+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Октябрь 2021, 13:32

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун етенсе өлөш

 ***            Рамаҙан Зөлфиәне гипермаркеттың иркен фойеһында көтөп алды. Ике тиҫтәнән ашыу йылдар элек түгел, бөгөн иртәнсәк кенә айырылышҡан кешеләр һымаҡ, үтә ябай, тыныс ҡына осраштылар.          – Арыныңмы? – тип һораны ир, ҡаршыһына шым ғына килеп баҫҡан ҡатындан. Тегеһе баш ҡаҡты:          – Эйе... Аҙыраҡ бар.           – Әйҙә, улайһа, ошонда бер ерҙә аяҡ һуҙып ултырып ашай торған урындары бар ине. Бая күреп үткәйнем.          – Өсөнсө ҡатта.          Эскалатор баҫҡысатырында шыуып менеп киттеләр. Йомшаҡ диванлы кафены табып инеп ултырҙылар. Йылғыр официанттар килеп заказ алып китте.          – Зөлфиә... шунан нисек йәшәнең? – Рамаҙанға, ниһайәт, ҡаршыһындағы ҡәҙерле йөҙгә тура ҡарарлыҡ форсат тыуа.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун етенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Ун етенсе өлөш

Ҡатын күңелһеҙ генә йылмая:

         – Йәшәнем инде... Насар түгел. Сит күҙ ҡарамағына насар түгел, былай... Ә һин?

         – Мин дә... йәшәнем инде...

         – Балаларың барҙыр бит?  –  ҡатындарҙың күберәк белгеһе килә лә инде, һорау артынан һорау яуҙыра Зөлфиә.

         – Бар. Ҡыҙым ошонда институтта уҡый. Икенсе курста ғына әле. Концертына килгәйнем... – ир ҡыҙының исемен әйтергә уҡталды ла, телен тешләне. – Һин... һеҙ ҙә Мәскәүҙә йәшәйһегеҙ икән?

         –  Беҙ тип... мин. Улым – хәрби кеше, хеҙмәт иткән яғында төпләнде. Армияға киткән еренән контракт менән тороп ҡалды ла, унан хәрби академияға уҡырға инеп, тамамлап килә инде. Өйләнергә лә иҫәбе бар.

         – Яҡшы... бик яҡшы, –  тип хуплап ултырҙы ир, тик “мин” тигәнде әллә төшөнөп етмәне, әллә аңғармай үткәрҙе, һәр хәлдә төпсөнмәне.

         – Һинең, шул, бер ҡыҙмы?

         – Эйе. Өлкән улыбыҙ булғайны... ауырыны... үлеп китте.

         – Уй, Алла... Ғәфү ит.

         – Күптән булды ул... Ун туғыҙ йыл үтте...

         – Ы-ы...

         Уңайһыҙ тынлыҡтан ҡотҡарып, аш-һыу алып килделәр. Рамаҙан Зөлфиәне ҡыҫтап һыйларға кереште:

         – Әйҙә, ынтыл, Зөлфиә... Һин бит эштән һуң.

         Тик ҡатындың тиҙерәк барыһын да белгеһе килә. Сама юғалтмаҫҡа тырышып, һаҡ ҡына һораша ла һораша.

         – Ҡыҙыңдың әсәһе... бында бергәме?

         – Ҡыҙымдың?.. Ә-ә! Ул ауылда. Бында түгел, юҡ, ауылда ҡалды.

         – Ы-ыы...

         Тағы шыма бирҙеләр. Унан Рамаҙан тағы тура ҡарап, текәлеп ҡалды.

         – Зөлфиә... мин Өфөгә барған һайын картиналар күргәҙмәләрен эҙләп таптым, шул өлкәне ентекле күҙәттем. Һүрәттәр аҫтынан һинең исемеңде уҡырға ниәтләп... Һин әллә... төшөрмәйһеңме?

         Ҡатын бер мәлгә телһеҙ ҡалды. Ә ир унан яуап көттө. Был тәңгәлдә бер нәмә тип аҡланып та, алдашып булмай ине. Шуға дөрөҫөн әйтте:

         – Юҡ.

         – Нисек “юҡ”?.. Был йылдар бөтөнләй картиналарға тотонманым, тип әйтмәксеһеңме?

         – Тотонманым... Һәләтем дә самалы булғандыр инде... һәм... ҡыҫҡаһы, минән рәссам сыҡманы.

         – Һин рәссам инең инде. Йәл, бик йәл... Ә бит тегенең... Зәбирең... һине рәссам итергә вәғәҙә биргәйне.

         Ҡапыл ҡатындың ҡапҡан аҙығы тын юлына китте. Шуны сығарғансы, сәсәп, барып битен йыуып килде. Килде лә, баяғы ишеткәндәрен асыҡламаҡсы булып, дауам итте:

         – Ниндәй вәғәҙә хаҡында әйтәһең? Ҡасан?

         Рамаҙандың күҙ ҡараштарында ҡатылыҡ сағылды, тауышы ла ҡырҡыулана төштө:

         –  Шул бер күрешкәндә инде... Һин өйгә ингәндә. Ул миңә “Зөлфиәне Мәскәүгә уҡырға алып китәм, ул рәссам буласаҡ” тигәйне... Мин уға ышандым.

         Баҫып торһа, ултыра төшөр ине ҡатын, был осраҡта тик арҡаһына һөйәлеп, муйынын быуып алып барғандай булған ебәк яулығын ғына сисеп ала алды. Әсе йылмайҙы:

         – Әллә... Нимә тигәндер?.. Мин үҙ сиратымда ҡулыма кисточка тотҡанды ла яратмаған Зәбирҙе генә беләм.

         Хәҙер Рамаҙанға ҡатып ҡалыуға сират етте. Уның йөҙөндә башта аптырау, унан асыу яралды ла:

         – Һы! – тип кенә ҡуя алды.

         Шул ваҡыт яндарында бер ҡыҙ пәйҙә булды. Булды ғына түгел, май ҡояшы һымаҡ балҡып Рамаҙандың янына уҡ килеп баҫты. Ҡаршыһындағына мөкиббән китеп, ҡыҙының яҡынлағанын да аңғармаған икән.

         – Зөлфиә... Бына был бәләкәй Зөлфиә, –  тине ир, керфектәрен елп-елп итеп аңлай алмай ултырған ҡатынға, –  Ҡыҙым.

         – З-Зөл-фиә?..

         – Эйе. Һинең исемде алдыҡ, –  атаһы ҡыҙына ла өндәште, – Һиңә мин ошо апай хөрмәтенә ҡуштым “Зөлфиә” тип, ҡыҙым. Уның кеүек һәләтле һәм аҡыллы булырыңды белеп.

         Ике Зөлфиә бер-береһенә хайран булып төбәлде лә, йылмайышып торҙолар.

         – Мин бик шатмын, –  тине ахырҙа өлкәне, –  Һинең ҡулыңда ошондай сибәр аҙашым үҫкәнгә.

         – Эйе, рәхмәт. Мин дә... шулай уҡ.

         Ҡыҙ улар янына ҡунаҡлап, аҙыраҡ быларҙы күҙәтеп ултырҙы ла, нәфис беләгендәге ҡул сәғәтенә ҡарап алды. Уның был хәрәкәтенән Зөлфиә нимәгәлер ваҡыт етеүен аңланы:

         – Һеҙгә... китергә кәрәктер. Мин тотоп тик ултырам, ахыры...

         Рамаҙан көрһөнөп ҡуйҙы:

         – Зөлфиә, мин бөгөн төндә осам... Билет алынған...

         – Ә-әәә... Ыһыы... Эйе, шулай инде...

         – Ҡыҙым менән ошонда осрашып, аэропортҡа бергә китергә килешкәйнек.

         – Ә-әә...

         – Зөлфиә... Ҡарале... Анау магазинға барып инеүемде, һине күреп ҡалыуымды әйт әле?.. Икенсе кассаға тороп ҡуйһам шунан?.. Баш етерлек түгел...

         – Эйе...

         – Әле бына, күргәндәй ҙә булманым. Ҡайҙа әле, мөмкин булһа, адресыңды яҙып алайым?

         – Адресты? – Зөлфиәгә ҡыйын булып китте шул мәл. Ул ҡатынлы иргә адрес биргән һәм ниндәйҙер ярамағанға өмөт уятҡан бер әҙәпһеҙ апай булып  күренгәндәй тойолдо Рамаҙандың ҡыҙына. Шуға уңайһыҙланып ҡына баш тартты:

         – Кәрәкмәҫ... Күрештек, һөйләштек бит инде.

         Бындай яуаптан Рамаҙан да саҡ ҡына ҡаушап торҙо ла, ҡапыл ғына ризалашты. Уның тауышында һалҡынлыҡ һиҙелде :

         – Кәрәкмәй тык кәрәкмәҫ. Һеҙ яҡшыраҡ беләһегеҙҙер, –  унан тороп уҡ йыйына башланы. – Ярай. Ҙур рәхмәт. Хәл белештек... Имен-һау бул!

         Зөлфиә лә баҫып оҙатып ҡалды:

         – Х-хушығыҙ...

         Йәш Зөлфиә бара биргәс боролоп ҡул болғаны. Унан атаһының көмөрәйә биргән киң яурынын ҡағып уны ла боролтоп ҡаратты. Тегеһе бер һирпелеп ҡарап ҡына алды, күҙҙәрендә үпкә... бөткөһөҙ үпкә ине. Зөлфиә лә ҡулын күтәрҙе. Рамаҙан яуапламаны, әйләнеп китеп барҙы.

 

Аҙағы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: