-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Ноябрь 2021, 11:02

ҺИНЕ ЭҘЛӘП ЙӨРӨНӨМ Хикәйә

Рәүис килеп инеү менән, эргәһенә әсәһе ябырылып килде лә һуғып та ебәрҙе. Ныҡ һуҡманы, елкәһенә еңелсә ҡулын тейҙереп кенә алды. Шулай ҙа Рәүис һиҫкәнде, хатта әсәһенең ҡулынан тотоп алды:– Әсәй, ни эшләйһең ул?– Ни эшләйһең? Ниңә кеше балаһын алдап йөрөйһөң?– Кемде алдаған тағы?– Әле генә Фәнүзә шылтыратты. Ышандырып йөрөгәнһең, үҙе әйтте.Рәүис ни әйтергә лә белмәй әсәһенең ҡулын ысҡындырҙы. Тимәк, Фәнүзә әсәһенә шылтыратҡан, барыһын да еткергән.

ҺИНЕ ЭҘЛӘП ЙӨРӨНӨМ Хикәйә
ҺИНЕ ЭҘЛӘП ЙӨРӨНӨМ Хикәйә

– Шул хаҡта һөйләшәйем, тигәйнем, әсәй. – Егеттең тауышы мөшкөлләнде. – Ни эшләп ҡарарға икән? Егеттәр, ҡабаланма, тиҙәр.
– Ниңә үҙең хәл итмәйһең? Яратҡанда ла егеттәрең кәңәш биреп торҙомо ни? Ҡуй инде, кеше шулай өйләнәме?
...Рәүис менән Фәнүзә кисә ныҡ ҡына әрләшеп алғайнылар. Уныһы ла инде, егет, нимә уйлайһың, тағы ла ете айҙан һин атай буласаҡһың, тип әйтте лә һалды. Рәүис был хәбәрҙе көтмәгәйне, ни ҡайғырырға, ни шатланырға белмәй, ултыра төштө лә ҡуйҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, өйләнеү һымаҡ етди мәсьәлә уның тормошонда көн тәртибендә тормай ине. “Үәт, эләктем...” – тип эстән генә уйлағаны ла үҙе лә һиҙмәҫтән тел осонан ысҡынды ла ҡуйҙы. Фәнүзә һикереп торҙо ла, этеп ебәреп, тиҙ генә кейенә һалды һәм ишеккә ыңғайланы. Әрләшеүҙәре лә кешесә булманы бит әле. Фәнүзәһе илай, егете уны туҡтатырға тырыша, тик йыуатырлыҡ һүҙҙәр таба алмай. Бына хәҙер әсәһе лә был хаҡта белә икән.
– Әсәй, әллә өйләнеп кенә ҡуяйыммы?
– Һуң, шуны үҙең, үҙ башың менән хәл итә алмайһыңмы ни?
– Кисә иланы ла ҡуйҙы, һөйләшеп булманы.
– Һөйләшеп булманы... Бар, күҙемә күренмә! Үҙе менән һөйләш, ярашығыҙ! Улай ярамай.
...Рәүис тәүҙә оҙаҡ ҡына ҡала буйлап йөрөнө. Фәнүзә йәшәгән урамға килде, уларҙың тәҙрәһенә ҡарап торҙо, бер-ике тапҡыр инергә лә уҡталып ҡуйҙы. Юҡ, уңайһыҙ... Әсәһе менән атаһы ла өйҙәлер, был хаҡта беләләрҙер инде. Атаһы уҫал ғына күренә, егет килеп инеү менән түшенән алыр ҙа, һин ниңә минең ҡыҙымды алдаштырып йөрөйһөң, тиер һымаҡ.
Рәүис тәүҙәрәк эсеп, ҡыйыуланып алырға теләгәйне, аҙыҡ-түлек магазинына инде, шешәләр теҙелгән рәткә ҡарап торҙо, кире уйланы. Урамға сыҡҡас, кеше йөрөмәгән яҡтан Фәнүзә йәшәгән подъезға атланы. Инеп өлгөрмәне, такси килеп туҡтаны. Рәүис такси ҡуҙғалып киткәнсе кермәй торорға булды. Ул арала булмай, ҡустыһы Ғәбит менән ике ҙур сумаҙан тотоп Фәнүзә килеп төштө һәм ҡустыһынан әйберҙәрен алып таксиҙың багажнигына ырғытты. Рәүис ауыҙын асып өндәшкәнсе, Фәнүзә йәлп итеп таксиға кереп ултырҙы һәм ҡуҙғалып та китте.
Егет нимә уйларға ла белмәне. Оҙаҡ ҡына ҡала буйлап йөрөнө, үҙе лә һиҙмәҫтән, Фәнүзә менән йөрөргә яратҡан Якутов паркына барып сыҡты. Фәнүзә менән ҡайһылай күңелле булған икән. Рәүис тормошоноң үҙе лә аңлай алмаҫлыҡ мөһим бер өлөшөн юғалта барыуын һиҙҙе. Их, Фәнүзә ҡайҙа китте икән? Әллә Стәрлетамаҡҡа апаларына оҙаттылармы? Аҡрын ғына атлап Йәштәр һарайы эргәһенә килде. Парлашып йөрөгән ҡыҙҙарҙы, егеттәрҙе күреп, көнләшеп ҡуйҙы. Ә бит кисә генә ул да бик бәхетле ине.
Иртәгә таң менән – эшкә, бер аҙ ял итеп тә алырға кәрәк. Рәүис шым ғына фатирына инде, әсәһен уятып ҡуймайым, тип утты ла тоҡандырып торманы, бүлмәһенә үтте. Тәҙрәнән төшкән һүрән яҡтылыҡҡа күҙ өйрәнгәс, егет шифоньер эргәһендә ике сумаҙанды төҫмөрләне һәм үҙ күҙҙәренә ышанмай карауатҡа ҡараны.
– Ҡайттыңмы? Ҡайҙа йөрөйһөң һин? – тине карауаттағы һын Фәнүзәнең тауышы менән.
– Һине эҙләп йөрөнөм.
– Таптыңмы һуң?
– Тапманым, такси менән алып киттеләр.
– Шунда килеп ултырһаң ни булған? Сумаҙандарымды ташып, ҡулдарым ҡалманы.
– Ярай, бынан һуң мин һиңә ауыр бер нәмә лә тоттормам.
– Тоттормай, ҡайҙа бараһың. Килеп эләктең бит инде.
Егет ҡайнар һынды ҡосағына алды.

Автор:Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
Читайте нас: