– Тфү! Мин ҫәй эҫмәйем, ә ауыҙымды ҫайҡайым. Юҡ инде, мине алып китегеҙ. Ҫеҙҙең теге... ни... бығауҙарығыҙ ҡайҙа? Бығаулағыҙ ҙа алып китегеҙ!
– Һеҙҙе ни өсөн алып китергә һуң?
– Ул йыртҡыстың һүҙҙәренә иғтибар итмәгеҙ! Ә һин, хайуан, ҡыуанма, һине алып китергәме әллә юҡмы икәнен үҙем беләм.
– Түҙемлегем бөттө инде! Гражданка, ирегеҙҙе ни өсөн алып китергә? Аңлатығыҙ!
– Ул миңә ҡул күтәрҙе.
– Ҡайҙа, күрһәтегеҙ.
– Нимә күрһәтергә?
– Тәнегеҙҙәге ҡул эҙҙәрен.
– Иптәҫ лейтенант, мине алып китәҫегеҙме, юҡмы? Мин төйөнҫөгөмдө лә әҙерләп ҡуйҙым. Әйҙәгеҙ, ҫеҙҙең ареҫтанттар маҫинаһы ҡайҙа?
– Тик кенә ултыр! Уны тыңламағыҙ, иптәш полиционер! Ҡара һин уны, ҡалай ҡыуана!
– Тәк, гражданин, бында ни булғанын һеҙ аңлатырһығыҙ, бәлки?
– Ни... Эҫтән ҡайттым, ә ул иҙәнгә яңы келәм йәйгән...
– Шунан?
– Ә мин яңылыш туфли менән... баҫтым. Ҫитенә генә.
– Шунан?
– Нимә шунан? Ул минең уң яңағыма тондорҙо, ике теҫем оҫоп китте. Һул яғыма ла тондорорға киҙәнгәйне, ярай әле, ваҡытында ҡулымды күтәреп өлгөрҙөм. Ҫаҡландым. Мине алып китәҫегеҙме, ә? Теҫтәрем былай ҙа әҙ ҡалды...
– Бына нисек икән! Егеттәр, был хулиганды алығыҙ. Беҙҙә ун биш тәүлек ял итер...