-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Октябрь 2021, 15:15

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Дүртенсе өлөш

Булатов, улын төрткөләп уятып, әрләргә самалағайны, өлгөрмәне. – Сеү! Йоҡлаһын! – тине башлыҡ шым ғына. – Үткән төн күрҙем мин уларҙы. Ҡыҙым менән ҡапҡа алдында бик матур итеп ултыралар ине. Әйҙә, төпкә үтәйек.

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Дүртенсе өлөш
БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Дүртенсе өлөш

Булатов, улын төрткөләп уятып, әрләргә самалағайны, өлгөрмәне.

– Сеү! Йоҡлаһын! – тине башлыҡ шым ғына. – Үткән төн күрҙем мин уларҙы. Ҡыҙым менән ҡапҡа алдында бик матур итеп ултыралар ине. Әйҙә, төпкә үтәйек.

            Үттеләр. Бында Булатовтың бер ҙә булғаны юҡ ине. Ял урыны тип әйтһәң, хәтере ҡалыр. Емерелгән диван, туҙып бөткән өҫтәл һәм буш йәшниктәр, сүп-сар. Башлыҡ йәшниктәрҙең береһенән “ярты” килтереп сығарҙы.

– Быныһы кәрәкмәҫ ине, – тине Булатов.

– Юҡ инде, осрашыуҙы “йыумай”, булмаҫ.

– Ярай улайһа. Бик изге эштәр башҡарҙыҡ, аҙағы уңышлы булһын.

            Башлыҡ ике стаканға өсәр иле эсемлек ҡойҙо.

            Ә был ваҡытта Гөлшат, әсәһен эйәртеп, хакимиәт бинаһына яҡынлаша ине.

– Төҙ баҫ! – тип өйрәтте ҡыҙ әсәһен. – Мин өйрәткәнде генә әйт. Теләһә-нимә һөйләп торма.

– Беләбеҙ! – тине әсәһе. – Полный тәртип буласаҡ!

            Икәүләшеп, һелкетә баҫып, башлыҡтың бүлмәһенә барып инһәләр, бер нимә белмәй йоҡлап ултырған Рәйесте күрҙеләр. Өммөкамал, Гөлшаттың әсәһе, Рәйесте, ҡайтҡаны бирле күрмәгәс, тәүҙә танымай торҙо:

– Был кем ул? Әллә иҫерекме?

– Өндәшмә! Рәйес үҙе бит.

– Бынағайыш! Бында килеп, хужа булып, йоҡлап ятмаһа. Әллә иҫерекме икән?

– Иҫерек булмаһа, башлыҡтың кабинетында йоҡлап ултырамы ни? Кисә төнө буйы булған инде.

            Күрше бүлмәлә тегеләрҙең мөңгөрләшкәне һәм сәкәштергәндәре ишетелде. Өммөкамал бында нимә булғанына тиҙ төшөндө һәм ваҡиғаларҙы үҙ ҡулына алды.

– Хужалар ҡайҙа? – тип ул төпкө бүлмәгә үтте һәм теге икәүҙең эсеп торған сағына тура килде. – Бында нәмә твориться итә ул? Ҡыҙым, ҡара әле, эсәләр түгелме һуң? Ни эшләп тораһың? Ун мең һумлыҡ телефонды мин һиңә нимәгә алдым? Быныһын да онотма!

            Башлыҡ менән фермер иҫтәренә килгәнсе, Гөлшат ҡат-ҡат видеоға төшөрөргә, аңлатма бирергә һәм ҡайҙалыр кадрҙарын оҙатырға өлгөрҙө. Башлыҡ, иҫенә килеп, телефонына йәбешеп ҡарағайны, Гөлшат еңел ситса күлдәген биленә тиклем айырып төшөрҙө лә:

– Ҡарауыл! Ҡотҡарығыҙ! Көсләйҙәр! – тип һөрәнләй башланы. Урам яҡҡа ҡараған асыҡ тәҙрәгә килеп, – Халыҡ! Ҡотҡарығыҙ! Мине харап итәләр! – тип ҡысҡырҙы.

            Рәйес уянып китте. Башлыҡ менән фермер килеп сыҡты.

– Нимә булды? Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны башлыҡ.

– Беҙгә хәҙер бер нимә лә кәрәкмәй! – тине Өммөкамал. – Хәҙер һеҙгә беҙ кәрәк. Мин һине судҡа бирәм! Башыңды төрмәлә серетәм! Һинең ҡыҙың минең ҡыҙымдың кейәүен тартып алды. Ҡыҙымды һин көсләргә иткәндә, мин уны ҡотҡарып алып ҡалдым.

– Туҡта, Өммөкамал еңгә, тыныс ҡына һөйләшәйек. Тәүҙә аңлат, һиңә нимә кәрәк? – тине Булатов.

– Эй, үҙемдең ҡоҙа икән! – тине Гөлшаттың әсәһе. – Үтеп бара инек, берәүҙең хырылдағаны ишетелә. Керһәм, үҙебеҙҙең кейәү йоҡлап ултыра. Ә төпкө бүлмәлә, рәхмәт яуғырылар, һеҙ, икәүләшеп, эсеп ултыраһығыҙ. Ужыс (автор варианты)! Көпә-көндөҙ! Әҙәм мәсхәрәһе! Үтәевҡа барам! Бөтә халыҡ – эштә, ә улар эсеп ултыра! Юҡ, мин быны былай ғына ҡалдырмам.

– Хәҙер һеҙҙе “Яндекс”тан күрһәтәсәктәр! Бар донъяға ғибрәт булһын! – тип күлдәген түшенә ҡаплап, һөрәнләне Гөлшат. – Ярай әсәйем ҡотҡарып ҡалды. Һин мине көсләргә иттең, иң кәмендә – дүрт-биш йыл һиңә, йә дүрт-биш миллион – миңә.

– Көтөп тороғоҙ әле! – тип Булатов, араларына керегә тырышты. – Мин ошонда булдым, бер нимә лә күрмәнем.

– Күрмәгәнеңде күр! – тип Гөлшат видеолағы кадрҙарҙы Булатовҡа һондо. – Һин бынан баш тарта алмайһың!

            Булатов, телефондағы кадрҙарҙы күреү менән, танауы төштө. Бәй, бында эштәр бик ҙурға киткән түгелме һуң?

– Әйҙәгеҙ, ултырып һөйләшәйек! – тине ул. – Ҡысҡырышып, фәтеүә булмаҫ. Уртаҡ фекергә килербеҙ ул.

– Мин дә шулай тинем, – тип һүҙгә ҡушылды башлыҡ. – Минең биләмәлә тәртипһеҙлек һәм ҡатын-ҡыҙҙы рәнйетеү булырға тейеш түгел.

            Төпкө бүлмәһенә инеп китте лә, бер “ярты”, өс стакан тотоп, килеп сыҡты.

– Ҡоро һөйләшеү булмаһын! – тип Булатов стакандарға ҡойоп сыҡты (“Һәнәк” журналы эскелеккә һәм башҡа насар ғәҙәттәргә ҡаршы).

– Кисәгенән тамаҡ сарсап тора ине, – тип Гөлшаттың әсәһе стакандарҙың береһенә йәбеште.

– Ҡағылаһы булма! – тип ҡыҙы телефонға төшөрөүен дауам итте. – Һеҙ, хөрмәтле ҡулланыусылар, башлыҡтың бүлмәһендә мәжлестең дауам итеүен күрәһегеҙ. Башлыҡ, бик уңайһыҙ хәлгә тарығандан һуң, минең әсәйемде, йөҙ грамм ярҙамында, үҙенең яғына ҡолатырға тырыша. Бик ҡурҡыныс эш! Мажаралар дауам итә...

– Гөлшат, туҡта әле, – тине башлыҡ. – Һин – минең ҡыҙымдың әхирәте, беҙгә сит кеше түгел. Әйҙәгеҙ, тыныс ҡына итеп аңлашайыҡ.

            Өлгөрмәнеләр. Өммөкамал, йөҙ грамды эсеү менән, үҙенең барып еткәнен һиҙҙе һәм, баш терәп алырға, урын ҡараштыра башланы. Рәйес Гөлшат эргәһенә килде лә:

– Бәлки әсәйеңде өйгә илтеп ҡуйырға кәрәктер? – тип өндәште.

            Гөлшат бер ҡулына телефон тотҡан, икенсеһе менән түшен ҡаплаған.

– Һеҙ әсәйемде махсус рәүештә иҫерттегеҙ! Мин хәҙер полицияға шылтыратам!– тип һөрәнләй башланы.

– Һөйләшәйек, аңлашайыҡ, Гөлшат! – тине Рәйес, ҡыҙҙы йәтеш кенә итеп ҡосаҡлап. – Һин мине ғәйепле итергә уйламайһыңдыр ул?

– Һинән башҡа, кем ғәйепле булһын?

– Улайға китһә, мин рәхәтләнеп ғәйебемде таныйым, – тип Рәйес ҡыҙҙың күлдәген рәтләшкән булды, хатта уң сикәһенән үбеп алды. – Һин беләһең, мин һинән башҡа йәшәй алмайым.

            Егет алмаш-тилмәш атаһына һәм башлыҡҡа ҡараны, бер-бер артлы күҙ ҡыҫырға ла, ауыҙын ҡыйышайтып, арттан ғына тороп, ҡыҙҙы үсекләргә лә онотманы.

            Ә Өммөкамал апай, Гөлшаттың әсәһе, нимә эшләй һуң? Йөҙ грамдан тамам иҫергән һәм йонсоған ҡатын нимә эшләһен инде, ул, бында нимә булғанына иғтибар ҙа итмәй, башлыҡтың йомшаҡ ҡәнәфиенә күмелеп, йоҡлай ине. Әгәр ул уяу, уяуҙан бигерәк, айныҡ булһа, Рәйестең ҡыҙҙың башын әйләндереүен, төрлө яҡҡа борғолауын күрмәй ҡалмаҫ ине.

– Йәшәй алмағас, ниңә килмәйһең һуң? Мин бит һине һағынып көттөм.

– Һиңә әйттем түгелме, командованиеның мөһим бурыстарын үтәйем, ил именлеген хәстәрләйем, тип?

– Әйттең... – тип күҙҙәрен йомоп, ойоно Гөлшат.

– Шулай булғас, һин ниңә миңә ярҙам итмәйһең, ҡәҙерлем? Әйҙә, Ватаныбыҙҙы бергәләп һаҡлайыҡ?!

            Атаһы менән башлыҡ, мауыҡтырғыс тамаша ҡараған һымаҡ, үҙҙәренең бында барлығын күрһәтергә лә ҡурҡып, тын да алмай тыңлайҙар. “Во! Минең малай даёт!” – тине Вәхит. “Был ҡыҙымды тындырмаҫ!” – тип уйланы башлыҡ.

– Әйҙә, матурым, мин һине оҙатайым, – тине Рәйес, ишек яғына ыңғайлап.

– Әсәйемде нимә эшләтәбеҙ? – тине Гөлшат.

– Ике яҡтан ҡултыҡлап алабыҙ ҙа, алға!

            Улар килеп, Өммөкамалды һөйрәкләп торғоҙҙолар һәм ишек яғына – тышҡа – ыңғайланылар. Рәйес юғалып ҡалманы. Бер арала Өммөкамалды машинаның артҡы салонына ырғытты, икенсе ҡарағанда Гөлшаттың телефонын эләктерҙе. Машинаға кереп ултырып, ишектәрен шалт иттереп бикләп ҡуйҙы ла, Гөлшат телефонына төшөргән кадрҙарҙы юйҙырта башланы. Тегеһе тәүҙә күрмәне. Күрһә лә, машинаны тирәләтеп йүгереп йөрөүҙән башҡа, бер ни ҙә ҡыла алманы. Бына автомобиль ҡуҙғалып китте, Рәйес туҡтарға мәжбүр булды.

– Ә мин һине машинала ултыраһың икән, тип уйланым, – тине ул Гөлшатҡа, ауыҙын йырып.

– Телефонымды бир! – тип тегеһе иң тәүҙә кереп ултырҙы.

            Рәйес телефонын бирҙе һәм аҡрын ғына ҡыҙҙың өйө яғына ыңғайланы.

– Һин ҡайҙа бараһың?

– Ниңә, ҡәйнәмде илтеп ҡуймайбыҙмы ни? – тине Рәйес, ауыҙын йырып.

            Ҡыҙ егеттең ҡәйнәнән һалдырыуын оҡшатты, хатта ауыҙы йырылды:

– Ҡайһылай йәтеш кенә әйттең – ҡәйнә, тинең.

– Ҡәйнә булғас, нимә тип әйтәйем инде?

            Рәйес ваҡытында ҡуҙғалып өлгөрҙө. Сөнки, ул юғалыуға, район башлығының ап-аҡ “Тойота”һы килеп туҡтаны һәм унан, галстугын төҙәтә-төҙәтә Үтәев килеп төштө. Тәҙрәнән урамға күҙ һалған башлыҡ: “Аһ! Үтәев килде!” – тип әллә өндәште, әллә ыңғырашты. Булатов төпкө бүлмәгә инеп йәшенде һәм, тын алырға ла ҡурҡып, ята бирҙе.

            Ауыл башлығы, Үтәевты ҡаршыларға, аҫҡа йүгерҙе.

 

 

 

 

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: