– Нимә көттөрәһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы пар бүлмәһенән Үтәев. – Әллә миндек бүлешә алмайһығыҙмы?
– Хәҙер, хәҙер, Нәзир Ғизелхаҡ улы! – тине Булатов. – Мин тәүҙә – өс минут, минән һуң һин – өс минут.
Килештеләр. Ә Үтәев сабынырға ярата икән. Сабыусылары алмаш-тилмәш өс-дүрт тапҡыр алышынды. Иң күңелле ерендә, һыра (“Һәнәк” журналы – эскелеккә ҡаршы!), кеүәҫ, сәй күтәреп, Рәйес килеп инде һәм өҫтәлгә саҡырҙы.
Сабыныуҙы, һыуһын ҡандырғас, дауам итергә һөйләштеләр. Күңелле генә һөйләшеп ултыралар ине, фермерҙың һыйырҙарын ҡараусы Әшрәф килеп инде һәм Булатовты һораны.
– Нимә бар? Ниңә мәшәҡәтләп йөрөйһөң? – тине ул, киң арҡаһы менән мунсаның эсен ҡаплап.
– Эштәр хөрт, Вәхит ағай, бер һыйырҙы айыу йыҡты, – тине Әшрәф.
– Ҡасан? Ә һыйыры ҡайҙа?
– Ята шунда.
Булатов кереп, башлыҡтарға хәлде һөйләп бирҙе.
– Нимә эшләйбеҙ? – тип һораны.
– Тәүҙә асыҡларға кәрәк, ысынлап, айыу йыҡҡанмы?
– Бына, көтөүсе һөйләп тора. Әшрәф алдамаҫ.
– Ниндәй тәҡдимдәр булыр? – тине Әшрәф.
Хәҙер тағы ла өс мылтыҡ табырға һәм айыуҙы юҡ итергә һөйләштеләр.
– Йыртҡыс язаһын алырға тейеш! – тине Үтәев. – Фермерға зыян килтергән икән, беҙ уны юҡ итергә бурыслы!
Тәүҙә бик оҙаҡ, яуға әҙерләнгән һымаҡ итеп, мөмкинлектәрҙе ҡаранылар. Ул арала булмай, мылтыҡтарҙы алып килделәр, еренә еткереп, мылтыҡтарын таҙарттылар, яһауҙарын барланылар.
– Был мажара минең үҙемә лә оҡшай башланы, – тине Үтәев. – күптән ҡулға ҡорал тотҡан юҡ ине. Айыу – бер үҙе, беҙ – дүртәү! Һиҙәһегеҙме, өҫтөнлөк беҙҙең яҡта. Бындай көс менән айыуҙы тереләй тотоп, халыҡты таң ҡалдырырға мөмкин.
Ултырып шашлык кимерҙеләр. Ҡыйыулыҡ өсөн өҫтәнеләр. Мәшәҡәтләп йөрөгәне өсөн айыуҙы һүктеләр. Быға тиклем һунарҙа күрһәткән һәм күрһәтмәгән батырлыҡтарын һөйләнеләр. Үтәев үҙе генә түгел, ата-бабаһы ла һунырсы булған икән. Улар ҡырған айыуҙарҙың иҫәбе юҡ! Ҡуян-бүрене һанап та тормайҙар.
Бына улар айыу емтеге ятҡан уяға килеп еттеләр. Аптырашып бот сабып һыйырға ҡарап торҙолар. Ниндәй ҙур һыйыр, фермерға көн дә һөт килтерергә тейеш, ә ул бында айыуҙы көтөп ята.
Ҡараңғы тиҙ төштө. Йондоҙҙарҙан башҡа, бер нимә лә яҡтыртмай, күҙгә төртһәң дә, күренерлек түгел. Тәртибе шулай, емтек ятҡан яҡын-тирәнән тәүҙә ыйырҙар уңға-һулға үтеп-һүтеп йөрөнө. Йәнәһе, һыйыр еҫенән башҡа, бер нәмә лә һиҙҙерергә тейеш түгел. Тегеләй ҙә үттеләр, былай ҙа үттеләр, ә айыу килмәй ҙә, күренмәй ҙә. Дүртеһе дүрт яҡтан, һыйырҙарға ышыҡланып, тағы бер үттеләр. Уңға ҡарайҙар, бер нимә лә күренмәй. Һулға ҡарайҙар, көтөүе менән айыуҙар үтеп барған һымаҡ. Ҡайҙан ул хәтле айыу булһын!? Дүртеһе дүрт яҡтан тороп, нимә хәрәкәтләнә, нимә күренә, ата башланылар. Һис айырырлыҡ түгел. Әллә айыуҙар күп, әллә һыйырҙар һөжүм итә. Байтаҡ ҡырып һалдылар шикелле. Ярай, бер-береһенә тейҙермәнеләр. Дүртәүләшеп ултырып кәйефте күтәргәндән һуң трофейҙарҙы һанай башланылар. Байтаҡ килеп сыға түгелме һуң? Яҙа-йоҙа маҡтанышыуҙарына ҡарағанда, дүрт ҡуш көбәккә икешәр айыуҙан күберәк тура килә. Ял итеп алырға булдылар. Иртәгә, таң менән, табыштарҙы барлап, ҡуҙғалдылар.
Көндөҙ һыйыр ятҡан уяға барып төшһәләр, күргәндәренән сәстәре үрә тора яҙҙы. Ҡайҙа ҡарама, үлеп ятҡан һыйырҙар ята. Булатов йығылып китә яҙҙы. Нисәмә йыл эшләп, үҙ ғүмерендә ун һыйыр юғалтҡаны юҡ ине. Илай-илай мөгөҙҙәренән һыйпап, муйындарын тырнап үтте.
– Иң һөтлө һыйырҙарым харап булған! – тип иламһыраны ул.
– Борсолма! – тине Үтәев. – Һин сит кеше түгел, ярҙам итербеҙ. Акт төҙө, хат яҙ, был зыянды бер үҙең генә күтәрә алмаҫһың. Быларын да айыуға һылтайыҡ.
– Онотмағыҙ, һыйырҙарҙы айыу ҡырған! – тине Үтәев. – Һыйырҙарҙың хужаһы ла, биләмәнең башлығы ла үҙ күҙҙәре менән күрҙе, мин һеҙ һөйләгәндәрҙе раҫлайым һәм ҡомһоҙ айыуҙы ҡаты язаға тарттырыуҙарын талап итәм!
Айыу иһә, был ваҡытта, төнгө атыштан һуң, әллә ҡайҙа ҡасып киткәйне.
“Һунарсылар”, ауылға ҡайтып, мәжлесте дауам иттеләр.
Ә үткән төндө Рәйес Гөлшат менән үткәрҙе.
– Һаман мине ташларға уйлайһыңмы? – тине Гөлшат.
– Күрмәйһеңме ни, миңә тын алырға ла ирек бирмәйҙәр, – тине Рәйес.
– Әйт, кемде яратаһың: минеме, әллә Вәзирәнеме?
– Икегеҙҙе лә яратам, – тине Рәйес. – Ҡайһығыҙҙы һайларға белмәйем.
– Мин һине Вәзирәгә бирмәйем! Барыбер минеке буласаҡһың! Әйҙә, берәй яҡҡа сығып китәйек?
– Ҡайҙа?
– Ҡалаға булһа ла... – тип өмөтләнде Гөлшат.
– Ә ҡайтырға тура килһә, нимә эшләйбеҙ?
– Ҡайтабыҙ. Беҙ бында кәрәк буласаҡбыҙ әле.
– Мин дә шулай уйлайым. Ә ҡасан сығып китәбеҙ?
– Хәҙер үк!
– Хәҙер үк? Юҡ, минән булмай! Мин ҡурҡам.
– Һин – кисәге һалдат – ҡурҡаһыңмы? Кемдән ҡурҡаһың?
– Үҙемдән ҡурҡам. Йә юлым уңмай ҡуйыр.
– Борсолма! Минең менән – уңасаҡ.
– Һин шулай уйлайһыңмы? – тине Рәйес.
– Уйлайым һәм ышанам. Хатта мин һине урларға әҙермен! – тине ҡыҙ.
– Урла, улайһа! Мин – риза! Сөнки минең башҡа юлым юҡ.
– Ә Вәзирә нимә эшләр икән?
– Вәзирә әрәм булмаҫ. Уның атаһы – башлыҡ, ғаиләләре хәлле.
– Ә бәхет байлыҡтамы һуң?
– Юҡ, әлбиттә! Бәхет байлыҡта түгел!
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"