+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Октябрь 2021, 15:10

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢҒЫ АҘНА Хикәйә Аҙағы

Һеңлеһе өндәшмәгәс, Айрат оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Быға тиклем иғтибар итмәгәйне, кеше көн һайын ишетелеп торған үлемгә күнде түгелме һуң? Хатта кешеләр үлгән һымаҡ та түгел. Эйе, эйе, бер ҙә вафат булмай, тереләр исемлегенән генә төшөп ҡалған һымаҡ. Ҡарале, бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ә унан һуң онотолоп та ҡуя.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢҒЫ АҘНА Хикәйә Аҙағы
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢҒЫ АҘНА Хикәйә Аҙағы

Ә һеңлекәш ныҡыш, үҙе теләгәнде ишетергә теләй.

– Еңгә оҙаҡ ятырмы икән һуң?

– Кем белә. Бәлки, бер аҙна, йә бер көн.

Арып, башы ҡатып, саҡ ҡотолдо Айрат һеңлеһенән.

Ҡатыны менән булған һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө. Ҡатыны бөгөн күберәк балаларҙы һорашты. Дәрескә йөрөйҙәрме, татыуҙармы, бер-береһен рәнйетмәйҙәрме.

– Юҡ, юҡ, хатта күңелле уйнайҙар.

Ҡайҙан күңелле уйнаһындар инде, тип уйланы эстән генә Айрат. Дүртеһе дүрт мөйөштә һуғыша башлаһа, фатир дер һелкенеп тора, күршеләр шаҡый башлай.

– Үҙеңде ҡарап йөрө, – тине ҡатыны. – Күлдәгеңде көн һайын алыштыр. Мин һиңә был айға етерлек күлдәк ҡалдырҙым. Ҡара уны, оҙаҡҡа һуҙма, мин фатихамды бирәм, һиңә өйләнергә тура килер.

– Ҡуйсы, ҡабаландырма, – тип баҙнатһыҙ ғына ҡаршылашты ире.

– Бушты һөйләмә, һин үҙаллы донъя көтә, балаларҙы ҡарай торған кеше түгел. Шуға барыбер берәйһен алып ҡайтырға тура килер. Уф, сыға алманым бит. Берәйһен димләп китер инем. Үҙемдең таныштар араһынан барлап ҡарайым, юҡ, бер йүнлеһе юҡ инде. Йә эсә, йә аҙғын, йә ҡаты ҡуллы.

– Ҡуй, Әнисә, был хаҡта һөйләшкем дә, ишеткем дә килмәй.

– Атаһы, алып ҡайтырға тура килер. Тик теләһә кемгә йәбешмә. Ҡара уны, беҙҙең балаларҙы яҡын күргән ҡатын тап. Шулай булһын.

Айрат ҡайтып килгәндә ҡатынының элекке әхирәте Миңниса менән осрашты. Хәл белештеләр. Яңғыҙ йәшәп ятҡан була. Бер ҡыҙ үҫтерә. Айрат бер мәл ишеткәйне, баяғы, бисәһе һөйләгәйне шикелле. Ире булған, әллә ташлап киткән, әллә ҡасҡанмы, бик эсә, эсһә ҡулы оҙон, ҡаты йоҙроҡло тигәйне. Әнисәнең хәле тураһында ишеткәс, Миңнисаның аптыраныуҙан эйәге һалынды, күҙҙәре йомороланды. Әллә ни һорауҙар бирмәне, былай ҡурҡынғаны һиҙелде:

– Мин дә прививка эшләтмәгәйнем, – тип ҡуйҙы.

Икенсе көнөнә тағы Әнисәһен юллап барҙы. Бик йәне үртәлгәйне, саҡ ҡына эсеп алған булды. Ҡатыны һиҙгер шул, шунда уҡ һиҙеп ҡалды.

– Уф, Хоҙайым, тағы эскәнһең бит. Әлеге миңә һылтаулағанһыңдыр инде.

– Юҡ, юҡ, эштә егеттәр ҡойоп бирҙе, – тип саҡ ҡотолдо.

Ҡайтып килә ине, әлеге Миңниса тура килде. Уралтып-суралтып торманы:

– Дауахананан киләһеңдер инде, Әнисәң ни хәлдә? – тип һораны.

– Насар, нисек ярҙам итергә лә белмәйем, – ти өҙгөләнде Айрат.

– Бәлки, ярҙам кәрәктер, әле ялдамын. Ҡыҙым да командировкаға китте. Уңайһыҙланып торма, саҡыр, ҡулдан килгәнсә ярҙам итермен. Әнисәгә берәй нәмә бешереп килтерәйемме әлле?

Кисен Миңниса бер кәстрүл итеп тары ярмаһынан ҡыҫтыбый килтерҙе. Ашхана аҙығынан бүккән Айрат үҙе өстө ашаны, балалар ҙа ташыны, Әнисәһенә икәүҙе алып ҡалды.

Кис ҡатыны янына барғас, ҡыҫтыбый менән һыйламаҡ булғайны, Әнисә шунда уҡ берәүһен тешләп тә алды, ауырлыҡ менән булһа ла йотоп ебәрҙе.

– Тәмле икән, кем бешерҙе? – тине.

– Миңниса килтерҙе, – тип бер ҡатлы Айрат дөрөҫөн әйтте лә ҡуйҙы.

Уф, ҡатыны илап ебәрҙе:

– Ҡабаланмаһын, әйт, мин үлгәнде көтһөн. Ул әрһеҙ нәмә килеп тә инер инде. Нимә әллә һин дә түҙмәйһеңме? Көтөгөҙ. Түҙә алмайым, бар әле уколын килтерһен. Бынау еремдән тереләй һуйған кеүек.

Өйөнә ҡайтһа, Миңниса еңдәрен һыҙғанып хужабикә булып йөрөп ята. Балаларҙы йыуындырып сығарған, өҫтәрен алыштырған. Ҡулдарында үҙе бешергән әлеге ҡыҫтыбый. Аптырарһың кешегә. Ҡайҙа ҡабалана инде. Әнисә дөрөҫ әйтә бит. Ниңә ашығырға? Аш бүлмәһенә үтһә, әсәһе килеп ҡолағына бышылданы, ул да килештермәгән. Үҙем ҡарай алам, теләһә кемде йыйма тине.

Айрат үҙе былай Миңнисаны еңел генә итеп ҡайтарып ебәрҙе ул, иң бәләкәй ҡыҙы әүрәгән дә ҡуйған инде. Илап артынан эйәрҙе. Миңнисаға өйөнә алырға тура килде. Эйәрһә лә ғәжәп түгел, иң бәләкәйе әсәһе наҙлап ҡына үҫтергән бала, ай була инде әсәһен күргәне юҡ.

Икенсе көнө ял ине. Әнисә эргәһенә барҙы Айрат. Күренеп тора, хәле насар. Тартышып ҡуя, өҙөк-өҙөк тын ала.

– Йоҡлай, – тине иренә шәфҡәт туташы.

– Ҡайҙан йоҡлаһын, бындай хәлдә кеше йоҡлаймы ни? Ваҡыт-ваҡыт һушын юғалта, бары шул ғына, – тине Айрат.

– Өйөгөҙгә алып ҡайтығыҙ, – тине шәфҡәт туташы. – Юғиһә бында моргҡа алып баралар һәм ярасаҡтар.

Ярай, алып ҡайтыр, ҡайҙа һаҡлар һуң?

– Алып ҡайтыу мотлаҡмы? – тип һораны ир.

– Мөдир менән һөйләшһәгеҙ ҙә була.

– Айрат, Айрат, – тип һаташты ҡатыны, әллә өндәште. – Мине алып ҡайт, бында ҡалдырма.

– Ярай, хәҙер мөдир менән һөйләшәм, – тине ире.

– Китмәй тор, көтөп тор. Әйт әле, килдеме?

– Кемде әйтәһең, ҡәйнәмме?

– Юҡ, Миңнисаны әйтәм, килдеме?

– Мин уны ҡайтарып ебәрҙем.

– Уф, ниңә ҡайтарҙың, балаларҙы кем ҡарай?

– Үҙең әйттең, өйөндә көтһөн, тинең. Шуға ҡайтарҙым.

– Бушты һөйләмә. Мин һиңә ул хаҡта өндәшмәнем. Ул ирен бик ярата ине. Бер мәл осрағайны. Илай-илай һөйләне. Ире уны зерә рәнйеткән икән. Ҡара уны, туҡмама. Бисә туҡмау, көсһөҙ ирҙәр тәхеле ул.

– Ярай, һин теләгәнсә булыр, – тип ҡатынын тынысландырырға тырышты Айрат.

– Мин аңламайым, – тине ҡатыны, – мин дауаханала ятам, ә өйөмдә икенсе хужабикә, балалар үҙен оҡшатһа ярар ине. Ҡуй инде, килеп тә еткәндәр. Бик оҡшамаһа, һин уны ҡыу ҙа ҡайтар.

Өйөнә ҡайтһа, төпкө бүлмәлә әсәһе турһайып ултыра. Ә кухняла ҡәйнәһе хужабикә хәҙер.

Айрат килеп инеү менән ҡыҙымдың бынауында ҙур табаһы ултыра торғайны. Күренмәй. Ҡоҙағыйҙан һорағайным, белмәй. Үҙе ҡайтып төшһә, оҡшатмаясаҡ. Ә хәйерлектәрең, кейәү, әҙерме? Кәфенлек һатып алдығыҙмы?

– Ҡәйнәм, улары нимәгә ул, хәҙер үк?

– Нисек нимәгә? Бөгөндәре үлеп китһә, ҡайҙан тапмаҡ булаһың?

Көс-хәл менән иртәгә хәстәрләргә килештеләр. Ауыр йоҡланы Айрат. Һаташып-һаташып, уянғылап та ҡуйҙы. Бер мәл телефоны дерелдәгән һымаҡ тойолдо. Әнисәһе эргәһендә, имеш. Ике-өс ҡат килде, телефоныңды ал, ниңә миңә яуап бирмәйһең, ти ҙә ҡуя. Иртән биштәрҙә ҡараңғылы-яҡтыла уянып китһә, әллә ун тапҡыр шылтыратҡандар инде. Ауыр тойғолар менән телефонды алды һәм кире шылтыратты.

– Һеҙҙең ҡатынығыҙҙы бер сәғәт элек кенә мәйетханаға алып киттеләр, – тип яуап бирҙеләр.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: