– Ҡа-ҡайҙан белдең минең килгәнде?!
– Белмәй әллә! Бүре үҙ көсөгөн әллә нисә саҡрымдан һиҙә, – күңеле көр, ҡыҙмасалап алған. Ошондай сағында шулай аңлайышһыҙыраҡ, кинәйәләп һөйләнгән була. Мин терәлеү менән, ул сыбыртҡыһын сыжлата:
– Д-дыу! Үжә-әт!
Саҡ тапанып торған хужаһы кеүек үк яндырай мал, торған урынынан үрәпсеп, дөрөп сығып китә. Эте һуҙылып сабып эйәреп ҡарай ҙа – хәле етмәй, үпкәсел өрә-өрә, артта ҡала. Боролоштарҙа биткә көрт һирпелә, сана кәйелеп-кәйелеп китә, мин, атайымдың ҡыҙы, быларға ҡушылып шашам:
– Ҡыу тағы!Ҡыу!
– Д-ды-ыу!
Төнгө ауылға ап-аҡ бәҫкә төрөнөп, быу бөркөтөп, дуғалы туй шикелле килеп инәбеҙ.
Хәтәр ҡыҙғансыҡ та ине... Үҙе тирәһендәге бөтә ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡыҙғанды. Әсәйемдең берәйһенә күҙ күтәреп ҡарағанын да яратманы, һеңлеләрен, еңгәләрен, килендәрен башҡаларҙан ҡамалап ыҙалатты. Мәжлес-фәләндә берәй ир кеше уның туғанына яңылыш ҡына һүҙ ҡатһынмы, йылмайһынмы – бөттө! Яғаһынан бөрөп алыр, йә унан да яманырағы, ҡундырыр ине. Өҫтәл ауҙарып һуғышып китеү ҙә уға бер ни торманы. Шуға туй-маҙарҙа уның артында ағайҙарымдың береһе һаҡта торҙо.
... Үҫмерлектән сығып, ҡыҙ булып еткән сағым. Егет-елән иғтибарын тоя, күҙ атҡандарын самалай башлағанмын. Урам эсендә ҡомалаҡ таҙалап ултырам. Атайым алып ҡайтып ауҙарған. Мин шуның менән булам, ул эргәләге лапаҫ аҫтында балта һабы юна. Үҙе ҡомалаҡ алып йөрөгәндә ағаста торған уҫлаптай туҙбаш йылан күреүен һөйләй. Уны тыңлайым, үҙем ҡапҡа аша урам яҡтағы бағана башында торған егетте лә шәйләйем. Атайымдың хәбәренән бигерәк, ике күҙе был яҡта булған шул әҙәмдең ҡарашынан иреп, йылмаям. Ауылда электр бағаналарын алмаштыралар, был шуларҙың береһе булырға тейеш – бағана башында нимәлер эшләп маташа, йыш-йыш был яҡҡа күҙ һала. Шул ваҡыт Хоҙай ҡушмаған хәл булды. Атайым тыныс ҡына тороп, аҙбарҙан “Дружба” бысҡыһын алды, шунан, ҡабаланмай ғына, урам тышына сыҡты ла ҡапыл сыжлатып теге егет торған бағананы быса башланы. Бахыр электрик нисек төшөп ҡасҡанын да белмәй ҡалды! Атайым бысҡыһын кире индереп ҡуйып, баяғы урынына терәлеп, юныуын дауам итте. Мин дә ни булғанын аңламамышҡа һалыштым. Башҡа сарам юҡ ине.
... Бынау бер фотола айыу алған сағы икән. Тау һымаҡ булып ятҡан айыуҙың өҫтөндә ваҡ ҡына балалар теҙелешеп ултырабыҙ. Ҡурҡыу юҡ, өркөү юҡ. Һунарсы булды бит атайым. Ғүмер буйы ҡушкөбәк тотто. Шундай ҡыҙыу һәм йыш ҡына һуҡмыш йөрөгән кешенең мылтыҡлы булыуы минең бөгөнгө күҙлектән, эйе, маймылдың граната тотоп йөрөүенә тиң. Ул-был саҡта, мылтығын һөйрәп сығарып, аҙ яһау һалманы инде.
... Аласыҡта киске һауын һөтөн үткәреп ултырам. Атайым менән әсәйем сәй артында һүҙ көрәштерә. Сепарат тауышынан тегеләрҙе яҡшылап ишетмәйем. Шулай ҙа бәхәстәре мал араһындағы дәү ҡара үгеҙ темаһына икәнлеген төшөнәм. Шулай сыйыша торғас, атайым, ҡапыл һикереп тороп, өйгә йомолдо. Унан күп тә тормай мылтыҡ тотоп сыға ла, әсәйем “аһ” иткәнсе, бейек болдор тәҙрәһенән тороп, төҙәмәйсә лә атып та ебәрә, бер ни һиҙмәй торған ҡара үгеҙ маңлайына пуля тейеүҙән “лып” итеп арт һанына ултыра төшә. Тауышҡа йүгерешеп сыҡҡан ағайҙарымдың береһе, бысаҡ алып, бахыр малды салып та ебәрә. Төн буйына ит айырабыҙ, эсәк йыуабыҙ, телен тыймаған әсәйҙе әрләйбеҙ.
* * *
Уның кеүек ирек һөйгән бүтән кешене белмәйем. Бер ниндәй сикләүҙе, баҫымды, ҡыҫымды күтәрә алманы. Кемгәлер, ниндәйҙер һүҙ әйтеүҙән ҡурҡманы. Ғөмүмән, ул ҡурҡа белмәне. Уның өсөн түрә лә, хужа ла, алла ла, мулла ла булманы. Тәбиғәткә бәйлелеге шул ҡәҙәр ине – үҙен унан айырым күҙ алдына ла килтерә алманы. Ундай-бындай хәлдә:
– Кейек булып урманда ла йәшәй алам мин, – тип, эре сирттереп тә ебәрҙе. Шуғалырмы, ҡырға сығып, һыбай йөрөй алмай башлауын ауыр кисерҙе. Был хәл уны рухи яҡтан ныҡ ҡырҡты. Тәҙрәнән ҡарап-ҡарап ултыра ла:
– Урманға һыуһап ултыр инде урман эсендә, – тип әсенеп әйткеләр ине.
Яңғыҙ ҡалғас, уны ҡалаға алдыҡ. Кинйә улының бишенсе ҡаттағы фатирына алып килеп ултырттыҡ. Был уның өсөн шок булды. Бер аҙна ултырғас, мин бер төшкө аш ашатып китергә килһәм, былай ти:
– Ирәндектең ҡайһы тәңгәленәнерәк Уралға сығыу юлын самаланым әле. Ҡуңырбуға юлынан төшһәм, һыртлап, элекке үҙебеҙ мал ҡыуған тәңгәлдәргә барып төшөргә тейешмен.
Әкиәт һөйләгән балаға ҡараған кеүек ҡарайым:
– Ярай, ҡайтып етһәң, сәләм әйтерһең. Тамағыңды туйҙыр тәүҙә.
Тик ул аштан ҡалған, бындағылар әйтеүенсә, йоҡонан да. Ике күҙе – офоҡта күгәреп күренгән тауҙарҙа. Торараҡ әйтеп һала:
– Салауат Юлаев та ошолайтып зарыҡтымы икән? Бахыр...
– Ҡайҙа? – көлөүемде саҡ тыям.
– Зинданда.
– Уф, атай, һин сәпсим килештерәһең. Салауат Юлаев һинең һымаҡ араҡы шимләп ултырмаған. Ана, күпме шешәң йыйылған.
– Аҙҙап ҡына... Бында шунһыҙ түҙеп ҡара.
Артыҡ сәбәләнмәгәс, ярһымағас, был зарын ысынға алмаһаҡ – күрһәтте.
Таң менән килен шылтырата:
– Апай, ҡайным тәҙрәнән ҡолап төшкән! Скорый әпкитте! – тип ҡысҡыра трубкаға, истерика сигенә етеп.
– Туҡта. Тыныслан! Ниңә улай?
– Әллә!..
Аҫағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"