-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Октябрь 2021, 22:37

МАЖАРА КӨҪӘГӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөш

Ғүмәр эшендә анһат ҡына йөрөп ята ине, бер мәл күҙенә дуҫы Сәфәр күренеп ҡалды. Килеп йәмрәйгән, кәйефе юҡлығы әллә ҡайҙан күренеп тора. Бәй, нимә булды икән? Өндәшмәҫкә уйлағайны, түҙмәне, эргәһенә килде, хәлен белеште. Һиҙеп тора ине Ғүмәр үҙенең мәшәҡәттәрен өйөрөнә, өйөп кенә ҡалманы, сығарып күмде лә ҡуйҙы. Ялдан яңы ғына сыҡҡан, ә начальство Баймаҡҡа командировкаға ҡыуалай икән. Бынау эҫелә тын алырлыҡ түгел, ҡайҙа командировка ҡайғыһы? Йәлләне егетте Ғүмәр, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Ҡана, үҙем барып ҡайтайым һуң”, – тип әйтте лә һалды.

МАЖАРА КӨҪӘГӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөш
МАЖАРА КӨҪӘГӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөш

Тәүҙә поезға сығырмын тигәйне, эҫе вагонда сәғәттәр буйы тауҙар араһынан артылыуын күҙ алдына килтереп, кире уйланы. Үҙенең автомобиле менән барыр. Йәкшәмбе көн сыҡһа, ҡабаланмай ғына Биләрит аша, туҡтап ял итә-итә, тәбиғәт ҡосағында йоҡлап, дүшәмбе кис барып та етер.

Бәлки, юлда берәй пассажир тура килер, халыҡтың эркелеп йөрөгән сағы. Донъя күреп ҡайтһын әле.

Болғаҡты үтеп, һулаҡайға ғына боролғайны, юл сатында торған кешеләр күҙенә салынды. Килеп туҡтауына ябырылдылар, кемгә Ҡарлыман, кемгә Ҡырмыҫҡалы. Ғүмәр:

– Биләриткә тиклем генә алам, – тип өндәшеүгә бер еңел генә кейенгән ҡатын алғы ултырғысҡа инеп тә ултырҙы һәм, эйәген алға ослайтып, бойороу ишараты күрһәтте. Бик ышаныслы итеп менеп ултырҙы. Ҡатын-ҡыҙ ғәҙәттә артҡы рәткә ултырыусан. Алғы ултырғысҡа үҙ ҡәҙерен һәм баһаһын белгәндәр генә һонола. Оҡшаны булды был холҡо ҡатындың. Шулай ҙа Ғүмәр һораны:

– Ҡайҙа тиклем? Биләриткәме?

– Юҡ, Сибайға.

Ғүмәр туҡтала яҙҙы:

– Сибайға түгел, Баймаҡҡа барам.

– Булһын. Сибайға тау аша ғына, тиҙәр.

Ҡуҙғалдылар.

Тәүҙә өндәшмәй генә барғайнылар. Ғүмәр һораша торғас, ҡатын Гәүһәр исемле икән, барыһын да һөйләне лә бирҙе.

– Сибайҙа һабаҡташтар менән осрашыуға барам, – тине ул, – Стәрлетамаҡта тамамлағайныҡ, уҡып бөтөүебеҙгә егерме йыл.

Ғүмәр шунда уҡ һығымта яһаны: ҡырҡ бер-ҡырҡ ике йәштәрҙә булыр был һутлы ҡатын. Бына ҡыҙыҡ, Стәрлетамаҡта уҡып бөт, Сибайҙа осраш.

– Бынау эҫелә балаларыңды ҡалдырып, – тип ишараланы Ғүмәр, йәнәһе, ғаилә статусың ни хәлдәрәк?

– Юҡҡа борсолаһығыҙ, илап ҡалған балам юҡ, барыһы ла башлы-күҙле булып бөттө, – тип, салон яңғыратып көлдө ул. – Иргенәһен дә күптән оноттом, отставкаға ебәрҙем мин уны. Ҡайҙа йөрөгәнен дә белгән юҡ. Борсолма, үҙем үҙем хужа.

Ғүмәр эстән генә көлөмһөрәп ҡуйҙы, ишеткәнебеҙ генә түгел, күргәнебеҙ ҙә бар һинең һымаҡтарҙы. Еңел холоҡлоға оҡшаған был. Тәүҙә әүрәгән булып ҡылана, аҙаҡ үҙе әүрәтеп ала.  Башын-күҙен уйнатып, ни ҡыланғанын белмәй. Ә былай ҡарап тороуға насар түгел. Ә ниңә? Һатып алырға түгел. Бер-ике көнлөк мажара һуңынан һалҡын ҡышта эҫе йәйҙе иҫкә төшөргәндә хәтерләрлек ваҡиға булыр. Тәмәке тартмаһа, эсеп иҫереп, салонды бысратмаһа, йөрөп ҡайтырлыҡ. Ә үҙе бәүелеп килһә лә, йоҡларға уйламай, юлды харап ныҡ ҡарап килә.

Сәғәт икеләр тирәһендә Биләрит тауҙарын артылдылар. Гәүһәр Ҡәйнә телен аһ итеп ҡараны, телефонындағы аппараты менән уңдан да, һулдан да төшөрҙө. Байтаҡ ҡына һоҡланып барғас, ял итеп, ашап-эсеп алдылар. Гәүһәр әҙерлекле сыҡҡан, ҡыяры ла, помидоры ла мул ғына, майлы ғына ҡалъялары ла өйөлөп ята. Оҡшаны Ғүмәргә ҡатындың үҙен иркен тотоп, ҡыуана-ҡыуана һыу инеүе лә, аҙаҡ тартынып тормай ир эргәһенә сығып ятыуы ла.

Ғүмәр ҡабаланмай. Әле сама менән иҫәпләгәндә лә тәүлек тирәһе бергә буласаҡтар, өлгөрөр, хаҡын сығарыр. Эстән генә уйлай: был ҡатынды тағы нисек итеп һоҡландырырға икән, тип самалай.

– Үҙең ҡайһы райондан? – тип һораны Ғүмәр.

Шишмәнән икән.

– Беҙ үҙебеҙ Дим буйынан,

Беҙ үҙебеҙ Шишмәнән, – тип белгән көйҙө йырлап күрһәтте Ғүмәр. Гәүһәр ҡушылып йырлап китмәһенме!

Оҙаҡ та бармай Ағиҙел буйында туҡталдылар.

Һиҙеп тора Ғүмәр: ҡатын уға мәғәнәле ҡараштар ташлай, күренеп тора – көтә. Көтһөн. Ә Ғүмәр ҡабаланмай. Һуң, белеп буламы ни ошо ҡатын-ҡыҙҙы, ымһыныр ҙа китер. Мажара көҫәп, артынан ҡалмаҫ. Көтә бирһен әле. Ҡатын-ҡыҙҙың эше – көтөү. Шулай бара торғас, Темәсте үттеләр, Түбәгә килеп еттеләр. Икәү килә торғас, ваҡыттың үтеүҙән бигерәк, иҫәбе юғалыуын онотҡандар. Сәғәт дүрт тә тулмаған. Телефоны ҡайһылай һәйбәт тота бит әле. Ғүмәр үҙен ҡаршыларға тейешле урындағы түрәләргә шылтыратты.

– Һеҙ ҡайҙа, Ғүмәр Ғәбитович? – тинеләр ололоҡлап.

– Ҡайҙа булһын? Түбәнең түбәһендә ултырам. Ә ҡаршылаусы юҡ. Әллә мине көтмәйһегеҙме?

Теге оста баҙап ҡалдылар, шымдылар.

– Һеҙ ысын Шумахер һымаҡ, Ғүмәр Ғәбитович, – тип йәүкәләне икенсеһе. – Килеп тә еткәнһегеҙ. Бер сәғәттән Баймаҡта көтәбеҙ, туп-тура.

– Ә мин һулаҡайға киттем, – тине мәғәнәле генә итеп Ғүмәр. – Сөнки бер үҙем  түгел. Хәҙер минең менән юл ауырлыҡтарын уртаҡлашыусы ханымға, әгәр рөхсәт итһәгеҙ, Талҡаҫты бүләк итергә тейешмен.

Ҡатын ҡыуаныуын йәшермәне, сәпәкәйләп ҡуйҙы:

– О-о-о, мин Талҡаҫты күрәсәкмен?!

Ғүмәр аптырап уға боролдо:

– Бәй, Гәүһәр, һинең Талҡаҫты ла күргәнең юҡмы ни?

– Ҡайҙан күрәйем? Мин был яҡта беренсе тапҡыр.

Ғүмәр, телефонын һүндереп, ситкә алып ҡуйҙы. Әйҙә, эҙләһендәр, кәрәкһә, килеп табырҙар әле. Ғүмәр саң туҙҙырып, һулаҡайға төшөп китте, Талҡаҫ тәңгәленәрәк еткәс, ҡеүәтле машинаһы менән эргәләге тауҙың битләүенә күтәрелде һәм туҡтатты.

Гәүһәр аһ итте тип кенә әйтеү аҙ булыр һымаҡ. Ул, тау-таш араһында һуҙылып ятҡан күлде күреп, бөтөнләй телһеҙ ҡалды. Ғүмәр үҙе бында булғаны бар, һыуын да инде, мунсаһында ла сабынды, ҡәҙер-хөрмәтте буйтым күрҙе. Күл  яғына ҡарап, табын ҡорҙолар, термостағы сәй эҫе әле, хатта шарапты асып, һыуһынды ҡандырыр өсөн бер йөҙәр грамм ярап ҡалды, ә ҡатынға был ғына етмәгәндәй, һаман күҙҙәрен майландырып, Ғүмәрҙе саҡырған һымаҡ. Ул арала урындағы түрәләр ҙә килеп етте шикелле, ана, туҡтауһыҙ шылтыраталар, борсолалар, күрәһең. Борсолмай, ҡайҙы барһындар, нимә эшләһендәр инде? Өфөнөң үҙенән килеп төштөләр бит.  

Хужа булып ултырған һәм үҙен әһәмиәтле кеше итеп күрһәтеп өлгөргән Ғүмәр бер күлгә ҡарай, ҡатынды ла онотмай. Теләр-теләмәҫ кенә телефонды алды.

– Ғүмәр Ғәбитович, һеҙ ҡайҙа? Һеҙҙе юғалттыҡ бит, – тип күҙе тона был Баймаҡтың.

– Күҙҙәрегеҙҙе нығыраҡ асып, тау һыртына ҡарағыҙ әле, – тип ирештерә Ғүмәр.

– Күрәбеҙ Аҡбуҙатты, ҡояшҡа ялтырап ултыра, – тип еңел һулай тегеләре.

Ул арала булмай, ике ятҡан ике машина, әйтерһең, ҡамап алалар, килеп тә еттеләр.

Әллә ысынлап һағынғандар, әллә бурыстарын ғына атҡаралар, ихлас тип әйтерлек иҫәнләшеүҙәр, шап та шоп арҡа һөйөп ҡосаҡлашыуҙар. Машиналарынан, бына беҙҙең ҡунаҡсыллыҡтың ҡәҙерен бел, тигән һымаҡ, йәш кенә ике ҡатын төштө. Иш янына ҡуш булһын тигәндәй, улары табын ҡороп ебәрҙе. Ултыртмаған ризыҡ, бешермәгән аҙыҡ-түлек ҡалманы. Ғүмәр, ҡулын һоноп, Гәүһәрҙең дә килеп ҡушылыуын талап итте.

– Бына, таныш булығыҙ, минең менән юл ауырлыҡтарын уртаҡлашыусы юлдашым Гәүһәр булыр, – тине Ғүмәр.

– Һеҙ инде бигерәк, – тип иркәләнде тегеһе. – Бер ниндәй ҙә юл аҙабы булманы, күңелле мажаралар мәңге онотолмаҫлыҡ мәшәҡәттәр менән алмаш-тилмәш солғанып барҙы.

Аҙаҡ төшөндө Ғүмәр ни өсөн тау итәгендә ҡаршылауҙарына, ошонда Талҡаҫ эргәһендә ял йортона урынлаштырырға булғандар. Ҡапыл пландар үҙгәреп киткәс, урын мәсьәләһе хәл ителмәгән икән. Ә йәй уртаһында бында буш түшәк табыу еңелдән түгел. Үҙе генә булһа, тағы бер хәл, парлашып килеп төштөләр бит әле. Бына бер заман, ваҡыт-ваҡыт ситкә китеп, телефондан ҡысҡырышҡан хужаларҙың һәм урынбаҫарҙарының йөҙө асылды. Баш ҡала ҡунаҡтарын ял йортона әйҙәй башланылар.

Ҡабаланмай Ғүмәр, һаман үҙенекен ҡыуа.

– Гәүһәр, хәҙер һыу инергә төшәйекме, әллә ял йортона барып урынлашайыҡмы? – ти Ғүмәр.

– Тәүҙә һыу инәбеҙ, һуңынан ял йортона барабыҙ, – тип ныҡышыуҙан бигерәк бойороп ҡуя Гәүһәре. Әйтерһең, ул бында хужабикә, ә Ғүмәр уны оҙатып йөрөүсе генә. Еңелсә генә бәхәсләшә торғас, шулай килештеләр: тәүҙә тиҙ генә урынлашып сығалар һәм Талҡаҫтың берәй ярында һыу инергә төшәләр. Ә ял урыны шәп: бер түгел, ике бүлмә, ҡайҙан тапҡандарҙыр, кемде һөрөп сығарғандарҙыр – Ғүмәрҙе быныһы ҡыҙыҡһындырманы. Аҙаҡ ишетеүенсә, кемдер килеп етмәгәнме, әллә иртәгә төшкә киләме, уныһы мөһим түгел. Хужалар үҙҙәрен һынатманы. Ғүмәрҙең абруйы Гәүһәрҙең күҙ алдында тағы ла күтәрелеп киткәндәй булды.

Ә Талҡаҫтың теге ярында күл буйлатып төтөн тарала. Күмәкләшеп шунда атланылар. Барып етһәләр, Ғүмәрҙең күҙҙәре шар булды: баймаҡтар был йәһәттән ғүмер буйы башҡалар өсөн өлгө булды – эшләнеләр ҙә, уйнанылар ҙа, һыйлай ҙа белделәр. Әле лә һис бер етешһеҙлеген табырлыҡ түгел. Ғүмәр һиҙҙермәй генә Гәүһәрҙе күҙәтә: йәнәһе, йә, нисегерәк беҙҙе ҡаршы алалар!

Бая ғына Сибайға һабаҡташтар янына ынтылған ҡатын бындағы һый-ниғмәтте күргәс, тамам онотолдо, ҙур тирмәләрҙең береһенә инеп, түшәккә ҡоланы, йәнәһе, көнө буйы эшемде ҡырған, шул тиклем арыған, хәҙер ял итеп алырға ла хоҡуғы бар. Ғүмәр ҙә эргәһенә инеп ҡараны. Ай-һа-ай, әҙерләнгәндәр. Тартынып торманы, мендәргә башын терәп алды. Ә хужалар уны юҡҡа ҡалдырып сыҡты. Юҡ, Ғүмәр ундай кеше түгел.  Әҙәптең дә, тәртиптең дә ни икәнен белә.

Шул ваҡыт йәшен йәшнәне, күк күкрәне, ялт-йолт ялағайҙар уйнаны, геүләтеп килеп ямғыр яуҙы. Барлыҡ ризыҡ-ниғмәтте тирмә эсенә ташып өлгөрҙөләр. Шунда мәжлес башланды. Ғүмәрҙең ҡәнәғәт ултырыуын күр әле. Уны түгел, гөбөрнатырҙың үҙен ҡаршылайҙармы ни?!  Аяҡ бөкләп, мулдан ҡыландылар. Ҡараңғы төшкәйне, шәм яндырҙылар, ут индерҙеләр.

– Һеҙҙең килеүегеҙ, беҙгә ошондай ямғыр бүләк итеүегеҙ район өсөн ифрат кәрәк,– тип олонан һалдырҙы хужаларҙың береһе. – Был тиклем мул ямғырҙы заказ буйынса ла алып булмай, беҙҙең яҡтарға йышыраҡ килегеҙ.

Буйтым ҡунаҡ булдылар. Һыу инеп сыҡтылар, тағы ултырып ашанылар, иртәгә нимә эшләрҙәрен барланылар. Ә эштәре күп. Күп булмай ни? Район ифрат ҙур бит. Барыһын да күрергә, тикшерергә, ҡағыҙын да яҙырға кәрәк.

– Ә ниңә уны иртәгә ҡалдырып торорға? –  тине Ғүмәр. – Мин килгәнсе көнэлгәре әҙерләп ҡуйманығыҙмы ни?

Үҙе белә ни һөйләгәнен. Хәҙер ошондай табындан һуң тикшереп йөрөһә, Хоҙай һаҡлаһын, етешһеҙлектәрен табып ҡуйһа, тәнҡитләп, берәмтекләп күрһәтеп актын төҙөһә, кеше аптырар.

Бая ғына ятһынып ҡарап торған ҡунаҡ үҙенең юлдашы менән һәм хужалар бер-береһенә өйрәнеп, үҙ кешегә әйләнделәр. Хәҙер ҡараңғы төштө, серәкәйҙәр күбәйҙе, күл буйы, әлбиттә, саф һауалы, үҙенә тартып тик тора, ләкин нисек кенә һыу йылы булмаһын, йоҡларға, ял итергә кәрәк. Ғүмәр буйтым булған. Эйе, иртәгә лә көн бар. Ана, Гәүһәр ҙә килеп уға ике ҡуллап аҫылынды. Үҙенсә урынын билдәләй, башҡаларға, йоғонмағыҙ, тип ымлай инде. Кем белә, бәлки, шулай тойолғанғыналыр. Ә теге ике йәш ҡатын, беҙҙе нишләп бында йонсотоп йөрөтәһегеҙ, тигән ҡиәфәттә ваҡыт-ваҡыт Гәүһәр менән Ғүмәргә бер аҙ асыулы һәм аптыраулы ҡараштарын ташлап ҡуя.

Ғүмәр:

– Былар кемдәр, нишләтеп йөрөтәһегеҙ уларҙы? – тине.

– Магниттан килтерҙек, урындағы балалар лагерында эшләйҙәр, – тине хужа. – Хәҙер оҙатып ҡуябыҙ уларҙы.

Һалҡын күл буйында иҫерек кеше тиҙ өшөүсән, етмәһә, Ғүмәр курткаһын да алмаған икән. Эргәһендә ҡалтыранып Гәүһәре килә. Улар өнһөҙ-тынһыҙ ғына шифахана яғына ыңғайланы.

 

Аҙағы була. 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: