-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Октябрь 2021, 16:17

НИКАХ МЕНӘН ҺЫНАУ Хикәйә Аҙағы

Мөхтәр урынынан тороп уҡ китте. – Беҙ һинең менән нисек һөйләштек? Онотманыңмы? – Нисек онотайым? Һин минең әсәй булыуыма ҡаршы инең. – Һәйбәт онотмауың. Нисә аҙналыҡ? – Үҙем самалайым, ай самаһы булып килә. – Тимәк, һин мине алдарға булдың? – тип ярһый башланы Мөхтәр. – Был балаға һинең мөнәсәбәтең юҡ. Мин уны үҙем өсөн табам. – Улай булғас, яуап бир, балаңдың атаһы кем?

НИКАХ МЕНӘН ҺЫНАУ Хикәйә Аҙағы
НИКАХ МЕНӘН ҺЫНАУ Хикәйә Аҙағы

– Мин аҡланмайым, һине ышандырырға тырышмайым. Ләкин минең, һинән башҡа, берәүҙең дә булғаны юҡ.

– Ярай, аңлашылды. Минең тәҡдим былай: әгәр мине юғалтырға теләмәһәң, тиҙ арала төшөртөп ҡайтаһың! – тип күҙ алдында үҙгәрҙе Мөхтәр.

            Хатта Ғәшиә эргәһенә килеп, һуғырға киҙәнгәндәй булды. Ләкин ҡатын һелкенмәне лә.

– Тыныслан, Мөхтәр. Минең балам тыуыуҙан, һинең донъяң емерелеп төшмәйәсәк.

– Төшмәһен! Мин бял хаҡта уйларға тейешмен! – Ул тиҙ генә кейенде лә урамға сығып китте.

            Ғәшиәгә еңел булып ҡалды. Ниндәйҙер билдәһеҙ алышта үҙен һәм әле тыумаған сабыйын һаҡлап ҡалғандай тойҙо. Юҡ! Былай барһа, еңел булмаясаҡ! Күренеп тора, әлеге осраҡта никах менәнһынау үҙен һис тә аҡламаны. Уның күҙҙәренә Мөхтәрҙең тәгәрмәсле сумаҙаны һәм тоғо салынды. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды, тәүәккәл генә итеп сумаҙанды һәм тоҡто ишек төбөнә ултыртып ҡуйҙы. Көрәшкәс, аҙаҡҡа тиклем алышырға кәрәк. Уның уйҙарын телефон шылтырауы бүлде. Әлеге Мөхтәрҙең апаһы шылтырата. Хөршиҙә. Мөхтәр ошаҡлап та өлгөрҙөмө икән ни? Ҡыҙыҡ, бәлки бурысҡа алған аҡса өсөн, рәхмәт әйтергә уйлайҙыр.

– Килен, һин беҙҙе көндән-көн нығыраҡ аптыратаһың, – тине ул иҫәнләшеп тә тормайынса. – Бына, ирең нимә эшләргә белмәй.

– Ә нимә булды? – тип ғәжәпләнде Ғәшиә. – Мин тәүҙә беләйем, уның миңә ниндәй дәғүәләре бар?

– Һин миңә аңлат. Һин ни өсөн, Янистың, ҡулынан тартып алып, яратҡан аҙығын сүп һауытына ырғыттың?

            Бына ғәжәп, табип була тороп, баланы көс-хәл мнән дауалағандан һуң уның ташҡа әйләнгән картуфты кимереүен ҡарап ултырырға тейешме?

– Эйе, тупаҫыраҡ ҡыйландым, – тип ғәйебен таныны Ғәшиә.  – Сөнки башҡаса мөмкин түгел. Мөхтәр улының һаулығына бик еңел ҡарай. Әгәр баланың ашауы “Лэйс” менән сикләнһә, Янис тағы бер нисә айҙан гастрит менән ныҡлы сирләйәсәк. Тағы ниндәй дәғүәләрегеҙ бар?

– Ярай. “Лэйс” башҡа алмаҫтар. Әйтермен. Бында бәлки һин хаҡлылыр. Ә инде сабыйығыҙ хаҡында...

– Эйе, сабыйыбыҙ хаҡында был мәсьәлә тикшерелмәй һәм мин уны үҙем хәл итәм. Мин баламдан баш тартмаясаҡмын.

– Ярай, үҙең хәл ит. Тик шуны бел, Мөхтәрҙең йәки минең ярҙамыма өмөт итмә. Үҙең таптың, үҙең ҡарайһың. Бәлки был осраҡта ла һин хаҡлылыр, ләкин, һиңә тураһын әйтергә мәжбүрмен, Мөхтәрҙән ярҙам көтмә.

– Аңланым. Быны мин һеҙҙән башҡа ла асыҡланым, – тине Ғәшиә. – Баламды үҫтергәндә, мин уның ярҙамына иҫәп тотмайым. Ҡамасауламаһа, шул еткән.

            Һөйләшеү бөткәс, телефонды һалып өлгөрмәне, тағы шылтыраттылар. Бәй, Ҡәмәрйәһенә нимә ҡалмаған?

– Һаумы, Ғәшиә. Һин минең шылтыратыуымды көткәнһеңдер, тип уйлайым.

– Юҡ, көтмәнем. Миңә һеҙҙән бер нимә лә кәрәкмәй.

– Уф, ҡалай эре һөйләшә! Көтмәй, имеш. Шуны бел, нисә бала тапһаң да, Мөхтәр – минең улымдың атаһы! Үҙенә тейешле алиментты улым тулыһынса аласаҡ! Беҙҙең өлөшкә инергә уйламайһың! Көтмә!..

            Ғәшиә, телефонын һүндереп, эргәһенә ырғытты. Йә, был көрәштән кем еңде инде? Әлбиттә, бер үҙенә өсәүгә ҡаршы көрәшеүе еңел түгел ине. Бөгөнгө көрәш уны ҡыҙҙырып ебәргәндәй булды. Ә ниңә тартынып, һүҙҙәр һайлап торорға? Үҙе өсөн түгел, балаһы өсөн көрәшә бит.

            Мөхтәрҙе көтмәй ине. Апаһына барып йоҡлар инде. Үҙен бик рәнйетелгән һымаҡ итеп тоя. Әйтерһең, әле тыумаған сабыйы уның өлөшөнә инә һәм киләсәк тормошон ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

            Арығайны. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды, йоҡлап китте. Киң, матур аҡланда йөрөйҙәр. Әллә һабантуй булдымы икән? Кешеләр байрамса кейенгән. Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Эргәһенән генә Мөхтәр менән Янис, Хөршиҙә менән Ҡәмәриә үтеп китте. Балалар арбаһы этеп, әсәһе килә. Ғәшиә арбалағы баланы ҡулдарына алырға теләгәйне, оҙаҡ итеп ишек ҡыңғырауы шылтыраны.

            Ипләп кенә тороп, ҡарап та тормайынса, ишекте асып ебәрҙе. Асһа, әлеге рәнйетелгән ҡиәфәт менән Мөхтәр тора.

– Һиңә нимә кәрәк? – тине ҡатын уға.

– Нисек нимә кәрәк? Ҡайттым. Мине индермәйһеңме ни?

            Ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ишек алдына дөңгөрләтеп килтереп тәгәрмәсле сумаҙанын ултыртты ла эргәһенә тоғон ҡуйҙы һәм шартлатып ишекте бикләне.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: