-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Октябрь 2021, 13:55

ӨР-ЯҢЫ ХИКӘЙӘ! Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА УЛ

 –  А-ай-й-й! Алты йыл тиме?.. – Ғәлимә судьяның тауышын баҫып ҡысҡырып ебәргәнен дә аңламаны. Хөкөм сығарыусы саҡ ҡына пауза алды ла, ҡарарын уҡып бөтөп ҡуйҙы. Артабанғыларын ишетмәне ҡатын, битен ҡапланы ла ултырҙы. Аҙаҡ уны суд залынан балалары, ике яҡтан ҡултыҡлап алып сығып, машинаға һалды. Һалды, сөнки арҡаһына терәлеп барырлыҡ та түгел ине.

ӨР-ЯҢЫ ХИКӘЙӘ! Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА УЛ
ӨР-ЯҢЫ ХИКӘЙӘ! Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА УЛ

 –  Әсәй... бирешмә. Ҡулға ал үҙеңде, әсәй... – тип өгөтләне Йәмиле.

 –  Ҡәйнәм, ҡана шәлеңде һалайыҡ... Йәле, аҙыраҡ сәй уртла,  –  тип хәстәрләп килде килене Әлфиә. Тик Ғәлимә уларҙы ла тыңламаны. Ул ҡайғы-хәсрәт упҡынына осҡан да, һаман төбөнә барып етә алмай бушлыҡта сәбәләнгәндәй, әле ҡулдарын һелтәп, әле башын сайҡап өҙгөләнде:

 – Улымды!.. Баламды... ҡалай ғына булды был?.. Ҡалай ғына...

 – Әсәй... тыныслан...

 – Рәмилемде... Алты йыл тине... алты...

Йәмил, башҡа һүҙ тапмай, тешен ҡыҫа ла, газға нығыраҡ баҫа. Иренең эсендә тулаған хистәр солғанышын яҡшы һиҙгән ҡатыны, уның беләгенә ҡул осон тигеҙеп ала, был уның һағайтыуы. Ир аңлай ҙа, тиҙлекте аҙыраҡ кәметә. Көйөк һәм ғазап менән тулы еңел машина убалы-уйһыулы дала юлы буйлап елә. Көҙгө ҡамғаҡтар ярышып сабыша бирәләр ҙә, тороп ҡалалар. Уларҙың да был михнәтле төркөмгә юлдаш булғылары килмәй.

 

Ғәлимә тәүге улы Рәмилде ирһеҙ тапты. Әммә уның был яҙмышы әлеге хәйерһеҙ бер һөйләмгә генә һыймай. Ирһеҙ бала тапҡанға тиклем оло һәм ҡайнар мөхәббәте булды уның. Аҡылды юйҙырған, әллә ниндәй ҡорбандарға ла риза иттергән, онотолмаҫ үкенесле һөйөүе.

...Кер сайҡап торған ҡыҙ, йылға үренән һыуҙы болғандырып үткән йөк машинаһына ризаһыҙ ҡарап тора. Хәҙер ағын таҙарғанды көтөп торорға кәрәк. Тик машина ярға күтәрелә бирә лә, кире боролоп төшә һәм йылға уртаһында тигәндәй туҡтай. Кабинанан сыҡҡан ир, оҙон резинка итектәрҙә булып, шаршы эсенән тороп алып тимер атын биҙрәләп ҡойондора башламаһынмы? Йәне көйгән Ғәлимәгә керҙәрен йөкләп машинан өҫкәрәк барып баҫырға тура килә. Мәшәҡәт тыуҙырған ят иргә яман-яман ҡарап ала. Ғәйебен белһен әле, йүнһеҙ. Күренеп тора, был ауыл кешеһе түгел, мәғәнә белгән ир-егеттәр улай итмәй ҙә. Был, моғайын, ураҡҡа ярҙамға килгән берәй әтрәгәләмдер.

Ҡыҙ керен сайып бөтөүгә, ир ҙә машинаһын йыуып, бер мәл һыу буйлап яҡынлашып килмәһенме? Ул килеп еткәнсе китә һалайым тип ҡабаланғанда, бер сепрәге саңлы таштарға төшөп тороуын әйт. Уныһын тотоп ҡабаттан һыуға инде. Ул арала ир янына килеп тә торҙо.

 – Һаумыһығыҙ.

Ғәлимә башын ҡалҡытмай ғына һаулыҡ алды:

 – Һаубыҙ...

Теге шаяртып та маташты:

 – Был ауылда ҡыҙҙар сибәр икән, тик һөйләшмәйҙәр икән.

Яуапһыҙ ғына эшен тамамлап, биҙрәләрендәге керҙәрен ныҡлап баҫҡылап ҡуйғас, көйәнтәһен алып яурын аша һалғанда, ҡоро ғына ҡарашын теге әҙәмгә күтәргәйне... ҡапыл ғына күҙ ҡараларын шылдыра алмайыраҡ торҙо. Йөҙөнә ҡайҙандыр ҡайнар һауа бөркөлгәндәй булды – ҡыҙарҙы. Егет... егет шундайын... ябай һүҙ менән әйтеп, һөйләп аңлатҡыһыҙ һөйкөмлө, ирҙәрсә ҡырыҫ һылыу ине. Ҡабарып торған ҡара сәсен һыулап артҡа һыпырған, ҡоңғорт бите лә, муйыны ла һыу. Ҡыҫығыраҡ һоро күҙҙәре тонйорап көлөп тора, ҡаштары дуғалы, нәҙек мыйығы ҡош ҡанатылай ҡыйылған. Ҡыҫҡаһы, был бер һинд киноһының әртиселәй, бына-бына йырлап бейеп китер һымаҡ та, тик беҙҙеңсә һөйләшә:

 – Күңелһеҙ ауылығыҙҙа. Йә клуб юҡ, йә кино килмәй... йә ҡыҙҙары уҫал ҡарай.

Ғәлимә ирекһеҙҙән йылмайҙы. Дөрөҫөрәге ауыҙы үҙенән үҙе йырылып, сикәләрендәге өйрөлмәктәрен уйҙы.

 – Э-эй... битендәге соҡоро,  –  тип аңғарҙы быны егет тә, унан күрешергә ҡулын һуҙҙы,  –  Дәүләт булам.

Ҡыҙ һуҙылған ҡулға ҡарап ҡына алды, күрешмәне. Был яҡта ҡатын-ҡыҙҙарға ҡул бирелмәй, был ысынлап та ҡыр кешеһе инде.

 – Ғәлимә,  –  тине шулай ҙа, биҙрә ҡылыстарын көйәнтә элмәгенә элгәндә, аҫтан ғына көлөмһөрәп.

 – Ҡайһы тирәлә йәшәйһең? Мин – ферма йортонда. Беҙ инде... күмәкбеҙ,  –  тип һөйләнеп, уны тотҡарларға тырышты егет.

 – Ауылда йәшәйем.

 – Ауылда икәнен беләм дә, ҡайһы йортта? – һаман ныҡыша ине:

 – Уныһы һиңә нимәгә? – тип ауыҙын йомдороп та китте.

Дәүләт уның артынан ҡарап ҡалды ла, барып машинаһын ҡабыҙып, тәңгәленән ер яңғыратып сигнал биреп үтте. Ғәлимә уңайһыҙланып башын аҫҡараҡ эйҙе. Ә үҙенең йөрәге елпенеп-елпенде. Күҙ алдында баяғы нурлы ҡараш, нәҙек мыйыҡ, үҙенә һуҙылған ҙур ус тик торҙо. Быларҙың хәйерлегә түгелен эске бер тойомлауы менән һиҙҙе лә һиҙеүен, аҡыл уны тыңларлыҡ дәрәжәһен юйғайны инде. Ул йөрәккә буйһонғайны.

 

Ураҡҡа эшкә килеүселәр баҫыуҙарҙы гөрләтте. Комбайндар ура торҙо, йөк машиналары, ташып, ырҙынға тултыра торҙо. Юл ауыл эсенән үткәс, Ғәлимәләр тәңгәленә еткән һайын, юрамал яйланы Дәүләт, ҡыҙҙы тәҙрәнән йә ҡапҡа алдында күреп ҡалыу менән, пипелдәтте. Урамда күрһә туҡтаны ла, йүгереп килде, һүҙ ҡушып көлдөрҙө, йә оялтты. Йә туғайҙан өҙгән сәскәһен тапшырып маташты, йә башҡа сәбәп тапты. Һәм, әлбиттә, уның был ҡылығын ауылдыҡылар хупламаны. Күрше еңгә иҫкәртеп тә ҡуйыуҙы кәрәк тапты:

 – Бисәле ир, ти ул. Бер балаһы бар, ти...

Тик нишләптер шул ваҡыт Ғәлимәне был сәбәп туҡтата алманы. Аҙыраҡ бошоноп йөрөнө ул әлеге хәбәрҙән, әммә әллә ҡайҙағы, күренмәгән ҡатын уның өсөн кәртә була алмай һымаҡ ине. Көндән көн артып, ҡабарып, бөтөн булмышын яулап алып барған хистәре уны һаңғырау һәм һуҡыр иттеме, ҡыҙ был мөһим яңылыҡты, нисектер,  үткәреп ебәрҙе. Уның хәҙер ике күҙе юлда, күңеле ят шоферҙа ғына ине.

 

Ғәлимә менән Дәүләттең мөхәббәте, йәйге селләлә шатырлап кипкән күбәгә ут төрткәндәй, “гөлт”ләп тоҡанды. Тоҡанды ла икеһен дә ялмап алып ҡурҙы ғына. Улар шул тәүге осрашҡан кисеүҙә күрешә торған булып киттеләр. Егет йылға аръяғында көтөп ултыра ла, ҡыҙ кабинаһына инеп ҡунаҡлау менән, ауылдан ситкә елдерә. Төнгө ҡырҙа ут яғып, картуф өтөп ашап, ай нуры аҫтында һыу инеп йөрөүҙәр икеһен дә ысынбарлыҡтан айыра һәм яуаплылыҡ тигән төшөнсәләрен бөтөнләй юйҙыра ине. Йәй аҙағы улар өсөн ожмахты астымы ни?

 – Минең бит ҡатыным бар... – тине бер төндә, йондоҙло күккә төбәлеп йәнәш ятҡанда, Дәүләт.

 – Беләм,  –  тине Ғәлимә, тыныс итеп.

 –  Беләһең? – ир ҡапыл ҡалҡынып, ҡыҙҙың йөҙөнә төбәлде.

 –  Эйе. Баштан уҡ...

 –  Һәм?..

Ғәлимә күптән әҙерләнгән һәм йыш ҡына үҙенә ҡабатлар булғанын әйтеп һалды:

 – Мин һиңә ҡатын булырға ынтылмайым... Талаптарым да юҡ. Бары... яратам һине...

Дәүләт уны ҡармап ҡосаҡланы ла, күкрәгенә ҡыҫты:

 – Ғәлимә! Ғәлимәкәйем... мин дә һине яратам... Үлеп, өҙөлөп яратам...

Уларҙы тағы ла нығыраҡ яҡынайтҡан, бер бөтөн иткән һәм һөйөүҙәрендә шик ҡалдырмаған төндәр ҙә, һөйләшеүҙәр ҙә була торҙо.

... – Йәнем... Ниңә беҙ баштараҡ осрашманыҡ?..

 – Миңә бер ул табып бирһәң икән?..

 –  Һинең менән бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел...

 

Ауырлы икәнен аңлағанда, Дәүләт күптән ҡайтып киткән, һағыш ғазабы үҙен һарғайтҡан ине инде. Хушлашҡандарына ай ярым ваҡыт үткән. Бер хат, бер хәбәр юҡ. Ғәлимә уға яҙа алмаһа ла, Дәүләт вәғәҙә иткәйне. Тик һүҙендә торманы...

Район дауаханаһына барып, йөклөлөгөн табип ауыҙынан дәлилләтеп сыҡҡас, Дәүләттең “бик ныҡ кәрәк булғанда” тип ҡалдырып киткән телефон номерынан ирҙең апаһына шылтыратты.

 – Алло! – тинеләр теге оста, шундуҡ трубканы алып.

 – Ал-ло... Һаумыһығыҙ... Мин Дәүләтте эҙләгәйнем...

 – Дәүләтте? – ҡатындың тауышы бер аҙ һағая төшкәндәй булды,  –  Ә кем һорай?

 – Мин... танышы инем...

 – Ә-ә... Дәүләт себергә китте, вахтала. Ике ай самаһы булалыр ул. Берәй төрлө мөһим хәбәр инеме?

Ғәлимә бөтөнләй тарҡалып төштө:

 – Мөһим тип... Юҡ та! Артыҡ ашығыс эш түгел. Ярай... Ә адресы юҡмы һеҙҙә?

 – Юҡ шул. “Себер” тине лә китте, адресын уның кем һораған...

Был хәсрәттән аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә, бер көн әсәһе магазиндан сәсрәп ҡайтып инде лә, ҡосағындағы төргәктәрен урындыҡҡа быраҡтырып ебәреп, ҡобараһы осоп ҡыҙына текәлде:

 – Һине ауыраяҡ тип әйтәләр, ти... Ысынмы-бушмы шул?

Усаҡ алдында ут тоҡандырып ултырған Ғәлимә лә, төшкө ашҡа инеп, гәзит уҡып ултырған атаһы ла, бер юлы ҡатып ҡалды. Унан Ғәлимә ауырлыҡ менән ҡалҡып торҙо, мөмкин тиклем тыныслыҡ һаҡларға тырышып, бер атаһына, бер әсәһенә ҡарап алды һәм саҡҡа һығып сығарҙы:

 – Эйе...

 – Йә-ә-ә! Хоҙай! – әсәһе, ике услап ауыҙын ҡапланы ла, урындыҡ ситенә “лып” ултырҙы. Атаһы, киреһенсә, ҡапыл һикереп тороп баҫты. Унан ҡупты шау-шыу!

 – Үлтерҙең! Әсәңде тереләй утҡа тыҡтың! Рисауай иттең би-ит!..

 – Бер ҡыҙҙы ҡарай алманың! Һин ғәйепле, туңбаш бисә! Әйттем мин һиңә, әйттем! Ҡайҙа йөрөй шул ҡыҙ, тинем! Әхирәтендә лә өләпсәһендә!..

 – Һин нимә ҡараның улай һиҙемле булғас, атаң башы?!

 – Хәҙер... икегеҙҙе лә!..

Атаһы нимәгәлер үрелгәнсе, Ғәлимә сығып та ҡасты, кәртә артлап өләсәһенә йүгерҙе... 

Ғауғалар бер тынып, бер тоҡанып, бала тыуғансы барҙы был йортта. Атаһы ныҡ ғәрләнде, урамға сыҡмаҫ, мал артынан да йөрөмәҫ булды. Әсәһе, ҡалайтһын, оятын артҡа ташлап, ире менән дә айҡашты, башҡаларҙың да ауыҙын яптырып ҡыртлашты:

 – Мирҙа булмаған хәл түгел әле. Урламаған, үлтермәгән, таламаған. Дүрт аяҡлы мал да һөрөнә. Һеҙҙең итәккә илтеп һалмаҫ, үҙебеҙ ҡарарбыҙ.

 

Йәмле майҙың аяҙ иртәһендә йоморо ғына малай тапты Ғәлимә. Акушерканың ҡулында сыйылдаған балаһына йотлоғоп ҡараны, таныш һыҙаттарҙы күрергә ымһынды. Һәм тапты ла! Бит яңағынан, ҡолаҡтарынан һәм хатта бармаҡ суҡтарынан уҡ Дәүләттең ҡанын аңғарҙы. Аңғарҙы ла бәхетле булып күҙҙәрен йомдо: йәнемдең сатҡыһы...

Бала табыу йортонан сыға торған көндө, рөхсәт һорап, табип бүлмәһенән, теге телефонға тағы ла шылтыратты, тағы ла Дәүләтте һораны.

 – Ғаиләһе менән күсеп киттеләр. Шул – себергә,  –  тине апаһы.

 – Китте?.. – Ғәлимә трубканы ҡолағына нығыраҡ ҡыҫты.

 – Эйе. Былай, хәбәрләшеп торабыҙ, эшләгән еренән шылтырата ҡайһы саҡ. Нимәлер әйтергәме?

 – Әйтегеҙ... улы бар тип...

Дәүләттән хат булманы. Шулай ҙа, улы барлығын ишеткәндер, бер-нисә тапҡыр Ғәлимә исеменә аҡса һалды. Тик ҡатынға аҡса түгел, ә һөйгәненең йылы һүҙе, аҙ ғына иғтибары кәрәгерәк ине. Мөхәббәтен белдергән кескәй генә билге, ым, ишара ла уны сәскә аттыра, йәнен йәннәткә алып инә ала ине. Ә Дәүләт өндәшмәне. Ғәлимә көттө. Ир юғалды.

 

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: