+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Ноябрь 2021, 17:43

ҺАЛАМ

Күптән булды был хәл. Көҙгө ямғырлы көндәрҙең береһе. Хәйер, ямғыр тиһәң хәтереҡалыр, яуһа яуып ҡуймай, һибәләп тик тора. Көнбикә малайҙарын уятты:– Тороғоҙ, Флүр, Фәрит. Рауил ағайығыҙ атын бирҙе. Төрөш йылғаһы буйында һаламкүп икән, берәр арба алып килегеҙ.

ҺАЛАМ
ҺАЛАМ
Улдары тиҙ генә тороп, сәй эстеләр ҙә урамға сыҡтылар. Фәрит әсәһенән һорайһы итте:
– Әсәй, әгәр колхоздан берәйһе килеп сыҡһа?
– Мал аҫтына һалырлыҡ ҡына алабыҙ, тип әйтегеҙ, – тине әсәһе.
Малайҙар аттарын ҡыуалап Төрөш буйына ыңғайланы һәм тиҙ арала барып етеп һалам тейәй башланы. Күп тә үтмәне, ағастар араһынан тырылдап колхоз председателенең “УАЗ”игы килеп сыҡты. Һәм туп-тура килеп малайҙар эргәһенә туҡтаны. Машинанан аҡрын ғына хужалыҡ рәйесе Зарипов төштө. Олпат атлап һалам тейәүселәр эргәһенә килде:
– Ни хәл, егеттәр, нимә эшләйһегеҙ? – тип һораны.
– Һалам тейәйбеҙ, – тине “егеттәр”.
Зарипов ентекләп кем балалары икәнлеген, нисәнсе класта уҡыуҙарын һорашты.
Аталарының кем икәнлеген белгәс:
– Ооо, шәп кеше ине, егәрле булды, – тип маҡтаны. Шул арала тәмәкеһен алды, шырпыһын тоҡандырҙы, ҡомһоҙланып һурып төтөнөн сығарҙы. – Иртә үлеп әрәм булды, йәшәрлеге бар ине әле.
Машинаһына ултырып, бер һүҙ өндәшмәй, яңынан ағастар араһына инеп китте.
Малайҙар, был рөхсәт итте түгелме һуң, тип ҡыуанышып һаламды дәртлерәк тейәй башланы. Малайҙар күпме генә тейәһен инде, ел сыҡты, һаламды төрлө яҡҡа осорҙо. Көс-хәл менән йөктәрен тейәп арҡандарын бәйләп бөтөүгә әлеге “УАЗ”ик тағы ла тырылдап килеп сыҡты. Тағы нимә кәрәк, әллә иртән килгәнен онотто микән, тип аптырашып малайҙар бер-береһенә ҡарашты. Председатель күңелле генә итеп килеп төштө лә:
– Шәпме, егеттәр, – тип өндәште.
Һөйләшеп торҙолар, хужа кеше ата-әсәләрен һорашты, тағы ла ҡайғырып алды, тәмәкеһен ҡапты, шырпыһын тоҡандырҙы һәм тәмәкеһен ҡабыҙҙы, аҙаҡ утты һаламға төрттө. Малайҙар аптыранып ары йүгерҙе, бире йүгерҙе. Ут көсәйҙе һәм арбаны ялмап алды. Малайҙарҙың кесеһе илай башланы. “УАЗ”ик тырылдап яңынан ағастар араһына инеп китте. Ат уттан өркөп ҡуҙғала башлағас, малайҙарҙың өлкәне Флүр көс- хәл менән ҡамытты тәртәнән ысҡындырҙы, ыңғырсаҡты систе.
Арба һаламы-ние менән гөлт итеп янып бөттө. Ике етем малай атты етәкләп илай-илай ҡайтып киткәнен Зарипов күрмәне.
Байтаҡ йылдар үтәсәк, Зарипов та эшен ҡалдырасаҡ һәм хаҡлы ялға сығасаҡ. Пенсиям аҙ, тип зарланып район хакимиәтенә киләсәк. Уны Флүр Фәнүр улы ҡабул итергә тейеш. Ләкин бөгөн уның эше күп, Зарипов уны бик оҙаҡ көтәсәк. Хатта бер аҙнанан яңынан киләсәк һәм зарланып ултырасаҡ.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ
 
 
 
 
Ещё
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: