+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Октябрь 2021, 12:30

СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Аҙағы

Дамир ағай тигәндәре еңел аяҡлы икән, нисек тиҙ генә күҙҙән юғалһа, шулай йәлп итеп килеп тә керҙе. Өс-дүрт төрлө балалар ризығы алған. Өйҙә күңелле мәшәҡәттәр башланды. Бөтәһенә лә эш табылды. Бәпескә ашарға бешерәләр, керен йыуалар, үҙен йыуындыралар, ҡулдан-ҡулға йөрөтәләр – күренеп тора: танһыҡлағандар. Күңелле генә итеп ултырып ашап алғандан һуң, Заһира былай тине: – Бөгөн минең егетем ҡайта, ике ай күрешмәнек, мине көтмәгеҙ. – Егетең ҡасан килә? – тип һораны әсәһе. – Ярты сәғәттән паркта осрашабыҙ, – тине ҡыҙы.

СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә  Аҙағы
СУМАҘАНДЫ КЕМ ТАШЫЙ? Юмористик хикәйә Аҙағы

– Ҡалай йәтеш тура килде, күршеләрҙең балалар коляскаһын алып тор ҙа паркта саф һауала йөрөтөп ал. Егетең килгәс, өйгә кертерһең йә мин сығырмын.

Күршеләрҙең коляскаһы иҫкергән икән, бер тәгәрмәсе ысҡына ла ҡуя, ысҡына ла ҡуя. Әхиәр бәпес менән арбаһын аҫҡа төшөрөп ҡуйҙы ла ҡайҙалыр тренировкаға китте. Дамир менән Мәүлиҙә тәҙрәнән Заһираның парк яғына ыңғайлағанын ҡарап торҙолар.

– Ҡалай үҙенә килешә, – тине әсәһе.

– Мин дә шулай тип һоҡланып торам, – тине Дамир. – Бәлки, беҙгә лә берәй бала хәстәрләргә кәрәктер?

– Шаяртма, – тине Мәүлиҙә, – уйын эш түгел, фатирыбыҙҙы балалар баҡсаһына әйләндерергә итәһеңме әллә?

Паркта күңелле. Алама ғына арбаға бала һалып алып китеп барған ҡыҙға кешеләр иғтибар иткәндәй тойолдо. Бирешмәй Заһира, арбаһы түгел, арбала ятҡан бала мөһимерәк.

Заһира тирә-яҡты ҡарай: егете һаман күренмәйсе. Шул ваҡыт телефоны шылтыраны, әһә, килә ахырыһы, бына, Рәүисе шылтырата.

– Мин килдем, матурым, һин ҡайҙа? – тине егет.

– Мин бында, – тине ҡыҙы.

– Шаяртырға оҫтаһың инде, – тине егет, – ҡарайым-ҡарайым, күрмәйем.

– Ә мин һине күрәм, батырым, алдымда ғына тораһың. Байрам менән һине!

– Ниндәй байрам?

– Бөгөн беренсе тапҡыр Атайҙар байрамы билдәләнә. Тағы ла үҙеңдең һөнәри байрамың – Юлсылар көнө менән!

– Мин атай булып өлгөрмәнем бит әле, – тине Рәүис.

– Өлгөрөрһөң, – тине ҡыҙ, – бының өсөн хәҙер бөтә шарттар ҙа бар.

– Аптыратма, һин ҡайҙа? – тине егет.

– Бына бит, алдыңда торам.

Егет боролоп ҡараны һәм ни әйтергә белмәй шаңҡып ҡалды. Ҡулындағы сәскәһе төшөп китә яҙҙы. Эргәһенә килде, балаға үрелеп ҡараны.

– Кемдеке ул? – тине.

– Нисек кемдеке? Әлбиттә, беҙҙеке.

Егет өндәшмәйенсә байтаҡ торҙо, үҙен тотҡолап ҡараны, ышанмаған һымаҡ ҡыҙға күҙ һалды. Ҡапыл боролдо ла шәп-шәп атлап парктан сығып китте.

Заһира паркты бер ҡат урап сыҡты ла йорто яғына ыңғайланы. Тәүҙә баланы күтәреп фатирына инде, арбаны күршеләргә индереп тапшырҙы.

– Йә, нисек? Нимә булды? – тип аптыранды әсәһе, тамам кәйефһеҙ ҡалған ҡыҙының йөҙөнә ҡарап.

– Бер нәмә лә булманы, әсәй, – тине ҡыҙы кәйефһеҙ генә.

– Юҡ, нәмәлер булған, әллә кейәү менән асыуланыштығыҙмы?

– Юҡ, асыуланышып өлгөрмәнек.

– Ә нимә булды?

– Ул, сабыйҙы күреү менән нисек килеп сыҡты, шулай юҡ булды.

– Ҡастымы?

– Ҡастымы икән, белмәйем, артынан саң ғына уйнап ҡалды. Хатта сәскәһен дә биреп торманы.

– Бына һиңә – мә! – тине әсәһе. – Юғалтыу шуның менән генә бөтһә ярар ине.

– Бөтмәҫ, әсәй, миңә ҡалһа, юғалтыуҙар яңы башлана шикелле.

– Ҡуй, ҡыҙым, улай юрамайыҡ. Былар ваҡытлы һынау ғына.

Шул ваҡыт сабый уянды ла, үҙен ҡарауҙарын талап итеп, мышҡылдай башланы.

– Ҡыҙым, алып саҡ ҡына күтәреп йөрөт әле, – тине әсәһе.

– Әсәй, миндә күтәреп йөрөтөү түгел, ул баланы күреү теләге лә юҡҡа сыҡты.

– Үҙең ғәйепле, – тине әсәһе, – минеке тип әйткәнһең бит. Ниңә улай ҡаты шаяртырға? Ир-аттың былай ҙа ҡото осорға тора. Ә һин бында бала күтәреп көтөп тораһың.

– Ә мин, әсәй, уны ул тиклем үк өркәктер тип уйламағайным. Бына, кемдең кем икәне асыҡланды.

Дамир бала ҡарарға оҫта икән. Тауыш-тынһыҙ ғына сабыйҙы ашаттылар, йоҡларға һалдылар. Үҙҙәре лә ултырып өндәшмәй генә төшкө тамаҡты ашаны. Шул ваҡыт һаҡ ҡына ишек шаҡығандары ишетелде.

Дамир барып асыуға ишектә ап-аҡ сәскә гөлләмәһе ҡуйылған балалар коляскаһы күренде, уның артынан шат йылмайып Рәүис пәйҙә булды.

– Байрам менән! – тине ул, сәскәһен буласаҡ ҡәйнәһенә тоттороп.

– Ниндәй байрам ул? – тине Заһира.

– Бөгөн Атайҙар көнө, минең байрамым!

– Рәүис, һин ҡайҙа ҡастың? – тип килеп ҡосаҡлап алды уны Заһира.

– Арбағыҙ бигерәк насар ине, шуға яңы арба алырға йүгерҙем. Нимә, берәй нәмә булдымы әллә? – тине, кәләшен ҡосаҡлап.

– Ҡотто осорҙоң бит, тоттоң да йүгерҙең.

Шул ваҡыт тағы кемдер һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Асып ебәрһәләр, Гәрәй күренде. Иҫәнләшер-иҫәнләшмәҫ:

– Әхиәр улым ҡайҙа? – тип һораны.

– Әхиәр тренировкала. Һиңә нимәгә кәрәк ул? – тине Мәүлиҙә.

– Фатир алдында такси тора, минең сумаҙанды алып керегеҙ әле берегеҙ, үҙем күтәрә алмайым, билем ауырта.

– Ярай, үҙем алып менәм, – тип Рәүис төшөп китте, уның артынан Дамир эйәрҙе.

Теге сабый ҙа уянды шикелле, мышҡылдағаны ишетелде. Үҙенеке шул, атаһын, Гәрәйҙе әйтәм, әллә ҡайҙан танып, ҡулын һоноп та тора.

– Иртән һин ҡалдырып ҡастыңмы ни? – тине Мәүлиҙә, Гәрәйгә ҡарап.

– Ҡасманым, – тине тегеһе, – сумаҙанымды алырға йүгерҙем.

– Нимә, ҡайтырға булдыңмы ни? – тип аптыранды Мәүлиҙә.

– Ҡайтмай ҡайҙа барайым, мин ошонда теркәлгәнмен, башҡа йәшәр урыным юҡ.

– Ә Йәмиләң ҡайҙа?

– Китте ул, ҡасты. Малайҙың документтарын ҡалдырған да бер йәш егет менән Себергә киткән. Малай һинеке, үҙең ҡара, мин унан баш тартам, тине.

– Ҡайттым тип әйтмәксе булаһыңмы? – тине Мәүлиҙә.

– Мал да ашаған еренә ҡайта, – тине Гәрәй. – Ҡайҙа барайым, мине кем кертһен, кем көтә мине?

– Ярай, – тине Мәүлиҙә, – ошонда йөрөп тор, аҙаҡ ҡарарбыҙ.

Тормошта шулай буламы, тип һорарһығыҙ. Булһа ла ғәжәп түгел. Беҙ, күпте күргән халыҡ, бер нәмә лә булмаһа ла ғәжәпләнмәбеҙ. Беҙ яҙғандар ысынға оҡшаһа ла, оҡшамаһа ла, тормош дауам итә.

Байрам менән, дуҫтар, Атайҙар көнө менән!

 

 

Автор:Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
Читайте нас: