+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Октябрь 2021, 09:03

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АТАҠАЙ Хикәйә Икенсе өлөш

Атайымдың әрме фотолары ярым-йорто, бөкләнеп, йыртылып бөткән. Үҙенең йәшерәк сағында, эскәнендә, шулай фотоларын йомарлап, турап ташлай торған ғәҙәте булды. Былары – ана шул “яуҙарҙан” ҡалғандары. Әсәй уларҙы йыйып, йәбештереп һаҡларға тырышҡан, күрәһең. Бөтөнөрәктәрен алып ҡарайым – һыу һөлөгө кеүек егет! Ундай сибәрлек, бындай сая ҡараш, мөһабәт һын... беҙҙең беребеҙгә лә күсмәгән, ахыры. Бик матур булған ул йәшлегендә. Өс класс белеме менән заманына күрә уҡымышлы һаналған әсәйемде әүрәтһен әле... Өләсәйем килеп: “Был башҡорттоң кирза итегенә ҡыҙығып сыҡтыңмы?” – тип юҡҡа ғына әрләп китмәгәндер. Һо-о, кирза итегенә генә лә ғашиҡ булырға мөмкин булған шул!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АТАҠАЙ Хикәйә Икенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АТАҠАЙ Хикәйә Икенсе өлөш

Бер фотола һабантуйҙа көрәшкәне эләккән. Тиргә батҡан, йыуан билендә таҫтамал, ҡорһағы бүһерелеп алға сыҡҡан, ярһыған – ҡарашы дейеүҙеке!.. Ҡараһам, халыҡ араһында, арттараҡ, минең ярты битем эләккән. Йоҙроғомдо ауыҙыма ҡымтып, борсолоп торам. Атайым өсөнмө әллә уның ҡулына эләгәсәк башҡа батырҙар өсөнмө?

            ... Уның тап шул фотолағы сағы ине, буғай. Шундай ҙур, минең ҡарамаҡҡа, тау һымаҡ ине. Киң арҡаһына яурынымды терәп, аяҡ һуҙып, артҡа ҡарап ултырып алғанмын арбала. Икәүләшеп йәйләүгә китеп барыуыбыҙ. Һәр кем үҙ уйына сумып килә торғас, ул, сыбыртҡы һабын иҙәп, бер аҡланға күрһәтә:

            – Ошо тирәгә өләсәңдәр йәйләүгә сыҡҡан. Бынан үткән һайын: “Эй, ер-һыу ҡартаймай ҙа инде, хас беҙҙең бала саҡтағы кеүек бөтәһе лә, ти торғайны”, – тип ҡуя. Тауышы йомшарып, әллә хатта ҡалтырап киткән кеүек була. Мин, ҡайырылып, уға ҡарап алам. Әсәһе хаҡында һөйләгәндә шулай күңеле йомшарып киткеләй. Әллә ниндәй бер эске йылылыҡ, оло һөйөү менән телгә ала өләсәйҙе. Әсәйем әйтмешләй, “ҡартайғансы бәпәй булып” йәшәгәнгәме икән?

            Икебеҙ ҙә тынып ҡалабыҙ ҙа, мин, нимә әйтергә белмәйме, юл һуҙымында килгән йылға аръяғындағы текә яр битендә сорлашҡан ҡарлуғастарға ҡарап, уйһыҙ ғына әйтеп ҡуям:

            – Шул ҡарлуғас ояһынан берәйһе йомортҡа алала микән?

            Бойоғоп киткән атайым: “Тпр-р-ру!” тип екереп, ҡарышҡыр бейәһенең ауыҙлығын ҡайыра биреп тарта ла ҡаршы ярға эйәк ҡаға:

            – Анауҙы әйтәңме?

            – Эйе.

            Ул күҙен ҡыҫа биреп самалай: мин нимәлер әйтеп өлгөргәнсе, дилбегәне усыма йомдороп, кирзалары менән сылғауын сискәс, ҡалған кейемендә көйө ярҙан ағымға сөңгөй. Күҙ асып йомғансы булған был хәлдән дә, уның һоро тулҡындар эсенә сумып юғалыуынан да ҡурҡып, эргәләге тауҙарҙы шаңҡытып сәрелдәп ебәрәм:

            – Ата-а-ай!

            Минең тауыштан саҡ торған ҡылтым бейә, өркөп, ҡапыл юртып китә. Туҡтатыу ҡайҙа? Етмәһә, үҙем һаман һыуға ҡарайым. Урман эсенә елеп барғанда, уның йылға уртаһында йөҙгәнен шәйләп ҡалам, ә арба, сыбыҡ-сатырға һуғылып, шатыр-шотор шырлыҡҡа инеп тә китә.

            Бейә, ағас араларында ары-бире төртөлөп йөрөп тынысланғас, үҙ яйы менән кире юлға сыға. Мин дилбегәне исем өсөн генә тотоп, һаман ян-яҡты байҡайым. Бына, бер мәл, ҡараһам – атайым! Бер яҡҡа аҡһай биреп һәлпәңләп, ҡабаланмай ғына йүгерә. Ялан аяҡ, лыс һыу! Мин уның был хәленән тамам шаңҡып киләм. Ул ҡыуып етә лә, атты һелкә тартып туҡтатҡас, ауыҙынан кескәй генә аҡһылт йомортҡа сығарып бирә. Мин, әле 8-10 йәшлек кенә бала, был ҡылыҡтың башҡа һыймаҫ ахмаҡлыҡ икәнлеген инде аңлайым, әммә шул уҡ ваҡытта иҫ киткес батырлыҡ һымаҡ та ҡабул итәм. Устарымды ҡушлап, йомортҡа һалыуға  оя һымаҡ итеп һуҙам, үҙем көләм:

            – Алйот!

           

            Эсте шул атайым. Иҫерһә, енгә әйләнеп, донъя онтап, кем менән булһа ла һуғышҡыһы килә торғайны. Боласыл ғәҙәтенән барыбыҙ ҙа ғарыҡ булдыҡ. Барыһын да әрләне. Әсәйемдән башлап кесе ҡустыма тиклем. Ниңәлер мине үткәрҙе. Миңә аҡырайта ҡарап ала ла, иренен ҡымтый биреп торғас: “Бисура!” – тиер ине. Шулай. Уның өсөн бисура булдым. Әрләү булдымы был, маҡтаумы, әллә башҡа мәғәнәләме, һәр хәлдә, шунан үтмәне. Ағайымдарға сыбыртҡы ла, ҡайыш та эләкһә, миңә бармағының осон тигеҙеү түгел, елен дә ҡағылтманы. Уны, иҫерһә – белмәй, тигән булдылар. Белә ине ул. Боларып ятып, бөтә кеше ҡасып бөткәндә, инде ҙурая башлаған мин, юрамал янына барам, ул ҡулындағы әйберен мине ҡырлатып, икенсе яҡҡараҡ ата, шул яҡҡараҡ шылһам, икенсе юҫыҡҡа ташлай.

            – Кит, кеше көлдөрмә, – тием, – бар ят, йоҡла! Һинән һуң күпме йыйыштырырға кәрәк.

Әсәйемә шулай итә, тиһәм, юҡтыр, ул бит алйый, бер нәмә лә белмәй тип, үҙенекен һөйләй. Быларҙы иҫләгем килгәндән түгел, бер ҡыҙмаса булып төшкән фотоһын ҡулға алғандан хәтерләп ултырыуым.

            ... Ҡышҡы юлда йәйәү ҡайтып киләм. Егерме саҡрымлап бар. Ҡараңғы төшкән. Автобус йөрөмәгән мәлдәрҙә, телефон юҡта йәйәү күп  йөрөлдө инде. Ярты юлды үткән ерҙә утар бар. Шунда йылҡы ҡышлатып яталар. Атайымдың сменаһы булырға ла мөмкин. Шулай ҙа артыҡ өмөт юҡ, тирләп-бешеп атлай бирәм. Бына бер ваҡыт, килә торғас, ҡаршыма бер нәмәнең сабып килеүен шәйләнем. Нимә булырға мөмкин? Бүре түгел. Сөнки бүре улай тота килеп кешегә ташланмай, быны беләм. Атайым өйрәткән. Айыу ҙа, бүре лә ҡурҡыныс түгел урманда, улар кешегә теймәй, мышы тапарға, сапсырға ынтылырға мөмкин, тип ҡабатлай ине юлға оҙатҡанда.

            Мин нимәгәлер юрап маташҡансы, был януар, сабып килгән ыңғайы, өҫтөмә һикерҙе. “Сай” итеп кенә ҡалдым да, икәүләшеп көрт буйлап мәтәлләп киттек. Тау аҫтынаса тәгәрәтеп, битемде, йөн башлығым сиселеп ҡалғандан туҙғыған сәстәремде ялап бөттө был. Шоңҡар! Атайымдың һунар эте!

 

Дауамы бар.

         –––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: