Телемә килгән беренсе һорауҙы бирәм:
– Эскәйнеме?..
– Ы-ы... һуҡмышлап йөрөнө. Пахмил тиһәң, эргәһендә эсеп бөтөлмәгән шешәһе ултыра. Бөткәндер инде организм да, машина түгел бит. Икенсе яҡтан, йәше лә арыуыҡ – һикһәнен тултырҙы. Ярай, шул минең, ҡайтығыҙ.
Шул мәл коллегаларымдың тауышын ишетмәҫ булдым. Улар һаман, хәлемде аңғармаҫтан, бәхәсләштеләр-бәхәсләштеләр ҙә, фекеремде ишетергә теләпме, барыһы берсә миңә төбәлде. Уларҙың һораулы ҡараштарына ҡаршы тороп баҫтым һәм: “Атайым вафат” – тигән ике ауыҙ һүҙҙе генә һығып сығарып, тышҡа ынтылдым. Юҡ, иларға, сәбәләнергә тип түгел, ә ҡапылдан бәғеремдәге һыҙланыуға сыҙамауҙан...
“Атай үлде” тип илап ултырыусы булманы. Ғүмерҙең мәңгелек түгеллеген аңларлыҡ, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған йәнде оҙатыуыбыҙҙы ла белер йәштәбеҙ барыбыҙ ҙа. Кеше мәрхүм булғанда беҙҙә артыҡ илаулау юҡ ул былай, әммә әсәйҙе оҙатҡанда күҙ йәштәрен тыйып алып булмай ине. Икеһе лә – ғәзиз кешеләр, беҙгә ғүмер биреүселәр, тибеҙ ҙә, нисек кенә булһа ла, икеһен ике төрлө ҡабул итәбеҙ шул. Ниңә улай икән? Улай тиһәң, яуап үҙе үк килә. Атай... әсәй була алмай инде. Әсәй – ул әсәй. Ул – берәү. Атай ҙа берәү... Тик ул алыҫыраҡ, унда әсәй йылылығы, әсә наҙы юҡ. Шуғалырмы...
Ғәҙәттәге, ауылса – мосолманса оҙаттыҡ атайҙы. Йола ҡушҡанса, саҡырыла торғандарҙы саҡырҙыҡ, бар тәртиптәрен үтәнек, аш-һыуын әҙерләнек, аяттарын уҡыттыҡ, хәйерҙәрен тараттыҡ. Әйтеп ҡалдырған үтәрлек һүҙе лә булманы, васыяты ла юҡ. Әллә айнығып та етмәй китеп барғандыр – кем белә? Йоҡлай, әле уянмаған, тип уйлаған өйҙәгеләр ҙә, ә ул инде һыуынып ятҡан... Төпкә төшөп киткәндә, зыяратҡа ҡуйылмаҫҡа ла тейештер. Тик... атайың тураһында көфөр әйтеп тораһыңмы инде. Ыста-ыста! Кит, нимә уйлап ултырам!
Өсөн, етеһен бер юлы үткәреп ҡуйып, халыҡты оҙатып, кискә үҙебеҙ генә ҡалғас, өлкән ағай өҫтәл башына тороп, һүҙ алды. Беҙ уның шулай һәр йыйылғаныбыҙҙа сәләмләп һәм йомғаҡлап ҡуйыуына күнеккәнбеҙ. Атай урынына уны ҡабул иткәнгәме? Атайҙан булмағас, ни...
– Шулай, туғандар... Әсәй эргәһенә атай ҙа китеп барҙы... Ҡалайтаһың, барыбыҙ ҙа бара торған ер, тигәндәй. Тыуымдың үлеме лә бар, – һәр беребеҙ алдына ғына текәлеп тыңлап ултырабыҙ. – Атай тураһында нимә әйтә алабыҙ?.. Үлгән кеше тураһында насар хәбәр әйтергә ярамай, әммә бында бөтәбеҙ ҙә – уның балалары, мин әйтмәһәм дә, һәр кем үҙенсә уйлап ултыра... Артыҡ йүнле атай була алманы, ысыны шул. Тик беҙҙең уға үпкә юҡ, ул – беҙҙең атай, беҙҙе яралтҡан кеше. Ул да, моғайын, үпкәләп китмәйҙер, ҡусты менән килен һәйбәт итеп ҡараны – әсәйҙе лә, атайҙы ла. Һәр саҡ өҫ-баштары ҡараулы, ятҡан урындары йылы, тамаҡтары туҡ булды. Беҙ ҙә ҡайтып, хәл белеп торҙоҡ. Нисек булғанда ла, уға ошо биргәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ... Үҙебеҙ унан яҡшыраҡ атайҙар булайыҡ – шул...
Киләһе көн йыназаға йыйылыусылар таралды, мин бындағы ғаилә янында ҡалдым, ялым бер аҙналыҡ. Яйлап ҡына атай менән әсәй йәшәгән бүлмәне бушаттым. Әсәйҙән артыҡ әллә нимә ҡалмаған да бында. Күлдәк-яулыҡтарын күптән таратып, яҡындарына биреп бөткәнбеҙ. Атайҙың күлдәк-ыштандарын ҡараштырып, ағай-ҡустылар кәүҙәһенә самалап, ярағандайҙарын айырып һалдым. Ҡалғандарын хәйер менән бергә төйнәп, балаларҙан ауыл ҡарттарына ебәрттем. Бабайҙар еҫе сығып торған түшәк-юрғанын төрөп алып, өй ҡыйығы аҫтына – әсәйҙеке элеүле торған ергә мендереп, йәнәшәһенә бәйләп ҡуйҙым. Торалар, ана, йән әрнеткес бер монаят булып...
Эсемде әллә нимә яндыра. Артыҡ ҡайғырмайым да кеүек, әммә өҫтөмә ҡапланған бер нәмәне һирпеп ебәреп, ныҡлап һулыш ала ла алмайым. Күңелем тулышҡан һымаҡ, тик һыҡтарлыҡ уҡ түгелме әллә хәлем?.. Шул баҫылғанлыҡ менән уйға сумып, мыштырлап ҡына эш менән булам.
Атайҙың урыны аҫтынан иҫке сумаҙандарҙы һөйрәп сығарҙым. Әсәй үлгәс, уның һаҡлаған бөтә альбомдарын, әллә күпме хаттарын, документтарын ҡумта-сумаҙандары менән үҙенең карауат аҫтына шылдырып ҡуйғайны. Заманында әсәй, шуларҙы барлап ултырғанда: “Дыу! Нимәһен бер, шул ҡағыҙҙарыңа күмеләһең дә ултыраһың! Дауна үлеп бөткән әҙәмдәрҙе ҡарап!” – тип ебәрә ине. Хәҙер, ана, үҙе лә шул исемлеккә инде. Мин үҙенә:
– Нимәгә кәрәк был ҡый, атай, һиңә? Уларҙы тотоп та ҡарамайһың бит? – тигәнгә:
– Ятһын. Әсәңдеке, – тип кенә ҡуйғайны.
Ә үҙе ғүмер буйы әсәйҙең ҡәҙерен белмәне... Ошо рәнйеүле һүҙҙәрҙе әйтеп ҡуйҙым. Шуны әйткем килеп торған, күрәһең. Үпкәләп түгел, хәҡиҡәт итеп. Белмәне шул ҡәҙерен әсәйемдең, ә үҙе, бала шикелле, унһыҙ бер көн дә тора алманы. Күҙе алдынан осоп барҙы әллә? Саҡ ҡына ҡайҙалыр сыҡһа, алаҡандап: “Әсәң ҡайҙа?” – тиер ҙә торор ине...
Альбомдарҙағы һүрәттәрҙе иҙәнгә туҙҙырып ташланым. Кәрәктәрен үҙемә бүлеп алмаҡсымын. Ҡалғандары ошонда – төп йортта һаҡланыр. Ейән-ейәнсәрҙәр килгәндә ҡарар, әле олатай-өләсәйҙәрен танып белмәй ҡалғандары ла, тыуаһылары ла бар.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"