+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Октябрь 2021, 15:10

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢҒЫ АҘНА Хикәйә Башы

Киске эңер, барыһы ла өйҙәренә тарала, миллион кеше йәшәгән ҡалала тормош һүнеп барған һымаҡ. Туҡталышта автобустан төшөп ҡалған ир фатиры урынлашҡан йорт яғына ыңғайланы. Үҙҙәренең тәҙрәһендә һүрән генә утты күреп, кәйефе тағы ла боҙолдо.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢҒЫ АҘНА Хикәйә Башы
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢҒЫ АҘНА Хикәйә Башы

Фатирына ингәс кенә Айрат ошо аҙнала үҙенең ни тиклем ныҡ арығанын, һуңғы көндәрҙә өҫтөнә ишелеп килгән ҡайғы-хәсрәттән туйғанын һиҙҙе. Арымаҫлыҡ, туймаҫлыҡ түгел шул. Унан ҡотолорлоҡ бер әмәл дә юҡ. Бына бер ай инде дауаханала ҡатыны йәшәү өсөн көрәшә. Тәүҙә әлеге тажлы зәхмәтте йоҡторғайны. Етмәһә, кеше һүҙенә ышанып, вакцина ҡабул итеүҙән дә баш тартҡайны. Ире әллә күпме хәйер өләште, мәсеткә барып килде. Кем белә, бәлки, белер-белмәҫ уҡыған доғалары ла ярҙам иткәндер. Ҡатыны был бәләнән ҡотолғандай булды. Үҙе лә тырышты Айрат. Таныш врач аша реанимацияға индертте, әллә нисә көн үпкәһен елләтеп ятырға мәжбүр булды ҡатыны. Йүнселдәр һәр ваҡыт яйын таба шул. Маҡтай-маҡтай бер ифрат ҡиммәтле дарыу һондолар. Бурысҡа батһа-батты, әммә дарыуын алды. Уны ҡараған табип та бер һүҙ өндәшмәй теге дарыуҙы алып, шәфҡәт туташына ҡаҙарға ҡушты. Батып барыусы һаламға йәбешә тигән һымаҡ, Айрат үкенескә ҡалмаһын тип, барыһын да эшләне. Инде ҡатыны төҙәлеп тә килгән һымаҡ ине, эш тип йөрөп үҙен ҡарамаған. Диспансеризация үтмәгән, инде сығам тигәндә, бауырының сирле икәне асыҡланды. Тегендә йүгерҙе, бында йүгерҙе, тағы дарыу тапты. Ҡала дауаханаһының уға тәғәйен бүлегенә күсерҙеләр. Тәүҙә эш араһында йөрөгәйне, өйҙә дүрт бала, уларҙы ла ҡалдырып булмай. Эргәләге ҡасабанан һеңлеһе эргәһендә йәшәгән әсәһен алып килергә тура килде. Өлкән улы Ильясҡа өмөт иткән булғайны, уныһы яңы эшкә урынлашып йөрөй. Эшен һылтаулап сыға ла китә, һуң ҡайта. Ҡайтмай ҡалған көндәре лә бар. Уға нимә әйтәһең инде. Бер ауырлыҡ күрмәй, ҡайғы-хәсрәттең ни икәнен белмәй йәшәгәйнеләр бит бығаса.

Әнисәһе һуңғы осор ябыҡты. Тире лә һөйәк тип әйтһәң дә уңайһыҙ. Бахыр ғынаһы, хәҙер белә, түҙеп ята. Иренә бәлә һалмаҫҡа, мыжымаҫҡа тырыша.

Ә өйҙә әсәһе яңғыҙы балалар менән айҡаша. Бәләкәйҙәре менән ифрат ауыр. Саҡ ҡына һүҙ әйтһәң, илап баралар, ҡурсалау эҙләп, әсәләрен таптыралар, бер-береһен ошаҡлайҙар. Әсәһе лә арыны. Әле керһә, йомшаҡ ултырғыста йоҡлап ултыра. Айраттың тауышы ишетеү менән уянды, килеп тә сыҡты.

– Йә, улым, килендең хәле нисек? Әнисә төҙәләме?

Айрат бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Өндәшһәм, илап ебәрермен тип ҡурҡты. Икәүләшеп аш бүлмәһенә үттеләр.

– Насар, әсәй, киленеңдең сыҡмаған йәне генә бар.

– И-и-и, киленкәйем. Бер ҙә терелерлек түгелме ни?

– Юҡ, әсәй. Табип әйтте, оҙаҡҡа бармаҫ тине.

– Хоҙайым, табип әйткәс, насарҙыр инде. Һуң, ҡарайҙармы унда?

– Ҡарайҙар, ләкин файҙаһы юҡ әсәй.

– Эй, улым, балаларҙы нисек ҡарарһың икән? Бер үҙеңә бигерәк ауыр бит.

– Әлдә һин бар әсәй, һин өйҙә булғас күңелем тыныс. Әле өлкәндәре ҡайҙа?

– Мәктәпкә киттеләр, драмтүңәрәк тинеме. Бәлки, сығармаҫҡалыр.

– Түңәрәккә булһа, барһындар.

Бәләкәйе лауылдап, йүгереп килеп инде:

– Таһир мине этеп ебәрҙе, әсәйем ҡайҙа ул, мине яҡлар ине. Атай, ниңә әсәйем ҡайтмай?

– Саҡ ҡына көт, балам, әсәйем ҡайтыр, – тине Айрат һәм ситкә ҡарап күҙ йәштәрен һөрттө. Ҡысҡырып илап ебәрә яҙҙы.

Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Ҡасабанан һеңлеһе икән. Тауышы шат, хатта яңғырап тора. Ҡыуанмай ни, ире вахтанан ҡайтҡан. Яңы автомобиль һатып алғандар.

– Ағай, бар эшеңде ташла ла, әсәй менән еңгәне тейәп, иртәгә беҙгә ҡунаҡҡа кил. Шунда тәгәрмәстәрҙе йыуырбыҙ, – тип һөрәнләне хәл белешеп, һорашып та тормайынса.

– Кейәү нимә эшләй, – тип кенә һорай алды Айрат.

– Уға нимә булһын, кисә ныҡ булған. Ҡустыһы килгәйне, бисәһе менән. Хәҙер ята, ана, тороп килә, мә, үҙе менән һөйләш.

Кейәү нимәлер мөңгөрләне. Уның һөйләнеүенән шуны ғына аңланы. Мысырға ун көнгә путевка алған. Өс көндән ҡуҙғала, етте һиңә, ҡайнаға, әсәйҙе беҙгә лә килтер ти.

Телефонды һеңлеһе тарып алды:

– Кейәүең дөрөҫ әйтә, әсәй гел һеҙгә булмай инде. Саҡырған ваҡытта килеп етегеҙ. Әсәй әйберҙәрен тейәп алһын. Беҙ киткәс, өйгә, балаларға хужа булып ҡала, – тип ҡысҡырынды.

– Еңгәңдең хәле насар бит әле, – тип кенә әйтә алды Айрат. Һеңлеһе менән айҡашырға көсө етмәне.

– Бәй, еңгәнең хәле нисек, һорамай ҙа торам. Әле һаман сыҡманымы ни? Үткән шылтыратҡанда терелеп килә тигәйнең дә инде.

– Һылыу, еңгәңдең хәле насар.

– Нисек насар? Тағы, мин әйтәм, иркәләнеп ятмаймы?

Айрат һылыуының һүҙҙәренә яуап биреп өлгөрмәне. Аңғармаҫтан телефонды һүндереп ҡуйҙы.

Унан ҡотолоп буламы һуң инде:

– Ниңә ташлайһың? – тип шылтыратты.

– Юҡ, яңылыш баҫтым.

– Йә, киләһегеҙме? – Һеңлеһе һаман ныҡыша.

Айрат бар көсөн йыйҙы.:

– Еңгәң үлеп бара. Әҙер булығыҙ, ошо көндәрҙә.

Теге башта тын ҡалдылар.

– Булмаҫ, ышанмайым, ағай.

Айрат башҡа һүҙ таба алманы, хушлашып бәйләнеште өҙөп ҡуйҙы.

Уф, бер сәғәттән тағы ла шылтыратты. Тауышы үҙгәргән, был юлы хәсрәтле һымаҡ.

– Нимә, ағай, беҙгә Мысырға бармағыҙ тиһеңме. Беҙ был ялды йыл буйы көттөк. Тура килеүен әйт.

– Ниңә беҙгә ҡарайһығыҙ? – тине Айрат. – Барығыҙ. Заманаһы шундай, кешеләр көн һайын үлә. Беҙгә ҡарап тормағыҙ.

Аҙағы бар.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: