+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Октябрь 2021, 13:03

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Бишенсе өлөш

– Рәхим итегеҙ, хөрмәтле Назир Ғизелхаҡ улы! – тип атылып килеп сыҡты башлыҡ район башлығын ҡаршыларға.             Үтәев эргә-тирәгә күҙ һалмай, төп-төҙ атлап, хакимиәт офисына инеп китте. Күрешергә ҡулын һонған ауыл башлығына иғтибар ҙа итеп торманы.             Инделәр. Үтәев иғтибарлап кабинетҡа күҙ һалды. – Сит кешеләр юҡмы?             Райманов тотлоҡто: – Ю-юҡ! Бе-берәү ҙә юҡ.

БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Бишенсе өлөш
БӘХЕТ БАЙЛЫҠТА ТҮГЕЛ Хикәйә Бишенсе өлөш

– Улайһа, ниңә өтәләнәһең? – тине Үтәев.

– Һе-ҙҙе кү-реү шатлығынан. – тип алдашты ауыл хужаһы.

– Биләмәңдә нисек, тынысмы? – тип башланы Үтәев хужаға мәрхәмәтле генә ҡарап. – Халыҡ ҡәнәғәтме? Беҙгә, властарға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр юҡмы?

– Ю-юҡ! Бик ҡәнәғәт йәшәйҙәр. Һабантуйҙар үткәреп ебәрҙек, бесәнгә төшөргә әҙерләнәбеҙ.

– Эш булыуы яҡшы! – тип тынысланғандай булды Үтәев. – Бына, Ҡарғалынан киләм, халыҡ тамам боҙолдо, бесәнде сабып биреүҙе һорайҙар.

– Беҙҙә ундайҙар юҡ.

– Яҡшы! Хуплайым! Ә беҙҙең, йәғни һинең “дошман” менән эштәр нисек бара?

– Әле генә үҙен саҡыртып, эшкәртеп ҡайтарҙым. Тын алырға ла ирек бирмәйем. Һеҙҙең заданиеғыҙ ваҡытында һәм тулыһынса үтәләсәк!

– Һин нимә һөйләйһең, Райманов? Ә миңә бөтөнләй икенсе мәғлүмәт килде.

– Дошман һүҙе. Көндәштәр шым ултырмай. Аҫтан соҡойҙар.

– Ярай, соҡонолар, ти. Ә һинең уның менән туғанлашып йөрөүеңде нисек аңлатырға?

            Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ауыл башлығы тертләне. Тишкәндәр, ошаҡлағандар! Һайһыһының этлеге икән? Шул ваҡыт ауыл башлығының төпкө бүлмәһендә нимәлер гөрһөлдәп ҡоланы. Райманов:

– Бер нәмә лә юҡ, – тип әйтеп кенә өлгөрҙө. – Сысҡан булды, ахыры.

– Ниндәй сысҡан? Бында, иң кәмендә, фил ҡоланы. Бәлки бер нисәүҙер.

– Юҡ, берәү ҙә юҡ! Ант итәм! – тип ишекте арҡаһы менән ҡапланы ауыл башлығы. – Кеше юҡ унда.

– Кеше юҡлығына ышанам, – тине Үтәев. – Ә унда ниндәй хайун йөрөгәнен белергә теләйем!

            Ләкин Райманов ныҡ торҙо һәм түрәне үткәрергә уйламаны.

– Унда берәү ҙә юҡ, – тип ыңғырашты ул. – Нәзир Ғизелхаҡович, зинһар, ғәфү итегеҙ!

– Аңлашылды! – тине башлыҡ. – тимәк, һин миңә ышанмайһың.

– Ышанам! – тип Райманов илап ебәрҙе. – Һеҙгә, үҙемә ҡарағанда ла, нығыраҡ ышанам!

            Уның һүҙҙәрен раҫлаған һымаҡ, төпкө бүлмәлә тағы нимәлер гөрһөлдәп ҡоланы һәм “ҡотҡарығыҙ!” тигән ауаз ишетелде.

            Үтәев менән Райманов төпкө бүлмәгә инделәр, иҫке ултырғыстар, йәшниктәр араһында бер аяҡ күренде һәм тартыша башланы. Улар икәүләшеп сүп-сар араһынан фермерҙы һөйрәп алды.

– Әһә! Минең заданиены еренә еткереп үтәйһең икән! Рәхмәт! Мәңге онотмам! – тине Үтәев. – Ҡыйын булманымы? Имгәнмәнегеҙме? Һынған ерегеҙ юҡмы?

– Юҡ, рәхмәт! – тине Булатов. – Һеҙ мине ҡотҡарып ҡалдығыҙ.

Үтәев башлыҡтың кабинетына үтте һәм өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ултырҙы.

– Йә, Райманов әфәнде, бында нимә булғанын аңлата алаһығыҙмы?

– Уның нимәһен аңлатып тораһың? – тине ауыл башлығы. – Улы менән икәүләшеп иртүк килеп инделәр.

– Ярай, килеп инделәр. Һин уларҙы ҡалбул иттең, ризалаштың, – тип дауам итте Үтәев.

– Нимәгә ризалаштым? – тине Райманов.

– Нимә булһын, ҡыҙыңды Булатовтың улына бирергә булдың. Туй ҡасан инде?

– Һеҙҙең менән ошо хаҡта кәңәшләшергә ине, – тине Булатов. – Әйҙәгеҙ, яланға сығайыҡ, баҫыуҙарҙы ҡарайыҡ, һөйләшәйек һәм уртаҡ фекергә киләйек. Ике баш яҡшы, ике баш эргәһендә өс баш яҡшыраҡ.

– Бөгөнмө? – тине Үтәев.

– Бөгөн түгел. Хәҙер, – тине Булатов. – Һеҙ Нәзир Ғизелхаҡ улы менән Оҙонғырҙың башланған еренә барып тороғоҙ, – тип бышылдап өлгөрҙө Раймановҡа. – Мин бер сәғәттән килеп етәм.

            Шулай хәл иттеләр. Тегеләр икәүләшеп яланға ҡуҙғалыу менән, өйөнә ҡайта һалды һәм төшкө аш хәстәрләргә ҡушты. Мунса яғырға күрһәтмә бирҙе. Үҙе Оҙонғырға ыңғайланы. Килеп еткәндә ике башлыҡ уның иң һәйбәт тип иҫәпләнгән баҫыуҙарының береһен ҡарай ине.

– Ике йөҙ утыҙ гектар. Үҙебеҙҙең бойҙай сәселгән. Хөрмәтле Нәзир Ғизелхаҡ улы, әгәр һеҙҙең ярҙам булмаһа, көн һайын хәстәрләмәһәгеҙ, беҙ бындай уңыштарға өлгәшә алмаҫ инек.

            Һуңынан Булатов үҙе таныуынса, бындай һөйләү оҫталығы уға ҡайҙан килгәндер, үҙе лә белмәй. Ваҡыт-ваҡыт Үтәевҡа күҙ һалып торған һәм тегеңә оҡшағанын күргән.

Үтәевтың күҙҙәр нурланды, йөҙ асылды, күкрәк кирелде. Раймановҡа ҡарап, Үтәев былай тине:

– Ишетәһеңме, нимә һөйләгәнен һиҙәһеңме?

– Ишетәм, ишетәм, Нәзир Ғизелхаҡ улы, һиҙәм, – тине Райманов.

– Һиҙмәйһең шул, – тине Үтәев. – Әгәр һиҙһәң, уның һымаҡ, рәхмәтеңде әйтергә өйрәнер инең. Күпме һөйләйем, күпме аңлатам – фермерҙарҙы ҡарағыҙ, ярҙам итегеҙ, улар беҙҙең өсөн эшләй, илде туйҙыра.

– Дөрөҫ һөйләйһегеҙ, хөрмәтле Нәзир Ғизелхаҡ улы! Һеҙҙең ярҙам менән, беҙ илде туйҙырабыҙ. Һеҙҙең фармандан тыш, хатта ямғыр ҙа яумай, ел дә иҫмәй, япраҡ та һелкенмәй.

– Ишеттеңме? – тип Үтәев Раймановты мәтриләне. – Рәхмәт әйтә белмәйһең! Ниңә ауылда байҙарса ҡыйланаһың? Һиңә уға ярҙам итеүҙән кем тыя?

            Райманов бер Үтәевҡа, бер Булатовҡа ҡараны, нимә әйтергә белмәне, өндәшмәй генә тыңлауҙы кәрәк тип тапты.

            Үтәев фермерҙың бар баҫыуҙарын да ҡарап сыҡты. Ифрат ҡәнәғәт ҡалды. Иң аҙаҡҡы көнбағыш баҫыуын ҡарағас, һоҡланыуын йәшермәне:

– О! Бында – күпме байлыҡ! – тине.

– Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – йөҙ егерме гектар ғына, – тине фермер һәм Үтәевтың ҡолағына эйелде, – һеҙгә күпме кәрәк? Егерме гектары етәме?

– Егермеләп торма инде. Сиреге лә баштан ашҡан, – тине башлыҡ. – Тик был таҙ белмәһен.

            Райманов был ваҡытта төшкө аш мәле еткәнен һиҙә һәм сәй эсереү хаҡында хәстәрләй ине. Ҡайҙа ғына шылтыратмаһын, береһе лә яуап бирмәй.

– Бөгөнгә хушлашабыҙмы? – тине Үтәев. – Мин бик ҡәнәғәт ҡайтып китәм.

            “Утыҙҙы эләктер ҙә, ҡәнәғәт ҡалма, имеш”, – тип эстән генә һыҡранды фермер.

– Беҙҙең эштәребеҙҙе хуплауығыҙға ифрат шатбыҙ! – тине йөҙөнә ҡарап.

            Булатовтың ихатаһына бер-бер артлы ике машина килеп инде. Мунса яғылған, бассейн әҙер. Иң тәүҙә бер-береһен маҡташтылар, һәр һүҙҙе, зыңғылдатып, хуплап торҙолар. Кәйефтәр күтәрелде, йөҙҙәр асылды. Ошонда уҡ һалдаттарса, Рәйес йүгереп йөрөй.

– Ошо егетте өйләндерәһегеҙме? – тине Үтәев.

– Эйе, тиҙерәк өйләнһә, башлы-күҙле булһа, эшкә лә ныҡлап тотонор.

– Туйға саҡыраһыңмы? – тине Үтәев.

– Иң түрендә булырһығыҙ! Рәхим итегеҙ! – тине Булатов.

            Ифрат күңелле ултырҙылар. Ләкин был табынды уртаҡлашыусылар көҙгә түгел, кисен нимә булырын бик күҙ алдына килтерә алмайҙар ине. Ә кисен... Ярай. Уныһын – иртәгә.

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: