән ҡыҙыл сепрәктәр барсаһы тамуҡ киҫәүе була”, – тигәненә ике туған тиҫтере Сәйҙә менән, юрған осон ауыҙҙарына тығып быуылып көлөп, хәлдәре бөтә ине. Ә ул тамуҡ булған икән дә! Тик ҡасан, ни рәүешле үлгән һуң? Уныһын белмәй икән әҙәм… 

         Күҙҙәрен асһа, яҡтырған. Тирә-яҡ тын. Ыңғырашыуҙар ҙа, илаусылар ҙа, ғазаплаусылар ҙа арығанмы? Таш иҙәндә ятып арҡаһы ҡатҡан. Шулай уҡ ағас кеүек булған муйынын борһа, янында ғына, түбәгә текләп, Сара ята. Керпеген дә ҡаҡмай, йөҙө балауыҙ һын һымаҡ – һап-һары. Ысынбарлыҡҡа ҡайтҡан Хәтирә ҡапыл ҡалҡынды ла күршеһенә өндәште:

         –Сара…

         Тегеһе яуап бирмәһә лә, терелеген белдереп, күҙ бәбәген елпелдәтте.

–Хәлең нисек? Сара?

Сара, яй ғына ҡарашын күсереп, уның күҙҙәренә баҡты, унда ла бер килке төбәлгәс кенә, сытырайып ныҡ ҡыҫылыуҙан бер-береһенә йәбешеп уҡмашҡан ирендәрен айырҙы:

–Бына бит… Йә үлеп булмай…

– Ни өсөн, Сара? Ниңә? Нишләтәләр ул һине? – Хәбирә  уның йөҙ-башына күҙ йүгертте, туҡмалған кеүек түгел бит, ҡанаған-күгәргәне тойолмай.

– Ток менән һуҡтыралар, эттәр…

– Ток менән?! Нисек ток менән? Ҡалайтып?

– Аяҡты…һыуға тыҡтыралар ҙа… ток ебәрәләр…

– Хоҙайым… Был ниткән хәл?.. Нимәгә улай этләйҙәр һине?

– Иремде… халыҡ дошманы, тип әйттергеләре килә…

Хәтирә Сараға нығыраҡ эйелде, шыбырлауға күсте:

–Халыҡ дошманы? Һинең ирең халыҡ дошманымы ни? 

Сара тағы уға төбәп ҡараны:

         –Ул ниндәй халыҡ дошманы булһын… Ул – инженер… бронь менән заводта ҡалдырылған совет инженеры…

         – Ул да… бындамы әллә?

         – Эй-йе… Иң ғазаплыһы шул… беҙҙе бергә язалайҙар… – ҡатындың күҙ ҡойроғонан йәше ағып төшөп, сәс араһына китте.

         Хәтирә уға ҡарап ҡатты.

         –Кемдер уға яла яҡты… Завод мәғлүмәттәрен ситкә ебәрә, тип… Ә ул…ул… йәне-тәне менән иленә тоғро кеше…

         Тамам яҡтырыуға, үләттән ҡалғандар, торошоп, улай-былай ҡыбырлашып йөрөй, бер-береһенең хәлен белә, ярҙамлаша башланы. Ашарға алып килделәр. Аяҡлылар хәлһеҙҙәргә сеүәтәләрен алып барҙы, тамаҡланырға булышты. Хәтирә лә бутҡаға оҡшаған болғаҡ һалынған сеүәтәләрен күршеһе тәңгәленә ҡуйып, уны ҡалҡытмаҡсы булды:

         –Сара… Әйҙә,  ҡапҡыла.

         Сара башын күтәргәндәй итте:

         –Ашарлыҡ рәт юҡ та… миңә сығыр кәрәк бынан… Баллар хаҡына… баллар бар.

         Хәтирә уны ултыртып, арҡаһына алам-һаламды өйҙө:

         –Әлбиттә, баллар өсөн һин, ҡалайтһаң да, йәшәргә тейеш. – Унан һыҡрап ҡына һораны. – Нисәүҙәр?

         – Дүртәү… Дүрт балабыҙ ҡалды. Бәләкәйҙәр… Башта атайҙарын алдылар… унан мине. Ҡалай икәндәрен дә белмәйем… – Сара, йәштәренә быуылып тығыла-тығыла, ауыҙына ҡаптырылғанды йотоп маташты. Ҡушылып илағыһы килде Хәбирәнең дә. Сеңләп, түгелеп илаһа, быуып алып килгән бынау йәштәрен тотмаһа, бөтөн ошо мәхшәрҙәр үтеп китер, юғалыр кеүек булды. Тик, ярамай, ярамай! Анаусама балаларҙың әсәһен нисек, ҡарап тороп, юҡҡа сығартмаҡ кәрәк.

         – Аша, йот әле тағы бер генә ҡалаҡ. Сара, һин ашарға, көс йыйырға тейеш. Ҡап! – тип, яңы әхирәтенең хәлһеҙ башын көслө беләктәренә ҡыҫып алып, ауыҙын көсләп астырҙы.

 

         Көн шулай яраларҙы ялап, ауырыуҙарҙы дауалап үтһә, ҡараңғы ҡуйырып, уттар ҡабыҙылғас, үткән төндәге касафаттар тағы башланды. Был Сараны инде лә алһалар, үлер инде тип ҡалтыранып ултырғанда, икенсе этапта Хәбирәнең үҙен алып киттеләр. Фамилияһын ишетеп, тора башлағанында, хәлһеҙ ятҡан Сара, ҡапыл етеҙ генә итеп, уның ҡулынан эләктереп алды ла:

–Ҡысҡыр, ила, ялбар, нимә тиһәләр ҙә, шулай булды, тиген, – тип әйтеп өлгөрҙө. Коридор буйлап атлағанда: “Минең ирем халыҡ дошманы түгел бит, үҙем дә түгел, аңлатып һөйләрмен дә, ебәрерҙәр. Ниңә язаларға мине уларға?” – тип уйланы ҡатын. Аҫҡы ҡатҡа, күрәһең, подвалға, төшкәс, рәт булып теҙелешеп атлағандарҙың һәр береһен айырым бүлмәләргә индерҙеләр. Хәтирәне бер өҫтәл артында ултырған урта йәштәрҙәге ир кеше ҡаршы алды. Урыҫ. Башын ҡалҡытмай ғына, ҡаш аҫтынан һөҙә биреп ҡарап торҙо ла руссалап:

– Һөйләшә алаһыңмы? – тип һораны.

Хәтирә баш сайҡаны ла башҡортсалап:

– Аҙ ғына, – тине.

Ир, тауышын күтәрә биреп, ҡысҡырҙы:

– Садиҡов!

Шул минутында ишектән икенсе хәрби пәйҙә булды:

– Тыңлайым!

– Бына, ханымға тәржемәсе кәрәк, – хатта йылмайғандай ҙа итте әллә? Йәш ир, үтеп, өҫтәл ҡырына баҫты һәм, тоғро эт ҡиәфәтендә, ултырғанының ауыҙына төбәлде.

– Шунан, Ишмөхәмәтова Хәтирә Саҙрытдин ҡыҙы, Совет иленең етем балалары өсөн тегелгән алты фуфайканы ҡайҙа иттең инде? – уның был әйткәндәрен Хәтирә тәржемәсеһеҙ ҙә аңланы. Шулай ҙа тегеһенең һөйләп бөткәнен көттө.

– Иптәш…

– Иптәш подполковник, Зудов Николай Егорович.

– Эйе… Өфөнән куфайкыларҙы теүәл алдым, юлда килгәндә баҙарға китеп барыусы ҡатындарҙы ултыртҡайныҡ. Үҙебеҙ кабинала булғас, аңғармағанбыҙ, улар алты куфайкыны тоҡтарына тығып алған, күрәһең. Башҡаса уларҙың юғалыу юлы юҡ.

Зудов тәржемәне тыңлағас, бер аҙ уйланып тора бирҙе.

– Һин шул ҡатындар алған, тип уйлайһың инде?

– Эйе, иптәш…

–Таныйһыңмы ул ҡатындарҙы, бөгөн, эҙләгәндә таба алаһыңмы?

– Юҡ… беҙ уларҙы инде эңерҙә генә осратҡайныҡ… Рус ҡатындары ине.

– Рус ҡатындары мотлаҡ бур була, тимәксеһеңме? – Николай Егоровичтың һөйләшеү тоны һаман уйынсаҡ кеүек.

– Юҡ, әлбиттә. Тик беҙгә осрағандары шулай булып сыҡты, күрәһең.

Һорау алыусы тороп, йөрөй башланы:

– Ул ҡатындарҙы белмәгәсең, тимәк, улар – юҡ! Юҡ кешегә һорау ҙа юҡ. Ә һин – бында. Һин – бар. Тимәк, яуапты һин бирәһең. Аңлашылдымы?!

Хәтирә баш ҡына ҡаҡты.

– Шулай булғас, яңынан һөйлә. Дөрөҫөн һөйлә!

Ҡатын аптырап ҡалды:

– Яңынан?..

– Эйе, яңынан. Өфөнән сыҡҡандан башлап.

– Өфөнән сыҡҡас… Юлда беҙгә…

Уны ҡапыл бүлделәр:

– Юлда һеҙгә берәү ҙә ултырманы! Ары?!

Хәтирә өндәшә алманы. Күҙҙәрен түңәрәкләндереп ҡарап тик торҙо. Һорау тағы ҡабталанды. Унан тағы.

– Һин насар ишетәһеңме әллә? Әллә тәржемәне аңламайһыңмы? Ниндәй телдә һөйләйһең һин уға, Садиҡов?

– Башҡортса, иптәш подполковник!

– Шулай булғас, һин дөрөҫөн һөйләүҙән баш тартаһыңмы ни, Ишмөхәмәтова?

Ҡатын телен саҡ әйләндерҙе:

– Юҡ, иптәш… поп… подок…

– Молчать! – тәфтишсе быны ҡысҡырмай, әммә бик дәшһәтле итеп әйтте. Ҡысҡырыуҙан да хәтәрерәк ине был ыҫылдау. Йәш хәрби шундуҡ турайып ҡатты. Хәтирә иһә бөршәйә, сүгә төштө.

– Һиңә өс минут ваҡыт. Шул арала йәки дөрөҫөн һөйләйһең йәки башҡа төрлө процедуралар менән танышып сығаһың.

Өс минутты, ҡул сәғәтенә ҡарап, сабыр ғына көттө теге әҙәм. Эргәләге тәржемәсе генә, ишетелерлек итеп ыңҡылдатып, төкөрөгөн йотто. Хәтирә лә, нимә әйтергә белмәй, берсә подполковникка, берсә янындағы йәш башҡорт егетенә алмаш-тилмәш ҡарап тора бирҙе. Ахырҙа, һорау алыусы телгә килде:

– Садиҡов! Саҡыр!

Садиҡов “йәлп” итеп сығып китеүгә, уның урынына оло ҡыптыр алъяпҡыс ябынған дәү кәүҙәле ҡатын килеп инеп, уны-быны аңлап та өлгөрмәгән Хәтирәне беләгенән матҡып тотоп алып та китте. Ул арала икенсе бүлмәгә индереп, стенаға төртөп ебәрҙе лә, әйләнеп баҫыуына күкрәгенә оло көс менән килеп бәрелгән һыу ағымы йәш ҡатын тәнен стенаға ҡуша бәрҙе. Ғүмерҙә ҡысҡырмағанса, әсе итеп сарылдап ебәрҙе Хәтирә. Шаңҡыуы, ҡото алыныуы, ошоға тиклем күрелмәгән бындай хашшаҡлыҡты, түбәнһетеүҙе кисереүе ошо булды, күрәһең. Шулай ҙа бер генә өҙөлөп ҡысҡырҙы ла, башҡаса тауышы сыҡманы. Үҙәккә үтәр һалҡын һыу ҡапыл ғына бөтә тәне менән бергә мейеһен дә эшләүҙән туҡтатҡандай булды. Тора-бара ҡатын үҙенең ҡайһы ере туңғанын да белмәй башлап, һығылып төшөп дүрт аяҡланды. Ә йыуан көпшәнән атылған һалҡын ут туҡтауҙы ла, аяуҙы ла белмәне. Йә, Хоҙай, һыуҙың да кеше язалар ҡорал булырын белмәгән икән… Һыу әҙәмде йәшәтә, йәшәртә, паклай, таҙалай торған шифа ғына икән, тип кенә уйлаған… Йә, Хоҙай, ниңә һыуҙы улай мыҫҡылларға… ниңә…

Күшегеп дерелдәгән хәлдә, тағы теге хәрби алдында тора. Тәржемәсе инде уға тура ҡарамай.

– Һөйлә. Өфөнән сыҡҡандан алып дауам ит.

Ҡатындың тештәре шаҡылдай, ул һөйләшерлек хәлдә түгел:

– Ө!.. Өф-ф-ф!..

Зудов та уның инде һөйләй алмаҫын аңланы, ахыры. Ҡарай биреп торҙо ла эргәһендәгенә эйәк ҡаҡты. Уныһы коридорға һонолоп өндәшеүе булды, ике һаҡсы бәүелеп саҡ баҫып торған кәүҙәне елтерәтеп алып сығып та китте. Камераға индереп һалғандарын хәтерләмәй Хәтирә. Иҫенә килһә, уны әллә нимәләргә төрөп һалғандар, күҙен асыуға, Сара уға эйелде:

– Эҫе һыу бар. Мә, саҡ ҡына йот.

Бер йотом ҡайнар шыйыҡса тамағын ярып төшөп китте. Тик ҡалтыратыу туҡтаманы. Һөйәктәре лә туңған, моғайын. Ҡапыл ошо хәле нимәнелер иҫенә төшөрҙө. Ҡасан?.. Ҡайҙа? Ә-ә… Трамплиндан һикергәндән һуң, бальниста, ошолай туңғайны бит… Унда… янына Ғимран килгәйне… шуларҙы иҫләгәс, бөгөнгө хәле, әлеге ошо ятыуы ҡотолғоһоҙ бәлә булып баҫты ҡатынды, ғәрлеге лә, сараһыҙлығы ла – барыһы ла бергә ҡушылып, күҙ йәштәре булып бәрҙе.

– Ила, ила… илап ал… Исмаһам.

Ҡатындарҙың берәүһе бөгәрләнеп ятып һыҡрап иланы, икенсеһе үҙенекен һөйләне:

– Мин шулайтып илай алманым… Ҡаттым да ҡуйҙым. Эсемдә ут янып торған кеүек була… Ысынлап, нимәмдер көйөп бөтөп барған һымаҡ ул… Һин ила… Илаһаң, йәнең бушана… Йомшанырға кәрәк…

 

… Ун ике көн барҙы һорау алыу, ун ике көн һыуҙан утҡа, уттан һыуға һалдылар. Ҡысҡырманы ла, бармағы менән дә сиртмәне тәфтишсе, бары тейешле яуап ала алмай арығандан һуң, эйәген генә ҡаҡты һәм бисара ҡатынды, һөйрәп алып китеп, йә боҙло һыу аҫтында тоттолар, йә ток һуҡтырып шаңҡыттылар. Унан һелкеткеләп кире иҫенә килтереп алалар ҙа тағы шул бер һорау ҡабатлана:

– Фуфайкаларҙы ҡайҙа иттең?!

– ...ҡайҙа иттең?!

– ... иттең!..

Тора-бара Хәтирәгә, ысынлап, ул фуфайкаларҙы ҡайҙалыр иткән һымаҡ була башланы. Шул һорау бирелгән һайын, ул эстән үҙенә өндәште: ҡайҙа иттең? Һәм ҡайҙа итеүен белә һалырға теләгәндәй, һорау алыусы артынан ҡабатланы:

– Ҡ-ҡайҙа... иттем...

– Һаттың бит?!

– Һ-һа-аттым-мы...

– “Һаттыммы” түгел, ә һаттым! Ҡабатла!

– Ҡабатла!

– Һа-һат-тым...

– Аңлашылды. Аҡсаһын ҡаҙа иттең?!

– Аҡ-ҡсаһын?

– Аҡсаһы водитель Михаил Горбуновта ҡалды, шулаймы?

– Миха... Дядя Мишала, тиһегеҙме? Ю-юу-уҡ!

Ике тәүлек карцер тамам хәлен алды. Йоҡоһоҙлоҡ, баҫып тороу, күҙҙе яндырып алып барған яҡтылыҡ... Тамам һуҡыр булып сыҡты. Камераға алып килеп ташлағастар ҙа, инде һуҡырайғанмындыр ҙа, башҡаса күҙҙе томалаған ҡараңғылыҡ китмәҫ, тигәйне. Сара сепрәк һыулап баҫҡас ҡына, башта күҙ алмаларының ярылып барғандай булған әсетеүе баҫылды, унан, киләһе көнөнә, алдындағы шәүләләрҙе сырамыта башланы.

– Һуҡырайғанмындыр, тиһәм...

Күршеһенең һөйләшә алыуына Сара ла ҡыуаныуын йәшермәне:

– Томалыҡтан бигерәк, телһеҙ ҡалдымы, тигәйнем әле мин һине.

Артабан тағы һүҙ ялғанманы. Береһе, һорашып, был ҡатынды тағы ла нығыраҡ кәмһетеүҙән, икенсеһе рәнйеүҙәрен һүҙ менән белдерһә, тағы ла нығыраҡ түбәнһенеүҙән ҡурҡты. Әллә ни эшләп, ана шул үҙен мәхлүк, тапалған, иҙелгән итеп тойоуын таныу үлемдән көслөрәк ине һаман да. Шуға ла тиҙерәк әжәлен көттө. Ҡайһы бер тойғолар алдында үлем дә ғажиз булып ҡала икән. Уны ла һағыналар, саҡыралар икән. Шул хәлдә ине Хәтирә лә. Йөҙтүбән ятты ла, керле түшәккә ярылып ҡатҡан ирендәрен баҫып, эстән ялбарҙы:

– Килсе миңә, ғазраил... Нишләп йәнемде алмайһың һаман?.. Алсы, ал! Һурып ал шул йәнгенәмде... ғазаплама...

Тик ғазраилдың пландары икенсерәк ине, күрәһең. Көн менән аҙна, аҙна менән ай буталған бер мәлдә тамам йонсоп хәлдән тайған, яңаҡтары эскә һурылыуҙан ҡыҫыҡ көләкәс һоро күҙҙәре өңөрәйеп эскә батып, ҡараштары һүнеп ҡалған ҡатынды, бар ғәйептәрен дә танып, барлыҡ ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып сыҡҡандан һуң, язалауға алмай башланылар. Ул хәҙер, сәғәттәр буйы түбәгә текәлеп ятып, башҡаларҙың, яңы килгәндәрҙең, иңрәүен тыңлай. Ыңғырашыуҙарға ла ҡолаҡ өйрәнеп китә икән. Тәүге көндәре тертләп һикереп торорға мәжбүр иткән, төн йоҡолары бирмәгән, ҡушылып иларға мәжбүр иткән аһ-зар, хәҙер уның бөтөн тәненә һеңеп, ағзаларын ағыулап, үҙе менән бер бөтөн булған. Ул хәҙер бөтә йәне-тәне менән тотош бер һыҙланыу, зар булып ҡалған.

Тағы ла күпмелер һаналмаған көндәрҙән, хөкөм ителгәндәрҙе айырып алып, ныҡлы һаҡ аҫтында йөк машиналарына тейәп алып киттеләр. Яҡтыға килеп сыҡҡас, баштары әйләнеп китте ҡатындарҙың, берәүҙәре хатта сүгәләй төштө. Яҙ ине урамда! Ҡыйыҡтарҙан тамсылар тама, ҡояш иркәләй! Ҡойманы уралтҡан тимер сымдарҙағы һоро турғайҙар кемуҙарҙан булып сорлаша. Йә, Хоҙай! Был донъяның ошо яғы ла бармы ни ул һаман?! Ниңә уларҙы шул ҡәҙәр илаһилыҡтан мәхрүм иткәндәр?!

Талпынышып, осорға әҙерләнгәндәй, ҡымйырашып алып киткән бисараларҙы һаҡсылар этә-төртә кузовҡа тейәне. Кәүҙәләрен күтәреп ынтылырға хәлдәре булмағандарҙы өҫтә торған һалдаттар елкәләренән тартып алды. Нисек тә урынлашҡас, баштарынан аша көпләп, билдәһеҙ йүнәлеш алдылар. Бында ла риза ине мәхлүктәр. Яҙмыштары ни менән барып, ни менән бөтөрөн белмәһәләр ҙә, йотлоғоп саф һауа һулайҙар, яҙ йылыһын тоялар.

Ярты көндәй һелкенеп барғандан һуң, машиналар ниндәйҙер бер станцияла туҡтаны һәм тағы ла, стройға теҙеп, вагондарға индерҙеләр. Өс вагонға бүлеп-бүлеп урынлаштырҙылар.

Ағым ыңғайында алға ынтыла Хәтирә лә. Һәндерәләр шығырым тулы. Ҡайҙан да йонсоған, битараф, асыулы ҡараштар ҡаршы алып, оҙатып ҡала. Буш урын эҙләп бара торғас, бер аҫҡы тапчанда терәлер ер табып, туҡталып ҡалды. Ултырыусылар өндәшмәй, текәлә бирә. Баҙнатһыҙ ғына терәлде шунда. Артынан килгәндәр, урын эҙләп, арыраҡ үтте. Ҡуҙғалып киткәс тә, шулай ҡатып ултыра бирҙе ул. Күҙ ҡарашын шылдырып ҡарарлыҡ та хәл йә теләк тапманы. Вагондарҙың көйлө бәүетеүе ыңғайына бында ла ярайһы уҡ йәнле тормош алып барыла икән. Күршелә бер нисә ҡатын, ҡаты һүгенешеп, сай-сой килешеп кәрт һуға. Берәүҙәр, өҫкә күтәрелеп, һуҙылып-төшөп ятып алды, кеме йоҡлай, кеме, түбәгә ҡарап, уйға талған. Хәтирә ҡаршыһындағы өҫкө тапчандағы ҡатын, “мырш-мырш” танауын тартыуына ҡарағанда, илай, ахыры. Аҫтағы икәү тәҙрә аръяғынан күҙҙәрен алмай, әйтерһең, поезд менән ҡуша йүгергән урман-тауҙар араһында бик ҡәҙерле нәмәләре күренеп ҡалырҙай. Аҫҡа ҡарағас, теҙе теҙгә тейеп тигәндәй ултырған күршеһенең аяҡтарындағы яҡшы итектәрҙе аңғарып, ирекһеҙҙән ипләп кенә уның күлдәк итәгенә күтәрелеп ҡарап алды. Шығырҙап торған сәскәле крепдешиндан тегелгән ҡупшы күлдәктә, өҫтөндә лә яҡшы ғына кофта ине ҡатындың. “Бә-әй... ҡунаҡҡа барғандай кейенеп, был да төрмәгә китеп бара микән?..”

Ҡатын уның ҡарашын аңғарҙы. Бошонҡо ғына йылмайҙы. Унан, боролоп ултырып, ҡулын бирҙе:

– Инна Петровна. Инна, тиһәң дә була.

Хәтирә, үҙҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙың ҡул бирешеүе булмаһа ла, бушаҡ ҡына итеп тегенең дә ҡулын ҡыҫты:

– Хәтирә...

– Ха-тир-ра... – тип “р”-ға баҫым яһап, ҡат-ҡат ҡабатлап, телен шымартып уҡ алды яңы танышы. Унан тиҙ генә асылып, бөтөн хәлен һөйләп ташланы. Эсен бушатыр кеше тапмай килгән булған, ахыры.

– Башҡортостанға атайым үлеп ҡалып, шуны ерләүгә, тип килгәйнем. Былай Украинала йәшәйем. Врач мин, ирем хәрби кеше. Китергә юлға сығып, вокзалда аҡсамды урлаттым. Аптырап, сумаҙанымдағы кейемдәремде һатып булһа ла билетлыҡ сығарһам тип торғанда, милиция килеп ҡулға алды. “Спекулянт” тип, ошо поездға ҡушты ла ебәрҙеләр. Поезд начальнигын күреп һөйләшеүгә өлгәштем шулай ҙа, иремә хәбәр итегеҙ, ул минең ҙур кеше, мотлаҡ хәлде асыҡлаясаҡ, тинем.

Хәтирә был хәбәргә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Кейеменә ҡарағанда, ысынды һөйләйҙер, ә был поезда китеп барыуына... аптырарһың.

– Ирегеҙ кем һуң?

– Ирем – генерал минең. Өлкәнең хәрби комиссариаты менән етәкселек итә.

– Һы, – тиеүҙән башҡа һүҙ табылманы. Үҙенең ни сәбәптән килеп юлығыуын да, ҡайҙа юлланыуын да аңлай алмаған мәлдә, кеше ҡайғыһымы?

Алсаҡ ҡатын күршеһенең, өнләшмәһә лә тыңларын белеп, һаман хәбәрен теҙҙе:

– Улыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа, үҙ теләктәре менән фронтҡа китте. Улар өсөн борсолам. Хаттары килһә, Максим өйҙә булмаһа, туҙышып яталар микән... Иремә былай ҙа әйткәйнем әле, атайҙы ерләп киләм дә, шулай уҡ фронтҡа китәм, балаларҙың берәүһен булһа ла барып табыр инем, тип. Ул да һорай, тик ебәрмәйҙәр үҙен.

“Минең дә иремде фронтҡа ебәрмәгәйнеләр...” – тип һүҙ ялғай Хәтирә лә... тик эстән генә.

Ирина унан яуап та көтмәй, шикелле, бәлки, русса һөйләшеүенә йә аңлауына ла шикләнәлер.

– Станция һайын алаҡанлап ҡарап киләм, бына-бына Максим килеп инер кеүек тә, был мәхшәрҙәр бөтөп ҡалыр кеүек.

“Минекеләр улай ғына бөтмәҫ инде...”

Күршеһе талғын ғына баҫалҡы тауыш менән ата-әсәһенең ҡасандыр Башҡортостанға заводҡа эшкә килеп, бында ҡалыуын, үҙенең дә ошонда тыуыуы, унан Мәскәүҙә медицинаға уҡыуын, ирен шунда осратып, кейәүгә сығыуын һәм тағы ла әллә күпме яҡты, ҡыҙыҡлы хәтирәләр һөйләне. Уның был оҙон һәм матур йәшәйеше хаҡында тыңлап, “Ҡалай кешеләр бәхетле була ла ҡуя икән”, – тип уйлап килде Хәтирә. Ирекһеҙҙән, үҙенең ҡыҫҡа ғына ғаилә тормошон, уның күңелһеҙ һәм ғәрлек мәлдәрен иҫләп, тағы ла нығыраҡ эсе бошто. “Булмаған йәшәү булмаҫтыр инде шулай, көсләп асылған күҙ ҡараһына ни өмөт...”

Ике ҡатын ҡараңғы төшкәнсе ултырҙы. Бары береһе генә һөйләһә лә, күренеп тора, икеһе лә яҙылды, күңелдәре бушап, ҡараштары асылып ҡалды. “Отбой” иғлан ителеүгә, Инна аҫҡа ятты, Хәтирә өҫкә үрмәләне.

Икенсе көндө лә текәлешеп ултырҙы улар. Һүҙсән урыҫ ҡатынының һөйләр хәбәре бөтмәне, йомоҡ башҡорто тыңлап ялҡманы. Бары бер хәл генә бер аҙ албырғатты уларҙы. Шулай ултырғанда, күршеләге кәрт уйнаусыларҙың берәүһе килеп, Инна алдына баҫты ла:

– Сис итегеңде, дамочка, мин һинең итегеңде отторҙом! – тине.

Инна ҡаршыһындағы бит-йөҙө ҡатып, йөй-яра эҙҙәре менән биҙәлеп, күҙ алмаларында осҡон заты ҡалмаған был ҡатынға артыҡ һыр бирмәне:

– Үҙеңдең итегеңә уйна, ниңә минекенә хужа булаһың!

– Әйтелгән икән, сис! – тегеһе һаман ныҡышты.

–Кит бынан! Хәҙер начальникты саҡыртам! Бығаса туҡмалғаның аҙ булдымы? – Хәтирә Иннаның былай ҡаты һөйләшә алғанына аптырап ултырҙы.

– Ярай-ярай... мадам... һинең дә телеңде ҡыҫҡартырбыҙ, – бәйләнсек ҡатын китә биреп, ҡайырылып ыржайған булды. – Минең итектәрҙе һөртөп ултырт.

Инна, үҙенән бигерәк, Хәтирәне тынысландырырға була:

– Төрмәнән баштары сыҡмай йөрөп, әҙәм төҫө ҡалмаған быларҙа. Көн дә берәйһенә бәйләнеп, һуғыш сығарып ҡына киләләр. Туҡмап торалар үҙҙәрен, аңларлыҡ түгелдәрҙер, күрәһең, – тип аңлатма бирҙе лә, ҡапыл ғына, бер ни булмағандай, тағы ла иҫтәлектәренә төшөп китте.

... Төн уртаһында ҡапыл шау-шыу ҡупты, сатыр-сотор килеп лампалар янды, ризаһыҙ мығырҙашҡан тауыштар геү булып үтте. Ишектәр шап-шоп асылып-ябылып, бер төркөм ҡыҙыу атлап килгән аяҡ тауыштары вагонды дер һелкетте. Хәтирә лә башын ҡалҡытты: нимә булып китте тағы?

Төркөмдөң алдынан килгән өс-дүрт хәрби, ашығып йөрөп, йоҡлап ятҡан ҡатындарҙы төрткөләне, биттәре ябыҡтарҙың битен асып ҡараны. Бер туҡтауһыҙ: “Һеҙ Сорокина түгелме? Һеҙ Сорокина түгелме?” –тигән һорауҙы бирҙе. Шулай геүләшеп килә торғас, улар тәңгәленә еттеләр. Хәрбиҙәрҙең береһе Инна Петровнаға эйелде лә: “Иптәш начальник!” – тип ҡысҡырып та ебәрҙе. Уның был аһына битараф була алмаған Хәтирә лә һонолоп ҡараны ла, һушын юйып, саҡ ҡолап төшмәне. Инна Петровна ҡанһыраған эсен тотоп, күҙҙәре асыҡ килеп ятып ҡатҡан ине...

Килеп еткән хәрбиҙәр араһынан бер сал сәсле олпаты айырылып, үлек эргәһенә килеп сүгәләне һәм, балаларса һыҙылып, һыңҡылдап тороп илап ебәрҙе:

– Инна!.. Инночкам!..  Өлгөрә генә алманым!.. Инночкам...  

Башҡалар хайран ҡалып ҡарап тик торҙо. Өҫтә Хәтирә йоҙроғо менән ауыҙын баҫып, иргә ҡушылып һыҡраны: Инна Петровна!.. Ниңә улай? Инна...

Мәйетте алып китеүгә, итек өсөн йән алыусы теге ҡатынды ла, ҡулдарын артҡа ҡайырып, туҡмай-туҡмай алып сығып киттеләр. Бер нисә минуттан шәмдәр һүндерелеп, тирә-яҡты һиллек алды. Әйтерһең, әле генә берәүҙең йәне ҡыйылмаған да, әле генә ҡот осҡос хәл ҡылынмаған. Ысынында, күптәр йоҡламағандыр ҙа инде. Күптәр, Хәтирә кеүек үк, йәшһеҙ күҙҙәрен ҡараңғыға секерәйтеп, сараһыҙлыҡ упҡынына осҡандыр.

 

Тағы ла дүрт-биш көндәй бәүелгәндән һуң, Ҡаҙағстан менән сиктәш ерҙә урынлаштырылған лагерь ҡаласығына килеп төштөләр. Һалдаттар кеүек, йүгертеп йөрөтөп, тикшереү үткәрҙеләр, кейем-һалым алдырҙылар, сәстәрен ҡырҙылар... Быға ҡайғырырға ла, хатта ытырғанырға ла хис-тойғолары ҡалмағайны Хәтирәнең, көҙгөләге үҙенең шөҡәтһеҙ сағылышына ла, бала саҡтан бәпләп тәрбиәләп үҫтергән оҙон толомдарының аяҡ аҫтында йылан һымаҡ булып бөгәрләнеп ятыуына ла иғтибар итмәҫтән, тороп сығып китте. Ашыҡтырып мунса индергәс, уңып бөткән ҡырҡ ямаулы спецовкалар кейҙереп, мал өйөрө кеүек итеп, ашауға ҡыуҙылар. Әле рәт мәғәнәһен, бойороҡ-тәртип төшөнсәһен аңлап етмәгән, ҡулға алынғандан язалап-туҡмауҙан ҡурҡып та, шул сәбәптән аңралана биреп ҡалған ҡатын-ҡыҙ, өркөтөлгән ҡаҙ көтөүе шикелле, аңҡы-тиңке килде. Өйөрөлөшөп, кеме беренсе булып ҡайҙа ыңғайлай, башҡалары шуның артынан эркелеште. Был ҡылыҡтары өсөн әр менән йәбере әҙер: һаҡсылар ҡулындағы шыйтылдаҡ нәҙек тимер, көтөүсе сыбыртҡыһы һымаҡ, һауала уйнап ҡына тора.

Аныҡ ҡына нимә ашағандарын да белмәйҙәр. Бер яҡтан, ул мөһимме инде? Үлмәҫкә ҡалған йәнде тотор, ҡыбырлап йөрөгән тәнде ҡолатмаҫ өсөн ауыҙға тыҡҡандың атамаһы ла, тәме лә ҡыҙыҡһындырмай. Сәйнәлгәне сәйнәлеп, сәйнәлмәгәне тереләй йотола ла, балсыҡ икмәк киҫәге менән тәрилкә ялтыратылғас, ризыҡ тигән нәмәнең артынан көрөшкәләге ҡайнар һыу йыуып төшөп китә. Ҡасан ғына тамаҡты ҡабаланмай, ләззәтләнеп ашауҙы, сәй эсеүҙе бер күркәм йола итеп ҡабул итергә өйрәнгән Хәтирә хәҙер үҙен бәйле тотолоуҙан аҙыҡҡа ҡарһалан булып күнеккән эт итеп тойҙо. Алдындағын ҡарамай тамағына ҡойорға мәжбүр булыуынан үтә лә кәмһенде, ғәрләнде. Йыш ҡына ошо мәлдә күҙҙәренә йәш эркелде. Тик ашамай ҙа сара юҡ – йәки хәл бөтөп йығылаһың, йәки туҡмаҡ көтәһең. Баштағы, әле тәүге көндәрҙәге, кисерештәре ине былар ҡатындың.

Тәүге көн үк начальник бүлмәһенә сиратлап индереп, эшкә бүлделәр. Тегеү цехы менән ферма араһынан һыйыр һауыуҙы һайланы ул. Бәләкәйҙән белгән, таныш эш. Хатта ниндәйҙер кимәлдә күңеле лә күтәрелеп киткәндәй булғайны, ни тиһәң дә, һыйырҙар бит уға таныш, хатта яҡын кеүек. Әммә осо күренмәгән оҙон аҙбарҙағы буралай ҡаралы-алалы һәүкәштәр янына барып инеп, уларҙың табаҡтай елендәре менән үҙенең бәләкәс устары айҡамаҫ йыуан имсәктәрен күргәс, баҙап ҡалды. Унан ул һөтө бөтмәҫ аҡ елендәргә башын терәп илаған, малҡайҙарҙың муйынын ҡосаҡлап һыҡтаған саҡтары аҙ булманы. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән бармаҡтарҙың көсө юҡ, ә һыйырҙарҙың һөтлөлөгө! Тамсыһын ҡалдырып ҡара, артыңдан тикшереп, буш елендәрҙе ҡапшап килеүселәр бихисап. Күбекләнеп торған йылы һөт еҫе танауҙарҙы ҡытыҡлап мейегә үтә лә, уныһы ҡоҫҡоно килтереп, ашҡаҙанды эшләтеп ебәрә. Тойғанын ала алмаған организм, ахырҙа, уҡшытып һары һыуын сығарта. Исмаһам, күбеген генә ялап булһасы...

Шул ас халыҡты, ваҡыты-ваҡыты менән, мәшәҡәттәренән туҡтатып, ниндәйҙер оло күл буйына ҡамыш йыйҙыртырға алып сығалар. Саҡ ҡыбырлашҡан, йонсоу ҡатындарҙы эткеләп-төрткөләп, ҡамышты яланғас ҡул менән һындырып йыйып, утын итеп өйҙөртәләр. Ҡамыштар ҡаты, йәш ағас ҡалынлығындай бар, һынмай, өҙөлөп сыҡмай ыҙалата. Устары ҡанға туҙып, тишек-тошоҡ аяҡ кейемдәре һалҡын һыуға иҙелеп бөтә. Тик бында берәүҙең дә эше юҡ. Аҡыралар ҙа баҡыралар.

Нисәнселер көн ошолай сыҡҡандарында, яр башында ҡапыл ҡаҙаҡ бала-сағаһы пәйҙә булды. Улар нимәләрҙер тип ҡысҡырышып, эләкләп, таш яуҙыра башланы. Таштарҙы итәктәренә йыйып алғандар, ҡәһәр төшкөрҙәре. Асыҡлыҡтағы ҡатындар йәшеренер урын тапмай йүгереште, балаларҙы әрләп-ҡарғап, йоҙроҡ күрһәтте. Тик тегеләр ҙә мәргән – таштары ябыҡ арҡаларға, баштарға “шаҡ-шоҡ” итеп кенә ҡала. Һаҡсыларға мәрәкә, һаһылдашып күҙәтеп, ситтә тәмәке көйрәтәләр.

Хәтирә күл ситенә инеп үк баҫҡан ине. Балаларҙың шулай ҡанһыҙ булғанына хайран булып тора. Шул саҡ бер таш уның эргәһенә, һыуға, “сөп” итте. Батты ла, төшкән ере нисектер ағарып, боламыҡланып китте. Был ни булды әле тип, теге ташты һәрмәп алһа – ҡорот. Ҡорот бит был! Тышы ыҫланғандан ғына ҡара!

Ҡатын ризыҡты бер генә эйелеп сайҙы ла, ҡытырлатып тешләп, бүлеп алды. Күҙҙәрен йомоп ебәреп һурҙы. Э-эй, тәмлелеге! Ожмах ризығымы ни!

Унан, иҫенә килеп, яр буйлап боҫошҡан ҡатындар араһына инеп шыбырланы:

– Был – ҡорот! Ҡорот был, таш түгел.

Аңламағандарға ҡулындағы “ташын” ялап, кимереп күрһәтте. Бер аҙҙан ҡатын-ҡыҙҙар, ипләп кенә йөрөп, теге таштарҙы йыя башланы, ҡулдарына эләгеү менән, ҡамыш араһына инеп йәшеренеп, йыуып ашарға керештеләр. Илай-илай, рәхмәттәрен уҡый-уҡый ашанылар.

Тағы бер нисә айҙан таш сығара барғандарында ла, шул ҡылыҡтарын ҡабатланы ҡаҙаҡ балалары. Үҙәктә туңҡанлап йөрөгән ҡатындарҙы тағы өҫтән килеп “таш” менән бәргеләп, үсекләп, һаҡсыларҙы ышандырыу өсөн, осаларын асып күрһәтеп, мыҫҡыллап ташланылар. Аҫтағы ҡатындар ҙа күтәреп алды “уйынды”. Әрләп, һыҙғырып, ҡысҡырышып ҡалдылар. Балалар ҡапыл хасил булды ла ҡапыл юғалды. Ә ҡылған изгелектәре әле әллә нисә көн мәхлүк ҡатындарҙың кеҫәһен йылытып, үҙәген ялғап йөрөнө.

 

Килгәндә тирә-яҡты байҡар хәл дә, теләк тә булмағанғамы, үҙенең тап ҡайһы тирәлә икәнлеген дә белмәй ине Хәтирә. Тора-бара күнеккәс, адресын һорашып алды, ата-әсәһенә хат яҙып һалды. Башта нисек кенә был хәлен белдерергә теләмәһә лә, һағыныуы шул саҡлыға етте – ғорурлығын еңде. Етмәһә, улар ҙа йөҙ төрлө һүҙ ишетеп, алйышып ултыраларҙыр бит.

Хатҡа тотонғайны, күҙ йәштәрен тыя алмаҫ булды ла китте, бығаса тыйылып ҡына йөрөгән икән. Илай-илай яҙғандарын уҡыһа – шиғыр әллә? Бәй, ул шиғыр сығарып ҡуйған бит. Яҙып ултыра, ҡойолоп тора, һыҡтай-һыҡтай ҙа тағы яҙа. Шулайтып, ике табаҡты тултырып ташланы. Уны күҙәтеп ятҡан күршеһе Зинаида-Зинка өндәшә:

– Ирка, һин поэма яҙаһың түгелме?

Хәтирә, йәш пәрҙәһе аша ҡарап, уны аңламай:

– Ә?..

Хәтирәнән “Ира” яһап алған карауатташ күршеһе өҫкө ҡаттан башын һәлендереп көлөп ята:

– Илай-илай мөхәббәт хаты яҙаһыңмы?

Эй, ошо бошонма белмәҫ Зина! Уға бындай зар танышмы?!

– Мөхәббәт һиңә...

Шул саҡ йөрәге семетте. “Мөхәббәт” тигән һүҙҙәнме, шул һүҙ нимәнелер иҫенә төшөрөүҙәнме. Был бит уның телендә ғүмерҙә лә әйтелмәгән һүҙ. Тойолған, әммә әйтелмәгән. Тойолған, әммә тыйылған, тонсоҡтороп үлтерелгән. Шулай тип уйлай ине. Ә ул... ул үлмәгән, ахыры. Үлгән булһа... күҙ алдына килер инеме ул йөҙ? Иң ауыр, иң хәсрәтле мәлдәрҙә? Күҙ алдында йөҙө торор инеме лә, шул күренешкә әүрәп, тирә-яғын, ауыртыу-һыҙланыуҙы, кәмһетелеүҙе, йәбер-золомдо тоймаҫ-күрмәҫ инеме? Үлгән булһа... ул тойғо?

Хәтирәләге үҙгәреште һиҙгән осҡор Зина “һә” тигәнсе аҫҡа төшөп тә ултыра. Яҡынлап алып уҡ битенә төбәлә:

– Ирка, йә инде, һөйлә шул тарихты миңә? Һөйләһәң, еңелерәк булып ҡала. Мин бит һиңә тормошомда булғандарҙы бушҡа һөйләмәйем, күңел бушатыу өсөн. Йә?

– Нимә һөйләйем инде мин... – ҡатын йыуаш йылмая. – Һөйләһәм дә, һин яҡшылап аңламаҫһың, руссам икмәк-тоҙлоҡ ҡына.

– Аңлайым мин үҙемә кәрәген, – яңы әхирәте ҡуямы инде ул. Бик үткен ҡатынҡай ул, шундай сая. Иректә йәшәгәнендә врач булдым, ти, ире лә ғалиммы – кемдер. Икеһен дә бер-бер артлы ҡулға алғандар, уныһының ҡайҙа икәнен дә белмәй, төрлө төрмәләргә хаттар яҙып эҙләүенә инде йылдан ашыу икән. Шул хәлендә лә һәр кемгә ярҙам итергә ынтылып тора. Хәтирәне бөтөнләй үҙ итте, руссаға ла өйрәтә.

– ... Минең ауылым урман-тауҙар араһында ята... ҡарағай урманы эсендә. Күрһәң, матурлығына иҫең китер... Ауыл ҡаршыһында ғына тау бите... Тау итәгендә йылға ағып ята. Бетерә... исеме йылғаның... – битенән юлаҡлаған йәштәренән оялмай ине ул инде. –  Бәләкәс кенә йылға, шаршылы. Шаршылары ваҡ таштар өҫтөнән йүгерә лә йүгерә...

– Шунда һинең мөхәббәтең йәшәйме?

– Мөхәббәтем... йәшәйҙер... күрәһең, – был асышты үҙенә лә тәүгә асыуы, тәүгә шулай асыҡтан-асыҡ әйтә алыуы ине Хәтирәнең.

– Белмәйһеңме хәҙер?..

– Белмәйем. Һуғышталырмы, терелерме – белмәйем.

– Минең кеүек икән һин дә... Нисек осраштығыҙ, нисек хушлаштығыҙ, ниндәй һүҙҙәр әйтте һиңә? – Зина һөйләшеүҙе аһәңле юҫыҡҡа күсермәксе.

– Хушлашырға... минең уның менән осрашҡаным да булманы.

– Бәтәс! Ә мөхәббәт һүҙҙәре?!

– Булманы ундай һүҙҙәр ҙә, бер ни ҙә...

– Кит, һеҙҙә сәпсим! Егет менән күрешергә лә ярамаймы ни?

– Ярамай шул. Тик теләгәндәр күрешә. Беҙ бер-беребеҙҙе аңлап етмәй, өлгөрмәй ҡалдыҡ.

– Һуғышҡа алындымы?

– Юҡ. Мин кейәүгә сығып киттем.

– Кейәүгә?! Башҡаны яратҡан көйгәме? 

– Шулай була, күрәһең...

– Ирка, һин комсомолкамы, юҡмы? Ул ниндәй мещандар заманы хәбәрен һөйләйһең!

– Мещандар, тип... Беҙҙә шулай. Намыҫ бөтә нәмәнән дә юғары. Һөйөүҙән дә, бәхеттән дә... хатта үлемдән дә...

 

Бөйөк Еңеүҙе ошонда ҡаршыланы Хәтирә. Оло шатлыҡтан ҡосаҡлашып иланылар, яулыҡтарын күккә сөйҙөләр, таҡмаҡ әйтеп, биҙрә төбө сиртеп бейештеләр. Шул көндән башлап, барыһы ла үҙгәрер, ҡапыл бөтөн хәлдәр тик яҡшыға юл алыр ҙа, донъя таҙарып, яҡтырып ҡалыр кеүек булғайны... Тик улар өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәне. Шулай уҡ ҡара таңдан торҙолар ҙа, дежурный ҡысҡырып һанап сыҡҡансы, һоро ярма өйрәһен шөрпөлдәттеләр ҙә һарайҙарына таралыштылар һәм уларҙан ҡараңғыһыҙ ҡайтып инә алманылар. Мал аҙығы менән еҫе тәндәренә үтәнән-үтә һеңеп, башҡа еҫте айырмаҫ булдылар. Хәҙер инде алты йыл ағымында ҡул-беләктәренә ныҡлы көс ултырған Хәтирәгә лә егерме биш-утыҙ һыйырҙы сажлатып һауып алып тапшырыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Үҙенекеләрҙе тәрбиәләп бөтөп, хәлһеҙерәк, яйыраҡ булғандарға ярҙамға йүгерә әле. Күҙ алдында кемделер туҡматыу ауыр уға. Бигерәк тә быуындары ла ҡатып етмәгән, аяҡ-ҡулдары ептәй генә булған йәш ҡыҙҙарҙы, һыйырҙы тәүгә күреп, хайран булған ҡала ҡатындарын. Шулай булғаны өсөн яраталар ҙа үҙен. Өлгөрлөгөн, эште һыпыра һуғып башҡара белеүен күҙәтеүселәр ҙә, етәкселек тә аңғарып алды. Баракта ла уның һүҙенә ҡолаҡ һала, кәңәштәрен тыңлай торған булып киттеләр. Ниндәй генә ҡаты һәм аяуһыҙ замандар булып, рәхимһеҙ тормош кисергәндә лә, кешелеклекте берәү ҙә юҡҡа сығара алмай ине шул.

Азат ителеү хәбәрен дә артыҡ осонмай, хатта моңһоҙораҡ булып ҡабул итте Хәтирә. Өмөт тигән нәмәнең, янып-янып та утын һалыусыһы булмаған усаҡ шикелле, инде ялҡынһыҙ һәм йылыһыҙ ғына быҫҡыуынан инеме был?

– Ҡайтыр ерең юҡмы? – Любовь Гавриловна, төрмә начальнигы урынбаҫары, башҡалар таралып бөткән рәттә һаман ҡатып ҡалған ҡатын ҡатарынан өндәшеп уҙҙы. Үҙе яуапты көтөп тә торманы. Уныһы кәрәк тә, мөһим дә түгелдер инде. Илдә миллиондарса халыҡҡа ҡайтыр урын юҡ. Төрөмшиктәр ҡайғыһымы? Шулай ҙа был айнытып ебәрҙе Хәтирәне.

– Урыным... бар... Бар... минең ҡайтыр ерем, – үҙе башта атланы, унан барагына ҡарай йүгерә үк башланы. – Бар... бар... минең ауылым... Бетерәм бар... 

Юлда поездан-поезға күсеп ултырып, вагондарға ҡыҫылышып ингәндә проводницаларға күрһәткән ҡағыҙҙарынан оялһа ла, ҡырын-мырын ҡараған ҡараштарҙы тойоп ут йотһа ла, күкрәгендә елпегән күбәләктәй генә бер нәмә тотош тәнен йылытып, йәненә рәхәтлек биреп тик торҙо. Был тойғо ауылына етә барған һайын ҙурайҙы, үҫте һәм тора-бара уны баштанаяҡ солғап алды. Шул шауҡымда әллә күпме йәйәү тәпәйләүенән арыу ҙа тойманы. Бына ул көҙгө һоро саңға батҡан ауыр һалдат ботинкаларын сисеп, оло аяҡ кейеме эсендә еҫләнеп ҡатҡан ойоҡтарын һалғас, тупаҫ буҫтауҙан тегелгән, ҡасандыр ҡара төҫтә булып та, күп йыуыуҙан буҙарып-уңып бөткән күлдәк итәктәрен бер ситенән бөрә тотоп, яланаяҡлап йылғаға төштө. Сентябрҙең офоҡҡа ҡолап барған һаран ғына ҡояш нурҙарында уйнап, иркәләнеп йымылдаған шаршының үтә күренеп ятҡан ваҡ ҡырсыны, ҡытыҡлатып, аяҡтарын күмде. Һыуы һалҡынайған. Улай тиһәң, был йылғаның холҡо миҙгелгә ҡарап артыҡ үҙгәрмәй. Ул йәй ҙә, ҡыш та һөйәккә үтерлек итеп өтә белә.

Бетерәм... Минең кендек ҡанын йыуған изге һыуым. Балалыҡ шатлыҡтарымды уртаҡлашыусы, үҫмерлек тойғоларымды кисерешеүсе, һөйөү серҙәремде тыңлаусы, ҡайғы-хәсрәттәремде һыпырып алыусы йылғам. Ҡан тамырым минең... Туҡтауһыҙ шылтырап ағып, шаршыларыңда бәрҙе ҡарпытып, сөмдәреңдә күкте сағылдырып, күҙ алдымдан китмәйсә, тарттың да торҙоң. Һинең тартыу көсөңдө шул ҡәҙәр тойҙом... гүйә йөрәгемә тулҡын-тулҡын булып һуғылыусы, уны эшләтеп тороусы ла һин инең. Минең кеүек нисә балаң һиңә ошолайтып ҡайтып, ялтыр көҙгөңдә үҙ һүрәтен күргәнсе текәлде лә әсе күҙ йәштәренә һыуыңды ҡушып йыуынманы икән... Бетерәм... Тыуған ерем, ғәзиз төйәгем минең!

Серегән йүкәһендә саҡ эләгеп торған артҡы ҡапҡанан үтте ҡатын. Күрәһең, был яҡҡа сығыусы мал күптән юҡтыр, шуға ла был һуҡмаҡ күптән үлән менән ҡапланған. Оло өй яғына күҙ һалһа ла, аласыҡҡа атланы. Был ваҡытта ауыл халҡы әле аласыҡта көн итә. Өрөп сыҡҡан эт тә юҡ. Быныһы ла – йортта ир кеше булмау билгеһе. Ир булһа, ихатала эт тә була, ат та була. Ирһеҙҙәрҙә, тимәк, ошолай ҡоймалар хәл өҫтөндә, ҡайҙа ауып, ҡайҙа ҡыйшайып, ишек-ҡапҡалар һәленешеп, һикәлтәләр сереп-ҡарайып тора. Тыранса аласыҡ алдына еткәс, әллә нишләп эскә үтер ҡыйыулыҡ тапманы, шунда торған, ҡасандыр атаһы ҡунаҡлар булған, йышылып йылтыраған бүкәнгә сүгәләне. Күпме ултырғандыр шулай, берәү аласыҡ урындығын шығырлатып тороп, килеп, ишекте эстән төртөп ебәрҙе:

– Кем булдың шу? Нишәп үтмәйең?

Әсәһенең тауышынан һиҫкәнде лә һүренке генә йылмайҙы:

– Үттем, әсәй. Үтеп ултырам.

Сәғиҙә “Аһ!” итте. Ямаулы йөнойоғо өҫтөнән ҡаптыр калушын һыйҙыра алмай сәбәләнде лә, уларын туҙҙыраһынан ситкә тибеп, ойоҡсан көйө тупһаны ашатланы:

– Балам!.. Балаҡайы-ым... – алға һуҙылған ҡулдары килеп етеп, ҡыҙын ҡосҡансы, түгелеп илап та ебәрҙе. – Күрһәтмәй үлтерер был мине, тигәйнем би-и-ит... баламды күрһәтмәҫ инде, тигәйне-ем...

Ҡасандыр йоморо ғына булған әсәһе бөтөнләй ябығып, ҡоро һөйәккә ҡалып, бала шикелле генә булып, түшенә һырынған. Эй, әсәкәйем!.. Күпме хәсрәттәр йотторҙом һиңә...

Ҡатындар шул торған ерҙәрендә берсә өҙөк-йортоҡ итеп бутала-бутала һөйләшкәндәй ҙә итте, берсә кире сеңләп илауға күсте, унан тағы кемуҙарҙан бер-береһен һорауҙар менән күмделәр, унан тағы күҙ йәштәренә быуылдылар. Был хәл әсә кеше тамам хәлдән тайып, быуындары йомшарып төшкәнгәсә дауам итте. Хәтирә әсәһен ҡултыҡлап, аласыҡҡа алып инде, урындыҡҡа ултыртты. Үҙе ҡаршыһына сүгәләп, Сәғиҙәнең хәҙер инде әбейҙәрсә итеп йәйеп ябынған яулығынан туҙып сыҡҡан сал сәстәрен ипләп, кире тыҡты.

– Илама, әсәй, илама. Инде барыһы ла һәйбәт булыр. Беҙ хәҙер икәү, беҙ бергә.

Сәғиҙә лә тиреһе йоҡарған йомшаҡ устары менән ҡыҙының олоғайып киткән ҡаҡса битен һыпырҙы, йоҡа фуфайкаһының яғаларын ипләне:

– Ошолайтып утырғаныбыҙҙы нисәмә рәт төштә күрҙем бит...  Ҡотоҡ яғынан һыу көйәнтәләп килгәнеңде лә күрҙем... Э-эй, бәпкәмде... Ней күрәтмәне был донъя беҙгә лә... илгә лә...

Бер аҙыраҡ танһыҡтары ҡанғас, илашып та бушанғасмы, Сәғиҙә усаҡ яғына ынтылды:

– Ҡулғипмәк һалғайным да һаң, белгән һамаҡ, – усағының ҡалай тимер ҡапҡасын да, шуны терәтеп ҡуйған кирбесен дә яланғас ҡулдары менән алып, эстәге табаны һөйрәне лә, өҫтө һарғайып сыҡҡан ус аяһындай ҡалынлыҡтағы сөсикмәкте бармаҡтарында һикертә-һикертә алып килеп, урындыҡҡа йәйелгән киндер япмаға һалды. Унан тағы берәүһен шулай итте. Бала саҡтың, тыуған йорттоң татлы еҫе танауҙы ҡытыҡлап ҡына килеп инеп, мейегә үтте лә, әллә ниндәй хисле иҫтәлектәрҙе терелтеп ебәрҙе. Хәтирә, түҙмәй, эҫе түңәрәктең бер ситен һындырып ҡапты:

– М-м-м... – унан урындыҡҡа салҡан ауҙы, – бындай икмәк тәмен онотҡанмындыр, тиһәм.

– Күҙеңә сүп төшмәһен, балам, ятып ашама әпәкәйҙе, – әсәһе хас әүәлгесә шелтәләне, усаҡ ситендәге әле баҙырашып ятҡан ҡуҙҙарҙы өрә-өрә самауырына төшөргәндә. Әйтерһең, ҡара тамғалы алты йыл булмаған да, был йылдар икеһенең дә сәсен ағартмаған.

Мәтрүшкәле сәй, сөсикмәк булған табынға йәш ҡорот та ултыртылды. Башҡа һый юҡ та, кәрәк тә түгел ине. Шулай ҙа әсәһе аҡланды:

– Атаң бумағаны бире мал тоталмайым инде, балам. Һыйыр бумағас, аҡ та юҡ. Солоҡтарын да башта Рәйсә килендең малайҙары ҡараштыра ине, улар колхоз эшенә егелгәс, ҡорто осоп китеп бөткәндер инде һәҙер. Килен мынау ҡоротон индерҙе әле үткәндә. Ир балларына таянып, мал тота әле ул, – унан ҡапыл иҫенә төштө. – Ырҙаман ағаңдың үлгәнен дә белмәйһеңдер әле.

Хәтирәнең сәйе тамағына торҙо, ике туған ағаһы, елкәһендә аҫылындырып йөрөтөп үҫтергән ағаһы ине бит Рамаҙан. Ул һүҙһеҙ генә башын сайҡаны.

– Ҡырғөстөң ҡышы килде микән бахарункыйы... әллә ҡырығ дүрткә сыҡты микән? Ней буһа ла, ҡыш ине инде. Рәйсә киленем алты бала менән торҙо ла ҡалды мына, – әбей ауыр көрһөндө. – Улай тиһәң, өй беренсә инде алар, толдар. Мынау яҡтан Әсмә утыра атаһын күрмәгән балаһын ҡосаҡтап... ары Маһираның Көлсөмө өс баламан... Сәлихтың Сәйҙәһе лә бахарунный алды, тинеләр...

Хәтирәнең ҡолағы зыңлап китте лә ишетмәҫ булды. Һуңғы йылдарҙа ҡапыл көйгәндә шулайтыр булып китте, әллә нишләп. Башындағы тауыш тынғанда, Сәғиҙә һаман һөйләй ине әле:

– ... Ҡайтҡандарҙан йәмғеһе шулар ғына. Уларының да Хәмите – һыңар бот, Хөрмәтенең ҡулдары эшкинмәй тей, тағы остан бер йәш ир таяҡҡа таянып үткеләй.

– Сәғит... ҡайттымы... икән? – Хәтирә был һорауҙы биргәнен һиҙмәй ҡалды.

Әсәһе “йәлп” итеп ҡарап алды ла, яулыҡ осон тартып, тирләп сыҡҡан ауыҙ тирәһен һөрттө.

– Уҡытыусы Факиһаның улын әйтәңме? – йәнәһе, белмәй булды. – Ул бала ярты йыл тирәһе әүәл генә ҡайтып төштө. Бер мәл юғалған, тигән дә хәбәр буғайны. Аҙаҡ табылған булып сыҡтымы? Һуғыш бөткәс тә, ҡайтмай, ҡайҙалыр һеҙмәт итеп йөрөгән, тейҙәр.

– Баллары үҫеп торғандыр инде...

– Үһәрҙек балаһы юҡ бит аларҙың, – әбей китек кәсәһенең төбөн сайып, ер иҙәнгә һирпеп ебәрҙе лә ҡабаттан сәй ҡойҙо. – Әллә ништәп балаға уҙманы шу килен. Һуғышҡа саҡты ла аҙыраҡ тороп ҡалдылар, әле лә, һау бисәгә эшме ней ул.

Ошонан ары һүҙһеҙ ҡалдылар. Ултыра торғасыраҡ, Сәғиҙә, күҙен йәшереп, алдындағын рәтләштергән булып, тағы һүҙ ҡушты:

– Кейәү тураһында хәбәр-хәтерең юҡтыр...

– Кейәү?.. Ғимранды әйтәһеңме ни? Ул ниндәй кейәү булһын һиңә, – күңелһеҙ генә көлдө үҙе.

– Аһ-аһ! Һине никахтап алғас һуң, кейәү булмай, кем була? Талаҡтап айырмаған, һин икенсегә бармаған...

– Ҡуйсы, әсәй, эсте бошормайыҡ әле шуны иҫләп.

Сәғиҙә, риза булып баш һелкһә лә, әйтәһен әйтеп, ослап ҡуйҙы:

– Анда, Алла китабында, һеҙ хәләл әле, шуға ғына әйтәм дә.

Ары гәпләшеү яйлап ҡына ауыл тирәһендә, таныш-тоноштар араһында барҙы. Тик икеһе лә Хәтирәнең күргән-кисергәндәрен ҡуҙғатманы. Әсәһе ул хаҡта тыңлай, ҡыҙы һөйләй алмағанғалыр.

 

Ауылда йәшәүенә лә күнегеп бара. Шулай ҙа әле һаман таң һарыһында уянып, ҡайҙалығын онотоп, тамаҡ ярып ҡысҡырып уятыусыны һағайып көтөп ята. Унан әтәс тауышын ишеткәс кенә, еңел һулап, йә һулҡылдап илап, йә көлөп ебәрә. Унда ла тора, ары-бире итә, мал ҡыуыусыларҙан алда ҡотоҡҡа һыуға барып килә. Ошо көндәрҙә ҡыйралып ятҡан ҡоймаларҙы ипләштерҙе, әсәһенең ус аяһындай ғына ергә ултыртҡан картуфын ҡаҙып алды. Тора-бара, яйлап, ситһенә биреп булһа ла, ҡатын-ҡыҙ менән аралаша башланы. Уларға ҡушылып, колхоз эшенә сыҡты, асыла, алсаҡлана төштө. Әсе теллеләрҙең “төрөмшик” тип мыҫҡыллауына ҡолаҡ һалмағанда, зар-хәсрәт араһында тереклек табып йәшәгән ауылдаштары араһында ят бауыр булманы. Төпсөнгән кеше лә булманы артыҡ, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы, үҙ көнө ине.

Иң ҡурҡҡаны Сәғитте осратыу булғайны, уныһын да үткәрҙе. Ураҡтан ҡайтып килә ине, артынан ишетелгән ат тояҡтары тауышын ишетеп, юлдан ситкәрәк сыҡты ла, үҙ уйҙары тотҡононда булып, бара бирҙе. Тик һыбайлы уға тапҡырлағас та үтә һалып китмәгәс, ҡайырылып ҡараны ла тигеҙ ерҙә һөрөнөп китте. Ат өҫтөндәге Сәғит ине. Шул уҡ! Үҙгәрмәгән, аҙ ғына ла ҡартаймаған да әллә?

– Ни хәл?

Бер генә тәрән итеп тын алды ҡатын:

– Арыу әле...

– Ауылға ҡайттыңмы? – ир кеше лә һүҙ һайлай, күрәһең.

– Ҡайттым.

Бер аҙ өнһөҙ барҙылар. Ир атынан төшөп, йәнәш атланы.

– Ҡалаңмы?

Хәтирәгә саялығы ҡайтты, көлөп тура ҡараны:

– Ҡыуаңмы?

Сәғит уның ҡарашын тотоп йылмайҙы:

– Юҡ.

– Ҡыумағас, йөрөй бирәйем.

Тағы һүҙҙәр өҙөлөп ҡалды.

Тик ир үтеп китергә ашыҡманы.

– Хәтирә?..

– Ы? – ҡатын ҡарашын юлдан алманы.

– Теге мәл... нишәп улайттың ул һин?

Йөрәге семетеп ҡуйҙы, тик башын иҫәргә һалды:

– Ҡайы мәл ул? Минең хәҙер мәлдәрем буталған инде.

– Теге...

– Сәғит! Бер нәмә лә иҫтәгем килмәй – иҫтәтмә лә. Онотҡанмын... барын да.

– Онотҡаның?.. Шулай еңелме?

– Онотмаҫлыҡ нимә бар?

Ир ҡапыл ярһыны:

– Оноттоң инде атыу? Ярай алайһаң! – ҡапыл һикереп атына менде лә йүгән осо менән бер ғәйепһеҙ менгеһенең янбашына һыҙыра тартты. Тегеһе үрәпсеп, алға ынтылды. Артынан саң ҡойоно ғына өйөрөлөп ҡалды.

Ҡулында йәлпелдәтеп килгән яулығы менән ауыҙын нығытып баҫып, үкһеүен сығармаҫҡа тырышты ла бит – көсө етмәне. Ахырҙа, йылға буйына – муйыл шырлығына йүгерҙе. Сыбыҡ-сатырға һуғылып бара торғас, һыу ситенә етеп, йылға аша бөгөлөп төшкән муйыл олонона ҡапланып, үкһеп ебәрҙе. Ағасты һығып ҡосаҡлаған беләктәренә ҡаты ҡайыры батып инде, яулығы, туҙғыған сәстәре лыс һыу булды, үҙәге сиҡылданы, әммә тыныслана алманы. Был, уның эсендә йыйылып, сигенәсә тулышҡан, нисә йылдар томалап тотҡан, бөтөн яҡлап та сикләнгән хистәренең урғыуы, баш бирмәй тулауы, ярһыуы ине. Бөгөн тәүге тапҡыр был хистәр алдында көсһөҙ ҡалды Хәтирә.

 

Әүеш-тәүеш итеп ҡышҡа инеп барғанда, колхоз рәйесе булған Әнүәр ағай килеп инде өйҙәренә. Урындыҡта киске ашҡа ултырырға йөрөгән әсә менән ҡыҙ ҡаушап төштө.

– Һаумыһың әле! – гөрһөлдәк ир тауышынан иҫке йорттоң тәҙрә быялалары сыңлап китте.

– Һау! Шәппеҙ әле, – Сәғиҙә ашъяулыҡ мөйөшөнә бәләкәй күпмә түшәк шылдырҙы. – Әйҙә, ҡәйнеш, түрҙән уҙ!

– Уҙам, еңгә, ишек төбөндә генә һөйҙәшер һүҙ түгел.

Уҙаман һарыҡ тиреһенән тегелгән ауыр толобон сөйгә элеп, галушлы оло быймаларын һалып, һаҡал-мыйығын һыпыра-һыпыра, урындыҡҡа яҡынланы.

– Ҡана, ағаңдын ҡулын сайҙыр.

Ҡунаҡты йомошон йомошлар ҙа сыға һалып китер тип, көлдөксә яғында йәшенеп торған Хәтирә, йәһәт кенә ҡаҙан төбөнән йылы һыу тырнап алып, ҡомғанға һалды ла тас тотоп килде. Тегеһе ауыр эштән ҡарайып ҡатҡан ҙур устарын һыу йылыһында бер аҙ ләззәтләндереп торғас, урҙалағы таҫтамалға ынтылып һөртөп, менеп, аяҡ бөкләп тороп ултырып алды.

Сәғиҙә өтәләнеп уның алдына ҡабыҡлы картуфтарҙы тәгәрәтте, сәй яһай һалып ултыртты.

– Килен шәпме?

– Шәп. Мин юҡта бирешмәгәндәрен, һәҙер бирешмәһтәр инде. Бальнисҡа апарып килдем, бейә һөтөндә тоторға ҡуштылар.

– Ярай, анау бәләкәйҙәрегеҙ һаҡына, йәшәһен инде.

– Йәшәр, бисәләр эт йәнде лә, – ир һаһылдап көлөп алған булды. Үҙенең тауышы нескәрә биреп китте. Әйткәненә үҙе лә ышанмай, күрәһең. Унан һаман усаҡ тирәһендә йөрөгән Хәтирәгә күтәрелеп ҡараны:

– Ҡарындаш, һин ништәп утырмайың әле? Һиндә ине бит әле йомош.

Әсәле-ҡыҙлы ҡарашып алдылар.

– Мынау Шанскый урыҫтары Уртайортта ағас ҡырҡып ята, шуларға ашнаҡсы кәрәк икән, – Әнүәр ҡаршыһында урындыҡ ситенә терәлеп кенә ултырған ҡыҙҙан аша ҡарап һөйләй, сит ҡатын-ҡыҙға тура ҡарап өйрәнмәгәндәр бында. – Шуларға кеше тапмайбыҙ, берәү урыһса белмәй. Һинән башҡаһы юҡ та, бумаҫ та.

Сәғиҙә күҙҙәрен селт-селт иттерҙе:

– Ата-аҡ! Йыйын урыһ араһына ҡалайтып барһын ул?

– Туҡтале! Һин, еңгә, ҡапаҡтамай тор, – рәйес тауышын күтәрә төштө. – Урыһтар кеше түгелме ней? Улар ҙа шул ике ҡуллы, ике аяҡлылар. Һуғышта беҙ улар менән бергә йөрөнөк, бер ҙә “һин башҡортһоң” тип, тайшанып торманылар.

Сәғиҙә алдына сығармаҫҡа булып:

– Саҡ ҡайтып күҙемә күренгән баламды тағы ҡайҙа олаҡтырғың килә? – тигәйне лә, ир ҡырҡа бүлдерҙе лә:

– Анда күмәк кеше араһында үҙенә лә күңелде булыр, эш һаҡы түләрҙәр. Ике урамлы ауылда нимә тип һаман итәгеңә бәйҙәп утыраң? Мин аны ямандыҡҡа әйтәмме ней? Һин дә, еңгә, ҡыҙы-ыҡ инде, – тип ҡыҙып китә яҙҙы.

Ҡатындар шымып ҡалды. Рәйес тағы ла ике картуф әрсеп йотҡас, яңынан өгөтләүгә күсте:

– Ҡарындаш, ҡурҡма, мин көн аша шунда йөрөйөм, калхуз өмәләренә тигән тамаҡты ла шунан алам. Ат бирәбеҙ, көн дә ҡайтырың. Һин бит – донъя күргән кеше... бирешмәһһең.

Ошо юҫыҡтағы сәғәткә яҡын әңгәмә Хәтирәнең “ярай” тиеүенә ҡәҙәр дауам итте лә, яуап һығып сығарылғас, рәйес: “Оһо-һо, ҡарындашым! Ағаңды уңдырҙың! Иртәгә әҙерҙәнеп тор”, – тип, ҡабаланып хушлашып, сығып та китте. Ул киткәс, әсәһе әле оҙаҡ һуҡранды, өндәшмәй ултырып ҡалһаң булмағанмы, тип илауланы. Тик ризалыҡ бирелгәйне инде, һәм Хәтирә юлға төйнәнде.

 

Диләнке ситендәге дүрт бура йорттоң береһендә көн оҙоно ҡаҙан өҫтөндә ул хәҙер. Оло һауыттарҙа аш бешерә, тушенка болғап, макарон-картуфын ҡура, компот ҡайната, дәү самауырҙарҙа сәй тота. Ҡара таңдан кескәй кашауайға һоро бейәһен егеп алып сығып китә лә, эшселәрҙе өс ашатып, ҡашығаяғын йыуып-йышып, иртәгәгә кәрәк-ярағын әҙерләп ҡуйып, төнләтеп ҡайтып инә. Йыш ҡына Әнүәр ағай менән бергә йөрөйҙәр. Башта борсолған булһа ла, берәүҙең бер һүҙ әйткәне булманы. Киреһенсә, ир-егет ашханаға ингәнендә, утын-һыуын тотоп инеп, “ни кәрәк тә, ни кәрәк” тип кенә торалар. Был йомоҡ башҡорт ҡыҙының йүгермәләп йөрөп тырыштырыуы, ҡарашын күтәреп ҡарамағанда ла, йөҙөндә асыҡ сырай булыуы барыһына ла хуш килә. Олораҡтары “дочка”, йәшерәктәре “сестренка” тип өндәшкеләй. Унда ла рәхәт булып китә. Аштарын мулыраҡ, икмәктәрен ҡалыныраҡ итеп тоттороп ебәрә. Яҡшы мөнәсәбәткә ни етә инде.

Лесничество хужаһы Борис Федорович та ҡәнәғәт ашнаҡсы менән. “Ай-да, красавица! Ай-да, умница!” – тип, ҡыҙартып та ташлай. Йыш ҡына янына инеп, оҙаҡлап хәбәр һөйләп ултырыуы ғына уңайһыҙландыра, әммә бындай оло хужаға ярайҙыр, күрәһең.

Иҫәпләү-һанауға ла оҫтарҙы. Ул былай ҙа һандарға шәп ине, ҡабул ителгән, тотонолғанды йәһәт кенә сығарып тултырҙы таблицаларын, отчеттарын да тикшереүселәр бәйләнмәҫлек итеп эшләп өйрәнде. Счет төймәләрен шарт-шорт тартҡылап, ҡағыҙҙарға күмелеп ултырғанында әсәһе: “Йә инде, манауҙы ла аңдай икән әҙәм” – тип аптыраған булды ла эстән маһайып йөрөнө. Кем шунан бында былайтып төймә тартып, урысса уҡып-яҙып ултыра. Уның ҡыҙы!

 

Тик бер көн уйламаған хәл булды. Делянкаларҙы ҡыҙырып йөрөп килгән Борис Федорович, ашап алып мейес алдында тәмәке көйрәтеп ултырған еренән ҡапыл тороп баҫты ла, ынтылып, плитәләге һурпаһын болғап торған Хәтирәне ҡосаҡланы ла алды. Көтөлмәгәнлектән тайшанып өлгөрмәгән ҡатын, уның көслө беләктәре ҡармауында ҡалып, нимәлер уйлап өлгөргәнсе, ир ауыҙынан араҡы һаҫығы бөркөтөп, уның ирендәрен һурып үпте, бөтә тәне менән мейескә ҡыҫты. Ул арала ҡалтыранған бармаҡтары ашығып түшенә үрмәләгәйне... иҫенә килеп өлгөргән Хәтирә, уны йән көскә этеп ебәрҙе лә, һыңар ҡулындағы балаунигы менән, киҙәнеп тороп, яңағына һалды ла ебәрҙе. Алюмин балауник бөгөлөп төштө. Үҙе шул арала, йүгереп барып, утын ағасына йәбеште:

– Килеп ҡара! Үлтерә һуғам!

Бындайҙы көтмәгән хужа, яңағын һыйпап, һаман һөжүм итте:

– Һин нимә?.. Алйотһоңмо әллә? Кемгә һуҡҡаныңды беләһеңме һин, аңра бисә, ә?

– Килмә! Башыңды иҙә һуғам!

– Бисә икәнеңде белмәй икән, тип уйлайһыңмы? Һинең кеүектәргә ҡайҙа ир, ә? Төрмәлә ултырғаныңды ла беләбеҙ. Һин бында кемде ышандырмаҡсыһың? Ташла утыныңды. Ташла, тиҙәр, һиңә... –  ыҫылдап һаман килде.

Хәтирә, ярҙам эҙләп, алан-йолан ҡаранды, тик эргәлә, эргәлә генә түгел, был ваҡытта башҡа өйҙәрҙә лә йән әҫәре юҡ. Барыһы ла урманда. Хатта урамға сығып ҡысҡырыуҙан да фәтеүә булмаҫ... Шул уйынан һуң ишеккә ташланды үҙе. Тик сығып ҡасып өлгөрмәне. Һөжүм итеүсе уны, һыңар ҡулынан эләктереп алып, өйөрөлтөп ебәреп, оҙон өҫтәл ыңғайына һуҙылған һикегә сойорғотто. Һаман утынын ташламаған ҡатын урындыҡҡа менеп баҫып торҙо.

– Борис Федорович! Үтенәм... Нимә эшләйһегеҙ ул һеҙ?!

– Шаулама... Һиңә бер зыян булмаҫ, балда-майҙа йөҙөп кенә йәшәрһең. Дядя Боря бисәләрҙе ҡыйырһытмай ул, –  тип килеп, мөйөшкә һырынып баҫҡан ҡатындың итәгенән эләктереп, һелкетә тартҡайны... башына утын ағасы төшөүҙән “лып” итеп йөҙтүбән ауҙы. Шаңҡып ята бирһә лә, иҫен юймаған ине ул. Яйлап ҡына тороп, сәс араһын һыйпап ҡараны ла, ҡанлы бармаҡтарына текәлә биреп торғас, ҡарашын һаман шул урынында ағасын ҡосаҡлап ҡобараһы осоп торған Хәтирәгә күтәрҙе.

         – Все... былай булғас. Крышка һиңә! – шул һүҙҙәренән һуң ҡыҙыу атлап барып туны менән кәпәсен кейеп, тупһаға етте лә: – Төрөмшик! – тигәнде теше араһынан ҡыҫып сығарып, ауыр ишекте һелтәп ябып, сығып та китте. Ҡатын шул еренә шыуып төшөп ултырҙы.

         – Ни эшләнем мин... Ай, Аллам! Нишләп һуҡтым?! Нишләп...

        

         Өсөнсө көн ашханаға бер төркөм тикшереүселәр килеп төштө. Ашхананы ябып алып, бөтөн ҡағыҙҙарҙы ҡутарып, склад тауарҙарын теҙеп һалдылар ҙа, һанауҙар башланды. Ике көн барған был тикшереү комиссияһы, ашнаҡсының елкәһенә күпмелер икмәк, тушенка һәм ит хаҡы сығарып документ төҙөнө лә, Хәтирә эшенән бушатылып, өйөнә ҡайтарылды. Тик ул инде был ҡайтыуҙың шартлы ғына икәнен аңланы. Шул көндө кис әле бер нәмә белмәгән әсәһе менән икеһе араһында шундай һөйләшеү булды.

         – Әсәй, –  тине ул әле йоҡламаһа ла, урын йәйеп ятҡан әсәһенә. – Мин бумаһам, нишәр инең?

         – Нинәмә? – тегеһе ҡапыл ғына аңламаны, шуға үҙенекен һөйләне. – Нинәмәһен тәҙрәгә текәлеп утыраң төн йөҙөндә? Кит, шайтан ҡарар!

         – Шайтан ҡурҡыныс түгел ул, әсәй... Эргәңә ятайыммы?

         Сәғиҙә, нимәлер булғанын йөрәге менән һиҙһә лә, быны икенсерәккә юраны. Юрған ситен күтәрҙе:

         – Ят һуң.

         Хәтирә әсәһенең ҡуйынына һыйынды.

         – Кейәүҙән берәй һәбәр-һәтер бармәллә?

         Ҡыҙы яуап бирмәне, танауы менән әсәһенең түшенә төртөлөп ята бирҙе.

         – Киләм, тиһә ней... килә-китә йөрөһөн, әйҙә. Ул һиңә һарам түгел дә, үҙ йәмәғәтең...

         – Әсәй, мин алыҫҡа китеп барһам... һин түҙә алырыңмы?

         – Әпкитәм, тейме әллә? – әсәһе, тәҙрәнең өҫкө өлгөһө аша төшкән ай нурында ҡыҙының йөҙөн күрергә теләп, башын ҡалҡытты.

         – Кем алып китһә лә... бер үҙең йәшәп тора алаңмы?

         – Әпкитәм, тиһә, ней... Йәшәремде йәшәйем инде мин, баллар етем ҡалышып, йәшәп ятҡанды.

         Бер аҙ һүҙһеҙ яттылар. Һәр кем үҙенсә уйланы. Унан әсәһе, көрһөнә биреп, үҙ хәбәрен теҙҙе:

         – “Китәйек” тиһә, ҡарышма, миңә лә ҡарама. Әҙәм күрәсәгең күрмәй, гүргә инмәй. Минекен һин, һинекен мин йәшәй алмабыҙ. Ҡыҙ баланың яҙмышы ағастан өҙөлгән япраҡ һымаҡ, тигән була торғайны әсәм мәрхүмә, уны һәҙер тотоп алып ҡына кире йәбештереп бумай...

 

         Икенсе көн килгән УАЗ-икка сығып ултырғанында, әсәһе, иламһыраһа ла, күҙ ҡараштарындағы ҡәнәғәтлеген йәшерә алманы. Ябай кейемдәге кешене ул кейәүе ебәргән әҙәмгә һананы. Быны аңлаған Хәтирә ҡыуанды ғына, әйҙә, иренә китә икән, тип тынысланһын да ҡалһын...

         Был юлы йылдар уның тәүге киткәнендәге түгел ине, “халыҡ дошманы” тигән төшөнсәгә лә ҡараш бер аҙ йомшарған, уның кеүек “дәүләт милкенә ҡул һуҙыусы”ларҙан һорау алыу ҙа язалау формаһынан ситләшкән икән. Хәҙер Хәтирә үҙе лә күпкә аҡыллы. Бында килеп эләккәс, нимәлер иҫбатлап тороуҙың бер фәтеүәһе лә юҡлығын яҡшы белә. Бөтөн ғәйепләүҙәр менән дә килешеп, “гонаһтарын” танып, оло үкенес белдереүе тураһында бит-бит аңлатмалар яҙҙы. Тәфтишселәрҙең йәненә тейерлек һүҙҙәр, фекерҙәр әйтмәҫкә тырышты. Яңылышыуын, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, дәүләт милкенә ҡул һуҙыуын һәм был хатаһын тыуған иле алдында хеҙмәт тире менән йыуырға әҙерлеген әйтте. Уны тыңланылар, аңлауын хупланылар һәм, икенсе тапҡыр бер үк статья менән килеүен иҫәпкә алып... һигеҙ йылға хөкөм иттеләр.

         Тейешле урынға ебәреләһе ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө йыйылғансы тип, шул Белореттың ваҡытлы изоляторында ашнаҡсы ярҙамсыһы эшенә ҡуйып торҙолар. Камераларға аш таратыуға, һуңынан һауыт-һабаны йыйып алыуға, унан уларҙы йыуыуға, бәҙрәфтәрҙе таҙалауға арналды хәҙер уның көнө. Яҙмышы менән килешә алмаған йөрәген баҫыу, баҫа алмағанда ла, бер аҙ онотолдороу өсөн уға эш, туҡтауһыҙ эш кәрәк ине. Үҙен хәлдән тайҙырғансы, түшәгенә етер-етмәҫтән арып йығылырлыҡ хәлгә еткергәнсе ғазапланы. Түшәккә ятып, нимәләрҙер хаҡында уйламаҫ, әсәһен иҫенә төшөрмәҫ өсөн мейеһен эшләтмәҫкә тырышты. Хатта аҡылдан яҙғыһы килде. Хоҙайҙан, йә үлтер, йә аҡылдан яҙҙыр, тип ялбарҙы. Тик көн дә шул аҡылында уянды ла, шул хәсрәттәрен кейеп, ҡулына сепрәк алды.

         Өс ай тирәһе ваҡыт үткәс, сираттағы төшкө ашты таратып йөрөй ине. Бер камераның тәҙрә өлгөһөн асып, эстәгегә сеүәтә һуҙғанда, уның танышлығын аңғарып, иғтибар итте һәм саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Теге ир ҙә уны таныны. Таныны ла арты менән боролдо. Тик һуң ине инде. Үҙен төрмәгә тыҡҡан әҙәмде – Борис Федорович Серебриковты ҡараңғыла ла яңылышмаҫ ине ҡатын. Коридор буйлап ары ҡуҙғалып киткәс, ашнаҡсы булған Захарҙан һораны:

         – Был кем ул?

         – Бер түрә, кисә алып килделәр.

         – Ниндәй статья менән икән?

         – Һинеке кеүек үк. Тик ҙур күләмдә. Ә ниңә һорайһың уны?

         – Былай ғына... Ул мине ошонда ебәрткәйне, нахаҡ ғәйеп тағып.

         Захар ярҙамсыһына ышанмайыраҡ ҡарап алды:

         – Ниндәй маҡсаттан? Һинең уға, ҡайһындай түрәгә, ни хәжәтең булды?

         – Бәйләнде лә... башына утын ағасы менән һуҡтым. Шуны кисерә алманы.

         – Ну, һин даешь! – тип коридорҙы яңғыратып көлдө ашнаҡсы. – Шундай ҡурҡынысың да бармы ни? Ә мин һине, бур ғына икән, тиһәм әле.

         Көлөрөн көлһә лә, икенсе көн Хәтирәне бөтөнләй аптыратты ул.

         – Мин зектар араһына Серебриков тураһында хәбәр ебәрҙем.

         – Ниндәй хәбәр? – ҡатын ҡустыһы булырҙай егеткә ҡарап ҡалды.

         – Көсләүсе, тип...

         – Уның көсләүсе икәнлеген минән башҡа кем белә?

         – Хәҙер инде барыһы ла белә. Бында ундай дан менән йәшәүҙән йәшәмәү хәйерле. Так что, дошманыңды юҡ иттек, тип уйла.

         Әллә нисек булып китте ҡатынға, юҡ, үсе ҡанманы уның, тантана ла итмәне, рәхәтлек тә кисермәне. Бары түше тәңгәлендә өңөрәйеп торғандай ҡара бушлыҡ ҡына тойҙо. Ул бушлыҡ ҙурайғандан-ҙурая барып, уның үҙен дә йота, юҡҡа сығара барғандай ине.

         Коридор буйлап алға китеп өлгөргән Захар боролоп, өндәште:

         – Ирка! Йоҡлама!

         Аяҡтарын иҙәндән саҡ айырып алып, артынан эйәрҙе.

 

         Ярты йылдан тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙҙы Тула өлкә төрмәһенә алып барып ҡалдырҙылар. Бында уларҙы хәрби кейем тегеү цехтарына таратып сыҡтылар. Көн дә сафтарға теҙеп, һау-һаулап өргән эттәр һағы аҫтында эш урындарына алып баралар ҙа кискә шулай уҡ йоҡлау урындарына оҙаталар. Төрмә тәртиптәрен, ҡағиҙәләрен белгән Хәтирәгә, бер нисә тапҡыр тасма-тас һуғышып алыуҙы иҫәпкә алмағанда, артыҡ ҡырҡыу хәлдәр тыуманы. Ул, шул бер һоро массаға әүерелеп, ағым менән ҡуша аҡты.

         Иҫләрлек артыҡ нәмә лә булмаҫ ине, әгәр... Бер көн, эштәрен тамамлап сығып, рәткә теҙелә алмай этешеп-төртөшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы көтөп ауалаған овчаркаларҙың береһе бәйләп ҡуйылған еренән ысҡынып китте лә төркөмгә ташланды. Шунда уҡ иң яҡындағы ҡатынды ергә бәреп йығып, өҫтөнә баҫты. Ул – Хәтирә ине. Дошманды йығып, алҡымынан алыуға өйрәтелгән эт аҫтындағының бер ҡаршылығын ғына көттө. Саҡ ҡына сәбәләнһә, бөттө! Бөтөн ғүмере күҙ алдынан үткәндәй булды. Ни ғиллә менәндер теленә көс килде:

         – Аҡтырнаҡ... Муйнаҡ... ә? Һәйбә-әт малай... һәйбә-әт... Аҡы-ллы-ы...

         Тауышҡа казармала булған һаҡсылар сығып, майҙансыҡ буйлап был яҡҡа йүгерҙе.

         – Ыласынмы һин?... Ыласы-ын... Әллә... Шоңҡармы?.. Шоңҡар... Шоңҡар... аҡыллы эт... аҡыллы...

         Башмаҡ ҙурлыҡ овчарка аҫтындағыға аптырап ҡараны. Иркә тауышҡа, ҡолаҡтарын беҙ итеп, баштарын ҡыйшайтҡыланы. Унан көслө тәпәйҙәре менән ерҙәгенең күкрәген бер-ике иҙеп тапағас, һауаға ҡарап, был ни булды әле тигәндәй, юғалып ҡалған тауыш менән бер генә “һау” итте лә әсиренең эргәһенә һуҙылып төшөп ятты. Һаҡсылар килеп еткәндә, улар шулай йәнәш яталар ине. Ҡанға туҙған ҡатынға ярҙамға ташланған һалдаттар, был күренештән күҙҙәре дүрт булып, йәһәтләп килеп, эткә ҡайыш һалдылар ҙа торорлоҡ хәле ҡалмаған Хәтирәне тартып торғоҙҙолар. Ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамы менән саҡ ҡайтып етте. Ҡурҡыу быуынына төшкән ине.

         Шул ваҡиғанан һуң ниндәйҙер званиелы ҡатын янына алып килделәр. Ул баштан-аяҡ күҙҙән үткәргәс, һорау бирҙе:

         – Ни өсөн һине теге көн эт ботарламаны, нисек уйлайһың?

         Хәтирә уйлап торманы, үҙенә мәғлүм булғанын ғына әйтте:

         – Мине эттәр ярата, уларға тылсымым бар.

         –Нисек, тылсымың? Ведьмамын, тимәксеһеңме? – ир төҫөнә инеп барған ҡатын тәмәкенән һарғайған тештәрен асып йылмайҙы.

         – Бәләкәйҙән шулай, мин иң уҫал этте лә тиҙ генә эйәләштерә алам. Атайым бүре балалары ла алып ҡайтып биргеләне...

         Тыңлаусы ышандымы-ышанманымы, һынаулы ҡарай биреп торғас, шул уҡ уйынсаҡ тауыш менән ҡарар сығарҙы:

         – Бөгөндән эт фермаһына күсәһең. – Унан, үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп, өҫтәп ҡуйҙы. – Ҡайһы ваҡыт, кешеләр менән йәшәгәнсе, эттәр менән көн итеү хәйерле ул.

         Шулай итеп, эттәр араһына барып инде. Уларға ашарға бешерҙе, ситлектәрен таҙартты, көсөкләтте, тейешлеләрен тейешлеләренә ҡушты, йәштәрен, ауырлыҡтарын билдәләп барҙы. Ауырығандарына ветеринар саҡыртты, бетлеләрен махсус шыйыҡсалар менен йыуҙы, яралыларын тәрбиәләне. Үҙе ошо хайуанҡайҙарына, улары уға шул ҡәҙәр булып эҫенделәр, ҡатындың эттәр тотолған территорияға килеп инеүе була, тегеләре ситлектәрендә ырғышып, иректә йөрөгән көсөктәр, сабышып килеп, юлын быуҙы. Һәр береһенә йылы һүҙ ҡатырға, ҡараш һалырға тырышты, улар бит шул һөйөүгә мохтаж булып көтөп тора, тип уйланы.

         Бер оя көсөктәре менән “мәж” килеп ултырғанда, янына һаҡсы килде.

         – Ошо ояны ал да минең арттан атла.

         Артыҡ һорау биреп тороу тыйыла – ҡатын йәһәт кенә көсөктәрҙе кәрзингә тултырҙы ла алаҡанлап артынан эйәргән инәләренә: “Хәҙер киләбеҙ”, – тип, йөк машинаһына менеп тә ултырҙы. Ҡаланың төрлө урамдары буйлап бара торғас, ситкә үк сығып китеп, ике ҡатлы шәхси йорт янына туҡтанылар. Янындағы ҡораллы һалдат ергә һикерҙе лә, ынтылып, кәрзинде алды. Эйәртенешеп, ихатаға барып инделәр. Бында ла хәрби һаҡ тора икән. Бейек болдор эргәһенә килеп етеүҙәре булды, эстән, сыр-сыу килеп, ике бала йүгерешеп сыҡты.

         – Көсөктәр!!! Көсөктәр килде!

         – Даша, мин һайлайым! Атай миңә һайларға рөхсәт итте!

         – Мин – үҙемә, һин – үҙеңә! Һәр кем үҙе һайлай!

         Арттарынан сыҡҡан әсәләре өлгөрә алмай ята:

         – Балалар! Бер генә көсөк алабыҙ! Берәү генә.

         Алты-ете йәштәрҙәге малай менән ҡыҙ, берәүҙе лә ишетерлек хәлдә түгелдәр, кәрзиндәге алты көсөктө лә ҡосаҡтарына һыйҙырырға тырышып ойпалай торғас, уларҙың барыһы ла сиҙәмгә төшөп, йүгерешә башланы. Урам эсе балалар һәм көсөктәр әйлән-бәйләненә әүерелде. Хәтирә менән һаҡсы, йылмайып ҡарап, тик торҙо. Бындай илаһилыҡты уларҙың күптән күргәне лә юҡ бит. Балаларҙың әсәһе араларында сәбәләнде:

         – Даша! Миша! Ыҙалатмағыҙ көсөктәрҙе! Улар –  шундай уҡ бәпестәр.

         – Даша! Һин апай кеше бит!

         Шул саҡ Хәтирәне ток һуҡҡандай булды. Ҡатын ҡыҙына ап-асыҡ итеп татарса өндәште. Татарса! Хәтирә, тулҡынланыуҙан күҙҙәренә йәш алып, башҡортса яуапланы:

         – Уйнаһындар аҙыраҡ, барыһы ла балалар бит.

         Һомғол буйлы ап-аҡ ҡына ҡатынҡай, “йәлп” боролоп, ҡарап алды. Унан, йылмая биреп, янына килде. Хәтирә лә уға йылмайҙы.

         – Һин татар ҡыҙымы?

         – Башҡорт ҡыҙы.

         Икеһе лә тағы ла йылмайышты. Ҡатын башлап ҡулын һуҙҙы:

         – Ғәлимә. Бында, Галина Тимофеевна, тиҙәр.

         – Хәтирә.

         – Ҡайҙан һин, Хәтирә?

         – Башҡортостандан.

         – Мин Миңзәлә ҡалаһында йәшәнем... ҡасандыр. Мин... Черновтың ҡатыны булам.

         Хәтирәнең аптырауы йөҙөнә сыҡты, күрәһең, Ғәлимә көлөп үк ебәрҙе. Черновты уны, кем белмәй?! Ул бит... төрмә начальнигы!

         – Күптән бындаһыңмы? – яңы танышы билдәһеҙ яҡҡа эйәген ҡаҡты, әммә һорау аңлашылды.

         – Ике йыл.

         – Аңлашылды, –  ҡатын, ошоноң менән һөйләшеү тамам тигәндәй, ҡарашын балаларына күсерҙе. – Балалар, бер көсөк алабыҙ ҙа башҡаларын кәрзингә тултырабыҙ!

         Оло ғауға, күҙ йәштәренә барып етеп, көсөк һайланғас, китер алдынан Хәтирә хужаларға баш һелкете:

         – Һау булығыҙ, Ғәлимә.

         – Имен бул, Хәтирә.

 

         Тағы ла ике айҙан, төрмә начальнигының бойороғо буйынса, уны көсөк алып барған йортҡа баҡса ҡараусы итеп күсерҙеләр. Был ваҡиғалар ағышына ул әле ошонда ер соҡоп йөрөгәнендә лә ышана алманы. Баҡса эштәренән тыш, һаҡсы күҙәтеүе аҫтында хужаның ҡоралдар музейында ла тәртип тотто. Төрлө ҙурлыҡтағы һәм ауырлыҡтағы пистолет-мылтыҡтарҙы таҙартты, майланы, бәрхәт менән ышҡып, ялтыратты. Бушыраҡ ваҡытында Ғәлимә уны парк булып йәйелгән баҡсала бергә йөрөп әйләнергә саҡырҙы. Ике мосолман ҡатыны береһе татарса, икенсеһе башҡортса һөйләшеп кинәнде. Тора-бара, был ҡатын уға асылып уҡ китә башланы. Ғәлимәнең атаһы медицина өлкәһендә академик булған. Әсәһе лә уҡымышлы ханым булып, ике ҡыҙын матур китаптар тәрбиәһендә генә үҫтергән. Ҡатындың үҙен тотошо, һөйләше, ҡылыҡтары – барыһы ла уның, ысынлап та, юғары мәҙәниәтле ғаилә балаһы икәнлеген әйтеп тора ине. Ә был донъяла ул, әйтерһең дә, ваҡытлыса ғына. Әйтерһең, яңылышып ҡына килеп сыҡҡан. Был ерҙеке, был йәмғиәттеке түгел ул. Бысраҡ ергә баҫмаған, бынау оҙон күкһыу күлдәге, киң ҡырлы эшләпәһе, моңһоу ҡарашы, нескә йөҙ-һыны менән һауанан төшкән дә осоп ҡына йөрөгәндәй.

Ғәлимәнең атаһын “халыҡ дошманы” мөһөрө аҫтында атҡандар, әсәһе лә Себер һөрөлөп, шунан үле хәбәре килгән. Апаһы менән үҙе лә төрмә михнәттәрен татыған. Үҙен, ул ваҡыттағы чекист Черновтың күҙе төшөп, ул тамуҡтан һөйрәп сығарған һәм, исем-фамилияһын алмаштыртып, был яҡтарға алып сығып киткән. Иренә ҡарата бер хистәре булмаһа ла, яҙмышына күнгән ҡатын. Үҙенән күпкә оло булған кешенең бары тик яҡлауын ғына ҡабул иткән.

         –Аңлайһыңмы, Хәтирә, мин ҡайһы ваҡыт үҙемде шундай күрә алмайым. Мин бит ҡурҡтым, ул мәл, ысынлап, ҡурҡтым да ҡуйҙым.

         – Аптырамайым. Беренсе тапҡыр ҡулға алынғанда мин дә ҡурҡтым, һорау алғанда ла, төрмәгә барып ингәндә лә, ней үле, ней тере түгел инем.

         – Ә мин һындым. Мин атайым, әсәйем, апайым кеүек була алманым. Яҡлау эҙләнем, Алексей Петровичҡа ла, хатта йөҙөнә лә күтәрелеп ҡарамайынса, бирелдем һәм бөтә шарттарына ла риза булдым. Ә башҡа осраҡта бит мин уның кеүек кешегә боролоп та ҡарамаҫ, хатта һөйләшеп тә тормаҫ инем. Ата-әсәм ундай кешегә сығыуымды белһә, йөрәктәре ярылыр ине...

         Хәтирә әхирәтенә йәлләп ҡарап алды, тик йыуатыр һүҙ тапманы.

         –Апайың ҡайҙа хәҙер? – тип һораған булды, ахырҙа.

         – Белмәйем, –  Ғәлимә ауыр көрһөндө, –  хатта белешә лә алмайым. Мин бит туғандарымдан, хатта ата-әсәмдән баш тарттым. Ишетәһеңме? Динемдән, исемемдән баш тарттым. Бына шундай кеше мин...

         – Ә кем алдында баш тарттың?

         – Ҡағыҙҙарҙа... Алексей Петрович алдында.

         – Күңелеңдән юймағанһың да һуң?

         – Юҡ, уныһын эшләп булмай. Күпме генә тырышһам да, булманы.

         – Тимәк, һин уларҙан баш тартмағанһың. Хоҙай барыһын да күреп тора. Һинең сараһыҙҙан эшләгәндәреңде ул ғәфү итә.

         – Хоҙай?.. – Ғәлимә баҫалҡы көлөмһөрәне. – Беҙ Хоҙайға ышанабыҙмы ни? Бар тип уйлайһыңмы һин уны, Хәтирә? Ерендә шундай хәлдәр ҡылынырға рөхсәт итер инеме икән ул ысынлап булһа? Ә, Хәтирә?..

         Хәтирәнең үҙенең дә был һорауҙы үҙенә йөҙәр ҡат биреп ҡарағаны булғас, был хаҡта ятһа ла, торһа ла уйланғас, һығымтаһын әйтте:

         – Әгәр Хоҙай булмаһа, беҙ барыбыҙ ҙа улар кеүек кешеләр булыр инек. Ошо һынауҙарҙы үтһәк, ул беҙҙе ярлыҡар...

         – Минең хәҙер бер нәмәгә лә ышанысым ҡалманы, Хәтирә. Мин хатта балаларымды ла тәрбиәләмәйем. Был донъяла, бындай йәмғиәттә һәм беҙҙеке кеүек яһалма ғаиләлә улар ниндәй булып үҫһендәр инде?

         – Улай тимә, Ғәлимә. Ярай һинең уларың бар, исмаһам, әүрәйһең шуларға.

         – Инде бер нәмәгә лә әүрәй ҙә алмайым. Һүнеп барам мин яйлап... Быны Чернов та һиҙә.

         Ысынлап, майшәм һымаҡ һыҙылып ҡына быҫҡыған әхирәтен төрлөсә яйға һалырға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өндәне, уның иғтибарын яуларлыҡ нимәләрҙер уйлап табырға тырышты Хәтирә. Бер көн хатта башына бәлә алып та ҡуйҙы. Тотто ла, мине урыҫ теленә өйрәт әле, тине. Ғәлимәгә был оҡшап ҡалды һәм, хәҙер инде бушағанын ғына көтөп алып, Хәтирәгә дәрестәр бирә башланы. Яҙыуын, уҡыуын ҡабатлатты, китаптар биреп, аҙаҡ тикшереп, һөйләтеп, фекерләшеп теңкәһенә тейҙе. Теләге булмаһа ла, тырышты уҡыусы, сөнки уҡытыусыһының теремекләнеүен, хатта талапсан булып китеүен күҙәтеү шатлыҡ ине уға. Ә инде хужа өйҙә булмаған кистәрҙә төндәр буйы һөйләшеп ултырыуҙар, элекке бәхетле мәлдәрен хәтерләп, илашып-йырлашып, серҙәре менән бүлешеүҙәр үҙе бер ғүмер ине.

 

         Ғәлимәләр йортонда биш йылдан артыҡ йәшәне ул. Хәҙер инде бер туғандай булышып бөттөләр. Черновтың да ышанысын яуланы, яуланы ғына түгел, өйөн, балаларын тулыһынса ышанып ҡалдырыр кешеһенә әйләнде. Ҡатыны ла бауыр баҫып ылыҡҡас, етмәһә, йәненә дауа тапҡас, Хәтирәнең срогы тулғас та, бында ҡалырға тәҡдим яһаны.

         –Эш хаҡы түләрмен, ҡал, бынан һуң хәҙер һиңә эш табыу ҙа ауыр булыр, –  тине ир кеше.

         Хәтирә ҡапыл ғына яуаплай ҙа алманы. Нисек инде... ҡалырға? Уның кәүҙәһе генә бында йөрөй, күңеле күптән унда –  Бетерәһе өҫтөндә оса.

         –Ҡала алмайым шул, Алексей Петрович, бик теләһәм дә... Унда мине әсәйем көтә. Ғәйеп итмәгеҙ инде.

         Ғәлимә тимер юл вокзалында түгелеп илап тороп ҡалды. Саҡ ысҡынып ултырып китте Хәтирә. Был ғүмер һуҡмағынан бер аҙ алға йүгереп китеп ҡарағанда, әхирәте менән өс йыл туҡтауһыҙ хат алышып торҙолар ҙа, ҡапыл яуап килмәҫ булды. Хәтирәнең ныҡышып яҙған хаттарына бер көн Черновтан ике-өс һөйләмлек кенә хәбәр килде. Ғәлимә вафат булып ҡалған ине. Күбәләктәй генә яралы йәнен артабан йөрөтөр көс тапмаған икән был гонаһлы ерҙә. Күккә, үҙ урынына юлланған, күрәһең. Шул хәбәрҙе алған көндө үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр аят уҡыны Хәтирә. Әхирәте рухына бағышлап. Унан киләсәктә уҡыласаҡ аяттарҙың барыһында ла иң яҡындары исеме-шәрифе  теҙмәһендә Ғәлимә Әҙәм ҡыҙы ла булды.

 

Сауап

 

         Сәғиҙә ҡарсыҡ туған тейешле берәүҙәрҙең түшәгендә ҡаршы алды ҡыҙын. Терәлеп ултырыр хәле юҡ, әммә үҙ иҫендә ине әле. Оҙаҡ текәлеп ҡараны ул ҡыҙына асалаҡ-йомалаҡ күҙҙәре менән. Иламаны, сарбауламаны, әммә таныуын белдереп, әленән-әле ҡулын ҡыҫҡыланы. Унан ишек яғына эйәген иҙәне, алып ҡайтыуын, өйөнә күсереүен һораны. Хәтирә, бер яҡ ситкә аушайып барған иҫке йортоноң арҡыс-торҡос таҡта ҡағылған тәҙрәләрен ҡайырып асып, саң баҫҡан стеналарҙы, өҫтәл-һикеләрҙе йыуып-сайҙы ла, ҡалған ҡаралды-түшәкте ҡаҡҡылап-йүнәтеп, ҡул арбаһында алып ҡайтты әсәһен. Ике айҙай ҡарап ҡалды, бер иртәлә тауыш-тынһыҙ ғына китеп, Аллаһы ҡаршыһына баҫты Сәғиҙә ҡарсыҡ. Сабыр ғына булып йәшәп, үлгәндә дә шулай китте, тип уйланы ҡыҙы, уның вайымһыҙ йоҡлап ятҡандай тойолған аҡ сырайлы йөҙөнә ҡарап.

Әсәһен тәрбиәләп ҡуйғас, колхоз рәйесенә барып эш һорағайны, ҡымыҙ һауыуға сығарҙылар. Ауылдан биш саҡрымдай ятҡан ҡымыҙныйға йәйәү йөрөп эшләй башланы. Кеше менән артыҡ аралашыуҙан тартынған, ҡырҙараҡ, яңғыҙ-ярымыраҡ йөрөргә тырышҡанға таман булды. Бер үҙе урман хозурлығына һоҡланып, уйланып барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Йәйләүҙә ятып эшләгән ғаиләнең хужабикәһе менән дә һөйләшеп ултырыр ваҡыттары юҡ. Бейә һауыу һыйыр һауыу түгел ул – бейә малы тауышланғанды яратмай. Бында шулай уҡ мыштырлап йөрөү ҙә бармай. Барыһын да йәһәт-йәһәт, йылдам башҡарырға кәрәк. Юғиһә бейәләр, нисек эйгән булһа, шулай уҡ йәһәт кенә эйһенә лә. Шул арала өлгөрөп ҡалһаң – ҡалаһың, ҡалмаһаң, улар буш имсәкте тартҡылатмай, тояҡтарын һелтәп, тынысһыҙлана башлайҙар.

Һауындан ҡалған ваҡытта ла Зәлифә исемле был килендең мәшәҡәте етәрлек, бер түгел өс ваҡ балаһы эргәһендә буталанып йөрөй. Ирен дә, бәләкәстәрен дә тәрбиәләү, аш-һыу йүнәтеү, шул арала батман-батман ҡымыҙ менән булыу уның бөтөн көнөн ала.

Өс көнгә бер ҡырҙа, урманда эшләүсе колхозсыларға ҡымыҙ алып барып килә Хәтирә. Арба егеп, көбөләрҙе шунда нығытып бәйләп ултыртып, Зәлифәнең ике өлкән балаһын иптәшкә алып, урап йөрөп килә.

Бесән эшләүселәргә ҡымыҙ таратып торғанда, таныш тауыштан тертләп, сүмесен көбө эсенә төшөрөп ебәрҙе. Уныһы, тимер нәмә, сумды ла батты.

–  Миңә ҡымыҙ не положеномы әллә? – тип шаяртты һаман үҙенә боролғанын көтөп торған Сәғит.

Хәтирә, башҡа сараһы булмағас, боролорға мәжбүр. Бер секундҡа ғына бер-береһенә күҙ һирпеп алдылар. Ҡатын көсәнеп йылмайҙы:

– Положено ла ул... Сүмес ҡымыҙ төбөндә бит әле.

– Ҡымыҙ төбөндә? Хәҙер беҙ уны... – ир йүгерә-атлай йылға буйына төшөп китте лә, итек ҡуңысынан хәнйәр сығарып, тал сыбығы ҡырҡып алды һәм уны япраҡтарынан таҙалай-таҙалай кире килде. – Ҡана, ошоноң менән алып ҡарайыҡ әле?

Сәғит тырыша торғас, сыбыҡ менән сүмес һабының элмәгенән эләктереп, килтереп сығарҙы.

– Бына сүмесең, – тип һуҙҙы ла, эҫе ҡояш аҫтында йөрөп ҡарайған йөҙөнә хас булмаған ап-аҡ тештәрен күрһәтеп, тағы көлдө. – Ҡулыңдан әсе ҡымыҙ булһа ла эсәйем әле был ғүмерҙә.

Шул ваҡыт, икеһен дә һиҫкәндереп, мыҫҡыллы тауыш яңғыраны:

– Кеше ирҙәрен ҡарап тороп һуғарған өсөн дә түләйҙәрме әллә?

Сәғиттең ҡатыны Бибигөл ине был. Хәтирә менән яҡындан таныш булмаһа ла, улар тарихын белә. Белә генә түгел, иренең эске кисерештәрен тойоп йәшәй. Нисә йылдар түшәк бүлешеп тә, күңеленә үтеп инә алмағанына бары тик ошо “төрөмшик” ҡатынды ғына ғәйепләй. Әллә ҡайҙа йөрөһә лә, уның бәхетен, тыныслығын урлаусы ҡараҡ. Белмәгән көйө – күрә алмай, күрмәгән көйө юҡ итергә теләй ул уны.

Ыжламаны шулай ҙа Сәғит. Ҡатынына артыҡ һан бирмәй, күрәһең. Ашыҡмай ғына эсеп бөттө лә, рәхмәт әйтеп һауытын кире тапшырғас, ҡабаланмай ғына тәмәкеһен ҡабыҙып, китеп барҙы. Хәтирә сүмесен тултырып, Бибигөлгә лә һуҙғайны, уныһы:

– Шул бер бейә һыҡраһын үҙегеҙ эсегеҙ. Ҡутара һыу ҡушалар ҙа эсте күптерәләр, – тип, ҡул һелтәгән булды. Улай тигәс, Хәтирә лә ҡабат боролоп баҫты, икенселәрҙең һауытын тултырыу менән мәшғүл булды. Тик талағы ташып барған ҡатындың китә һалып барыр уйы юҡ булып сыҡты. Сиратҡа баҫҡан ҡатындарға өндәшкән булып, тағы сәнсте:

– Мынау уаҡ балларҙы, нимуйҙап эҫелә алып йөрөмәк кәрәк? Кеше балаһын кеше уйҙаймы инде? – арбалағы Зәлифәнең ҡыҙҙары хаҡында әйтеүе.

Яуап биреүсе булмауында эше юҡ, һаман тыҡыны:

– Үҙ балаң буһа, шулайтып йөрөтмәһ инең инде. Төрмәләрҙә йөрөп, бисә йәне ҡалмағандыр.

Йыйылып тороусылар араһында “аһ” итеп ҡалыусылар булһа ла, береһе лә бәхәскә ҡыҫылманы.

Шул саҡ Хәтирәнең дә теле сыҡты:

– Минең, ярай, төрмәнән төрмәгә йөрөп балам юҡ, ә һинең, ир яҫтап ятҡан бисәнең, нишәп үҙ балаһы юҡ һуң?

Ике-өс ҡатын тағы “аһ” итте лә йәһәт-йәһәт өлөштәрен алып, китеү яғын ҡараны. Бибигөл ярһыны:

– Миндә ней эшең бар һинең? Ишшеү бында, төрөмшиклеген бер дан итеп тора әллә?! Ғейверәт! Зат-ырыуыңа бирмәһен Хоҙайым!

Ат ҡуҙғалып киткәс тә, тауышы ишетелеп торҙо әле:

– Бур булып төрмәлә ултырып ҡайтҡан кешене әллә нимәһен һаман кеше араһына эшкә алалар! Персидәтелгә әйтергә кәрәк йыйылышта! Алаҡандап, ирҙәргә менеп бара, әй!

 

Бер ышандырып тотонғас тип, ҡымыҙ мәле үткәнсе йөрөнө лә ауылын ҡалдырып китте Хәтирә. Бында башҡаса ҡала алмай ине ул. Ил ҙур, илдә уның кеүектәр аҙ түгел, йәшәр, көн күрер әле. Был юлы Баймаҡ ҡалаһына етеп, үҙе һымаҡтарҙы эшкә урынлаштырыусы кантораға инеп теркәлгәйне, Темәс балалар йортона кер йыуыусы кәрәк булып сыҡты. Шул көндө үк, эңер булһа ла, йәйәүләп юлға сыҡты ла, таңға Темәскә барып та инде. Алдылар. Шунда ятаҡ мөйөшөнән сыйырсыҡ ояһындай бер бүлмә лә бирҙеләр. Ең һыҙғанып эшкә тотондо ла китте ҡатын. Ҡайнар мискәләр өҫтөндә тороп, парлы һауа һулап, ҡыштарын мәкелә кер сайҡап, ҡулдары ҡош тәпәйендәй булып бөткәндә лә, кире уйлар, ҡайҙалыр ынтылыр юлы булманы. Кистәрен детдом балалары менән булашты. Бәләкәйерәктәрҙең өҫ-башын ямап-тегеп, олораҡтарына бәйләргә, сигергә өйрәтеп, шулар тормошон үҙенекенә ялғап, йыл артынан йыл уҙғарҙы.

Бер мәл генә ғәҙәттән тыш хәл булды булыуын. Ул ваҡиғаны иҫләмәҫкә тырыша Хәтирә, әммә шунда булған бер генә һүҙҙе лә, ҡарашты ла онота ла, хатта саҡ ҡынаға онотоп тора ла алмай.

Бер көн, уйламағанда, Сәғит килеп инде. Плитә өҫтөндәге тимер мискәләрҙә кер ҡайнатып торған Хәтирә, пар араһынан үҙенә яҡынлашып килгән кешене танығас, ҡулындағы сепрәк менән тирләгән битен һөрттө лә ҡаушап ҡарап ҡалды. Теге килеп һаулашты, хәл-әүәл һорашҡан булды. Ике ҡулын йәйҙе генә ҡатын, бына бит, үҙең күреп тораһың, йәнәһе. Үҙе һаман килеүсенең йөҙөнә текәлгән: нимә кәрәк быға? Кәрәкмәгән нәмәләр һөйләп торғанына үҙенең дә йәне көйҙө, ахыры, ирҙең, ул ҡатындың ағас көрәген тартып алып ситкә ташланы ла:

– Хәтирә, мин һиңә килдем, – тине, – йәшәргә...

Ҡатын аңламаны:

– Йәшәргә?.. Нишәп миңә?

– Ә кемгә атыу? Һинән башҡа атлығыр кешем юҡ.

–  Бисәңде ҡайҙа иттең?

– Ҡайҙа итәйем мин уны... Ҡалды.

Мыҫҡыллы йылмайҙы ҡатын:

– Ҡалай ул, нисек итеп, тота килеп кенә, төрөмшиккә сығарып ебәрҙе ул һине?

Сәғит ялбарып ҡараны:

– Ярар инде, Хәтирә, онотайыҡ. Үткәндәрҙең барыһын да һыҙып ташлап йәшәйек, әйҙә.

– Ҡалай анһат, – үҙенең яһиллығына үҙе аптырай Хәтирә. – Ике бисә араһында йөрөмәк булдыңмы? Иркә быҙау ике инәне имә, тип.

– Юҡ, һинең менән генә.

Ир ҡатынға, ҡатын бығырлап ҡайнаған һыуына ҡарай биреп торғас, етдиләнеп, уйсан ҡарашын күтәрҙе икенсеһе:

– Юҡ, Сәғит. Үткәнемдән бер нәмәне лә онота ла, юя ла алмайым. Мин һиңә тиң түгел, бөгөн булмаһа, иртәгә барыбер кәмһетерһең. Һинән ундайҙы кисерә алмам.

– Хәтирә!.. Ашыҡма яуап менән, – ғорурлығына тейгән ир, ярһымаҫҡа тырышып, тешен ҡыҫа.

– Бында уйлап торһы юҡ. Йөрөмә юҡ менән булып! Бар, ҡайт!

– Хәтирә!.. Телмә йәнемде... Мин һиңә кешесә әйтәм... һуңғы тапҡыр.

– Булмай... Сәғит. Зинһар... кит.

Боролдо ла китте. Ике-өс аҙым атлауы булды, донъялағы иң ҡәҙерле кешеһен быу пәрҙәһе ҡапланы. Әйтерһең, шул томан араһынан пәйҙә булған да, күҙгә күренер-күренмәҫтән, юҡ та булған. Серле күренеш кеүек кенә.

Иламаны был юлы Хәтирә. Үтә бер ҡыҙыулыҡ менән эшен дауам итеп алды ла китте. Бары йөрәгенең тора-бара ҡыҫып-ҡыҫып ауырта башлауына иғтибар итмәгәндә, уны бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән туҡтатыр хәл дә булмағандай ине. Тик йөрәге уйнамаған икән. Ул ҡаты булып ҡыланырға тырышып маташҡан эйәһенә ысынлап асыуланғайны. Шулай тулатҡан һәм ҡанһыратҡан хәсрәттәрен эсенә һыйҙыра алмауын нисек итеп аңламаҫҡа була? Һәм һыйҙыра алманы йөрәк, тотто ла йыртылды. Дауаханала ай дауамында ятып, табиптың аңлатыуын тыңлап, хайран булып ултырҙы Хәтирә: йөрәк тә йыртылып китә икән...

 

Ай артынан ай, йыл артынан йылды ялғап, сираттағы Яңы йылды ҡаршыларға йөрөгәндә, Хәтирәне юллап, прачечныйға хат ташыусы килеп инде.

– Ишмырҙина Хәтирә! – тип ҡысҡырҙы ул ишек төбөнән үк.

Хәтирә уға ҡаршы сыҡты:

– Мин инем. Ни булды?

– Һеҙгә хат!

Ҡатын ашыҡманы:

– Миңә кемдән хат булһын ул? Яңылышҡанһығыҙҙыр...

Хат ташыусы асыуланғандай итте:

– Нишләп яңылышайым инде? Уҡый белмәйемме әллә?!

Килеп алырға тура килде. Ҡараһа, ысынлап, хат уға төбәлгән. Почтальондың китеүе булды, ишек яңағына һөйәлеп, конвертты йәбештерелгән еренән асып, эсендәге битте тартып сығарҙы. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы. Хас Ғәлимәнеке кеүек тигеҙ, матур хәрефтәр менән яҙған. Әйләндереп-тулғандырып ҡарағас, яҡтығараҡ һуҙып, уҡый башланы. Уҡыған һайын, күҙҙәре ҙурайҙы, ауыҙы асыла барҙы. Унан тамам хәле бөтөп, тәнтерәкләп барып, тыш яҡтағы эскәмйәгә терәлде. Ултырғас, яңынан башлап, ҡабатлап уҡыны. Тағы күҙ йүгертеп сыҡҡас, ҡырҙағы тау түбәләренә төбәлеп ҡалды. Хат таныш булмаған ҡатындан ине. Ул күршеһе хаҡында яҙа. Күршеһе, ике аяғы ла эшлектән сыҡҡан ир, бер үҙе донъя көтә икән. Уны, инстульттан һуң, аяҡтары йөрөмәҫ булғас, ҡатыны, ике балаһын алып, ташлап киткән. Хәҙер инде ул хәлгә өс йыллап ваҡыт үткән. Түше менән шыуып йөрөп, эштәрен башҡара, хатта баҡса үҫтереп маташа, тигән. Ҡайһы саҡ улар һөйләшеп ултыра. Ғәриптең ике һүҙенең береһендә – Хәтирә. Шуға күршеһенең хәлен белгертеү өсөн Хәтирәне күптән эҙләгән был ҡатын. Ғәрип ир – Ғимран. Хат эстәлеге ҡыҫҡаса шулай ине.

Икенсе көн директорға ғариза менән инде Хәтирә. Етәксе, уның яҙмаһын ҡарап сыҡҡас, ултырырға урын күрһәтте.

– Ниндәй сәбәптән улай?

– Ирем хаҡында хат алдым... Аяҡһыҙ ята, тиелгән.

– Ирең? Ирең бар инеме ни һинең? – директор, оло йәштәге ҡатын, күҙлеген төшөрә биреп төбәлде. – Нисә йыл эшләнең әле һин беҙҙә? Арыуыҡ түгелме?

– Ете йыл була яҙҙы.

– Ете йыл буйына... ирең ҡайҙа булды һуң?

– Ул... Өфө эргәһендә йәшәне. Икенсе ҡатын менән...

Етәксе аңларға теләй:

– Һуң?..

– Ҡатыны киткән, тип яҙалар. Бер үҙе, тиҙәр.

– Хәтирә! Хәтирәкәй... Ҡатыны ташлаған ғәрип иргә ҡабаттан бармаҡсыһыңмы? Бигерәк уйламай хәл итәһең бит, балаҡай!..

Ҡатын, алдына ҡарап, яуапһыҙ ҡалды. Ныҡ ҡымтылған ирененән уның уйынан кире ҡайтмаҫы күренеп тора ине.

– Йәл, бик йәл... – балалар йорто директоры, ҡулына ҡәләмен алғас та, һаман һуҙҙы. – Өйрәнешеп бөткән инек бит әле...

Унан, ниһайәт, имзаһын һалды.

– Әгәр... бер-бер хәл булһа, тим инде, ҡайт кире, урыныңа ваҡытлыса ғына алырмын кешене лә.

Хәтирә, дәртләнеп, тороп баҫты:

– Рәхмәт, Әлмира апай. Ҡайтмаҫмын инде... көтмәгеҙ.

Оло ҡатын ашығып сығып барыусыны бошонҡо ҡараш менән оҙатып ултырып ҡалды. Дә-ә, тормош...

 

...  Хәтирә әбейҙең, Бетерә буйындағы кескәй бер йортто һатып алып, күсеп ҡайтыуына сәйерһенмәне ауылдаштары. Күптәр шулай ҡартайып ҡайтып төшә бит тыуған ерҙәренә. Үлергә тип...

Етмешенә аяҡ баҫҡан инәй әле шәп, күнәкләп һыу ташып, мейесен йүнәтеп алды, тыш яҡтан бүрәнә араларын һыланы. Ҡойма-аҙбарҙарына ир-егеттәрҙе ялланы, яңы бәҙрәф яһатып ҡуйҙы. Иртәгәһе көн картуфлығына трактор ҙа инеп сыҡты. Сәсеүгә һуңлаһа ла, ҡыйы күпереп ултырмаһын, тигәндер.

Ауылда йәштәр уны танымай ҙа инде. Яҡынса ғына кем булыуын беләлер белгәндәр. Унда ла, шуларҙың туғаны, тип кенә. Бабайы үлгән дә, шуға күсеп ҡайтҡан, тиҙәр. Уныһының ҙурайтылған кәртешкәһен түренә элеп ҡуйған. Ингән кешегә күрһәтеп, һөйләп ҡала: “Ғимран бабайың ошо... Партийный работник булды... Настаящий камунис ине... Егерме йылдан ашыу кәләскелә ултырһа ла, бирешмәне. Үлә торған көн дә, һайлауға барып ҡайтып, ятып үлеп китте... “ Унан ҡалһа:

– Һайлауҙа ошо дикламасияны һөйҙәне, – тип, ҡулдарын һелтәп ебәреп, Ленин бабайға бағышланған шиғыр уҡып ебәрә. – Шулай шәп булды ул минең бабай.

Мунсаға ҡусты тейеш кешеһенә йөрөй әбей. Ҡышҡы кис, мунсанан һуң хужаларҙың үҫмер ҡыҙы уны санаға ултыртып алып китеп бара. Сана менән тиҙерәк, ҡыҙ клубка ҡабалана, унда әбей ҡайғыһы юҡ. Шуға йүгерттереп килә. Оло урам аша үткәндә, Хәтирә, һәр ваҡыттағыса, яйларға ҡуша:

– Ҡыҙым, мынау тәңгәлдә аҡрынласәле. Йырлайыҡ! Бибекәй беҙҙе, байрам итеп йөрөй, тип уйҙаһың. Эсе көтөрҙәһен әле.

Ҡыҙы инде нисә ҡат әйткәнен ҡабатлай:

– Бибекәй әбей ишетмәй ҙә инде!

– Үҙенә кәрәген ишетә ул! – ти ҙә, йырлап та ебәрә:

Витир дуйыт, витир дуйы-ыт!

Кагда дуйыт, кагда ни-ит!

Мой люви-имый... һарактерны-ый!

Кагда лю-ювит, кагда ни-ит! Э-эй!

Унан дебет бейәләйле ҡулы менән ауыҙын ҡаплап хихылдай, күңеле шаҡтай күтәрелеп, һөрәнләй:

– Эй, ҡылдыҡ бит, ҡыҙым, Бибекәйҙе! Ярыла яҙып у тыра микән!

Йәш ҡыҙ уға иҫәргә ҡараған кеүек кенә ҡарай. Инде был күренешкә көлмәй ҙә хатта.

Сана елдерә генә. Әбейҙең сибек тауышы төтөн менән ыҫланған ҡышҡы ауыл урамында һибелеп ҡала. Әлбиттә, уны Бибигөл әбей, шулай уҡ күптән бабайын юғалтып, балаһыҙ ҡартайған ҡортҡа, ишетмәй. Әммә был йыр ошонан үткән һайын йырлана. Ысынында, Хәтирәнең үҙе өсөн йырланалыр ул йыр.

– Мой люви-имый... һаракте-ерный... – тип мөңгөрләй әле ул, туңҡанлай-туңҡанлай тупһаһынан күтәрелгәндә лә. – Кагда лю-ювит... кагда ни-ит...

Ә уның  бәләкәй өйө алдында, ҡалын боҙ ҡатламы аҫтында, уның йырына шаршы ҡушыла. Бетерә шаршыһы. Үҙе кеүек теремек һәм тиктормаҫ, көслө һәм бошонмаҫ, үткен һәм сая балаһының тауышын танып, тойоп, ауаздаш булыуы. Был моң, йылға уртаһына уйылған мәкенән урғып сығып, яр буйҙарына, ҡаршы тауҙағы ҡарағайҙарҙы шартылдатыр һалҡын һауаға, йылтыр йондоҙҙар баҙырашҡан салт күккә тарала. Был моңдо шаршы бынан меңәр йыл әүәл дә көйләгән, бынан меңәр йыл элек тә һыуын һыулағандар тыңлаған уны. Әле лә йырлай, әле лә тыңлайҙар. Һәм... йырлар ул... Тыңларбыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: