-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Октябрь 2021, 17:18

СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Икенсе өлөш

Түҙә буламы һуң инде? Мәүлиҙә эштән ҡайтһа, ишек алдындағы эскәмйәлә бөршәйеп кенә Гәрәйе ултыра. – Нимә булды? – тине ҡатын, аптырап. – Әллә берәй әйберең тороп ҡалғанмы? – Ҡалған шул, – тине элекке ире мөшкөл генә итеп. – Нимәң ҡалған? – Бәхетем ҡалмағанмы икән, тип эҙләп йөрөйөм. – Таптыңмы? – Таптым, ошонда ҡалған. – Әллә нәмәләр һөйләй башланың. Дөрөҫөн әйт, әллә һин асмы? – Ҡайҙан беләһең? – тип аптыраны элекке ире. – Һурығып киткәнһең, иртәнге сәй менән йөрөгәнең күренеп тора. Әйҙә, кер, ашатып сығарырмын.

СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Икенсе өлөш
СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Икенсе өлөш

Гәрәйгә бер тәрилкә аш етмәне. Аш өҫтәүен һорап, тәрилкәне Мәүлиҙә яғына этеп ҡуйҙы. Хужабикә өндәшмәне, өҫтәп аш һалды. Һоғаланып ашауға уныһы ла етмәне, Гәрәй тәрилкәһен өсөнсөгә этте.

– Етте, – тине Мәүлиҙә. – Әле балаларың ҡайтмаған, уларҙың өлөшөнә инмә.

– Ярай, улайһа, сәй булһа ла эсер.

Сәй эскән арала зарланып алды. Өс бүлмәле ҙур фатирҙа йәшәйҙәр икән. Үҙемдеке, әсәйемдән ҡалды, тип әйткән Йәмилә. Алдаған. Сөнки кисә айлыҡ түләүҙе һорап фатирҙың хужаһы килгән. Әгәр бөгөн кискә аҡса тапмаһалар, ҡыуып сығарам, тип ҡурҡытҡан.

– Күпме кәрәк? – тине хужабикә Гәрәйҙе һынар өсөн генә.

– Утыҙ мең, – тине ир, аҡсаны хәҙер үк тоттороп ебәреренә ышанып.

– Ҡабаланма, – тине Мәүлиҙә. – Минең аҡса һуға торған машинам ватылып тора. Төҙәтеп ебәрһәм, иң тәүҙә һиңә һуғып бирермен.

Өндәшмәне Гәрәй, юморҙы аңланы. Ҡайтырға ҡуҙғалды.

– Ярай, асығып йөрөмә, – тине Мәүлиҙә. – Өйөңдө онотма, килгеләп йөрө.

Ошо хәлдән һуң Гәрәй байтаҡҡа юғалып торҙо. Уның хаҡында, тегендә барған, бында барған, фатир эҙләгән, эш алыштырған, тигән хәбәрҙәр генә ишетелгеләп ҡалды. Ә Мәүлиҙә аҡрынлап үҙенең шәхси тормошон көйләргә тотондо. Эштә үҙе һымаҡ ҡатыны ташлап киткән бер хеҙмәттәше уға ҡыҙыҡһыныу белдерә башланы. Театрға барҙылар, кино ҡаранылар, кафела ултырҙылар. Ә бер көн ҡатын Дамирҙы өйөнә саҡырҙы. Килде. Шарап тотҡан, сәскә күтәргән. Күңелле генә итеп ултыралар ине, Мәүлиҙәнең ҡыҙы Заһира менән улы Әхиәр килде лә инде. Был икәүҙең бәхетле генә ултырғанын күреп, ҡыҙы менән улы аптырашып бер-береһенә ҡарашты.

– Аңлашылды, – тине ҡыҙы. – Мин бында сит ирҙең килеүенә юл ҡуймаясаҡмын.

– Мин дә аңланым, – тине Әхиәр. – Ләкин ҡыҫылмауға өҫтөнлөк бирәм.

Дамир ҡайтып киткәс, өс кешенән торған бәләкәй генә йыйылыш булды.

– Әсәй, беҙ һинең тәртибеңде тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуймайбыҙ, – тине ҡыҙы, – ләкин ҡайһы ваҡыт мин һинең холҡоңдо аңламайым.

Әсәһе ең һыҙғанып аҡланырға тотондо.

– Атайығыҙ киттеме? Китте. Мин яңғыҙмы? Яңғыҙ. Хәҙер ҡайтып күренгәне лә юҡ, хатта йәкшәмбе лә килмәй башланы.

– Нишләп килһен, ул Инорста йәшәй, – тине ҡыҙы. – Килеп етә алмай, килеп етһә, ҡайтып етә алмай.

– Инорсҡа нисек барып сыҡҡан ул? – тип аптыраны Әхиәр.

– Фатир яллағандар, – тине ҡыҙы. – Хәҙер уларҙың бәләкәй бәпесе бар.

Әлегә һөйләшеү ҡыҙыу төҫ алманы, һәүетемсә генә тамамланды. Шулай ҙа Заһира әсәһен киҫәтеп ҡуйыуҙы кәрәк тип тапты.

– Әгәр һинең хеҙмәттәшең бында килеп йөрөр булһа, мин дә егетемде алып ҡайтам, – тине.

Йәкшәмбе ғәҙәттәгесә һуң торҙолар. Тормаҫтар ине, кемдер бик оҙаҡ итеп ишек ҡыңғырауын зыңғырлатты. Мәүлиҙә тороп ишек күҙенән барып ҡараны, береһе лә күренмәгән һымаҡ. Шулай ҙа асып ҡарарға булды. Асһа, ишек төбөндә зәңгәр тышлы юрған эсендә бер бала йоҡлап ята. Кем булды, тип аптырап, Мәүлиҙә үрелеп ҡарағайны, бер кем дә күренмәне, ишектең шаҡылдап ябылғаны ғына ишетелде. Нишләһен Мәүлиҙә, бесәй балаһы түгел бит, баланы алып керҙе. Кемгә оҡшаған, тип әйтерлек тә түгел, сабый бер ни белмәй йоҡлай, ауыҙын сәпелдәтеп көлөп ҡуйған була.

Иң тәүҙә Әхиәр килеп сыҡты. Күҙҙәрен ыуғыслап, оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң:

– Әсәй, был ысын бәпесме ул? – тип һораны. Әсәһе бәпестең ҡулынан тотҡоланы:

– Ҡулдары йылы, тимәк, ысын, – тине. Ул арала булмай, Заһира уянып килеп сыҡты һәм танауын мышҡылдатып еҫкәнде лә:

– Ҡайҙан киләлер, белмәйем, әммә беҙҙең өйҙә бәпес еҫе бар, – тине. Заһира ла белмәһә, кем белһен инде: балалар табибы булырға уҡыған ҡыҙ оҙаҡламай диплом алырға тейеш.

Был өсәү нәмә эшләргә белмәй аптырап торған арала бәпес күҙҙәрен асты. Эргәһендә ят кешеләрҙе күреп, тәүҙә иларға самаланы, ләкин бик ихлас ҡарап тороуҙарын һиҙҙе микән, һынар өсөн булһа кәрәк, йылмайып ҡуйҙы.

– Әгәр полицияға шылтыратһаҡ? – тине Әхиәр.

– Шылтырат һуң, – тине апаһы, – хәҙер килеп туласаҡтар, тикшерә башлаясаҡтар, кем килтергән, ҡасан, ҡайҙан? Хатта интервью аласаҡтар, телевизорҙан күрһәтәсәктәр. Был миңә оҡшамай. 

– Кәрәкмәй, – тине әсәләре. – Мин хәҙер ситтән тороп эшләүгә күсәм. Әлегә үҙем ҡарайым. Оҙаҡламай йәй етә, отпускылар, каникулдар һәм башҡалар. Әтеү эт алайыҡ, бесәй алайыҡ, тип мыжыйһығыҙ. Бына һеҙгә ирмәк, уйнағыҙ ошо сабый менән.

– Күршеләргә нимә әйтербеҙ һуң? – тине Заһира.

– Ҡауҙы килтерҙе йә кәбеҫтә түтәленән таптыҡ, тип әйтербеҙ, – тине Әхиәр. – Уларҙың ни эше бар? Күрәләтә сығарып ташлап булмай бит инде.

Малай ҙа үҙенең хоҡуҡтарын белә икән. Аҫты еүешләнгәнен һиҙепме әллә ашарға таптырыпмы, ауыҙын ҡыйшайта биреп илап та ебәрҙе.

Шул ваҡыт тағы ла ишек ҡыңғырауы зыңғырланы.

– Ана, бәпесте эҙләп килделәр, – тип Әхиәр ишек асырға йүгерҙе.

Сәскә тотоп, Дамир килеп инде.

– Бик йәтеш булды әле, – тип, Мәүлиҙә уның эргәһенә килде һәм аҡса һондо. – Бар, эргәләге “Пятерочка”нан балалар аҙығы алып кил, – тине.

Аҙағы бар.

Автор:Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
Читайте нас: