+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Ноябрь 2021, 11:00

СӘЙЕР КҮРШЕ Юмористик хикәйә

Дауаханалағы күршем бигерәк сәйер кеше булып сыҡты. Һөйләшмәй ҙә, телевизор ҙа ҡарамай, гәзит тә уҡымай – ята шунда күҙле бүкән шикелле стенаға тексәйеп. Машина тапаған икән, аяғы бер нисә урындан һынған – бары шуныһын ғына әйттерә алдым. Туғандары, дуҫтары ла килмәй үҙенә, ике-өс тапҡыр полиция хеҙмәткәрҙәре генә инеп сыҡты. Миңә, уларҙы аулаҡта ҡалдырып, коридор ҡыҙырып йөрөргә тура килде. Нимә эшләп йөрөйҙәр, тим, өндәшмәй теге, стенаға текәлеп ятыуын ғына белә.

СӘЙЕР КҮРШЕ Юмористик хикәйә
СӘЙЕР КҮРШЕ Юмористик хикәйә

Һөйләшергә кеше булмағас ни, күңелһеҙ. Нимуй эргәһендә ятып, аҡылдан яҙырһың. Аптырағас, беренсе ҡаттағы киоскынан гәзиттәр алып керәм дә ҡысҡырып уҡыйым. Айырыуса “Полиция хәбәр итә” оҡшай, тәртип һаҡсыларының оҫталығына һоҡланам, йыйын әтрәгәләмдең ҡылған енәйәттәре хаҡында уҡып, йоҙроҡто төйнәйем.
“Тыныслыҡ” проспекты менән Партизан урамы сатында 31 июлдә 42 йәшлек Афзал. М.-ны машина бәреп китә. Ваҡиғаның шаһиты булған 23 йәшлек Фәнзил. Р.-ҙың әйтеүенсә, бәләгә тарыусы юл аша сыҡҡанда йәйәүлеләр өсөн светофорҙа йәшел яна, Фәнзил Р. үҙе лә саҡ ситкә тайпылып өлгөрә. Бөгөнгө көндә йәйәүлене тапап был урындан һыпыртҡан иҫерек водителде эҙләү өсөн “Ҡамап тот” операцияһы иғлан ителгән”.
– Ишеттеңме, күрше, – тим, уҡып бөткәс, йәнем көйөп. – Урамға сығыр хәл юҡ хәҙер, һатып алынған таныҡлыҡ менән йөрөүсе ахмаҡтар күбәйҙе бит.
Күршем өндәшмәй, ауыр һулап ҡына ҡуя. Бер-ике көндән йәнә гәзиттәр алып керәм дә телһеҙ күршемә үс итеп бөтә хәбәрҙәрҙе ҡысҡырып уҡыйым.
“Тәртип һаҡсылары наркотик матдәләр таратыусыларға ҡарата аяуһыҙ көрәш алып бара. Мәҫәлән, кисә 23 йәшлек Фәнзил Р.- ҙы тентегән саҡта кеҫәһенән 100 грамм гашиш табыла. Был егет ғәйебен танымай һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәткәне өсөн дә яуап бирәсәк. Өҫтәүенә, ул изоляторҙа дүрт тапҡыр эләгеп йығыла, башын ишеккә бәрә. Моғайын, ул тәртип һаҡсыларын шундай мәкерле ысул менән яуапҡа тарттырырға маташҡандыр”.
“Тыныслыҡ” проспекты менән Партизан урамы сатындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында яңы факттар билдәле булды. Ҡайһы бер “һары” гәзиттәр был машина дәүләт эшмәкәре, депутат Бигловтыҡы, авария яһаусы ла ул, тип сүбәк сәйнәһә лә, был факт дөрөҫләнмәне”.
“Хоҡуҡ органдары илде яҡтылыҡҡа, яҡшы тормошҡа әйҙәгән “Ҡаҡшамаҫ ил” партияһы вәкилдәренә ҡаршы төрлө оятһыҙ саралар әҙерләнеүе тураһында белдерә. Ошондай енәйәтсел төркөмгә ойошҡан 42 йәшлек Абзал.М. менән 23 йәшлек Фәнзил Р.-ҙың ҡоротҡос эшмәкәрлегенә сик ҡуйылды. 31 августа Абзал М. депутат Бигловтың машинаһын аңдып тороп, капотҡа ырғый. Бары тик депутаттың оҫталығы ғына ҙур бәләнән ҡотҡара, һаулығына бер ниндәй зыян килмәгән Абзал М. дауаханаға барып ята. Ә ҙур стажлы наркоман булараҡ билдәле Фәнзил Р.  һәр урында депутат тураһында уйҙырмалар һөйләй башлай. “Ҡаҡшамаҫ ил” партияһының төбәк бүлексәһе белдереүенсә, енәйәтсел төркөмдөң маҡсаты – депутат Бигловтың, тотош партияның абруйын, рейтингын төшөрөү”…
– Етәр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе палаталаш күршем, ҡотомдо алып. – Мин бит ул Абзал абзыйың! Уҡыма, зинһар, шуны.
– Бәй, һинме ни! – тип бот сабам үҙ ҡолағыма үҙем ышанмайынса. – Тәртип һаҡсылары юҡҡа йөрөмәгән икән!
– Өс көн буйы хәлде алдылар шул. Йәшелгә сыҡтым тигәнде ишетмәйҙәр ҙә! Наркоманға оҡшап тораһың, ти башланылар. Юлды ҡыҙыл төҫкә сыҡҡанмын, машинаға үҙем килеп бәрелдем, бер кемгә лә дәғүәм юҡ, тип ғариза яҙғас ҡына туҡтанылар. Теге йәш егет йәл, ғариза яҙғас та уны ла сығарабыҙ тип вәғәҙә иткәйнеләр былай.

Бына бит, ҡалала меңәрләп машина йөрөй, тап депутат машинаһы менән төкөшөргә башына тай типкәндер был абзыйҙың. Енәйәтсел төркөмгә эләкмәҫ борон миңә лә тайырға кәрәк был тирәнән.

Автор:Марат ӘМИНЕВ.
Читайте нас: