– Эй, бабай, беҙгә лә ут бир әле, – тигән егет. – Аҙаштыҡ, бик ауыр хәлгә тарыныҡ.
– Башта миңә ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма ҡисса һөйлә, – тигән бабай. – Шунан ут бирермен.
Егет уға нимә һөйләргә икән тип баш ватҡан, ләкин бер нәмә лә уйлап сығара алмаған, тотҡан да усаҡтан утлы торонбаш алып йүгергән. Әммә бабай уға оҙаҡ йүгерергә ирек бирмәгән, тотоп алып еҙ сыбыҡ менән һуҡҡан, торонбашты тартып алған. Егет был хаҡта туғандарына һөйләп биргән.
– Туҡһан йәшлек ҡарттан ут ала алмағас, юҡҡа кәпәренеп торма, – тигән туғандарҙың уртансыһы. Шунан бабай янына үҙе киткән.
Бабай унан да ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма ҡисса һөйләүҙе үтенгән. Егет йәһәт кенә бер утлы торонбашты эләктергән дә йүгергән. Бабай уға оҙаҡ йүгерергә ирек бирмәгән, тотоп алып еҙ сыбыҡ менән һуҡҡан, торонбашты тартып алған. Егет башын түбән эйеп туғандары янына ҡайтҡан.
– Нисек былай була инде, егеттәр? – тигән туғандарҙың кесеһе. – Һеҙ үҙегеҙҙе әҙәмгә һанайһығыҙ, ә үҙегеҙ ҡартҡа ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма бер ни һөйләй алмайһығыҙ.
Ҡарт янына кинйә барған:
– Эй, бабай, ут бир әле!
Ҡарт башта ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма һөйләргә ҡушҡан. Егет һис тотлоҡмайын, шартлатып һөйләргә тотонған:
– Борон-борон заманда, атайым менән әсәйем тыумаҫ элек, мин еләккә барҙым, бер нисә көн аҙашып йөрөнөм, шунан йылға буйына туҡтаным. Йылғаны йөҙөп сығырға теләнем, ике ҡулым менән ике ҡолағымдан тоттом да үҙемде икенсе ярға ырғыттым. Осҡанда ҡолаҡтарым өйрәк ҡанаттары кеүек һыҙғырҙы. Йылғаның икенсе ярына осоп барып төшкәс, аяҡтарым ергә батты. Шулай ятҡанда янымдан һоро тумыртҡа осоп бара ине, ҡойроғона тотондом, ә ул мине ерҙән тартып сығарҙы. Уның менән бергә остом, ул ағасҡа ултырҙы. Ағастың һынған олоно буйлап түбәнгә тәгәрәп төштөм. Шунда мине ҡарға эләктереп алып китте. Тыуған еремдән дә матурыраҡ илгә барып эләктем. Унда аҙашып йөрөнөм, тыуған яҡҡа нисек әйләнеп ҡайтырға белмәнем. Яныма бер ҡарт килеп кәңәш бирҙе:
– Һалам бөртөктәрен бер-бер артлы теҙ ҙә шулар буйлап түбәнгә, урта донъяға төш.
Һалам бөртөктәре ергә тиклем етерлек булманы, һауала аҫылынып ҡалдым. Оса алмай инем, сөнки ҡанаттарым юҡ. Тундраға йылға ярындағы бер айыуҙың өҫтөнә йығылып төштөм. Айыу ҡурҡты, үкерә-үкерә урманға сапты. Һалам бөртөктәре буйлап кире үрмәләп менеп киттем, үҙ илемә ҡайтып еттем, кеше булып ҡалдым.
Туғандарҙың кесеһе быларҙың барыһын да ҡартҡа бәйнә-бәйнә һөйләп биргән, ҡарт бик ҡәнәғәт ҡалған, уға ут биргән.