+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Октябрь 2021, 00:26

СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Беренсе өлөш

Һуңғы ике ай эсендә Гәрәй ныҡлы үҙгәрҙе: иң тәүҙә өҫтөн-башын ҡарай башланы. Сәсен дә йүнләп тарамаған ир аҙна һайын бөҙрәханаға бара, яңы прическа эшләтә. Тәүге осор аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр һуңлап ҡайта ине, хәҙер көн һайын һуңлай, өйгә лә ашарға ғына ҡайта. Ҡатыны Мәүлиҙә бер көн пинжәгенән ерән сәс тапты. Уның үҙенеке ҡара булғас, әллә ҡайҙан “мин бында” тигән һымаҡ күренеп тора. Үлсәп тә ҡараны, утыҙ биш сантиметрҙан артыҡ. Еҫкәп ҡарағайны, унан таныш түгел хушбуй еҫе килгәнен асыҡланы. Ун беренсе класта уҡыған улына һәм институтта белеп алған ҡыҙына күрһәтергә иткәйне, кире уйланы.

СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Беренсе өлөш
СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Беренсе өлөш

Мәүлиҙә нәмәлер булырын көтә. Әхирәте менән һөйләшкәйне, уныһы, донъя күргән кеше, бер нәмә лә булмаясаҡ, иреңде генә алып китәсәктәр, тине. Алып китһәләр, китәләр инде, ни хәл итәһең? Күнергә тура килмәгәйе.

Бер көн ят ҡатын килеп инде. Йәмилә, тип таныштырҙы ул үҙен. Сәсе ерән, ошолор, үлсәмәһәң дә, күренеп тора, ҡырҡ сантиметр самаһы булыр. Етмәһә, теге хушбуй еҫе таралды.

– Һеҙ Мәүлиҙәме? Мин һеҙҙең ирегеҙ хаҡында һөйләшергә килдем.

– Минең иремә нимә булған? – тине Мәүлиҙә.

– Бер ни ҙә булмаған, – тине ят ҡатын, – ләкин булыуы ихтимал.

– Мәҫәлән, нимә буласаҡ?

– Мәҫәлән, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, ул минең менән йәшәргә теләй.

– Ә ни эшләп был хаҡта мин уның үҙенән түгел, һеҙҙән ишетәм?

– Сөнки, Гәрәй – бик йыуаш, бик баҙнатһыҙ, был хаҡта һеҙгә үҙе әйтергә шикләнә.

– Шуға һеҙ ярҙам итергә булдығыҙмы?

– Тап шулай, – тип күтәреп алды ят ҡатын.

– Һеҙҙең балағыҙ буласаҡмы?

– Әлбиттә. Мин инде иҫәпкә торҙом. Гәрәй беҙҙең улыбыҙ булыуын теләй.

– Ярай инде, миңә ризалашыуҙан башҡа сара юҡ, – тине Мәүлиҙә. – Әйберҙәрен хәҙер үк алып китәһегеҙме?

– Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, хәҙер үк.

– Бик яҡшы, – тине Мәүлиҙә. “Тимәк, бөгөн ашарға бешереп торорға түгел”, тип уйланы эстән генә һәм шалтырлатып, тәгәрмәсле сумаҙанын һөйрәп тә сығарҙы. – Мәгеҙ, яҙып барығыҙ, – тип ҡатындың ҡулына ҡәләм менән ҡағыҙ тотторҙо.

– Нимә яҙырға?

– Яҙығыҙ: биш йәйге күлмәк, дүрт ҡышҡы күлмәк, өс пар ботинка, алты дана трусы...

– Туҡтағыҙ-туҡтағыҙ, былар нимәгә кәрәк?

– Нисек нимәгә кәрәк? Һеҙ алып китәһегеҙ, юғиһә һуңынан әйтеп торорһоғоҙ, мин уны бер нәмәһеҙ алдым, тип.

– Ярай, улайһа, – тип ризалашты ят ҡатын. – Ә ҡулъяулыҡтар, таҫтамал буламы?

– Белгән һымаҡ кисә генә йыуып, үтекләп ҡуйғайным, – тип ҡулъяулыҡтарҙы тотторҙо.

Сумаҙанды ныҡлы тултырып, икәүләп көс-хәл менән бикләп ҡуйҙылар.

– Йәгеҙ, хәйерлегә булһын, – тине Мәүлиҙә. – Сумаҙан да, ир ҙә хәҙер һеҙҙеке.

– Сумаҙанды кем таксиға тиклем төшөрөп ҡуя? – тине Йәмилә.

– Ҡултамғағыҙҙы ҡуйҙығыҙ, сумаҙанды алдығыҙ, шулай булғас, үҙегеҙ төшөрәһегеҙ инде.

– Юҡ инде, – тине Йәмилә, – һеҙ риза булдығыҙ, шулай булғас, ризалыҡ билдәһе итеп, сумаҙанды таксиға тиклем оҙатып ҡуйырға тейешһегеҙ. Юғиһә...

– Юғиһә нимә? Ирҙе алмайым, тип әйтергә теләйһегеҙме?

– Ҡултамғамды ҡуйҙым, сумаҙанға нәмәләр һалғанығыҙҙы күрҙем. Сумаҙан төшөрөү ваҡ-төйәк кенә, шуға был талабымды үтәүегеҙҙе һорайым.

Ипле генә итеп һөйләшкәндән һуң сумаҙанды икәүләп төшөрөргә ҡарар иттеләр.

Мәүлиҙә, был нимә булды әле, тип аптыранып ултырған арала ишек асылғаны ишетелде һәм Гәрәй ҡайтып керҙе. Бәй, аймылыш булдылармы икән ни? Иң тәүҙә ванна бүлмәһенә инеп йыуынып сыҡты һәм, ғәҙәте буйынса, өҫтәл артына килеп ултырҙы.

– Мин бөгөн һиңә ашарға бешермәнем, – тине Мәүлиҙә.

– Ниңә бешермәнең? Мин иртәнге сәй менән йөрөйөм, асмын, – тине ир, йыуаш ҡына итеп.

– Бешермәнем, сөнки һинең әйберҙәреңде һәм минең рөхсәтемде Йәмиләң алып китте.

Ирҙең ауыҙ йырылды:

– Ә-ә, Йәмилә килдеме ни? Нимә һөйләштегеҙ? Һуғышманығыҙмы?

– Юҡ-юҡ, һуғышманыҡ, сөнки һин һуғышырлыҡ ир түгелһең. Һинең өсөн һуғышып торғансы-ы-ы...

Быны ишеткәс, Гәрәйҙең йөҙө йәмерәйҙе.

– Тимәк, һин мине еңел генә тоттороп ебәрергә булдың? – тине ир.

– Эйе, тоттороп ебәрҙем, һинән ҡотолдом! Хәҙер һиңә ашарға бешереп йонсорға түгел.

– Ә мин, Мәүлиҙә, ашарға һиңә ҡайтып йөрөрмөн тигәйнем.

– Юҡ инде, улай булмай, унда йәшәйһең, бында ашайһың, минең ризалығым юҡ. Ҡайҙа йәшәйһең – шунда аша.

– Мин бик теләп риза булыр инем, – тине ир. – Ләкин Йәмилә бик насар бешерә, дөрөҫөрәге, бешерә белмәй. Үткәнендә бишбармаҡ бешереп ҡарағайны, боламыҡ килде лә сыҡты.

– Ҡуй инде, – тип йәлләне ҡатын, – етмәһә, балағыҙ булырға тора икән.

– Шулай шул, – тип уфтанды ир. – Тик белергә ине: ул бала минеке микән, әллә кемдеке микән. Сөнки осраша башлауыбыҙға ике ай, ә уның ауырына дүрт ай. Иҫәпләп-иҫәпләп ҡарайым, осо осона сыҡмай. Һинеке, знать не знаю, ти ҙә ҡуя.

– Белмәйем, мин һеҙҙең эргәлә шәм тотоп торманым, – тине Мәүлиҙә. – Шулай булғас, сумаҙаның артынан ҡуҙғалаһың инде.

– Ярай, һинең һүҙеңде йыҡмайым инде, – тип ризалашты ир. – Шулай ҙа шәмбе, йәкшәмбе ҡайтып, ҡыҙым менән улымды күреп, һин бешергән ашты ашап китә аламмы?

– Аҙнаһына бер килеп киткәндән бөлмәбеҙ. Балалар ҙа һине ярата. Быныһына ғына күнермен буғай.

Дауамы бар.

СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Беренсе өлөш
СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Беренсе өлөш
Автор:Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
Читайте нас: