+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Октябрь 2021, 19:21

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Өсөнсө өлөш

Нариман Райманов телһеҙ ҡалды, тип әйтһәк, артығыраҡ булыр. Ләкин ул хәл-ваҡиғаларҙың 180 градусҡа үҙгәреп китеренә әҙер түгел ине. Район башлығы менән һуңғы һөйләшеү иҫенә төштө. Үтәевтың Раймановҡа әллә ни ҙур дәғүәләре юҡ. Сөнки йән ғәзиз, эш урыны ҡәҙерле, урамда ҡалғыһы килмәй һәм башлыҡтың барлыҡ үтенестәрен теүәл генә итеп ҡәнәғәтләндереп килә. Мәктәптә уҡытыу мәсьәләһе әле лә билдәле булмаһа ла, ремонтҡа бүленгән аҡсаны тиненә тиклем тотондолар, хужаның өлөшөн, кабинетына индереп, бирҙеләр. Нариман шунда аптыраны: йәш кенә булһа ла, боҙолған һәм ҡомһоҙ. Төҙөүселәрҙән йолҡоп алған аҡсаны, яйлап ултырып һананы, ҡулындағы ҡағыҙ менән сағыштырҙы, ләкин барыбер нимәгәлер риза түгеллеге тойолдо. Аҙаҡ, төпкө бүлмәһенә үтеп, тимер сейфын шалтыр-шолтор асты, һуңынан доңғорлатып кире бикләп ҡуйҙы. Йомшаҡ ултырғысына күмелгәс, район башлығы ауыл башлығына ышанмаған төҫ менән байтаҡ ҡарап ултырҙы. Йүнһеҙ! Хатта рәхмәт тә әйтә белмәне! Ҡаҙна аҡсаһын шулай урлайҙар инде, һәр береһе йолҡҡолағас, ил ҡайҙан алға китһен! Ана бит, ауылда балалар һаны кәмей, мәктәптең быйыл башланғыс кластар өсөн генә асылыуы билдәле ине. Ә Үтәев тапҡан, юллаған, төҙөүселәрен килтергән – ремонт эштәрен йәйелдереп ебәрҙе. Йүнәтеүселәре лә уның кешеләре булды, күрәһең. Арлы-бирле, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тигән һымаҡ ҡына эшләнеләр. Ауыл башлығы сифат тураһында һөйләп, күрәләтә насар эштәренә күрһәтә башлағайны, Үтәев үҙе шылтыратты.

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Өсөнсө өлөш
БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Өсөнсө өлөш

– Һин нимә, Райманов! Әллә эшләгең килмәйме? Ул аҡсаны һин юллап алдыңмы ни? Хәҙер беҙҙе иҫке мәктәп менән ҡалдырырға итәһеңме? – тип эт урынына һүкте.

            Былай уҫал Райманов бындай ғына шелтәләргә өйрәнгән һәм бирешеп бармай, ләкин шундай екеренеүҙәрҙән һуң тәүге тапҡыр йөрәге ауыртып ятты. Икенсе көнөнә дауаханаға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булды. Таныш табип, ныҡ ҡына тикшергәндән һуң: “Ағай, һеҙҙе эштә йонсоталар. Бер аҙ ял итергә кәрәк!” – тип әйтте.

            Ә ике аҙна элек кенә Үтәев тағы ауыл башлығын саҡыртып алды:

– Булатов менән һеҙ ағай-эне түгелдер ул? Ул “кулагың” тамам ауылға хужа булып алған бит! Ай-һай! Бергә бүлешмәһәгеҙ, дуҫ булмаҫ инегеҙ.

– Хөрмәтле Нәзир Ғизелхаҡович! Ул миңә бер кем дә түгел. Киреһенсә, мин Булатовты күрә алмайым. Шул тиклем үҙәгемә үтте, закон булмаһа, мин уны атып китер инем.

– Хатта шулаймы? Атыр инеңме? Ниңә! Шәп фекер! Ҡотон осорор өсөн, бәлки бер атып та ҡарарға кәрәктер? Мәҫәлән, һауаға. Әйҙә, өйөнә ҡайтып, ыштанын еүешләп ятһын. Мин һиңә рөхсәт итәм: ат! Тик ҡан ҡойош булмаһын! Әгәр эләкһәң, мин – пас!

            Байтаҡ һөйләне Үтәйев. Зарланды, меҫкенләнде, теге аҡсаны иҫкә төшөрҙө. Ләпелдәүенә ышанһаң, ул аҡса уға йоҡмаған да икән. Тиненә тиклем тегендә (юғарыға күрһәтте) йолҡҡолап бөткәндәр.

– Ә беҙ хәҙер, Нариман Әхәтович, үҙебеҙҙекеләрҙе “һауырға”, әгәр һауҙыртмаһалар, атҡыларға мәжбүрбеҙ. Үҙең күреп тораһың, ағай, ауылдарҙа хәҙер ике власть урынлашты. Бер яҡта – беҙ – урындағы башлыҡтар, законлы нигеҙҙә һайланғанбыҙ һәм иң ауыр эште башҡарабыҙ, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртабыҙ. Ә икенсе яҡта – кулактар, байҙар, олигархтар – халыҡты һәм илде талаусылар. Улар өҫкә сығырға ынтыла. Ни өсөн? Беҙҙе тапар, иҙер өсөн! Халыҡты бөлдөрөү өсөн! Булатовты урынына ултырт! Юғиһә, вазифаңды ҡалдырасаҡһың! Һиңә бер ай ваҡыт!

            Нариман сәс төптәренә тиклем тирләп сыҡты. Аталы-уллы Булатовтар, башлыҡтың нимә уйлағанын күҙ алдына ла килтерә алмай, шым ғына уға ҡарап ултырҙылар. Хужа өндәшмәгәс, уйға ҡалғас, күңелдәрендә шик ярала башланы. Донъя күргән, утты-һыуҙы кискән өлкән Булатов һиҙенә, хәл-ваҡиғаларҙың ҡайһы йүнәлештә үҫерен. Таныш һалым инспекторы: “Һеҙҙең ниск эшләүегеҙҙе, күпме һалым түләүегеҙҙе һоратып алдырҙылар. Башлыҡ һеҙҙе байҙарса йәшәүҙә ғәйепләй. Халыҡты талайҙар, ти һәм бүлешеү юлдарын эҙләй”, – тип түкмәй-сәсмәй еткергәйне.

            Райманов, Булатов менән бер ауылда йәшәгәс, көн һайын дүрт-биш тапҡыр осраша, ләкин иҫәнләшмәй һәм күрмәмеш үтеп китә. Ошо хәл Булатовты борсолорға һәм тулҡынланырға мәжбүр итә. “Юҡҡа түгел, – тип бөтөрөндө ҡарт бүре. – Был эштең башында Үтәев үҙе тормағайы”.

            Фермер ошо хаҡта улына еткереп торуҙы кәрәк тип тапманы. Мәшәҡәтте хәл итеүҙең анһатыраҡ юлын эҙләне. Тапты. Дөрөҫөрәге, улы армиянан бик ваҡытлы ҡотолдо. Хәҙер бына икәүләшеп башлыҡтың ҡыҙының ҡулдарын һорайҙар. Райманов уйға ҡалды. Ҡыҙын биреп, шым ғына туй ҙа үткәрер. Аҙаҡ был кулактарҙы эҙәрлекләй башларға ла була. Ләкин ышанысты юғалтыу һәм башлыҡтың яҡшы мөнәсәбәтенән мәхрүм ҡалыу – күпкә ҡурҡынысыраҡ. Был алышта еңеүселәр булмаясаҡ, ике яҡтан да ҡорбандар һанын да алдан әйтеүе еңел түгел.

Ә Рәйес йоҡомһорап ултыра. Ул бер нимә лә аңламай. Атай тәрбиәһе көслө, улы атаһын һүҙһеҙ тыңларға, бер ваҡытта ла ҡаршы төшмәҫкә, ихтыярын мөмкин тиклем тиҙерәк үтәүгә өйрәнгән. Башҡаса мөмкин түгел. Сөнки атайҙың бөгөнгө байлығы киләсәктә уға ҡаласаҡ. Вәзирәгә килгәндә, насар ҡыҙға оҡшамаған. Үткән төн һүҙ араһында тотҡолап ҡарарға самалағайны, киҙәнеп, егеттең яңағына берҙе биреп алды.

– Мине Гөлшат менән бутама! – тине ул. – Армияға киткәнсе уның менән йоҡлап йөрөгәнеңде бөтәһе лә белә. Маҡтанғаныңды ла ишеткәндәр. Мине лә үҙеңдең аҙғынлыҡ исемлегенә индереп, һөйләп йөрөргә итәһеңме? Йә, ҡулыңдан килһә, беренсе булырға теләһәң, мин – һинеке. Тик туй хаҡында иң тәүҙә һөйләшәбеҙ.

– Ысын әйтәһеңме? Миңә кейәүгә сығырға ризамы? – тип аптыранды егет.

– Әгәр һиңә битараф булһам, төн йоҡомдо ҡалдырып, ултырмаҫ та инем. Һин миңә түгел, Гөлшатҡа өҫтөнлөк бирһәң дә. Йә, нимә уйлайһың? Ризамы?

– Атайың нимә тип әйтер икән?

– Атай менән әсәй, мине тиҙерәк кейәүгә бирергә лә, ҡотолорға теләй.

– Әхирәтең беҙгә үпкәләрме икән?

– Ха! Кем өлгөрә, шул эләктерә! Ана, бар, тикшер, һинән һуң уның өҫтөндә рота булмаһа ла, берәй взвод үткәндер. Былтыр төҙөүселәр ятты, шуларға ашнаҡсы булып йөрөгән. Ай-һай, аш ҡына бешерҙеме икән? Үҙем ишеттем, бригадирҙары, тәмһеҙ бешерә, икенсе ашнаҡсы бирегеҙ, шуға әүрәп, егеттәрем йоҡлай алмай, тип атайыма килде.

            Ошо хәбәрҙе ишеткәс, Рәйес тамам тынысланды. Гөлшаттан ҡотолоп, дөрөҫ эшләгән. Ауылдаштар ҙа аңлар.

– Йәгеҙ, Нариман Әхәт улы! Йәштәрҙе ҡауыштырыу мәсьәләһен оҙаҡҡа һуҙмайыҡ! Юғиһә, йәй үтә лә китә ул.

            Оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң, башлыҡ үҙенең фекерен әйтте:

– Вәхит ағай, һеҙҙең һымаҡ абруйлы кеше менән туғанлашыу хаҡында кем генә хыялланмай икән! Әгәр ҡыҙым риза булһа, мин ҡаршы төшмәм.

– Әсәһе нимә әйтер икән?

– Һеҙгә минең генә әйтеү етмәйме?

– Етә. Йортта һеҙ хужа бит.

– Ҡатыным ҡаршы булмаясаҡ.

– Бик мәслихәт! – тип ҡыуанды Булатов. – Тимәк, бер ҡаршылыҡ та юҡ.

– Тик... ваҡыты мине ҡыҙыҡһындыра. Һеҙгә ҡасан уңайлы?

– Минең өсөн барыбер, – тип алдаштырҙы Булатов. – Һәр хәлдә, бөгөндән әҙермен. Өлкәндәр әйтмешләй, тимерҙе ҡыҙыуында һуғайыҡ! Әҙерлегебеҙ бар. Мин үҙем өсөн барлыҡ сығымдарҙы өҫтөмә алыуҙы ауырлыҡҡа һанамайым.

            Уф, ҡупайып ултырыуын әйт! Шул хужалығың булмаһа, ҡыҙ биреү түгел, сәләм дә бирмәҫлек кеше лә бит! Хәҙер һине яҡлап йөрөргә тура киләсәк. Үтәевтың өнөн нисек тығырға икән? Күрәләтә быға әйтеп булмай бит инде. Башлыҡ өсөн, миллион – аҙ, биш миллион күпме икән? Ошо хаҡта баш вата Райманов һәм үҙенең ҡарарын иғлан итте:

– Күреп тораһығыҙ, йыл ҡоро килә, халыҡ бесән һорай, мал аҙығы әҙерләгәндә, беҙ туйлап йөрөһәк, аңламаҫтар. Шуға әлегә никах уҡытып ҡына торайыҡ. Ә ҡышын, декабрҙә, туй үткәрербеҙ. Рәйес ошо хаҡта нимә уйлай икән?

            Икәүләшеп егеткә ҡаранылар. Ул, башын стенаға терәп, ауыҙын аса биреберәк, бер нимә белмәй йоҡлай ине.

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: