+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Октябрь 2021, 14:10

ҠАРТАЙҒАН & ТЫРТАЙҒАН Хикәйә Беренсе өлөш

Бөтә мәшәҡәт картуфтан башланды. Ҡадирҙың Зәйнәбе ятһа ла, торһа ла картуф алыу мәсьәләһе күтәрә башланы. Быйыл ҡоролоҡ булды, картуф уңмаған, хаҡы артҡан, артҡанын да табыуы ҡыйын икән. Ҡадир ошо хаҡта дуҫы Ғатаға өндәшкәйне, уныһының баҡсаһында ун күнәк картуфы ята, әбейе менән икәүһенә һигеҙ күнәге етә, икәүһен Ғатаға һатырға риза, ҡырҡар һумдан. Тик Ҡадирҙың сығымдары бының менән генә бөтмәйәсәк, үҙе белә, Ғатаның биле ауырта, ул тоҡто күтәрә алмай, шуның өсөн уға Ғатаның машинаһына ултырып баҡсаға барырға, картуфты тейәргә һәм алып ҡайтырға тура киләсәк.   

ҠАРТАЙҒАН & ТЫРТАЙҒАН Хикәйә Беренсе өлөш
ҠАРТАЙҒАН & ТЫРТАЙҒАН Хикәйә Беренсе өлөш

Ҡул ҡулды йыуа, бит тә таҙа була, тигән һымаҡ, шулай хәл иттеләр. Ҡадир руль артына ултырған Ғатаны матур итеп кейенеүен, хатт ниндәйҙер хушбуй һөртөүен күҙҙән ысҡындырманы: харап, кейенгән булған, әйтерһең, картуф ташырға түгел, туйға китеп барамы ни!  

Ғата күңелле һүҙҙәр һөйләп, шатлыҡ һәм ҡыуаныс һирпеп барған һымаҡ. Уның баҡсаһына етер алдынан Ҡойон тигән ауыл бар. Мут ҡына йылмайып, водитель Ҡадирға ҡараны.

– Әйҙә, бер ергә кереп сығайыҡ. Ҡара уны, тик һин бер нәмә лә белмәнең дә, күрмәнең дә. Ғатаның машинаһы зыйылдап бейек ҡапҡа алдында туҡтаны. Уларҙы шат йөҙлө, кейенгән-яһанған бер ҡатын йылмайып ҡаршы алды. Машинанан йүгереп төшөп, Ғата ҡатынды ҡосаҡлап үпте. Күренеп тора, ҡатын да һағынған: үрелеп ирендәренән үбеп алды. Өйгә үттеләр. Йыйнаҡ, бай залда өҫтәл ҡорғандар. Ғата Ҡадирҙы ханым менән таныштырҙы: Фәриә исемле икән. Үҙенән ымһындырғыс йылы бөркөлә һымаҡ. Йөҙөнә ҡарау ҙа яҡты хис-тойғолар уята. Шулай ҙа була икән, нур һипкән һымаҡ. Ҡатын йылмайғанда сикәләрендә ике соҡор барлыҡҡа килә. Күптән осрашмағандарҙыр, өҫтәл артына етәкләшеп тигәндәй килеп ултырҙылар.

Быйыл алма күп булған икән, ҡатын, үҙем әҙерләнеп тип, шешә сығарып ултыртты. Ғата рулдә, ул эсмәй. Ҡадирға көс төштө. Ашап алғас, йоҡлай торған ғәҙәте бар. Ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ә тегеләр икәүләшеп, бер-береһенә тартылып ултыра, һағынышҡандар. Ҡадир быларҙың шым ғына күрше бүлмәгә инеп китеүҙәрен күрмәне, ләкин һиҙҙе.  

Ҡадирға уларҙың йәш ҡыҙ менән егет һымаҡ бер-береһенә тартылыуы тәүҙә оҡшамағайны, аҙаҡ көнләште. Бәй, көнләшмәҫлекме ни? Икеһе лә күҙ алдында йәшәрҙе лә ҡуйҙы. Ҡадир йәш саҡтағы тойғоларҙы, хатта илерткес еҫте һиҙеп, үҙен дә йәшәргәндәй итеп тойҙо.

Ана, етәкләшеп кире инделәр. Уҡыусы балалар һымаҡ, уңайһыҙланғандай тоталар үҙҙәрен.

Ары ҡуҙғалдылар.

– Һин ғәйепләмә инде, күрше, – тине Ғата, – тәүге мөхәббәтем, институтта бергә уҡыныҡ. Ҡырҡ йылдан ашып китте.

– Ире юҡ, ахыры? – тип һораны Ҡадир.

– Нишләп булмаһын? Бар. Ҡалала йәшәй. Икенсе ҡатыны менән.

– Һине беләме?

– Әлләсе. Һорағаным юҡ, бәлки, беләлер.

– Ә белеп ҡалһа?

– Һикһәнгә етеп барған ҡарт белеп ҡалһа, нишләтер икән мине? Тотоп туҡмармы икән?

– Ә беҙҙең йәштә тормошто ошолай ҡатмарландырыу кәрәкме?
– Бына, күрше, үҙең уйлап ҡара. Ошонда уның эргәһенә килһәм, мин йәшлеккә ҡайтҡан һымаҡ булам, йәшәгеләр килә. Ул да көтә. Тимәк, ярата. Ә һинең йәшәргең килмәйме ни?

– Әллә тағы, был хаҡта уйлағаным юҡ.

Ғата һаман төпсөнә.

– Һинең нисек һуң Зәйнәп менән?

– Беҙ ни хәҙер дуҫтарса инде, – тине Ҡадир, дөрөҫөрәге, уфтанды. – Ҡартаябыҙ.

– Ҡартайырға ҡабаланма, күрше, ғүмер үтеп бара, йәшәге, яратҡы килә. Ул мине көтөп ала, күрҙеңме? Алдан әйтһәм, мунса яға.  

Ҡадир юл буйына үҙенең тормошон уйлап ҡайтты. Ә Ғата эргәлә һаман һөйләнә.

– Бер тапҡыр йәшәйбеҙ, брат. Күрҙеңме, нисек ҡаршы алды? Ә еҫе һуң, еҫе! Шул еҫ мине тоҡандырып ебәрә. Йәшәрәм дә ҡуям. Ут инде, ут. Күҙ алдында дөрләп яна. Үҙе шундай уңайһыҙлана, ҡыҙарына. Йәш саҡта ла шундай ине. Ә беҙ өйләнешергә йыйынғайныҡ. Атаһының дуҫының улы оҡшатҡан. Хәҙер килеп тә әйләнгәне юҡ, туйған.  

Ғата барғанда күңелле көйҙәр көйләй ине, әле моңло ғына итеп йырлай.  

Хәтер төбөндә соҡона торғас, Ҡадир иҫенә төшөрҙө: уның Сафияһы булды бит. Эх, Сафия, ҡарале, алда ғүмер бар әле. Ҡадирҙы армияға оҙатып ҡалды. Һуңғы төндә дуҫтары икеһен бер бүлмәгә яптылар. Үбешә торғас, ирендәре янып сыҡҡайны. Шунан арыға тәүәккәлләй алманы Ҡадир, дөрөҫөрәге, ҡулынан килмәне. Сафияһы ҡосаҡлап, эх, егет, һинеке булырға теләгәйнем, тине. Булманы. Тәүҙәрәк хатлашҡайнылар, бер йылдан хаттар өҙөлдө, ҡыҙ кейәүгә сыҡты. Ҡайтҡас та һораштырып йөрөнө. Аҙағыраҡ әйттеләр, ире эсә, туҡмай, рәнйетә икән. Аҙаҡ айырылып ҡуйған.

Бер аҙна ла үтмәне, Ҡадирға Сафияһының адресын килтереп тә бирҙеләр. Йыраҡ та түгел, ҙур ғына ауылда йәшәп ята, имеш. Күптән пенсияла икән. Ҡадир юллап барырға булды.

– Картуф эҙләп сығам, – тине ҡатынына ҡарамай ғына. Уныһы ышанмайыраҡ, артынан эйәреп үк сыҡты.

– Һин нимә, туйға йыйынған һымаҡ кейенгәнһең.

– Кеше-маҙар осраһа тигәйнем...

– Әллә хушбуй ҙа һөрткән инде?

Ҡадир, нимә әйтергә белмәй, ҡатынына боролоп ҡараны. Уныһының уңып бөткән халатын, туҙған сәсен күргәс, нимә әйтергә лә белмәне.

– Нимә, хушбуй һөртөргә ярамаймы ни?

– Әллә тағы картуф эҙләргә хушбуй һөртөп сығалармы? Ваҡ булһа, алма.

Ҡадир тыңлай һәм ҡатынының икенсе эйәк аҫтында өсөнсөһөнөң төҫмөрләнеүен күрә. Ҡатынын Фәриә менән сағыштыра. Уның өйҙән ҡасҡыһы түгел, ғөмүмән, йәшәгеһе килмәй башлай.

Ә уның Сафияһы нисек икән? Элеккесә оҙон буйлы, нескә биллеме? Юҡ, Фәриәнән кәм түгелдер. Унан яҡшыраҡ булмаһа әле. Ҡадир подъезға хушбуй еҫе тултырып алға ҡуҙғалды.

 

Аҙағы бар.

Автор:Ф. ИЛЬЯСОВА.
Читайте нас: