+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Ноябрь 2021, 18:00

ҺЫРТТАН КИЛГӘН ИКЕ ҺЫН Хикәйә

Күкташтар араһында ҡәҙимге тормош дауам итте. Һутҡа тулышҡан еләктәрҙең байтаҡ өлөшө ат тояҡтары аҫтында иҙмә булып иҙелһә лә, ҡалғандары ҡояшҡа бит ҡыҙҙырып ғәмһеҙ генә тороуын белде. Ҡайһы саҡта иҫеп киткән ел генә маҙаһыҙлап ҡуя уларҙы. Еләк-сәскәләрҙең хуш еҫенә тере йәнде айбандырып мәйет еҫе лә ҡушылып китә. Ҡураныс ҡына бер түмһәнән сыға уныһы. Был хәтле әшәке еҫкә түҙеп, бер кем дә уға яҡын юламаҫ кеүек. Әммә уға нәҙек кенә һомғол кәүҙә эйелгән. Яурындарының дерелдәп тартышып-тартышып китеүенән был йәш баланың ҡайғыһы оло икәнен аңлап була. Йәнәшенән ҡаҡ һөйәк кенә икенсе кәүҙә сүгәләгән. Уныһының да төпкә батҡан күҙҙәрендә йәш тамсыһы йымылдай. Үҙ ғүмеренә үлемде күп күргән уныһы, һәр береһе өсөн түгерлек сырағында һыуы ҡалмаған инде. Ярар, Айтуған улым, бик бөтөрөнмә. Оҙаҡ ғазапланмаған Берек ҡорҙаш, ауыртыу ҙа һиҙеп өлгөрмәйенсә йәнен тәслим ҡылған.

ҺЫРТТАН КИЛГӘН ИКЕ ҺЫН Хикәйә
ҺЫРТТАН КИЛГӘН ИКЕ ҺЫН Хикәйә

Ҡарама ҡайрыһындай ярғыланып, ҡарайып бөткән ҡулдар үҫмерҙең арҡаһынан ҡаҡылдатып яратты.

– Аҡсабый бабам, әйт әле, олатайым бәхеткә ирештеме, тегендә нәнәм, атайым менән күрештеме икән?

– Кеше заты инанғанына ирешә ул, балам. Батыр үлеме хаҡында хыялланғаны тормошҡа ашты бит. Тирмә түрендә маҙрап ултыра торған йәштә лә күпме дошмандарҙы ҡырып, ҡартлыҡтан түгел, уҡтан вафатын тапты.

Үҫмерҙең ҙур, ҡара күҙҙәренән осҡон сәсрәне, йоҙроҡтары йомарланды.

– Улайһа тыңла, бабам. Күсемде ҡырҙырырға яҫҡынған Бүзәнде эҙләп табырмын. Төбәгендәге иң бейек тау башына ботон ботса, ҡулын ҡулса ботарлатып, биш яҡҡа ерләтермен! Бына минең инанысым!

– Аһ балам, аҡылыңа кил. Әле балалығыңа барып әйтһәң дә, һин ҡор башы бит. Ҡорбаш һүҙен һүҙ итмәһәң, хур булырһың.

– Булмам! Ашырырмын! Сиреүен оло тау итеп өйөп ҡуйырмын! Үҙ күсемде шундай итеп ҙурайтырмын: Дәште Ҡыпсаҡ  илендә иң көслө ырыу булыр!

Хыялың болоттарҙан бейек ашты түгелме? Бер кеше ғүмере етмәҫлек бит! Улдарыма васыят ҡалыр.

Аҡсабый ҡаңбаба үҫмерҙең йыуаш ҡына баланан ажарланып, харап үсле бей булмаҡсы һыҙатына баш сайҡап ҡуйҙы. Килер бер көн, олатаһының “Аҡсабыйҙы тыңла” тигән нәсихәтен дә онотасаҡ был егет. Бер кемгә лә ышанмаған, бер кемгә баш бирмәгән ғәййәр ир буласаҡ. Хәҙер ҡаңбабаның бурысы – йәш ҡор башының күңелендәге мәрхәмәт осҡондарын мөмкин тиклем һаҡлау, ырыу-күсте гонаһһыҙҙар рәнйешенән аралау. Айтуған ҡылыҡты ҡылып торор, ҡаңбабаһы ырыуға уның ғәйебе менән килер ҡазаны кисектерергә бар көсөн һалыр. Ғүмеренең аҙағына тиклем бер йәш баланы ҡаңбаба итеп әҙерләп өлгөрә алһа ярар ине...

...Айтуған уйын тормошҡа ашырыуға бөтә көсөн, ваҡытын арнаны. Барымталар бер аҙ туҡтаңҡырағас, бәләкәй-бәләкәй төркөмдәр булып, унан-бынан ҡайта башлаған яугирҙарҙы барланы. Уларға, тағы ла балалыҡтан саҡ сыға башлаған малайҙарға ил-күстән яҡшыраҡ тәғәмләнергә әмер итте. Иң оҫта һуғышсыларҙы асыҡлап, һуғыш уйынын өйрәтеүҙе йөкмәтте. Был уйындарҙа үҙе айырыуса бирелеп ҡатнашты, өйрәтеүселәренән дә бер башҡа өҫтөн булмайынса туҡтамаҫҡа тигән бурыс ҡуйған ине үҙенә. Шымсылар, һаҡҡолаҡтарҙы үҙ янына нығыраҡ яҡынайтты. Береһе берҙе, икенсеһе төптө бүтәнде һөйләгән хәбәрҙе тыңлап, үҙенә кәрәк асылды аңларға өйрәнде...

– Ваҡыт, – тине Айтуған, ҡомда сыбыҡ менән һыҙылған үҙе генә аңлаған эҙҙәргә ҡарап. – Өс көндән оло яуға күтәреләбеҙ. Шуғаса ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаларҙы Көнтөшмәҫебеҙгә йәшерәбеҙ. Ырыуҙан бер тере йәнде бер ҡайҙа сығармаҫҡа, сит-еһер күренһә – һөңгөгә алырға. Бүзән ахмаҡ түгел, һаҡҡолаҡтары һәр яҡта йөрөп ята булыр..

Айтуғанды йөпләмәһә лә, ҡаршы ла төшмәй Аҡсабый. Күрәһең, ҡылаһы шулдыр ҡорбашының. Әле ҡайғыһы икенсе – күс тарҡалып ҡуймаһын. Ана, Беректең икенсе, Айтуғандан олораҡ ейәне нисек тешләнеп йөрөй! Үҙенең ҡорбаш булырға ниәте булғандыр ҙа, яуҙа йөрөп ҡалды. Бер уйлаһаң, Алғыр ҙа бит ай-һай айбарлы зат. Сәсәнгә тиң әйтерлек зиһене лә, теле лә бар. Айтуғандан бер ере лә кәм түгеллеген үҙе лә белә, шуға бигерәк эсе күмһейҙер. Ҡустыһына ҡаршы ирҙәрҙе күтәрмәүе – тегеһенең хаҡ юлда икәненә инаныуҙандыр. Бүзән йортон юҡ итеп, тормош һилләнгәндәй булһа, башланыр инде тартҡылаш. Туғанға туған йоҙроҡ төйөүен булдырмаҫҡа көсө етерме Аҡсабыйҙың? Был һорауға яуапты көтәһе лә көтәһе әле.

Айтуғандың яугирҙары йәшендәй хәрәкәт итте. Бүзәндең шымсыһы ҡайтып хәбәр бирергә өлгөрә алманы – бағауылдың осло һөңгөһө йөҙйәшәр имәнгә ҡуша ҡаҙаҡланы үҙен. Шунан башланды ла инде шау-шыу, һөңгө-ҡылыс зыңлауы, иңрәү-һыҡтау ауазы, йылҡы-мал сырҡырауы, саң-туҙан, кеше кешене ишетмәҫлек тә, аңламаҫлыҡ та мәхшәр. Күпмелер ваҡытҡа Күктәр бер ырыуҙың аһ-зарына һаңғырау булып, икенсенең ҡан көҫәгән булмышына яй ҡуйҙылар...

Тау араһында аулаҡ ҡына аҡланда төйәкләгән булған икән Бүзән. Таҙа, татлы өс йылға һыулаған. Айтуған үҙ һүҙен ныҡ тотто – иң бейек тауҙың биш тарафына күмелде Бүзәндең бүлгеләнгән мәйете. Ир заттарының береһе иҫән ҡалманы – оло тау булғансы тураҡлап өйөлдө, йорт-усаҡтар туҙҙырылды, малдар ҡыуылды. Ҡор башына һис килешмәгәнсә бәйһеҙ тотто үҙен Айтуған. Яуҙан һуң ҡып-ҡыҙыл булып аҡҡан ҡан йылғаһы ергә лә һеңмәҫ элек, бар доньяны яңғыратып: ”Мин еңдем!” – тип һөрәнләне. Шаңдау уның артынан бары тик “Мәндем” тип кенә ҡабатланы. Талсығып ҡара тирен һөртөп ултырған Алғыр, ҡорбашының яугирҙарын уйлау, яралыларҙы-үлгәндәрҙе барлау урынына малай-шалайса ҡысҡырынғанына йәне көйөп:

– Бер ҙә артыңдан ҡабатламай әле төбәк хужаһы, ярым-йорто ғына ишеттерә, –  тип төрттөрҙө.

– Ҡабатлар! – тип тешен ҡыҫты Айтуған.

Йәш байталдың татлы бешкән һутлы итен мөнйөп кенә бөткән Айтуғанға Бүзәндең тағы бер ир әҡрәбәһе табылыуын хәбәр иттеләр. Бәләкәй генә көмрө ҡарт булып сыҡты уныһы, иҫе лә инәрле-сығарлы ғына икән, аҡһаҡ та өҫтәүенә. Тәүге еңеүенән иҫергән, йөрәкһегән һәм күңеле лә, тамағы ла туҡлыҡтан ирәбеләнгән Айтуған үҙенең ҡаты ҡуллы ғына түгел, хуш күңелле лә башлыҡ булыуын күрһәтергә була:

– Нәҫел ҡалдырырлыҡ рәте булмаһа, йәшәһен әйҙә! – тип ҡул һелтәне. –Илһеҙ оҙон ҡышты сыға алмаҫ барыбер. Ярты аҡылдар менән генә көс һынашырға ҡалғайны тағы...

 Эште көмрө Килтәй үҙе боҙҙо. Береһе зәңгәр, икенсеһе ҡуңыр төҫтәге ике күҙен базлатып:

– Гонаһ уй менән бер ҡатын да дәнемә тейеп бысратманы ошоғаса, улан. Изге мин! – тине.

Ике төрлө күҙҙәрҙең самаһыҙ тәкәббер ҡарашынан, етмәһә, ярандары алдында “улан” тип мыҫҡыл итеүенә  ҡорбашының бәрейе ҡупты.

– Һине доньяға килтергән әсәң дә гонаһ шомлоғо булған инде әләйһәң, ә, көмрө түмгәк?

– Ҡуйсы, Айтуған ҡусты, Күктәр тарафынан рәнйетелгәнде рәнйетмә, ҡарғышы төшөр.

Үҙен һөйһөнмәгән Алғырҙың өндәшеүенә Айтуған бөтөнләй сығырынан сыҡты.

– Күктәр тарафынан рәнйетелгән? Улай булғас, әйҙә, бер изгелек ҡылайым байғошҡа! Эй, кем әле һин, Килтәй тинеңме? Һайла анау оҙон сәстәрҙең береһен! Әжәлең алдынан бер ләззәт кисереп ҡал! Теге доньяла иҫкә алырға бер рәхәт булыр! Атаң эшләмәгән изгелекте мин ҡылайым – әпирмәгән кәләшен мин бирәйем!

Яугирҙарҙың күбеһе аңһыҙ хахылдашты. Айтуғанды телдән шаярыу менән генә ҡалыр тип уйланылар буғай. Буҙлауҙарын, илаулауҙарын ишетмәҫ, шешенгән ҡара ҡайғылы йөҙҙәрен күрмәҫ өсөн яландың арғы мөйөшөнә һырыҡтырылған ҡыҙ-ҡырҡын, ҡыҙсыҡ-ҡортҡаларға ла һүҙҙең айышы барып етте, күрәһең, бүре күргән һарыҡ өйөрөләй өрктөләр. Уларҙың һәр береһен иҫ белә белгәне бирле “Ана, Килтәй килә” тип ҡурҡытып үҫтергәндәр. Ул Хоҙай бәндәһенең  ҡағылыуы ғына түгел, күҙ ҡарашы төшһә лә, йәнгә-тәнгә өшәнес тә баһаң! Хатта әле баҫып алған ҡораллы-көслө ят ырыу яугир-һуғышсылары барыһы бергә лә алам-һалам ғына кейемле Килтәй аҡһаҡтан артыҡ ҡурҡыныс түгелдәр. Һуғышсылар ҙа ни бары ирҙәр генә бит. Еткән ҡыҙҙарҙы шунда уҡ бүлешеп алырҙар. Ҡол итәме, кәнизәкме – сибәрлек тә уңғанлыҡтан ғына тора. Ҡыҙсыҡтары аҫрауға, тәрбиәгә таратылырҙар. Күптәре етем төҫөн дә күрмәй, йәбер-золом да белмәй үҫер ҙә китер. Ҡарсыҡ-ҡорсоҡтоң яҙмышы ла белгән һөнәренән торор. Үлән-тамырҙарҙы таный, сихәтле-шифалы төнәтмәләр әҙерләй, йылан-саяндарға ҡаршы көслө әйтемдәр әйтә белә икән, ҡарһүҙҙәр уйлап сығарып әүрәтеүгә оҫта икән – яңы ырыуҙа ла ситкә тибелмәҫ. Тик үҙ ырыуынан ҡыуылып килгән йәш-елкенсәк янына ғына ебәрмәҫтәр ҙә, тарих-шәжәрә һөйләтмәҫтәр. Йәш килендәр менән генә мөғәләмә башҡасараҡ. Уларҙы йыл үтмәйенсә бер кем дә кәнизәк итә алмай. Дошман ҡанынан таҙарыныу өсөн был мөҙҙәт.

 Эйе, был донья шулай ҡоролған: еңеүсе генә өҫтөн. Теләһә – ғүмер бүләк итә ала, теләһә – ҡоллоҡ, теләһә – әжәл. Ә еңелеүсе? Ә еңелеүсенең бер генә хоҡуғы бар – буйһоноу. Йәшәргә теләһәң уныһы. Теләмәһәң, тағы бер хоҡуғың – еңеүсенең башына ҡарғыш яуҙырып, шәһит китеү.

Ниндәй генә йолҡош һәм меҫкен булмаһын, Килтәй буйһоноусыларҙан түгел ине. Әжәле Айтуған сүрәтенә инеп, танау төбөндә киҫтән болғап торһа ла, уның тауышы ҡалтыранманы.

– Аң бул, улан! Ҡыҙыу ҡаның һыуынып, йөрөшөнән туҡтар мәл килер. Шул ваҡытта ҡылғандарың өсөн үкенерһең, әммә үткәнде ҡайтара алмаҫһың. Үҙеңде ҡарғармын, ә ауырлығы ҡәүемеңә төшөр. Әйткәнеңдән ҡайт – һүҙеңде кире ал!

– Сиңерткә сырылдағанынан да шөр ебәреп, һүҙ боҙоп ултырырға мине кем тип беләң! – Айтуғандың ҡан һауған күҙҙәре ҡурҡыныс аларҙы.

Кипкән ботаҡ кеүек ике беләк күккә һонолдо. Тик Килтәй ҡәҙимге ҡарттарса устарын өҫкә ҡаратып түгел, ҡулының һыртын өҫтөн ҡуйып әйтте һүҙҙәрен:

– Был ҡәүемдең ҡарғалары һандуғастан өҫтөн булһын. Бөркөттәре  үҫер булһа – үҫмәҫтәйе ҡанатын суҡып торһон, мин әйттем! Батырҙары телһеҙ-күҙһеҙ булһын. Телле-күҙлеһе тыуа ҡалһа – бәғере ҡаты, уйы тар булһын, мин әйттем! Халҡы хакимдан уңмаһын, хакимы халыҡтан булмаһын, мин әйттем! Үҙе торһон, ҡәүеме – ҡороһон, мин әйттем!

– Ҡарғышыңдың алғышын әйтеп кит, Килтәй! – ситтәрәк торған Алғыр ҡапыл уянғандай ҡарттың һүҙен ишетеп ҡалырға ҡабаланып яҡынайҙы.

– Ҡарты ҡатҡан билен бөгөп, йәше телһеҙ телен бөрөп, ҡәберемде уратып теҙләнеп һораһа, шунда булыр алғыш...

– Һа-һа-һа, – мәҙәк һүҙ тыңлағандай ирәбе торған Айтуған ажарланды. – Һин, меҫкен, ҡәберем булыр тип өмөт итәһеңме ни әле? Сәсрәткәнсе бер һуғыуыма һөйәктәрең ошо һырт буйлап йән-яҡҡа тараласаҡ бит!

Ерләтмәһәң дә, ауырлығы үҙеңә.

– Ҡарғышың ҡара башыңа! – йәш егет үҙ ырыуына үҙе күрәләтә бәлә  һалғанын, оло ҡайғылар килтерәсәген уйлап та еткермәҫтән ниәтен ҡылды...

Фото: Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман ИСМӘҒИЛЕВТЫҢ “Һыбайлы” тигән картинаһы.

Аҙағы бар.

Автор:Рәйлә САБИТОВА.
Читайте нас: