+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Октябрь 2021, 10:31

МАЖАРА КӨҪӘГӘНДӘ Хикәйә Икенсе өлөш (аҙағы)

Хужаларҙан былай ғына ҡотолоп буламы һуң инде. Ялан ҙурлығы ашханаларының төп яғында тағы бәләкәй генә ыҡсым бер бүлмә бар икән. Уф! Шунда өҫтәл ҡорғандар. Оҡшаны Ғүмәргә. Һаранланып торманы, хужаларҙы тағы маҡтаны. Әле улары ҡунаҡтың береһенән-береһе майлыраҡ  маҡтау һүҙҙәрен уғата битараф тыңлауҙарына иғтибар итте. Алмаш-тилмәш йөҙҙәренә ҡараны һәм шуны күрҙе: “Уттай эш ваҡыты, һин йөрөйһөң беҙҙе мәшәҡәтләп! әллә һин беҙҙе һинең һүҙҙәреңә мохтаж тип иҫәпләйһеңме?” – тип йөҙҙәренә яҙылғайны. Был көтөлмәгән асыш Ғүмәрҙе тетрәндерҙе. Хатта башы әйләнеп китте, еңелсә тирләп сыҡты. Ҡапыл өшөй башланы, ҡәһәрең, был ямғыр аҫтында йөрөп, ауырып ҡуйыуың да бар. Ана бит, тамағы ауыртып та торған һымаҡ тойола. Эргәһенә боролоп ҡараны. Ә Гәүһәр нимә эшләй икән? Уныһы бөтөнләй икенсе донъяла йәшәгән һымаҡ. Битараф ҡына нимәлер көйшәй.

МАЖАРА КӨҪӘГӘНДӘ Хикәйә Икенсе өлөш (аҙағы)
МАЖАРА КӨҪӘГӘНДӘ Хикәйә Икенсе өлөш (аҙағы)

– Әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙең темаһын үҙгәртәйек! – тине уны ҡаршылаусыларҙың хужаһы. – Беҙҙеке инде – барыбыҙҙың күҙ алдында, ғәжәпләнерлек бер нимә лә юҡ. Һеҙ нисек йәшәйһегеҙ унда? Юғарыла нимәләр бар?

– Барыһы ла боронғоса. Иҫ китерлек үҙгәрештәр юҡ тип әйтерлек. Һеҙҙә инде яңылыҡтар! – тип мөңгөрҙәне Ғүмәр.

            Бәй, төптән барлай башлаһаң, юғарылағылар менән бындағылар араһында уларҙы бәйләрлек бер нимә лә юҡ икән дәһә.

            Өндәшмәй генә ашанып ултырҙылар. Инде нисәнсе ҡат бөгөн бер-береһенә һаулыҡ теләштеләр.

– Юлда йонсотҡан, – тип ишараланы Ғүмәр. – Иртәгә – эш, ял итеп алырға ла кәрәктер.

            Хужалар ҙа арығандыр, күрәһең, ҡунаҡтың табынды түңәрәкләүгә ымлауын ҡапыл хәрәкәтләнеп ҡабул иттеләр. Йоҡларға йәтешерәк булыр, тип тағы берәрҙе тоттолар һәм күмәкләшеп йоҡо урынына ыңғайланылар.

            Ошонда ғына Ғүмәр үҙенең ныҡлы иҫереүенә төшөндө. Ара-тирә эргәһендә күндәм генә килгән Гәүһәргә күҙ ташланы. Ул нимә эшләһен инде, өндәшмәй.

            Йоҡлар өсөн тәғәйенләнгән урындары бигерәк затлы икән. Бындайҙарҙы элиталы салондарҙа ғына күрергә мөмкин. Гәүһәр таң ҡалғандыр инде. Белһен әйҙә, үҙенең ҡайҙа килеп эләккәнен. Шулай кәрәк икәнлеген Ғүмәр үҙе генә белә һәм киләһе төндөң иң юғары кимәлдә булырын көтә.

            Хужалар ҡунаҡтарҙы оҙатып ҡуйҙылар, урынлаштылар һәм тулыһынса тормошҡа ашырылған маҡсаттар менән хушлаштылар. Артабан улар артыҡ һәм уларҙың бер нимә лә күрмәүе яҡшыраҡ. Ана, Гәүһәр тиҙ генә әҙерләнде лә, душҡа инеп тә китте. Дөрөҫ эшләй. Шулай булырға тейеш.

            Ғүмәр үҙенең йоҡоһон еңергә тырышып ҡараны. Ғаиләһе иҫенә төштө. Сәғәткә лә ҡарап тормай, телефонын алды, ҡатынының номерын тапты һәм үҙе лә һиҙмәҫтән, шылтыратты. Ҡатыны уяу шул. Бер-ике шылтырау менән, яуап та бирҙе. Йылы ғына иҫәнләштеләр, бөтәһе лә теүәл һәм урынында икән. Шулай ҙа, һиҙенде ҡатыны:

– Әллә һин иҫерекме?

– Юҡ! Тамсы ла эсмәнем! Юлдан йонсоп килгәнмен. Ял итәм.

            Шалтырлап душ ишеге асылды һәм кире ябылды.

            Сос ҡолаҡлы инде ҡатыны, ишетә һалған:

– Әллә һин бер үҙең түгелме?

– Юҡ, әлбиттә! Минең менән кем булһын? Үҙем йөрөйөм.

            Уф! Тотола яҙҙы бит! Йылы ғына хушлаштылар. Ғүмәр күпереп ятҡан ап-аҡ мендәргә башын терәне. Иҫенә төшөрҙө, йыуыныу өсөн кәрәк-яраҡтарҙы автомобиленән алдымы икән, юҡмы икән? Аңы тамам быуылды, үҙенең ҡайҙа икәнлеген онотто һәм саҡ ҡына ойоғандай булды.

            Тертләп уянып китһә, эргәлә генә ҡоштар һайрай. Тышта йылы һәм саф һауа. Һикереп тора һалды. Бәй, яңы көн тыуған түгелме һуң? Ниндәй төштәр күреп йоҡланы һуң әле бөгөн? Ҡосағында кем булды? Кем булһын, эргәһендә берәү ҙә юҡ. Мендәрендә лә үҙе генә. Ә теге ҡатын, уның менән бергә килгән Гәүһәр, күренмәй түгелме һуң? Башы шаңғып ауырта, ауыҙы ҡорғаҡһып киткән, күҙенә һыуытҡыс салынды. Шыуышып тигәндәй, барып асып ебәрһә, эсендә ниндәй генә һыу, ниндәй генә һут юҡ! Ҡарап та тормай, алып, ғолғолдатып эсте. Башы асылды, ҡапыл тағы ла тирләне, донъяның рәүхәтлеген әйт әле! Ә сәғәт телдәре биште күрһәтә. Таңғы биш! Ғүмер буйы етелә тороп өйрәнгән ир ҡыуанып ҡуйҙы: бына бит ауыл ере нимә эшләтә! Иртә тороуҙың да бер нимәһе лә юҡ икән.

            Люкс бүлмәне тағы бер байҡап сыҡты. Хатта карауат аҫтын да ҡарарға мәжбүр булды. Юҡ, күренмәй. Әйтерһең, бында ул бер үҙе генә йоҡлаған, хатта Гәүһәр исемле ҡатынды эйәртеп тә йөрөтмәгән. Уныһы бында бөтөнләй булмаған. Йыуыныу бүлмәһендә ятҡан тараҡҡа тиклем тап-таҙа. Гәүһәрҙең бында булыуы хаҡында һөйләүсе сәс бөртөгө лә күренмәй. Туҡта әле, ул кисә бит бер үҙе генә килде түгелме һуң? Нисек бер үҙе булһын? Уларҙың икәүләшеп килеүен унлап кеше күрҙе. Яйы сыҡҡан һайын, Гәүһәр ханымдың матурлығын маҡтап, бер һүҙ өндәшмәһә лә, аҡҡыллылығына һоҡланып тостар тоттолар. Ә теге Магниттан килгән икәү нисек асыулы сығып киттеләр!

            Һигеҙҙән һуң иртәнге ашты кереттеләр. Битараф ҡына ашаны. Кәйефе юҡ. Туғыҙ тулыр-тулмаҫ, хужалар күндәм генә теҙелешеп баҫтылар.

            Ғүмәр, уның менән килгән ҡатын тураһында һорашырға теләп, ауыҙын асҡайны, ваҡытында туҡтап ҡалды. Ярай, телен тыйып өлгөрҙө, юғиһә, мәсхәрәгә ҡала ине бит! Әҙәм ышанмаҫ! Икәүләп кил дә, бер үҙең, яңғыҙ йоҡла, имеш!

– Иртән тороп йөрөлдө, тегене оҙатып ҡуйҙым, – тип ышандырырлыҡ итеп һөйләнде. – Йә, хужалар, артабан ниндәй күрһәтмәләр булыр?

            Хужаларҙың өлкәнерәге киң өҫтәлгә ҡағыҙҙарҙы сығарып һалды. Бөтәһе лә һәйбәт, хатта юғары кимәлдә икән.

– Берәй ауылға, йә хужалыҡҡа барып әйләнмәйбеҙме? – тип өндәште Ғүмәр.

– Бәй, кисә һөйләштек тә инде, – тине өлкәне. – Халыҡ бесәнгә төшә, утын әҙерләй, ҡамасаулап йөрөһәк, килешерме икән?

            Килешмәҫ, тип таптылар.

            Әй, көн бының менән генә бөтәме инде, тағы Талҡаҫ буйына төштөләр, ҡолас ташлап йөҙҙөләр. Табын тағы ла мул булды. Хушлашыр мәл дә етте.

            Шартына килтереп, район сигендә оҙатып ҡуйҙылар.

            Ғүмәр өсөнсө көнөнә эшкә сыҡты һәм иң тәүге күргән кешеһе Сәфәр булды.

– Минән һиңә – бер виски (“Һәнәк” журналы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы!)! – тине тегеһе. – Ҡара әле, миңә ҡаныҡтылар! Шеф Яңауылға ҡыуа, барып ҡайтырға теләгең юҡмы? Былтыр барғайным, әй, ҡунаҡсылдар! Унда минең һабаҡташ эшләй, шылтыратып ҡуйырмын.

            Ғүмәр ҡалтыранып китте. Тағы шул ғына ҡалғайны!

– Етәр инде, бер ҡотҡарҙым бит. Быныһында үҙең бараһың!

            Сәфәрҙең йөҙө һүрелде, кәйефе боҙолдо һәм тышта тороп ҡалды.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: