Зәбир башта залдың бер мөйөшө мастерскойға әүерелеп киткәнде күрмәмеш булдымы, иғтибар итмәйерәк йөрөнө. Әммә ҡайһы бер кистәре, ул ни ғиллә менәндер ваҡытында ҡайтып ҡуйған мәлдәре, ҡатынының арбалғандай булып һыҙмалар менән сыбарланған ҡағыҙ битенә текәлеп тороуын оҡшатманы. Юҡ, әҙер ашты яңғыҙ ултырып ашай алмағандан да, Зөлфиәнең уға ваҡыт бүлмәгәненән дә түгел, ә ҡатынының эсенә йәшерелгән хазинаның тышҡа сығып, башҡаларға күренеп ҡуйыуынан ҡурҡҡандан. Ул бит Зөлфиәнең ярайһы оҫта төшөргәнен белә, әгәр уға был һөнәрен үҫтергәндә, шул өлкәлә нығыраҡ шөғөлләнгәндә, был мәлдә билдәле рәссамдарҙың береһе булып китә алыр ине икәнен дә аңлай. Тик, бит ул осраҡта ҡатындың үҙ донъяһы буласаҡ, ул шәхес халәтендә формалашасаҡ һәм Зәбирҙең ярҙамсыһы ғына булып йәшәүҙән баш тартасаҡ. Ысҡынасаҡ ул уның ҡулынан, ирек, үҙ аллылыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ даулай башлаясаҡ.
Шәмбе көн иртәрәк, әммә ярайһы ҡырын тейәп ҡайтты Зәбир. Ниндәйҙер коллегаһының фәнни дәрәжәһен йыуғандар. Аш бүлмәһенә инмәне лә, тамағы туҡ, тимәк. Шулай ҙа ятырға ла ашыҡманы. Уның залға үтеп ултырып уҡ алғанынан, нимәлер телгәнен һиҙгән ҡатын, эшенән туҡтап, өндәште:
– Ванна тултырып бирәйемме әллә, йыуынып алаһыңмы?
– Ю-уҡҡ... – ир баш сайҡаны.
– Асыҡманыңмы?
– Ю-уҡ...
– Ял итер инең...
– Өйрәтмә миңә... үҙем беләм.
Зөлфиә яуапламаны. Ул ире менән телләшеп, уның сәнскеле һүҙҙәренә ҡаршы өндәшеп тә, үҙен яҡлап та өйрәнмәгән. Зәбир иһә уның өндәшмәҫенә өйрәнгән. Бына ул килеп өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы бармаҡ осо менән генә шылдырғылап ҡараны. Унан, ирен ситен ҡыйшатып, мыҫҡыллы йылмайҙы:
– Пикассо булырға хәл иттең инде?
– Былай ғына... күңел өсөн, – тигән булды ҡатын, бына-бына ҡубырға торған тауышты баҫып ҡуйыу өсөн. Тик Зәбирҙең әйтәһе хәбәре бар ине әле.
– Нимә?.. Колхозниктарҙың ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтағандарын онота алмайһыңмы һаман? Улар нимәлер аңлап һөйләнгән икән тиһеңме? Между прочим... һинең был һыҙмаларыңда иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ. Һәр ябай рәссам уҡытыусыһы ла быларҙы әтмәләй ала.
Сәпкә тура тейгәндәй, күңеленә “сәп” итеп кенә ҡалды был һүҙҙәр Зөлфиәнең. Бығаса ниндәй генә сәбәптәргә талаһа ла, һәләтенә ҡағылғаны юҡ ине әле бының.
– Мин бит конкусҡа эшләмәйем. Үҙем өсөн генә, ваҡыт үткәреүгә...
– Ваҡытың күп булһа, ана, минең эштәрҙе йый компьютерға. Киләһе йыл защита, булдыҡлы ҡатын ирен уңдырыу өсөн тупраҡ булып түшәлә, ә һин – һүрәт, имеш...
– Зәбир, улай үпкәләр урының юҡ. Хәлемдән килгән тиклем ярҙам итәм бит. Был дәрәжәңде лә яҙып бөтөрбөҙ, яҡларбыҙ әле.
– Яҡларбыҙ? Ха-ха! Зәбир Зәкировичтың фәнни дәрәжәләрен мин алып бирешәм, тиген тағы.
Артабан һүҙ ҡуйыртыу урынһыҙ ине. Зөлфиә шымды.
– Һүрәт эшләгең килһә, бар, мастерской арендовать ит, был фатирҙа эт ояһы яһауҙы туҡтат. Эшең бар, ашың бар – һиңә нимә етмәй?
Ҡатын бумалаларын һөртөп һалып төрҙө, алъяпҡысын сисеп, ҡағыҙҙарын йыйып алып, бүлмәнән сығып уҡ китте. Ире уның артынан һөйләнеп ҡалды:
– Мин булмаһам, шул быймаңда һыйыр һауып йөрөр инең әле... колхозда. Вот, һүрәт төшөрөр инеңме икән унда эшһеҙлектән – белмәйе-ем...
Зөлфиәнең аш бүлмәһенә инеп, һауыт-һабаһын шылтыратып нимәләрҙер менән булып алып киткәнен тыңлап торғас, маҡсатына етепме, Зәбир йоҡо бүлмәһенә тәнтерәкләне. Ул ҡатынының шунда шым ғына илап йөрөгәнен дә, йәштәрен уға күрһәтмәҫен дә белә. Бер-ике көн күңеле төшөп алыр ҙа, яйлап яҙылып китер. Һәр хәлдә быларҙы иренә күрһәтергә баҙнаты етмәйәсәк. Ғәҙәти хәл.
Зәбир йоҡлап китеүгә, “ах та ух” килеп Әмир ҡайтып инде. Уныһы ла һуңғы көндәре нимәләрҙер менән мәшғүл булып йөрөгәне көн кеүек асыҡ, тик әйтмәй генә. Бына улы аш бүлмәһенә үтеп, һаман боролоп ҡарамай торған әсәһен арттан килеп, һонолоп, “сәп” итеп үбеп алды. Унан өҫтәлдән печенье алып ҡабырға иткәйне, әсәһе тыйҙы:
– Ҡулыңды йыу... Аш һалам.
Егет шунда ғына әсәһенең кәйефен аңғарып ҡалып, уны яурынынан тотоп үҙенә бороп ҡуйҙы.
– Әсәй... Илап тораһыңмы?
Зөлфиә ысҡынырға теләне:
– Иғтибар итмә... Бар, ҡулыңды...
– Улмы? Тағымы?..
– Улым...
– Әсәй! Ҡайҙа әле...
Зөлфиә сығып барған улының беләгенән эләктереп алды:
– Балаҡайым! Зинһар, тауыш ҡуптармағыҙ. Былай ҙа саҡ торам...
Егет ултырғысҡа лыпын ултырҙы. Әсәһенә ҡарап ҡалды. Унан, тантана иткәндәй итеп әйтте:
– Мин армияға китәм.
Хәҙер әсәһе үҙ ҡайғыһын онотто:
– Нисек? Ҡасан? Кем ебәрә һине унда?
– Үҙем. Мин үҙем хәл итәм, әсәй. Уның инструкцияһы буйынса ғүмер итмәйәсәкмен. Ул минең менән идара итә алмаясаҡ.
– Шунан, атайыңа үс итеп армияға барырға булдыңмы?
– Үс итеп түгел. Армияла хеҙмәт итергә бала саҡтан хыялландым, ә атайым минең шул хыялымды һанға һуҡманы. Мин был институтта уҡырға теләмәнем, ул мине шунда көсләп тыҡты. Бына, бөгөн хәл иттем, ташланым уҡыуҙы һәм, ике көндән, хеҙмәткә юлланам.
– Әмир!.. Атайың үлтерер бит беҙҙе бының өсөн...Улым, ниңә генә улай уҡ ҡарышып киттең әле?.. – Зөлфиә ҡойолоп төштө.
– Үлтермәҫ! Мин инде уға бесәй балаһы түгел, нисек теләй шулай ҡыландырырға. Ҡайғырма, әсәй, бары яҡшы булыр. Армияла йөрөп ҡайтырмын да, икенсе урынға инермен, үҙем һайлармын. Эшләрмен дә, йәшәрмен дә, мин бит әле, ул әйткәнсә улай уҡ йүнһеҙ түгел.
– Һин бик тә аҡыллы малай, улым. Тик, атайың...
– Атайым үҙ тормошо менән йәшәһен, башҡаларҙың ғүмерен дә ҡуша алып бармаһын әле. Һине баҫып тотҡаны ла еткән. Мин инде уға бирешмәйәсәкмен.
– Балаҡайым, һинең өсөн борсолам...
– Борсолма. Үҙ аллы булырға бирегеҙ миңә.
Улы барып ҡулын йыуып килде, ирҙәрсә ирәбе, әрһеҙ итеп ашап алды. Уның ошолай өҫтәл артында иркен ҡыланыуын яратмай атаһы, туҡтауһыҙ тыйып ҡына тора. Ә Зөлфиәгә, киреһенсә, оҡшай улының ябай, алсаҡ булыуы, аҙыҡтарын маҡтап, ихлас туйыныуы. Ҡатын, ынтылып, Әмирҙең еткән сәсенән һыпырып ҡуйҙы.
– Иртәгә барып лысый алдырам, – тип, көлә уныһы. Уға әсәһе лә ҡушыла ла, ауыҙын усы менән яба, йәнәһе, уларҙы теге яҡтағы ишетеп ҡалмаһын. Әсә менән ул, тауыштарын баҫып, “пырхылдашып” көлөшәләр. Уларҙың тағы ла уртаҡ серҙәре бар. Ул уртаҡ йәшерен серҙәр күп булды инде был өйҙә уларҙың. Мәҫәлән, хыялдар...
...Ике көндән Әмир, ысынлап та, армияға китте. Сәсен таҡыр ҡырҙырып ҡайтты ла, джинсы менән бер свитер кейеп, рюкзакка кәрәк-ярағын тултырҙы. Унан атаһының кабинетына инеп иғлан итте:
– Хөрмәтле Зәбир Зәкиевич! Призывник Йоматовҡа ике йылға юғалып торорға рөхсәт итегеҙ!
Атаһы уның ҡыланыуынан бигерәк, тышҡы ҡиәфәтенә сәйерһенеп ҡараны. Улының артына ҡатыны ла килеп торғас, алдындағы эшен ҡуйып, күҙлеген һалды:
– Был ниндәй цирк?
– Цирк түгел, мин армияға китәм, хушлашайым ғына тигәйнем.
Зөлфиә, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаҡсы булып, ҡыҫылды:
– Зәбир... Әмир...
Бармағын ғына күтәрҙе үргә ир, был ҡатынына “шым” тигән тауышһыҙ бойороҡ ине. Унан улына төбәлде. Был ҡараш та таныш. Ошондай өнһөҙ тишеп ҡарауҙан, малай, ҡаушап, уға барын сисеп һалырға тейеш. Тик инде алдында малай түгел, ә күптән ир еткән егет баҫып торғанлығын ғына күҙ уңынан ысҡындырған икән атай кеше. Һәм ул ир уға тейешле яуапты бирҙе лә:
– Әйтеп китерем шул һиңә, атай: әсәйҙе ҡыйырһытма. Мин ике йылға ғына китәм, Алла бирһә, ҡайтасаҡмын һәм әсәйем минең яҡлау аҫтында буласаҡ. Әлегә – хуш!
Егет боролдо ла, уның был ҡыйыулығынан күҙҙәре киң асылып киткән әсәһен яурынынан ҡосаҡлап алып та китте:
– Вокзалға төшәйек, әсәй, такси килде. Унда күңелле: йырлайҙар, бейеҙәр...
Зәбир, яңылыҡты нисек ҡабул итергә белмәй, албырғап ултырып ҡалды.
...Тағы ла өс айҙан был фатирҙы Зөлфиә лә ҡалдырып китте. Улы сығып киткәндән уны бында тотҡан бер генә сәбәп тә, бәйләгән ҡылдай ғына еп тә ҡалманы. Толҡа тапманы бөтөнләй. Ирен дә бары тик Әмире өсөн генә түҙгәнен, бала хаҡына ғына йәшәгәнен бөтөн тәрәнлегендә аңлағандай булды. Эштән ҡайтып бара, үҙе “нимәгә әйләнәм дә киләм мин ошо йортҡа?” тип хайран булып килә. Зәбирҙең мыжыуҙарын тыңлап йөрөй, “ни өсөн был кешене ишетеп йәшәүгә дусар итәм үҙемде?” тип ғәжәпләнә. Ашарға бешерә, йыуа, йыша – кем өсөн? Иренә ул үҙе күптән ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡыҙыҡ түгел, иптәш тә, дуҫ та, серҙәш тә түгел. Ул ошонда, өйҙә генә ҡарауылсы. Хоҡуҡһыҙ, фекерһеҙ... һәләтһеҙ бер бисә... Бына, ниһайәт, ул үҙе менән үҙе асыҡтан-асыҡ һөйләшер, халәтен баһалар хәлгә етте. Ә бит Зөлфиә ундай түгел ине. Ул алсаҡ ине, шаян ине, эскерһеҙ ине. Үткен үк булмаһа ла, үҙ аллы ине. Һәм ул бит... һәләтле лә ине. Ә бөгөн... Тимәк, ул ошонда, ошо өйҙә шундайға әйләнгән. Әйләндергәндәр... Уны бит үҙ файҙаларына шулай телһеҙ, башһыҙ, ихтыярһыҙ итеп тоталар. Һәм ул шуға күнгән. Ярты ғүмерен шул көндә үткәргән дә. Ә нимә өсөн? Улы өсөн генәме? Юҡ! Үҙ яҙмышына хужа була белмәгәне өсөн. Ана, йәш кенә башы менән Әмире булдыра алды, ә ул – юҡ. Улы уға үрнәк күрһәтте! Бәхетен табырға, хыялдарын тормошҡа ашырырға теләгән кеше башҡаларҙың ҡоло булмай икәнде аңлатты. “Рәхмәт... рәхмәт һиңә, улым...”
Зәбир ишек төбөндәге сумаҙанға, унан арыраҡ торған ҡатынына ҡараны, үҙе сисенеп кейемдәрен һуҙҙы. Беренсе тапҡыр ҡатыны уның ҡулындағын йүгермәләп килеп алманы, аяғы аҫтына йомшаҡ тәпишкәләр ҡуйманы. Ир ҡулын һонған килеш тора бирҙе лә, пальтоһын үҙе элеп ҡуйҙы.
– Зәбир, һөйләшергә һүҙ бар... Мин... китергә йыйындым, – тине Зөлфиә, барлыҡ ныҡлығын йыйып. Ул был хәбәрҙе нисә айҙар ныҡ ҡабатлаған, нисек тороп, ниндәй тон менән әйтергә икәнен дә уйлаған ине лә, әле үтә лә ябай килде лә сыҡты.
– Ҡайҙа инде? – ирҙең иҫе китмәй. Ул ҡатынының кәйефен һиҙеп йөрөй. Бындайҙы уҡ көтмәһә лә, ниндәйҙер бәрелеш булырын тоя ине.
– Мәскәүгә.
– Мәскәүгә? Унда һине кем көтә? Кем әйтмешләй: Москва слезам не верит.
– Өфө лә не верит, улайға ҡалһа...
– Ары нимә? – ир төпкә үтеп барған еренән туҡтап боролоп ҡараны.
– Һинең фәнни эшеңде яҡлауың үткәнсе, айырылышыу тураһында тауыш сығармаҫбыҙҙыр... Унан, теләһәң, үҙең бирерһең, миңә барыбер. Моғайын, аспиранткаң һаман һөйәркә булып ҡына йөрөүҙән дә арығандыр?
Зәбирҙең керфекһеҙ бәбәктәре ҡалын күҙлек артында сабырһыҙ сипылданы, ул ауыҙын аса төштө лә, кире япты.
– Хуш, һау бул. Улыбыҙға шылтыратып тор, онотма, ниндәй хәлдә лә һин уға атай, – Зөлфиәнең ишек төбөндәге һуңғы һүҙҙәре ошолар булды. Ул асҡысын көҙгө тумбаһына һалды ла, шым ғына сығып китте. Һәм бөтөн был ваҡиғалар тап ошонан башланды ла...
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"