+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Октябрь 2021, 13:50

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Икенсе өлөш

Икенсе көнөнә Рәйес ун икеләрҙән һуң ғына ҡайтты. Машинаһы менән килеп туҡтағайны, мөйөштә бер һынды күреп ҡалды. Иҫенә төштө: Гөлшат килергә тейеш ине бит. Машинаһын кертеп ҡуйҙы ла эргәһенә сыҡты. Күренеп тора, һағынған, хатта үпкәләрлек тә көсө юҡ. Шулай ҙа Гөлшат, килмәйһең, күренмәйһең, тип битәрләп алды. – Һуң, яҙҙым да инде, бер эшем бар тип, – аҡланыуы ышанысһыҙ ғына килеп сыҡты. – Әйҙә, баҡса өйөнә үтәйек. Шым ғына инергә тырышһалар ҙа, булманы, уларҙың артынан уҡ эйәреп, атаһы килеп инде.

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Икенсе өлөш
БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Икенсе өлөш

– Йә, йөрөп ҡайттыңмы? – тине ул ҡоро ғына, Гөлшатҡа иғтибар ҙа итмәйенсә.

– Күрҙем, һөйләштем. Тағы ла аҡса кәрәк буласаҡ.

– Шул аҡса туҙҙырыр өсөн генә ҡайтҡанһыңдыр инде, – тине ул Гөлшат эргәлә булыуға әһәмиәт бирмәйенсә генә.

Ҡыҙ, һөйләшеүҙең низағҡа тартылыуын һиҙеп, сығырға уҡталды. Егет уны ҡулы менән туҡтатты:

– Көтөп тор, хәҙер эште бөтөрәм дә клубҡа барырбыҙ.

Шунан һуң атаһына боролдо.

– Атай, мөмкин булһа, иртәгә һөйләшһәк, яраймы?

– Һин нимә, бында хужа булырға итәһеңме? Мине ҡыуаһыңмы? – тип аҙарынды атаһы.

– Атай, саҡ ҡына көтөп торһаңсы, бына бит, миңә килгәндәр, – тип тынысландырып ҡарағайны, атаһы отора ҡыҙып китте.

– Кисә беҙ һинең менән нимә тип һөйләштек?

– Беләм, атай, хәтерләйем. Мин һиңә әйттем, уйларбыҙ, хәл итербеҙ, тинем.

– Уйлағаның шулмы? – тип атаһы Гөлшат яғына ымланы.

– Атай, ғәфү ит, хәҙер өйгә керермен, – тип атаһын тынысландырырға тырышты улы.

– Ни өсөн һин атайыңдың һүҙен аяҡ аҫтына һалып тапайһың? Һинең уйлауың ҡасанға тиклем дауам итәсәк?

– Атай, зинһар, өсөн...

– Ул эш бит миңә түгел, һиңә кәрәк, һинең киләсәгеңде уйлап йөрөйөм! Нишләп ул һаман бында!? – тип ҡыҙға төртөп күрһәтте атаһы.

Был һүҙҙәрҙе ишеткән Гөлшат уҡ һымаҡ атылып тышҡа сығып йүгерҙе. Рәйес уның артынан:

– Гөлша-а-т! – тип ҡысҡырып ҡына ҡалды.

Атаһы улын туҡтатты:

– Рәйес, һиҙмәйһеңме ни, ул һинең башыңды әйләндерергә итә.

– Атай, уны ҡыуып сығарырға түгел бит инде. Бигерәк ямаҡ килеп сыҡты.

– Беләм, улым, һинең унан ҡотола алмай йөрөгәнеңде лә күрәм. Бына, сығып йүгерҙе, тимәк, аңланы. Ул бында артыҡ, беҙ уны күрмәйбеҙ, күрергә лә теләмәйбеҙ.

– Барыбер миңә уңайһыҙ булды, – тип аҡлана-аҡлана мөңгөрләне улы. – Мин барыһын да әйтермен, һәйбәтләп кенә хушлашырбыҙ, тип уйлағайным.

– Хушлаштың бит инде, ҡотолдоң, һиңә тағы нимә кәрәк?

– Атай, ул бит мине армиянан көтөп алды, хаттар яҙып торҙо.

– Бының өсөн күпме түләргә кәрәк уға? Бер меңме, йөҙ меңме? Күпме һорай, бир аҡсаһын, ҡотол, сөнки бөгөн меңдәр түгел, миллиондар яҙмышы хәл ителә.

– Атай, һин минән мөмкин булмағанды талап итәһең.

– Һин нимә, ошо алкаштың ҡыҙынан башҡа ҡыҙ таба алмам тип уйлайһыңмы? Һин унан ҡотолдоң. Әгәр, белергә теләһәң, ул һинән ҡотолдо. Хәҙер һиңә юл асыҡ. Эйе, башлыҡтың ҡыҙы һинеке тип әйтергә мөмкин.

– Атай, шулай ашығысмы?

– Улым, ашығыс булмаһа, мин һинең яныңа килеп инеп, кеше балаһын рәнйетеп ҡыуып сығараммы ни? Был бала алдында минең үҙемә лә уңайһыҙ. Ул бит һиңә өмөт итеп килгән, ә мин төрткөләп тигәндәй сығарып ебәрҙем. Хәҙер мин ошо хилафлыҡтан һуң да йәшәргә, кеше араһында йөрөргә тейешмен.

– Атай, ул тиклем бөтөрөнмә әле.

– Бөтөрөнмәй нишләйем, һин мәжбүр иттең.

– Хәҙер миңә нимә эшләргә, атай?

– Нисек нимә эшләргә? Хәҙер һиңә Вәзирәне табырға кәрәк.

– Атай, мин асыҡтым, ашап булһа ла сыға аламмы?

– Әлбиттә, һине ашауҙан берәү ҙә тыймай, – атаһының ауыҙы йырылды,  – хәҙер бергәләп ултырып ашайбыҙ.

Рәйес арлы-бирле ҡапҡыланы ла клуб яғына ыңғайланы. Унда яңғыратып музыка уйнай, төркөм-төркөм булып торған йәштәр бейей, йырлай ине.

Йәштәр Рәйесте ҡосаҡлап тигәндәй ҡаршы алды, күрешә-күрешә ҡулдары талып бөттө. Ни тиһә лә, бер йыл ауылда булғаны юҡ бит, һағынғандар, класташ ҡыҙҙарынан икәү күренә ине, улар килеп ике яғынан аҫылындылар. Биленән тотоп өйөрөлтөп тә алдылар.

Бындай йылы ҡаршылауҙы Рәйес көтмәгәйне. Күңеле асылып китте.

– Бында берәй нәмә табып буламы, егеттәр? – тип кеҫәһенән байтаҡ аҡса сығарҙы.

– Хәҙер ойошторабыҙ, ағай! – тип берәүһе шунда уҡ ике бишлекте эләктерҙе. – Ярты сәғәттән иң юғары кимәлдә буласаҡ.

Ул арала булмай музыканы яңғыратып ебәрҙеләр. Күмәк халыҡты хеҙмәтләндерә торған бер машинаһы килеп туҡтаны, шешәләр күренде, рюмкалар сыңланы (“Һәнәк” эсеүгә ҡаршы).

Рәйес ҡыҙҙар тирәһенә барып, таныш йөҙҙө эҙләне, ләкин таба алманы. Уның ҡарауы, Вәзирә күренде. Вәзирә килеп егет менән күреште, ә тегеһе уны ҡосаҡлап уҡ алды һәм эйелеп ҡолағына ғына:

– Мин һине шундай һағындым, – тине.

– Ә Гөлшат ҡайҙа? Ул бит һине көтә ине, – тип бышылданы ҡыҙ.

– Көтә ине? Ишетмәнеңме ни? Ул бит мине ташланы, минән баш тартты.

– Булмаҫ, – тине Вәзирә. – Яңылыш ишеткәнһеңдер, кем һөйләне?

– Үҙе һөйләне. Ҡалаға китәм, кейүгә сығам, мин бында йәшәргә теләмәйем, тине. Ә миңә ул кәрәкмәй, Вәзирә, сөнки мин һине һағындым. Әйҙә, бейейек.

Икенсе көнөнә Рәйестең нисек итеп дискотека залына килеп инеүен, йәштәрҙең уны ихлас ҡабул итеүен, егеттең йомартланып китеп ауылдаштарын береһен дә ситкә типмәйенсә һыйлауын бер мөғжизәле әкиәт һымаҡ итеп һөйләнеләр.  

Был хәбәр, икенсерәк йүнәлеш алып, Раймановтың ҡолағына ла барып ишетелде. Вәзирәнең атаһы төнөн ишеткәйне ҡыҙының кем менәндер ҡойма төбөндә күңелле генә итеп ултырғанын. Таңға ҡарай йыбанмайынса сығып күҙ ҙә һалды. Шым ғына килеп, кем менән һөйләшкәнен тыңлап та ҡараны.

Башлыҡтың йәне көйҙө: кем уның йоҡоһон бүлдереп йөрөй икән? Халыҡ та шашты, ҡоторҙо.  Күңелендә шик яралды: былай иркен итеп Булатовтың улы, эйе, Вәхиттең улы Рәйес кенә йөрөүе ихтимал. Ҡарале, был бай малайы уның ҡыҙына һонола түгелме?

Түҙмәне Райманов, таң менән Вәхит Булатовты улы менән саҡыртып алды. Йыбанманы, клуб эргәһен барып ҡараны, йыйыштырып өлгөрмәгәндәр, сүп-сар ҡалған. Эйе, элеккенән күп түгел һымаҡ, ләкин был эшкә Булатовтың улының мөнәсәбәте булыуы уйланырға мәжбүр итә.

Оҙаҡламай аталы-уллы Булатовтар, беҙҙең ни гонаһыбыҙ бар, тигән ҡиәфәт менән уның ҡаршыһында баҫып торалар ине. Өлкән Булатов шунда уҡ ваҡиғаларҙы үҙ ҡулына алды:

– Һеҙгә йыйына инек. Беҙҙең егет һеҙҙең ҡыҙығыҙға өйләнергә уйлай.

Башлыҡ телһеҙ ҡалды. Бәй, былар ҡоҙалашырға самалай түгелме һуң? Ярҙам эҙләгәндәй тирә-яғын ҡаранды.

– Клуб тирәһен хет бер аҙ йыйыштырырға кәрәк ине, – тип һөйләнде.

 

Дауамы бар.

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: