+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Октябрь 2021, 07:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АТАҠАЙ Хикәйә Дүртенсе өлөш

Күҙемә аҡ-ҡара күренмәй сабып барып инһәм, атайым, бер ни булмаған кеүек, бальнис карауатында ултыра, ҡулы гипслы. Янында – врач, милиция, ул тыныс ҡына аңлата:

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АТАҠАЙ Хикәйә Дүртенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АТАҠАЙ Хикәйә Дүртенсе өлөш

– Ҡайтайым, тигәйнем бөгөн. Ишеккә барһам, баллар биктәп киткән. Мине! Биктәп киткәндәр, бала һымаҡ итеп! Мин әйтәм: “Йо-оҡ! Һеҙ мине былайтып тоталмаһһығыҙ!” Тәҙрә ситендәге торбаны самалап алдым да, буйҙап төштөм дә киттем. Ергә етәрәк кенә ысҡынып кителде, шулай бумағанда, ҡауғаһыҙ-нейһеҙ генә ҡайтып та китәр инем әле.

            Милицияның теле көрмәлә:

            – Б-бабай, һеҙ, һикһәнгә етеп барған кеше, н-нимә уйлайһығыҙ? Бишенсе ҡаттан?!

            – Ҡайтам, тип әйттем бит мин уларға, көн дә әйтәм шуны, берәүһе-бер ишетмәй.

            Ишеттек, ниһайәт. Тиҙ генә кире ауылына күсерҙек. Юлда туҡтатып, машинанан төшкәс, ҡарағай олонона битен терәп, еҫкәп торҙо. Белмәгәнмен, ул үҙе шундағы бер ҡарағай булған икән. Бөгөлмәй, һығылмай, әммә шартлап һына йәки дөрләп янып китә торған.

 

* * *

            ...Минең никахтан да фотолар бар. Шунда, эй, атайым йәл булғайны, нишләптер. “Кейәүгә сығам” тип ҡайтып төшкәс, бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Шым ғына йөрөп, һарыҡ һуйҙы, эргәһендә булышҡан миңә күтәрелеп тә ҡарамай. Ҡоҙалар менән дә аралашманы, муллаға “Риза” тип әйткәнен генә ишеттем, башҡа ләм-мим тауышы сыҡманы. Эсеп, боларып ҡуймаһын, тип ҡурҡһаҡ, ҡайҙан, ауыҙына ла алмай, хатта ашҡа ла артыҡ ҡағылмай ултырҙы. Уның шулай юғалып ҡалғанын, бала һымаҡ күреп, ныҡ йәлләнем. Тик бер-беребеҙгә йылы һүҙ ҡатып, иркә өндәшеп, һөйөшөп өйрәнмәгәс, ҡырҙан ғына ҡыҙғанып ҡарауҙан үтмәнем.

            Кейәүем яғында булып килгәс, әсәйем ошаҡлаша:

            – Атайың ҡоҙалар биргән бүләктәрҙе вис йыртып ташлап бөттө.

            – Нишәп?..

            – Һора үҙенән “нишәп” тип.

            Ишетмәмешкә һалышып ултырған атайыма боролам:

            – Нишәп?!

            Ул өндәшмәй. Ҡолағына балауыҙ ҡойолған шикелле, беҙ бөтөнләй юҡ һымаҡ, туҡылдап йәҙрә әүәләүен дауам итә.

            – Нишәп улайттың, атай?!

            Яуап юҡ.

            ... Ирҙән айырылғанымды ишеткәс, яратманы. Ҡатындың ирен ташлап китеүе уның башына һыймаған һымаҡ. Мине өйгә индермәҫкә ҡушҡан. Тик инде йортта ҡустым хужа, уның ҡарарҙары хәҙер бында закон түгел. Был талабынан көләләр генә. Ҡайттым. Уға бүләгемде һалам. Ҡағылмай, алдына ғорур ҡарап ултыра бирә. Көләм. Асыуланып китә:

            – Ҡыуанып ултырыр көнөң бармы?

            – Атай, мин хәҙер үҙем оло кеше, үҙем хәл итәм, – тим.

            – Ҡалай аҡылың күбәйгән икән, ир таштарға, донъя таштарға башың еткән, – мыҫҡыл итеп ауыҙын ҡыйшайта. Шулай теле зәһәр уның кәрәкмәгәндә.

            Ҡустым яҡлаша:

            – Атай, етәр, апайым беҙгә ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Бер ни аңламаған ниндәй кеше ул һин?

            – Кеше түгел, мин – мышы! Һеҙҙеңсә аңламайым!

            Күҙ ситтәре менән генә ҡарашып, эргәһенән шылабыҙ. Бер-ике көн бурылдап йөрөп, яҙылып китә. Өҫтөн алмаштырып, тамағына ташып, эргәһендә бөтөрөлөп йөрөүемде күҙәтеп ултыра ла:

            – Тәтәй һымаҡ һатынһың. Нимәң оҡшаманы икән ул эткә? Килеп ҡулыма ҡапһа, һарыҡ һуйған бағанаға бәйҙәп ярам мин уны! – тип, бармағын күтәреп, янап-янап ала. Кемделер ҡайыҙларлыҡ көсө булмағанда эш юҡ. Дыуамаллыҡ үҙенекен итә – кәр киткән, әммә холоҡ ҡалған.

            – Шулайтырһың, ярай, – тип йөпләп кенә торам.

            Оҙата сығып, машина көтөп эскәмйәлә ултырғанда, баш ҡаға-ҡаға әйтеп ҡуйҙы был:

            – Ул егеттең һине тоталмаһын шул беренсе килеп торғанында уҡ һиҙҙем мин. Ҡарашы бигерәк йоҡа ине. Минең ҡыҙға был һужа булалмай, тип уйҙаным. Шулай килеп сыҡты ла...

            Һуңғы күрешеүебеҙ, һуңғы һүҙҙәре шул булған икән...

 

            Китсе, атайым тураһында бер ыңғай ғына иҫтәлегем юҡ әллә?! Гел әллә нимәләрҙе хәтерләп тик ултырамсы. Ҡарап тороуға үтә лә тыныс, моңһоҙ кеүек тә, мәле еткәндә, дауылдай күтәрелеп, уйламаҫ нәмәләр яһар, көтөлмәгән хәлдәр ҡылыр яндырай атайымдың, арҡамдан һөйөп, йүнле хәбәр әйткәне лә булмағанмы? Булмағандыр. Әммә минең күңелемдә уға ҡарата яралған тойғоларҙы алмаштырыр бүтән ир кеше юҡ та икән. Уға ышанған кеүек, берәүгә лә ышана, арҡалана, уға һоҡланған кеүек, берәүгә лә һоҡлана, ҡылыҡтарына аптырай алмағанмын. Унан ҡурҡҡан кеүек, берәүҙән дә ҡурҡмағанмын йәки буйһонмағанмын. Сөнки уның кеүек өҙә һуғыр, ҡарашы менән теҙ сүктерер әҙәм булмаған, осрамаған. Уның кеүек, берәү ҙә минең өсөн йылғаға ташланмаған, ҡарлуғас ояһынан йомортҡа төшөрмәгән, көнләшеп, бысаҡҡа йәбешмәгән, һунарҙа эйәреп йөрөп туңғанда, ҡарҙа усаҡ яғып, аяҡ-ҡулдарымды ыуып йылытмаған, боҙло һыуҙа, мине ат өҫтөнә ултыртып, үҙе алдан төшөп, билдән кисеп сыҡмаған. Йәнен һурып бирер, үҙен ҡорбан итер, аптыратыр, шаңҡытыр ҡылыҡтар ҡылмаған. Унан башҡа берәү ҙә... 

            Ошо асышты яһағас, атайымдың үлемен ишеткән мәлдә барлыҡҡа килгән эсемдәге, төптәге, һаңғырау ауыртыныуҙың ни хәтлем тәрән яранан килеүен, йәнемдә ни ҡәҙәр әсе һыҙланыу барлығын тойҙом. Минең бит холоҡһоҙ, эскесе, дыуамал ҡартым – ғәзиз атайым юҡ... Ул – гүрҙә... Ниһайәт, һығылып илап ебәрә алдым:

            – Атаҡай... Атаҡайым!..  

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: