-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Октябрь 2021, 17:54

АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ

Беҙҙә шаян, мәрәкәсел халыҡ йәшәй. Тормошҡа зарланып, яҙмышҡа уфтанып ултырмай, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып, үҙҙәренең генә түгел, бүтәндәрҙең дә кәйефен күтәреп көн итә улар. Төрлө мәҙәк хәлдәргә лә осрап ҡуя үҙҙәре.

АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ
АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ

«Унда нисек индегеҙ?»

Борон беҙҙең яҡ кешеләре әйбер алырға, шәл һатырға Ырымбурға йөрөгән. Бер инәй ҡалаға барғас, үҙенә кәрәк магазинға юлланған. Тик уның бикле сағына тура килгән. Магазин тәҙрәләре аша эстәге манекендарҙы күреп ҡалған да, уларҙы кешеләр тип уйлап, ишек-тәҙрәләрҙе ҡаға-ҡаға: «Һеҙ унда нисек индегеҙ, әллә берәй ерҙә тағы ишек бармы?» - тип ҡысҡыра икән.

 

«Тукует»

Бер әбекәй урыҫ кешеһенән кәзә һатып ала. Тәкәне һарайына алып ҡайтып бикләү менән үҙ кәзәләренә көн бөтә бының: теге тәкә һөҙөп йонсота тегеләрҙе.

Әбей, оҙаҡ уйлап тормай, малын етәкләй ҙә, урыҫҡа кире китә. Тегеһе иһә ни булғанын аңламай: «В чем дело, бабушка?» - тип һорай.

Инәйҙең урыҫсаһы самалы була. «Кәзәләремде төкөй»ҙө ни тип әйтергә белмәй, оҙаҡ ыуаланып торғандан һуң, ике бармағын маңлайына ҡуйып: «Тукует», - тип ҡуя.

 

«Умирать будешь...»

Урыҫ егете район үҙәгенә тирмәнгә бара. Ул сиратын еткереп, алып барған игенен он итеп тарттырып бөткәнсе, кис була. Төнгә ҡарай юлға сыға алмаған егет бер башҡорт инәйенә фатирға төшә. Әбей бик яҡшы булып сыға, тик бының телендә самалыраҡ һупалай икән. Юлсыны ашата, эсерә, йоҡларға урын әҙерләп бирә. Үҙе бер туҡтауһыҙ: «Улым, ятҡас та умирать будешь, умирать будешь», - тип һөйләнә икән. Йәнәһе, бик арығанһың, үле кеүек йоҡларһың . Ә егет, йоҡлап киткәс, әбей мине үлтерергә йыйына, тип уйлап, таңға тиклем керпек ҡаҡмай.

 

«Бәлки, ашармын»

Бер кейәү ҡәйнәһе менән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Хужабикә уларҙың алдына төрлө ризыҡ сығарып теҙә. Кейәү кеше бик ашамһаҡ була, уның был ғәҙәтен белгән ҡәйнә, хужалар алдында ҡыҙарырға тура килмәһен тип, уның алдына ҡуйылған һәр ашамлыҡты ситкә ала бара икән, үҙе бер туҡтауһыҙ: «Беҙҙең кейәү быны ашамай ул», - тип һөйләнә, ти.

Тегеһе, ныҡ асыҡҡан булһа ла, түҙеп ултыра бирә икән. Өҫтәл артындағылар туйып, хуш итеп бөткәс, түҙмәгән был: «Туҡтап тор әле, ҡәйнәм, ашамаһам да, ашап ҡарайым әле, бәлки, ашармын», - тип, һыйланырға керешкән. Уның был һүҙе лаҡап булып ҡалған.   

 

Мәҙәк хәлдәрҙе Лена ХӘЙРУЛЛИНА яҙып алды.

Автор:Админ
Читайте нас в