+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Октябрь 2021, 12:25

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун бишенсе өлөш

*** Ауырыу баланың ғүмере ҡыҫҡа икәнлеген белә инеләр. Табиптар был хаҡта, һәр реабилитациянан һуң үткәрелгән һөйләшеүҙә, һаҡ ҡына итеп әйтеп торалар ине. Ғәҙәттә, кабинетҡа Рамаҙанды саҡырып һөйләшәләр. – Һеҙ... бындай диагноз менән булған балаларҙың – 7-8, иң оҙағы 10-11 йыл йәшәгәнен беләһегеҙҙер, эйеме?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун бишенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун бишенсе өлөш

          – Эйе... – тип яуаплай ир, таушалған ҙур устарына ҡарап ултырған килеш. Был врачтарҙы таный ул, инде нисә йылдар, белеп бөттөләр бер-береһен, шуға күҙҙәренә йәш тулып йомшарып китеүенән уңайһыҙланып, күтәрелеп ҡарамай.

          – Рамаҙан Райманович, тартынмағыҙ... Илағығыҙ килһә, илағыҙ... Һеҙ былай ҙа был йылдарҙа бик ныҡ булдығыҙ... Атайҙарҙың иң яҡшыһы булдығыҙ...

          – Рәхмәт... – тип кенә әйтә ала тағы.

          – Ниндәй генә дауалау ҙа, ҡарау ҙа ҡотҡара алмай уны, үкенескә ҡаршы. Ваҡыты үлсәнгән генә. Хоҙай тәғәлә бындай балаларҙы беҙҙең араға ниндәҙер һабаҡ өсөн бирә лә, шул бер арауыҡтан кире ала, күрәһең...

         Рамаҙан уға үҙен борсоған һорауҙы бирә:

          – Сара Дауытовна... әле хәле нисек? Насарайғандан насарая һымаҡ миңә...

          –  Эйе. Беҙ хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ...

 

         Ринаттың хәле, ысынлап та, хөртәйгәндән хөртәйә. Янып бөтөп барған майшәм һымаҡ, ирей күҙ алдында. Башын тота уҡ алмаһа ла, күтәрә, борғолай ине, ҡулдары ла күтәрелде. Ә һуңғы йыл бөтөн ошо “белгәндәрен” дә яйлап онотто. Хәҙер ул күҙен дә шылдырмайынса тәүлектәр буйына ята. Ваҡыты-ваҡыты менән илаған һымаҡ ауаздар сығарып ала ла, тағы тына. Шул тауышланған һәм аҙыраҡ терелеп киткәндәй булған сағында янына килә һалып етә атаһы. Улы менән “һөйләшеп” ҡалырға ашыға:

          – Ринат? Улым, уяндыңмы? Ни хәлдәр, улым? Ә? Асыҡманыңмы? Ашап алайыҡмы?

         Инде ярты карауаттан оҙон булып үҫкән һонтор малайҙың баш аҫтына терәү ҡыҫтырып, шыйыҡ пюрены ҡалаҡлап асылған ауыҙына һалып өлгөрә. Ҡайһылыр осрағын йотоп та ебәрә, ҡайһыларын кире сығара. Ауыҙ-моронон һөртөп ала ла, тағы ҡаптыра атаһы.

          – Сығармайҙар әле беҙҙе бынан, улым. Ята бирегеҙ, тиҙәр. Дауалары ла һиңә килешеп китер әле әллә... кем белә... Ә һин аша, аша улым, бирешмә... йәшәргә тырыш... йәшәргә...

         Тик Ринат артыҡ тырышманы, был донъянан ул ялҡҡан, донъя үҙе унан арыған инеме, һуңғы өс айында дауахана өҫтөндә булып, системаларҙа ғына тотолһа ла, бер мәл, көндөҙгө йоҡола сағында, сәйер тауыштар сығарып ыңғыраша башланы. Эргәләге карауатта китап уҡып ятҡан Рамаҙан һикереп тороп янына килде, битен-ҡулдарын һыйпап, иркә һүҙҙәр әйтеп торһа, тыныслана торғайны, был юлы иһә бығаса ҡыбырлатмаған аяҡ-ҡулдарын һелтәп үк тартыша, күҙ алмалары өйөрөлә...

          – Врач! Врач кәрәк! – коридорға башын һоноп ҡысҡырҙы. Уны поста ултырған медсестра ишетеп, йүгереп килде һәм хәлде бер ҡараштан уҡ самалап, ары йүгерҙе. Киләһе минутта шалтыратып арба һөйрәп килделәр ҙә, малайҙы шунда тейәп алып та киттеләр. Рамаҙан улының ҡулына йәбешкән килеш уларға эйәреп бара биреп, реанимация ишеге төбөндә өҙөлөп тороп ҡалды. Ҡоламаҫ өсөн башта ишеккә терәлде, унан эргәләге тәҙрә яңағына һөйәлеп, тышҡа ҡарап тора башланы. Унда – йәй. Бөтөн тереклек үҫеп сығып, сәскә атып, ҡымырйып, мыжғып йөрөп ята. Уның улынан башҡаһы... Их, улым, улыҡайым...

         Палаталарына инеп ултырҙы ир. Ни менән булышырға белмәне. Баяғы китабын бер алып, бер һалып ҡараны, уҡый алманы. Сәйнүген розеткаға ҡуйып сыжлатты ла, яһап алманы. Ишекле-түрле йөрөнө. Улының йүргәк-сепрәктәрен ҡабат-ҡабат рәтләп һалды. Тағы коридорға сығып һерәйеп тора бирҙе лә, кире инде. Шулай йөрөй торғас, медсестра күренде. Рамаҙан оҙон-оҙон баҫып уға ҡаршы атланы:

          – Шунан, һеңлем?.. Нисек унда?

         Тегеһе аҙ ғына ҡаушаны. Аҡ бирсәткәле ҡулы менән ирҙең яурынына ла ҡағылып алғандай итте:

          – Һеҙ... баш табип кабинетына үтегеҙ. Унда һеҙҙе көтәләр.

          – Баш табип?..

          – Эйе. Беләһегеҙ бит – Сара Дауытовнаға.

          – Әһә. Хәҙер.

         Барып инһә, унда өс табип. Барыһы ла уға боролдо. Өҫтәл артында ултырған Сара Дауытовна тороп уҡ баҫты, ҡаршыһына урын күрһәтте. Рамаҙан һағая биреп үтеп ултырҙы.

          – Рамаҙан Райманович...  – табип, ҡамасауламаһа ла алдындағы ҡағыҙҙарын шылдырып һалды, уның да тулҡынланғаны күренеп тора,  –  Рамаҙан, мин һеҙгә ауыр хәбәр еткерәм: улығыҙ...үлде. Медицина ярҙамын ул инде ҡабул итә алманы.

         Бер минутҡа тынлыҡ урынлашты. Табиптар иргә хәбәрҙе ҡабул итергә ваҡыт бирҙе. Әммә Рамаҙан бер минуттан һуң да, унан ары ла өндәшмәне.

          – Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ,  –  тинеләр эргәләге табиптар,  –  Һеҙ уны мөмкин тиклем йәшәттегеҙ. Артабан һеҙ ҙә, беҙ ҙә көсһөҙ...

          

         Улының документтары, кәүҙәһе әҙер булғансы, икенсе дауаханаға юлланды. Унда Миңһылыуға барып хәбәр итергә кәрәк. Ҡатыны наркология бүлегендә ята. Йылына бер шунда дауаланып сығыуға ризалашты үҙе. Балнистан һуң ике-өс ай эсмәй, ҡайһы саҡ яртышар йыл да айныҡ йөрөп ташлай. Тик, ысҡына... Тилбер генә йорт ҡарап, улын тәрбиәләп йәшәгән еренән, ҡапыл эсеп ала ла китә. Таба, эскелеген дә, эскелек алып килер кешеһен дә, аҡсаһын да. Һәм, хатта, бикле өйҙән дә сығыр юл таба. Һуңғы тапҡырында тәҙрә ярып сығып, араҡы артынан киткән...

         Миңһылыуҙы дауахана баҡсаһындағы эскәмйәлә көтөп ултыра. Бына ул уңған һоро халатҡа төрөнөп килә. Аҙыраҡ йоморолана төшкән икән. Рамаҙандың уны шул өс ай тирәһе күргәне лә юҡтыр. Телефондан ғына һөйләшәләр ҙә. Ҡатындың йөҙө хафалы, етәрәк ул оторо ашыҡты, тик аяҡтары оҙон халат итәгенә тышауланып ыҙалатты. Ул етеүгә Рамаҙан ҡалҡып торҙо.

         Миңһылыу ҙур асылған һәм ҡурҡынған күҙҙәре менән иренең йөҙөнә, күҙҙәренә йотлоғоп ҡараны, өнһөҙ һорау ине уның был ҡарашында.

          – Бөттө... китте... улыбыҙ,  –  тине уға ире. Һаулыҡ та һорашманылар.

         Ҡатын уның күкрәгенә ҡоланы. Улар ҡосаҡлашҡан килеш оҙаҡ торҙолар. Береһе үкһеп, икенсеһе тауышһыҙ иланы. Унан эскәмйәгә ултырып, ҡулдарын-ҡулдарға тотоношоп, һыйынышып ҡалдылар. Уртаҡ ҡайғы уларҙы тағы ла берләштерҙе, тағы ла яҡын итте.

          – Һин йыйынып сыҡ, Миңһылыу. Барайыҡ, улыбыҙҙы алып ҡайтайыҡ,  –  тине ахырҙа ир,  –  Совхозан машина килгәндер ине, көтәлер...

          – Ярай... хәҙер,  –  ҡайғынан бөксәйеп, бәләкәсәйеп ҡалған ҡатынына арттан ҡарап, йәне әсене ирҙең,  –  Эх, Миңһылыу-Миңһылыу... Их, улым...

        

         Киләһе көндәре баланы ерләү, өсөн, етеһен уҡытыу менән мәшғүл булдылар. Бәләкәй мәйеткә артыҡ күп кеше лә йыйылманы. Ҡаланан Гөлкәй менән Ғәзиз ҡайтты. Ҡустыһы, егет булып, йәштәрен йәшерҙе, бары тик күҙҙәренең ҡыҙарып йөрөүе генә уның ҡайҙалыр бер ерҙә илап ингәнлеген аңғарта ине. Ә Гөлкәй иһә, еңгәһе күҙенә йәш алған һайын, түгелде лә китте, түгелде лә китте. Әсәйһеҙ үҫкәнгәме, бигерәк күңеле нескә, яралы ғына шул үҙенең дә. Ҡайһылай булғанда ла, был өйҙә илау-һыҡтау әле оҙаҡ дауам итте.

        

         ...Улының вафатына ай тигәндә, ысҡынып китте Миңһылыу. Башта өйҙә ятып эсте, унан урамға тартылды, шешәләштәренә, әхирәттәренә китеп юғалды. Тыйманы ла, инде артынан да йөрөмәне, эҙләмәне лә Рамаҙан. Айырылышыуға ғариза яҙҙы. Судҡа барырға кәрәк еткәс, эсеп йөрөгәндең бер мәлендә өйөнә ҡайтып йығылған һәм иртәнсәктән әле башлап өлгөрмәгән ҡатынға әйтте. Тегеһенең артыҡ иҫе китмәне лә шикелле. Әммә суд залына барырлыҡ булып әҙәм рәтенә инә алманы. Уны көттөләр-көттөләр ҙә, өсөнсө тапҡыр ҙа килмәгәс, унһыҙ айырып ҡуйҙылар.

         Йыйған аҡсаһын, малының яртыһын тотоноп, ауылдағы бер буш ултырған бәләкәйерәк йортто һатып алды. Бер-нисә көн шунда йөрөп ҡойма-кәртәләрен йүнәтте, соланын, мейесен яңыртты. Ҡатын-ҡыҙ яллап эсен йыуҙырҙы, ҡорған-түшәктәр ҡуйҙырҙы, һауыт-һаба, ниндәйҙер мебелдәр күсерҙе. Унан йоҙаҡлап сығып, асҡысын Миңһылыуға тотторҙо. Нисә айҙар туҡтамай эскәндән өрәк сүрәтенә инеп, аслы-туҡлы йөрөгәндәнме, һаулығы ҡаҡшапмы, тамам хәле бөтөп ҡайтып ҡолаған ҡатын, уның ниәтен аңламаны.

          – Нимә б-был? – тине саҡ телен әйләндереп.

          – Асҡыс. Һинең йорттоң асҡысы.

          – М-мин-нең?..

          – Эйе, Миңһылыу. Үрге урамдағы Сәмиға әбейҙең өйөн һиңә алдыҡ. Унда йәшәрлек бөтә нәмә лә бар. Әгәр көтөргә теләгең булһа, ниндәй мал кәрәк, шуны ал.

          – Н-ни-шәп... мин унда барам? – айныҡ булһа ла, башы эшләп китә алмай, ахыры. Аптырарға ла түгел, ул башҡа түҙем бирһен инде...

          – Миңһылыу, беҙ айырылыштыҡ,  –  тине хәҙер ир ҡаты ғына итеп. – Һин хәҙер минең ҡатыным түгел, мин дә һиңә бер кем дә түгел. Китергә уйлайым мин бынан, себергәме... берәй яҡҡа. Был – беҙҙең төп йорт, ҡустым ҡала торған йорт, шуға һиңә үҙеңә мөйөш яһаныҡ, аңланыңмы?

         Миңһылыу саҡ ҡыбырлап усаҡ тирәһендә мыштырланы. Ҡулынан тотҡандары төшөп китеп, эҙләгәнен таба алмай ҡаңғырҙы. Эсе бошоп күҙәтеп ултырҙы уны Рамаҙан.

          – Һин сығып китмә. Мунса яғам хәҙер. Матур итеп йыуынып ал. Һурпа ултырт, тамағыңды ҡара. Кейемдәреңде йый... кәрәгеңде вис ал... Иртәгә күсереп ҡуйырмын,  –  тине лә, урамға, кәртә-араһына сыҡты. Һиңмайланған ҡатын менән һөйләшеүҙән фәтеүә юҡ ине.

         Юҡ, һиңмайланмағайны әле Миңһылыу. Ул аңлай, барыһын ишетеп-тойоп тора, тик яуапларлыҡ яуабы һәм хәле генә юҡ. Хәҙер-хәҙер... кеше булып алырға кәрәк... Рамаҙан... Рамаҙан! Улай булырға тейеш түгел... түгел... Китмәһен! Ташлап китеп бармаһын...

         Ҡатын ауырыу кәүҙәһен көскә һөйрәп йөрөтөп өйҙө йыйыштырҙы. Ир ҡулында ғына булған донъя керләнеп, ҡотһоҙланып киткән. Бығаса, эсһә лә, ҡара эшкә шәп булды бит Миңһылыу. Бер-ике көн туҙынып ятып ала ла, өсөнсө-дүртенсе көн тороп алып, барын ялтыратып йыуып-йышып ҡуйҙы. Улы булғанда ул шулай итә ине... Улы... улыҡайы булғанда... Әле...әле артыҡ һуҙып ебәрҙе шул. Рамаҙанын бөтөнләй онотоп ебәрҙе...

         Кискәрәк, арыуыҡ йән ингәс, мунсаға барып эләүкәгә һуҙылып ятты. Сабынырлыҡ уҡ булмаһа ла, эҫе пар аҫтында тәнен иретеп алды, керен сығарҙы. Унан ҡат-ҡат йыуынып, ойпаланып ҡатҡан сәстәрен тарап яҙҙы, таҙа кейемдәр кейҙе. Мунсанан һуң тирләп-бешеп үлән сәйе эсеп, йомшаҡ түшәгенә сумып йоҡлап китте. Төшөндә улын күрҙе... Улы атлап йөрөп ята икән, тип... Йөҙө лә ауырыу төҫтә түгел, алһыу ғына... Миңһылыу тулы биҙрә тотоп һарайҙан сығып килә ине, һыйыр һауыптыр... Улы урам яғынан килеп инде... ҡулына ниндәйҙер төргәк тотҡан. Туп-тура әсәһенә килә... “Ринат...” тип өндәшә уға ҡатын, биҙрәһен ултыртып ике ҡулын һуҙа. Улы шул саҡ һуҙылған беләктәренә теге төргәген алып килеп һала. Ҡараһа – бала... Бала бәләкәс кенә, аҡ ҡына, тулап ята... Улы һөтлө биҙрәгә күрһәтә, йәнәһе, бала асыҡҡан, һөт эсер, ти... әйтмәй, ә Миңһылыу аңлай уны. Унан улы борола ла китә. Ҡатын уның артынан ынтыла, “Ринат! Рина-ат! Улым!..” тип ҡысҡыра. Тик малайы туҡтамай! Артынан йүгерер ине, ҡулында – бала...

         Йән тиргә төшөп уянып китте... Теле һаман “Рина-ат... Ринатым...” тиеүҙән туҡтаманы. Тышта көҙгө таң яңы ағарып ҡына килә. Ҡатын төшөнән айырылғансы урынында ҡатып ятты. Унан ипләп кенә тороп мейес тоҡандырҙы. Сығып күптән быҙауҙарына ҡушылып йөрөп өйрәнгән һыйырҙары янына инде, уларҙы һөйөп-иркәләне, быҙауҙарын айырып япты. Йәшелсәһе алынмаған баҡсаһына үтте, хәҙер, аҙыраҡ көн асылһа, кишер-кәбеҫтәне йыйып алырға ниәтләне. Кире инде. Рамаҙан да уянған, кейенгән, нәскиҙәрен мейес яҡтауынан алып, һуҙғылап тора. Ҡатын инеүгә, ул тышҡа сығып китте. Өндәшмәне. Миңһылыу уның нимәлер әйткәненән ҡурҡып йөрөй, ярай әле һүҙ ҡатмай әлегә. Йәһәт кенә шыйыҡ ҡамыр туҡып, ҡоймаҡ ҡойорға кереште, һөттө күрешәлер индергәнер, моғайын. Сәй ултыртты. Ир инеүгә өҫтәлдә күңелле булып иртәнге тамаҡ боҫорай ине инде. Шым ғына сәй эстеләр. Ашағас, Рамаҙан ҡалҡынды һәм һораулы ҡарашын ҡатынға төбәне. Ошо мәлде көткән дә һәм етеүен нисек кисектерергә белмәгән дә Миңһылыу, ултырған ултырғысынан иҙәнгә шыуып төштө һәм иңгәкләп килеп ирҙең аяҡтарын ҡосаҡлап алды:

          – Рамаҙан... һуңғы тапҡыр кисереү һорайым... Һуңғы тапҡыр! 

         Ир ҡатып ҡалды. Этмәне лә, типмәне лә, әммә башын да эйеп ҡараманы.

          – Үтенәм... үтенеп һорайым һинән. Улыбыҙ хаҡына... Ринатыбыҙҙың рухы хаҡына һорайым... Мин бөгөн уны төшөмдә күрҙем... Матур итеп күрҙем... Ул миңә бәпес алып килеп китте! Аңлайһыңмы, Рамаҙан?.. Бир миңә һуңғы шанс? Мин һиңә һау бала табып бирәм... атлап йөрөгән... һөйләшкән...

          – Миңһылыу! Тор! Етәр, һиңә.

          – Рамаҙан... һау бала, ишетәһеңме?

          – Ниндәй бала тағы? Тор, тинем!

         Тик ҡатын уны ишетмәне лә, ә илап-һамаҡлап, аяҡтарын, үрелеп ҡулдарын үпте, инәлде:

          – Рамаҙан... үтенәм... Был һуңғы тапҡыр... ысын, һуңғы... Ышан миңә? Эсмәйем! Бына, улым рухы менән әйтәм... Зинһар...

         Ир, ниһайәт, ҡатын ҡулынан ысҡынып, тышҡа ташланды. Ә тегеһе илаулап һаман иҙәнә ятып ҡалды:

          – Рина-ат... Рамаҙа-ан... Ринаты-ым... үтенәм, үтенәм һеҙҙән... мине ғәфү итегеҙ...

         Ғәфү иттеме-итмәнеме инде ир, әммә ҡатынды ҡыуып сығарманы. Ул шунда тороп ҡалды. Эсмәне, тағы ла дауаланыуға барҙы. Бик бошонған, хатта енләнгән ваҡыттары ла булып китте, әммә ныҡ булырға, ысҡынмаҫҡа тырышты. Шулай ярты йылдай дауалана торғас, ауырға ҡалды һәм саҡ-саҡ һаҡлап йөрөтөп, ҡыҙ бала тапты. Бәпес сибек, бәләкәс кенә булып тыуҙы. Уны әллә ҡала, әллә юҡ, тип ҡурҡыттылар. Бала булып ҡына түгел, ә оло өмөт тә булып тыуған сабыйҙы нисек тә һаҡлап ҡалырға тырышты ата менән әсә. Һәм уларҙы йәлләне бәпес – был донъяға сат йәбеште, әсәһенең күкрәген дә нәҙек кенә тарамыш бармаҡтары менән батырып тотоп, уймаҡ ауыҙы менән һурып-һурып имде. Уның был ҡыланышын күҙәтеп, күҙ йәштәре аша көлдө ололар. Йортҡа тыныслыҡ, хатта ки бәхет килеп инде. “Зөлфиә” тип ҡушты ул бәхеткә исемде атаһы. Әсәһе бер генә һирпелеп ҡараны ла, йылмайып баш ҡаҡты. Ул хәҙер нимәгә лә риза ине. Тик Зөлфиәләре, Рамаҙаны, ошо йылы өйө генә булһын. Булһын...  

 

Дауамы бар.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: