+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Сентябрь 2021, 15:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун беренсе өлөш

...Бер уянып китһә, эргәһендә ярым яланғас Миңһылыу йоҡлап ята. Сатнаған башын саҡ күтәреп, тирә-яғына баға: иҙәндә – кемдәрҙер, арыраҡ, диванда, тағы бер пар...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун беренсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун беренсе өлөш

Эләгә-тәгәрәй йөрөп кейемдәрен эҙләп кейҙе. Шул ваҡыт Миңһылыу ҙа уянды:

             – Иртә бит әле...

             – Мин... ҡайтам. Ҡайтырға тейеш инем кисә...

             – Ой! Хәҙер үкенәм тиген ишшеү,  –  ҡыҙ күҙҙәрен ялтыратып аҫтыртын көлөп маташа.

             – Миңһылыу... – тине лә, әйтер һүҙ тапманы егет һәм бөтөнләй икенсене һөйләп ҡуйҙы,  –  Һин... һинең... ата-әсәйең бармы ул?

             – Нимә, ата-әсәйемә барып ҡулымды һорарға итәһеңме әллә?

             – Ҡайҙа йөрөйһөң, тип, әрләмәйҙәрме ул һине?

             – Совершеннолетняя! Рөхсәт һорар йәшем үткән. Белгең килһә, мин һиңә лә апай әле, ике йәшкә.

             – Мммм... – тип кенә ҡуя алды хәҙер егет. Унан барып бер сүмес һыу күтәреп эсте лә, ҡул ғына болғап сығып китте. Үкенде, бик үкенде. Көнө буйына эштә үҙен һүгеп йөрөнө. Башҡаса ул йортҡа аяҡ баҫмаҫҡа һәм ул ауылға йөрөүҙән туҡтарға ҡарар итте. Бер аҙна тотто һүҙен, ике аҙна, Миңһылыуҙан ҡайнар сәләмдәр килһә лә, өсөнсө аҙнала ла, һеңле-ҡустыһын ҡыуандырып, өйҙә ҡалды. Мунса яҡтылар, ҡустыһы менән кисен шахмат уйнанылар, һеңлеһенә әсәһенән ҡалған тегеү машинкаһын көйләп бирҙе, уныһы тырышып-тырышып тегергә өйрәнә. Дүртенсе аҙнаны ла имен генә сығып, ялға ҡайтып ултырҙы. Һеңлеһе ашарға әҙерләне лә, ҡаршыһында өйөрөлөп өйөрөлдө. Ағаһы һаман да аңғармағас, ахырҙа, яҡын уҡ килеп башын һелкте:

             – Күрмәйсе!

            Рамаҙан уға үтә ҡараны:

             – Нимәне?

             – Бына! Алҡаларҙы! – сәстәрен ҡолаҡ артына һыпырып ебәрә был.

            Күрҙе лә йөрәге семетте. Теге мәл... үткән көҙ... алған алҡалар. Зөлфиәгә бүләккә, тип. Яңы йылда һоратырға барырға әҙерләнгәндә, бер еңгә тейеш кешеһе менән кәңәшләшкәйне, никахҡа ҡыҙға алҡа бүләк итәләр тигәс, алып ҡуйғайны... Ятып ҡалды...

           

 – Шкафтың төпкө бүлегенән табып алдым. Миңәме был? – тип, ҡыуанысынан балҡып тора һеңлеһе, бына, тағып алып,  –  8 марттан алда булһа ла күрҙем инде. Тағам, йәме?

             – Ярай, оҡшағас – таҡ,  –  тип ҡуйҙы ағаһы. Хәҙер килеп, бер балаға, юҡ, был алҡалар икенсегә тәғәйенләнгәйне, тип тора алмай бит инде. Унан да ни фәтеүә? Ә үҙенең шундай һыҙылып эсе бошоп китте. Ашаны ла, урамға сыҡты. Аҙыраҡ йөрөп булһа ла киләйем, тип атлап китте. Оло урамды осонаса сығып, кире әйләнгәйне генә, пар ат егелгән кашауай ҡыуып етте. Ундағы егеттәр һыҙғырышты, ҡысҡырышты:

             – О-о! Рамаҙан!

             – Давай, һикер! Беҙ – тегендә!

            Рамаҙан ситкә сығып юл бирҙе. Әммә һуҡмыштар үтеп кенә китмәне, ә ярһыған аттарын шаҡарып туҡтатып, өгөтләргә кереште:

             – Әйҙә, унда һине һағынғандар!

             – Әйҙә инде... нимә һин, ҡыҙҙар һымаҡ!

             – Давай-давай! Тейәп ал! – күп уйлап тормай, уны санаға ҡолата тартып алып та киттеләр. Аттар ҡар борхотоп алға елдерҙе.

            ...Күңелле булды. Тағы онотолдо... Тағы Миңһылыу менән уянды... Тағы үкенде...

            8 март байрамында... тап шул көн булды шул – хәтерендә... башҡалар ҡолашыпмы, ятышыпмы бөткәс, икәү генә ҡалғандарында, Миңһылыу аурлы икәнлеген әйтте. Рамаҙан уны ишетһә лә, айышына төшөнә алмай аҙапланды.

             – Нишләп ауырлы? Нисек ауырлы?

             – Нисек-нисек?.. Нисек икәнен һөйләп бирәйемме инде? – ҡыҙҙың кәйефе юҡ, төҫө лә ҡасҡан.

            Рамаҙан һаман аңрая. Миңһылыуҙың йәне көйөп үк китә:

             – Нимә, баш тартмаҡсыһыңмы? “Зөлфиә-Зөлфиә” тип һаташып ятһаң да, минең менән йоҡлап йөрөгәнеңде бындағы бөтәһе лә белә.

            Егет һаман телһеҙ.

             – Ярай, теләмәһәң, абортҡа барам. Тик аҡса бир, миндә юҡ. Ҡалаға түләүлегә барып киләм, – унан өҫтәп ҡуя,  –  Улай ҡурҡаҡ икәнеңде кем белгән.

            Шунда ғына Рамаҙанға барып етә, ул хатта асыҡлап маташа:

             – Миңһылыу... ул...был... точно минекеме?

            Ҡыҙ алдындағы эсә алмай ултырған рүмкәһен ҡолатҡансы этеп ебәрә:

             – Ышанмаһаң – тор! Аҡса бир и все!

            Рамаҙан уны тороп барған еренән тартып ултырта:

             – Ярай, ҡыҙма... Аптыраным мин... просто...

             – Нимәһен аптырайһың? Һаҡланмағандан бала була икәнде белмәй инеңме?

             – Һаҡланыу?.. Уны түгел... башҡаһын иҫләһәмсе...

            Ҡыҙ һаман ныҡышты:

             – Шунан? Ни эшләйбеҙ?

            Егет бер тәрән итеп тын алды ла, ҡырҡа хәл итте:

             – Өйләнәбеҙ. Икәүләшеп тороп һөйләшеп бала үлтермәйбеҙ ҙә инде. Давай, ҡайтайыҡ, айнығайыҡ, Миңһылыу. И ҡабат эсмәйек, ишеттеңме? Бала булһын... тыуһын ул...

            Миңһылыу күҙ йәштәренә быуылып, йөҙөн ҡапланы, үҙе ризалашып туҡтауһыҙ башын ҡаҡты:

             –  Ярай... ярай, Рамаҙан... Һин әйткәнсә булыр... Барыһы ла һин әйткәнсә генә булыр...

            Туй үтте. Көҙ башына малайҙары тыуҙы. Тик бәлә китмәгән булып сыҡты, ул ошо тирәлә һағалап, көтөп кенә йөрөгән икән.  Дүрт-биш айында улдарының ултырырға ынтылмағанын, балаларса талпынмағанын аңғарып тикшерткәйнеләр, уның ауырыу икәнлеге асыҡланды. Бәлә килде. Бәлә ҡара япмаһы менән уларҙы баштан-аяҡ ябып китте. Оҙаҡҡа... ғүмергә ине был бәлә.

            Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: