+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Октябрь 2021, 12:16

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун дүртенсе өлөш

 ***                   Өлгөрмәй ҡалды. Танауы төбөндә генә ишек “шап” ябылды ла, һуңғы һүҙе ишеккә ҡыҫылып ҡалды:           – Улым!..          Тыңламаны Әмире, үсегеп сығып китте. Тағы тыңламаны...          Ҡатын кире аш бүлмәһенә үтте. Улының эсеп бөтөлмәгән сәйенә әрнеп ҡарап торҙо. Йә, нимәһен һүҙ башланы инде шул турала? Телен тешләп торорға булманы инде... Ҡасан өйрәнер шул сабырлыҡҡа Зөлфиә?..

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун дүртенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун дүртенсе өлөш

Уның үкенесле уйҙарын бүлеп, тәҙрә кәрнизенә күгәрсендәр килеп ҡунды ла, “гөлдөр-гөлдөр” гөрләшә башланы. Тыңлап торҙо, унан, ултырғыс арҡаһына терәлеп, уйға ҡалды. Ысынлап нимәлер тураһында өҙлөкһөҙ һөйләшә, улай ғына ла түгел, серләшә һымаҡ был ике гөлдөр. Күгәрсен телен белеп булһа икән...

         Бына, ҡоштар парлаша ла, дәғүһеҙ генә йәшәй ҙә китә. Бергә һайрашалар, оя ҡоралар, себеш сығаралар. Шулаймы икән? Әллә улай ғына түгелме? Әллә улар ҙа кешеләр һымаҡ бер-береһен түҙеп ғүмер итәме икән? Юҡты-ыр... Ҡоштар парын оҡшатмаһа парлашмай ҙа инде, хатта ҡаҙҙың ҡаҙы ҡалдырылған инәлеген йә аталығын оҡшатмаһа, алмай – суҡып, баҫтырып ебәрә, уларҙа бит тәбиғи инстинкт-тойғолар ғына, улар алдаша, ике йөҙлөләнә йәки ниндәйҙер үҙенә уңайлы булған яҡтарҙы ҡайғырта белмәй. Улар бары тик йәне тартҡанға ғына яҡынлаша, бары тик ошолай сутырлаша алғандай менән генә оя ҡора. Ә кешеләр? Ниңә улар күрәләтә үҙенә пар булмаҫтайҙар менән дә ғаилә ҡора, йәнен бүлешмәҫтәй менән түшәк бүлешә ала икән? Уйлай белгәнгәме? Әллә, киреһенсә, уйлай белмәгәнгәме? Кеше үҙ теләге менән бер ыҙалы юлды һайлап ала ла, әйҙә шунда ғазаплана, әйҙә ғазаплана. Яҙмыш, ти. Тәҡдир, ти. Күрәсәгемде күрәм, ти. Ә бит баштан уҡ икенсе юлды һайларға була ине... һымаҡ. Хәҙер ҙә, тоторға ла икенсе яҡҡа боролоп китергә мөмкин һымаҡ! Нимә тота һуң? Шул тота, был тота, теге ғәйепле, был сәбәпсе... ти, ғәҙәттә, кеше. Хәл итмәҫ, үҙенә яуаплылыҡ алмаҫ һәм ҡурҡаҡлығын аҡлау өсөн төрлөсә аҡлана. Ә нимә тота? Төптәнерәк ҡараһаң – бер нәмә лә... Бары үҙе... үҙе генә тота үҙен. Үҙенең сикләнгәнлеге, баҙнатһыҙлығы, күндәмлеге...

         Юҡ, башҡалар тураһында түгел уның уйҙары, хатта күгәрсендәр хаҡында ла түгел. Зәбир менән икеһенең мөнәсәбәтен күҙ уңында тотоуы. Бер хисһеҙ, бер теләкһеҙ үҙен шул кеше менән йәшәп китергә мәжбүр итеүенең маҡсатын да, аныҡ ҡына сәбәбен дә аңлай алмай. Ярай, Рамаҙан унан баш тартты ла, ти... өйләнде лә, ти... Һуң нимәгә уға, тота килеп Зәбиргә барырға? Үс алыу өсөнмө? Кемдән?.. Рамаҙан бит уның был яңылығын белмәй ҙә! Ул уға кәрәк тә түгел! Тимәк, үсте үҙенән генә алды. Хәлен еңеләйтеү өсөнмө? Ә еңеләйҙеме һуң хәле? Юҡ! Киреһенсә, ул инде бына ун алты йыл үҙен һәр көн һайын көсләп, баҫып, йәне тартмағандарҙы башҡарып йәшәй. Һәм бөтөн был тамуҡ – уның үҙе һайлаған тормошо. Һәм ул әле дауам итә... Тағы күпме булыр?..

         ...Ҡапыл, тертләтеп, телефон шылтыраны. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса сәғәткә күҙ һирпте. Был ваҡытта Зәбир шылтырата торған. Һәм шулай булды ла.

          – Дә?

          – Мине көтмәгеҙ, ятығыҙ, һуң ҡайтам. Эш күп.

          – Ә-ә... Ярай.

          – Нимә булды? – ҡатынының тауышынан уҡ кәйефен белә алған ир, сабырһыҙ ғына ҡыҙыҡһынды.

          – Тәк... артыҡ...

          – Йә-йә, ваҡыт юҡ, тиҙ генә әйт тә.

          – Шул инде... Әмир менән уртаҡ тел табып булмай ҙа ҡуя... Үҫмерлек осоромо...

          – Эш унда ғынамы икән? Уйлап ҡара.

          – Тағы нисек итеп ҡарарға һуң, Зәбир? Былай ҙа гел ыңғайына торам, тигәндәй. Әйттем инде, үҙенән күпкә өлкән егет-ҡыҙҙар менән ҡушылып алған да... Бына-бына экзамендары...

          – Ҡатын ғына була белмәйһеңме тиһәм, әсәй ҙә була белмәйһең, улайһа.

          – Зәбир...

          – Йә, ярай, ваҡыт тар. Әйттем – көтмә,  –  пип-пип-пип...

        

         Зәбирҙең сәнскеле һүҙҙәренә хәтере ҡалманы Зөлфиәнең. Инде күптән ул ундай һүҙҙәргә үпкәләмәй. Өйрәнгән. Башта, әле йәшерәк саҡта, шелтә алыу менән, хатаһын төҙәтергә тырышып, йүгермәләй ине. Ә асылда, ниндәй хаталар яһай һуң ул? Уларҙы “хата” тип Зәбир һеңдергән түгелме? Зәбир уйлап сығарған “хаталар” бит... Эйе, аңлай уны ғына ҡатын, белә лә... Хәҙер белә... Ире иһә, уны мөмкин тиклем ғәйеплерәк, “хаталыраҡ”, хоҡуҡһыҙыраҡ итеү өсөн бар көсөн һала һымаҡ. Әле лә бына – алданы... “Эшем күп” тине. Ул эштең кем һәм ниндәй икәнен дә белә ҡатын. Күргәне үк булмаһа ла, ишеткәне бар. Ҡай саҡ ул “эш” үҙе шылтырата, ирен эҙләп. “Зәбир Закировичты мөмкинме? Был уның аспиранткаһы Даръя Леонова” тип, ҡыйыу һөйләшә ҡыҙ. “Әлбиттә, мөмкин”,  –  тип яуаплай уға Зөлфиә һәм ирен саҡыра. Һәм хатта ни һөйләшкәндәрен белгеһе лә, тыңлағыһы ла, һәм бер тамсы ғына ла көнләшкеһе лә, дәғүә белдергеһе лә килмәй. Саҡ ҡына булһа ла берәй хис юҡ күңелендә. Асыу ҙа, дошманлыҡ та, исмаһам шәхсилек кеүеге лә... Йәлләү генә бар. Иренә насар һүҙ әйтергә йәлләй, ул ҡосаҡлағанда этәреп ебәрергә йәлләй, тәрбиәһеҙ йөрөтөргә, иғтибарһыҙ ҡалдырырға йәлләй һәм ярата алмағаны өсөн дә ныҡ йәлләй уны. Шуға ла уның сираттағы һөйәркәләре килеп сыҡҡанын бик яҡшы ғына һиҙһә лә, белмәмешкә һалыша. Кемдер булһа ла уны ла яратһын, кемдер булһа ла күңелен яулаһын, тип уйлай. Шул уҡ ваҡытта үҙенән аҙыраҡ алыҫайтһын, ваҡытын, күҙен, йөрәген биләһен, тип. Юғиһә, был йылдар эсендә Зәбирҙең барын күрер ҡарашы, барын ишетер ҡолағы һәм үткер теле уны ни хәлгә төшөрөр ине икән? Әгәр ул тик Зөлфиәгә генә төбәлеп ҡалһа? Күтәрә алыр инеме икән ундайҙы? Сыҙай алыр инеме? Белмәй. Ундайҙы белеп булмай. Әлдә әле... Әлдә әле икенсе ҡатын-ҡыҙҙар бар...

        

Телефон төбөндә онотолоп киткән икән. Бер ултырғанда тип, улының дуҫына ла шылтыратып ҡуйырға булды.

 – Алло, Булат! Булат, һаумы. Әмир һеҙгә килдеме?

 – Һаумыһығыҙ... Әмир?.. Эйе, ул бында... тик... ул йоҡлай. Уятайыммы? – теге остағы үҫмерҙең хәйләләшеп маташыуын төшөнөп тора әсә, моғайын, эргәһендә улы өйрәтеп тора. Үпкәһе үтмәгән, тимәк.

 – Ярай, уятма, йоҡлаһын. Беләйем генә тигәйнем. Бынан кискә сығып йөрөмәгеҙ инде, йәме? Ял итегеҙ. Тыныс йоҡо.

 – Һеҙгә лә тыныс йоҡо, Зөлфиә апай. Һау булығыҙ!

 – Һау бул, Булат. Һау булығыҙ...

 

Улының донъя менән айҡашҡан мәле. Ун биш йәшен тултырҙы быйыл. Бөтә нәмәгә үҙенсә ҡырҡа ҡараш белдерә. Мин-минлеген, еңмешлеген, үҙһүҙлеген ҡайҙа, кемдә ҡулланырға белмәй йонсой. Йә уҡытыусылар менән һүҙгә килешә, йә өйҙә әсәһенә теш күрһәтә, йә подъезд төбөндәге әбейҙәргә тупаҫ өндәшә. Тәртипһеҙ малай ҙа түгел үҙе, башы ла бар, ҡыҙыҡһыныуҙары ла етәрлек, артыҡ буш ваҡыты ла юҡ һымаҡ. Тик ниндәйҙер йәшәү асылын, мәғәнәһен эҙләп, дауыл ҡуптарғыһы киләме ул, фетнә уйлап сығарып ҡына тора. Бәләкәйҙән дә тиктормаҫ ҡына ине, үҫмерлеге әле ярайһы көсөргәнешле үтә. Атаһы алдында артыҡ ҡылана алмай ул, ә бына әсәһен һанға һуҡмай маташа. Әллә атаһынан үрнәк ала – аптырарһың. Уның ҡатынын һәр саҡ бер башҡа түбән тотҡанын, өйрәтеп, ныҡып, бармаҡ төртөп күрһәтеп кенә йәшәгәнен һеңдереп үҫте инде? Ә бит Зөлфиә улына һөйөү һалырға тырышты. Ысын, эскерһеҙ әсәлек һөйөүен бирмәйме ни ул улына? Ярай, ирен ул яратмай, ул шуны белә лә, шуға ҡыйырһытырға, кәмһетергә тырыша, тиер инең. Ә бит Әмирҙе, улыҡайын, сикһеҙ һөйөү менән һөйә. Ул шул мөхәббәтте тоймаймы икән? Ниңә шундай уҡ хистәр менән яуап бирмәй? Ниңә әсә күңеле балала булған кеүек, бала күңеле лә әсәлә генә түгел икән? Ниңә ул күҙ-баш алыр-алмаҫтан әллә ниндәй сит, ялтыр, ышанысһыҙ хистәргә ынтыла башлай? Ни өсөн әсә һөйөүенең алыштырғыһыҙ икәнен, ундайҙы башҡа бер ерҙә лә тапмаҫын аңламай? Ҡайһылай ҙа ҡатмарлы һуң был тормош...

 

Ҙур фатирҙа яңғыҙы улай-былай һуғылып, тегене-быны башҡарған булып йөрөнө лә, толҡа тапмай, урын йәйеп ятты ҡатын. Бер үҙе... өйөндә лә, яҙмышында ла, донъяла ла...

 Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: