+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Октябрь 2021, 15:30

НИКАХ МЕНӘН ҺЫНАУ Хикәйә Беренсе өлөш

Балалар табибы Ғәшиә Яппар ҡыҙы, әсә менән ҡыҙ сығып киткәс, шәфҡәт туташынан, тағы кеше бармы, тип һораны. Юҡ, тине тегеһе. Тимәк, бөгөнгә эш сәғәте бөттө, иркенләп үҙ эшең менән мәшғүл булырға мөмкин. Мөхтәргә шылтыратты. – Тыңлайым, матурым, – тине ул. – Һеҙ ҡайҙа? –тип һораны Ғәшиә. – Балалар баҡсаһынан сыҡтыҡ, әле һинең эргәңдән генә үтеп барабыҙ. – Көтөгөҙ, мин дә сығам. Сыҡһа, икәүләшеп ағас күләгәһендә ял итеп ултыралар. Биш йәшлек Янистың бер ҡулында газлы һыу, ә икенсеһендә үҙе ҙурлыҡ Лайс. Малай туҡтауһыҙ кетерләтеп ашай һәм газлы һыу менән һеңдереп ҡуя. Ғәшиә аптырап ҡалды.

НИКАХ МЕНӘН ҺЫНАУ Хикәйә Беренсе өлөш
НИКАХ МЕНӘН ҺЫНАУ Хикәйә Беренсе өлөш

– Һин нимә эшләйһең? – тине ул атаһына.

– Нисек, нимә эшләйем?

– Янистың ашҡаҙаны ауырта, һин уға Лайс алғанһың. Етмәһә, газлы һыу.

Түҙмәне Ғәшиә, Лайсты алды ла сүп һауытына ырғытты. Газлы һыуын түкте һәм Лайс эргәһенә һалып та ҡуйҙы.

Малай иларға тотондо.

– Һин нимә эшләйһең? Ниңә баланың ризығын тартып алаһың? – тип аҙарынды Мөхтәр.

– Һин беләһең, Янистың ашҡаҙаны ауырта, уға Лайс ашарға ярамай. Лайсты эшкәртеү өсөн ашҡаҙан тимерҙән, һин юғы әлүминдән эшләнгән булырға тейеш. Шулай әрләшеп алғандан һуң тынысландылар.

– Ни эш бөтөрөп йөрөйһөгөҙ? – тине Ғәшиә, Мөхтәр менән ярашырға теләп, тәүге аҙымды яһаны. Мөхтәр эш хаҡы ала торған банк картаһын сығарып тотторҙо.

– Картаңды килтергәйнем.

– Өйгә ҡайтҡас бирһәң, булмай инеме?

– Була ине, бәлки, кәрәктер тинем.

Кәрәклеген кәрәк ине, тип уйлап ҡуйҙы Ғәшиә. Көҙ яҡынлаша, ҡышҡы кейем ҡарармын, итек алырмын тигәйне. Бер көн Мөхтәр әйтә, апайым кредитын түләй алмай, бурысҡа аҡса һорай, минең дә бирәсәгем йыйылып китте, ярҙам ит әле, тип һорап алғайны.  

Бына әле Лайс өсөн низағлашҡас, йөҙө ҡарайып ултыра. Ошо ирҙәр хәйләкәр инде, аҡса кәрәкһә, унан яғымлыһы юҡ, эс-бауырыңа инеп, һине маҡтай инде, теле менән йыуа. Ниңә ирҙәр шулай ваҡлана икән? Үҙенә кәрәкһә, ергә түшәлергә әҙер. Кәрәген алғас та арты менән борола. Ғәшиә күргәне бар ундайҙарҙы. Урамда, ас эт йә йолҡош асарбаҡ һымаҡ, үтеп барыусыларҙан ашарға һорап торған йән эйәһе кеүек. Шунан да меҫкенерәк күренеш бармы икән?

Лайстың еҫе таралып бөтмәгәйне әле. Ғәшиәнең ашҡаҙаны сәнсеп ҡуйған һымаҡ булды: бәй, әллә ул да асыҡтымы икән? Эргәлә генә кафе күренә. Ғәшиә кафеға төртөп күрһәтте:

– Әйҙәгеҙ, инеп сығайыҡ.

Ире менән улы шунда уҡ һикереп торҙо:

– Әйҙәгеҙ!

Эштән һуң булһа ла, кеше бик күп түгел, мөйөштә урын алдылар. Официант килеп етә һалды.

Ғәшиә сүп-сар һауытына оҙатҡан Лайс өсөн уңайһыҙлана ине. Уңайһыҙланмаһа ла булыр ине. Иренең улы биш йәштә, ә үҙе ашҡаҙан менән йонсой. Мөхтәр, әсәһе ваҡытында ашатып өйрәтмәгән, тип, элекке ҡатынын ғәйепләй.

Ашағанда кәйеф күтәрелә бит, күңелле генә итеп һөйләшеп ултырҙылар. Янис асыҡҡан икән шул. Үҙенең кәтлите менән картуфын ашап бөттө лә, тағы ла нимә бар икән, тигән ҡиәфәт менән өҫтәлде байҡап сыҡты. Күҙе Ғәшиәнең ашалмаған кәтлитенә төштө. Атаһы, етәр, тиһә лә, Ғәшиә тағы бер кәтлит алды. Ашап бөттөләр. Официант картаны алып китте лә, күп тә үтмәне, бында аҡсағыҙ юҡ, тип кире килтерҙе.

Уңайһыҙланған Ғәшиә иренә һораулы ҡарашын төбәне.

– Нимә булды, бында аҡса юҡмы ни?

– Апайыма биргәйнем, кредитының ике айын түләгән дә ҡуйған. Ә мин бурысымды ла биреп бөтә алманым. Һуң, картаңды үҙең бирҙең түгелме ни? – тип мөңгөрләне Мөхтәр.

Ул арала булмай, администратор килеп етте. Ярай, уныһы Ғәшиәнең танышы булып сыҡты. Иртәгә-иртәгә һуң индерәм, тигән Ғәшиәнең бурысын түләп тә ҡуйҙы.

– Картала 70 меңләп аҡса бар ине, ниңә, исмаһам, тотоноп бөттөм тип әйтмәнең? – тип аптыранды Ғәшиә.

– Байтаҡ ине. Һуң, үҙең бирҙең дә инде. Апайым ҡайтарам тине.

Ярай, тотонған, һуң, әйтһен ине, күпме тотонғанын, кафеға килеп, мәсхәрәгә ҡалып тормаҫтар ине. Кафенан туйып, һәйбәт кәйеф менән түгел, йәмрәйешеп сыҡтылар.

Ғәшиә Мөхтәр менән осраҡлы ғына танышып, донъя көтә башлағайнылар. Ни сәбәптәндер ҡатыны Ҡәмәриә менән айырылышҡан, Янистың эсе ауыртҡас, поликлиникаға килделәр. Дауаханаға һалмай ғына дауаланы, өйөнә лә барып күрҙе. Малайға еңелерәк һымаҡ булды.

Бер сыҡһа, сәскә тотоп, Мөхтәр көтөп тора. Нишләһен яңғыҙ ҡатын, әүрәне лә ҡуйҙы. Ләкин дауахана кабинетында ғына ултырып, кешене белеп булмай шул. Өйләнешкән һымаҡ итеп, бер ярты йыл йәшәп өлгөрмәнеләр, Мөхтәр менән Ғәшиәнең икеһе ике төрлө кеше икәнлеге асыҡланды. Мөхтәр ҡарап тороуға бик эшлекле, уңған кеше һымаҡ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, ләкин эт ялҡауы икәнлеге һиҙелеп тора. Ундайҙар хаҡында, үҙен файҙалана белмәй, йәғни тормошҡа ашырырға өйрәнмәгән, тиҙәр. Хатта йөҙөнә ҡараһаң да, нимә уйлағанын, нимә теләгәнен белерлек түгел.

Хәҙер бит һынау өсөн генә, бер-береһен белер өсөн генә өйләнешәләр. Бына, загсһыҙ йәшәүҙең йәмен Ғәшиә үҙе лә һынап ҡарай. Нимә бирҙе уға пробный брак, йәғни никах менән һынау?

Иргенәһе һанап сығарғанса, загсҡа бармау, туй үткәрмәү уларға байтаҡ аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкинлек биргән.

Ярай, туйһыҙ ҙа йәшәп булыр, һәйбәт кеше булһа. Ә Ғәшиәнең бала тапҡыһы килә. Уға килгән һәр бер баланы ҡосаҡлап алырға, иркәләргә әҙер. Институттың педиатрия факультетына инеүе лә шул бала яратыуҙан бит. Хәҙер Мөхтәрҙең яҡындары менән аралашҡас, улар ҙа килен тип өтәләнеп торған һымаҡ. Апаһы  менән дә көн һайын шылтыратышып торалар. Улары элекке бисәһе Ҡәмәриәне әрләй. Ирен ҡарамаған, юғалғылап торған, хыянат иткән. Булғандыр. Ҡала ҙур түгел, бөтәһе лә устағы һымаҡ күренеп тора.

Ғәшиәнең йөрәге аҫтында нәмәлер һелкенгәндәй булды. Ул мәктәп уҡыусыһы түгел, бының нимә аңлатҡанын һиҙә, әммә шикләнә, сөнки Янисты тәүге тапҡыр килтереп ҡалдырған көндәрендә Мөхтәрҙең ҡылын сиртеп ҡарағайны. “Беҙгә бер бала еткән”, – тине ул, Янисҡа ымлап. “Улайһа, беҙҙең үҙебеҙҙеке, минең балам, булмаясаҡмы?”, – тине аптыранған Ғәшиә. “Берәү бар бит, беҙгә еткән”, – тине ҡабатлап Мөхтәр.

Ғәшиә һаман аптырана: ошонда йәшәр, йоҡлар өсөн генә хеҙмәт итә түгелме һуң Ғәшиә? Ағай-энеһе күп, апаһы туҡтауһыҙ бурысҡа һорай, ҡайтарғанда ҡайтара, оҙаҡ йөрөтә. Быларына ғына түҙергә булыр ине. Ғәшиәнең тормошо ҡырҡа үҙгәрҙе. Юҡ-юҡ, быларына ғына Ғәшиә түҙер, тик ғаилә булғас, уның балаһы ла булырға тейеш бит. Ауылда әсәһе борсола, яңғыҙ ҡалма инде, ҡыҙым, ти, ярҙам итербеҙ, үҙең өсөн булһа ла тап, тип кәңәш итә.

Ә Мөхтәр киҫкенерәк ҡылана: “Әгәр бала табыр булһаң, шунда уҡ әйт йә киҫәтеп ҡуй, ана ултыра сумаҙаным, балконыңда тоғом ята, хушлашабыҙ”.

Ә үҙе ифрат көнләшә башланы. Берәйһе шылтыратһа, эргәһенә килеп, тыңлап тора. “Кем шылтырата ул?” – тип ҡыҙыҡһына. Апаһы менән ошо хаҡта һөйләшкәйне, уныһы ла аптырай. “Янис өсөн йәне көйә”, – ти. Килеп илап ултырған саҡтары ла булған. Ғәшиә бошмаҫ, ҡаты күңелле Мөхтәрҙең

күҙ йәштәрен ҡойғанын күргәне юҡ. Уның хәбәрен ишетһә, үҙен нисек тотор икән?

Мөхтәр Янисты Ҡәмәриә янында ҡалдырып ҡайтҡас, сәй эсеп алырға булдылар.

– Һиңә бер һүҙем бар, – тине Ғәшиә. – Һин мине әрләрһең, ләкин мин үҙемсә эшләнем.

– Нимә булды? – тине. Ирҙең күҙҙәре ҡыҫылды, хатта урынынан ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Ғәшиә тыныс ҡына итеп:

– Беҙҙең балабыҙ буласаҡ, – тине.

Иғтибар: аҙағын 18 сәғәттә уҡығыҙ.

 

Автор:Ф. ИЛЬЯСОВА.
Читайте нас: