+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Октябрь 2021, 16:49

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Беренсе өлөш

Ун беренсе класты тамамлар алдынан, Вәзирә менән Гөлшат, Арҡа яландың иң бейек түбәһенә менеп ултырҙылар ҙа киләсәктә нимә эшләргә икәнлеге хаҡында бик оҙаҡ хыялландылар. – Әллә ҡайҙа барғым килмәй, – тине Вәзирә. – Ошонда, ауылда, ғына ҡалып, медпунктҡа, йә балалар баҡсаһына эшкә төшөргә ине. Әлбиттә, ҡалаға барып, тейешле белем алып ҡайтҡандан һуң.

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Беренсе өлөш
БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Беренсе өлөш

– Мин ауылдан туйҙым, – тине Гөлшат. – Күңелем әллә ҡайҙарға ынтыла. Ауылда йәшәүе ауыр бит.

– Ярай ҙа һинең егетең бар. Ул ҡайтҡас та, өйләнешерһегеҙ инде.

            Һүҙ Рәйес хаҡында бара. Ул егет ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөй ине, өсөнсө курстан һуң, барыһын аптыратып, үҙ теләге менән армияға китте лә барҙы. Уны оҙстып нисәлер көн үткәс, ҡаланан джип  менән бер кеше килеп эҙләп йөрөгән. Шул уҫал кешенең ҡыҙына өйләнгәнме, өйләнгәнергә вәғәҙә иткәнме, ҡыҫҡаһы, эҙ яҙлыҡтырған.

Рәйестең атаһы, Вәхит ағай, ауылдың иң хәлле кешеләренең береһе, ауылдаштарының 2000 гектарҙан ашыу ерен арендаға алды. Хәҙер көтөүгә сыҡҡан малдарҙы ла ҡарап ҡына йөрөтөргә тура килә. Вәзирәнең атаһы Нариман ағай менән Вәхит ағайҙың үҙ-ара бик борсаҡтары бешмәй. Ауыл халҡы күреп тора бит, ошонда башлыҡ булып эшләгән Нариман ағай Булатовтарҙың күпселек ергә хужа булып, ауылды ла, халыҡты ла ауыҙҙарына ғына ҡаратып тороуын оҡшатмай икән. Нариман ағай үҙе башлыҡ булғас, бөтәһен дә үҙенең ҡулында тоторға тырыша ла, бик килеп сыҡмай. Нимә булһа ла, баш эйеп, фермер Булатовҡа барырға тура килә.

Вәзирә менән Гөлшат был хаҡта белмәй. Уларҙы өлкәндәрҙең үҙ-ара бәхәстәре бик ҡыҙыҡһындырмай ҙа. Гөлшат, эргәлә ятҡан сумкаһынан Рәйестең һуңғы хатын сығарып, Вәзирәгә уҡытты.

“Саҡ ҡына түҙ, һөйөклөм! Мин тиҙҙән ҡайтырмын! – тип яҙылғайны хатта. – Һалдат кейеменән туйҙым! Ябай кейемдәр һатып алдым инде. Был хатты яҙып та тормам тигәйнем, мин, ҡайтҡас, бер аҙ юғалып торһам, ғәжәпләнмә. Мине бында контракт буйынса ҡалырға ҡыҫтағайнылар. Баш тарттым. Тик командованиеның ҡайһы бер заданиеларын үтәргә тура киләсәк. Мине көт, ҡәҙерлем, мин, оҙаҡламай, ҡайтырмын!”

            Егеттең хатын уҡып бөткәс, Гөлшат аҡ ҡағыҙҙы үбеп ҡуйҙы.

– Аһ! Хаттан уның еҫе килеп торған һымаҡ!

– Һин ҡайһылай бәхетле! – тип ҡосаҡланы уны Вәзирә. – Ул ҡайтҡас, туй ҙа үткәрерһегеҙ инде...

– Туй көҙгә ҡалыр ул, – тине Гөлшат.  – Яңы йыл алдынан булһа ла, миңә оҡшай.

– Ә һин туйыңды нисек күҙ алдына килтерәһең?

– Мин боронғоса булыуын теләйем. Рәйестең атаһының бер өйөр аты бар. Матур санаға өс ат мисәүләп егелгән. Беҙҙең эргәнән һыбайлылар килә, төрлө яҡтан тороп, видеокамераларға төшөрәләр. Шул тиклем матур буласаҡ, күҙ алдына килтерәһеңме?

– Әлбиттә, – тине Вәзирә. – Алдымдан ғына үтеп киткән һымаҡ булдығыҙ.

            Ике аҙна үттеме, юҡмы, Рәйес ҡайтып күренгән дә, атаһының машинаһын алып, сығып киткән, тинеләр. Хатта Гөлшат менән дә осрашып тормаған.

            Вәзирә, әхирәте күренмәгәс, эҙләп, йортона барҙы.

– Ҡотлайым! Рәйесең ҡайтҡан бит! – тине ул.

– Мин дә ишетеп ҡалғайным... – тине күңелһеҙ генә итеп Гөлшат.

– Нимә булды? әллә һине күрергә лә килмәнеме?

– Юҡ шул, күренмәне лә.

– Әйҙә, өйөнә бергәләп барайыҡ. 

– Кисә барҙым мин, – тине Гөлшат. – Ҡустыһына әйткәйнем, Гөлшат апай саҡыра, тип әйт, тинем. Ҡустыһы, иҫереп ята ул, тине. Ә бөгөн ҡайҙалыр китте, тинеләр.

– Борсолма, ҡайтыр, осрашырһығыҙ әле.

– Юҡ шул. Унда өйләнеү ҡайғыһы юҡ, тинеләр.

– Ҡуй, ҡайғырма. Бөтәһе лә көйләнер әле.

– Белмәйем инде, – тине Гөлшат. – Хатта нимә әйтергә лә белмәйем.

            Иртән Рәйес атаһы Вәхит менән ныҡ ҡына низағлашып алды. Атаһы ситтән тороп уҡырға һәм хужалыҡтың эшенә ныҡлап тотоноуын талап итә.

– Мин дә ҡартайып барам, – тине атаһы. – Эшкә өйрәнеп ҡал. Һинең һымаҡ, башҡа ышанырҙай кешем юҡ. Башлыҡ Нариманды әйтәм, тын алырға ла ирек бирмәй. Кисә әйтә, сабынлыҡтарыңды бүлеп, халыҡҡа бир, ти.

– Атай, бер өлөшөн бирәйек һуң.

– Мин ҡаршы түгел. Ул бит иң тигеҙ, техника менән сабып  алырлыҡ ерҙәрҙе алырға итә. Ә тау итәктәре, ҡырын улындар беҙгә ҡаласаҡ. Ә унда техника менән сабыуы ауыр. Салғы кәрәк. Хәҙер салғы тоттороп буламы ни кешегә?

– Атай, ә ниңә башлыҡ менән дуҫлашмайһың һуң? Нариман ағай ул тиклем тиҫкәре кеше түгел дә инде.

– Тиҫкәре түгеллеген мин дә беләм. Район башлығы ла мине ҡыҫырға, ерҙәрҙе тартып алырға ҡушҡан. Ҡафтау егеттәренә бирегеҙ, тип әйтә, ти.

– Ә ниңә сит кешеләргә бирергә? Беҙ үҙебеҙ ҙә эшләй алыр инек.

– Тегеләрҙә аҡса күп бит. Төртәләр, былары – ала. Ана, Тирмән ауылында ниндәй ерҙәрҙе грузиндарға арендаға биргәндәр! Ә тегеләр көнбағыш үҫтерә лә, көнбағыш үҫтерә.

– Ә ниңә, көнбағыш ярамаймы ни?

– Ҡайҙан яраһын! Хәйер, һин, механик булғас, белмәйһең шул. Көнбағыш өлгөрөп еткәнсе, ерҙең барлыҡ туҡлыҡлы матдәләрен һурып бөтә. Ҡояш ҡына етмәй шул. Көнбағыштан һуң ҡалған ерҙе икенсе йылына парға һөрөргә кәрәк. Юғиһә, унда сүп үләне лә үҫмәйәсәк. Һин, улым, башлыҡтың ҡыҙы Вәзирә менән нисегерәк?..

– Нисек, атай, нисегерәк?

– Аралашаһыңмы? – тип һорамаҡсымын.

– Һөйләшеп йөрөйбөҙ. Армияла булғас, бер йыл күргәнем юҡ. Хәҙер үҫкәндер инде.

– Улым, йәшерен-батырын түгел, Нариманды әйтәм, башлыҡты, барыбер, ҡыҙын кейәүгә бирәсәк. Шуға күҙ һал әле. Бәлки оҡшатырһың.

– Оҡшатып, нимә эшләйем?

– Нимә эшләйһең? Өйләнәһең. Ер һинең ҡулда, ауылға Райманов хужа, беҙгә бик бәйләнмәҫ ине.

– Атай, был тәҡдимең мотлаҡмы?

– Улым, мин һинең шәхси тормошоңа ҡыҫылырға теләмәйем. Ләкин был осраҡта уртаҡ мәнфәғәттәр өҫкә сыға. Мин һине, техника алһаҡ, тип уҡыттым. Ярай, уҡып бөтөрһөң, өйләнергә кәрәк буласаҡ. Мин ҡаршы төшһәм дә, өйләнәсәкһең. Ләкин мин һиңә ҡаршы төшә алмайым. Ҡасан теләһәң, шунда килен килтерә алаһың. Әгәр, улым, минән, кемгә өйләнәйем, тип һораһаң, мин һиңә, башлыҡтың ҡыҙына өйлән, тип әйтер инем. Был үтенесем миңә түгел, һиңә кәрәк. Хәҙер яңғыҙ донъя көтөүе ауыр, колхоз юҡ, кешеләр тырым-тырағай йөрөй. Күбеһе вахтаға китә.

– Һуң, ауылда кешеләр байтаҡ та инде.

– Улым, байтаҡ тигән һүҙеңде ҡабул итмәйем. Кем эшләй, ҡулынан килә, ғаиләһе өсөн борсола, улар себергә китә. Ә кем эсеп йөрөй, эт ялҡауы, тапҡан-таянғанын эсеп тора, хатта билет алырға аҡсаһы ла юҡ, бәлки ул билет та ала белмәйҙер, ауылда шундайҙар ҡала. Ә ундайҙарҙы тегенән, килеп төшөү менән, ҡыуалар. Сөнки ундайҙар себерҙә асҡа үлә. Ә бында йылы, йәшәрәгә мөмкин – ашарға пенсионер ата-әсәһе бирә.

– Атай, ҡалаға барып, анауы Жораның өнөн тығам да, ҡайтырмын. Әле миңә уйларға рөхсәт ит. Башлыҡтың ҡыҙы яғымлы, матур ғына ул. Тик бында бер кәртә бар.

– Ниндәй кәртә? Гөлшатмы?

– Эйе, атай, һин беләһең икән.

– Ишетеп ҡалғайным мин уны. Атаһы – инвалид, әсәһе – алкаш – ауылдың иң фәҡир кешеләре. Әсәһе иген таҙартырға сыҡҡайны. “Ҡоҙа, берәр тоҡ иген бир әле”, – тип килгән. Тауыҡтарын ашатырға юҡ икән. Иләмәгән-һуҡмаған, мин уға ниндәй ҡоҙа булайым?! Һин уларҙың өйөндә булғаның бармы?

            Быларҙы ишеткәс, Рәйес икеләнеп ҡалды. Атаһына ҡаршы бер һүҙ ҙә таба алманы.

– Бер-ике ҡат керҙем мин унда. Атай, дөрөҫөн әйтәм, оҡшаманы. Үҙемде уларҙың өйөндә, тип күҙ алдыма ла килтерә алмайым.

– Ярай, үҙең беләһең икән. Әгәр яратам, тип торһаң, барыбер, уйларға тейешһең. Ундай тормоштан сыҡҡан ҡатын һиңә кәрәкме? Уйла. Башлыҡтың ҡыҙын күҙ алдына килтер, икеһен бергә баҫтыр, сағыштыр, өҫтөнлөктәрен, кәмселектәрен барла. Белмәйем, бәлки яратаһыңдыр. Ә мин бына әсәйең менән утыҙ йылға яҡын йәшәйем, яратыу, мөхәббәт хаҡында түгел, эш тураһында уйлайым. Әсәйең шунан бик ҡәнәғәт. Ярай, бына – асҡыс, таныҡлығың үҙеңдә, барып, эшеңде бөтөрөп ҡайт.

            Рәйескә, ҡалаға бармай, булмай шул. Жора исемле бер һабаҡташы менән берлектәге эш асып ҡарағайнылар. Атаһынан алып, байтаҡ аҡса һалырға тура килде. Бында ныҡлап тотонорға булғас, ҡалалағы эште ябырға тура килә.

            Шул саҡ ҡустыһы килеп инде.

– Ағай, һине Гөлшат апай көтөп тора. Кисә лә килгәйне, – тине.

– Айнымаған ул, – тип әйт.

– Кисә лә шулай тип әйткәйнем.

– Иртәгә һине ун икегә көтә, тип әйтерһең. Йыл буйы түҙәс, бер көнгә сыҙар.

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. Ғәлимов
Читайте нас: