+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Октябрь 2021, 17:36

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... Повесть (Тулыһынса баҫыла!!!)

Бөтөн был ваҡиға, оло гипермаркет залында рәт-рәт булып теҙелешеп киткән һанһыҙ кассаларҙың береһе артында, тамам арыуҙан ҡулдарын көскә ҡыбырлатып, тауар үткәргән һатыусының, һатып алыусыһына ҡарашын күтәреп ҡарауынан башланды. Ҡараны, сөнки тегенеһе нимәлер тип өндәште. Нимә әйткәнен аңламаны ла, ярты тәүлек ошо бер хәрәкәттәрҙе ҡабатлауҙан, аҡса һанауҙан һәм сират менән аралашыуҙан, тел дә, баш та, яурындар ҙа үҙеңдеке түгел кеүек була башлай. Шунлыҡтан смена аҙағына кассаға яҡын килгән, артыҡ һүҙ ҡатҡанды ҡан дошманың иткәндәйһең. Эш көнөнөң һуңғы сәғәттәрен атҡарып маташҡан Зөлфиә, кассаның быяла тәҙрәһе алдынан, тауарҙарҙың штрих-кодын пипелдәтә-пипелдәтә тикшереүҙән туҡталмайынса ғына, ҡаш аҫтынан өҫкә һирпелде. Ризаһыҙ, асыулы ине уның был ҡарашы. Хатта башын да күтәрмәйсә, күҙ алмаларын ғына күсергәйне... шул килеш ҡатып ҡалды. Бер нисә секундҡа. Ул арала ҡулындағы тауарҙы аппарат ике ҡат һанап өлгөрҙө. Сигналдың икенсе тапҡыр сыйылдағанынан айнып, өйрәнгән бармаҡтары менән төймәләрен тиҙ-тиҙ баҫҡылап кире минусланы. Унан, бер генә мәл иҫен йыйғандай итте лә, ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ ҡурҡынысҡа ҡаршы торорға әҙерләнеп, ҡапыл башын ҡалҡытты. Һәм был бәлә, ысынлап та, ҡасып ҡотолғоһоҙ ине. – Һаумыһығыҙ, – тауарҙарын шылдырып алып барған таҫма аръяғындағы ир йылмайҙы. Шул! Үҙе! Инде йылмайғас, арыуҙан да, ҡото осоуҙан да күрмәй киткәндәй булған күҙҙәренә тамам ышанды Зөлфиә. Ышанғас, тағы ла нығыраҡ ҡаушаны, аңшайҙы хатта.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА  МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА...  Повесть  (Тулыһынса баҫыла!!!)
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... Повесть (Тулыһынса баҫыла!!!)

– Һау-мы... – ирендәрен генә ҡыбырлата алды, тауышы сыҡмаҫ булды ла ҡуйҙы, хәйерһеҙ. Ҡаршылағы яуабын аңланы шулай ҙа.

– Ошонда осратырмын тип һис тә уйламағайным... Һинме-түгелме тип, баянан бирле уралам, инде, ахырҙа, һөйләшеп ҡарамайынса, белеп булмаҫ тип, бына, кассаңа килдем. Зөлфиә, һин күптән...

– Мең ике йөҙ ҙә туҡһан биш һум.

– Зөлфиә...

– Ҡулаҡса менән түләйһегеҙме, картамы?

Ир ҡарашын ҡатындың йөҙөнән шылдырмай ғына, кеҫәһенән бумажнигын сығарып, эсенән ҡулына эләккәндәрен алып һуҙҙы. Зөлфиә уларҙы аҡса тикшергес аша үткәрҙе лә, кәрәген алып, артығын касса ситендәге тәрилкәгә һалырға иткәйне, һатып алыусы ҡулын һуҙып өлгөрҙө. Күҙ асып йомған арауыҡта ғына, ҡатындың бармаҡ остары ирҙең усына тейеп китте. Шул ҡағылыуҙан да, ҡулына ут тоҡанғандай булды.

– Зөлфиә, мин һине ошонда көтәм, – тегегә, артынан баҫып килгән сиратҡа урын биреп, ары шылыуҙан башҡа сара ҡалманы. Тауарын пакетҡа тултырҙы ла, китеп барҙы.

 

Юҡ, бөтөн был ваҡиға күпкә элегерәк башланғайны. Уның башы ошолай булды.

Рәссамдар мәктәбен тамамлап та, рәссам булыу хыялынан баш тартты Зөлфиә. Күңеле шул ҡағыҙҙар менән ҡәләмдәрҙә генә булһа ла, ата-әсәһенең, туғандарының кәңәшен тыңланы. “Рәссамға уҡып, һин кем булаһың? Һүрәт төшөрөп кенә йәшәп буламы? Ижад кешеләре улар ғүмер буйы ас-яланғас йөрөй”, – тине улар. Әлбиттә, бөтөн был әйтелгәндәрҙең мәғәнәһен аңлап етмәй ине әле Зөлфиә, әммә теләгенең ололар тарафынан хупланмауы һағайтты. Уҡытыусыһы, билдәле рәссам Игорь Сергеевич ҡына бошонғандай булды, иң һәләтле уҡыусыһының икенсе юл һайлауына. “Ярай, – тине бер аҙ өндәшмәй ултырғас ул да, – тимәк, шулай ваҡыт кәрәктер, күңелеңдә ижадҡа һөйөү, һәләт бар икән, ул, ер аҫтындағы шишмә кеүек ул, барыбер, бер килеп сығыу юлын таба. Ваҡытың йәл, шул ғына, бушҡа китәсәк йылдарың йәл...” Йәш ине ул саҡта Зөлфиә, йылдары ла, ваҡыты ла күп, бик күп кеүек ине. Икенсе һөнәр һайлап, студент булып китте.

Ятаҡҡа килеп урынлашҡас, яңы ғына студент тормошона аяҡ баҫҡан “перваш” ҡыҙҙарҙы энә күҙәүенән үткәрҙе егеттәр. Теге “һары ауыҙҙар” улай-былай ҡаранып күҙ-баш алғансы, сибәрерәктәрен ҡармаҡлап та өлгөрҙөләр. “Әйҙә ҡаланы күрһәтәм”, “Әйҙә китапханаға алып барам”, бик булмаһа, “Һағындыңмы, ҡайтҡың киләме?” тип яғымлы өндәшеү ҙә етә ине бына-бына балауыҙ һығырға торған ҡыҙ-ҡырҡынға.

Зөлфиәгә лә һүҙ ҡушыусылар, осрашыуға саҡырыусылар аҙ булманы. Ҡыҙыҡ та, күңелле лә ине шулай иғтибар үҙәгендә булыу. Ул үҫкән ҡаласыҡта уны йәштәштәре белә, ул да күптәрҙе белә. Әлбиттә, дуҫлыҡ тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Кемдәрҙер менән интернет аша хатлашты ла, ял көндәрендә кино-катоктарға барҙы, паркка сыҡты, әммә берәүгә лә етди иғтибар итмәне ул.

Бер көн бүлмәләге ашнаҡсы сираты уға еткәс, тырышып йөрөп картуф ҡыҙҙырҙы ла, таба тотҡаһын тотоу өсөн таҫтамал артынан ғына барып килгәнсе, ризығын юғалтты. Шул арала елдәр иҫкән табанан. Ҡалайтырға тип аптырап торғанда, ятаҡтың иң күркәм егеттәренең береһе, Зәбир килеп инде. “Зәбир ағай” тип һөйләй уның хаҡында курсташтары ауыҙ тултырып. “Ағай” тиерлек тә, дүртенсе курс студенты, етмәһә, ятаҡта ғына түгел, бөтөн институтта күҙ өҫтөндәге ҡаш. Концерттар булһынмы, кисәләрме, байрамдармы – ул ойоштора. Коридорҙа уҡытыусылар ҡул биреп күрешеп, арҡаһынан ҡағып китәләр. Әле шул егет инеп, газға сәйнүк ҡуйҙы ла, һаман шул тирәлә тапанған ҡыҙҙы шаяртырға булды:

– Нишләй, бәпес, ҡурсағың юғалдымы әллә?

– Картуф... табаһы менән, – Зөлфиә, бик уңайһыҙланһа ла, дөрөҫөн әйтмәй булдыра алманы.

– Әһә, – Зәбир күҙҙәрен генә көлдөрөп ҡарай биреп торҙо, – әйҙә әле, хәҙер табабыҙ беҙ уны.

Зөлфиәгә оҙон-оҙон баҫып коридор буйлап киткән егеттең артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Ике-өс бүлмәнең төбөндә туҡтап киттеләр ҙә, бер ишек алдына еткәс, Зәбир, эҙ аулған эт кеүек, һауаны еҫкәп, тағы ла баяғы кеүек шаян ҡарап өндәште:

– Бына бында әлеге мәл ҡыҙҙырылған картуф ашайҙар, – үҙе шунуҡ ишекте шаҡып та ебәрҙе:

– Егеттәр! Ринат! Камил! Асығыҙ!

Эстә ҡапыл ғына нимәләрҙер даһырланы, шатырланы ла, ашығып килеп, асып та ебәрҙеләр.

– Тә-әк, – Зәбир үтә биреп бүлмәне байҡаны, – ҡайҙа картуф?

Ауыҙҙарын һөртөп тә өлгөрмәгән икенсе курстар танырға маташманы ла:

– Зәбир ағай... беҙ хәҙер уларға яңынан ҡыҙҙырып бирәбеҙ, картуф бар ул, май ғына юҡ, – араларынан берәү шулай мығырланы.

– Биш минуттан таба кухняла сыжлап ултырһын, – Зәбир оҙон бармаҡтарында ниндәйҙер сынйырҙы өйөрөлтә-өйөрөлтә, кеселекле шымып ҡалған “втораш”тарға алмаш-тилмәш һынсыл ҡарап алды. – Аңлашылдымы?

– Аңлашылды! – тине тегеләре бер ауыҙҙан. Ул арала ялтыратып өлгөрөлгән табаны йәшерелгән урынынан сығарып, кеме уны йыуырға, кеме картуф әрсергә йүгерҙе. Зөлфиәгә иһә, май өҫтәп, плитә янына һаҡҡа баҫырға ғына ҡалды.

– Бына ошондай ул ятаҡ тормошо, ҡурсаҡ, саҡ ҡына ауыҙыңды асып торһаң ас ҡалаһың, – ниндәйҙер сәбәп табып, һаман кухня тирәһендә өйөрөлгән Зәбир ҡыҙ янына кире килде. – Исемең нисек әле һинең?

– Зөлфиә.

– Мин...

– Һеҙҙе беләм инде, Зәбир ағай.

– Ағай тип... Зәбир тиген, – егет ҡыҙҙы баштан-аяҡ байҡап алды. – “Аҡ тирмә”гә барғаның бармы?

– Юҡ... – Зөлфиә ул “Аҡ тирмә”нең ни икәнлеген дә белмәгәненә уңайһыҙланды.

– Иртән унда ритаям, миндә саҡырыу ҡағыҙҙары бар, әйҙә, алып барам.

– М-минеме?.. – ҡыҙ бөтөнләй юғалып ҡалды. – Унда нишләйҙәр һуң?

– Ритаямда бейейҙәр инде, күңел асалар, билдәле артистар сығыш яһай. Әйҙә?

– Әллә...

– Значит алтынсы яртыла мин һинең артыңдан инәм, әҙер тор, йәме, – егет “бына шулай” тигәндәй, бармағын шартылдатты ла, күңелле көй һыҙғырып китеп тә барҙы.

– Ҡыҙҙа-ар! – Зөлфиә эҫе табаһын өҫтәлгә саҡ ҡуйып өлгөрҙө. – Ҡыҙҙар! Зәбир ағай мине иртәгә “Аҡ тирмә”гә саҡырҙы!

– Алдама! – карауатында аунап китеп китап уҡыған Әсмә “ялп” итеп башын күтәрҙе. Ул бит килгән көндән алып шул егет хаҡында һөйләй.

– Алдаһа – ышанма! – Зөлфиә лә бирешмәй.

– Шуға бер сәғәт картуф ҡурҙыңмы? – ашамһаҡ Нурияны тамаҡ ҡына ҡыҙыҡһындыра әлеге мәл, – Бында астан үлә яҙылды.

– Уф, ҡыҙҙар, белһәгеҙ? Нимәләр генә булып бөтмәне! – хәҙер инде Зөлфиә сәй артында картуф мажараһын һөйләп көлдөрә. Ә Зәбирҙең иғтибары иһә ҡыҙҙар алдында дәрәжәһен бермә-бер үҫтереп ебәрә.

– Юҡҡа шул бәрәңгене үҙем ҡыҙҙырырға сыҡмағанмын, эх! – тип үрһәләнә Әсмә, Зөлфиәне тыңлағас.

– При чем бында картуф? Ул бит Зөлфиәгә күҙ һалған, – утҡа май һипмәһә Нурия Нурия буламы инде? Тик Әсмә лә ҡуймай:

– Зөлфиә, һиңә Зәбир ағай оҡшамай ҙа инде? Уны баштан уҡ мин оҡшаттым. Шулай булғас, давай мин барам уның менән?

– Зөлфиәне саҡырған бит инде! Иҫәр! – Нурия бот сапты.

– Беләһегеҙме нисек итәбеҙ? Иртәгә ул килеүгә, һин, Зөлфиә, ауырыған булып ят та, мин “әйҙәгеҙ иптәшкә мин барам” тим лә ҡуям, – үҙ тапҡырлығына үҙе шат Әсмә.

– Әбейме ни ул һиңә тиктомалдан ауырып йығылырға? Ышанмай инде ул!

– Ҡыҙҙар! Талашмағыҙ! – Зөлфиә ҡыҫылмаһа былар хәҙер шау-шыу ҡуптара. – Әйҙәгеҙ, өсөбөҙ ҙә барабыҙ, тиәйек. Улай күңеллерәк тә булыр. Атыу миңә лә Зәбир ағай менән икәүҙән икәү китеп барыу уңайһыҙ.

– Ә быны ниңә алабыҙ? – Әсмә иҫе китмәй генә Нурияға иҙәй.

– Нисек “ниңә”? Һине ниңә, мине лә шуға!

– Все! Бөттө! Йәки өсөбөҙ ҙә бара, йәки беребеҙ ҙә йөрөмәй!

...Эй, күңелле булды ритаямда! Ҡыҙҙар ҡыҙарып бешкәнсе бейене. Түңәрәк булып та, парлашып та тыптырлаштылар ғына. Гармунды ҡурай, ҡурайҙы магнитофон алмаштырып торҙо, зал тулы йәштәргә инәлеү кәрәкмәне, вальс көйө ҡолаҡҡа салыныу менән парлаша һалып та бөттөләр. Зәбирҙе бында ла барыһы ла белә, ҡыҙҙар телевизорҙан ғына күреп белгән артистар ҡул биреп тороп иҫәнләшә уның менән. Бая Зөлфиәнең шартына күнеп, өсөһөн дә эйәрткәйне, әле өсөһөн дә, йә туңдырма, йә һут менән һыйланы. Бер туҡтауһыҙ шаяртты, көлдөрҙө. Шулай ҙа вальстарҙың барыһына ла тик Зөлфиәне генә саҡырҙы. Курсташ ҡыҙҙары Зәбирҙең бөйөрөнә төртөп үтте, ҡайһылар: “Әһә, Зәбир килен тапҡан”, – тип шаяртты. Нисек тә күптәрҙең күҙе уларҙа булды.

Ошо йоманан башлап Зәбир был бүлмәнең йыш ҡунағына әйләнде. Үҙен ихлас, иркен тотто ул. Килгәндә лә һәр ваҡыт берәй яңылыҡ менән килде. Йә киноға, йә концертҡа саҡырҙы. Студсовет рәйесе булғас. ҡалалағы йәштәр ойошторған һәр төрлө сараларға ла саҡырыу ҡағыҙы була ине. Ҡыҙҙарҙы ҡабаландырып, йыйындыра ла, алып сығып та китә. Тегеләре Зәбирҙең шаҡыуынан уҡ танып, һикерешеп тороп баҫалар ине.

Бөтә ятаҡ Зөлфиәне Зәбиргә “ҡушты”. Төрлө хәбәрҙәр йөрөнө. Йәнәһе, уларҙың – мөхәббәт. Йәнәһе, инде мөнәсәбәттәре бик тә етди. Йәнәһе, тиҙҙән туй! Шул уҡ ваҡытта Зәбирҙе, ташлашҡан ҡыҙына үс итеп йөрөй, тиеүселәр ҙә булды...

Шул йыл көҙ һуң килде. Октябрь айы ла йәй аҙағындай йылы һәм сыуаҡ торҙо. Ошонан файҙаланып, университеттың бәләкәй курс студенттарын баш ҡалаға яҡын ятҡан райондарға картуф алышырға алып сыҡтылар. Ысынында, бөтөн был тарих тап ошо көндән башланғандыр ул. Ә ул былай булды. Студент сағыңда колхоз эшенә сыҡаның булдымы? Сыҡһаң, һин уның нимә икәнлеген беләһең ине. Бер тиҫтер йәштәргә эшме ул трактор аҡтарып сыҡҡан картуфты йыйып алыу. Уның араһында уйын-көлкө, бәләкәй балаларҙай булып баҫтырышып йүгерешеүҙәр, ярышыуҙар, бәрәңге вағы менән бәрешеүҙәр. Яңы таныштар, яңы дуҫтар, хистәр...

Төшкө ашҡа туҡтап ултырышҡас, ҡыҙҙар эргәләрендә генә ҡунаҡлаған ят егеттәр төркөмөн күҙәтеп шырҡылдашты. Тегеләрҙең дә күҙе был яҡта булды. Араларынан береһе сыҙаманы һәм:

– Был ҡыҙҙарға бармаҡ күрһәтергә лә кәрәкмәй, буштан-бушҡа көләләр, – тип өндәште.

Ҡыҙҙар ҙа яуапһыҙ ҡалмай:

– Сеүәтәләрен йота икән былар, тип көләбеҙ!

– Эшләгәндә күренмәнеләр, ашағанда ҡайҙан килеп сыҡтылар әле?

– Ашар өсөн генә килгәндәр инде!

Егеттәргә ҡыҙҙарҙың шаянлығы оҡшап ҡалды.

– Давай һеҙҙекен дә ашашабыҙ, – тип, алдарындағы аҙыҡ-һауытын тотоп күсте лә ултырҙылар. Көлкө тағы ла көсәйә төштө. Көлөшә-көлөшә танышып алдылар. Араларынан берәүһе ҡарашын Зәлфиәлә кәрәгенән оҙағыраҡ туҡтатҡандай булды. Әллә ҡыҙға ғыа шулай тойолдомо? Әллә Зөлфиә үҙе уға тексәйҙеме? “Рамаҙан” тип танышҡайны. Ҡарға ҡанатылай сөм-ҡара сәсле, танау бөгәрендә ҡушыла яҙғандай ҡуйы ҡашлы үҙе. Йылмайғанда ҡарағусҡыл йөҙөн ап-аҡ тештәре яҡтыртып ебәргәндәй. Ана шул һөйкөмлө күренештән күҙен ала алмағандай булды ла ҡуйҙы ҡыҙ. Аҙаҡ та, әллә күпме халыҡ араһынан ҡараштары менән шул төҫтө эҙләне. Һәм табып алған һайын, уның да иғтибарын тойҙо. Ул көн шулай үтте. Киләһе аҙнала курс эшен яҙыуға кәрәкле китаптарҙы эҙләп ҡала китапханаһына барғайны. Зал тулы булғанда ла “шылт” иткән тауыш ишетелер тынлыҡта яҙышып ултыра торғас, ниндәйҙер тойомлауға эйәреп, һаҡ ҡына уң яғына борола биргәйне, туп-тура ҡарап ултырған таныш күҙҙәр менән осрашты. Осрашты ла, ҡапыл һирпелеп килеп ингән шатлығын йәшерә алмай, йылмайып ебәрҙе. Егеттең дә ауыҙы йырылды. Унан эйәге менән ҡыҙ янындағы урынға күрһәтте: мөмкинме? Зөлфиә партаһына туҙҙырып ебәргән китап-дәфтәрҙәрен йыйнай һалды. Егет, шым ғына күсеп ултырҙы ла, ҡулындағы ҡағыҙына нимәлер яҙып, алдына шылдырҙы. “Оҙаҡ булаһыңмы?” тип яҙған ине. “Ә ниңә?” булды яуап. “Ятаҡ бикләнгәнсе, бәлки, йөрөп килербеҙ?” тигәнде уҡығанда ҡыҙҙың йөрәге төшөп киткәндәй булды. Икеһендә лә уҡыу ҡайғыһы китте. Зөлфиә китаптарын тапшырып килгәндә, Рамаҙан баҫҡыста көтөп тора ине инде.

– Ҡайҙа барабыҙ? – Ҡыҙҙың ирендәренән йылмайыу юйылмай.

– “Родина”ла яңы кино бара, һәйбәт тиҙәр.

– Нисәлә икән?

– Бына хәҙер йүгереп барһаҡ, өлгөрәбеҙ!

Егет менән ҡыҙ етәкләшеп алып киске урам буйлап йүгерҙе. Көҙгө уйынсаҡ ел уларҙы ҡыуып китте.

Шул кистән алып ҡыҙҙың йәне икегә бүленде. Һәм бөтөн был ваҡиға ла тап ошо кистән башлана, буғай. Зөлфиәнең ике төрлө кешегә әүерелеүенән. Ярты йәне уҡыны, уйнаны, көлдө, унда дуҫтары ла, Зәбир ҙә, башҡалар ҙа һыйҙы. Ә йәненең икенсе яртыһында тик Рамаҙан ғына булды. Бер ҡараш, бер ым, бер ауыҙ һүҙ көтөп зарыҡты ул ярты. Әммә ул хаҡта ҡыҙҙың үҙенән башҡа бер кем белмәне.

Теге ваҡыт, кинонан һуң... Киноһын яҡшылап иҫләмәй ҙә инде Зөлфиә. Ниндәйҙер сәйәхәтселәрҙең мажараһы хаҡында булды шикелле. Ҡыҙ бары яурыны уның иңбашына ҡағыла яҙып ултырған егеттең яҡынлығынан әллә ниндәй татлы халәткә инеп онтолдо ла ҡуйҙы. Артыҡ тулҡынланыуҙан тыйылып торғоһоҙ булып көлгөһө килде. Рамаҙандың тубыҡтарында тыныс ҡына ятҡан ҙур усына үҙенең янып барған ҡулын һалып ҡуйыуҙан ҡурҡты. Исмаһам яңылыш ҡына булһа ла терәлеп алһын йә ултырғыс арҡаһына беләген һалған булһын ине. Зәбир бит шулай итә. Зөлфиә шунда уҡ ситләшә һала, әлбиттә. Ә бына Рамаҙандан улай ҡасмаҫ ине. Киреһенсә, йылы эҙләгән бесәй балаһылай, һырыла ғына төшөр ине. Тик был иләҫ-миләҫ уй-теләктәре уның үҙенә генә билдәле булды, ахыры.

Кинонан һуң иһә яҡынданыраҡ танышып аралашырға тағы ла ваҡыттары ҡалманы. Хәҙер инде ятаҡ бикләнмәҫ борон, тип йүгерҙеләр. Егет ҡыҙҙы ашыҡтырып алып барып оҙатып ҡуйҙы ла, көлә-көлә ҡул болғап, үҙ торлағына сапты. Бына шул ғына. Күрешеүҙәре бергә кино ҡарау ҙа, яҙа-йоҙа һөйләшеү генә булһа ла, Зөлфиәгә улар күптән, бик күптән таныштар кеүек тойола ине. Әтерһең, бер-береһен шул хәтлем яҡшы беләләр, хатта һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй. Һәм ул өмөтләнеп икенсе осрашыуҙы көттө. Уныһында әллә нимәләр булыр, ниндәйҙер хистәр әйтелер, көтөлмәгән, әммә хыял ителгән ҡырҡа үҙгәрештәр яһалыр һәм тағы ла әллә нимәләр... тип хисләнде ҡыҙ. Әммә ул осрашыу ниңәлер ашыҡманы Зөлфиә янына. Шуның менән хәсрәткә һалды. Һәр яңы көнө бер күрешеүгә, хатта ҡырҙан ғына булһа ла һирпелеп уҙыу форсатына өмөт ҡылыуҙан башланды ла, моратына ирешә алмауҙан бәхетһҙлектең сигенә етеп ятып китеү менән тамамланды. Килмәне Рамаҙан... Ә Зөлфиәнең ул уҡыған, йәшәгән йорттар янынан үтергә лә ҡыйыулығы етмәне. Көндәр үтә торҙо, йөрәк янды ла янды. Зәбир иһә һәр ваҡыт янда булды. Бөтмөр, ҡайғыртыусан, файҙалы. Бер үҙен генә түгел, бөтөн бүлмәләрен ҡараны. Ҡыҙҙарҙың береһе теге йәки был имтихандарҙа ҡыйынһына икән, бара һалып уҡытыусыһы менән һөйләшә алды. Зачеттарҙы хатта ҡуйҙыртып та бирҙе. Профком рәйесе булараҡ студенттарға тейешле ярҙамдарҙан, түләүҙәрҙән ҡоро ҡалдырманы. Ҡайҙандыр, кемдәргәлер бүленгән йәшник-йәшник аҙыҡ-түлекте индереп ҡалдырһынмы, юл йөрөүҙе бушлай итеп эшләп бирһенме, профилакторийҙарға йүнәлтмә алып килһенме, концерттарға, киноларға, уйындарға саҡырыу билеты тапһынмы – барыһы ҡулынан килде. Башҡаларға тәтемәгән был мөмкинлектәр, уңайлыҡтар бары тик Зөлфиәнең күңелен яулау өсөн генә икәнлеген барыһы ла белә инде хәҙер. Бүлмәләш ҡыҙҙары ла Зәбирҙе әхирәттәренең “егете” тип иҫәпләй. Бөтә ятаҡ, институт иҫәпләй. Сөнки, улар барлыҡ сараларҙа ла, кисәләрҙә, ялдарҙа бергә. Ҡыҙ үҙе лә әлеге ваҡиғалар ағымына ҡаршы бармай, артыҡ ыңғайлап та китмәй, әммә ризаһыҙлыҡ та белдермәй. Уға Зәбирҙең иғтибары оҡшай. Оҡшай, эйе, тик ҡабындырмай. Рамаҙан менән күрешкәндәге һымаҡ дөрләтеп ебәрмәй, тулҡынландырмай, ерҙән айырып алып китмәй был аралашыу хистәре. Киреһенсә, бөтөн нәмәгә лә бер битарафлыҡ тыуҙыра һымаҡ. Әйтерһең, Зөлфиә был халәтенең ваҡытлыса, ниндәйҙер арауыҡлыҡ ҡына икәнен белеп йөрөй. Әйтерһең, бер мәл ҡапыл ул ошо моңһоҙлоҡ ябыуын һирпеп ташлар ҙа, ҡысҡырып көлөп, ярһып илап, сикһеҙ шатланып һәм һушһыҙ яратып йәшәп китәр... Рамаҙан килһә... Тик Рамаҙан килмәй ҙә килмәй...

Өсөнсө курстамы икән, практикаға юлландылар. Ул ваҡытта әле колхоз-совхоздарҙың ярайһы хәлле сағы. Баш ҡаланан арыуыҡ алыҫ, хатта төпкөл тип әйтергә лә була, бер район совхозына хисапсы булып килде Зөлфиә. Ул ошонда биш ай ваҡытын нисектә үткәрергә һәм үткәрергә генә түгел, иҡтисад фәнен практикала өйрәнеп ҡайтырға тейеш.

Яңғыҙ пенсионер инәйгә йортҡа һалдылар. Башта ятһырап ҡаршы алған, кешеләре лә йомоҡ, ҡырыҫ булғандай тойолған ауыл тора-бара йәш ҡыҙға ҡарата асыла, ихласлана төштө. Бәлки, үҙе ошо мөхитте ҡабул итә башлағандыр. Совхоз кантораһына ингән-килгән халыҡ менән аралаша, таныша бара, аҙна-ун көн тигәндә күптәрҙе таный, күптәр уны белә, сәләмләй, хәл-әүәл белешә башланы.

Йорт хужабикәһе менән дә яйлап ҡына өйрәнеште улар. Ғәйниә апай үтә тыныс, баҫалҡы һәм бигерәк аҙ һүҙле инде. Ғәҙәттә, йылмая биреп ҡарап ҡына тороуҙан үтмәй. Үҙ итеүе лә һөйләшеүҙән бигерәк бешкән аш, йылы өй менән ҡаршы алыуында, иртәнсәк ҡулъйыуғысҡа йылы һыу ҡойоуында, аяғы аҫтына дебет башалтайҙар ырғытыуында йә кистәрен хәбәрҙәрен тыңларға әҙер икәнлеген белдереп, ҡаршыһына килеп ултырыуында сағыла.

Өй мейес менән йылытыла, утын яғыла. Ошо айырыуса оҡшай Зөлфиәгә. Оло мейес ауыҙына төбәлеп, унда торонбаштарҙы ялмап, сарт та сорт осҡондар сәсеп уйнаған ялҡындан арбалып, сәғәттәр буйына ултыра ала. Һәм шул ултырыуында күңелендә әллә ни төрлө тойғолар ярала ла, улар күҙ алдына тотош бер күренеш булып баҫа. Башта Зөлфиә күҙ алдына килгәндәрҙе артыҡ хыялға бирелеүҙәндер тип уйлаһа, бер көн ҡулы үҙенән үҙе ҡәләмгә тартылды ла, өҫтәлдә ятҡан, һандар менән сыбарланған амбар дәфтәренең артҡы битенә күҙ йомоп асҡансы һыҙмалар яһап ташланы. Тәүҙә йылға тулҡындары пәйҙә булды... унан ташҡын баҫып алып барған ярҙар... ундағы аҡ көсөктәргә күмелгән талдар теҙмәһе... һауалағы яҙ һулышы, дәрте, ярһыуы... Ыжғыр һалҡын елдәре менән ҡаҡҡылап-һуҡҡылап торған ҡара көҙҙөң ҡараңғы кисендә төшөрөлгән һүрәтендә яҙғы нурҙар уйнаны. Мөкиббән китеп ултырҙы ҡыҙ өҫтәл артында. Хужабикәнең мейесте бөтөрөп ябып, солан уттарын һүндереп, ишектәрҙе элеп ингәнен дә аңғарманы. Уныһы, Зөлфиә һаман ятырға уйламағас, табаҡ-һауыт шылтыратып йөрөгән булды ла, бүлмәһенә инеп шымды. Ә илһам солғанышына инеп олаҡҡан ҡыҙ, эсендә йыйылып ҡорғаҡһып киткән илаһи ҡөҙрәттең урғылыуына баш була алмай, шул шауҡымда ҡәләмен ҡағыҙ өҫтөндә йүгертте лә йүгертте. Ә инде тамам арығас, тамам күңеле бушағас, йыйылған урынын да һалмайса, арҡаһына ябынған дебет шәлгә генә төрөнөп, бәхетле йылмайым йоҡлап китте.

Иртәнсәк яҡтырыр-яҡтырмаҫтан тороп мейестәргә ут яҡҡан Ғәйниә, өҫтәлдә асыҡ ятҡан ҙур дәфтәрҙең ике урталыҡ битен тултырған һүрәткә бер килке текәлеп торҙо. Ундағы һәр нәмәгә, һәр һыҙатҡа, һәр бөгәргә ентекләп ҡараны. Башын әле былай, әле тегеләй ҡыйшайтты, хатта уның һүрәт кенә икәнлегенә ышаныу өсөн һаҡ ҡына һыйпап та алды. Ахырҙа, тәмле итеп йоҡлап ятҡан ҡыҙға бер ҡараш һирпеп алып, үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы:

–Хисапсымы тиһәм, һүрәтсе, имеш, был...

Ә бер көн... бер көн эштән ҡайтһа... Ысынында, бөтөн был ваҡиғалар тарихы тап бына ошо кистән, ят ауылдағы шыҡһыҙ көҙгө кистән башланды ул. Ҙур яҡтын уртаһындағы түңәрәк өҫтәл артында хужабикә менән сәй эсеп ултырған Рамаҙанды күреүҙән. Зөлфиә инде лә, үҙ күҙҙәренә үҙе ышана алмай, ишек төбөндә ҡатып ҡалды. Өҫтәл артындағылар уның яғына ҡарап ултыра бирҙе. Егеттең һынсыл шаян күҙҙәре аҫтында аңына ҡайта барған ҡыҙ, Ғәйниә апайын тыңлап башына оло шәл, аяҡтарына галушлы быймалар кейгәненә үкенеп, ҡыҙарып-бүртенеп тора бирҙе. Ахырҙа Рамаҙан һикереп торҙо, ашығып ҡаршы килде лә, баланы ҡаршы алғандай итеп, сисенергә ярҙамлаша башланы. Үҙе йылмая:

–Һаумы, Зөлфиә...

–Һаумы...һығыҙ...

Унан ҡапыл ынтылып уның ҡаҙ тәпәйҙәрендәй булып ҡыҙарған ҡулдарын тотоп алды:

–Өшөнөңмө?

–Ю-уҡ...

–Әйҙә, сәй эсәбеҙ, – арҡаһынан этеп тигәндәй шаңҡыған ҡыҙҙы түргә әйҙәне, әйтерһең бында Зөлфиә түгел, ә үҙе йәшәп ята.

Шул ғына етмәгәйне, сәйҙең ҡайнарлығын да аңғармай, ҡапыл һөйрәне лә, сәсәп китте. Хужабикә менән ҡунағы берсә арҡаһынан ҡағып, берсә һыуыҡ һыу алып килеп һоноп, ҡаңғырышып алды. Унан тыныслана төшөп, ҡабаттан һәүетемсә һөйләшеүгә күстеләр. Йомоҡ апайҙың да теле асылған:

–Бая малды ябып бөтөп инеп кенә ултырһам, Рамаҙан ҡусты килеп инде. Хәл һорашҡан юҡ, һине һорай.

Зөлфиә Был хәбәрҙән ҡаушап, ҡапыл ғына Рамаҙанға һирпелеп ҡарап алды, уныһы бүлдермәй генә ирәбе йылмайып тик ултыра.

–Беҙ танышбыҙ ул, бер йылы ҡалала күрешкәйнек, тей. Һеҙҙең ауылға практикаға килгәнен ишеттем дә, күрергә килдем, тей. Мин әйтәм, бер ҡалала уҡыған йәштәр ней, таныштыр шул, тейем.

Егет менән ҡыҙ тағы ла бер өнһөҙ генә ҡарашып алды. Апай уларҙың икеһе өсөн дә һөйләне:

–Рамаҙан ней, минең ике тыуған апайымдың улы, күрше ауылдан, бынан ун биш саҡрымдай. Былтыр, ана, апайыбыҙ ҡапыл донъя ҡуйҙы ла ҡуйҙы бит. Былай ҙа бер үҙе үҫтергәйне балларҙы. Ҡайтты шунан Рамаҙан, уҡыуын ситтәнгә күсереп. Ҡустыһы менән һеңлеһен бағып йәшәй, һүҙ юҡ инде уға, маладистың аръяғы...

–Апай, ярай, ҡуй инде...

Апаһы ҡуймай:

–Килен ал, тибеҙ, тыңламай. Исмаһам, өйҙә ҡатын булһа, үҙенең дә ҡулы бушап, арҡаһы яҙылып ҡалыр ине.

Һөйләшеүҙең бындай ыҙанға төшкәнен оҡшатып етмәгән егет урынынан ҡуҙғалды. Ултырғысын өҫтәл аҫтына шылдыра биреп ҡуйҙы ла, Зөлфиәгә боролдо:

–Әгәр, ныҡ арымаған булһаң... бәлки, клуб яғына сығып әйләнербеҙ.

Уның китеп барыуынан, сығып юғалыуынан һәм тағы ла ғәйеп булыуынан ҡурҡып, кисерештәренән быуылды ҡыҙ. “Юҡ! Юҡ! Китмә!Ҡалдырма!” тип ҡысҡырҙы һымаҡ, ә, асылда, ауыҙын асып һүҙ ҙә ҡайтара алманы. Бары, сәйер йылмайып, яурындарын ғына йыйырҙы. Уның өсөн Ғәйниә апай яуап бирҙе лә ҡуйҙы:

–Итектәреңде, ана, мейес көлдөксәһенә ҡуйғаным, йылып тораларҙыр. Ҡулыңа, мына, бер бәләкәй генә дебет бейәләй бар, бирсәткәләреңдең йылыһы юҡтыр, ҡыптыр күн генә бит. Быйыл, ҡалай яман, нәйәбер бөтөп бара, ҡарһыҙ шыҡырайтып туңдырып тик тора. Йылы кейен, ыштобы, бында һиңә гурыт түгел.

Тышҡа сыҡҡас, тын ғына атлап киттеләр. Һалҡын һауа тынды ҡура, ә эстә, йөрәкте, тышҡа бөркөлөп барғандай, ялҡын язалай. Шул ғазапты баҫырға теләп, ҡыҙ һүҙ башланы: – Ике йыл элек... шулай уҡ көҙ күрешкәйнек шикелле... – Эйе, көҙ. Ун дүртенсе октябрь, йома көнө ине. – Ҡалай... хәтерләйһең...

– Әлбиттә, хәтерләйем. Нимә тип һөйләшкәнебеҙҙе лә, хатта һинең өҫтөңдәге кейемеңә тиклем иҫемдә. Ҡара юбкала, алһыу кофтала инең. Туфлийыңдың башында бантик кеүек биҙәге бар ине. Сәсең берҙән үрелгән һәм осонда резинка, унда еләк сәскәһе беркетелгәйне.

– Юғалдың үҙең...

– Юғалдым, сөнки хәлдәр шулай булып китте, Зөлфиә. Бая Ғәйниә апай барыһын һөйләп бөттө инде. Әсәй үлеп китте... Миңә ҡайтырға тура килде.

– Шуны миңә әйтеп булманымы һуң? Хат аша булһа ла хәбәр итергә? – был һүҙҙәрен үтә лә бер һыҡраныу, һыҙланыу аша һығып сығарҙы ҡыҙ. Егет тә быны аңғарҙы, тынысландырырға теләгәндәй усы менән арҡаһына ҡағыла биреп алды.

– Башта мин ныҡ ҡайғырҙым... Күтәрә алмаҫ һымаҡ инем... Ҡусты менән һеңлене йәлләп, әсәйҙе йәлләп... төндәрен һарайға сығып, бәләкәй балалай үкереп илаған саҡтарым күп булды. Һөйләүе лә оят инде... Ундай хәлдә мин ниндәй ҡыҙға кәрәк була алам?

– Мин һине аңлар инем!

– Унан... шул тиклем мәшәҡәттәр күбәйҙе... Балалар буйынса ҡағыҙҙар йүнләү, уларҙың уҡыуы... мал, донъя, йорт... эшкә төштөм... Беренсе йыл академ алғайным, быйыл уҡыуҙы дауам итәм.

Һөйләшә барып клубҡа ла килеп еттеләр. Эстән күңелле көй яңғырай, болдорҙа тәмәке көйрәткәндәр ҙә бар. Юл ситендә туҡтап ҡалдылар. Икеһенең дә унда инеп бергәлек рәхәтлегенән яҙғыһы килмәй ине.

– Керәбеҙме? – тине егет шулай ҙа.

– Әллә... – Зөлфиә лә икеләнде, – Минең бында килгәнем юҡ.

– Ауыл егеттәре бейергә саҡырманымы әле? Нисек улай? – тип шаяртып та маташты Рамаҙан. Әммә Зөлфиә уға ҡушылманы, шаярыу ҡайғыһы юҡ ине ҡыҙҙа.

– Әйҙә, инмәйек, – тине ул клуб тәҙрәләренә ҡарап тора торғас, – йөрөп киләйек.

– Әйҙә. Өшөмәнеңме?

– Ҡайҙан? Тундраға барғандай кейендерҙеләр.

Ҡайҙа уты бар, ҡайҙа юҡ булған ярым-ҡараңғы урамдар буйлап атлай бирҙеләр, атлай бирҙеләр. Ҡайһы бер ихталарҙан эттәр шәпләнеп өрөп сыҡты ла, әзмәүерҙәй ир-егетте күреп шып туҡтап ҡалды, унан тәртип өсөн тағы бер-ике ләүкелдәгәс, ҡойроҡ ҡыҫып инеп китеү яғын ҡараны. Шулай ҙа Зөлфиәне ҡурҡытырға эшкинделәр, ул йәһәтләп егеттең беләгенә йәбеште. Бер шулай һырынғанында тегеһе уны етәкләп алды. Бейәләй аша булһа ла, ҙур устарҙың рәхәт йылылығын тойоп, бәхеттең ошолай була икәненә инанып барған көнө, дөрөҫөрәге төнө ине Зөлфиәнең.

Рамаҙан эше, ауыл халҡы, улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләне. Шундай ябай, хатта үтә ябай ине уның хәбәрҙәре. Шул уҡ ваҡытта ихлас та, көлкөлө лә. Йәш зоотехниктың тәүге эш йылында булған мажаралары, ауырлыҡтары, һынауҙары үҙҙәре бер тормош юлындай ине. Ә Зөлфиә уларҙы таңға тиклем тыңлап йөрөргә лә риза, тик Рамаҙан ғына тынмаһын ла, китеп юғалып ҡуймаһын.

Урамдарҙы урап йөрөй торғас, ҡабаттан Ғәйниә апайҙың йорто янына килеп сыҡтылар. Унда күптән ут юҡ. Ут, бер ҡарап үткәндәрендә, инде клубта ла юҡ ине. Бөтөн ауыл тәрән татлы йоҡола. Ауыл ғына түгел, тәбиғәт үҙе ҡышҡы йоҡоһона батҡан, ҡар юрғанын ғына көтөп ята.

– Һин... ҡайҙа йоҡлайһың ул бөгөн? – тип һорап ҡуйҙы ҡыҙ, ҡапҡа төбөндә егет уны туҡтатҡас.

– Ҡайтам. Миңә бит иртәгә эшкә.

– Нисек ҡайтаһың? Төндә!

– Ат менән. Ат һарайында ҡалдырҙым, йылыла тороп торһон, тинем.

– Ҡараңғыла ат күрмәйҙер ул... Әллә фонарең бармы?

Был һорауҙан Рамаҙан рәхәтләнеп көлөп алды. Ҡыҙҙы ҡармап ҡосаҡлап, бәүелтә-бәүелтә көлдө. Шундай рәхәт булды ҡыҙға. Ғашиҡтарса түгел, ә дуҫтарса, хатта баланы ҡосҡан кеүек кенә ҡыланһа ла, шундай татлы ине ул ҡосаҡ.

– Ат юлын белә, ул унан көндә үк булмаһа ла, аҙнаһына бер өстө үтеп тора. Мин был ауыл фермаһының да малын ҡарайым, килеп торам. Көҙ юлдар бигерәк алама, шуға ат менән йөрөү яйлыраҡ.

– Ә һиңә... һиңә минең бында икәнде кем әйтте? – Зөлфиәнең егетте ебәргеһе килмәй, шуға ниндәй булһа ла һорау бирә лә ҡуя. Моғайын, бер аңра ғына ҡыҙ булып күренәлер инде, әммә үҙенә лә, теленә лә хужа була алмай инде.

– Был яҡта ауылдарға сит ҡыҙҙар эшкә килһә, хәбәр шундуҡ бөтә яҡҡа ла тарала. Бигерәк тә егеттәр араһында. Миңә лә мәктәпкә килгән ҡыҙҙар хаҡында ла һәм кантораға килгән практикант тураһында ла мәғлүмәт биргәйнеләр инде. Бер уйындарына барып ҡыҙҙарын күрермен тимен дә, көндәр үтеп тик тора. Кисә совхоз директоры менән һөйләшеп торабыҙ ҙа, ул мал аҙығы буйынса хисапты беҙҙең йәш ҡыҙ Зөлфиә эшләп бирер тигәс, ҡапыл тертләп киттем. Ни эшләптер тап һиндер, тип уйланым һәм ҡайҙа йәшәгәнеңде һорашып килдем. Баҡ тиһәң, һин минең апайҙа уҡ икән. Бына бәхет!

– Ә мин килеп ингәс, һине күреп саҡ артыма ҡоламаным.

– Ни өсөн, Зөлфиә? Минән шулай ҡурҡтыңмы ни?

– Юҡ та... Мин һине... ҡасандыр бик көткәйнем. Ә хәҙер... өмөт өҙгәйнем ине.

– Мине көткәйнеңме, Зөлфиә? Минеме? – егет яҡын уҡ килеп устарым менән ҡыҙҙың ике битенән тотоп эйәген күтәртте, – Һин мине уйланыңмы?

– Эйе...

Рамаҙан уны тағы ла ҡармап ҡосаҡланы ла, ебәрмәй тора бирҙе. Бушата биреп йөҙөнә эйелеп ҡарап алды ла, тағы ла һыға ҡосоп күкрәгенә ҡыҫты. Шулай бер-береһенә һеңеп оҙаҡ ҡына торҙолар. Был ваҡытта һүҙҙәр артыҡ ине. Ҡалын кейем эстәренән йөрәк тибештәре генә тыпылдап ишетелеп торҙо. Ул йөрәктәр шул тиклем ярһып тибә, шул тиклем сығырынан-сығып ҡан ҡыуа ине, хатта эйәләренең башы эйләнде. Ә ваҡыт тигәнең йөрәк хәлен аңламай, ул текелдәп үҙ мәлен ҡыуа ғына.

– Ярай, Зөлфиә, һин инеп ят. Мин китәйем инде. Әгәр риза булһаң, иртәгә лә киләм. Ә?

– Ярай. Мин һине көтөрмөн.

– Бар, матурым, мин ҡарап торғанда йүгер. Хәйерле төн.

– Хәйерле төн. Иртәгәгә тиклем! – Ғәйниә апай солан утын һүндермәй ҡалдырған, уны уйлағандыр инде. Зөлфиә ҡабаланып инеп ишекте элде лә, ҡараңғыла сисенмәгән дә килеш ултырып ҡалды. Урғып килеп баҫып, башынан аша ҡойған хистәренән арына алмай, һаман шулар шауҡымында илереүе ине. Рамаҙан бит уны онотмаған! Уны уйлаған! Эҙләп килгән!.. Шулай уҡ кешенең тормошо ҡапыл үҙгәрә аламы икән ни? Кинолағы кеүек хәлдәр була аламы?

– Зөлфиә?

Аһ? Ғәйниә апай йоҡамаған икән дә һаң...

– Оҙаҡ ултырырға уйлайһыңмы унда? Әллә ултырып йоҡлап киттеңме шул, тием?

– Юҡ-юҡ... ятам-ятам, – үҙе шым ғына сисенеп, урын йәйеп ятып йөрөй, үҙе һығылып көлә ҡыҙ. Иртәгә ошо хәлде Рамаҙанға ла һөйләп көлдөрөр әле. Рамаҙанға! Уның хәҙер хәлдәрен һөйләр, хәлен белгеһе килер кешеһе бар. Ул – Рамаҙан. Бығаса барыһынан да, хатта иң яҡын ҡыҙҙарынан да йәшергән тойғоларын әйтә алыр, күңеленең иң төпкө серҙәрен дә тартып сығара белер йән бит ул Рамаҙан. Рамаҙаны, уның Рамаҙаны... Бөтөн ваҡиғалар ағымы, моғайын, бына ошо уйҙарҙан, ошо бәхетле мәлдән башланғандыр был тарихта.

Икенсе көн ҡайтһа, Рамаҙан уның эш өҫтәле артына ултырып алған һәм иҫе китеп һүрәттәрен ҡарай. Ул ҡыҙҙы шелтәле сәләмләп ҡаршы алды: – Дә-ә... Ни эшләп йөрөйһөңдөр һин ул совхоз канторында?.. Зөлфиә! Һин бит рәссам! Һиндә – һәләт! – Һаумы, тиген башта, – хужабикәнең өйҙә юҡлығынан файҙаланып, ҡыҙ егеткә һыйына биреп алды.

– Һаумы, матурым, һаумы, – Рамаҙан уны кисәгесә ҡосаҡлап һөйҙө.

– Ғәйниә апай ҡайҙа?

– Күршеһенә ингәйне... оҙаҡланы.

 – Ә-ә...

Хәҙер инде Зөлфиә йүгереп йөрөп сәй ултырта башланы. Осоп йөрөнө. Әйтерһең, был уларҙың йорто ла, ул йәш кәләш, эштән ҡайтып аш йүнәтә, ә ире уның әҙерләгәнен тыныс ҡына көтөп ултыра. Ошолай уйлауынан бит остары ҡыҙарып сыға. Уҙе егеткә ҡарап шаян йылмая ла, артабан йүгермәләй.

– Зөлфиә, һин мине ишеттеңме шул? – тип ныҡыша Рамаҙан, – Мин һүрәттәрең буйынса әйтәм.

– Ишеттем дә...

– Һин бик талантлы ҡыҙыҡай. Мин ысынлап әйтәм. Һүрәттәрең тере һымаҡ, бына...

– Икенсе юлды һайлағанмын бит инде. Ул һүрәттәрҙән ни файҙа миңә?

– Һин нимә? Ошондай һәләтте юҡҡа сығарып ҡуймаҡсыһыңмы? Хисапсылар улар тулып йөрөй, ә былай һүрәт төшөрә белгәндәр йөҙгә бер генә тыуа. Аңлайһыңмы?

– Йә, ярай. Әйҙә, ултыр, ашап алайыҡ.

Ғәйниә апайҙың бешереп мейес плитәһе өҫтөнә ҡуйып киткән түңәрәк картуфтарын, йылы майғы икмәктәрен, ҡаймағын өҫтәлгә теҙеп, оло еҙ сәйнүген эҫетеп алып килеп ултыртҡайны Зөлфиә. Рамаҙан да эштән һуң, икеһе лә һыуыҡтан ингән, етмәһә, ихласлап тамаҡ туйҙырырға керештеләр.

– Нисек унда эштәрең? Һандар тыңлашамы? – тип мәрәкәләй ҡунаҡ.

– Төрлөсә булып китә, тыңлашмай ҙа ҡуялар, ҡайһыларын ҡабат-ҡабат сығарырға тура килә, – тип йәшермәйсә, нисек бар шулай һөйләй ҡыҙ. Ул бит ошо Рамаҙандан бер нәмә лә йомоп ҡала алмай, киреһенсә тулыһынса асылғыһы, барыһы менән уртаҡлашҡыһы килеп тик тора. Ниндәй кешелер ул?

– Өйрәнерһең, мин дә башта арыуыҡ ҡаңғырҙым. Һауынсылар алдында көлкөгә ҡалып та бөтә инем. Хәҙер барыһы ла яйланған.

– Тик бына аптырайым, шундай күңелһеҙ эш менән ғүмер буйына шөғөлләнерменме икән? – быныһын да эстә ҡалдыра алмай ул, ошо һорау борсой бит уны.

– Оҡшамаймы?

– Оҡшамай уҡ тип әйтә алмайым. Әммә был минең урыным, минең эшем, минең донъям түгел һымаҡ...

– Сөнки, һинең донъяң ана – анауында, – егет ҡулын һоноп өҫтәлдәге һүрәттәр өйөмөнә күрһәтә, – Һин – рәссам. Һиңә шул донъяла йәшәргә кәрәк. Башҡа үлсәмдә йәм тапмаясаҡһың.

Ҡыҙ уның был юғары һүҙҙәрен көлкөгә һабыштырмаҡсы:

– Һин барын беләһең инде?

– Белергә теләр инем. Һәр хәлдә һиңә ҡағылған бөтә нәмәне лә.

Уларҙың хәбәре ошо урында өҙөлдө, сөнки һалҡын быу менән бергә Ғәйниә апай килеп инде. Йәштәрҙе бергә күреүенә шат булды, буғай.

– Маҡтап йөрөйөм икән дә, – сисенеп килеп йылы мейескә устарын терәп торҙо, – Ел көсәйҙе, ҡар болотон ҡыуып алып килә яталыр шәй.

Зөлфиә урындыҡта уның сәй яһаған урынын биләгән ине, шылып китергә теләп ҡалҡынғайны, ҡатын ашъяулыҡтың ҡаршы яғына ҡунаҡлап өлгөрҙө:

– Ултыр, ҡуҙғалма. Ҡана, сәй яһап эсер әле беҙгә, әллә килен буларың, кем белә...

Был уйынлы-ысынлы хәбәрҙән Зөлфиә ҡойолдо ла төштө. Ҡулдары ҡалтыранып, ҡыҙарып-бүртенеп, яһарға кереште.

– Саҡ ҡына ҡуйырта төш... Вәт, шулай... Һөтөңдө йәлләмә, һыйыр һауҙыра әле.

Рамаҙан уның был һынау үтеүен күҙҙәрен мут көлдөрөп кенә күҙәтеп ултыра. Хужабикәнән һуң үҙенең кәсәһен дә һона:

– Миңә тағы ла ҡабатла әле, килен. Бигерәк тәмле яһайһың икән сәйҙе.

Зөлфиә быға ла күнә, ярай, аҙаҡ, тип уйлап, баҫалҡы ғына сәй ҡойоуын белә. Артабан Ғәйниә апай Рамаҙандың өй яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, ҡусты-һеңлеһен, мал-тыуарын, кемен ҡайһылай иткәнен, нимәһен ни эшләткәнен барынса тәфсирләп һораша, кәңәштәр бирә. Рамаҙан уны баш ҡаға-ҡаға тыңлай, ара-тирә үҙ фекерен дә ҡыҫтырып ебәрә. Уларын да хуплай апай булған кеше, төрлө әмәлдәрен, яйҙарын өйрәтә.

Сәй артында ярайһы ғына ултырып ташланылар. Тышҡа сығып икәүҙән-икәү ҡалыу теләге көслө булғанда ла, егет ҡыҙҙы өшөтөп алып йөрөүҙе уңайһыҙ һынаны. Шуға ла, “әпәр” итеп торғас, хәбәрҙе ҡыҫҡа тотто:

– Зөлфиә, һин мине ошонан ғына оҙат та...

– Әллә ҡуна ҡалаһыңмы? – Ғәйниә ҡустыһын ана-бына яуын башланырға торғанда сығарып ебәрергә теләмәне.

– Ю-уҡ, апай! Тегеләр малды кискә бикләһә лә, иртәнсәк уяна алмайҙар. Мәктәпкә саҡ торғоҙоп ебәрәм, икеһелә йоҡосо, будильникка ыжламайҙар ҙа, – тип, кейенә үк башланы. Уның ыңғайына Зөлфиә лә ашығып пальтоһына үрелде:

– Ишек алдына ғына сығам.

Сыҡҡас та, солан ҡараңғылығында, ҡыҙҙы ҡармап алып, сикәләренән, ирендәренән һурып-һурып үпте Рамаҙан. Яҡты булһа, моғайын, Зөлфиә үптермәҫ ине. Битен ҡулдары менән ҡаплар ине һис юғы. Ә былай... оят та, оят түгел дә кеүек...

Нисек ҡапыл тоҡанған булһа, шулай көтмәгәндә ысҡындырҙы ҡулынан ҡыҙҙы егет, тегеһе саҡ ҡолап китмәне. Ярай, тотоп ҡалды:

– Ғәфү ит, Зөлфиә... Үпкәләмәйһеңме?

– Ю-уҡ..., – әллә һалҡындан, әллә башҡаһынан ҡалтырай ҡыҙ.

– Әле, сәй эскәндә... һине шундай үпкем килде. Шуға тыныс ҡына китә алманым... Үпмәһәм ҡайтҡансы үлермен һымаҡ булды.

– Иҫәр...

– Эйе, иҫәрләндем. Һинең менән шулай иҫәргә әйләнәм дә китәм икән мин. Ниңә улай икән?

– Әллә...

– Белмәйһеңме? – егеттең нимәлер ишеткеһе килә.

– Белмәйем.

– Ысынлап белмәйһеңме?

 – .....

– Ни эшләп өндәшмәй ҡалдың. Әйт, был – мөхәббәт, тиген, – ҡолаҡ төбөндә генә шундай сихри, арбағыс итеп шыбырлай үҙе. – Был – мөхәббәт, Зөлфиә. Рамаҙан һиңә ғашиҡ...

Шул һүҙҙәрҙән һуң тағы ла ирендәренән, маңлайынан, эйәгенән үбә лә, ҡыҙҙы солан уртаһында ҡулдарын һуҙған килеш ҡалдырып, ҡапыл айырылып сығып та китә. Артынан пружиналы ишек “шап” итеп кенә ҡала. Тик хисләнеп оҙаҡ тора алмай, ҡара алҡын йоҡа пальтоһы эсендәге еңел күлдәк аша семетеп уятып ебәрә лә, йәһәтләп йылыға ҡыуа.

Ғәйниә апай аш өҫтәлен йыйып бөтөп, бөгөн килгән почтаның гәзит-журналдарын ҡараштырырға ултырған. Килештереп шөҡәтһеҙ лупалы әшкиҙәрен кейеп алған булған. Уны был һүрәттә күреп, йылмаймай булдыра алманы ҡыҙ. Ә, асылда, былай ҙа ауыҙын йыйып ала алмай ине ул. Быны, әлбиттә, хужабикә лә аңғара.

 

– Рамаҙандың әсәһе йырсы булырға хыяллана торғайны... йәш сағында инде. Беҙҙе, бәләкәстәрҙе, теҙеп ултырта ла, алдыбыҙҙа концерт ҡуя ине. Тауышы шунда уҡ һәпте юҡ булғандыр инде, атаһы – олатайыбыҙ: “Ҡыҙымды, ҡалайтһам да, йырсы итәм. Радионан тыңлап ултырырбыҙ” тип ҡупайта торғайны.

Ғәйниә апайҙың, журнал уҡып ултырған һымаҡ булһа ла, күңелен нимәлер өйкәгәнен һәм шуларҙы ишеттерергә теләгәнен аңлаған ҡыҙ, уның ҡаршыһына килеп терәлә:

– Шунан?..

– Апайыбыҙ йырсыға уҡырға барҙы ла, инеп уҡып йөрөнө лә, тик... радиоларҙан йырларға насип булманы уға.

– Ни сәбәптән? Ниңә?

– Ә бер йәйге ялында шул еҙнәбеҙ көсләп алып та ҡуйҙы... Нисә йылдар артынан аңдый, тынғы бирмәй ине. Ризалаштыра алмағас, алдаштырып аулаҡҡа саҡырып, көсләгән.

– Ужас! – Зөлфиә башҡа һүҙ тапманы.

– Элек бит ундай нәмә ныҡ оят һыналды. Әсәһе әрләп тигәндәй күндерҙе барырға. Еҙнә лә килеп тороп инәлде-ялбарҙы. Барҙы инде.

– Шунан? Уҡыуын тамамламанымы икән?

– Ҡайҙан уҡыу? “Уйнаш бисәләр генә артист булып йөрөй” тип, институтына аяғын да баҫтырманы. Улай ғына түгел, ауыл клубы сәхнәһенән дә елтерәтеп алып сығып китте. Бахырҙы... бөтөн ғәм алдында рисауай итеп, йырлап ҡына торған еренән...

– Ире... Рамаҙандың атаһы шулай насар булдымы ни?

Ғәйниә ауыр һулап, бөтөп барған мейес ауыҙына ҡарай биреп ултырҙы ла дауам итте:

– Насар, тип... Насар уҡ түгел ине инде, көнсөл булды... ҡаты булды. Ҡатын кешене артыҡ һанға һуҡмай, ҡәҙерләй, йәлләй белмәй, уның ихтыяждарын ихтирам итә алмаған ир булды ул.

– Шулай йәшәнеләрме инде?

– Йәшәнеләр инде. Тормошта күптәр шулай үҙҙәрен башҡалар мәнфәғәтенә ҡорбан итеп ғүмер үткәрә бит ул. Апайыбыҙ ҙа, шулай, бер йырлауға зар-интизар булып, радио-телевизорҙан йыр ишетһә онтолоп, шул арҡала еҙнәнән әрләнеп-тиргәлеп йөрөр булды... бахыр...

– Ә Рамаҙан?..

– Рамаҙан ни, шуларҙан тыуғас, ҡалайтһын, әсәһен яҡлашып, әсәһен аралап йөрөп ҙурайҙы. Аҙағыраҡ атаһы икенсе ҡатын менән сыуала ла тинеләр. Мин үҙем күрмәгәс, шулай булған, тип әйтә алмайым. Апай үҙе лә ул хаҡта өндәшмәне...

Ғәйниә хәтирәләрен яңыртып, үҙенә нимәнелер аңлатырға теләгәндәй шым, аҡрын ғына бәйән итә:

– Ундай тормош ағыуламай ҡуймай икән ул. Апайыбыҙ ҙа ауырыуға һабышты. Гел баҫылып, иҙелеп, теләгәнен әйтә, эшләй алмай, һәр ваҡыт үҙеңде сикләп, башҡаның талап иткән сиктәренә генә ярап йәшәргә тырышыу иләне уны, йәнен сиргә дусар итте.

Зөлфиә хәҙер инде һорау ҙа бирә алмай. Күҙҙәрен ҙур асҡан килеш текәлеп кенә ултыра.

– Яурындары төшөп, тауышы сәпсим баҫылып киткән ине һуңғы күргәнемдә. Ошонда канторға килгәндәрендә миңә сәйгә инеп киттеләр. Еҙнәбеҙ инде, былай ҙа эздәрәүәй, оло тауышлы, яр һалып һөйләшә, ә апай бөтөнләй хәлһеҙ генә булып, хатта хәбәргә лә ҡыҫылмай ултырҙы. Шунда, эй, эсем бошоп ҡалғайны, ана, күп тә тормай ятты ла, унан ике айҙанмы, китеп тә барҙы. Майшәм кеүек кенә иреп аҡты ла ҡуйҙы...

– Һы... – ҡыҙ бармаҡтарын шатырлатып “һындырып” ала, бая соланда Рамаҙан ҡулдары менән ыуалағанда үрелгәндән һыпырылып сыҡҡан сәс остарын артҡа һыпырып шымарта – тулҡынланыуын тыя алмай. – Атаһы ҡайҙа һуң уның бөгөн? Үҙебеҙ генәбеҙ, ти ҙә һуң?

– Аталары ней... Баяғы “икенсе бисә” тигәне дөрөҫ булған, күрәһең, ҡатыны үлеүгә ярты йыл тигәндә күрше ауылындағы бер ҡатынға барып инеп китте. Уныһы “донъямды ташлап күсмәйем” тигән ти, әлдә генә, атыу анау балларға көн булмаҫ ине.

Ғәйниә кисерештәренән ҡыҙарып, тетрәнеүе күҙ ҡараштарына сығып киткән ҡыҙға баштан-аяҡ һынсыл ҡарап, һығымтаһын әйтте:

– Бына һин дә... һүрәтсе бит... Һүрәт яһай торған кеше. Рамаҙандың кәүҙәһе генә атаһыныҡы, ә холҡо әсәһенеке ул: йомшаҡ, нескә, кешенең эсен үтә күреп тора. Шулай булғанда ла... һин ауылда, бынау утын-бесә-мал араһында, хатта шул кәнслә лә хисап һанап ултыра торған ҡыҙ түгел. Һин бында тиҙ шиңерһең... Таждарын асып ебәрергә йылы етмәгән сәскә һымаҡ... Ҡанатын яҙа алмаған күбәләк кеүек. Йәшәрһең дә ул, бәлки, мөхәббәт, тип. Әммә, йәнең китек булыр барыбер. Һөйөү ул һәр ваҡыт та үҙен аҡламай... аҡламай...

Ятҡас та был һөйләшеү хаҡында уйланды әле Зөлфиә. Рамаҙандың әсәһен күҙ алдына килтерергә тырышты. Уны йәлләүҙән йөрәге һығылды. Рамаҙанға тағы ла нығыраҡ ихтирамы, һөйөүе арта төштө. “Юҡ, Ғәйниә апай яңылыша. Мин бында ҡалам да, Рамаҙанды һис шикһеҙ бәхетле итәм” тип ҡәтғи ҡарарға килеп тә ятты. Ә тәҙрә аша нәҙек нурын һуҙып уны күҙәткән түп-түңәрәк ай ғына: “эй, әҙәм балалары... һеҙ нимә беләһегеҙ...“ тигәндәй бәүелә-бәүелә ҡар болоттары араһында йөҙҙө...

Эшкә күмелеп ултырған ваҡытта, төпкө кабинетынан сығып директор өндәште: – Зөлфиә ҡарындаш, телефонға. – Әсәйемме? – бығаса бында тик әсәһе генә шылтыратҡас, ҡыҙ башҡа хаҡында уйламаны. Ауылда телефон совхоз директоры кабинетында ла, медпунктта, шул ике нөктәнән һәм почтанан башҡа, бәйләнеш юҡ.

 

 

– Түгел әле, егет ниндәйҙер, – тип, хатта “егет” тигәнгә айырым баҫым яһап ебәрҙе етәксе ағай. Сөнки, ул инде, ул ғына түгел, моғайын, ауылда барыһы ла тигәндәй Зөлфиәне Рамаҙандыҡы тип иҫәпләй. Һәм әлеге ауылдың яҙылмаған ҡанунын тотоп, уны “килен” итеп, хужа булып тороуы.

– Егет?.. Алло! Эй-йе... Ә-ә... – ҡыҙ, ҡаушауҙан, ниндәйҙер ярамаған эштә тотолғандай булып тирә-яғына ҡаранып алды, йәнәһе, уны берәйһе тыңлап тормаймы? Ярай әле, Зәйнетдин ағай, ҡамасауламаҫҡа булыптыр, бухгалтерҙары яғына сығып киткән.

Ә сымдың теге осонда Зәбир ярһыны:

– Һин ҡайҙа юғалдың да ҡуйҙың ул? Зөлфиә! Мин һиңә нимә тинем? Барып урынлашҡас та, хәбәр ит, тинемме?

– Эш күп... Көн үтеп тик тора...

– Алып барып ҡуймағаныма үкендем. Әйттем бит мин һиңә, йүнәлтмәне үҙем һайлап бирәм, тип. Эргәләге генә районға эләгеп, ҡаланан йөрөп тә эшләр инең, бәлки. Ҡарыштың да киттең бит үҙең, ҡайҙа булһа ла барам, тип...

– Булһын... Үкенмәйем!

– Ярай, оҡшағас – яҡшы. Үҙең нисек? Ҡайҙа йәшәйһең?

– Бер инәйҙә.

– Зөлфиә! Зөлфиә...

– Нимә?

– Нисектер... тауышың үҙгәргән һымаҡ. Һөйләшеүең дә... Нимә булды?

Ниндәйҙер өҙә һуҡҡан һүҙ ташлап трубканы һалып ҡуйғыһы килде ҡыҙҙың. Әммә ҡапыл ғына улай итә алманы. Зәбирҙең бит уға зыяны теймәгән. Әле лә хәл беләм тип, өҙгөләнеп шылтыратып тороуы.

– Бер нәмә лә булманы. Барыһы ла яҡшы, эштә лә яҡшы. Былай шылтыратып аҙапланма ҡабат. Йә, ярай, мин бында директор кабинетындамын, телефонды оҙаҡ тота алмайым.

– Ярай-ярай, аңлашылды. Һау бул әлегә! Әй! Адресыңды... адрес! – тип ҡысҡырып ҡалды Зәбир, шул секундында тауышы өҙөлдө лә. Зөлфиә ҡабаланып һалып өлгөрҙө һәм, бер мәшәҡәттән ҡотолғандай, еңел һулап ебәрҙе.

Эш өҫтәленә килеп ултырғас та тыныслана алманы әле ҡыҙ. Башынан йөҙ төрлө уй йүгерҙе. Ул бит Зәбирҙе бөтөнләй онотҡан. Әйтерһең, ике йыл уның менән аралашмаған, дуҫлашмаған кеүек. Нисектер хәл итергә кәрәк был мәсьәләне. Хат яҙыр, эйе-эйе, бөгөн кис үк ултырып яҙыр. Барыһын да асыҡтан-асыҡ итеп яҙып ебәрер. Үҙендә уға ҡарата хөрмәттән башҡа тойғолар булмауын... Рамаҙанды өҙөлөп яратыуын... Рамаҙанды иҫләгәндән үк күңеле иреп китте. Йөҙөндә нур балҡыны, ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре йылмайҙы.

– Ҡалай ҡыуандырҙылар Зөлфиәне. Әсәйеңме? – тигән булып белмәмешкә һалышты кабинеттағы ҡатындар. Директорҙың “егет” тигәнен һаҡ ҡолаҡтары шунда уҡ тотоп алғайны бит инде. Ә бит асыҡлап, төбөнә тоҙ һалып ҡуйырға кәрәк.

– Юҡ та... Бер иптәш егет... Староста, курстың старостаһы, практика буйынса белешә, – тип ашығып әллә нимәләр һөйләп ташланы ҡыҙ.

– Улай булһа ярай ҙа, – асыҡ ишек аша ишетеп ултырған хужа ла уйынлы-ысынлы һүҙгә ҡушылып китте, – Юғиһә, ул егет икенсеме-өсөнсөмө тапҡыр шылтырата ул, гел һин эш менән йөрөгән мәлгә тура килә лә, аҙаҡ мин дә онотам. Староста булғас – бата, атыу мин әллә беҙҙең ҡыҙҙы сит ҡош тибергә маташамы тип, үҙебеҙҙекенә һөрән һалайыммы тип торам. Матри, ҡыҙыҡай, беҙҙә егеттәр гурдый ул.

Ололар шаярышып-көлөшөп хәбәр һатһа ла, ҡыйын булды Зөлфиәгә, ул үҙен алдаҡсы, намыҫһыҙ әҙәм итеп тойҙо. Хәҙер тороп йүгереп барып Рамаҙанды эҙләп тапҡыһы һәм барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп биргеһе килде. Тик улай итеп булмай, егет бөгөн был ауылда түгел. Сабырлыҡты йыйып көтөргә генә ҡала. Ә әлегә ул бөтөн эшен ҡуйып тороп Зәбиргә хат яҙа ала. Шулайтып булһа ла күңелен баҫып тормаҡсы булып, ҙур амбар дәфтәренең урталыҡ табағын һурып алды ла, яҙа башланы: “Зәбир, баштан уҡ был хат өсөн ғәфү үтенәм. Яҙғаныма түгел, ә беренсе көндән үк яҙмағаныма...”

Өйҙә уны тағы ла бер сюрприз көтә булып сыҡты. Зөлфиә эш урыны итеп алған оҙон өҫтәл өҫтөндә бер өйөм ҡағыҙға төрөлгән әйберҙәр ята. Ҡыҙ ингәс тә шуларҙы аңғарып, һораулы ҡарашын Ғәйниә апайға төбәне.

– Рамаҙан һуғылып китте, гурыттан ҡайтып баралар икән. Былары -һиңә.

– Миңә?.. – өҫ кейемен эргәләге ултырғысҡа ырғытып, бүләк алған бала һымаҡ ыуаланып йөрөп төргәктәрҙе алып ҡарай башланы, – Нимә икән? Әйтмәнеме?

– Әйтеүгә әйтмәне, “һиңә” тигәс ней, ас та ҡара, уны гадайт итеп тороп һуң.

– Эйе шул... – тип, бәләкәсен асып ебәрһә, – А-а-а...

Төргәк эсенән бер бәйләп ҡәләмдәр, төрлө ҙурлыҡтағы рәссам бумалалары килеп сыҡты. Икенсеһенән акварель, майлы буяу, акрил, политралар. Өсөнсөһөнән атлас ҡағыҙҙар. Иң ҙур төргәккә йәтешерәк мольберт тиреп төрөлгән ине. Һәр бәйләмде асҡан һайын ҡыҙ “саррр” итеп ҡалды ла Ғәйниә апаһын ҡурҡытты, “аһ” итте лә тертләтте. Уныһы бот сапты:

– Йә, Алла! Ней булды? Ҡағыҙ-ҡәләм өсөн дә ул ҡәҙәрем булыр икән берәү...

– Апай! Былар бит миңә!

– Һиңә инде һиңә, һиңә бумай миңәме атыу?

– Апай! Был бит рәссам наборы! Уй, Рамаҙан!..

– Һүрәтте шәп төшөрә тип маҡтай бит ураған һайын, дәфтәр битенә яһап ултырмаһын тигәндер инде.

– Апай! Мине Рамаҙан ярата, ивет? – йәш аралаш көлә хәҙер ҡыҙ.

– Яраталыр... яраталыр...

Төн уртаһына тиклем иҙәндә ултырҙы Зөлфиә. Ҡалайтһа ла мольбертты йыйып ҡуйҙы, ҡәләм-бумалаларын ҡат-ҡат тотҡоланы, буяуҙарын еҫкәп-еҫкәп кинәнде. Ул бит был еҫте мәктәпте тамамлағандан алып тойғаны юҡ. Ошо буяуҙар менән буялып үткән бала сағына ҡайтҡандай булды. Яратҡан уйынсығын тартып алып йәшергәндәр ҙә, хәҙер ул шуны табып алып иләҫләнеп ултыра һымаҡ. Рамаҙан... Рамаҙан ҡайтарҙы уға был рәхәтте... Рамаҙан уны ярата...

Ғәйниә ҡыҙҙың ҡыланыштарын ситтән күҙәтә-күҙәтә йөрөп киске мәшәҡәттәрен атҡара ла, баш сайҡап көлөмһөрәй:

– Йә, иҙәндә оҙаҡ ултырҙың... һыуыҡ алырһың. Кил, ашайыҡ. Бик булмаһа ҡосаҡлап йоҡларһың ул нәмәләреңде.

Ул аҙнала Рамаҙан ялдарға тиклем килә алманы, ниндәйҙер мәшәҡәттәре сығып торҙо. Шәмбе көн иһә ҡыҙҙы ҡабаландырып йыйындырып алып сығып та китте. Ауылына, өйөнә алып ҡайтып китте. Йөк машинаһының кабинаһында һелкенә-һелкенә елдергәндә, Зөлфиә асыҡлап маташа: – Рамаҙан, улай уңайһыҙ булмаймы һуң? Туғандарың аптырар бит?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Һигеҙенсе өлөш

– Ниндәй туғандар? Өйҙә баллар белә, көтөп ултыралар. Күрше-тирәләр ҙә... бөтә ауыл белә инде. Хәҙер һеҙгә килен алып ҡайтам, тип киттем, – егет уға ҡарап күҙ ҡыҫып уҡ ебәрә.

– Кит, улай итмәҫ кәрәк ине! – ҡыҙға был һүҙҙәр оҡшаһа ла, иркәләп егетенең яурынына еңелсә һуға.

– Шаяртам! Ҡурҡма. Ҡусты менән һеңле генә белә.

Зөлфиә юлға ла ҡарамай тигәндәй, ярым борлоп Рамаҙанға ғына текәлеп, уны һөйләндереп килә.

– Һин водитель икән әле. Шофер булып та эшләйһеңме әллә?

– Ауылда шулай ул, тем более фермала. Баш зоотехникмын тип эре генә йөрөп булмай. Кәрәк булһа һөт машинаһына ултырып һөт тапшырып киләһең, кәрәктә ветврач булып мал дауалайһың, унан малсылар юҡта мал ашатаһың, хатта бер мәл фермала тиҙәк ҡырырға ла тура килде.

– Ысынлап? Һа-һа-һа...

– Эйе! Һарай таҙалаусы эсеп тик йөрөй, алмаштырыр кеше юҡ, һауынсылар шаулай, бысраҡ, тиҙәр. Йән көйөп китеп, кейемде алмаштырып алдым да, вис ҡырып таҙартып сыҡтым.

– Вәт һин, әй! Маладис булғанһың...

Кабина яңғыратып көлөшә-һөйләшә ун биш саҡрымды үткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Машина яңы ҡарҙы иҙә тапап, зыулап килеп күк ҡапҡалы йорт янына туҡтаны. Өйгә килеп инеүҙәренә, ике үҫмер бала, төҙ баҫып, ҡаршы алып тора.

– Һаумыһығыҙ! – тип кемуҙарҙан ҡысҡыралар әле.

– Һаумыһығыҙ... – Зөлфиә лә уларға алмаш-тилмәш ҡарап ала. Бәтәш, былар бит игеҙәктәр! Шуны аңлағас, Рамаҙанға борола, тегеһе, “эйе” тигәнде белдереп, баш ҡаға ла, таныштыра:

– Гөлкәй менән Ғәзиз. Ә был...

Гөлкәй элеп тә ала:

– Зөлфиә! Беләбеҙ инде!

– Һин белмәгән нәмә юҡ инде, бөрсәкәй. Йә, саҡыр түргә! Нимә болғаның әле һин унда?

– Болғаманым – бешерҙем, – тип телләшә-телләшә усаҡ тирәһендә өйөрөлә башлай ҡыҙыҡай. Зөлфиә лә, ҡулын йыуып, уға ярҙамға килә. Тиҙҙән ҙур яҡтың уртаһындағы өҫтәл ярайһы һый менән тула. Аҙыраҡ ҡуйыраҡ булһа ла, татлы ғына һурпа әҙерләгән икән балалар. Рамаҙан да магазинға һуғылып өлгөргән, тәмле-татлыны теҙҙе. Табын тирәләп ултырышып, серле ҡарашып тынышып ҡалдылар. Ғаилә башлығы булараҡ, Рамаҙан һүҙ алды:

– Балалар... Зөлфиә... Һеҙ барығыҙ ҙа миңә бик ҡәҙерле кешеләр... һәм бына, ошо – һеҙ, һәр ваҡыт янымда булһағыҙ... бер-беребеҙ өсөн йән атып йәшәһәк ине, тием... Килешәһегеҙме?

– Эйе! Килешәбеҙ! – тип элеп алды Гөлкәй менән Ғәзиз.

– Мин дә килешәм, – тип хупланы Зөлфиә лә.

Балалар асығышып көткән икән, ихлас ашарға керештеләр, ҡыҙ уларҙы күҙәтә биреп, яратып ҡарап ултырҙы.

– Аша һин дә, – тип, һаҡ ҡына ҡулына ҡағылып алды Рамаҙан. Уның был ғәйепһеҙ генә хәрәкәтен балалар шундуҡ аңғарҙы. Аҫтыртын йылмандашып алдылар. Уларҙың был ҡылығынан йәштәр көлөштө.

– Разведка шәп эшләй, – тип ҡуйҙы Рамаҙан, – бигерәк тә Гөлкәй тигәне.

Гөлкәй, күҙҙәрен хәйләкәр уйнатып, Зөлфиәгә баҡты, йәнәһе ул шундай бына. Уның был үткенлеге, алсаҡлығы оҡшаны ҡыҙға, ынтылып, арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы:

– Бынауындай ике егетте ашатып, йыуып, ҡайһындай донъяны ҡарап йәшәгән хужабикә аҙыраҡ шаян да булмағас, ивет, матурым?

– Эйе-е... – ҡыҙ яҡлаусы табылғанға ирәбеләнеп китте. Шулай көлөштөләр ҙә көлөштөләр. Рамаҙан ҡустыһы менән һеңлеһенең бәләкәй саҡтарын хәтерләп тә көлдөрҙө, уға армияға яҙған хаттарын яттан һөйләп тә көлдөрҙө – күңелле булды. Аштан һуң табаҡ-һауытты бергәләп йыйыштырҙылар ҙа, әлеге Гөлкәйҙең “мәҙәни программаһы” буйынса әллә нисә төрлө өҫтәл уйыны уйнап ташланылар. Ҡыҙыҡай ысынлап етди әҙерләнгән икән. Бында ла көлөшөп һындары ҡатты, төрлө заданиелар башҡарып йүгерештеләр, ашығып наказдар үтәнеләр. Әсәһе-атаһы араһында бер үҙе генә үҫкән Зөлфиә, ғаиләлә былай күңелле була алғанын белмәгән дә икән. Уның хатта студент тиҫтерҙәре араһында ла был хәтлем шашып көлгәне, онотолоп шаярғаны, эскерһеҙ рәхәтлек кисергәне булмағанмы? Тимәк, бөтөн тормош, бәхет, тулылыҡ тик ошонда – бында – Рамаҙан янында...

Ятҡас та, артыҡ ярһыуҙанмы, һаман тынысланып йоҡлап китә алмаған Гөлкәй, уға сер систе:

– Яңы йылдан һуң һин беҙгә күсәңме?

– Нишләп улай тиһең? – Зөлфиә лә шыбырлап һорай.

– Ағайым әйтә... Миңә әйтмәне инде... но мин уның атай килгәндә һөйләшкәндәрен ишеттем...

– Нимә ишеттең?

– Яңы йыл байрамында һине барып һөйләшеп, никах яһарға кәрәк, тип...

– Гөлкәй, ололарҙың хәбәрен тыңларға ярамай, – яңылыҡтан шаңҡый төшһә лә, Зөлфиә уны шаяртып бүлдерә.

– Мин дә бәләкәй түгел, быйыл ун өс тулды.

– Эйе, ҙурайып киләһең. Йоҡлайыҡ, әйҙә... Ябын яҡшыраҡ итеп...

Ә үҙе керфек тә ҡаға алманы. Төпкө бүлмәлә ятҡан Рамаҙандың тын алышын ишеткәндәй булып, уның яҡынлығын тойоп, эргәһендә тулаған Гөлкәй әйткәндәрҙән башы буталып, берсә йылмайып, берсә күңеле тулып йәшкәҙәп, ятты ла ятты. Ә ҡышҡы төн оҙон, бик оҙон шул. Таң яҡтырманы ла яҡтырманы. Һәм бөтөн хикмәтле тарих тап ошо оҙайлы төндән башланды ла һымаҡ...

 

***

Өшөп-туңып, иң алама автобустарҙың береһендә донъя сигенә китеп бара Зәбир. Үҙ мәйелендә булһа, был яҡҡа ғүмерҙә лә аяҡ та баҫмаҫ, ошондай ерҙәрҙең барлығын белергә лә теләмәҫ ине лә. Йөрәк мәжбүр итә шул, йөрәк... Зөлфиәнең киткәненә өс айҙан ашыу ваҡыт үтте, теге мәлдәге бер шылтыратыуҙағы яҙа-йоҙа хәл белешеүҙән тыш, осмот хәбәре юҡ. Һыуға сумғандай юҡ булып ята. Хат та яҙманы, адресын да... адресын белә ала инде ул, ҡайҙалығы билгеле бит, әммә үҙенең асыҡлап яҙып һалмауы бигерәк сәйер тойола. Эске һиҙемләүе менән бында ниндәйҙер бер сер барлығын да, шымып уҡ ҡалыуынан уға билгеле булмаған яңылыҡтар тыуыуын да самалай. Тик, нимә? Зөлфиә бик етди ҡыҙ, тип уйлай ул төрлөсә фаразлап, хатта нисектер тарҡауыраҡ, баҙнатһыҙыраҡ, сәйерерәк тә, уға, ғәҙәттә, тота килеп егеттәр йығылып китмәй. Бөтөн ошо булмышы уны аҙыраҡ аңышыраҡ та итеп күрһәткәндәй бит – шуғалырмы. Ә бит үҙе сибәр генә. Шулай ҙа бер ҡатлы инде, бигерәк бер ҡатлы һәм тик хис менән генә йәшәй торған йән. Ҡыҙҙы инде ике йылдан ашыу яҡшы өйрәнгән һәм уның йомшаҡ яҡтарын белгән егет, бәләнең ҡайһы яҡтан килеү мөмкинлеген самалай.

 

Үҙен нисегерәк тоторға икәнде лә уйлап килә Зәбир. Бығаса ул ҡыҙҙың ауыҙын да астырмай, һәр нәмәне үҙенсә хәл итеп йөрөнө. Зөлфиәнең иһә, ғәҙәти тормошта талаптары ла, нимәгәлер айырым теләге лә булманы бит. Ул һүҙһеҙ генә ризалашты ла ҡуйҙы. Күп нәмәгә битараф, барыбер һымаҡ ҡараны ла шикелле. Зәбирҙең үҙен дә шулай ҡабул итмәнеме һуң? Был хәҡиҡәттән егеттең күкрәк тәңгәлендә нимәлер семетеп китә лә, аяҡ остарына тиклем һалҡынлыҡ йүгерә. Юҡ, туҡта, бер институт студенттарын тота алғанды, шул бер мәмәй ҡыҙҙы ауыҙлыҡлай алмаҫҡа торамы әллә? Көтөп тор, Зәбир, көтөп тор – ҡыҙма... Барыһын да уйлап, самалап ҡына хәл ит...

Ҡар ҡаплаған ауыл буйлап көрткә бата-сума, ялтыр ботинкаларын һыуландырып, хисапсы ҡыҙҙың ҡайҙа тороуын һораша-һораша килә торғас, ҡапҡа алдын ҡар көрәп йөрөгән ҡатынға өндәшәйем тип ауыҙын асһа, Зөлфиәне танып, телһеҙ ҡалды. Өҫтөндә оло фуфайка, аяғында калушлы быймалар, башында ниндәйҙер ялбыр шәл... Ҡыҙарып тирләп төшкән... Юл буйына, автобуста ла, ауыл урамдарында ҡатын-ҡыҙҙың да, ирҙәрҙең дә туптай булып аңлайышһыҙ кейемдәрҙә йөрөгәненә сәйерһенеп ҡарап килә ине – бына һиңә, мә – Зөлфиә тора шулай.

Зөлфиә лә юғалып ҡалды, хатта, ҡасырға урын эҙләгәндәй, аҙарынып та китте инде әллә. Һәр хәлдә, Зәбиргә шулай тойолдо. Шуға ул ҡапыл алға ынтылып, ҡыҙҙың көрәк һабына йәбеште:

– Зөлфиә! Ни эшләп йөрөйһөң ул? – унан ашығып хатаһын төҙәтте. – Һаумы... ҡасҡалаҡ.

– Сәләм... – йәштәр һынаулы ҡарашып ҡалды. Егет ҡыҙҙы тишә яҙып баштан-аяҡ һөҙөп сыҡты:

– Ну и ну-у...

– Ә нимәһе? Бында – ауыл, – эйәген күтәрә биреп яуаплауы ла яңыса, ул бындай ҡырҡыу холоҡло Зөлфиәне белмәй әле.

– Ауыл тигәс тә... Һиңә былай килешмәй, Зөлфиә...

– Шуны тикшерергә килдеңме?

Егет тағы ла яуап тапмайыраҡ ҡалды. Әһә... бында ниндәйҙер хикмәт бар! Һәм был хәлде ҡатылыҡ менән алып булмаҫы көн кеүек асыҡ. Йәһәтләп икенсе ыҙанға күсте:

– Юҡсы. Мин былай... һөйгәнем китте лә юғалды, уның менән берәй бәлә-ҡаза булып ҡуймаһын тип, бәлки практикаһын иртәрәк яптырып ҡайтара алыуға килешә алырмын тип, килеүем. Шат түгелһеңме ни? Ҡалай уҫал ҡаршы алаһың?

Ҡыҙ уны урамда тота алмаҫын аңланы һәм теләкһеҙ генә өйгә әйҙәне:

– Әйҙә, үт...

Ғәйниә апай ят ҡунаҡты һағайып ҡаршыланы, тәҙрә аша уҡ күреп тора ине инде, кем булыр был тип...

– Һаумыһығыҙ! –инеүсе ихлас сәләмләне. Инде лә өй эсен байҡап ҡарап сыҡты, – Минең аппағым ошонда көн итә икән... – унан хужабикәгә төбәп өндәште, – Зөлфиәмде һыйындырып торғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтлемен һеҙгә.

Уның артында торған ҡыҙ ҙа, ҡаршыһындағы хужабикә лә бер мәлгә албырғаны, Зөлфиә хатта төкөрөгөнә сәсәп китте. Егет йәһәтләп арҡаһынан ҡаҡты:

– Бөттө-бөттө... Аппағым..

Зөлфиә ҡапыл сәбәләнеп уның ҡулын һелкеп төшөрҙө. Зәбир быны аңламамышҡа һалышты. Һаман янында бөтөрөлдө:

– Тәрән итеп тын ал әле, хәҙер үтә...

Ниһайәт, ҡыҙ ҙа тынысланды, ҡунаҡ та үтеп ултырҙы. Ғәйниә плитә аҫтына ут тоҡандырып, баҡырсаға һыу өҫтәне. Зөлфиә ҡулдарын йыуып килеп урындыҡ ситенә терәлде лә, алдына ҡарап тынып ҡалды. Зәбир иһә, уны бында ҡолас йәйеп ҡаршы алғандарҙай шикелле, мольбертҡа беркетелгән картинаны ҡарай башланы:

– Оһо! Кемдең эше? Һеҙҙекеме? – тип хужабикәгә төбәлде.

Ғәйниә уның был һорауына бөтөнләй аптыраны:

– Атаҡ! Нишәп минеке булһын ул? Бынағайыш...

Зәбир хайран булған ҡарашын ипләп кенә ҡыҙға күсерҙе, уныһы быларҙы ишетмәй ҙә.

– Зөлфиә?.. Һинеке что ли?

Ҡыҙ яуапларға уйламай ҙа, башкөллө ниндәйҙер уйҙарға сумған. Уның өсөн апай яуаплай:

– Уныҡы-уныҡы. Ҡайҙан килдегеҙ һуң һеҙ? Таныш та түгелһегеҙме әллә?

Егет иһә үҙ сиратында тороп баҫа һәм ҡыланып рәсми рәүештә баш эйә:

– Йоматов Зәбир Закир улы. Зөлфиәнең дуҫы, дөрөҫөрәге, һөйгәне.

Шул ваҡыт Зөлфиә лә айнығып китеп, уға утлы ҡараштарын атты. Ғәйниә бер ҡыҙға, бер егеткә төбәлде:

– Ы-ы... һөйгәне үкме ни?..

– Кит әле! Әллә нимә һөйләп тораһың шунда! – ҡыҙ ҡыҙып китеп тороп кейенә башланы ла, ишекте шартлатып ябыр алдынан, – Малды үҙем ҡарайым, һеҙ сәй эсегеҙ, – тигәне ишетелеп ҡалды.

Зәбир, һауалағы көсөргәнеште йомшартыу өсөн, көсәнеп йылмайҙы:

– Шулай уҫал ул минең аппағым.

Ғәйниә, өндәшмәҫтән, аш йүнәтә башланы. Егет ҡыҙҙың эш өҫтәле артына ултырып, табаҡ-табаҡ булып ятҡан таблицаларҙы ҡараштырҙы, һандар менән сыбарланған дәфтәрҙәрен асҡыланы. Шулай ултыра торғас, күҙе дәфтәр араһындағы оҙон яҙмаға төштө. Эш ҡағыҙылыр тиһә... хат бит... туҡта... уға яҙылған...

Ике битлек хатты уҡып сыҡҡансы бер янды, бер һүнде Зәбир, ҡулдары ҡалтырап, күҙ ситтәре зәңкеп сыҡты. Күҙ алдын ҡанлы пәрҙә һымаҡ булып асыу уты ҡапланы. Бына нимәләр бар икән бында!.. Бына төтөн ҡайҙан сыға... Тә-әк...тә-әк...тәк! Былай бармай! Бөгөн үк, алып китергә кәрәк был ҡыҙҙы. Бөгөн үк. Хәҙер үк! Тик... тыныслыҡ... тыныслыҡ тик тыныслыҡ менән генә. Башҡа юл юҡ.

Табын әҙер булғас, урындыҡ түрендә ултырып, ауыл һыйын, ауыл тормошон, хужабикәнең ризығын түгелеп маҡтаны егет. Апайҙың ләм-мим яуап ҡайтармағанында ла эше булманы, гүйә, ихлас, асыҡ булып, ләпелдәне лә ләпелдәне. Унан, тамаҡ ялғағас, Зөлфиәне эҙләп, тышҡа сыҡты. Ҡыҙ, ҡоҙоҡтан һыу сығарып, малдарҙы һуғара ине. Көлөмһөрәп ҡарап, янына килде:

– Һоҡланам һиңә, Зөлфиә. Мал ҡарап үҫмәһәң дә, ҡалай тиҙ өйрәнеп алғанһың. Ҡар көрәйһең... һүрәт төшөрәһең... Ауылда һинең күп һәләттәрең асылған, ә?

Ҡыҙ уны ишетмәмешкә һалышты.

– Ауыл һауаһы килешкән бит һиңә, аҡыллым. Тағы ла матурайып, алһыуланып киткәнһең, – тип килеп ҡосаҡлап та маташҡайны, ҡыҙ ҡулындағы биҙрәһен күтәреп араға ҡуйҙы. Быныһын да “йотто” егет. – Тик бына кәйефең генә юҡ һымаҡ... Ни эшләп улай? Ҡайтҡың киләме? Ә? Бөгөн үк алып китәм!

– Юҡ! – ҡыҙ ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

– Ниңә “юҡ”? Әллә һиңә бында оҡшаймы? – ул янда туҙышып йөрөгән һарыҡ-кәзәләргә, уларға аңшайып ҡарап торған ике һыйырға ҡулдарын иҙәп көлөп үк ебәрҙе. – Ҡайһыһы нығыраҡ оҡшай быларҙың? Әйт! Теләгәнеңде һатып алып алып ҡайтам.

Хәҙер инде Зөлфиә уға нәфрәт менән ҡараны. Нисек итеп?.. Нисек итеп ул бығаса Зәбирҙе яҡын юлатҡан? Уның ошо... сөсө йылмайыуын... нәҙек иренен... төҫһөҙ керфек-ҡаштарын... ап-аҡ нәҙек ҡулдарын күрмәгәнме ни? Һуҡыр булғанмы, иҫһеҙ булғанмы әллә? “Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ мине был кешенән!” тип ҡысҡырғыһы килде уға текәлеп ҡарап тороп. Ә Зәбир уның ҡарашын үҙенсә аңланы һәм етди хәбәргә күсте:

– Зөлфиә, ярай, уйнаныҡ – булды. Эшеңде тамамла ла, йыйын. Бөгөн һуң инде, иртәнге автобусҡа сығабыҙ. Директорыңа мин иснтитуттан хат әҙерләп ебәрермен. Практикаңды тулы үтте тип иҫәпләрҙәр.

– Мин бер ҡайҙа ла бармайым.

– Әллә ҡайҙа алып китәм тимәйем бит, аппағым, әсәйеңә илтеп ҡуям. Ике ай ваҡытың бар әле, рәхәтләнеп, иркәләнеп ял итәрһең.

– Юҡ. Мин... мин, моғайын... ошонда бөтөнләйгә ҡалырмын да әле...

– Нисек инде?... Был ниндәй ҡырағай...

– Зәбир! Һин кит, йәме? Зинһар?.. – унан ҡапыл туҡтап, ҡапҡанан инеп килгән кешегә ынтылды, – Рамаҙан! Рамаҙан килде!

Ҡупшы ҡара пальтолағы егет тәрән итеп бер тын алды ла, ялтыр ботинкаларының үксәһендә генә “шыҡ” итеп өйөрөлөп, әйләнеп баҫты. Ҡапҡанан кәүҙәле генә ир-егет инеп килә. Ҡулдарында ниндәйҙер ҡумталар. Зәбир уны ла йәһәт кенә күҙҙән үткәреп өлгөрҙө: өҫтөндә иҫке ҡара куртка, башында спорт шапкаһы, аяҡтарында брезент йылы итектәр.

Ул яндарына килеп етеүгә, пальтолағы уға ҡул һуҙҙы:

– Ҡунаҡ киләме? Сәләм-сәләм, эшсе-крәҫтәингә!

Рамаҙан Зөлфиәгә ҡараған килеш кенә быға ҡулын бирҙе:

– Сәләм. – Унан ят кешегә боролдо, – Бында кем ҡунаҡ икән әле?

– Рамаҙан... – тип ҡыҙ тотлоға биреп хәбәр башлағайны ла, Зәбир уны һаҡһыҙ бүлдереп китте:

– Эйе, мин ҡунаҡтыр, ахыры. Бына, һөйгән ҡыҙымды алырға тип килдем. Юғиһә, бында, ниндәй рәүешкә төшөп, ауыл ҡатынына әүерелеп бара, – тип һаһылдап көлөп тә ебәрҙе.

Рамаҙандың йөҙө үҙгәрә төштө. Ҡаушай биреп, Зөлфиәгә төбәлеп торҙо. Уныһы килеп беләгенә йәбеште лә:

– Рамаҙан! – ике уртала сәбәләнде, – Зәбир, бар һин инеп тор әле!

Рамаҙан уға иғтибар итмәҫтән, ят әҙәмгә төбәлде:

– Һин кем?

– Мин Зөлфиәнең егете, – тине тегеһе ҡыйыу ғына.

Рамаҙан Зөлфиәгә боролдо:

– Зөлфиә, был кем?

– Рамаҙан! Мин хәҙер һиңә барыһын да аңлатам... Рамаҙан... дөрөҫ түгел... һин уйлағанса түгел... Зәбир! Кит тинем!

Рамаҙан ҡулындағы ике ҡумтаһын Зөлфиәгә һондо:

– Зөлфиә, ошоларҙы Ғәйниә апайға индер әле.

– Рамаҙан!.. Һөйлә...

– Зөлфиә, – тине хәҙер инде һәр һүҙен өҙөп-өҙөп, – Бар. Индер. Хәҙер артыңдан инәм.

Ҡыҙға әйберҙәрҙе алып инеп китеүҙән башҡа сара ҡалманы, инде лә ҡорған ситенән тәҙрәгә һарылды.

Тышта егеттәр тексәйешеп ҡалды. Зәбир тиҙерәк һүҙ менән алдырмаҡсы булып ашыҡты:

– Мин барыһын да аңлайым... Ҡаланан килгән матур ҡыҙ, романтика... Әммә ул ауыл өсөн түгел. Ул бынан өс көн эсендә ялҡып ҡасасаҡ. Һин шуға ышандыңмы ни?

– Һеҙ уның менән күпме таныш? – Рамаҙан был һорауҙы теш араһынан һығып сығарҙы.

– Ике йылдан ашыу. Ике йылдан ашыу беҙ бергә. Иртәнән кискә, кистән таңға тиклем бергә булдыҡ. Валлаһи, алдамайым.

– Ә ни эшләп ул һине бер генә лә телгә алманы?

– Ҡатын-ҡыҙҙар бит улар шундай елбәгәй халыҡ. Һин бынау спецовкала, тиреҫ еҫе менән, грузовойҙа... уға, ҡала мөхитендә үҫкән ҡыҙыҡайға, әллә ни экзотика кеүек булғандыр инде. Мауығып алғандыр бер аҙ. Була бит шулай?..

– Белмәйем. Беҙҙә улай булмай.

– Рамаҙан... Рамаҙан бит әле һин? Вот нимә, дуҫ, Зөлфиә бит художник, уның натураһы шундай, ул тиҙ генә юҡ-барға әүрәй, башын юғалта. Был уға илһам өсөн кәрәк. Ул бит һәләт! Ә һин уны ошонда, һыйыр-кәзәләр араһында тоторға итәһеңме?

Был һүҙҙәргә Рамаҙандың бер дәлиле лә булманы. Ә Зәбир теҙҙе генә:

– Мин быйыл уҡыуҙы тамамлайым, аспирантураға Мәскәүгә китәм. Зөлфиәне лә алам, өйләнеп, әлбиттә. Уның урыны шунда – баш ҡалала. Унда уның кеүек рәссамдар, күргәҙмәләр, музейҙар, театрҙар... Аңлайһыңмы? Ә бына бында, быймалар, фуфайкалар кейеп... Һин уның ҡулдарына ҡарағаның бармы? Ул бармаҡтар кисточка тотоу өсөн генә яратылған!

Рамаҙан тора-тороп ҡапыл һөйләүсенең яғаһынан бөрөп алды ла, йөҙөн үҙенә яҡын уҡ килтереп, уҫал шыбырланы:

– Һин Зөлфиәне ысынлап бәхетле итәсәкһеңме? Ысынлап уны рәссам итеп үҫтерәһеңме? Әйт!

Аяҡтары ерҙән ысҡына барыуға Зәбирҙең теле көрмәлде:

– Ы-ыс-сын... Һ-һүҙ бирәм... а-ант ит-тәм...

Киләһе секунда Рамаҙан ҡулында ҡалтырап төшкән ҡунаҡты ҡарғы быраҡтырып, оҙон-оҙон баҫып ҡапҡаға юлланды. Бөтөн был хәлде ҡорған егенән күҙәтеп торған Зөлфиә, өйҙән ойоҡсан атылып килеп сығып, егет артынан ташланды:

– Рамаҙа-ан! Рамаҙан! Һин ҡайҙа?

Уның шул тиклем асырғаныулы тауышынан туҡтап ҡалды тегеһе, боролоп баҫты:

– Зөлфиә... мин китәм... Һинең бәхетле булыуыңды теләйем.

Ҡыҙ уның ҡулдарына тотоп алды, кирегә һөйрәне:

– Рамаҙан!.. Хәҙер үк инәһең! Юҡ, хәҙер мин...

Егет уны яурынынан тотоп һелкетте:

– Минең арттан килмә. Йөрөмә. Яланғасһың, туңаһың, бар ин, – ҡыҙҙың сатырлап йәбешкән ҡулдарынан ысҡынып, уны этәрә биреп үк ебәрҙе. Ҡапҡа ныҡ ябылып ҡалды.

Зөлфиә шунда ҡапҡа төбөндә һығылып төштө. Ҡысҡырырлыҡ тауышы ҡалманы, бары тик йомшаҡ ҡарҙы сапсып, ыңғырашты:

– Рам-маҙа-ан... Рама-ҙа...ннн... йән-нем... Ра-ма....ннн...

Унан, үҙенә ярҙамға ташланған Зәбиргә, яҡын юламаҫлыҡ итеп ыҫылданы:

– Кит!.. Күҙемә күренмә... Күрәлмайым һине, күрәлмайым!

Өйгә йүгереп инеп төпкө бүлмәләге карауатҡа ҡоланы ла, бер һорауға ла яуап бирмәй, хужабикәне лә, Зәбирҙе лә ишетмәй-күрмәй, йомарланып тик ятты. Ғәйниә апай ҡунаҡҡа йыйынып китергә ҡушты, уныһы талап ителгәнде йәһәт үтәне – юҡ та булды. Зөлфиә шул ятҡандан тора алманы, ысынлап ауырып киттеме, хәлһеҙ, хисһеҙ, көсһөҙ булып тик ятты. Ғазаплы оҙон төндәр, хәсрәтле көндәр үтә торҙо. Рамаҙан килмәне. Ғәйниә уға нисек кенә сәләм ебәреп, килеп етергә ҡушып ҡараһа ла, егет һынманы. Ахырҙа, ҡыҙҙың ата-әсәһенә хәбәр итте, улары йәһәтләп килеп етеп, ҡыҙҙарын балалай итеп төрөп алып сығып, машинаға һалып алып ҡайтып киттеләр. Һәм бөтөн был мөхәббәт тарихы тап бына ошо рәхимһеҙ ваҡиғанан башланды ла шикелле. Яратыуҙың, бәхет булыуҙан бигерәк, һары һағыш икәнлеген төшөнгән, тойған, кисергән ваҡыттан.

*** Сылтыр гөрләүек кеүек кенә нескә моң ошо нәҙекәй кәүҙәнең әллә ҡайһы еренән сығалыр? Юғары ноталарҙа талпынып-талпынып китә үҙе. Әйтерһең, нәҙек беләктәрен елпеп осорға ынтыла. Шул ваҡыттарҙа Рамаҙан урынынан ҡалҡына биреп ҡуя, әллә ынтылып ҡыҙын тотоп ҡалырға, әллә ярҙам итергә теләй. Йөҙөнә әллә ни төрлө кисерештәр сыға. Ҡаштары күтәрелеп, күҙҙәре киң асылып, муйыны һуҙылып, онотолоп моңға ҡуша бәүелеп китә. Ә йыр, берсә бөҙрәләнеп күпереп, берсә аҫҡа төшөп баҫылып, берсә һығылмалы, бөгәрле, үҙәкле юлдарҙан ағылып дауам итә. Һәм... бына! – Браво! – Молодчина! – Браво-браво-о!

 

Дәррәү ҡул сабыуҙар залды күтәреп оса. Рамаҙан үҙе йән көсөнә устарын усҡа һуғып ултыра, үҙе халыҡтың шулай шаулауына хайран булып ултыра. Кемде шулай алҡышлайҙар һуң? Уның ҡыҙын!

Тотоп килгән сәскәһен дә сығарып бирә алманы. Сәскә һоноусылар сәхнәнең аҫтында ла, өҫтөндә лә күбәйеп китеп, сират яһап ташланылар. Шуға улар араһында этешеп-төртөшөп йөрөгөһө килмәне. Концерттан һуң тапшырыр ҙа ҡуйырмын тип, ҡуҙғалманы. Артабан тамаша дауам итеп, йыры ла, бейеүе лә ҡушылып барып, арыта биреп тә китте. Былай ҙур урында, көслө музыка, көслө уттар аҫтында концерттар ҡарап өйрәнмәгән ауыл кешеһенә еңел түгел. Шаршау ябылғас та гөрләп ҡул сапҡан рәттәр араһында көтә биреп тороп, ағым менән ҡуша барып, унан шул ҡайнаш араһында саҡ өҫ кейемен эләктереп алып, көскә тышҡа сығып баҫты. Ҡулындағы сәскәһе, ярай әле, тере ҡалды. Шуны һаҡлайым тип тә аҙ төрткөләнмәне инде. Ул ара һауа һулап йөрөп алды, тирләп киткән арҡаһын яҙҙы. Тегеләй-былай үткеләп, афишаларҙы, артистарҙың фотопортреттарын ҡарап сыҡҡансы, ишектә ҡыҙы пәйҙә булды.

– Атай! – тип ҡысҡырҙы ул ҡырҙан уҡ. Ана, елпелдәп килеп ултырыуы!

Рамаҙан, ҡаршы барып, ҡосаҡлап-һөйөп алды. Ғәҙәттә, улай итмәйҙәр улар, өйҙә ҡосаҡлашып үбешеү ғәҙәте юҡ. Әммә был осраҡта шунһыҙ мөмкин дә түгел һымаҡ. Ниндәй ҙур ваҡиға бит! Йырсыға уҡыған студент ҡына ҡыҙын билдәле артистар рәтендә ҙур концертҡа алдылар. Һәм ҡайһындай итеп сығыш яһаны ла!

– Ҡыҙым... Алтыным минең, ҡошсоғом... Маладисһың, маладис, – тип сәскә һонғанда хатта тауыштары ҡалтырап китте.

– Уй, ҡурҡтым! Уй, тулҡынландым! Сыҡҡанда күлдәгемдең яғалары ҡалтырап торҙо – күрендеме?

– Юҡ-юҡ, ундай бер нәмәне лә аңғарманым, әммә бәләкәс кенә Зөлфиәмдең Мәскәү залын яңғыратҡанын күрҙем. Бына ошоноһон ҡайтып һөйләрмен инде.

Ҡыҙыҡай, атаһының беләгенә аҫылынып, әленән-әле йөҙөнә ынтылып ҡарап “сар ҙа сор” булып хәбәрен һөйләй-һөйләй, атлап киттеләр. Бына инде, кинйәкәүе менән ҡултыҡлашып йөрөп ята. Мәскәү урамдары буйлап. Кем уйлаған, уның балаһы шулай ҙурайыр ҙа, атаһын концертҡа саҡырыр һәм шуны билдәләү өсөн ресторанға юлланырҙар, тип.

Концерт залынан алыҫ түгел икән ултырыр урындары. Ыҡсым ғына яҡты ергә килеп инделәр. Зөлфиәһе алдан өҫтәл заказлаған. Салаттар, йылы аш алып теҙҙеләр. Бокал төбөндә конъяк та килде. Ир алдына ултыртылған эсемлеккә текәлә биреп киткәс, ҡыҙы көлә-көлә аңлата һалды:

– Ошо хәтлем ергә килеп, ресторанда конъяк та эсмәнеңме тип әйтәсәктәр бит һиңә ауылда. Шуға алдым быныһын.

– Ә-ә... ярай. Был ғына зыян итмәҫ.

Һут менән конъяк бокалдары сәкәште. Уларҙың зыңы бер нисә секунд һауала сыңлап торҙо.

– Ярай, ҡыҙым, һинең уңыштарың өсөн!

– Рәхмәт, атай, килгәнең өсөн!

Артабан һүҙ Зөлфиәнең нисек концертҡа әҙерләнгәне, нисек сығыш яһағаны, кемдәр нимә тип әйткәне һәм киләсәккә ниндәй пландар ҡороуы тураһында барҙы. Рамаҙан ҡыҙының шундай ынтылыштар, сәмле хыялдар менән йәшәүенә ҡыуанып бөтә алмай тыңланы ла тыңланы. Әллә артыҡ хисләнде, әллә әлеге ике-өс йотомдай конъяк башҡа бәрҙе, күңеле йомшарҙы.

– Атай... әлдә һин бар, – ти, етмәһә ҡыҙы, күҙҙәрен мөлдөрәтеп тороп, – Һинһеҙ мин бында була ла, уҡый ҙа алмаҫ инем. Икеһе лә йәшкәҙәне. Ҡыҙының алһыу биттәре буйлап тәгәрәгән тамсылар тәрилкәһе ситенә “тып-тып” тамдылар. Рамаҙан да кеҫәһенән ҙур ҡулъяулығын сығарып, ҡыҙара төшкән күҙҙәрен, танауын һөрттө:

– Тағы ла әллә ҡайҙарҙа булырҙың әле. Уҡы, тырыш, һәләтеңә хыянат итмә. Ә мин инде, хәлемдән килгән тиклем... Ярай... шатлыҡ йәштәре булды былары...

Сыҡҡас тағы ла аҙыраҡ йылға яры буйлап һуҙылған аллеяла йөрөнөләр ҙә, метроға төштөләр. Рамаҙан ҡыҙын ятағына алып барып ҡуйҙы ла, ятҡан фатирына китте. Уны ваҡытлыса йәшәргә индергән ҡарсыҡ күптән ятҡан, шуға шым ғына үҙ бүлмәһенә үтеп, утты һүндерҙе. Тик ҡапыл ғына йоҡлап китә алманы. Кисерештәре, күңеленә тулған шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғолары урғылып, йәнен тулатты ла тулатты. Һаман-һаман сәхнәлә талпынып-талпынып ария башҡарған ҡыҙсығы күҙ алдына килде. “Эй, ҡурсағым минең... сыпсығым...” тип, иркәләп шыбырланы, әйтерһең балаһы ишетеп тора. Унан әсәһе рухына өндәште:

– Әсәкәйем... күрҙеңме? Һинең хыялыңды ейәнсәрең тормошҡа ашырҙы, әсәй... Һинең һәләтең үлмәне, ул Зөлфиәңдә йәшәй... Әсәй, эй, әсәйем...

...Рамаҙан төнгө фермаға килеп ингәндә, ҡарауылсы бер-ике шешәләше менән эсеп ултыра ине. Был ваҡытта йәш түрәнең килеп сығырын көтмәгән ирҙәр ҙә, төн йөҙөндә ҡарауылсы йортонда байрам барғанын белмәгән егет тә башта аптырап ҡалды. Эстәгеләр шешәләрен йәшереп маташты ла, өлгөрмәгәндәрен аңлап, кире ултыртты. Рамаҙан да, бындайҙы тыйырға тейеш булһа ла, боролоп ҡына сығып китергә уйланы ла, ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Ҡарауылсы ағай туҡтатты:

– Рамаҙан ҡусты, тороп тор... Ҡалай йөҙөң юҡ. Ни булды?

Егет уларға кире әйләнеп баҫты. Ул ысынлап танымаҫлыҡ хәлгә ингәйне. Тарҡау ҡараштарын бер ирҙәргә, бер өҫтәлдәге шешәгә шылдырҙы. Өлкән ир, йәһәтләп шешәгә тотондо:

– Ҡустым, кил әле, кил. Төндә үрһәләнеп йөрөүеңә ҡарағанда... һиңә саҡ ҡына күңел бушатыу ни памишайыт.

Егет өндәшмәй генә килеп өҫтәл артына ултырҙы. Һалып бирелгән сирек стакандай араҡыны ҡапыл күтәреп йотто ла (“Һәнәк” журналы –эскелеккә ҡаршы!), сытыраймайҙа ҡатып ҡалды. Бер килкенән һуң ғына тәрән тын алып ебәрҙе.

– Булды... эйе, төшөп китте, – тип хупланы уны ирҙәрҙең береһе.

Алдына икмәк, әрселгән түңәрәк картуф, йомортҡа теҙҙеләр:

– Ҡабып ебәр, ҡусты. Улай уҡ бөтөрөнмә, был донъяла ирҙәр иңе күтәрмәй торған зар юҡ.

– Эйе. Бына минең баш ней генә күрмәгән, тигәндәй: яңғыҙлыҡ та, төрмә лә-хөрмә лә тигәндәй... йәшәйбеҙ бит әле... Все – нипашем!

Икенсе һалып бирелгән дә тотҡарлыҡһыҙ ғына төштө эскә. Артабанғы эскәндәрен хәтерләмәй, шунда уҡ йығылғанмы, әллә тағы ла ултыра биргәнме – белмәй. Иртәнсәк уянғанда, ҡарауылсының урынында алама юрғанға уранып шыбыр тир булып ята ине. Һикереп тороп баҫты. Теге ағай мейескә ут яғып, плитәһенә сәйнүк ҡуйып ҡайтып киткән икән. Ҡулъйыуғыста бит-ҡулын сайып, ҡаты итеп бешерелгән сәйҙе ауыҙын яндыра-яндыра уртланы. Эйелгәндә мейеһе ҡойолоп ҡына килгәндәй. Ҡайҙан? Ҡайҙан ғына юлыҡты һуң бында? Ниңә ултырып ҡалды? Машина аккумуляторына ҡойорға һыу һорайым тип кенә ингәйне бит, тәҙрәлә һаман ут барлығын күреп... Өйҙә туғандары борсолдо инде... Все! Беренсе һәм һуңғы тапҡыр!

Тик һуңғы тапҡыр булманы... Һәр осрағында теш ҡыҫып ант итһә лә, һуңғы тапҡыр булманы әле был хәл. Йөрәк әрнеүен баҫыр көс табылманы. Көндөҙөн нисек тә эш һәм мәшәҡәттәр менән баҫылып йөрөһә лә, кистәрен ҡайтып ҡына ята алмай аҙапланды. Үҙ уйҙарынан, ғазаптарынан арыны, әммә арына ла алманы. Шуларҙы ниндәйҙер берәй арауыҡҡа ғына онотоп тороу сараһын эҙләне лә – тапманы. Ваҡыты-ваҡыты менән араҡы ғына ярҙамға килде. Бығаса эсмәгәс, уны йыйындарға саҡырып күнекмәгән йәштәр, бер-нисә тапҡыр бәүелә-бәүелә ҡайтып барғанын аңғарғандан һуң, уны ла шәмбе кистәренә индереп алдылар. Бигерәк тә был байрамдарҙы ойоштороусы ҡыҙҙар яратты. “Рамаҙан да Рамаҙан” тип кенә торҙолар. Айырыуса, Миңһылыу тигән күрше ауыл ҡыҙы өҙөлдө. Егет ни сәбәптәндер килмәй ҡалһа, уның артынан кеше ебәртте. Йә шәмбегә ҡарай нисек тә саҡырып ҡуйыу юлдарын тапты. Унда аяҙыны, ысынбарлыҡтан айырылды Рамаҙан, уйнаны-көлдө, бейене-йырланы... иртәнсәген ауырыны, әммә икенсе шәмбе кисе тағын шуны уҡ ҡабатланы.

– Рамаҙан, бер нәмәгә лә ҡайғырма, ҡыҙҙар улар трамвай кеүек, береһе китһә, икенсеһе килә, – тип йыуата уны серен белеп алған шул ҡыҙ өҫтәл артында. Уны башҡалары йөпләй:

– Әйҙә, улар – беҙҙән ҡалғандар илаһын! Ә беҙ күңел асабыҙ!

– Һиңә барам тигән ҡыҙҙар – море! Теләһәң, бына, мине ал! Хи-хи-хи! Теләһәң, ана – Миңһылыуҙы! Күптән һиңә сохнет!

Кемеһелер йыр менән элеп ала:

Кемдәр ғүмер итә икән

Беҙҙән ҡалған йәрҙәр менән, иһа-һа-ай!

...Бер уянып китһә, эргәһендә ярым яланғас Миңһылыу йоҡлап ята. Сатнаған башын саҡ күтәреп, тирә-яғына баға: иҙәндә – кемдәрҙер, арыраҡ, диванда, тағы бер пар...

 

 

Эләгә-тәгәрәй йөрөп кейемдәрен эҙләп кейҙе. Шул ваҡыт Миңһылыу ҙа уянды:

– Иртә бит әле...

– Мин... ҡайтам. Ҡайтырға тейеш инем кисә...

– Ой! Хәҙер үкенәм тиген ишшеү, – ҡыҙ күҙҙәрен ялтыратып аҫтыртын көлөп маташа.

– Миңһылыу... – тине лә, әйтер һүҙ тапманы егет һәм бөтөнләй икенсене һөйләп ҡуйҙы, – Һин... һинең... ата-әсәйең бармы ул?

– Нимә, ата-әсәйемә барып ҡулымды һорарға итәһеңме әллә?

– Ҡайҙа йөрөйһөң, тип, әрләмәйҙәрме ул һине?

– Совершеннолетняя! Рөхсәт һорар йәшем үткән. Белгең килһә, мин һиңә лә апай әле, ике йәшкә.

– Мммм... – тип кенә ҡуя алды хәҙер егет. Унан барып бер сүмес һыу күтәреп эсте лә, ҡул ғына болғап сығып китте. Үкенде, бик үкенде. Көнө буйына эштә үҙен һүгеп йөрөнө. Башҡаса ул йортҡа аяҡ баҫмаҫҡа һәм ул ауылға йөрөүҙән туҡтарға ҡарар итте. Бер аҙна тотто һүҙен, ике аҙна, Миңһылыуҙан ҡайнар сәләмдәр килһә лә, өсөнсө аҙнала ла, һеңле-ҡустыһын ҡыуандырып, өйҙә ҡалды. Мунса яҡтылар, ҡустыһы менән кисен шахмат уйнанылар, һеңлеһенә әсәһенән ҡалған тегеү машинкаһын көйләп бирҙе, уныһы тырышып-тырышып тегергә өйрәнә. Дүртенсе аҙнаны ла имен генә сығып, ялға ҡайтып ултырҙы. Һеңлеһе ашарға әҙерләне лә, ҡаршыһында өйөрөлөп өйөрөлдө. Ағаһы һаман да аңғармағас, ахырҙа, яҡын уҡ килеп башын һелкте:

– Күрмәйсе!

Рамаҙан уға үтә ҡараны:

– Нимәне?

– Бына! Алҡаларҙы! – сәстәрен ҡолаҡ артына һыпырып ебәрә был.

Күрҙе лә йөрәге семетте. Теге мәл... үткән көҙ... алған алҡалар. Зөлфиәгә бүләккә, тип. Яңы йылда һоратырға барырға әҙерләнгәндә, бер еңгә тейеш кешеһе менән кәңәшләшкәйне, никахҡа ҡыҙға алҡа бүләк итәләр тигәс, алып ҡуйғайны... Ятып ҡалды...

– Шкафтың төпкө бүлегенән табып алдым. Миңәме был? – тип, ҡыуанысынан балҡып тора һеңлеһе, бына, тағып алып, – 8 марттан алда булһа ла күрҙем инде. Тағам, йәме?

– Ярай, оҡшағас – таҡ, – тип ҡуйҙы ағаһы. Хәҙер килеп, бер балаға, юҡ, был алҡалар икенсегә тәғәйенләнгәйне, тип тора алмай бит инде. Унан да ни фәтеүә? Ә үҙенең шундай һыҙылып эсе бошоп китте. Ашаны ла, урамға сыҡты. Аҙыраҡ йөрөп булһа ла киләйем, тип атлап китте. Оло урамды осонаса сығып, кире әйләнгәйне генә, пар ат егелгән кашауай ҡыуып етте. Ундағы егеттәр һыҙғырышты, ҡысҡырышты:

– О-о! Рамаҙан!

– Давай, һикер! Беҙ – тегендә!

Рамаҙан ситкә сығып юл бирҙе. Әммә һуҡмыштар үтеп кенә китмәне, ә ярһыған аттарын шаҡарып туҡтатып, өгөтләргә кереште:

– Әйҙә, унда һине һағынғандар!

– Әйҙә инде... нимә һин, ҡыҙҙар һымаҡ!

– Давай-давай! Тейәп ал! – күп уйлап тормай, уны санаға ҡолата тартып алып та киттеләр. Аттар ҡар борхотоп алға елдерҙе.

...Күңелле булды. Тағы онотолдо... Тағы Миңһылыу менән уянды... Тағы үкенде...

8 март байрамында... тап шул көн булды шул – хәтерендә... башҡалар ҡолашыпмы, ятышыпмы бөткәс, икәү генә ҡалғандарында, Миңһылыу аурлы икәнлеген әйтте. Рамаҙан уны ишетһә лә, айышына төшөнә алмай аҙапланды.

– Нишләп ауырлы? Нисек ауырлы?

– Нисек-нисек?.. Нисек икәнен һөйләп бирәйемме инде? – ҡыҙҙың кәйефе юҡ, төҫө лә ҡасҡан.

Рамаҙан һаман аңрая. Миңһылыуҙың йәне көйөп үк китә:

– Нимә, баш тартмаҡсыһыңмы? “Зөлфиә-Зөлфиә” тип һаташып ятһаң да, минең менән йоҡлап йөрөгәнеңде бындағы бөтәһе лә белә.

Егет һаман телһеҙ.

– Ярай, теләмәһәң, абортҡа барам. Тик аҡса бир, миндә юҡ. Ҡалаға түләүлегә барып киләм, – унан өҫтәп ҡуя, – Улай ҡурҡаҡ икәнеңде кем белгән.

Шунда ғына Рамаҙанға барып етә, ул хатта асыҡлап маташа:

– Миңһылыу... ул...был... точно минекеме?

Ҡыҙ алдындағы эсә алмай ултырған рүмкәһен ҡолатҡансы этеп ебәрә:

– Ышанмаһаң – тор! Аҡса бир и все!

Рамаҙан уны тороп барған еренән тартып ултырта:

– Ярай, ҡыҙма... Аптыраным мин... просто...

– Нимәһен аптырайһың? Һаҡланмағандан бала була икәнде белмәй инеңме?

– Һаҡланыу?.. Уны түгел... башҡаһын иҫләһәмсе...

Ҡыҙ һаман ныҡышты:

– Шунан? Ни эшләйбеҙ?

Егет бер тәрән итеп тын алды ла, ҡырҡа хәл итте:

– Өйләнәбеҙ. Икәүләшеп тороп һөйләшеп бала үлтермәйбеҙ ҙә инде. Давай, ҡайтайыҡ, айнығайыҡ, Миңһылыу. И ҡабат эсмәйек, ишеттеңме? Бала булһын... тыуһын ул...

Миңһылыу күҙ йәштәренә быуылып, йөҙөн ҡапланы, үҙе ризалашып туҡтауһыҙ башын ҡаҡты:

– Ярай... ярай, Рамаҙан... Һин әйткәнсә булыр... Барыһы ла һин әйткәнсә генә булыр...

Туй үтте. Көҙ башына малайҙары тыуҙы. Тик бәлә китмәгән булып сыҡты, ул ошо тирәлә һағалап, көтөп кенә йөрөгән икән. Дүрт-биш айында улдарының ултырырға ынтылмағанын, балаларса талпынмағанын аңғарып тикшерткәйнеләр, уның ауырыу икәнлеге асыҡланды. Бәлә килде. Бәлә ҡара япмаһы менән уларҙы баштан-аяҡ ябып китте. Оҙаҡҡа... ғүмергә ине был бәлә.

*** Зәбиргә ауырға тура килде был йыл. Ауыл-ҡала юлын тапауҙан башланғайны баштан уҡ, йыл аҙағына тиклем шул һуҡмаҡҡа саң төшөрмәне лә ҡуйҙы. Зөлфиә ауырып ятып киткәс, уның практикаһын яптырыуҙы хәл итте. Унан ҡыҙ һаман да аяҡҡа баҫырға уйламағас, ата-әсәһе акдемик отпуск алып ҡарарғамы тигәндә, ауыҙҙарын да астырманы, факультет деканы менән һөйләшеп, хатта ректорға барып етеп, хәл итте. Ҡышҡы сессияһын да тапшырған тигән тамғалар ҡуйҙыртты, стипендияһын да алып килеп тотторҙо. Ҡыҙҙың әсәһе һөйөнөп бөтә алманы, балаһының шундай ышаныслы, ярҙамсыл дуҫы булыуына шатлығын белдереп әленән-әле өйҙәгеләренә лә әйтеп алды: – Зәбир булмаһа тотош бер йылды юғалта инек. Әл дә шундай изге кешеләр бар. Йәш булһа ла, ҡалай ғына аҡыллы, инсафлы был егет.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун икенсе өлөш

Зөлфиә уны ишетмәҫ булып йөҙөн ситкә бора. Әсәһе уның был ҡылығын аңлай алмай. Бығаса тауыш-тынһыҙ ғына дуҫлашҡайнылар түгелме? Йәйҙәрен өҙөлмәйсә хаттары яуа ине. Ҡалаға Зөлфиәгә барһалар ҙа ошо егет килә һалып етә, ни алып, ни бирергә белмәй өтәләнә ине бит. Ул саҡта ҡыҙҙары ла ыңғай ине. Әле нимә булған?

Ул ҡыш та, яҙ ҙа уҡый алманы Зөлфиә. Йәйгә генә яйлап урамға сығып йөрөп әйләнә, йорт-хужалыҡ эштәренә ҡушыла башланы. Ниндәй генә дауаханаларға, табиптарға алып барманы уны ошо айҙарҙа ата-әсәһе, тик береһе лә аныҡ ҡына диагноз ҡуя алманы. Әлеге Зәбир кемдәрҙер аша сығып ҡабул итеү ойошторған бер оло профессор ғына “нервылар көсөргәнешенән барлыҡҡа килгән йән ауырыуы” тигәнерәк аңлайышһыҙ һығымта яһаны. Нисек булғанда ла, оҙаҡ ятты Зөлфиә яҡындарының ҡотон алып, әсәһенең үҙен ауырыу итә яҙҙы. Ярай әле бүлмәләш ҡыҙҙары һәм Зәбир булды. Шулар, ҡалаға яҡын торғас ни, ялдар һайын тигәндәй шаулашып килеп төшөп, донъя яңылыҡтарын һөйләп, институт хәбәрҙәрен теҙеп, әллә ниндәй ҡыҙыҡтары менән аҙ булһа ла күңелен асып китәләр ине. Унан йәйгә ғаилә менән диңгеҙгә юлландылар. Икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр киңлек, йылы ҡом, эҫе ҡояш күп нәмәнән һауыҡтыра тигәндәре юш килдеме, әллә инде ауырыуҙың сигенеү ваҡыты етепме, Зөлфиәгә лә йән инде. Ҡабаттан элекке алсаҡ, күңелсәк-моңһоҙ балаға әйләнә алманы әлбиттә, әммә йәшәүгә һәм уҡыуға кире ҡайтты. Ә булмышы, эске торошо үҙгәргәйне, бәғере ҡатҡайны уның.

Ҡалала ла Зәбир барлыҡ иғтибары менән уратып алды. Ул институтты тамамлап, аспирантураға ингән, шул уҡ ятаҡта бер үҙенә айырым бүлмә алған. Бәләкәй курстарҙа аҙыраҡ дәрестәр уҡытып та маташа ине шикелле. Зөлфиәгә шуларҙы һөйләй, ә тегеһе ишеткәндә ишетә, ишетмәгәндә юҡ. Күп осраҡта төптө битараф булып ултырып ҡала. Тик Зәбир быға ғына бирешергә теләмәй, ул артҡа сигенмәй, ҡарышлап, аҙымлап булһа ла алға бара. Әле ҡыш ул килһә бөтөнләй бүлмәһенең ишеген дә асмай ине ҡыҙ, яҙын әйләнеп тә ҡарамай ине, әле, бына, артыҡ асылып бармаһа ла, тыныс ҡына сәй артында ултыралар. Зәбир торт тотоп ингәйне.

Тәмле-татлыға битараф була алмаған ҡыҙҙар маҡтай-маҡтай тортлап сәй эстеләр ҙә, быларҙың икеһен ҡалдырырға типтер инде, йомош табып таралышып бөттөләр. Зәбир ҙә ошо мәлде көтөп ултырған, күрәһең, ҡыланыштарына ҡарағанда ниндәйҙер әйтер һүҙе бар. Бына ул бер тороп, бер ултырып ыуаланып йөрөнө лә, ҡыҙҙың артына килеп баҫты.

– Зөлфиә, аҡыллым... Мин һинең өсөн барыһына ла ризамын, беләһең... Бына, әле лә, һинең тыныслығыңды уйлап... Һин киләсәккә анығыраҡ ҡараһын өсөн...

– Йә, тураһын әйт тә ҡуй. Нимәһен уратаһың? – Зөлфиә уның яҡынса нимә тиәрен белә лә кеүек.

– Тураһын? Тураһы шулай: мин Ғәйниә апайға хат яҙҙым һәм бына яуап килде.

– Ғәйниә... апай? – нимә ишеткәндә лә бындайҙы көтмәгән ҡыҙ, ҡорт саҡҡандай, ултырған урынында һикереп китте. – Ниндәй хат?

– Һине... һаман да теге придурокты уйлайҙыр тип... шуның тураһында белешергә теләгәйнем. Просто ғына һораштым. Ни хәлдә, нисек йәшәй, имен-һаумы, тип кенә.

– Кем ҡушты һиңә? Йә, бына, кем һораны һинән шуны?

Зәбир йөҙөнә бер ҡатлылыҡ сығарып тороп яуапланы:

– Һине уйланым. Үҙеңде һанға һуҡмаған, һинең өсөн саҡ ҡына булһа ла көрәшергә лә теләмәгән, хатта тыңлап та тормай ҡапҡа төбөндә этеп ҡолатып киткән әҙәм өсөн өҙгөләнмәһен һаман, тинем.

– Шунан? Ярҙам иттеңме? – ҡыҙ тауышын күтәрә төшә.

– Бына, хатын үҙең уҡы. Минең эштәрем бар. Кискә инермен.

Зәбир сығып киткәс, ваҡ маркалар йәбештерелгән конвертты һаҡ ҡына асып, шаҡмаҡ дәфтәр битенә яҙылған сирек битлек кенә хатҡа текәлде лә, бер тынала ҡысҡырып уҡып сыҡты:

– Оялмайынса һорашып ятыуығыҙға аптырайым. Бер ҡыҙ булмағандан әллә тормош туҡталған икән тиһегеҙме? Юҡ. Рамаҙан өйләнде, бик яҡшы йәшәп яталар, улдары бар. Һеҙ ҙә үҙ сиратығыҙҙа бәхетле булығыҙ. Был яҡты башҡаса борсомағыҙ...

Карауатына сүгеп төшөп, бер килке һеңеп ултырҙы. Ул бит Рамаҙанды... ул бит... һәр хәлдә, аҙыраҡ булһа ла уны уйлайҙыр, моғайын да һағыналыр тип... Ә ул... Ул өйләнгән... Улы бар!

Иламаны. Илар йәштәрен ҡойоп бөткән ине. Ике түш араһындағы ауыртыуҙы үткәреп ебәргәнсе генә һығылып ултырҙы ла, тороп йөҙ-битен һыпырғылап, өҫ-башын рәтләгәс, Зәбирҙең бүлмәһенә юлланды. Ул барып шаҡығанда тегеһе костюм-салбарҙарын кейеп, галстугын таға алмай маташа ине. Ҡыҙ үтеп уның ҡулынан галстукты алды ла, йәһәт-йәһәт бәйләп ҡуйҙы. Егет ҡыҙҙың яҡынлығынан иҙерәп тора бирҙе. Күптән, бик күптән ундай бәхет юҡ, хатта яурырына ла тейҙермәй ине бит һөйгәне. Әле ул үҙе килде, үҙе ҡулын һуҙҙы...

– Зөлфиә?..

– Нисәлә бушарһың икән?

– Нисәлә? Нимәгә?.. Һиңә кәрәк булһам хет хәҙер...

– Юҡ, хәҙер түгел. Кискә, бәлки, берәй ергә барып килһәк тигәйнем. Театрғамы... киноғамы...

– Зөлфиә... Зөлфиәкәй! Мин бик шат! Мин... мин... осоп йөрөп киләм, йәме? Һин... һин саҡ ҡына көтөп тор.

– Ярай, бар, эшең менән бул.

Шул көҙҙә Зөлфиә менән Зәбир бергә йәшәп китте. Быға берәү ҙә аптыраманы. Зөлфиәнең үҙенән башҡа. Ваҡыты-ваҡыты менән ул иренең Зәбир булғанын башына һыйҙыра алманы, уны икенсе менән бутап, икенсене күҙ алдында тотоп, икенсе менән эстән серләшеп йөрөп, шул исемде ҡысҡырып әйтеп ҡуйыуҙан ҡурҡты. Ысынында, ғаиләлә ике түгел, ә өс кеше йәшәй, өс кеше бергә йоҡлай һәм өс кеше ғазаплана ине. Бөтөн был буталсыҡ тарихтың башы ошо тәңгәлдән, Зөлфиәнең булмышы уртаға бүленгәндән башланды булды ул...

*** Өмөтһөҙлөктө нимә менән сағыштырып була икән? Ҡараңғы тоннель эсенә килеп юлығып, уның осон таба алмай ҡаңғырыу менәнме? Ҡурҡыныс төштән һаташып уянып та, һаман шул төш эсендә булып сығыумы икән? Әллә Рамаҙандың кисерештәре менәнме? Ана шул өмөтһөҙлөктө бөтөн тәрәнлегендә, һәр күҙәнәге менән тойоп, шуның эсендә кисеп, йөҙөп йөрөп ятыуы. Ринатының зәғифлегенә күнеп бөткәйне, инде атламаҫын, һөйләшмәҫен һәм хатта үҙенең кем икәнлеген дә аңламаҫын ҡабул иткәйне лә кеүек, һуңғы айҙары, ҡатыны иҫерек ҡаршы алып, бөтөнләй аяҡ аҫтынан ер китте. Һуңғы тапҡырында сабырлығы тамам һынып, сараһыҙлыҡтан ярһып китеп ҡатынына сәпәп тә ебәрҙе. Тегеһе, сикәһен тотоп, мөйөшкә һыйынды ла, ҡаш аҫтынан ҡарап тора бирҙе.

– Миңһылыу... Нимә ҡыланаһың ул һин? Башың бармы аҙыраҡ? Ауырыу бала өҫтөндә, эсеп ятаһың?.. – яуап ала алмай, ҡыҙа барҙы, – Кем менән эстең? Кем, нимә эсерә ул һиңә? Әйт!

Шунда ғына ҡатын телгә килә:

– Эстем... Эсәм... Башҡа түҙер әмәлем юҡ. Юҡ! Арыным мин!

– Арыһаң ни эшләтәйем? Бала бит беҙҙеке...

– Арыным...

– Миңһылыу... зинһар, аҡылыңа кил...

– Мин дүрт йыл буйына өйҙә ултырам... Бикле ултырам ошонда! Бер үҙгәреш тә юҡ! Һауыҡмай ул! Аңламай бер нәмә лә! – ҡатын, сәстәренә йәбешеп, иҙәнгә шыуып төшөп ятты, – Рамаҙа-ан... Кеше булмаясаҡ беҙҙең улыбыҙ... бер ваҡытта ла...

Ир уны килеп һөйрәп торғоҙҙо ла, карауатҡа алып барып һалды. Янына ултырып сәстәрен һыйпап рәтләне:

– Тыныслан... тыныслан, Миңһылыу... Бер хәл дә итеп булмай, был – беҙҙең тәҡдир. Был – беҙҙең моңһоҙлоҡҡа яза...

– Һин бында мине ғәйепләйһеңме? – ҡатын тороп уҡ ултырҙы, секерәйеп тексәйҙе, – Беләм, һин мине ғәйепләйһең! Мин эскәнгә шулай тип! Юҡ! Мин генә түгел! Һин дә... һин дә ғәйепле бында!.. А-а-а!!!

Аҡылынан шашҡандай ҡыланған иҫеректең ауыҙын ҡаплауҙан башҡа сара ҡалманы. Тик шул ваҡыт ул, күп уйлап тормайса, иренең усын ҡайыра тешләп тә алды.

– Ы-ых... – теш уйымдары ағарып ҡалған ҡул һыртын ыуалап, тышҡа ташланды ир, юғиһә быны быуып үлтерер халәткә еткәйне. Миңһылыу артынан йән көсөнә сарылданы:

– Китмә! Боро-ол... кире борол... Ҡасма минән... Ҡасма... беҙҙә-ә-нн...

Ҡатыны туҙынып илап, үҙенме, улынмы, иренме, яҙмышынмы әрләп-ҡарғап, ахырҙа, хәле бөтөп, йоҡлап киткәнсегә тиклем тышта йөрөнө ир. Унан һаҡ баҫып инде, Миңһылыу ятҡан ҙур яҡтың утын һүндерҙе. Төпкө бүлмәгә үтеп улы эргәһенә килде. Бөгөн был балаға ҡарау теймәгән, оло ярауы ла аҫтында күптәндер – ныҡ еҫләнгән. Быуынһыҙ булып ятҡан шыйыҡ ҡына оҙон кәүҙәне ипләп күтәреп ҡоро йүргәккә күсереп һалды ла, аҫтындағын төрөп алып сығарып ҡуйҙы. Унан тасҡа йылы һыу ҡойоп, алып килеп, сепрәкте еүешләп, баланың башта аяҡ-ҡулдарын, битен, арҡа-түшен, осаларын һөртөп алды, ҡыҙарған урындарын майланы, унан эсенә әйләндереп һалып ятыулаған ерҙәрен ыуғыланы. Уныһы балыҡ һымаҡ ауыҙын асҡылап, күҙҙәрен төрлө яҡҡа әйләндереп-түңәрәтеп, ниндәйҙер өн-ауаздар сығарып, арыҡ, тарамыш ҡулдарын болғап ятты. Рәхәтлектән йылмайған, ни эшләгәнде аңлаған кеүек ул ошондай сағында Рамаҙанға, шуға ла һөйләшкән була:

– Яҡшымы? Яҡшымы, ә, улым? Оҡшаймы һиңә? Үә-әт... хәҙер аяҡтарыңды... бына ошола-ай...

Ринат уға яуап бирергә теләгәндәй геүелдәп, ухылдап алып китә.

– Бирешмә, улым... бирешмәйек... Әсәйеңә үпкәләмә, йәме... Арыған ул... Йонсоған... Ул бит ҡатын кеше... Аңлайыҡ, йәме, улым...

Йыуындырып, кейемдәрен алмаштырып алғас, аш йылытып, һурпала һалма менән картуфын бутҡа хәленә еткергәнсе иҙҙе лә, малайҙы терәтеп ултыртып, ҡалаҡтан ашатып алды. Асыҡҡан, бахыр, ҡабаланып-ҡабаланып ыңҡылдап йотто. Сәйҙе лә тәрән һурып эсте. Әллә көнө буйына ашатмаған инде, тигән уй үтте ирҙең башынан, әммә был уйға мейеһендә нығынырға бирмәне. Нисек кенә булғанда ла, ҡатыны баланы ярата, быға тиклем насар ҡараманы һәм артабан да баш тармаҫ. Әлегә ул, ысынлап та, ныҡ ҡына арығандыр...

...Миңһылыу иртә уянып мейескә ут яҡты. Ул торғанда яҙғы таң әле һыҙылмағайны ла. Йыуынып, өҫ-башын ипләне. Унан шым ғына йөрөп кисәге туҙҙырғандарын йыйҙы. Шалтыратмаҫҡа тырышып, һауыт-һабаһын йыуып ҡуйҙы. Түрбаш иҙәнен һөртөп сыҡты. Ул арала балаһының тауышы сыҡты – уянған. Йәһәтләп уның янына ашыҡты ла, эргәһенә ятты.

– Улым... балаҡайым минең... алтыным...

Уның шулай гөрөлдәгәнен тыңлап ятҡан Рамаҙандың күҙ бәбәктәрен әсеттереп йәштәре һығылып сыҡты ла, ағара башлаған сәс араһына ағып китте. Ни эшләтерә икән был ҡатынды?.. Ҡалайтып ҡарарға?

Малайы менән эштәрҙе бөтөргәс, ҡыҙған мейес плитәһендә сыжлатып-выжлатып нимәләрҙер бешереп алды. Үлән һалып сәй быҡтырҙы, күрәһең, өйгә тәмле еҫ таралды. Унан килеп ипләп кенә ирен уятты:

– Рамаҙан... Рамаҙа-ан... Тораһыңмы?

– Эйе, – тине уныһы ыңғай ғына.

Был яуаптан, үҙен былай ҙа ғәйепле тойған ҡатын, һулҡылдап иренең күкрәгенә башын һалды:

– Ғәфү ит инде мине... ғәфү ит...

Рамаҙан түбә таҡтаға төбәлеп ятҡан килеш уның башынан һыйпаны. Унан кисә кис бала йыуындырғанда ҡабул иткән ҡарарын әтте:

– Миңһылыу, һиңә ныҡлап ҡына ял итеп алырға кәрәк. Мин хәҙер отпускыға сығам да, һиңә ял йорто юллайым. Хет ике аҙнаға булһа ла.

– Ял?.. – ҡатын ундай һүҙҙе лә онотҡандай ҡабатлап ҡуйҙы, – Ә Ринат?

– Ринатты үҙем ҡарап торам. Ике йыллыҡ отпускым тора. Йәйге миҙгелгә тиклем ваҡыт бар, әлегә эштә лә тығыҙ түгел. Нисек ҡарайһың, ә?

– Аптырайым... Йәшәй алырһығыҙмы икән?

– Йәшәмәй һуң! Күршеләр бар. Ғәйниә апай йышыраҡ килер. Ялға Гөлкәй менән Ғәзиз ҡайта. Һыйырҙарың һауҙырмай әле. Нормально булыр.

Әйтте лә – эшләне лә. Аҙна тигәндә ҡатынын ҡалаға алып барып поезға ултыртып ебәрҙе. Бара торған яғын да белә икән, ҡасандыр шул яҡта тегенсегә уҡыған, фабрикала эшләгән булған. Барып еткәс тә, хат яҙыр, бик ныҡ кәрәк булған осраҡтарҙа үҙәк телефонына шылтыратыр, тип килешеп, хушлашып айырылыштылар. Һәм оҙаҡламай хат та килеп төштө, ял итеп ята, йоҡоһон туйҙырған, дауалар ала, бассейнға йөрөй, массаж яһата... Ялға эргәләге ҡалаға сығып килергә уйлай, унда музей, театр, кино бар, тиҙәр...

Рамаҙандар иһә тыныс ҡына йәшәп ятты. Ринат артыҡ борсоманы. Шулай ҙа участка врачы килеп китте, сираттағы реабилитация ваҡыты етә икәнде иҫкәртте, уныһына ҡатыны ҡайтып етеп, бергә ятырҙар, тип фаразланы. Ялға ҡустыһы менән һеңлеһе ҡайтып төштө. Улар техникумдың икенсе курсын тамамлап киләләр. Гөлкәй, бөтмөр ҡыҙыҡай, ялпылдатып өйҙө таҙалап сыҡты, Ғәзизе тыштағы эштәрҙе атҡарҙы. Бер кис Ғәйниә апай килеп, баланы мунса йыуындырып, ыуып, өшкөрөп ҡайтты. Уларҙы оҙатҡас, тағы икеһе генә ҡалып, үҙ яйҙарына донъя көттөләр. Бер кисте, көңгөр-ҡаңғыр килеп бала ашата ине, ҡаты итеп ишек ҡаҡтылар:

– Туҡ-туҡ-туҡ!

– Дә-ә! – тине ул, аптырай төшөп. Ауылдыҡыларҙа ундай ғәҙәт юҡ. Улар инә лә, шунан ғына “рөхсәтме” тип өндәшә, ғәҙәттә.

Ишекте киң асып милиционерҙар килеп тулмаһынмы! Өсәүҙәр. Алдағыһы фуражкаһы ситенә ҡул осон тигеҙеп честь бирҙе:

– Майор Сараев. Рамаҙан Аҡбулатов һеҙме?

– Эйе... – балаһын яйлап һалып, былар ҡаршыһына тороп баҫты хужа. – Нимә булды?

– Миңһылыу Аҡбулатова һеҙҙең ҡатынығыҙмы?

– Эй-йе... Ә...

– Өс көн элек ул ял йортонан киткән дә, кире килмәгән. Бөгөн ҡатындың юғалыуы тураһында район милиция бүлегенә хәбәр иттеләр.

Рамаҙан баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.

– Иптәш Аҡбулатов, ҡатынығыҙ ауылға ҡайтмағанмы? Уның бында башҡа барыр урыны юҡмы?

– Һеҙҙә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡмы?

– Ниндәйҙер фараздарығыҙ юҡмы үҙегеҙҙең?

Өс яҡтан яуған һорауҙарға яуап ҡайтарыу түгел, хатта тын да ала алмай торҙо ла торҙо. Ахырҙа, милиционерҙар уға ултырғыс алып килеп терәп, этеп тигәндәй ултырттылар, һыу бирҙеләр. Аҙыраҡ иҫенә килгәс, тарҡау ғына һөйләште, әммә егеттәргә ярҙам итерҙәй бер генә нәмә лә әйтә алманы.

Билдәһеҙлек эсендә тағы ике көн үтте. Өсөнсө көн балаһын туғандарына ҡалдырып, юлға сығырға йыйынып тора ине, үткәндәге милиция машинаһы килеп туҡтап, эсенән ҡатыны төшөп, һаҡ аҫтында тигәндәй өйгә оҙатылып ҡуйылды. “Гражданка Аҡбулатова ҡалалағы элекке әхирәтендә табылды. Ҡатынығыҙҙың ниндәй хәлдә булып юғалып ятҡанын аңлайһығыҙҙыр. Зинһар, ошонда ҡул ҡуйығыҙ” тип ҡағыҙҙарына һыҙҙырып алдылар ҙа, тайыу яғын ҡаранылар. Миңһылыу ишек төбөндә, Рамаҙан өҫтәл янында һерәйеп ҡалды. Ринат менән ҡалырға тип килгән Ғәйниә апай йәһәт кенә төпкө бүлмәгә инеп сумды.

Ирҙең аңлатма талап итеү йәки башҡа нимәлер тип ғауға ҡуптарыу түгел, ҡатынының йөҙөнә ҡарарлыҡ та теләге булманы, ул өҫ кейемдәрен алды ла, ишеккә тотондо:

– Ғәйниә апай, әйҙәгеҙ алып барам.

Уның артынса апай ашығып йыйынып сыҡты. Рамаҙан ул төндө ҡайтманы, Ғәйниә йортонда ҡалды. Төпкө бүлмәнең карауат аҫтынан, теге йылдары, Зөлфиәне алып ҡайтып киткәстәре, унан ҡалған мольберт һәм картиналарҙы төрөп тыҡҡан еренән сығарып алды. Иҙәнгә теҙеп һалып, ентекләп ҡарап, һыйпап, һыҙмалары буйлап бармаҡтарын йөрөтөп, үҙ алдына нимәләрҙер һөйләнеп, ултырҙы ла ултырҙы. Хужабикә уға ҡамасауламаны. Был ғибрәтле тарихтың шаһиты ине бит үҙе лә.

*** Өлгөрмәй ҡалды. Танауы төбөндә генә ишек “шап” ябылды ла, һуңғы һүҙе ишеккә ҡыҫылып ҡалды: – Улым!.. Тыңламаны Әмире, үсегеп сығып китте. Тағы тыңламаны... Ҡатын кире аш бүлмәһенә үтте. Улының эсеп бөтөлмәгән сәйенә әрнеп ҡарап торҙо. Йә, нимәһен һүҙ башланы инде шул турала? Телен тешләп торорға булманы инде... Ҡасан өйрәнер шул сабырлыҡҡа Зөлфиә?..

Уның үкенесле уйҙарын бүлеп, тәҙрә кәрнизенә күгәрсендәр килеп ҡунды ла, “гөлдөр-гөлдөр” гөрләшә башланы. Тыңлап торҙо, унан, ултырғыс арҡаһына терәлеп, уйға ҡалды. Ысынлап нимәлер тураһында өҙлөкһөҙ һөйләшә, улай ғына ла түгел, серләшә һымаҡ был ике гөлдөр. Күгәрсен телен белеп булһа икән...

Бына, ҡоштар парлаша ла, дәғүһеҙ генә йәшәй ҙә китә. Бергә һайрашалар, оя ҡоралар, себеш сығаралар. Шулаймы икән? Әллә улай ғына түгелме? Әллә улар ҙа кешеләр һымаҡ бер-береһен түҙеп ғүмер итәме икән? Юҡты-ыр... Ҡоштар парын оҡшатмаһа парлашмай ҙа инде, хатта ҡаҙҙың ҡаҙы ҡалдырылған инәлеген йә аталығын оҡшатмаһа, алмай – суҡып, баҫтырып ебәрә, уларҙа бит тәбиғи инстинкт-тойғолар ғына, улар алдаша, ике йөҙлөләнә йәки ниндәйҙер үҙенә уңайлы булған яҡтарҙы ҡайғырта белмәй. Улар бары тик йәне тартҡанға ғына яҡынлаша, бары тик ошолай сутырлаша алғандай менән генә оя ҡора. Ә кешеләр? Ниңә улар күрәләтә үҙенә пар булмаҫтайҙар менән дә ғаилә ҡора, йәнен бүлешмәҫтәй менән түшәк бүлешә ала икән? Уйлай белгәнгәме? Әллә, киреһенсә, уйлай белмәгәнгәме? Кеше үҙ теләге менән бер ыҙалы юлды һайлап ала ла, әйҙә шунда ғазаплана, әйҙә ғазаплана. Яҙмыш, ти. Тәҡдир, ти. Күрәсәгемде күрәм, ти. Ә бит баштан уҡ икенсе юлды һайларға була ине... һымаҡ. Хәҙер ҙә, тоторға ла икенсе яҡҡа боролоп китергә мөмкин һымаҡ! Нимә тота һуң? Шул тота, был тота, теге ғәйепле, был сәбәпсе... ти, ғәҙәттә, кеше. Хәл итмәҫ, үҙенә яуаплылыҡ алмаҫ һәм ҡурҡаҡлығын аҡлау өсөн төрлөсә аҡлана. Ә нимә тота? Төптәнерәк ҡараһаң – бер нәмә лә... Бары үҙе... үҙе генә тота үҙен. Үҙенең сикләнгәнлеге, баҙнатһыҙлығы, күндәмлеге...

Юҡ, башҡалар тураһында түгел уның уйҙары, хатта күгәрсендәр хаҡында ла түгел. Зәбир менән икеһенең мөнәсәбәтен күҙ уңында тотоуы. Бер хисһеҙ, бер теләкһеҙ үҙен шул кеше менән йәшәп китергә мәжбүр итеүенең маҡсатын да, аныҡ ҡына сәбәбен дә аңлай алмай. Ярай, Рамаҙан унан баш тартты ла, ти... өйләнде лә, ти... Һуң нимәгә уға, тота килеп Зәбиргә барырға? Үс алыу өсөнмө? Кемдән?.. Рамаҙан бит уның был яңылығын белмәй ҙә! Ул уға кәрәк тә түгел! Тимәк, үсте үҙенән генә алды. Хәлен еңеләйтеү өсөнмө? Ә еңеләйҙеме һуң хәле? Юҡ! Киреһенсә, ул инде бына ун алты йыл үҙен һәр көн һайын көсләп, баҫып, йәне тартмағандарҙы башҡарып йәшәй. Һәм бөтөн был тамуҡ – уның үҙе һайлаған тормошо. Һәм ул әле дауам итә... Тағы күпме булыр?..

...Ҡапыл, тертләтеп, телефон шылтыраны. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса сәғәткә күҙ һирпте. Был ваҡытта Зәбир шылтырата торған. Һәм шулай булды ла.

– Дә?

– Мине көтмәгеҙ, ятығыҙ, һуң ҡайтам. Эш күп.

– Ә-ә... Ярай.

– Нимә булды? – ҡатынының тауышынан уҡ кәйефен белә алған ир, сабырһыҙ ғына ҡыҙыҡһынды.

– Тәк... артыҡ...

– Йә-йә, ваҡыт юҡ, тиҙ генә әйт тә.

– Шул инде... Әмир менән уртаҡ тел табып булмай ҙа ҡуя... Үҫмерлек осоромо...

– Эш унда ғынамы икән? Уйлап ҡара.

– Тағы нисек итеп ҡарарға һуң, Зәбир? Былай ҙа гел ыңғайына торам, тигәндәй. Әйттем инде, үҙенән күпкә өлкән егет-ҡыҙҙар менән ҡушылып алған да... Бына-бына экзамендары...

– Ҡатын ғына була белмәйһеңме тиһәм, әсәй ҙә була белмәйһең, улайһа.

– Зәбир...

– Йә, ярай, ваҡыт тар. Әйттем – көтмә, – пип-пип-пип...

Зәбирҙең сәнскеле һүҙҙәренә хәтере ҡалманы Зөлфиәнең. Инде күптән ул ундай һүҙҙәргә үпкәләмәй. Өйрәнгән. Башта, әле йәшерәк саҡта, шелтә алыу менән, хатаһын төҙәтергә тырышып, йүгермәләй ине. Ә асылда, ниндәй хаталар яһай һуң ул? Уларҙы “хата” тип Зәбир һеңдергән түгелме? Зәбир уйлап сығарған “хаталар” бит... Эйе, аңлай уны ғына ҡатын, белә лә... Хәҙер белә... Ире иһә, уны мөмкин тиклем ғәйеплерәк, “хаталыраҡ”, хоҡуҡһыҙыраҡ итеү өсөн бар көсөн һала һымаҡ. Әле лә бына – алданы... “Эшем күп” тине. Ул эштең кем һәм ниндәй икәнен дә белә ҡатын. Күргәне үк булмаһа ла, ишеткәне бар. Ҡай саҡ ул “эш” үҙе шылтырата, ирен эҙләп. “Зәбир Закировичты мөмкинме? Был уның аспиранткаһы Даръя Леонова” тип, ҡыйыу һөйләшә ҡыҙ. “Әлбиттә, мөмкин”, – тип яуаплай уға Зөлфиә һәм ирен саҡыра. Һәм хатта ни һөйләшкәндәрен белгеһе лә, тыңлағыһы ла, һәм бер тамсы ғына ла көнләшкеһе лә, дәғүә белдергеһе лә килмәй. Саҡ ҡына булһа ла берәй хис юҡ күңелендә. Асыу ҙа, дошманлыҡ та, исмаһам шәхсилек кеүеге лә... Йәлләү генә бар. Иренә насар һүҙ әйтергә йәлләй, ул ҡосаҡлағанда этәреп ебәрергә йәлләй, тәрбиәһеҙ йөрөтөргә, иғтибарһыҙ ҡалдырырға йәлләй һәм ярата алмағаны өсөн дә ныҡ йәлләй уны. Шуға ла уның сираттағы һөйәркәләре килеп сыҡҡанын бик яҡшы ғына һиҙһә лә, белмәмешкә һалыша. Кемдер булһа ла уны ла яратһын, кемдер булһа ла күңелен яулаһын, тип уйлай. Шул уҡ ваҡытта үҙенән аҙыраҡ алыҫайтһын, ваҡытын, күҙен, йөрәген биләһен, тип. Юғиһә, был йылдар эсендә Зәбирҙең барын күрер ҡарашы, барын ишетер ҡолағы һәм үткер теле уны ни хәлгә төшөрөр ине икән? Әгәр ул тик Зөлфиәгә генә төбәлеп ҡалһа? Күтәрә алыр инеме икән ундайҙы? Сыҙай алыр инеме? Белмәй. Ундайҙы белеп булмай. Әлдә әле... Әлдә әле икенсе ҡатын-ҡыҙҙар бар...

Телефон төбөндә онотолоп киткән икән. Бер ултырғанда тип, улының дуҫына ла шылтыратып ҡуйырға булды.

– Алло, Булат! Булат, һаумы. Әмир һеҙгә килдеме?

– Һаумыһығыҙ... Әмир?.. Эйе, ул бында... тик... ул йоҡлай. Уятайыммы? – теге остағы үҫмерҙең хәйләләшеп маташыуын төшөнөп тора әсә, моғайын, эргәһендә улы өйрәтеп тора. Үпкәһе үтмәгән, тимәк.

– Ярай, уятма, йоҡлаһын. Беләйем генә тигәйнем. Бынан кискә сығып йөрөмәгеҙ инде, йәме? Ял итегеҙ. Тыныс йоҡо.

– Һеҙгә лә тыныс йоҡо, Зөлфиә апай. Һау булығыҙ!

– Һау бул, Булат. Һау булығыҙ...

Улының донъя менән айҡашҡан мәле. Ун биш йәшен тултырҙы быйыл. Бөтә нәмәгә үҙенсә ҡырҡа ҡараш белдерә. Мин-минлеген, еңмешлеген, үҙһүҙлеген ҡайҙа, кемдә ҡулланырға белмәй йонсой. Йә уҡытыусылар менән һүҙгә килешә, йә өйҙә әсәһенә теш күрһәтә, йә подъезд төбөндәге әбейҙәргә тупаҫ өндәшә. Тәртипһеҙ малай ҙа түгел үҙе, башы ла бар, ҡыҙыҡһыныуҙары ла етәрлек, артыҡ буш ваҡыты ла юҡ һымаҡ. Тик ниндәйҙер йәшәү асылын, мәғәнәһен эҙләп, дауыл ҡуптарғыһы киләме ул, фетнә уйлап сығарып ҡына тора. Бәләкәйҙән дә тиктормаҫ ҡына ине, үҫмерлеге әле ярайһы көсөргәнешле үтә. Атаһы алдында артыҡ ҡылана алмай ул, ә бына әсәһен һанға һуҡмай маташа. Әллә атаһынан үрнәк ала – аптырарһың. Уның ҡатынын һәр саҡ бер башҡа түбән тотҡанын, өйрәтеп, ныҡып, бармаҡ төртөп күрһәтеп кенә йәшәгәнен һеңдереп үҫте инде? Ә бит Зөлфиә улына һөйөү һалырға тырышты. Ысын, эскерһеҙ әсәлек һөйөүен бирмәйме ни ул улына? Ярай, ирен ул яратмай, ул шуны белә лә, шуға ҡыйырһытырға, кәмһетергә тырыша, тиер инең. Ә бит Әмирҙе, улыҡайын, сикһеҙ һөйөү менән һөйә. Ул шул мөхәббәтте тоймаймы икән? Ниңә шундай уҡ хистәр менән яуап бирмәй? Ниңә әсә күңеле балала булған кеүек, бала күңеле лә әсәлә генә түгел икән? Ниңә ул күҙ-баш алыр-алмаҫтан әллә ниндәй сит, ялтыр, ышанысһыҙ хистәргә ынтыла башлай? Ни өсөн әсә һөйөүенең алыштырғыһыҙ икәнен, ундайҙы башҡа бер ерҙә лә тапмаҫын аңламай? Ҡайһылай ҙа ҡатмарлы һуң был тормош...

Ҙур фатирҙа яңғыҙы улай-былай һуғылып, тегене-быны башҡарған булып йөрөнө лә, толҡа тапмай, урын йәйеп ятты ҡатын. Бер үҙе... өйөндә лә, яҙмышында ла, донъяла ла...

*** Ауырыу баланың ғүмере ҡыҫҡа икәнлеген белә инеләр. Табиптар был хаҡта, һәр реабилитациянан һуң үткәрелгән һөйләшеүҙә, һаҡ ҡына итеп әйтеп торалар ине. Ғәҙәттә, кабинетҡа Рамаҙанды саҡырып һөйләшәләр. – Һеҙ... бындай диагноз менән булған балаларҙың – 7-8, иң оҙағы 10-11 йыл йәшәгәнен беләһегеҙҙер, эйеме?

– Эйе... – тип яуаплай ир, таушалған ҙур устарына ҡарап ултырған килеш. Был врачтарҙы таный ул, инде нисә йылдар, белеп бөттөләр бер-береһен, шуға күҙҙәренә йәш тулып йомшарып китеүенән уңайһыҙланып, күтәрелеп ҡарамай.

– Рамаҙан Райманович, тартынмағыҙ... Илағығыҙ килһә, илағыҙ... Һеҙ былай ҙа был йылдарҙа бик ныҡ булдығыҙ... Атайҙарҙың иң яҡшыһы булдығыҙ...

– Рәхмәт... – тип кенә әйтә ала тағы.

– Ниндәй генә дауалау ҙа, ҡарау ҙа ҡотҡара алмай уны, үкенескә ҡаршы. Ваҡыты үлсәнгән генә. Хоҙай тәғәлә бындай балаларҙы беҙҙең араға ниндәҙер һабаҡ өсөн бирә лә, шул бер арауыҡтан кире ала, күрәһең...

Рамаҙан уға үҙен борсоған һорауҙы бирә:

– Сара Дауытовна... әле хәле нисек? Насарайғандан насарая һымаҡ миңә...

– Эйе. Беҙ хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ...

Ринаттың хәле, ысынлап та, хөртәйгәндән хөртәйә. Янып бөтөп барған майшәм һымаҡ, ирей күҙ алдында. Башын тота уҡ алмаһа ла, күтәрә, борғолай ине, ҡулдары ла күтәрелде. Ә һуңғы йыл бөтөн ошо “белгәндәрен” дә яйлап онотто. Хәҙер ул күҙен дә шылдырмайынса тәүлектәр буйына ята. Ваҡыты-ваҡыты менән илаған һымаҡ ауаздар сығарып ала ла, тағы тына. Шул тауышланған һәм аҙыраҡ терелеп киткәндәй булған сағында янына килә һалып етә атаһы. Улы менән “һөйләшеп” ҡалырға ашыға:

– Ринат? Улым, уяндыңмы? Ни хәлдәр, улым? Ә? Асыҡманыңмы? Ашап алайыҡмы?

Инде ярты карауаттан оҙон булып үҫкән һонтор малайҙың баш аҫтына терәү ҡыҫтырып, шыйыҡ пюрены ҡалаҡлап асылған ауыҙына һалып өлгөрә. Ҡайһылыр осрағын йотоп та ебәрә, ҡайһыларын кире сығара. Ауыҙ-моронон һөртөп ала ла, тағы ҡаптыра атаһы.

– Сығармайҙар әле беҙҙе бынан, улым. Ята бирегеҙ, тиҙәр. Дауалары ла һиңә килешеп китер әле әллә... кем белә... Ә һин аша, аша улым, бирешмә... йәшәргә тырыш... йәшәргә...

Тик Ринат артыҡ тырышманы, был донъянан ул ялҡҡан, донъя үҙе унан арыған инеме, һуңғы өс айында дауахана өҫтөндә булып, системаларҙа ғына тотолһа ла, бер мәл, көндөҙгө йоҡола сағында, сәйер тауыштар сығарып ыңғыраша башланы. Эргәләге карауатта китап уҡып ятҡан Рамаҙан һикереп тороп янына килде, битен-ҡулдарын һыйпап, иркә һүҙҙәр әйтеп торһа, тыныслана торғайны, был юлы иһә бығаса ҡыбырлатмаған аяҡ-ҡулдарын һелтәп үк тартыша, күҙ алмалары өйөрөлә...

– Врач! Врач кәрәк! – коридорға башын һоноп ҡысҡырҙы. Уны поста ултырған медсестра ишетеп, йүгереп килде һәм хәлде бер ҡараштан уҡ самалап, ары йүгерҙе. Киләһе минутта шалтыратып арба һөйрәп килделәр ҙә, малайҙы шунда тейәп алып та киттеләр. Рамаҙан улының ҡулына йәбешкән килеш уларға эйәреп бара биреп, реанимация ишеге төбөндә өҙөлөп тороп ҡалды. Ҡоламаҫ өсөн башта ишеккә терәлде, унан эргәләге тәҙрә яңағына һөйәлеп, тышҡа ҡарап тора башланы. Унда – йәй. Бөтөн тереклек үҫеп сығып, сәскә атып, ҡымырйып, мыжғып йөрөп ята. Уның улынан башҡаһы... Их, улым, улыҡайым...

Палаталарына инеп ултырҙы ир. Ни менән булышырға белмәне. Баяғы китабын бер алып, бер һалып ҡараны, уҡый алманы. Сәйнүген розеткаға ҡуйып сыжлатты ла, яһап алманы. Ишекле-түрле йөрөнө. Улының йүргәк-сепрәктәрен ҡабат-ҡабат рәтләп һалды. Тағы коридорға сығып һерәйеп тора бирҙе лә, кире инде. Шулай йөрөй торғас, медсестра күренде. Рамаҙан оҙон-оҙон баҫып уға ҡаршы атланы:

– Шунан, һеңлем?.. Нисек унда?

Тегеһе аҙ ғына ҡаушаны. Аҡ бирсәткәле ҡулы менән ирҙең яурынына ла ҡағылып алғандай итте:

– Һеҙ... баш табип кабинетына үтегеҙ. Унда һеҙҙе көтәләр.

– Баш табип?..

– Эйе. Беләһегеҙ бит – Сара Дауытовнаға.

– Әһә. Хәҙер.

Барып инһә, унда өс табип. Барыһы ла уға боролдо. Өҫтәл артында ултырған Сара Дауытовна тороп уҡ баҫты, ҡаршыһына урын күрһәтте. Рамаҙан һағая биреп үтеп ултырҙы.

– Рамаҙан Райманович... – табип, ҡамасауламаһа ла алдындағы ҡағыҙҙарын шылдырып һалды, уның да тулҡынланғаны күренеп тора, – Рамаҙан, мин һеҙгә ауыр хәбәр еткерәм: улығыҙ...үлде. Медицина ярҙамын ул инде ҡабул итә алманы.

Бер минутҡа тынлыҡ урынлашты. Табиптар иргә хәбәрҙе ҡабул итергә ваҡыт бирҙе. Әммә Рамаҙан бер минуттан һуң да, унан ары ла өндәшмәне.

– Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, – тинеләр эргәләге табиптар, – Һеҙ уны мөмкин тиклем йәшәттегеҙ. Артабан һеҙ ҙә, беҙ ҙә көсһөҙ...

Улының документтары, кәүҙәһе әҙер булғансы, икенсе дауаханаға юлланды. Унда Миңһылыуға барып хәбәр итергә кәрәк. Ҡатыны наркология бүлегендә ята. Йылына бер шунда дауаланып сығыуға ризалашты үҙе. Балнистан һуң ике-өс ай эсмәй, ҡайһы саҡ яртышар йыл да айныҡ йөрөп ташлай. Тик, ысҡына... Тилбер генә йорт ҡарап, улын тәрбиәләп йәшәгән еренән, ҡапыл эсеп ала ла китә. Таба, эскелеген дә, эскелек алып килер кешеһен дә, аҡсаһын да. Һәм, хатта, бикле өйҙән дә сығыр юл таба. Һуңғы тапҡырында тәҙрә ярып сығып, араҡы артынан киткән...

Миңһылыуҙы дауахана баҡсаһындағы эскәмйәлә көтөп ултыра. Бына ул уңған һоро халатҡа төрөнөп килә. Аҙыраҡ йоморолана төшкән икән. Рамаҙандың уны шул өс ай тирәһе күргәне лә юҡтыр. Телефондан ғына һөйләшәләр ҙә. Ҡатындың йөҙө хафалы, етәрәк ул оторо ашыҡты, тик аяҡтары оҙон халат итәгенә тышауланып ыҙалатты. Ул етеүгә Рамаҙан ҡалҡып торҙо.

Миңһылыу ҙур асылған һәм ҡурҡынған күҙҙәре менән иренең йөҙөнә, күҙҙәренә йотлоғоп ҡараны, өнһөҙ һорау ине уның был ҡарашында.

– Бөттө... китте... улыбыҙ, – тине уға ире. Һаулыҡ та һорашманылар.

Ҡатын уның күкрәгенә ҡоланы. Улар ҡосаҡлашҡан килеш оҙаҡ торҙолар. Береһе үкһеп, икенсеһе тауышһыҙ иланы. Унан эскәмйәгә ултырып, ҡулдарын-ҡулдарға тотоношоп, һыйынышып ҡалдылар. Уртаҡ ҡайғы уларҙы тағы ла берләштерҙе, тағы ла яҡын итте.

– Һин йыйынып сыҡ, Миңһылыу. Барайыҡ, улыбыҙҙы алып ҡайтайыҡ, – тине ахырҙа ир, – Совхозан машина килгәндер ине, көтәлер...

– Ярай... хәҙер, – ҡайғынан бөксәйеп, бәләкәсәйеп ҡалған ҡатынына арттан ҡарап, йәне әсене ирҙең, – Эх, Миңһылыу-Миңһылыу... Их, улым...

Киләһе көндәре баланы ерләү, өсөн, етеһен уҡытыу менән мәшғүл булдылар. Бәләкәй мәйеткә артыҡ күп кеше лә йыйылманы. Ҡаланан Гөлкәй менән Ғәзиз ҡайтты. Ҡустыһы, егет булып, йәштәрен йәшерҙе, бары тик күҙҙәренең ҡыҙарып йөрөүе генә уның ҡайҙалыр бер ерҙә илап ингәнлеген аңғарта ине. Ә Гөлкәй иһә, еңгәһе күҙенә йәш алған һайын, түгелде лә китте, түгелде лә китте. Әсәйһеҙ үҫкәнгәме, бигерәк күңеле нескә, яралы ғына шул үҙенең дә. Ҡайһылай булғанда ла, был өйҙә илау-һыҡтау әле оҙаҡ дауам итте.

...Улының вафатына ай тигәндә, ысҡынып китте Миңһылыу. Башта өйҙә ятып эсте, унан урамға тартылды, шешәләштәренә, әхирәттәренә китеп юғалды. Тыйманы ла, инде артынан да йөрөмәне, эҙләмәне лә Рамаҙан. Айырылышыуға ғариза яҙҙы. Судҡа барырға кәрәк еткәс, эсеп йөрөгәндең бер мәлендә өйөнә ҡайтып йығылған һәм иртәнсәктән әле башлап өлгөрмәгән ҡатынға әйтте. Тегеһенең артыҡ иҫе китмәне лә шикелле. Әммә суд залына барырлыҡ булып әҙәм рәтенә инә алманы. Уны көттөләр-көттөләр ҙә, өсөнсө тапҡыр ҙа килмәгәс, унһыҙ айырып ҡуйҙылар.

Йыйған аҡсаһын, малының яртыһын тотоноп, ауылдағы бер буш ултырған бәләкәйерәк йортто һатып алды. Бер-нисә көн шунда йөрөп ҡойма-кәртәләрен йүнәтте, соланын, мейесен яңыртты. Ҡатын-ҡыҙ яллап эсен йыуҙырҙы, ҡорған-түшәктәр ҡуйҙырҙы, һауыт-һаба, ниндәйҙер мебелдәр күсерҙе. Унан йоҙаҡлап сығып, асҡысын Миңһылыуға тотторҙо. Нисә айҙар туҡтамай эскәндән өрәк сүрәтенә инеп, аслы-туҡлы йөрөгәндәнме, һаулығы ҡаҡшапмы, тамам хәле бөтөп ҡайтып ҡолаған ҡатын, уның ниәтен аңламаны.

– Нимә б-был? – тине саҡ телен әйләндереп.

– Асҡыс. Һинең йорттоң асҡысы.

– М-мин-нең?..

– Эйе, Миңһылыу. Үрге урамдағы Сәмиға әбейҙең өйөн һиңә алдыҡ. Унда йәшәрлек бөтә нәмә лә бар. Әгәр көтөргә теләгең булһа, ниндәй мал кәрәк, шуны ал.

– Н-ни-шәп... мин унда барам? – айныҡ булһа ла, башы эшләп китә алмай, ахыры. Аптырарға ла түгел, ул башҡа түҙем бирһен инде...

– Миңһылыу, беҙ айырылыштыҡ, – тине хәҙер ир ҡаты ғына итеп. – Һин хәҙер минең ҡатыным түгел, мин дә һиңә бер кем дә түгел. Китергә уйлайым мин бынан, себергәме... берәй яҡҡа. Был – беҙҙең төп йорт, ҡустым ҡала торған йорт, шуға һиңә үҙеңә мөйөш яһаныҡ, аңланыңмы?

Миңһылыу саҡ ҡыбырлап усаҡ тирәһендә мыштырланы. Ҡулынан тотҡандары төшөп китеп, эҙләгәнен таба алмай ҡаңғырҙы. Эсе бошоп күҙәтеп ултырҙы уны Рамаҙан.

– Һин сығып китмә. Мунса яғам хәҙер. Матур итеп йыуынып ал. Һурпа ултырт, тамағыңды ҡара. Кейемдәреңде йый... кәрәгеңде вис ал... Иртәгә күсереп ҡуйырмын, – тине лә, урамға, кәртә-араһына сыҡты. Һиңмайланған ҡатын менән һөйләшеүҙән фәтеүә юҡ ине.

Юҡ, һиңмайланмағайны әле Миңһылыу. Ул аңлай, барыһын ишетеп-тойоп тора, тик яуапларлыҡ яуабы һәм хәле генә юҡ. Хәҙер-хәҙер... кеше булып алырға кәрәк... Рамаҙан... Рамаҙан! Улай булырға тейеш түгел... түгел... Китмәһен! Ташлап китеп бармаһын...

Ҡатын ауырыу кәүҙәһен көскә һөйрәп йөрөтөп өйҙө йыйыштырҙы. Ир ҡулында ғына булған донъя керләнеп, ҡотһоҙланып киткән. Бығаса, эсһә лә, ҡара эшкә шәп булды бит Миңһылыу. Бер-ике көн туҙынып ятып ала ла, өсөнсө-дүртенсе көн тороп алып, барын ялтыратып йыуып-йышып ҡуйҙы. Улы булғанда ул шулай итә ине... Улы... улыҡайы булғанда... Әле...әле артыҡ һуҙып ебәрҙе шул. Рамаҙанын бөтөнләй онотоп ебәрҙе...

Кискәрәк, арыуыҡ йән ингәс, мунсаға барып эләүкәгә һуҙылып ятты. Сабынырлыҡ уҡ булмаһа ла, эҫе пар аҫтында тәнен иретеп алды, керен сығарҙы. Унан ҡат-ҡат йыуынып, ойпаланып ҡатҡан сәстәрен тарап яҙҙы, таҙа кейемдәр кейҙе. Мунсанан һуң тирләп-бешеп үлән сәйе эсеп, йомшаҡ түшәгенә сумып йоҡлап китте. Төшөндә улын күрҙе... Улы атлап йөрөп ята икән, тип... Йөҙө лә ауырыу төҫтә түгел, алһыу ғына... Миңһылыу тулы биҙрә тотоп һарайҙан сығып килә ине, һыйыр һауыптыр... Улы урам яғынан килеп инде... ҡулына ниндәйҙер төргәк тотҡан. Туп-тура әсәһенә килә... “Ринат...” тип өндәшә уға ҡатын, биҙрәһен ултыртып ике ҡулын һуҙа. Улы шул саҡ һуҙылған беләктәренә теге төргәген алып килеп һала. Ҡараһа – бала... Бала бәләкәс кенә, аҡ ҡына, тулап ята... Улы һөтлө биҙрәгә күрһәтә, йәнәһе, бала асыҡҡан, һөт эсер, ти... әйтмәй, ә Миңһылыу аңлай уны. Унан улы борола ла китә. Ҡатын уның артынан ынтыла, “Ринат! Рина-ат! Улым!..” тип ҡысҡыра. Тик малайы туҡтамай! Артынан йүгерер ине, ҡулында – бала...

Йән тиргә төшөп уянып китте... Теле һаман “Рина-ат... Ринатым...” тиеүҙән туҡтаманы. Тышта көҙгө таң яңы ағарып ҡына килә. Ҡатын төшөнән айырылғансы урынында ҡатып ятты. Унан ипләп кенә тороп мейес тоҡандырҙы. Сығып күптән быҙауҙарына ҡушылып йөрөп өйрәнгән һыйырҙары янына инде, уларҙы һөйөп-иркәләне, быҙауҙарын айырып япты. Йәшелсәһе алынмаған баҡсаһына үтте, хәҙер, аҙыраҡ көн асылһа, кишер-кәбеҫтәне йыйып алырға ниәтләне. Кире инде. Рамаҙан да уянған, кейенгән, нәскиҙәрен мейес яҡтауынан алып, һуҙғылап тора. Ҡатын инеүгә, ул тышҡа сығып китте. Өндәшмәне. Миңһылыу уның нимәлер әйткәненән ҡурҡып йөрөй, ярай әле һүҙ ҡатмай әлегә. Йәһәт кенә шыйыҡ ҡамыр туҡып, ҡоймаҡ ҡойорға кереште, һөттө күрешәлер индергәнер, моғайын. Сәй ултыртты. Ир инеүгә өҫтәлдә күңелле булып иртәнге тамаҡ боҫорай ине инде. Шым ғына сәй эстеләр. Ашағас, Рамаҙан ҡалҡынды һәм һораулы ҡарашын ҡатынға төбәне. Ошо мәлде көткән дә һәм етеүен нисек кисектерергә белмәгән дә Миңһылыу, ултырған ултырғысынан иҙәнгә шыуып төштө һәм иңгәкләп килеп ирҙең аяҡтарын ҡосаҡлап алды:

– Рамаҙан... һуңғы тапҡыр кисереү һорайым... Һуңғы тапҡыр! 

Ир ҡатып ҡалды. Этмәне лә, типмәне лә, әммә башын да эйеп ҡараманы.

– Үтенәм... үтенеп һорайым һинән. Улыбыҙ хаҡына... Ринатыбыҙҙың рухы хаҡына һорайым... Мин бөгөн уны төшөмдә күрҙем... Матур итеп күрҙем... Ул миңә бәпес алып килеп китте! Аңлайһыңмы, Рамаҙан?.. Бир миңә һуңғы шанс? Мин һиңә һау бала табып бирәм... атлап йөрөгән... һөйләшкән...

– Миңһылыу! Тор! Етәр, һиңә.

– Рамаҙан... һау бала, ишетәһеңме?

– Ниндәй бала тағы? Тор, тинем!

Тик ҡатын уны ишетмәне лә, ә илап-һамаҡлап, аяҡтарын, үрелеп ҡулдарын үпте, инәлде:

– Рамаҙан... үтенәм... Был һуңғы тапҡыр... ысын, һуңғы... Ышан миңә? Эсмәйем! Бына, улым рухы менән әйтәм... Зинһар...

Ир, ниһайәт, ҡатын ҡулынан ысҡынып, тышҡа ташланды. Ә тегеһе илаулап һаман иҙәнә ятып ҡалды:

– Рина-ат... Рамаҙа-ан... Ринаты-ым... үтенәм, үтенәм һеҙҙән... мине ғәфү итегеҙ...

Ғәфү иттеме-итмәнеме инде ир, әммә ҡатынды ҡыуып сығарманы. Ул шунда тороп ҡалды. Эсмәне, тағы ла дауаланыуға барҙы. Бик бошонған, хатта енләнгән ваҡыттары ла булып китте, әммә ныҡ булырға, ысҡынмаҫҡа тырышты. Шулай ярты йылдай дауалана торғас, ауырға ҡалды һәм саҡ-саҡ һаҡлап йөрөтөп, ҡыҙ бала тапты. Бәпес сибек, бәләкәс кенә булып тыуҙы. Уны әллә ҡала, әллә юҡ, тип ҡурҡыттылар. Бала булып ҡына түгел, ә оло өмөт тә булып тыуған сабыйҙы нисек тә һаҡлап ҡалырға тырышты ата менән әсә. Һәм уларҙы йәлләне бәпес – был донъяға сат йәбеште, әсәһенең күкрәген дә нәҙек кенә тарамыш бармаҡтары менән батырып тотоп, уймаҡ ауыҙы менән һурып-һурып имде. Уның был ҡыланышын күҙәтеп, күҙ йәштәре аша көлдө ололар. Йортҡа тыныслыҡ, хатта ки бәхет килеп инде. “Зөлфиә” тип ҡушты ул бәхеткә исемде атаһы. Әсәһе бер генә һирпелеп ҡараны ла, йылмайып баш ҡаҡты. Ул хәҙер нимәгә лә риза ине. Тик Зөлфиәләре, Рамаҙаны, ошо йылы өйө генә булһын. Булһын...

*** Бөтөн был ваҡиға Зөлфиәнең өйгә ҡағыҙҙар һәм буяуҙар алып ҡайтыуынан башланды. Күп осрағын фатирында яңғыҙ ултырған һәм шул бушлығын нимә менән тултырырға белмәгән ҡатын, үҙенең бер заман рәссам булырға хыялланғанын һәм, ҡасандыр ҡайһы бер кешеләрҙең әйтеүе буйынса, һәләтле лә икәнлеген иҫенә төшөрөүҙән.

 

Зәбир башта залдың бер мөйөшө мастерскойға әүерелеп киткәнде күрмәмеш булдымы, иғтибар итмәйерәк йөрөнө. Әммә ҡайһы бер кистәре, ул ни ғиллә менәндер ваҡытында ҡайтып ҡуйған мәлдәре, ҡатынының арбалғандай булып һыҙмалар менән сыбарланған ҡағыҙ битенә текәлеп тороуын оҡшатманы. Юҡ, әҙер ашты яңғыҙ ултырып ашай алмағандан да, Зөлфиәнең уға ваҡыт бүлмәгәненән дә түгел, ә ҡатынының эсенә йәшерелгән хазинаның тышҡа сығып, башҡаларға күренеп ҡуйыуынан ҡурҡҡандан. Ул бит Зөлфиәнең ярайһы оҫта төшөргәнен белә, әгәр уға был һөнәрен үҫтергәндә, шул өлкәлә нығыраҡ шөғөлләнгәндә, был мәлдә билдәле рәссамдарҙың береһе булып китә алыр ине икәнен дә аңлай. Тик, бит ул осраҡта ҡатындың үҙ донъяһы буласаҡ, ул шәхес халәтендә формалашасаҡ һәм Зәбирҙең ярҙамсыһы ғына булып йәшәүҙән баш тартасаҡ. Ысҡынасаҡ ул уның ҡулынан, ирек, үҙ аллылыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ даулай башлаясаҡ.

Шәмбе көн иртәрәк, әммә ярайһы ҡырын тейәп ҡайтты Зәбир. Ниндәйҙер коллегаһының фәнни дәрәжәһен йыуғандар. Аш бүлмәһенә инмәне лә, тамағы туҡ, тимәк. Шулай ҙа ятырға ла ашыҡманы. Уның залға үтеп ултырып уҡ алғанынан, нимәлер телгәнен һиҙгән ҡатын, эшенән туҡтап, өндәште:

– Ванна тултырып бирәйемме әллә, йыуынып алаһыңмы?

– Ю-уҡҡ... – ир баш сайҡаны.

– Асыҡманыңмы?

– Ю-уҡ...

– Ял итер инең...

– Өйрәтмә миңә... үҙем беләм.

Зөлфиә яуапламаны. Ул ире менән телләшеп, уның сәнскеле һүҙҙәренә ҡаршы өндәшеп тә, үҙен яҡлап та өйрәнмәгән. Зәбир иһә уның өндәшмәҫенә өйрәнгән. Бына ул килеп өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы бармаҡ осо менән генә шылдырғылап ҡараны. Унан, ирен ситен ҡыйшатып, мыҫҡыллы йылмайҙы:

– Пикассо булырға хәл иттең инде?

– Былай ғына... күңел өсөн, – тигән булды ҡатын, бына-бына ҡубырға торған тауышты баҫып ҡуйыу өсөн. Тик Зәбирҙең әйтәһе хәбәре бар ине әле.

– Нимә?.. Колхозниктарҙың ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтағандарын онота алмайһыңмы һаман? Улар нимәлер аңлап һөйләнгән икән тиһеңме? Между прочим... һинең был һыҙмаларыңда иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ. Һәр ябай рәссам уҡытыусыһы ла быларҙы әтмәләй ала.

Сәпкә тура тейгәндәй, күңеленә “сәп” итеп кенә ҡалды был һүҙҙәр Зөлфиәнең. Бығаса ниндәй генә сәбәптәргә талаһа ла, һәләтенә ҡағылғаны юҡ ине әле бының.

– Мин бит конкусҡа эшләмәйем. Үҙем өсөн генә, ваҡыт үткәреүгә...

– Ваҡытың күп булһа, ана, минең эштәрҙе йый компьютерға. Киләһе йыл защита, булдыҡлы ҡатын ирен уңдырыу өсөн тупраҡ булып түшәлә, ә һин – һүрәт, имеш...

– Зәбир, улай үпкәләр урының юҡ. Хәлемдән килгән тиклем ярҙам итәм бит. Был дәрәжәңде лә яҙып бөтөрбөҙ, яҡларбыҙ әле.

– Яҡларбыҙ? Ха-ха! Зәбир Зәкировичтың фәнни дәрәжәләрен мин алып бирешәм, тиген тағы.

Артабан һүҙ ҡуйыртыу урынһыҙ ине. Зөлфиә шымды.

– Һүрәт эшләгең килһә, бар, мастерской арендовать ит, был фатирҙа эт ояһы яһауҙы туҡтат. Эшең бар, ашың бар – һиңә нимә етмәй?

Ҡатын бумалаларын һөртөп һалып төрҙө, алъяпҡысын сисеп, ҡағыҙҙарын йыйып алып, бүлмәнән сығып уҡ китте. Ире уның артынан һөйләнеп ҡалды:

– Мин булмаһам, шул быймаңда һыйыр һауып йөрөр инең әле... колхозда. Вот, һүрәт төшөрөр инеңме икән унда эшһеҙлектән – белмәйе-ем...

Зөлфиәнең аш бүлмәһенә инеп, һауыт-һабаһын шылтыратып нимәләрҙер менән булып алып киткәнен тыңлап торғас, маҡсатына етепме, Зәбир йоҡо бүлмәһенә тәнтерәкләне. Ул ҡатынының шунда шым ғына илап йөрөгәнен дә, йәштәрен уға күрһәтмәҫен дә белә. Бер-ике көн күңеле төшөп алыр ҙа, яйлап яҙылып китер. Һәр хәлдә быларҙы иренә күрһәтергә баҙнаты етмәйәсәк. Ғәҙәти хәл.

Зәбир йоҡлап китеүгә, “ах та ух” килеп Әмир ҡайтып инде. Уныһы ла һуңғы көндәре нимәләрҙер менән мәшғүл булып йөрөгәне көн кеүек асыҡ, тик әйтмәй генә. Бына улы аш бүлмәһенә үтеп, һаман боролоп ҡарамай торған әсәһен арттан килеп, һонолоп, “сәп” итеп үбеп алды. Унан өҫтәлдән печенье алып ҡабырға иткәйне, әсәһе тыйҙы:

– Ҡулыңды йыу... Аш һалам.

Егет шунда ғына әсәһенең кәйефен аңғарып ҡалып, уны яурынынан тотоп үҙенә бороп ҡуйҙы.

– Әсәй... Илап тораһыңмы?

Зөлфиә ысҡынырға теләне:

– Иғтибар итмә... Бар, ҡулыңды...

– Улмы? Тағымы?..

– Улым...

– Әсәй! Ҡайҙа әле...

Зөлфиә сығып барған улының беләгенән эләктереп алды:

– Балаҡайым! Зинһар, тауыш ҡуптармағыҙ. Былай ҙа саҡ торам...

Егет ултырғысҡа лыпын ултырҙы. Әсәһенә ҡарап ҡалды. Унан, тантана иткәндәй итеп әйтте:

– Мин армияға китәм.

Хәҙер әсәһе үҙ ҡайғыһын онотто:

– Нисек? Ҡасан? Кем ебәрә һине унда?

– Үҙем. Мин үҙем хәл итәм, әсәй. Уның инструкцияһы буйынса ғүмер итмәйәсәкмен. Ул минең менән идара итә алмаясаҡ.

– Шунан, атайыңа үс итеп армияға барырға булдыңмы?

– Үс итеп түгел. Армияла хеҙмәт итергә бала саҡтан хыялландым, ә атайым минең шул хыялымды һанға һуҡманы. Мин был институтта уҡырға теләмәнем, ул мине шунда көсләп тыҡты. Бына, бөгөн хәл иттем, ташланым уҡыуҙы һәм, ике көндән, хеҙмәткә юлланам.

– Әмир!.. Атайың үлтерер бит беҙҙе бының өсөн...Улым, ниңә генә улай уҡ ҡарышып киттең әле?.. – Зөлфиә ҡойолоп төштө. 

– Үлтермәҫ! Мин инде уға бесәй балаһы түгел, нисек теләй шулай ҡыландырырға. Ҡайғырма, әсәй, бары яҡшы булыр. Армияла йөрөп ҡайтырмын да, икенсе урынға инермен, үҙем һайлармын. Эшләрмен дә, йәшәрмен дә, мин бит әле, ул әйткәнсә улай уҡ йүнһеҙ түгел.

– Һин бик тә аҡыллы малай, улым. Тик, атайың...

– Атайым үҙ тормошо менән йәшәһен, башҡаларҙың ғүмерен дә ҡуша алып бармаһын әле. Һине баҫып тотҡаны ла еткән. Мин инде уға бирешмәйәсәкмен.

– Балаҡайым, һинең өсөн борсолам...

– Борсолма. Үҙ аллы булырға бирегеҙ миңә.

Улы барып ҡулын йыуып килде, ирҙәрсә ирәбе, әрһеҙ итеп ашап алды. Уның ошолай өҫтәл артында иркен ҡыланыуын яратмай атаһы, туҡтауһыҙ тыйып ҡына тора. Ә Зөлфиәгә, киреһенсә, оҡшай улының ябай, алсаҡ булыуы, аҙыҡтарын маҡтап, ихлас туйыныуы. Ҡатын, ынтылып, Әмирҙең еткән сәсенән һыпырып ҡуйҙы.

– Иртәгә барып лысый алдырам, – тип, көлә уныһы. Уға әсәһе лә ҡушыла ла, ауыҙын усы менән яба, йәнәһе, уларҙы теге яҡтағы ишетеп ҡалмаһын. Әсә менән ул, тауыштарын баҫып, “пырхылдашып” көлөшәләр. Уларҙың тағы ла уртаҡ серҙәре бар. Ул уртаҡ йәшерен серҙәр күп булды инде был өйҙә уларҙың. Мәҫәлән, хыялдар...

...Ике көндән Әмир, ысынлап та, армияға китте. Сәсен таҡыр ҡырҙырып ҡайтты ла, джинсы менән бер свитер кейеп, рюкзакка кәрәк-ярағын тултырҙы. Унан атаһының кабинетына инеп иғлан итте:

– Хөрмәтле Зәбир Зәкиевич! Призывник Йоматовҡа ике йылға юғалып торорға рөхсәт итегеҙ!

Атаһы уның ҡыланыуынан бигерәк, тышҡы ҡиәфәтенә сәйерһенеп ҡараны. Улының артына ҡатыны ла килеп торғас, алдындағы эшен ҡуйып, күҙлеген һалды:

– Был ниндәй цирк?

– Цирк түгел, мин армияға китәм, хушлашайым ғына тигәйнем.

Зөлфиә, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаҡсы булып, ҡыҫылды:

– Зәбир... Әмир...

Бармағын ғына күтәрҙе үргә ир, был ҡатынына “шым” тигән тауышһыҙ бойороҡ ине. Унан улына төбәлде. Был ҡараш та таныш. Ошондай өнһөҙ тишеп ҡарауҙан, малай, ҡаушап, уға барын сисеп һалырға тейеш. Тик инде алдында малай түгел, ә күптән ир еткән егет баҫып торғанлығын ғына күҙ уңынан ысҡындырған икән атай кеше. Һәм ул ир уға тейешле яуапты бирҙе лә:

– Әйтеп китерем шул һиңә, атай: әсәйҙе ҡыйырһытма. Мин ике йылға ғына китәм, Алла бирһә, ҡайтасаҡмын һәм әсәйем минең яҡлау аҫтында буласаҡ. Әлегә – хуш!

Егет боролдо ла, уның был ҡыйыулығынан күҙҙәре киң асылып киткән әсәһен яурынынан ҡосаҡлап алып та китте:

– Вокзалға төшәйек, әсәй, такси килде. Унда күңелле: йырлайҙар, бейеҙәр...

Зәбир, яңылыҡты нисек ҡабул итергә белмәй, албырғап ултырып ҡалды.

...Тағы ла өс айҙан был фатирҙы Зөлфиә лә ҡалдырып китте. Улы сығып киткәндән уны бында тотҡан бер генә сәбәп тә, бәйләгән ҡылдай ғына еп тә ҡалманы. Толҡа тапманы бөтөнләй. Ирен дә бары тик Әмире өсөн генә түҙгәнен, бала хаҡына ғына йәшәгәнен бөтөн тәрәнлегендә аңлағандай булды. Эштән ҡайтып бара, үҙе “нимәгә әйләнәм дә киләм мин ошо йортҡа?” тип хайран булып килә. Зәбирҙең мыжыуҙарын тыңлап йөрөй, “ни өсөн был кешене ишетеп йәшәүгә дусар итәм үҙемде?” тип ғәжәпләнә. Ашарға бешерә, йыуа, йыша – кем өсөн? Иренә ул үҙе күптән ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡыҙыҡ түгел, иптәш тә, дуҫ та, серҙәш тә түгел. Ул ошонда, өйҙә генә ҡарауылсы. Хоҡуҡһыҙ, фекерһеҙ... һәләтһеҙ бер бисә... Бына, ниһайәт, ул үҙе менән үҙе асыҡтан-асыҡ һөйләшер, халәтен баһалар хәлгә етте. Ә бит Зөлфиә ундай түгел ине. Ул алсаҡ ине, шаян ине, эскерһеҙ ине. Үткен үк булмаһа ла, үҙ аллы ине. Һәм ул бит... һәләтле лә ине. Ә бөгөн... Тимәк, ул ошонда, ошо өйҙә шундайға әйләнгән. Әйләндергәндәр... Уны бит үҙ файҙаларына шулай телһеҙ, башһыҙ, ихтыярһыҙ итеп тоталар. Һәм ул шуға күнгән. Ярты ғүмерен шул көндә үткәргән дә. Ә нимә өсөн? Улы өсөн генәме? Юҡ! Үҙ яҙмышына хужа була белмәгәне өсөн. Ана, йәш кенә башы менән Әмире булдыра алды, ә ул – юҡ. Улы уға үрнәк күрһәтте! Бәхетен табырға, хыялдарын тормошҡа ашырырға теләгән кеше башҡаларҙың ҡоло булмай икәнде аңлатты. “Рәхмәт... рәхмәт һиңә, улым...”

Зәбир ишек төбөндәге сумаҙанға, унан арыраҡ торған ҡатынына ҡараны, үҙе сисенеп кейемдәрен һуҙҙы. Беренсе тапҡыр ҡатыны уның ҡулындағын йүгермәләп килеп алманы, аяғы аҫтына йомшаҡ тәпишкәләр ҡуйманы. Ир ҡулын һонған килеш тора бирҙе лә, пальтоһын үҙе элеп ҡуйҙы.

– Зәбир, һөйләшергә һүҙ бар... Мин... китергә йыйындым, – тине Зөлфиә, барлыҡ ныҡлығын йыйып. Ул был хәбәрҙе нисә айҙар ныҡ ҡабатлаған, нисек тороп, ниндәй тон менән әйтергә икәнен дә уйлаған ине лә, әле үтә лә ябай килде лә сыҡты.

– Ҡайҙа инде? – ирҙең иҫе китмәй. Ул ҡатынының кәйефен һиҙеп йөрөй. Бындайҙы уҡ көтмәһә лә, ниндәйҙер бәрелеш булырын тоя ине.

– Мәскәүгә.

– Мәскәүгә? Унда һине кем көтә? Кем әйтмешләй: Москва слезам не верит.

– Өфө лә не верит, улайға ҡалһа...

– Ары нимә? – ир төпкә үтеп барған еренән туҡтап боролоп ҡараны.

– Һинең фәнни эшеңде яҡлауың үткәнсе, айырылышыу тураһында тауыш сығармаҫбыҙҙыр... Унан, теләһәң, үҙең бирерһең, миңә барыбер. Моғайын, аспиранткаң һаман һөйәркә булып ҡына йөрөүҙән дә арығандыр?

Зәбирҙең керфекһеҙ бәбәктәре ҡалын күҙлек артында сабырһыҙ сипылданы, ул ауыҙын аса төштө лә, кире япты.

– Хуш, һау бул. Улыбыҙға шылтыратып тор, онотма, ниндәй хәлдә лә һин уға атай, – Зөлфиәнең ишек төбөндәге һуңғы һүҙҙәре ошолар булды. Ул асҡысын көҙгө тумбаһына һалды ла, шым ғына сығып китте. Һәм бөтөн был ваҡиғалар тап ошонан башланды ла...

*** Рамаҙан Зөлфиәне гипермаркеттың иркен фойеһында көтөп алды. Ике тиҫтәнән ашыу йылдар элек түгел, бөгөн иртәнсәк кенә айырылышҡан кешеләр һымаҡ, үтә ябай, тыныс ҡына осраштылар. – Арыныңмы? – тип һораны ир, ҡаршыһына шым ғына килеп баҫҡан ҡатындан. Тегеһе баш ҡаҡты: – Эйе... Аҙыраҡ бар. – Әйҙә, улайһа, ошонда бер ерҙә аяҡ һуҙып ултырып ашай торған урындары бар ине. Бая күреп үткәйнем. – Өсөнсө ҡатта. Эскалатор баҫҡысатырында шыуып менеп киттеләр. Йомшаҡ диванлы кафены табып инеп ултырҙылар. Йылғыр официанттар килеп заказ алып китте. – Зөлфиә... шунан нисек йәшәнең? – Рамаҙанға, ниһайәт, ҡаршыһындағы ҡәҙерле йөҙгә тура ҡарарлыҡ форсат тыуа.

Ҡатын күңелһеҙ генә йылмая:

– Йәшәнем инде... Насар түгел. Сит күҙ ҡарамағына насар түгел, былай... Ә һин?

– Мин дә... йәшәнем инде...

– Балаларың барҙыр бит? – ҡатындарҙың күберәк белгеһе килә лә инде, һорау артынан һорау яуҙыра Зөлфиә.

– Бар. Ҡыҙым ошонда институтта уҡый. Икенсе курста ғына әле. Концертына килгәйнем... – ир ҡыҙының исемен әйтергә уҡталды ла, телен тешләне. – Һин... һеҙ ҙә Мәскәүҙә йәшәйһегеҙ икән?

– Беҙ тип... мин. Улым – хәрби кеше, хеҙмәт иткән яғында төпләнде. Армияға киткән еренән контракт менән тороп ҡалды ла, унан хәрби академияға уҡырға инеп, тамамлап килә инде. Өйләнергә лә иҫәбе бар.

– Яҡшы... бик яҡшы, – тип хуплап ултырҙы ир, тик “мин” тигәнде әллә төшөнөп етмәне, әллә аңғармай үткәрҙе, һәр хәлдә төпсөнмәне.

– Һинең, шул, бер ҡыҙмы?

– Эйе. Өлкән улыбыҙ булғайны... ауырыны... үлеп китте.

– Уй, Алла... Ғәфү ит.

– Күптән булды ул... Ун туғыҙ йыл үтте...

– Ы-ы...

Уңайһыҙ тынлыҡтан ҡотҡарып, аш-һыу алып килделәр. Рамаҙан Зөлфиәне ҡыҫтап һыйларға кереште:

– Әйҙә, ынтыл, Зөлфиә... Һин бит эштән һуң.

Тик ҡатындың тиҙерәк барыһын да белгеһе килә. Сама юғалтмаҫҡа тырышып, һаҡ ҡына һораша ла һораша.

– Ҡыҙыңдың әсәһе... бында бергәме?

– Ҡыҙымдың?.. Ә-ә! Ул ауылда. Бында түгел, юҡ, ауылда ҡалды.

– Ы-ыы...

Тағы шыма бирҙеләр. Унан Рамаҙан тағы тура ҡарап, текәлеп ҡалды.

– Зөлфиә... мин Өфөгә барған һайын картиналар күргәҙмәләрен эҙләп таптым, шул өлкәне ентекле күҙәттем. Һүрәттәр аҫтынан һинең исемеңде уҡырға ниәтләп... Һин әллә... төшөрмәйһеңме?

Ҡатын бер мәлгә телһеҙ ҡалды. Ә ир унан яуап көттө. Был тәңгәлдә бер нәмә тип аҡланып та, алдашып булмай ине. Шуға дөрөҫөн әйтте:

– Юҡ.

– Нисек “юҡ”?.. Был йылдар бөтөнләй картиналарға тотонманым, тип әйтмәксеһеңме?

– Тотонманым... Һәләтем дә самалы булғандыр инде... һәм... ҡыҫҡаһы, минән рәссам сыҡманы.

– Һин рәссам инең инде. Йәл, бик йәл... Ә бит тегенең... Зәбирең... һине рәссам итергә вәғәҙә биргәйне.

Ҡапыл ҡатындың ҡапҡан аҙығы тын юлына китте. Шуны сығарғансы, сәсәп, барып битен йыуып килде. Килде лә, баяғы ишеткәндәрен асыҡламаҡсы булып, дауам итте:

– Ниндәй вәғәҙә хаҡында әйтәһең? Ҡасан?

Рамаҙандың күҙ ҡараштарында ҡатылыҡ сағылды, тауышы ла ҡырҡыулана төштө:

– Шул бер күрешкәндә инде... Һин өйгә ингәндә. Ул миңә “Зөлфиәне Мәскәүгә уҡырға алып китәм, ул рәссам буласаҡ” тигәйне... Мин уға ышандым.

Баҫып торһа, ултыра төшөр ине ҡатын, был осраҡта тик арҡаһына һөйәлеп, муйынын быуып алып барғандай булған ебәк яулығын ғына сисеп ала алды. Әсе йылмайҙы:

– Әллә... Нимә тигәндер?.. Мин үҙ сиратымда ҡулыма кисточка тотҡанды ла яратмаған Зәбирҙе генә беләм.

Хәҙер Рамаҙанға ҡатып ҡалыуға сират етте. Уның йөҙөндә башта аптырау, унан асыу яралды ла:

– Һы! – тип кенә ҡуя алды.

Шул ваҡыт яндарында бер ҡыҙ пәйҙә булды. Булды ғына түгел, май ҡояшы һымаҡ балҡып Рамаҙандың янына уҡ килеп баҫты. Ҡаршыһындағына мөкиббән китеп, ҡыҙының яҡынлағанын да аңғармаған икән.

– Зөлфиә... Бына был бәләкәй Зөлфиә, – тине ир, керфектәрен елп-елп итеп аңлай алмай ултырған ҡатынға, – Ҡыҙым.

– З-Зөл-фиә?..

– Эйе. Һинең исемде алдыҡ, – атаһы ҡыҙына ла өндәште, – Һиңә мин ошо апай хөрмәтенә ҡуштым “Зөлфиә” тип, ҡыҙым. Уның кеүек һәләтле һәм аҡыллы булырыңды белеп.

Ике Зөлфиә бер-береһенә хайран булып төбәлде лә, йылмайышып торҙолар.

– Мин бик шатмын, – тине ахырҙа өлкәне, – Һинең ҡулыңда ошондай сибәр аҙашым үҫкәнгә.

– Эйе, рәхмәт. Мин дә... шулай уҡ.

Ҡыҙ улар янына ҡунаҡлап, аҙыраҡ быларҙы күҙәтеп ултырҙы ла, нәфис беләгендәге ҡул сәғәтенә ҡарап алды. Уның был хәрәкәтенән Зөлфиә нимәгәлер ваҡыт етеүен аңланы:

– Һеҙгә... китергә кәрәктер. Мин тотоп тик ултырам, ахыры...

Рамаҙан көрһөнөп ҡуйҙы:

– Зөлфиә, мин бөгөн төндә осам... Билет алынған...

– Ә-әәә... Ыһыы... Эйе, шулай инде...

– Ҡыҙым менән ошонда осрашып, аэропортҡа бергә китергә килешкәйнек.

 – Ә-әә...

– Зөлфиә... Ҡарале... Анау магазинға барып инеүемде, һине күреп ҡалыуымды әйт әле?.. Икенсе кассаға тороп ҡуйһам шунан?.. Баш етерлек түгел...

– Эйе...

– Әле бына, күргәндәй ҙә булманым. Ҡайҙа әле, мөмкин булһа, адресыңды яҙып алайым?

– Адресты? – Зөлфиәгә ҡыйын булып китте шул мәл. Ул ҡатынлы иргә адрес биргән һәм ниндәйҙер ярамағанға өмөт уятҡан бер әҙәпһеҙ апай булып күренгәндәй тойолдо Рамаҙандың ҡыҙына. Шуға уңайһыҙланып ҡына баш тартты:

– Кәрәкмәҫ... Күрештек, һөйләштек бит инде.

Бындай яуаптан Рамаҙан да саҡ ҡына ҡаушап торҙо ла, ҡапыл ғына ризалашты. Уның тауышында һалҡынлыҡ һиҙелде :

– Кәрәкмәй тык кәрәкмәҫ. Һеҙ яҡшыраҡ беләһегеҙҙер, – унан тороп уҡ йыйына башланы. – Ярай. Ҙур рәхмәт. Хәл белештек... Имен-һау бул!

Зөлфиә лә баҫып оҙатып ҡалды:

– Х-хушығыҙ...

Йәш Зөлфиә бара биргәс боролоп ҡул болғаны. Унан атаһының көмөрәйә биргән киң яурынын ҡағып уны ла боролтоп ҡаратты. Тегеһе бер һирпелеп ҡарап ҡына алды, күҙҙәрендә үпкә... бөткөһөҙ үпкә ине. Зөлфиә лә ҡулын күтәрҙе. Рамаҙан яуапламаны, әйләнеп китеп барҙы.

Оҙаҡ ултырҙы улар киткәс тә Зөлфиә. Уны борсоған әҙәм булманы. Был йортта төнө буйы эшләй – магазин да, кафелары ла, шуға хатта таңға тиклем урынынан ҡуҙғалмаһа ла өндәшмәҫтәр ине, моғайын, тик ҡайтып йыуынаһы, өҫтө алыштыраһы һәм иртәгәгә эшкә әҙерләнәһе бар.

Эсендә бер төйөр барлыҡҡа килеп, ул ауырайғандан-ауырайҙы. Ҡабарып барған ямғыр болотолай тулышҡандан-тулышты күңеле. Саҡ сыҙап килеп, фатирына инеп өлгөрҙө – йырылды, түгелеп китте. Ҡулындағы пакеттарын ташлап, аяҡ кейемен сисеп ашатлап, өҫтөн һала-һала барып карауатҡа ҡоланы. Баҫҡыстан күтәрелгәндә үк соҙорап ҡойола килгән йәштәренә ирек бирҙе. Ярһып, тыйыла алмай иланы. Тыма биреп китте лә, ҡабаттан буҙланы. Ята бирҙе лә, тағы һығылды. Былайтып... былайтып ул ҡасан илағаны булды икән? Булдымы икән был ғүмерҙә? Булды. Рамаҙан ҡапҡа төбөндә ҡалдырып киткән кис... төнө буйына... унан тағы ла һанһыҙ көндәр, төндәр... Лыс һыу булған мендәренә дымлы йөҙө менән һеңеп ята торғас, йоҡлап китте ҡатын.

Иртәнсәк шундай бер еңеллек менән торҙо. Кисә, әйтерһең, йәштәрен түгел, йөрәгендәге таштарын ҡойған. Улар, гүйә, ҡомға онталып төшөп бөткәндәр ҙә, бөтөн булмышы рәхәтләнеп, таҙарып ҡалған. Шул еңеллек менән эшенә ашыҡты. Унда ла көр, шаян, алсаҡ булып йөрөнө. Саҡ ҡына үҙ алдына ҡалһа, нимәлер уйлап йөҙө асылды. Ирен ситендәге ваҡ һырҙары бына-бына йылмайырға әҙер булып йымылдашты. Көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ҡайтҡанда аяҡтары, йыш ҡына витринаһына тексәйеп үтә торған магазинға үҙҙәренән үҙҙәре алып килде. Күпме генә тышында тапанып торғаны булһа ла, инергә ҡыймаған бүлеккә үтеп, таныш еҫтәрҙән башы әйләнеп китте. Башта ҡағыҙҙарҙы, бумалаларҙы, буяуҙарҙы ҡат-ҡат ҡарап сыҡты, һыйпағыланы, унан үҙенә кәрәктәрен алып, бер ҡосаҡ итеп ҡармап тотоп, метроға ашыҡты. Кисәге һымаҡ ҡабаланып, тротуарҙарҙа кешеләргә төкөй-төкөй ашығып, ике баҫҡысты бер атлап йүгермәләп ҡайтып инде лә, аш бүлмәһенә боролоп ҡарарға ла ваҡыт тапмай, эшкә кереште. Ҡулдары әллә ҡайҙан белеп, әллә хәтерләп, төрлө буяуҙарҙы бутап яңы төҫтәр сығарҙы. Күҙҙәре уларҙы ҡайҙа төртөргә икәнде самалап күрһәтеп өлгөрҙө. Ҡолаҡтары ҡағыҙға төшөрөлөп барған ағастарҙан өҙөлгән һары япраҡтарҙың ҡыштырлауын ишетте. Сәстәре көҙгө ҡояштың йылыһын, талғын ғына ел иркәләүен тойҙо. Ә йөрәге картинала уның йәнәшәһендә атлаған ҡәҙерле кешенең тын алышына ҡатар туҡылданы...

Таң тыуыуға бите-башы, өҫтө әҙәм ҡарағыһыҙ булып буялған, киң асылған күҙҙәре ҡыҙарған, һаман туҡтауһыҙ өҫтә йылпылдағандан арыған ҡулдары һәленеп төшкән, әммә үҙе сикһеҙ бәхет һәм һиллек эсендә йөҙгән Зөлфиә, тамамланған картина алдында ултырғыста ултыра ине. Һүрәттә көҙгө ҡала урамынан ир менән ҡатын атлай. Алтын япраҡтар яуа. Йәнәш килеүсе пар ошо хозурлыҡтың төп өлөшө һымаҡ. Уларһыҙ мең төҫлө уттарҙа балҡыған оло ҡала ла, дымлы аллея ла, сыуаҡ ҡояш та булмаясаҡ. Уларһыҙ... Зөлфиәнең ҡомары ла, илһамы ла, ул үҙе лә юҡ...

Картинаның аҫтына исеме лә ҡуйылған: “Мәскәү тигән баш ҡала...” Авторы: Зөлфиә Яхина. Бөтөн был ваҡиғаның башы тап бына ошо мәл ине. Ошо мәл!

Ҡаршы килгән ҡыҙҙы алыҫтан уҡ таныны. Зөлфиә бит! Рамаҙандың Зөлфиәһе. Үткәндә атаһы менән киткәндәге кеүек ҡырҙан уҡ ҡул болғай. Көлөп килә, ауыҙы йырыҡ. Ҡатын туҡтап ҡалып, көтөп торҙо.

 – Һаумыһығыҙ!

 – Һау-мы...

Ҡыҙыҡай килә килеп уны ҡултыҡлап уҡ алды. Зөлфиә уның арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы. Бындай алсаҡлығына яуапһыҙ ҡала алмай ине.

 – Зөлфиә апай! – ҡыҙҙың күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнаны. Атаһына оҡшаған ине ул, ағыраҡ, наҙлыраҡ, һыҙаттары вағыраҡ, әммә шул уҡ ҡараш, шул йылмайыу.

 – Ни бар, Зөлфиә?.. –ҡатын һағая төштө.

 – Атайыма ҡыйын, – тип үк һалды тегеһе, ғәҙәти генә итеп.

 – Нисек ҡыйын? Ауырыймы әллә?

 – Эйе. Һөйөү тигән ауырыу менән, – хихылдап көлөп тороуын әйт!

Зөлфиәлә уға ҡаршы көлдө, был хәлдә көлмәҫлек түгел ине шул.

 – Ул һеҙҙе ныҡ һағына. Мин күреп торам...

Кит, бала менән нимә һөйләшәләр, тип уйлай ҙа ҡатын, үҙе төпсөнә:

– Әсәйең дә күрәме? Йә, хоҙай...

– Әсәйем?.. Ниндәй әсәйем? Ул бит беҙҙең менән йәшәмәй.

Зөлфиәнең битенән йылмайыуы юйылды:

           – Ниңә йәшәмәй?..

           – Атайым һеҙгә әйтмәнеме ни? Ул... шунда, ауылда... икенсе ағай менән йәшәй. Давно инде, мин бәләкәй саҡтан уҡ.

Ҡатын йәш аҙашына ҡарап ҡатты. Уныһы быны ҡултыҡлаған килеш һөйрәп тигәндәй алып китте, үҙе хәбәрен теҙҙе:

           – Беҙҙең әсәй эсә... Эсергә ярата... Мин башланғыс синыфтарҙа уҡығанда ул ныҡ ҡына эсеп алып китте лә... атайым тыйҙы... ул ҡасты, юғалды... Һәм, бер үҙе һымағыраҡ ағайға барып инеп ҡуйҙы. Ҡуйған инде... мин яҡшылап белмәйем, иҫләмәйем. Мине атайым бирмәгән... әл дә!

           – Шунан?.. Йәшәйҙәрме?

           – Йәшәйҙәр. Айныҡ булһалар мин дә барып сығам... Атайым әйтә, бар, ташлама әсәйеңде, ти... Ә һеҙ?.. Яңғыҙһығыҙ ҙа ул, ивет? Атайыма, ни эшләп яҡшылап белешмәнең, тиһәм, адресын биреүгә ҡаршы булғас, бер үҙе түгелдер, ахыры, тип... Эй, бешмәгән бит ул, эйеме?

Сылтыратып көлә генә. Ә Зөлфиәлә көлөү ҡайғыһы юҡ. Уның башы шаулап, фекере буталды. Артабан ҡыҙҙың нимәләр бытылдап, нимәләргә шырҡылдағанын да ишетмәҫ булды ла ҡуйҙы. Ул арала ҡыҙыҡай, ҡосаҡлашып хушлашып, ғәҙәтенсә ҡул болғай-болғай, халыҡ араһына инеп тә юғалды. Зөлфиә фатирына юлланды.

Күпмелер ваҡыттан подъезынан кире сыҡты ул. Такси тотоп аэропортҡа елдерҙе. Ҡулында уның ике генә нәмә ине, кескәй сумка ла, ҡағыҙға төрөп тотолған картина: “Мәскәү тигән баш ҡала...”

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: